Яуапнәмә

                                                              Яуапнәмә

   Мәрхүмдәргә “яуапнәмә” ҡуйыу, уны күкрәгенә ҡуйып ерләү яраймы? – тигән һорау ҡайһы бер кешеләрҙе ҡыҙыҡһындыра. Нимә ул яуапнәмә? Ҡайһы бер кешеләр үлемгә әҙерләнгәндә кәфендән башҡа ҡәбергә “яуапнәмә – шпаргалка” алып китергә уйлайҙар. Йәнәһе мәрхүм булып күмелгәс, һорау алыу фәрештәләренән, шулай уҡ Аллаһ Тәғәләнең хөкөмөнән, сепрәкә, йә ҡағыҙға яҙылған Ҡөръән аяттары һәм доғалары менән ҡотолорбоҙ тип, уйлайҙар. Былай ҡыланыу дөрөҫмө? Юҡ!
   Раббыбыҙ «Йәсин» сүрәһендә: ҡиәмәт көнөндә ауыҙҙарына мөһөр һалып был донъялыҡта ҡылған эштәрен аяҡ-ҡулдарынан һөйләтербеҙ, тип вәғәҙә итә. Инде ауыҙ менән һөйләп булмағанда, әллә ниндәй ҡағыҙ киҫәгенең ярҙамы булырмы? Әлбиттә, юҡ.


   Был әлеге донъяла йәшәүебеҙҙең мәғәнәһе нимәлә һуң? Һынауҙа түгелме? Имтихан тотабыҙ түгелме ни? Нәфсе һәм боҙоҡлоҡтарҙан тыйылып.
   Мөнкир һәм Нәнкир фәрештәләре һорау алырға килгәс, әгәр кеше шул ҡағыҙға ҡарап уҡыһа, ниндәй һынау була һуң ул? Һаҡлармы ул кешене яуапнәмә?
   Бер хәҙистә: берәй кешенең башында ятлап алған берәй Ҡөръән аятты булһа, шул кешенең башы утта янмаҫ тип әйтелә. Шулай булғас ҡалған тәнебеҙҙең өлөштәре лә тамуҡта янмаһын өсөн ҡулдар менән изге эштәр эшләп, аяҡтарыбыҙ менән хәйерле юлдарҙа йөрөйөк.
   Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм заманында был ҡырағай ғөрөф-ғәҙәт осрамаған. Әҙәм балаһы тере сағында Аллаһты Раббы тип белмәһә, Мөхәммәд Рәсүлулланы Аллаһтың Пәйғәмбәре итеп танымаһа, теге донъяға киткәс, әллә алдап булыр, тип уйлаймы? Ә инде тәҡүә мөьмин булһа, йөрәк-күңеле менән ҡабул иткән, инанған нәмәләрҙе ҡағыҙға ҡарамайынса беләсәк.
   Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән китабында «Бәҡара» сүрәһендә: «Әҙәмгә Раббыбыҙ донъялағы барлыҡ нәмәләрҙе исемдәренә тиклем белдерҙе», тиелгән. Ҡәләм яһап уҡыу-яҙыу ғилеме булдырҙы. «Ғәләҡ» сүрәһендә: «Уҡы, Раббың — хөрмәтлелер, бөтә заттан да олуғтыр, Ул шундайын заттыр: һине ҡәләм менән яҙыу яҙып, белем алырға һәм әҙәм белмәгән нәмәләрҙе өйрәнергә ҡушты», тип әйтелә. Бына шундай өҫтөнлөктәр биреп, шул тәбиғәткә хужа ҡылды, хәлифә-хаким итте һәм әҙәм дәрәжәһе менән йәшәргә ҡушты.
   Әҙәм дәрәжәһенә ирешер өсөн уның юлдарын пәйғәмбәрҙәр (илселәр) аша ирештерҙе. Ошо тәбиғәтте һәм, әҙәм (кеше), һине, йәнле-йәнһеҙ, татлы һәм татһыҙ һәм башҡаларҙы юҡтан бар итеүсе һәм тәрбиә ҡылыусы шул бер Аллаһ һәм Уның һис бер тиңдәше юҡ, бөтөн ер йөҙөндәге хәлдәрҙе күреп — белеп тора. Был йәшәүҙән һуң да өр-яңынан икенсе мәртәбә тергеҙәсәк, һәм был донъяла ҡылған, ашаған-эскән, һөйләгән — һулағандарҙың һәр береһенә тейешле баһаһын бирә торған һорау көнө, ожмах-тамуҡтың буласағын иҫкәртеп, иман килтереүҙе, пәйғәмбәрҙәре аша Үҙе өйрәткән шәриғәт ҡануны менән йәшәүҙе ҡәтғи бурыс итеп ҡуйҙы. Бына шуларға ышаныу иман тиелә.
   Иман ҡасан дөрөҫ була һуң? Бәлиғ булған кеше иман сүрәләрен, үҙ ихтыяры менән, теле менән әйтергә һәм шуға ҡәлбенән риза булып ҡабул итергә тейеш. Бына шулай иман килтергән кеше «мөьмин» тип атала. Шул кешенең бөтә ҡылған яҡшылыҡтары ахирәттә йәһәннәмдән ҡотолорға ярҙам итә. Бының киреһен, йәғни был хәлдәрҙең буласағына ышанмаһа, шул кеше кафыр була. Был кешенең ҡылған яҡшылыҡтары ахирәттә бер ҙә файҙа бирмәй.
   “Кеше үлгәс, иң әүәл — иман, унан һуң намаҙ уҡыныңмы”, — тип һорала, тигән хәҙисе бар Пәйғәмбәребеҙҙең. Бына ошоға әҙер барығыҙ.
   Дауам итеп, яуапнәмәнең мәрхүмдең күкрәгенә ҡуйып ерләүгә килгәндә – ниндәй шарттар бар һуң мосолманса ерләүҙә?
   Мәйет менән кәфендән башҡа бер нәмә лә булырға тейеш түгел. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмде ошолай ябай хәлдә ерләгәндәр.
   Һеҙ, йәки мәрхүмегеҙ пәйғәмбәребеҙҙән өҫтөнмө? Шуға артыҡ ҡыланыу: мәрхүмдәрҙе өшөй тип, одеялдарға төрөү, башҡа нәмәләрҙе кейгеҙеү, эргәһенә систерелгән кейемдәрен, шулай уҡ яҙылған Ҡөръән аяттарын эргәһенә һалыу гонаһ эш.
   Әгәр ҙә васыят итеп үҙ йәшәгән ерендә йыуып-ерләргә ҡуша икән, мөмкинселек булһа үтәгеҙ. Был аманат. Ә артыҡ, дингә ярамаған эштәрҙе эшләргә васыятында наҙанлығы арҡаһында әйткән икән үтәмәгеҙ. Һәр хәлдә мәрхүмдәрҙе йыуыу-ерләү мәсьәләһе ауылыуығыҙҙың имам-хатыйбы кәңәше аша булырға тейеш. Ул шуның өсөн дә һеҙҙең өҫтөгөҙҙән имам булып тора. Имамға буйһонмау фетнәгә алып бара.
   Әгәрҙә яуапнәмәгә яҙылған Ҡөрьән аяттары бар икән, йәки йыртылған, туҙған китаптар, дәфтәрҙәр – ҡуланырға эшкенмәһә, ни эшләргә? Берәй таҙа ергә, кеше-мал йөрөмәгән ергә күмегеҙ. Тик ҡәбергә түгел! Яндырырға ла мөмкин тиҙәр.