Балалар өсөн 40 хәҙис

                                                       Балалар өсөн 40 хәҙис

                                             Балалар өсөн 40 хәҙис хикәйәттәре

                                                             Ҡоштар
   Бер ҡош аулаусы инеш яры буйына үҙенең ауын ҡора. Аҙыҡҡа алданып, бер өйөр ҡош ауға эләгә. Аусы үҙенең ауы эргәһенә яҡынлауы була, ҡоштар ауы-ние менән бергә шаулап осоп та китә. Ғәжәпкә ҡалған аусы ҡоштар осҡан яҡҡа йүнәлә.
   Ҡош аулаусының ҡаршыһына бер кеше осрай һәм унан ҡайҙа юл тотоуы тураһында һорай. Аусы осоп барған ҡоштарға күрһәтә һәм үҙенең уларҙы эҙәрлекләүе тураһында әйтә. Кеше көлә һәм: "Аллаһ хаҡына аҡылыңа кил. Һин ысынлап та күктә осҡан ҡоштарҙы тотормон тип уйлайһыңмы?” — ти. «Әлбиттә, — ти аусы. — Ауға бер генә ҡош эләкһә, мин уны тота алмаҫ инем. Ә быларҙы тотасаҡмын”.

   Шулай килеп сыға ла. Эңер төшөү менән ҡоштарҙың һәр береһе үҙ ояһы яғына табан тарта башлай. Береһе ауҙы күлгә, икенсеһе урманға табан тарта, өсөнсөһө тауҙарға ҡарай осорға теләй. Ләкин береһе лә маҡсатына өлгәшә алмай. Тартыша торғас, өйөрө менән ергә килеп төшәләр. Бына шул саҡта аусы уларҙы тотоп ала ла инде.
   Бахыр ҡошсоҡтар Бәйғәмбәрҙең (Аллаһ уға фатихаһын бирһен һәм сәләмләһен) түбәндәге хәҙисен белгән булһалар, бер йүнәлештә генә осорҙар һәм аусы ҡулына эләкмәҫтәр инө. Ә ул хәҙис шулай яңғырай:
“Бер-берегеҙҙән алыҫлашмағыҙ, юҡһа, көтөүҙән айырылған һарыҡты бүре тамаҡлай”.
                                                                     * * *
                                                                       Сәнске
   Борон заманда бер илдә бик ҡурҡыныс хөкөм булған. Ғәйепле тип танылған кешеләрҙе ас арыҫландарға теткеләргә ташлағандар. Ә йыйылған халыҡ был хәлде күҙәтеп торған.
   Ул көндө үҙенең хужаһынан ҡасҡан ҡолдо ғәйепле тип табып, хөкөм итәләр. Уны бейек стеналар менән уратып алынған арена тип аталған майҙанға индерәләр. Күп тә үтмәй, унда ун көн буйы ашамаған арыҫланды ла ебәрәләр. Ҡорбанына ярһып ташланған арыҫлан ҡапыл туҡтап ҡала һәм ирҙең ҡулын ялай башлай.
Бөтәһе лә аптырашта ҡала. Ҡолдан был арыҫландың уға ҡарата миһырбанлы булыуының сәбәбен һорайҙар.     Ул шулай тип яуап бирә:
   - Бер ваҡыт мин был арыҫланды урманда осраттым. Уның тәпәйенә үткер сәнске ҡаҙалғайны һәм ул ауыртыныуҙан һыҙлана ине. Мин уның тәпәйенән сәнскене тартып сығарҙым, шул ваҡыттан алып беҙ дуҫтар булып киттек.
   Ҡолдоң һөйләгәндәре халыҡҡа бик ныҡ тәьҫир итә. Арыҫланды ла, ҡолдоң үҙен дә иреккә сығаралар. Ҡол артынан тыңлаусан бесәй һымаҡ эйәргән арыҫланды кешеләр аптырап, һоҡланып күҙәтә.
   Бәйғәмбәребеҙ ҡалай матур әйткән бит:
“Башҡаларҙы ҡайғыртыусыларға Аллаһы Тәғәлә лә миһырбанлы. Ер йөҙөндә йәшәүселәргә изгелекле, хәстәрле булығыҙ — Күкте биләүселәр һеҙгә аяулы булыр».
                                                                       ***
                                                                        Пальто
   Әхмәт бабайҙың йөрәге ҡайғы менән тулы. Ҡот осҡос һуғыш йылдарында уның ҡатыны донъя ҡуя, улы эҙһеҙ юғала. Үҙе, ҡалала эш урынын юғалтып, бер ауылға көтөүсе булып яллана.
   Бер ваҡыт һарыҡтар үлән утлап йөрөгәндә Әхмәт бабай ниндәйҙер яралы егетте ҡалаға оҙатҡан бер төркөм кешеләрҙе күреп ҡала. Был егет унан да ярлыраҡ булһа кәрәк, ана бит, йоҡа ғына куртка эсендә нисек ҡалтырай. Әхмәт ағай бер нисә йыл буйы сисмәй кейгән пальтоһын егеттең иңенә һала.
   Ауыртыныуҙан бөгөлөп, дауахана коридорында табипты көтөп ултырған йәш егеттең яурынына кемдер ипләп кенә ҡағыла Һәм: "Атай!” — тип өндәшә. Башын күтәреп ҡараһа, алдында таныш булмаған егет баҫып тора. Таныш булмаған егет — ошо дауаханала эшләгән йәш санитар, уңайһыҙланып, былай ти: "Ғә... Ғәфү итегеҙ... Мин һеҙҙе атайым менән бутаным. Уның да пальтоһы һеҙҙеке кеүек ине. Мин уны нисәмә йылдар күргәнем юҡ”.
   Ауырыу егет санитарҙан уның атаһы хаҡында ентекләп һораша. Тиҙҙән асыҡланыуынса, санитар егеттең атаһы ауырыу егеткә үҙ пальтоһын биргән Әхмәт ағай булып сыға. Ауырыу дауаланғас, улар икәүләп Әхмәт ағай йәшәгән ауылға юл тоталар.

“Бер изге эш ун тапҡырға күберәк сауап ебәрә”, — тип ҡалай дөрөҫ әйткән Бәйғәмбәребеҙ, шулай 6ит?
                                                                      ***
                                                                        Көҙгө
   Бер саҡ бер төркөм бай кешеләр менән бергә батшаның вәзире лә баҙарға сығып әйләнергә була. Шулай йөрөп ятҡанда, вәзирҙең күҙенә ҡолдар һатылған урын салынып ҡала Һәм ул шунда һуғылып китмәксе була. Ул яҡынайғас, ҡарт ҡына бер ҡол вәзиргә шулай ти: “Әфәндем, һеҙҙең башығыҙҙағы салмағыҙҙа бер бысраҡ тап бар...”
   Вәзир башынан салмаһын сисә, ҡарт хаҡлы була. Баҙарҙа бергә йөрөгән бай иптәштәре лә быны күргәндер Һәм уға был хаҡта әйтмәгәндер, тип уйлай вәзир һәм бик ныҡ борсола. Юлдаштарына ул былай ти: «Һеҙ минең ниндәй ҡиәфәттә йөрөп ятыуыма күҙ йомдоғоҙ. Шулай булғас, һеҙ түгел, ә бына был дөрөҫөн әйткән ҡол минең иң яҡшы дуҫым булып сыға. Дуҫымды ҡоллоҡҡа һатыуҙарына мин бер ваҡытта ла риза булмаясаҡмын. Уны кисекмәҫтән һатып алығыҙ һәм азат итегеҙ”.

   Был осраҡты кешеләр бер ваҡытта ла онотмаһын өсөн вәзир аҙаҡ таҡтаға ошо һүҙҙәрҙе яҙып, баяғы ҡартҡа ебәргән: “Мосолман кеше — мосолман кешенең көҙгөһө».
                                                                      * * *
                                                          Яфа килтереүсе малай
   Йәйге бер көндә йылға яры буйында балалар уйнап йөрөй. Улар араһында Ғәффәр тигән малай ҙа бар. Хайуандарҙы язаларға яратҡаны өсөн уны балалар Яфар тигән ҡушамат менән йөрөтә.
   Ул әленән-әле ҡыҙыҡлы ла, аяуһыҙ ҙа уйындар уйлап сығара. Бына был юлы ла ул бер нисә малайҙы ситкә саҡырып алып, буласаҡ уйын тураһында ҡыҙыҡлы план ҡороуы тураһында хәбәр итә. Ниндәй уйын булыр был? Балалар барыһы ла Ғәффәрҙе ҡыҙығып күҙәтә башлай.
   Бына Ғәффәр Һәм уның дуҫтары ҡаланан ҡунаҡҡа килгән Ғәли тигән малайҙы ҡул-аяҡтарынан эләктереп, йылғаға ташлай. Йөҙә белмәгән Ғәли һыуҙа тыбырсына, бер бата, бер ҡалҡа. Уның ярҙам һорап ҡысҡырыуына ҡаршы Ғәффәр һәм уның дуҫтары ҡысҡырып көлөп яуап ҡайтара. Шунда Исмәғил тигән малай өҫтөндәге кейемен сисеп ташлай ҙа, Ғәлигә ярҙамға ташлана. Ул бик ҡыйыу малай Һәм Ғәффәрҙең аяуһыҙ ҡылыҡтарына бер ул ғына ҡаршы тора ала. Ике минут та үтмәй, Исмәғил Ғәлине һыуҙан һөйрәп сығара.
Яр буйындағы малайҙар Исмәғилдә хуплап, уны маҡтарға тотона. Шул саҡ былар эргәһенән үтеп барыусы бер өлкән кеше Исмәғил эргәһенә килеп, уны башынан һыйпай Һәм шундай һүҙҙәр әйтә: “Һин беҙҙең Бәйғәмбәребеҙ әйткәнде үтәнең, афарин. Хоҙай һинең менән ҡәнәғәт булһын. Бәйғәмбәребеҙ бер хәҙисеңдә әйткән:
   “Мосолман кеше — мосолман кешенең туғаны. Ул туғанына яуызлыҡ ҡылмаҫ, яуыздар ҡулына ла ҡалдырмаҫ.”
                                                                          * * *
                                                                               Өрәк
   Бер сауҙагәр кис һуңлатып ҡына өйөнә ҡайтып бара. Юлында кәртә төбөндә йоҡларға әҙерләнеүсе ҡара тәнле бер ҡарт осрай. Балаларҙы ҡурҡытыр, тип уйлап, уны берәү ҙә өйөнә индермәй. Сауҙагәр уны өйөнә саҡыра, ашарға бирә, таҙа кейем кейендереп, йоҡларға ятҡыра.
   Төн уртаһында тәҙрә янында йоҡлап ятыусы ҡарт ниндәйҙер тауыш ишетеп уянып китә. Ай яҡтыһында ул ике бурҙы шәйләй. Бурҙар тәҙрә аша өйгә инеп, сауҙагәрҙе үлтереп, аҡсаһын урларға ниәтләнә. Аҡ простыняға бөркәнгән ҡарт урынынан тора һәм: «Эй, һеҙ ни эшләйһегеҙ?” — тип ҡысҡырып ебәрә. Бурҙар аҡҡа төрөнгән кешенене күргәс, ҡоттары осоп, тәҙрәнән һикереп төшөп, ҡаса башлай. Шунда береһе йығылып, аяғын һындыра, икенсеһе башын тишә. Шау-шыуға кешеләр йүгереп килә Һәм бурҙарҙы тотоп ала.

   Бәйғәмбәр ҡалай матур әйткән: “Кеше кешегә ярҙам иткән саҡта, Хоҙай уның үҙенә ярҙам итә”.
                                                                          ***
                                                               Ожмахта күршеләр
   Бер саҡ бер батша халыҡ уның хакимлығына ниндәй мөнәсәбәттә икәнен белергә теләп, ҡала буйлап сығып китә. Танымаһындар өсөн ул бөркәнсек ябына, бер хеҙмәтсеһен дә эйәртеп ала.
   Ҡышҡы һыуыҡ көн була. Мәсет эргәһенән үтеп барғанда, бинаның мөйөшөндә һалҡындан ҡалтыранып ултырған ике хәйерсене күреп ҡала. Һөйләшкәндәрен ишетер өсөн батша уларға яҡыныраҡ килә. Береһе һалҡынға зарланып, шулай ти:
   - Әгәр ҙә мин иртәгә ожмахҡа эләкһәм, унда батшаны индермәҫ инем. Уның ожмахҡа яҡынлағанын күреп ҡалһам, аяҡ кейемем менән елгәрәсәкмен.
   - Ниңә Һин батшаны ожмахҡа индермәҫкә итәһең?
   - Индермәйем шул. Беҙ бында һыуыҡтан ҡалтыранғанда, ул үