Был донъяла...
Был донъяла... бер нәмә лә осраҡлы түгел
Аллаһы Тәғәләнең «Ерҙәге минең урынбаҫарҙарым», тип нарыҡлаған, юлында осраған хәлдәргә, төрлө һүҙҙәргә, тәбиғәт күренештәренә иғтибар итеп, аңы менән анализ яһап, фекерләп, аҡыл менән йәшәһен өсөн яратылған кеше затынан бит беҙ.
Иртә таңдан тороп, ашыҡ-бошоҡ ашанып эш тип сапҡан, эштән ҡайтҡас, балаларҙы ҡарап, сүпләп бөткөһөҙ йорт мәшәҡәттәре менән арып йоҡлап киткән йәш кенә ҡатынға, ире аҫылынып үлеп киткәс, тормошо ла ыңғайламағас: «Өйөңдә аят уҡыт, аҙан ҡысҡырт, үҙең көн дә Ҡөрьән уҡы», — тиһәм дә ваҡыт таба алмай йөрөнө. Ун-ун биш көн тигәндә үҙе лә машинаһы менән аварияға эләгеп, больницаға инеп китте. «Алла бирһә, дауаланып сыҡҡас, мулла саҡырып аят уҡытыу беренсе эшем булыр», — ти хәҙер.
"Дини белем тураһында ҡайҙа уҡырға була?" — тип һорайҙар. Әлбиттә, дини белемде Ҡөрьәндән табырға була. Уны уҡыған һайын тирә-яғың нурлана, меңәр-меңәр фәрештәләр яныңа килә, ауырыуҙар ҡаса, донъяңа ҡот, ризығыңа бәрәкәт килә.
Ен-шайтандарҙы нисек итеп бер кешенән, бер йорттан ғына түгел, ә тотош бер ауылдан ҡыуыр көскә эйә булған түңгәүер ырыуына ҡараған олатайым Ниязғол хәҙрәттең мөғжизәһен яҙып үтәйем әле.
Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылына яҡын урында ен-шайтандарҙың макамы (торлаҡтары) урынлашҡан була. Кешеләрҙең — үҙ тормошо, ендәрҙең — үҙенеке, бер-береһенә ҡамасауламай йәшәй бирәләр.
Ләкин ендәр яйлап-яйлап ауыл халҡына ҡаза килтерә башлай. Бола, аҙғынлыҡ, ҡаңғырыш, талаш, бәлә-ҡаза бөтөн ауылды баҫып ала.
Бөтә был хәлдең айышын аңлап ҡалған олатайым, Ҡөрьәнен алып, шайтандарҙың макамына бара. Унда үҙен уратып, өшкөрөп, һыҙыҡ һыҙып сыға ла, ҡап уртаһына ултырып, Ҡөрьән аяттары уҡый башлай. Шул ваҡыт ендәр олатай ултырған ергә төрлө-төрлө йыртҡыс ҡиәфәтендә килә башлайҙар, ләкин улар һыҙыҡ аша үтә алмай, ә олатай уҡый ҙа уҡый. Бер ваҡыт олатайға аҡ һаҡаллы, аҡ сәсле бер ҡарт бабай килә һәм: «Улым, һин беҙҙе торлағыбыҙҙан ҡыума, ни теләһәң, шуны эшләрбеҙ», — тип әйтә. Олатай уҡына-уҡына ҡайтып китә. Әммә иртәнсәк тағы килә. Килеүенә йәйрәп ятҡан бесәнлектәрендә әллә күпме кәбәндәр ҡалҡып ултырған була. Уларҙы бер төн эсендә ендәр ни хикмәт менән сапҡандарҙыр, киптергәндәрҙер, кәбән итеп ҡойоп ҡуйғандарҙыр. Был эш хайран ҡалырлыҡ була. «Ен кеүек эшләй» тигән һүҙ шунан килеп сыҡҡандыр инде.
Ниязғол хәҙрәт бер ни өндәшмәй, урынына барып ултырып, тағы ла Ҡөрьән уҡыуын дауам итә. Теге ҡарт тағы ла килә. Тағы ниндәйҙер вәғәҙәләр бирә. Әммә олатай көн дә макамға килеп, Ҡөрьән уҡыуын дауам итә. Ендәр тамам еңелә. Уларҙың макамдарын ташлап, икенсе ергә күсенгәнен, «Һәш-һәш малҡай! Сеү, илама!» тип ҡысҡырышып, сарҡылдашып, малдарын ҡыуып, арбалары шығырҙап барғанын бөтә ауыл халҡы ишетә. Ниһайәт, ауыл халҡы тынысланып, малдар ҡазаланыуҙан туҡтап ҡала.
Шуға күрә, Ҡөрьән уҡыуҙы ҡартайған көнгә ҡалдырмай һәм уға еңел-елпе ҡарамай, өйҙә көн дә бер нисә аятын булһа да уҡып торорға кәрәк. Мәҫәлән, Илшат хәҙрәт Хафизи әтйкәнсә, «Әнғәм» сүрәһенең (6) тәүге өс аятын ғына уҡығанда Аллаһы Тәғәлә ул кешенең ҡул аҫтына 7000 фәрештә бирер. Улар уны һаҡлап торорҙар, үҙ ғәмәлдә-рен ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр яҙып торорҙар. Етенсе ҡат күктән уның янына тимер туҡмаҡлы бер фәрештә килер. Шайтан был сүрәне уҡыусының ҡәдбенә бер нәмә ҡуйырға теләгән һайын, фәрештә шайтанға шул туҡмаҡ менән килтереп һуғыр. Шул арала «Әнғәм» сүрәһен уҡыусы менән шайтан араһында 7000 пәрҙә барлыҡҡа килер. Ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә был кешегә: «ЭЙ, Әҙәм балаһы! Минең рәхмәт күләгәһе аҫтында йөрө, йәннәт ағастарының күләгәһенән файҙалан, Кәүҫәрҙән һыу эс! Һин — Минең ҡолом. Мин — һинең Раббың! Бөгөн һиңә ҡаршы ни хисап, ни ғазап булмаҫ!» — тиәсәк.
Зәлифә ШАКИРОВА.
Хәйбулла районы.
Киске Өфө, №4, 2011 йыл