Шәмиғол хәлфә

                   Шәмиғол хәлфә
АУЛИА

           Бала саҡтан мине үҙ итеүе

   Күгәрсен районының Ишбирҙе ауылында йәшәгән заманыбыҙ әүлиәһе Шәмиғол хәлфә менән миңә бала саҡта уҡ танышыу, аралашыу бәхете тейҙе.
   Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауырыу атайым Кананикольск урман хужалығында ағас әҙерләү менән шөғөлләнде. 1943 йылдың февраль айында уны фалиж һуғып, эшкә яраҡһыҙ булып ҡайтты. Дауаханала ятыу ҙа файҙа бирмәне. Беҙгә фәҡәт Шәмиғол хәлфә генә ярҙам итә алыуына ышанып, юлға сыҡтыҡ. Беҙҙең Төпсән ауылынан Ишбирҙегә тиклем 35 км самаһы. Йонсоу ғына ат менән Ишбирҙегә өс сәғәт ярым тирәһе ваҡыттан һуң ғына барып еттек. Хәлфә: «Юлға доға уҡымай сығып, бөтә шайтанды тейәп, атты йонсотоп киләһегеҙ», — тип шелтәләп ҡаршы алды.

   Атайымды ихлас тәрбиәләне ул. «Яйлап шәбәйерһең, ни эшләп алданыраҡ килмәнең?» тип тоҙ өшкөрөп, бетеү яҙып бирҙе. Ә бына мине баштан аяғыма тиклем ике ҡулы менән һыпырҙы ла: «Һөйкөмлө, егәрле булып үҫә торған балаҡай һин. Бар, тыштан утын алып ин», — тип сығарып ебәрҙе. Мин эште еренә еткереп башҡарҙым. «Улым, икенсе тапҡыр атайыңды Ишбирҙегә алып килмә, мин үҙем Төпсәнгә барам, апайым Ғәйниямалды һағындым, шунда барғас, икегеҙҙе лә тәрбиәләрмен», — тине.
   Ошонан һуң күп тә үтмәне, Шәмиғол хәҙрәт беҙҙең ауылға килде. Шул көндө үк мине саҡырып алды: «Улым, мине егет итеп йәшәрт, һаҡал, мыйыҡты, сәсемде ҡыр», — тине. Мин тиҙ генә өйгә ҡайтып, атайымдың «ҡурҡыныс» бәкеһен алып, хәлфә янына йүгерҙем. Ул уңайлы итеп ултырҙы ла: «Ҡабаланмай ғына ҡыр, бәкене тейҙермә, киҫмә, бер тамсы ла ҡан сыҡмаһын, бер тамсы ҡан да ирҙең ҡеүәтен кәметә, абайлап ҡылан», — тине. Мин һис тә ҡаушамай үҙ эшемде башҡарам. Олатай ҙа ҡәнәғәт ултыра. Ҡырып бөткәс, «Олатай, көҙгө бирәйемме?» тип һораным. Ул: «Юҡ, улым, мин былай ҙа күреп, тойоп торам, көҙгө кәрәкмәй», — тине лә миңә 25 һум аҡса бирҙе. Мин: «Алмайым, кәрәкмәй, оят була», — тигәс, «Мә, ал, кискеһен урамға сыҡһаң, иптәштәреңә тәмәке алып тарттырырһың», — тип йылмайып ҡуйҙы. «Тәмәке тартһаң, гонаһ була, ярамай», тим. «Улар бер тапҡыр ғына һурып ҡарар ҙа ул тәмәкене, төкөрөр, башҡа тартмаҫтар. Һин ошо эште башҡар, йәме», тине хәлфә. Мин ул ҡушҡанса эшләнем. Ысынлап та, мин тәмәке тарттырған ул тиҫтерҙәрем аҙаҡ был ғәҙәт менән бөтөнләй мауыҡманы.
   Күрәһең, Шәмиғол олатайҙың бер ғилләһе булғандыр бында. Артабан да олатай беҙҙең ауылға килһә, мине саҡыртып ала. Ә мин уны йәшәртәм, һаҡал-мыйыҡтарын ҡырам. Ул һәр саҡ ҡәнәғәт. Мораҡ педагогия училищеһында уҡыған саҡта олатай эргәһенә йыш йөрөргә тура килә ине. Һәр барғанда ла ул миңә эш ҡуша. Мин етеҙ генә башҡарып ҡуям. Ул кеткелдәп көлгән була. Ҡайтыр юлға сығыр алдынан: «Килгән юлыңдан ҡайтма, ендәрең аҙашып ҡалһын, ауырыма», — тип оҙата ине.
   Бер тапҡыр хәлфә янына һыбай барырға тура килде. Бығаса егелмәгән, әкиәттәгеләй матур тай ине. Койроғо ергә тейеп, ялдары күҙҙең яуын алып тора. Ауылдан сыҡҡас та Оло Эйек йылғаһы аша сығырға кәрәк.
   Тайым һыуҙы сәсрәтә баҫып сығып китте. Ә бына Ишбирҙегә етер алдынан бәләкәй генә йылға бар. Тайым һикерһә, икенсе ярҙа була ала. Әммә ул ярға барып етте лә, йылғаға төшмәй, кире сигенә. Аптырағас, төшөп, атты етәкләп, йылғаны йәйәүләп кисеп сыҡтым. Һис киреләнмәй, артымдан атым да эйәрҙе. Олатай янына барғас, ул көлә: «Улым, икенсе тапҡыр олатайың янына килергә сыҡҡанда таҙарынып, йыуынып кил, йәғни аяҡ-ҡулыңды, битеңде, ауыҙыңды өс мәртәбә доға уҡып сайҡа, бер һүҙ менән әйткәндә, тәһәрәтләнеп ал», — тип әйтте. «Атҡа мин ишара иттем, ендәрен ана шул йылғасыҡ эргәһендә ҡалдырһын, туҡта, һыу аша сыҡмай тор, тәүҙә үҙе кисһен, тинем, ат тыңланы, һин дә ошонан һуң тыңларһың, тип уйлайым», — тине.
   - Олатай, аңланым, һин әйткәндәрҙе һис һүҙһеҙ үтәйәсәкмен, тик тәһәрәтләнеү доғаһын ғына белмәйем, — тинем.
   Олатай доғаһын өйрәтте лә былай тине:"Был доға бөтә бәләләрҙән, афәттән, сихырҙан һаҡлай. Йылғанан һыу эскәндә лә, сит кешелә аш ашағанда ла уны эстән генә уҡы ла, шикләнмәй генә кинәнеп аша". Олатай менән оҙаҡ серләшеп ултырҙыҡ. Ул мине ҡат-ҡат өшкөрҙө лә: "Улым, һине бер кем дә йәберләй алмаясаҡ, һәр саҡ һүҙең өҫтөн булыр, һин миһырбанлы бала буласаҡһың, олатайың һиңә ризалыҡ бирә, аңланыңмы? — тип башымдан һыйпап ҡуйҙы. — Ҡайтҡанда артыңа әйләнеп ҡарама, ат үҙе юл табып, үҙе ҡайтһын. Юлға ошо доғаны уҡып сыҡ: «Бисмиллаһир рахманир рахим. Үәләхәүлә үә лә ҡеүәтә иллә биллә илғәлил ғәзим, амин», (үә ләә хәүлә үә ләә ҡуүүәтә илләә билләәһ — дөрөҫө) тип өс тапҡыр әйт, шул һине бәлә-ҡазаһыҙ һә тигәнсә өйөңә алып ҡайтыр. Алдағы килеүеңде үҙем әйтермен, көтөп йөрө, ул тиҙҙән буласаҡ. Хәҙергә өшкөргән тоҙҙо эсә тор, ә бынау бетеүҙе кеҫәңдә генә йөрөт, йыш ҡына еҫкәп ал! «
   Бер көн олатайҙы төшөмдә күреп уяндым да, ат егеп, Миңлеямал менән Ғәтиә апайҙарҙы ултыртып, Ишбирҙегә — олатай янына барырға сыҡтым. Бригадир, ат һорағас: „Үҙең генә түгел, ана Ғәтиәне лә алып бар“, тине. Ғәтиә апай ҙа ат һораған булған икән. Ул бесән сапҡан ваҡытта муйыл ағасына менеп, ҡолап төшөп, умыртҡаһын сатнатып, ике аяғы ла йөрөмәй ине.
   Юлда бик оҙаҡ барҙыҡ. Барғас, хәлфә шелтәләп алды: „Бөтә енде тейәп, атты хәлдән тайҙырып килгәнһең. Тәүҙә сәй эсәйек, шунан атыңды Нурулла ағайыңа (хәлфәнең улы — М.Ә.) ебәрербеҙ. Ул Дәүләтҡол яланында бесән сабып ята. Күбә тарттырырға аты юҡ. Бөгөнгә беҙҙә йоҡларһығыҙ. Теге ике һылыу Нурулла ағайың өйөндә йәшәп торор. Ә беҙ икәү көн күрербеҙ, булдымы?“ Һөйләшкәнсә эшләнек. Атты Дамир исемле улы бесәнгә алып китте. Гөлсирә ҡыҙы теге ҡатындар менән ҡалды. Хәлфә янына Шәйхетдин исемле ир килде. Сатанлап, көскә атлай. Тубығы шул тиклем ныҡ шешкән. Ул һуғышта йәрәхәт алған, тәнендә тимер ярсығы ҡалған. Шунан интегә. Хәлфә уның тубығын ҡараны ла, бармағы менән батыра яҙып төрттө. „Ни эшләп улай оҙаҡ килмәй йөрөйһөң, олатайыңа ышанмайһыңмы әллә?“ тине. „Юҡсы, һеҙҙе өйҙә юҡ тип әйттеләр“, тине Шәйхетдин ағай. „Мин булмаһам, Нурулла ағайың бар бит. Ул да ярҙам итә ала. Бар, ҡайт, ял ит“, — шулай тип, Шәмиғол хәлфә ауырыуҙы ҡайтарып ебәрҙе. Иртәгәһенә Шәйхетдин ағай етеҙ атлап килеп инде. „Бына, олатай, тимер ярсығы. Һеҙ батыра төрткән урындан һытылып килеп сыҡты“, тине ул. Үҙенең шатлығының сиге юҡ.
   Беҙ атты көтөп, тағы йоҡларға ҡалдыҡ. Кис олатай менән сәй эстек тә, мин урамға йөрөп килергә сығып киттем. Егеттәр менән танышып, һөйләшеп ултырғансы байтаҡ ваҡыт уҙған. Мин йүгерә-атлай кире ҡайтып киләм. Капҡа алдында бер ҙур эт тора. Үҙе өрмәй ҙә, тешләшмәй ҙә, йортҡа ла индермәй. Аптырағас, Нурулла ағай йорто яҡлап инергә тип барһам, шул уҡ эт тағы баҫып тора. Олатайға ҡысҡырырға мәжбүр булдым. Ул сыҡты ла: „Миңә әйтмәйенсә урамға сыҡҡанға индермәй һине эт“, — тине. Мин ғәфү үтенеп, өйгә инеп яттым. Иртәнсәк торғас: „Олатай, йорт тирәһендә кисәге эт күренмәй бит“, — тип һораным. „Ул эт мин саҡырғанда ғына килә“, — тип көлдө олатай. Беҙ икенсе көнөнә ҡайтып киттек. Ғәтиә апай яйлап аяҡҡа баҫты.
                                                 Әүлиә тауына зыярат ҡылыу
   Был хәл 1953 йылда булды. Олатай беҙҙең ауылға килде һәм Әүлиә тауына менергә теләген белдерҙе. Уны бәләкәй арба яһап, шуға ултыртып, бер нисә ир менән тауға һөйрәп мендерҙек. Өмикамал тигән ҡатын Әүлиә тауы итәгендә сәй ҡайнатырға тороп ҡалды. Тауға менеп еткәс, олатай аҙан әйтеп, намаҙ уҡыны. Көн аяҙ, күк йөҙөндә бер киҫәк болот та күренмәй. Яҙ башланғас та ямғыр яуғаны юҡ ине.
Намаҙ уҡығас, Шәмиғол хәлфә һөйләп китте:»Балалар, был ҡәберҙә ятҡандарҙың һөйәктәрен Аллаһы Тәғәлә кәрәк урынға алды, бында тик ҡәбер урындары ғына. Ләкин һәр кем ошонда хаж ҡылһа, намаҙ уҡып, теләк теләһә, теләктәре ҡабул буласаҡ*. Был изге йәндәрҙе Ҡаҙағстандан дөйәләргә артмаҡлап килтереп, төндә кеше күрмәгәндә генә ерләгәндәр. Үҙ халҡын татар-монголдарға ҡаршы көрәшергә, ерен-һыуын һаҡларға өндәгән юлбашсы һәм уның ғаилә ағзалары күмелгән бында. Йәшерен ерләнһәләр ҙә, уларҙың ҡәбере өҫтөндә яҡты нур балҡыған, быны күреп, кешеләр тауға менгән һәм биш ҡәберҙе күргән. Шул көндән башлап халыҡ, дин әһелдәре ошо Әүлиә тауына зыярат ҡыла башлаған".
   Хәлфә ошо һүҙҙәрҙе һөйләп тә бөттө, ҡибла тарафынан ҡара болот күренде, көслө ел сыҡты. Ҡойоп ямғыр яуа башланы. Беҙ тиҙ генә түбәнгә төштөк. Сәй ҡайнатҡан урында пар ат егелгән арба тора. Арбала бер ир кеше ултыра. Ул олатайға: «Хәлфә, әйҙә минең арбаға ултыр, бында йомшаҡ, үҙем алып ҡайтам», — тип әйтеүе булды, олатай асыуланып: «Бар, күҙемдән юғал. Миңә был арбала ла яҡшы», — тине. Теге ир «уй- ғуй» тине лә, атын ҡыуып, китеп барҙы. Аңлауымса, быныһы ла олатайҙың ҡылған мөғжизәһе, йәғни был атлыны беҙҙең күҙгә күрһәтеүе генә булды, ахры.
                                                 Хәҙрәттең һөйләгәндәренән:
   "Ул саҡта ҡаҙаҡ ерҙәрендә, Бохара яҡтарында дин көслө булған. Мин үҙем дә Бохарала уҡып, белем алыуға ирештем. Әхмәҙулла хәҙрәттә лә, Троицк мәҙрәсәһендә Зәйнулла хәҙрәттә лә дәрес алдым. Доғалар өйрәндем, ятланым. Рәхмәт уларға. Әхмәҙулла хәҙрәт: «Мин донъянан икенсе хаҡ донъяға күскәндә күктә ауаз булыр, шуны күреп уҡығас та, ерләргә килерһегеҙ», — ти ине. 1934 йыл кис һауала Әхмәҙулла хәҙрәттең үлеүе тураһында яҙыу булды. Мин уларҙы үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Әсәйем Миңлехаят Миңлевәли ҡыҙы яҙыуҙы уҡыны ла, доға ҡылып, биттәрҙе һыпырырға ҡушты. Хәлфәне ерләргә Юлдыбай ауылынан Вәхитов Вәли, Алламоратов Ғатаулла, Ишбирҙенән мин һәм Бикбулат ауылынан Мәхиән мулла, йәғни уның ҡырҡ шәкертенән иҫәндәре барыһы ла барҙыҡ.
   Ахыры заман етер алдынан дин көсәйер, әҙәм балаһы тәбиғәт ғәрәсәттәрен күреп, ҡурҡып, Аллаға табыныр, ләкин сығырынан сығып шашынған халыҡтың ҡыланышын һис тә кисерә алмау сәбәпле, фажиғә артынан фажиғә килер, ер тетрәр, һыу баҫыр, ҡоролоҡтар миңкетер, ҡош- ҡорт, йәнлектәр бөтөр, кеше кешене һуйыр, ата — улды, әсә ҡыҙҙы белмәй, зина ҡылыр мәл етәсәк. Кешеләр меңәр саҡырымдарға һыу эҙләп юлға сығыр. Хайуандар, кешеләр һыуға сарсар. Тормоштоң йәме бөтөр. Ашар ризыҡтың тәме, бәрәкәте булмаҫ. Ҡатын-ҡыҙҙы ир-аттан айырып булмаҫ, тормош ҡороу өсөн ҡатын-ҡыҙ ирҙәргә үҙе яусы ебәрер. Илдә ҡот бөтөр, гүзәл заттар яланғас йөрөр, төтөн һурыр, зәғифлек артыр, балаларҙы урамға ташлап ҡалдырырҙар. Был боҙоҡлоҡтарҙың барыһын да Аллаһы Тәғәлә халыҡты тәүбәгә ҡайтһын өсөн бирә. Ә халыҡ аңламай, байлыҡ артынан шашып- ҡыуып, ахырызаманды үҙҙәре яҡынайта. Ер түңкәрелеүе лә — ысынбарлыҡ, ер өҫтөн ҡара төн ҡаплап, бөтә тереклек, тәбиғәт туңасаҡ. Көтмәгән урында ер ризаһыҙлыҡ белдереп, тетрәйәсәк. Йылғалар ярҙарынан сығып, халыҡтан әҙәпһеҙлектәре өсөн үс аласаҡ. Былар бөтәһе лә Алланың берлегенә, ҡөҙрәтенә ышанмаған иблестәргә иҫкәртеү буласаҡ. Мин үлгәс, ҡәберемә барып йөрө, иҫкә ал. Ҡәбер тупрағым менән бит-ҡулыңды, һыҙлаған ереңде ыу, ләззәт табырһың. Теләк теләһәң, күккә ҡарап телә*. Һәр нәмәне ихлас күңел, асыҡ йөҙ менән ҡабул ит. Һыу эсһәң дә, аҙыҡ ҡапһаң да «Вәсәҡәһем раббыһым, шарабан таһура» тип өс тапҡыр әйтеп башҡар. Бер сихыр ҙа, ауырыу ҙа һиңә ҡағыла алмаҫ. Быны балаларыңа ла өйрәт. Һиңә гел яҡшы төштәр инер, уларҙы яҡшыға юра. Хужалар менән осрашҡанда уң яҡтан торорға тырыш, ул һис һүҙһеҙ һинең әйткәнеңде үтәр, Хоҙай шулай бойорор".
                                                Улын әрменән алып ҡайтҡаны
   Үрҙә әйтеп үткәйнем инде, Шәмиғол хәлфә һәр саҡ минең ҡайҙа булғанымды белеп тора ине. Улы Дамир Нуҡай ҡыҙы Зифа Итҡоловаға өйләнгәндә хәлфә мине йәштәр туйына табынсы итеп тәғәйенләне. Туй матур үтте. Оҙаҡламай Дамирҙы әрме сафына алдылар. Хәлфә өйҙә юҡ ине. Тиҙҙән Нуҡай мәктәбенән Яңауыл мәктәбенә эшкә күстем. 1956 йылдың яҙында Сапыҡ ауылы яланында йәштәр «Бәйембәт» байрамына йыйылды. Уйын-көлкө тамамланғас, һәр ауыл кешеләре айырым табын йыйҙы. Мин Сәйетҡол ауылы кешеләре менән ултырам. Табын ҡыҙғас, ялан буйлап килеүсе аҡ төҫтәге еңел машина күренде. Машина туҡтаны һәм унан төшкән бер егет табын эргәһенә килеп: «Арағыҙҙа уҡытыусы Миңнулла бармы?» — тип һораны. «Мин Әлимғолов Миңнулла булам», тигәс, егет мине Шәмиғол хәлфә саҡырыуын әйтте. Мин етеҙ атлап машина эргәһенә килдем. Олатай мине йылмайып ҡаршы алды ла: «Бына, улым, мин Дамир улымды Чита өлкәһенән алып ҡайтып барам. Хәрби частағыларҙың барыһын да, хатта командирҙарҙың ҡатындарын, балаларын өшкөрөп дауаланым, шәбәйтә алдым. Шунан бына хеҙмәт итеү ваҡыты бөтмәһә лә Дамир улымды ҡайтарып ебәрҙеләр. Ултыр, күстәнәстән ауыҙ ит. Бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа барырһың», — тине. «Олатай, мин бөгөн бара алмайым, иртәгә мәктәптә кисектергеһеҙ эштәрем бар, райондан мәғариф идаралығы мөдире, инспекторҙары килә. Улар киткәс, һүҙһеҙ барасаҡмын», — тигәс, олатай риза булды. Иртәгәһенә һуңлап булһа ла барҙым. Хәлфә «Бәйембәт» байрамы үткәрелеүен, уның урынын, минең унда булыуымды ҡайҙан белгәндер? Ә бит халҡыбыҙҙың был боронғо байрамы төрлө ерҙә — йортта, яланда, сәсеү тамамланғас уҙғарыла ине.
