Ғазали хәҙрәт вәғәздәре

                                Имам Әбү Хәмид Әл-Ғазали вәғәздәренән бер вәғәз
    Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Әй, Әҙәм балаһы! Шайтан һинең дошманың. Был — хаҡ. Һеҙ ҙә уны дошман күрегеҙ. Үҙегеҙҙең төркөм-төркөм булып мәрхәмәт-шәфҡәт эйәһе Аллаһ ҡаршыһында торор көнөгөҙҙө иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Уның алдында, саф булып, баҫып торғанда, һәр берегеҙ бер хәрефен дә ҡалдырмай ғәмәл дәфтәрегеҙҙе уҡырһығыҙ, һәм йәшереп та, асыҡтан-асыҡ та эшләгән бөтә эштәрегеҙ тураһында һорарһығыҙ».
   «Тәҡүә мосолмандарҙы Аллаһ ҡаршыһына, гонаһлыларҙы малдар көтөүен туплауға ҡыуған кеүек итеп йәһәннәмгә ҡыуған көн тураһында онотмағыҙ, һеҙҙең өсөп вәғәҙәләр ҙә, ҡурҡытыуҙар ҙа бар.
Дөрөҫлөктә лә Мин Аллаһ. Миңә оҡшаған зат та, Минең хакимиәтемә оҡшаған хакимиәт тә юҡ. Кем дә кем Минең хаҡыма ураҙа тота, Мин уға Үҙемдең һый-хөрмәтем менән ауыҙ асыу мөмкинлеге бирермен. Кем дә кем төндәрен Миңә ғибәҙәт менән үткәрә, шуға Үҙемдең дәрәжәмдән билдәләнгән бер дәрәжә булыр. Кем хәрәмдәргә күҙ һалмай, Мин үҙем дә уны ут ғазабынан һаҡлармын.

   Мин Раббығыҙ. Мине танып белегеҙ. Мин изгелек эшләүсе, Миңә рәхмәт әйтегеҙ, шөкөр итегеҙ. Мин — яҡлаусы, Минең яҡлауыма килегеҙ. Мин ярҙам итеүсе, Минән ярҙам көтөғөҙ. Мин — ғәфү итеүсе, ғәфү итеүемде һорағыҙ. Мин — бөтәһен да үҙ эргәмә йыйыусы, Миңә ҡарай килегеҙ. Мин бөтәһен дә биреп тороусы, Минән һорағыҙ. Мин ғибәҙәткә лайыҡлымын — Миңә ғибәҙәт ҡылығыҙ. Мин бөтәһен дә беләм, Минән һаҡланығыҙ!» — ти.
   Әй, Әҙәм балаһы!
   ...Ашарға ултырһаң, астар тураһында ла уйла, нәфсең зәғифтәрҙе ҡыйырһытырға саҡырһа, Аллаһтың һинән ҡеүәтлерәк булыуын иҫеңә төшөр. Ул көстө Ул һинең үҙеңә ҡаршы йүнәлтеүе бар. Бәлә килә ҡалһа, ярҙам һора: «Ләә хәүлә үә ләә ҡеү-үәтә иллә билләәһил-ғәлий-йил- ғаҙим» һәр бер хәл һәм ҡеүәт ололарҙан Оло Аллаһтан ғына, тип әйт.
   Ауырып китһәң — саҙаҡа биреп һауыҡ, бәләгә юлыҡҡанда: «Иннәә лил-ләәһи үә инмәә иләйһи ражиғуун» — Беҙ Аллаһ бәндәләре, Аллаһ хозурына барасаҡбыҙ ҙа, — тип әйт.
                                                                          * * *
   Әй, Әҙәм балаһы! Алыр йөгөндө етерлек ал — юл алыҫ. Төндәрҙә бик йыш, уяу тороп, ғибәҙәт ҡыл! Үтер диңгеҙ — тәрән, сират күпере нескә. Ғәмәлдәрҙә ихлас бул. — Ғәмәлдәргә әжер-сауаптар биреүсе бөтәһен дә күреп тора: рәхәтлектәрең — йәннәт, ял урының — гүр, хур ҡыҙҙары ла — йәннәттә. Миңә буйһон. Мин дә һиңә ярҙам итермен. Фани донья малына нәфрәт, изгеләргә һөйөү менән Миңә яҡын кил. Аллаһ изгеләрҙең әжер- сауапҡа булған өмөтөн юҡҡа сығармай.
