Сөләймән пәйғәмбәрҙең яуабы

                                         Дауыт, ғәләйһис-сәләм, ҡиссаһынан бер хикәйәт
   Вафат булыр ваҡыты яҡынайғас, Дауыт, — ғәләйһис-сәләм, Бәғшука исемле улын үҙенең урынына ҡалдырырға теләй. Әммә Сөләймәндең әсәһе иренең был ҡарары менән риза булмай.
   «Был урынға Сөләймәндән дә лайыҡлырағы юҡ», — ти. Бәхәс ҡуба. Исрааил ҡәүеме ике тарафҡа бүленә. Ябраил, ғәләйһис-сәләм, үҙе лә араға килеп ҡушыла:
   «Эй, Дауыт, Аллаһы Тәғәлә һиңә сәләм тапшыра һәм урыныңа ҡалыр кешенең ғалим, ғилемдә өҫтөнөрәге булырға тейешлеге тураһында хәбәр бирергә бойора», — ти. Бәни Исрааил ҡәүеменең ғалимдары бергә, йыйыла. Дауыт, ғәләйһис-сәләм, уларға, төрлө һорауҙар әҙерләргә бойорҙо һәм әйтте:
   «Кем шул һорауҙарға яуап табыр булһа — шул минең урыныма ҡалыр», — тине. Ғалимдар биш төрлө мәсьәлә буйынса биш һорау әҙерләп, ошо һорауҙар менән биш ирҙе Бәғшуҡаға ебәрҙеләр.

1. Әлеге ваҡытта арабыҙҙа мосолмандар күберәкме әллә иманға килмәгәндәрме?
2. Ирҙәр күберәкме әллә ҡатындармы?
3. Әйберҙәрҙең күркәмерәге нимә?
4. Әйберҙәрҙең ҡәбәхәтерәге нимә?
5. Ике нәмәнең береһе булмаһа, икенсеһенең булыуында бер файҙа ла булмаҫ, икеһе лә булған хәлдә лә былар менән өсөнсөһө лә булмаһа, быларҙың булыу менән булмауҙарында ла һис бер фәтүә булмаҫ.

   «Ул нимә?» тигән һорауҙар менән Бәғшуҡаға барҙылар, Бәғшука был һорауҙарҙың береһенә лә яуап бирә алманы.
   Шунан һуң ул ирҙәрҙе Дауыт, ғәләйһис-сәләм, Сөләймәнгә ебәрҙе. Уларҙы күреү менән, йөҙҙәренә ҡарап Сөләймән, ғәләйһис-сәләм, хатта көлөп үк ҡуйҙы. Уның үҙен күреүе менән батшанан вәкил булып килгән ирҙәр ҙә: «Был бала бөтөнләй сабый бит әле,—тип, Сөләймәнгә сәләм бирҙеләр. Аяҡ өҫтө баҫып, олуғлап, Сөләймән, ғәләйһис-сәләм, уларҙың сәләмдәрен алды. Шул ваҡыт ҡунаҡтар үҙҙәренең әҙерләп килгән һорауҙарын бирә башланы. Улар һөйләгәндә Сөләймән: «Үә ғәләйкүмүс-сәләм үә Рәхмәтуллаһи», — тип торҙо һәм һорауҙарға яуап бирә башланы, һәм беренсе һорауға ул: «Иманһыҙҙар мөьминдәрҙән күберәк», — тине. «Ниндәй дәлилдәргә нигеҙләнеп, һин бындай яуап бирәһең?» — тинеләр ирҙәр. «Мосолмандар — үҙҙәре генә хаҡ мөьмин, иманһыҙҙар араһына үҙҙәрен мосолманмын тип йөрөгән монафиктар, хәмер эсеп йөрөгәндәр ҙә килеп ҡушыла. Дөрөҫөн әйткәндә, улар бөтәһе лә иманһыҙ. Шулай булғас, иманһыҙҙар күберәк була». «Дөрөҫ әйттең», — тинеләр ирҙәр. Икенсе һорауға биргән яуабын белергә теләнеләр. «Ҡатындар ирҙәрҙән күберәк, — тине Сөләймән, ғәләйһис-сәләм. — Ирҙәр — ир, ҡатындар ҡатын булып ҡына ҡалмай, ирҙәр араһында бит ҡатындар һүҙенән сыҡмаған ирҙәр ҙә күп, улары ла ҡатындар иҫәбенә инә, бынан тыш, ялған һөйләүҙе ғәҙәткә әйләндергән ирҙәр ҙә бар. Уларҙы ла ир тип булмай». «Дөрөҫ», — тине ирҙәр. «Был тормошта һәр нәмәнең иң күркәме — изге ҡатын, иң ҡәбәхәте — яуыз ҡатын», — тине Сөләймән. Өсөнсө һорауға ла яуап һораны ирҙәр. «Гонаһтарҙың иң олоһо — Аллаһы Тәғәләгә кемделер тиңдәш тотоу, изгелегең — Аллаһтың Берҙән-бер булыуын таныу, Уның Берлеген таныуың тураһында ҡабатлап ҡына тороу."
   Шуға күрә бер ҡалала ике батшаһ була алмай. Был бит Аллаһ милкендә тиңдәштәр була тигән һүҙ». Был яуап менән дә килеште ирҙәр. Бишенсе яуапҡа еттеләр. «Күркәм сүрәте булып та ғаҡылы булмаған кешенең күркәмлеге лә юҡ дәрәжәһендә; бай булып та йомартлығы булмаған кеше фәҡир кеше хөкөмөндә була. Уның өсөн һаран кешенең малы ер аҫтына күмеп ҡуйылған хазина хөкөмөндә, уның менән бер кеше лә файҙалана алмай». «Дөрөҫ әйттең», — тинеләр ирҙәр һәм Дауыт эргәһенә ҡайтып бөтәһен дә һөйләп бирҙеләр.
   «Яҡшы яуап бирҙе, әммә беҙ барыу менән йөҙөбөҙгә ҡарап көлөп ҡуйҙы һәм беҙ һөйләгәндә: «Үә ғәләйкүмүс-сәләм үә рәхмәтуллаһи!» — тип торҙо, был беҙҙе хурлау кеүек тойолдо», — тинеләр.
Сөләймәнде саҡырып алды Дауыт, ғәләйһис-сәләм.
   «Минән килгән кешеләрҙе күргәс, ниңә көлөп ҡаршы алдың һәм ирҙәр һиңә һорауҙар биргәндә ниңә: «Үә ғәләйкүмүс-сәләм үә рәхмәтуллаһи!» — тип ҡысҡырып торҙоң?» — тине. «Тап улар килгән ваҡытта ерҙә илле ҡырмыҫҡа күрҙем. Шуларҙан береһе икенсеһенә әйтте: «Туҡтап тор, Сөләймәнгә атаһы урынына ҡалыуы менән Һөйөнөс бирербеҙ. Бының өсөн уға биш төрлө һорау менән биш ир килә. Әгәр ҙә Сөләймән ул һорауҙарға яуап бирһә, атаһы урынына хәлифә булып ҡаласаҡ», — тине. Шул сәбәпле шатланып көлдөм, Әммә был ирҙәрҙең һорауҙарына нисек итеп яуап бирермен, тип уйланып торғанда тағы ла бер ҡырмыҫҡа килеп: «Эй, көнсығыштың Һәм көнбайыштың батшаһы! Һиңә сәләм!» — тине.
   Уның сәләменә яуап итеп, мин дә: «Үә ғәләйкәс-сәләм!» ,тип торҙом. «Ниңә был һорауҙарға аптырап ҡалдың? — тип дауам итте, ҡырмыҫҡа. — Мин биш мең һорау бирһәләр ҙә яуап табырмын. Минең ниндәй ҡырмыҫҡа икәнемде беләһеңме?
   Бер ваҡыт һин ғәскәр менән үтеп барғанда: «Аллаһы Тәғәлә был ҡырмыҫҡаны ниңә тип яралтты икән?, Быны яралтыуҙа ни хикмәт», — тип, хурлап киткәйнең, мин бына — шул ҡырмыҫҡамың һиңә биреләсәк һорауҙарға яуабын өйрәтеп торор өсөн килдем», тине һәм, Аллаһтың рәхмәтендә булһын, һәр һорауға яуапты әйтеп тә торҙо», — ти.
   Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Дауыт, ғәләйһис-сәләм, Сөләймәнде хәлифәлек көрсиенә ултыртты, һәм Сөләймән хикмәт эйәләренән дә төрлө ғилемдәр өйрәнеп, дәүләт менән идара итә башланы. Ҡөрьәндә лә бит әйтелә:
   «Беҙҙән индерелгән аяттарға инанған кешеләр эргәңә килһә, «Әс-сәләмү ғәләйкүм!» — тип ҡаршы ал. Һеҙҙең Раббығыҙ мәрхәмәтле булыуҙы үҙенә үҙе вазифа итеп тапшырҙы,» әгәр ҙә һеҙҙән кем дә булһа берәү үҙе лә аңғармаҫтан гонаһ эшләп ҡуйғанда тәүбәгә килеп, игелекле булып китһә, АллаҺ бит Ул Ғәфү итә белеүсе Мәрхәмәт-Шәфҡәт эйәһе», — тиелә.
                                                                                                            «Әл-Әнғам» («Мал-тыуар») сүрәһе, 54-аят
   «Һәр халыҡтан үҙҙәре ҡылған ғәмәлдәр тураһында геуаһлыҡ биреп тороусыны килтерербеҙ һәм шул кешеләрҙең үҙҙәренә лә геуаһ булыу вазифаһын Беҙ һиңә тапшырырбыҙ. Шуға ла бөтәһен дә аңлай һәм аңлата белеп торһон тип тура юлға, етәкселек, мосолмандар өсөн мәрхәмәтебеҙ һәм һөйөнөслө хәбәр итеп Беҙ һиңә Китап индерҙек».
                                                                                              «Ән-Нәхл» («Бал ҡорттары») сүрәһе, 89-сы аят