   Олатай яҡты донъянан иртәрәк китте. Мин уның васыятын үтәп, ҡәберенә барам, өндәшәм, һаулыҡ һорашам, тупрағы менән ҡул-битемде йыуам, шунан ҡоштай талпынып ҡайтып китәм. Сәлмән Ярмуллиндың «Ахыры заман аяҡ аҫтында» китабында Шәмиғол хәлфә тураһында ла мәҡәлә урын алыуы шатландыра мине. Рәхмәт Сәлмән ҡустыға.
                                                     Хәлфә менән булған хәлдәр
   Шәмиғол хәлфәнең апаһы Бикбаева Ғәйникамал Әхмәҙулла ҡыҙы Төпсәндәге Насиров Мө- хәммәтшәрифкә кейәүгә сыға. Улдары Әхмәҙулла Герман һуғышында 1914 йылда үлеп ҡала. Оло ҡыҙҙары Шәмсиямал Мөхәмәтшәриф ҡыҙы Бикбулат ауылы Иҫәнгилдин Мәхмүт менән тормошон бәйләй. Ул ҡыҙ сағында мәрткә китә. Арҡаһында мисәте бар, тиҙәр ине уның тураһында. Ул мәрттә күргәндәрен һөйләй. Атайымдың урынын ожмахта күрҙем, ә әсәйемдең урыны юҡ — ул тамуҡта, тип һөйләгәс, әсәһе ғүмере буйы ҡыҙын өйөнә аяҡ баҫтырманы, үҙе лә уларға барманы. Ул ҡыҙы ураҙа тота ине. Башҡа ҡыҙҙары — Өмикамал, Хөсникамал, Мәстүрә ауылда йәшәнеләр.
   Шәмиғол хәлфә апаһына йыш килә торғайны. Һәр саҡ Әүлиә тауына күтәрелә ине ул. Был тау тураһында һәр саҡ:
   "Тауҙы ҡәҙерләгеҙ. Тауға иҫеректәр менеп, бейеп, тәртип боҙоп йөрөрҙәр, ә һеҙ уны, ундағы әүлиә ҡәберҙәрен тәрбиәләп торорға тырышығыҙ", — тип өгөт бирә торғайны
Шәмиғол хәлфә халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған кеше ине. Кем генә ярҙам һорап килһә лә, уны өшкөрөп, дарыу төнәтмәләре менән һауыҡтырып ебәрә ине. Уның дауалау сараларын бер нисек тә аңлата алмайым. Ен ҡағылған, фалиж һуҡҡан кешене алып килһәләр, хәлфә тәүҙә иһәнләп, күҙҙәрен йомоп, бер аҙ ултыра торғайны. Шунан ауырыуҙы йә тал сыбығы, йәиһә үҙҙәре алып килгән таҫтамал, сепрәк киҫәге менән һуҡҡылай торғайны. Арбаға һуҙып һалып алып килтерелгән ауырыу тороп ултырыу ғына түгел, йүгереп атлап китә ине.
   Бына бер саҡ Юлдыбай ауылынан Яныбай Килсенбаев ағай үҙенең ҡатынын арбаға бәйләп һалып, Ишбирҙегә Шәмиғол хәлфәгә алып килә. Был ваҡиға тураһында Яныбай ағайҙың улы Мөхәммәт ағай һөйләгәйне: «Әсәйем юл буйына туҙға яҙмаған хәбәр һөйләп, аҡырып барҙы. Уның менән ни булғанын да аңламайбыҙ, хәле торған һайын насарланғанын ғына тоябыҙ. Ишбирҙегә барып еткәс, атайым атты ҡапҡа янында бәйләне лә, беҙҙе урамда ҡалдырып, өйгә инеп китте. Бер аҙҙан хәлфә сыҡты. Ҡулына сыбыҡ тотоп алған. Киҙәнеп тороп, өс тапҡыр арбала ятҡан әсәйемә сыбығы менән ныҡ итеп һуҡты ла: „Сисегеҙ ауырыуҙы“, — тине. Әсәйем тороп ултырҙы ла: „Һаумыһығыҙ, хәлфә, миңә ни булған, ни эшләп мине бында алып килгәндәр?“ — тип һораны. „Яныбайҙың атаһы донъя ҡуйғаны бирле һеҙгә барғаным булмағас, йортоғоҙға ендәр эйәләшкән, — тине хәлфә. — Етмәһә, урамдағы бөтә йүнһеҙҙәр йортоғоҙға инеп эсә, Яныбай ҙа буш ҡалмай икән. Ана бит, күҙенә шешә ене ҡағылған (Ысынлап та, атайымдың бер күҙенә аҡ һалғайны, бер аҙ аҡһап та йөрөнө). Бына шул ен-шайтандар зәхмәте ҡағылған инде һиңә, килен. Ярай, әйҙәгеҙ, сәй эсәйек“. Шунан өйгә инеп, күмәкләп сәй эстек тә, ҡайтырға йыйындыҡ. Арбаға сығып ултырҙыҡ та, атты ҡыуабыҙ. Ләкин арба әйләнмәй ҙә ҡуя. Аптырағас, атайым Шәмиғол хәлфә янына инеп, хәлде һөйләп бирҙе. Хәлфә йылмая биреберәк торҙо ла, былай тине: „Әйләнмәҫ шул. Майламайса, арба әйләнә тиме ни. Бына һин дә миңә ҡатыныңды дауалаған өсөн әжерен бирмәнең бит, ә араҡы өсөн аҡса йәлләмәйһең“, — тине. Атайым уға тәғәйенләп алып килгән хәйерен сығарып бирҙе. „Бына шулай, миңә тәғәйенләнгән хәйереңдең араҡы һатып алыуға тотонолоуын теләмәйем“, тине. Шунан һуң тәгәрмәстәр ҙә тәгәрәп китте, әсәйем дә кәйефләнде». Ошолар тураһында аптырап һөйләгәйне Мөхәммәт ағай.
                                                       Мөхәмәт ағай һөйләгәндәр
   Мөхәммәт ағай тирә-йүнгә танылған балта оҫтаһы ине. Шәмиғол хәлфә 1956 йылда улы Дамирға өй һалдырҙы. Мөхәммәт ағайҙы тәҙрә, ишек яңаҡтары һуҡтырырға саҡыра хәлфә. Бер көндө Мөхәммәт ағай хәлфәгә әйтмәй генә ғаиләһе янына ҡайтып килергә була. Велосипедына ултыра ла оло юлдан елдерә был. Көн кискә ауышып, тирә-яҡты ҡараңғы төн солғап ала. Таң атыуға бер ауылға барып инһә, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай тора: ул хәлфә йортонда баҫып тора. Мөхәммәтте хәлфә үҙе ҡаршы ала ла: «Йә, улым, килен янына нисек ҡайтып килдең? Килен ни хәлдә?» — тип кеткелдәп көлә. Шунан:"Улым, бер ҡасан да рөхсәтһеҙ эш башҡарма. Рөхсәт һораһаң, телең өҙөлөп ҡалмаҫ ине бит", — ти. Шунан Мөхәммәт ағай был хәлдең Шәмиғол хәлфә тылсымы менән атҡарылыуын аңлай.
                                                          КГБ-ның эҙәрлекләгәне
   1936—1937 йылдарҙа хәлфәне КГБ эҙәрлекләй башлай. Бер ваҡыт КГБ хеҙмәткәре хәлфәнең өйөнә килеп инә. «Ул өйҙә юҡ, ҡайҙа киткәнен әйтмәне», тиҙәр өйҙәгеләр. Был ваҡытта хәлфә Юлдыбай ауылында Яныбай исемле танышында ултырған була. Сәй эсергә әҙерләнгән саҡта ғына хәлфә ҡапыл йыйына башлай: «Яныбай, мин һеҙҙә булманым, минең арттан киләләр», — ти ҙә сығып та китә. Шул арала КГБ хеҙмәткәрҙәре килеп инә. Яныбай, ҡурҡыпмы, аңғармаҫтанмы, «Ул сығып китте», тип әйтеп ысҡындыра. КГБ хеҙмәткәрҙәре ҡапҡа төбөнә килеп туҡтағанда тыныс ҡына эргәләренән уҙып киткән ҡатын-ҡыҙ күлдәгендәге кешене күреүҙәрен иҫкә төшөрә. Тимәк, шул Шәмиғол хәлфә булған, тиешә улар.
   Хәлфәне эҙәрлекләй торғас, бер көндө өйөндә тура килтереп, Мораҡҡа илтеп ябып ҡуялар. Икенсе көндө хәлфәнән һорау алырға тип, бикле йоҙаҡты асып, камераға инһәләр, хәлфә унда булмай сыға. «Һин асып сығарып ебәргәнһең», тип, һаҡсыны камераға ябып ҡуялар. КГБ хеҙмәткәрҙәре тағы Ишбирҙегә юл тота. Барһалар, хәлфә кинәнеп сәй эсеп ултыра. Уның ҡулдарын бәйләп, кире Мораҡҡа алып китәләр. Юлда КГБ хеҙмәткәрҙәре туҡтап, урман араһына «йомош йомошларға» инеп сыҡҡансы, хәлфә урынында булмай сыға. Ҡоттары осоп, ары йүгереп, бире йүгереп йөрөгән мәлдә «Мин бында» тигән тауышҡа әйләнеп ҡараһалар, ағас араһынан ҡулдары бәй ләнмәгән хәлфә сығып килә икән. Ҡулдарын бәйҙән нисек ысҡындырыуы КГБ хеҙмәткәрҙәре өсөн сер булып ҡала. Хәлфәне Мораҡҡа килтергәс тә начальникҡа алып инәләр. Һорау алып, протокол төҙөлә. Хәлфә: «Мин бер кемгә лә зыян килтермәйем. Фәҡәт ауырыу кешеләрҙе өшкөрөп дауалайым ғына», — тип, протоколға ҡул ҡуйыуҙан баш тарта. Хәлфәне бер нисек тә протоколға ҡул ҡуйырға күндерә алмағас, начальник: «Ярай, улайһа, үҙеңә үпкәлә. Ҡул ҡуйыуҙан баш тарта, тип яҙып ҡуям», — тип, ҡәләмен ҡағыҙға терәүе була, шул ерҙә ике ҡулы ла хәрәкәтһеҙ ҡатып ҡала. Начальник ҡулын күтәрә лә, хәрәкәт итә лә алмай. Шунан ул барыһын да аңлай һәм:"Хәлфә, зинһар, шаярыуыңды ташла, мине зәғиф яһама, протоколды яңынан яҙырбыҙ", — тип инәлә башлай.
   Хеҙмәткәрҙәргә:"Хәлфәне нисек алып килдегеҙ, шулай алып барып ҡуйығыҙ ауылына" , — тип бойора. Хәлфә начальниктың ҡулдарын «йомшарта». Шунан тәүбәһенә килгән начальник барыһына ла ишетелерлек итеп: «Егеттәр, хәлфәне эҙәрлекләп йөрөмәгеҙ. Ул — әүлиә. Уға беҙҙең көс етмәй», — ти.
                                                         Леонидты дауалағаны
   Бикес ауылынан Урал Ишемғолов Леонид Панков менән булған бер ваҡиғаны һөйләне. Леонид Панков эштә сағында аяҡ быуынын сығара. Дауаханаға барып, табиптарға мөрәжәғәт итә. Табиптар, беҙ быуынды ултырта алмайбыҙ, тип, уны ҡайтарып ебәрә. Леонид аяғы һыҙлауына түҙә алмай яфаланғас, яҡын дуҫы Хөснулла Рысаев Шәмиғол хәлфәгә барырға кәңәш итә. Леонид иртәгәһенә үк Иш бирҙегә юлға сыға. Бәхеткә күрә, хәлфә өйҙә була. Тик ул ауырыуҙы өйгә индермәй, ә Леонидтың үҙенә лапаҫ башына менергә ҡуша. Леонид башҡорттар араһында йәшәгәнлектән, башҡорт телен яҡшы белгән була. «Олатай, мин бит лапаҫ башына менеү түгел, урындан ҡуҙғала ла алмайым», ти ул. «Ташла ҡултыҡ таяғыңды. Ҡайҙа, сис әле аяғыңа ураған сепрәгеңде», — ти хәлфә. Ул ауырыуҙың аяғын ҡулы менән һыпыра ла, «Бар, ана баҫҡыс, мен лапаҫ башына», ти. Леонид баҫҡыстан менеп кенә еткәс, хәлфә:"Хәҙер инде ергә һикер, ҡурҡма", тип бойора. Леонид күҙҙәрен йома ла, ергә һикерә. Бер ни булмағандай, урынынан тороп, атлап та китә. Бер ни аңламай, аптырап ҡалған Леонидҡа хәлфә өшкөрөлгән тоҙ бирә, бетеү яҙып тоттора. «Тоҙло һыу менән аяғыңды йыу. Бетеүҙе түшеңә таҡ, юғалтма. Юғалтһаң, аяғың тағы ауыртыр», ти. Леонид рәхмәт әйтеп, хәйерен биреп, ҡыуанып ҡайтып китә.
                                                                     Ен ташы
   Мин Өфөгә барырға тип, Мәләүез автовокзалында билет алырға торам: «Ағай, һеҙ кисә генә Шәмиғол хәлфә тураһында телевизорҙан сығыш яһанығыҙ, бигерәк оҡшаны. Күңелем тулып китте», — тип өндәште бер ҡатын. Мәләүез районына ҡараған Бельская ауылынан Ғәбиҙә Лотфуллина атлы икән. Шунан һөйләп китте: «Әсәйем Рәхимә Аллаяр ҡыҙы менән атайым Миңлеәхмәт Сәхиулла улы көтмәгәндә ауырып киттеләр. Икеһен дә Йомағужа дауаханаһына алып барып һалдылар. Бер ай дауалап, сирҙәрен асыҡлай алмағас, өйҙәренә ҡайтып үлһендәр инде, тип, ҡайтарып ебәрә уларҙы табиптар. Бер көндө Аптраҡ ауылынан инәйебеҙ килде лә, ауырыуҙарҙы Шәмиғол хәлфәгә алып барайыҡ, тип тәҡдим итте.
   Атайым менән әсәйемде арбаға һуҙып һалып, Ишбирҙегә көскә алып барып еткерҙек. Хәлфә: „Бик оҙаҡ килдегеҙ, етмәһә, икеләнеүегеҙ ҙә көслө. Ихлас күңел менән сирҙән арыныуға өмөтләнергә кәрәк“, — тине. Арбала ятҡан ауырыуҙарға күҙ һалып алды ла, һыйыр аҙбарына инеп китте. Унан сыҡҡас, ниҙер һөйләнә-һөйләнә әсәйемде өшкөрҙө һәм: „Һылыу, һарайҙа һыйыр һауғанда билеңә кем һуҡты?“ — тип һораны.
   - Әлләсе, себен ҡыуалағанда һыйыр ҡойроғо менән һуҡҡылай инде ул...
   - Юҡ шул, һыйырыңды бисмиллаһыҙ һауғанһың. Һыйыр һауғанда күнәгеңә нимә төштө, иҫләйһеңме?
   - Һөттө бушатҡанда бер түңәрәк таш килеп сыҡты.
   - Ә һин ул ташты һарайға ташлағанһың. Ярай әле ҡыҙың өйҙә булмаған, ул да шул һөттө эсеп ауырыр ине...
   Шунан хәлфә атайымды ла, әсәйемде лә һарай эсенә саҡыра. Атайыма өйөлөп ятҡан тиреҫкә ҡулын тығып, ниҙер эҙләргә бойорғас, ул ыуалып торған тиреҫте услап ала ла, унан бер таш килтереп сығара.
   - Рәхимә һылыу, күнәгеңә төшкән теге таш ошомо, ҡара әле, — тип өндәшә әсәйемә хәлфә.
   - Эйе, шул таш, ул нисек килеп сыҡҡан бында?- тип аптырана әсәйем.
   - Бына был ен ташы. Ен уны бисмиллаһыҙ эш башлаған кешегә бүләк итә. Бынан ары бер генә эште лә бисмиллаһыҙ башламағыҙ. Был ташты, ана, Энәк йылғаһы буйында һыуҙан ситтәрәк ташҡа бәр, осҡондары сәсрәп китһен. Ен уны һеҙҙең йортта ғына түгел, башҡа бер урында ла файҙалана алмаһын. Юлда гел шатланып ҡайтығыҙ. Башҡаса килеп йөрөмәгеҙ...
   »Әсәйем менән атайымды дауалағас, Шәмиғол хәлфә минең дә башымдан һыйпаны. Шунан өшкөрөлгән тоҙ, бетеү яҙып бирҙе. Бетеүҙе ендән урлатма, тине". Шулай тип һүҙҙәрен тамамланы яңы танышым.
                                                                                                            Миңнулла ӘЛИМҒОЛОВ.
                                                                                                                            Күгәрсен районы.

«Киске Өфө», 2007 йыл. №10-11-12

   Сайт авторынан:
   *хаж ҡылһа, намаҙ уҡып, теләк теләһә, теләктәре ҡабул буласаҡ – әүлиә ҡәберенә хаж ҡылыуҙы икенсе мәғәнә лә аңлар кәрәк. Борондан килгән был йоланы халыҡ хаж ҡылыу тигән мәғәнәлә әйтә башлаған. Ҡәбергә барып үлемде, теге донъяға ҡайтыуҙы йышыраҡ иҫкә төшөрөү хикмәтелер. Был һүҙҙең төпкө мәғәнәһенә төшөнмәгән ҡайһы берәүҙәр уны кесе хаж һәм Аллаһ бойорған хаж менән бутап ҡаңғыра.
   *Теләк теләһәң, күккә ҡарап телә – теләк-доғаны тик Аллаһ Тәғәләнәң генә һорарға икәнең һәр кем беләлер? Ғәрәптәр Аллаһ күктә тейҙәр – был беҙҙенсә Аллаһ бар ерҙә, хатта беҙҙең йөрәгебеҙҙә.
   *Ҡәбер тупрағым менән бит-ҡулыңды, һыҙлаған ереңде ыу, ләззәт табырһың – был шуға ишара: Пәйғәмбәребеҙ Аллаһ Тәғәлә биргән бәрәкәтте һәм ниғмәтте ҡулланығыҙ тей. Аллаһ биргән тәбиғәттәге бар шифаһын. Диндә булығыҙ, тәһәрәтле йөрөгөҙ, Аллаһ биргән хәләл ризыҡтар менән туҡланығыҙ тигән мәғәнәлә. Ысын мәғәнәлә ҡәбергә барып тупраҡ менән бит-ҡулды ышҡыу түгел. Шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ әйткән бит: ауырып китһәгеҙ яланға – тәбиғәткә сығығыҙ, үҙ тыуған ерегеҙгә ҡайтып шуның һыуын эсеп, ризығын ашап шифа табырһығыҙ тигән. Донъя ҡайғыһын онотоғоҙ, әхирәтте иҫкә алығыҙ – ауырыуҙарҙан арынырһығыҙ.
   Бына ошондай ғына хәлфә әйткән образлы һүҙҙәрҙә ҡалай ҙур хикмәт ята.