                                                                         * * *
   Тағы ла әйтә Ул: «...Маһайыуҙан боҙолоп бөткән кешеләрҙең, байлыҡтары боҙоп бөткән байҙарҙың, фәҡирлектәре һәләк иткән фәҡирҙәрҙең иҫәбе-һаны бармы был донъяла? Яҡшы кәйефтәре арҡаһында боҙолоп бөткән сәләмәт кешеләр, ғилемдәре боҙоп бөткән ғалимдар, наҙанлыҡтарынан боҙолоп бөткән наҙандар күпме. Әгәр ҙә намаҙ уҡыған ҡарттар, Аллаһка күндәм йәштәр, имсәк балалары һәм көтөүлектәрҙә йөрөгән малдары булмаһа; күгегеҙҙе тимергә, ерегеҙҙе сүлгә, тупрағығыҙҙы көлгә әйләндереп һәм тамсы ямғыр төшөрмәй, бер бөртөк ашлыҡ үҫтермәй һеҙгә күп ғазаптар ебәреп торған булыр инем», ти.
   Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Әй, иман килтергәндәр! Аллаһтың язаһынан нисек ҡурҡырға кәрәк булһа, шулай ҡурҡығыҙ. Аллаһҡа ысын инаныу менән инанған мөьмин-мосолман булған хәлдә үлегеҙ. Әй, Әҙәм балаһы! Ғәмәле булмаған ғилем ямғыр алып килмәгән йәшен менән күк күкрәүгә оҡшаш, ғилемгә эйә булмай ғәмәл ҡылыу — емешһеҙ ағас кеүек, ғилеме булып та шул ғилеме менән ғәмәл ҡылмаған ғалим, кереше булмаған уҡ шикелле, малы булып та малынан зәкәт түләмәгән кеше, ҡаяға тоҙ сәсеп йөрөгән игенсе хәлендә.
   Ахмаҡҡа нәсихәт биреү — мал аҙығы итеп ынйы-мәрйен һәм ҡиммәтле таштар әҙерләү менән бер. Ғилеме булмаған дорфа кеше һыу аҫтында ятҡан еүеш таш кеүек: өҫтө еүеш, эсенә һыу үтмәй.
   Теләге булмаған кешегә вәғәз һөйләү ҡәберстанда ҡурай уйнау кеүек: мәрхүмдәр уны барыбер ишетмәй.
   Хәрәм юлдар менән табылған малдан саҙаҡа биргән кеше — керле кейемен бәүеле менән йыуып алырға теләгән кеше кеүек. Намаҙ уҡымаған кешенең зәкәте үле кәүҙәне, мәйетте хәтерләтә. Тәүбә итә белмәгән ғалим нигеҙе булмаған ҡоролмаға тартым.
   «Әллә улар үҙҙәрен Аллаһтың язаһынан ҡотолған тип һанаймы? Зыян-зәхмәт күрәсәк гонаһлылар ғына Аллаһ хөкөмөнән ҡурҡмай».
                                                                                      «Әл-Әғрәф» (Кәртәләр) сүрәһе, 99-сы аят
   Ҡөҙрәт һәм Бөйөклөк эйәһе Аллаһ әйтә: «Ҡулыңды күкрәгеңә ҡуйып, ысын күңел менән үҙеңә теләгәнде башҡаларға ла телә.
   Әй, Әҙәм балаһы! Тәнең зәғиф, телең тиктормаҫ, күңелең ҡырыҫ.
   Әй, Әҙәм балаһы! Ғүмереңдең һуңы үлем. Үлемең килеп еткәнсе уның, өсөн эшләп ҡал.
   Әй, Әҙәм балаһы! Яҙмышыңды билдәләп ҡуймай тороп, һинең бер ереңде лә яралтманым.
   Әй, Әҙәм балаһы! Әгәр ҙә һине һуҡыр итеп яралтҡан булһам, күҙең күрмәгәнгә, һаңғырау итеп яралтҡан булһам, ишетә алмауың өсөн көйөнөр инең. һинең өсөн булған мәрхәмәт-шәфҡәтемде аңла, шөкөр ит, шөкөр итә белмәүселәрҙән булма. Барыбер минең хозурыма ҡайтасаҡһың. Мин биргәндәрҙе тапмай борсолоп йөрөмә, һиңә биргәндәрем үҙҙәре һине табыр. Бөтәһен дә тулыһы менән алырһың.
   Әй, Әҙәм балаһы! Минең исемем менән ялғанға ант бирмә. Минең исемем менән ялғанға ант иткәндәрҙе Мин утҡа һалырмын.
   Әй, Әҙәм балаһы! Мин тәҡдир иткәндәр менән ризыҡланып тораһың, күндәм дә була бел...
   ...Әй, Әҙәм балаһы! Мин һинең саҡ ҡына ғәмәлдәреңә лә ҡәнәғәтмен, ә һин мин тәҡдир итеп биргәндең күбеһенә риза түгелһең.
   Әй, Әҙәм балаһы! Мин биргән байлыҡтан ярлыларға тейешле өлөшөмдө бирмәһәгеҙ, һеҙгә ҡанһыҙ бер кеше ебәрермен дә, был өлөштө ул һинән тартып алыр, ә һин эжер-сауаптарҙан мәхрүм ҡалырһың!
   Әй, Әҙәм балаһы! Донъя эштәре тураһында уйлағанда, үлем тураһында ла онотма, гонаһлы эштәр эшләргә ниәтләһәң, тәүбәне хәтерҙә тот. Мал тапһаң. Ҡиәмәт көнөндә яуап бирәсәгеңде онотма».
   Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Әй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Аллаһты иҫкә төшөрөп кенә тороғоҙ. Төнөн дә, көнөн дә уны маҡтан тәсбих тартығыҙ. Эй, Ғимран улы Муса, һин аңлатып тороусы. Мин һөйләгәндәрҙе тыңла! Мин — Аллаһ яҙмыштарҙы хәл итеүсе. Минең менән һинең арала тәржемәсе юҡ. Риба алыусыға Аллаһтың асыуы, йәһәннәм утының көсәйеүе тураһында хәбәр бир.
   Әй, Әҙәм балаһы! Күңелеңдә тупаҫлыҡ, тәнендә ауырыу, ризығыңда кәмселек, малында юғалтыуҙар булыуын һиҙә башлаһаң, бел: һин үҙеңә ҡағылмағандар тураһында һөйләп йөрөгәнһең.
   Әй, Әҙәм балаһы! Телең ғәҙел булмай тороп, иманыңда төҙөклөк булмаҫ, Аллаһтан ояла белмәй тороп, телең ғәҙел була алмаҫ.
   Әй, Әҙәм балаһы! Үҙендәге етешһеҙлектәрҙе онотоп, кешеләге етешһеҙлектәрҙе генә тикшереп торһаң, Аллаһтың асыуын килтереп, шайтанға ғына ярай алаһың.
   Әй, Әҙәм балаһы! һинең телең арыҫланға оҡшаш, уға ирек бирһәң, ул һине үлтереп ташлар, һинең һәләкәтең тел тыйнаҡһыҙлығы».
   Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Әй, Әҙәм балаһы! Үҙенең аяттары менән Аллаһ: «Минән башҡа Илаһ юҡ», тип хәбәр итә. Был турала фәрештәләр геүаһлыҡ биреп тора. Ғилеме булғандар — пәйғәмбәрҙәр менән иманлы бәндәләр — Аллаһтың ғәҙеллек менән идара итеүен, унан башҡа Аҡыл һәм Ҡеүәт эйәһе булмауын раҫлап тора.
   Аллаһ Үҙе риза булып биргән дин — Ислам.
   Исламдан башҡа бер дин эҙләгәндәрҙең ғәмәлдәре ҡабул булмаҫ. Әхирәттә лә улар бары тик отолоуҙа. Улар мәңгелек утта янасаҡ.
   Игелек эшләгән һәр кемгә Аллаһ Үҙенең Йәннәттәре менән һөйөнөс бирҙе. Аллаһты таныған, уға буйһонған кеше — ҡотолоу тапҡан кеше. Шайтанды аңлап алған, уға буйһонорға теләмәгән кеше лә зыян-зәрәт күрмәҫ; хаҡлыҡты аңлап, уға эйәргәндәргә хәүеф-хәтәр булмаҫ; ялғанды ялған тип танып, шайтандан һаҡлана ла алған кеше — еңеүсе; шайтанды һәм донъя тормошон аңлап, унан баш тартҡан кеше — бәхетле буласаҡ; Әхирәт тормошон аңлаған, уны эҙләп, теләп торған кеше — хаҡ юлда. Дөрөҫлөктә Үҙе хаҡ юлға төшөрөргә теләгән кешеһен Аллаһ хаҡ юлға төшөрә. Кире ҡайтыр урынығыҙ уның хозурында...
   «...Ҡулдарынан ысҡынған малға ла, данға ла ҡайғырмаһындар, Аллаһ биргән ниғмәттәр менән маҡтанмаһындар, тип яҙып ҡуйып, алдан хәбәр итәбеҙ. Үҙ-үҙҙәрен генә һөйгән тәкәббер кешеләрҙе Аллаһ һөймәй».
   Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Әй, Әҙәм балаһы! Был байлыҡтар — Минең байлыҡ, һин — Минең ҡолом. Минең был байлығымдан үҙеңә тейешлеһен ашаның да бөттөң, кейендең дә кейемең туҙҙы, йә булмаһа, хәйер-саҙаҡа бирҙең дә уның паклығын да, үҙен дә һаҡлап ҡалдың. Шуларҙан башҡа бер нәмәң дә юҡ.
Минең ҡаршымда һинең өс өлөшөң бар: береһе Минең өсөн булғаны, икенсеһе үҙеңә ҡалғаны, өсөнсөһө — икебеҙ өсөн дә уртаҡ. Минең өсөн булғаны — йәнең, үҙең өсөн ҡалғаны, эшләгән эштәрен, ҡылған ғәмәлдәрен, икебеҙҙең арала булғаны — һинән доғалар, Минән — доғаларға яуап.
   Әй, Әҙәм балаһы! Диндар, тәҡүә кеше бул, һиңә биргәндәрем менән ҡәнәғәтләнә бел. Шул ваҡытта һин Минең барлығымды ныҡлап тоя башларһың, Миңә буйһон, шул саҡта Миңә яҡынайырһың, Мине эҙлә, эҙләһәң, таба ла алырһың.
   Әй, Әҙәм балаһы! Әгәр ҙә һин үҙҙәренең аҙғынлыҡтары сәбәпле тамуҡҡа ингән хөкөмдарҙарға, баш бирмәүҙәре сәбәпле тамуҡҡа ингән ғәрәптәргә йәки көнсөллөгө сәбәпле тамуҡҡа ингән ғалимдарга, алдашыуҙары сәбәпле тамуҡҡа ингән һатыусыға, наҙанлығы арҡаһында йәһәннәмдә урын алған жәбәриттәргә (кешенең ихтыяр көсөн инҡар иткәндәргә), эштәрен күрһәтеү өсөн генә эшләгән ике йөҙлө һөнәрселәргә, үҙҙәренең тәкәбберлектәре сәбәпле йәһәннәмгә ингән байҙарға, ялғанлыҡтары сәбәпле тамуҡҡа ингән фәҡирҙәргә оҡшай торған булһаң, йәннәтте эҙләүселәр ҡайҙа булыр?!»
   Ҡөҙрәт һәм Бөйөклөк эйәһе Аллаһ әйтә: «Ғәмәлдәре менән дан артынан ғына ҡыуып йөрөгән кеше, арҡаһына һыу күтәреп, тауға менеп барған берәүгә оҡшаш. Түгелгән һыу тауҙы йомшарта алмаған кеүек, арып-талып йөрөгән был кешенең ғәмәлдәрен дә Аллаһ ҡабул итмәҫ.
   Әй, Әҙәм балаһы! Бел: Аллаһ ризалығы өсөн, тип, ихлас күңелдән эшләгән эштәреңдән башҡаһын ҡабул итмәм. Ихлас күңелле, намыҫлы бәндәләргә — оло шатлыҡ.
   Әй, Әҙәм балаһы! Фәҡирлек килгәнен күрһәң: «һин — изгеләр сифаты, хуш киләһең!» — тип әйт; байлыҡ килгәндә: «Ғазаптарҙы тиҙләтеүсе гонаһтар килә», — тип ҡаршыла. Тотҡондағы ҡунаҡ килһә: «Ләғнәт төшкән шайтандан Аллаһ ярҙамына һыйынам!» — тип әйт...
   Һинең тәҡдиреңде Мин билдәләп ҡуйғанмын. Миңә шөкөр итергә, рәхмәт әйтергә тейешһең. Файҙаһы үҙеңә буласаҡ. Ниңә һиндә Миңә ҡарата маҡтау-ололауҙар юҡ?
   Әй, Әҙәм балаһы! Һиңә өс төрлө вазифа йөкмәтелгән: малыңдан — зәкәт, ҡәрҙәштәрең менән — яҡшы мөнәсәбәт, ғаиләң һәм ҡунаҡтарың алдындағы бурыстарыңды үтәй белеү.
   Һиңә тапшырылған был бурыстарҙы үтәй белмәһәң, һиңә биргән язам да бөтә ғаләмдәргә ғибрәт булырлыҡ булыр.
   Әй, Әҙәм балаһы! Күршең алдындағы вазифаларыңды үтәй алмау ғаиләң алдындағы вазифаларыңды үтәй алмауға тиң булыр. Ундай ваҡыттарҙа Мин һиңә күҙ ҙә һалмам. Ғәмәлдәреңде лә ҡабул итмәм, доғаларыңа ла яуап бирмәм...
   Мин тыйғандарға күҙ һалма. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡорттар ашаған беренсе нәмә — һинең күҙҙәрең. Бел: ҡарап йөрөгәндәрең, яҡын күргәндәрең өсөн яуап бирәсәкһең. Минең алдыма килеп баҫыр көнөң тураһында уйла...».
                                                                                                                       Сәләх Сукбаев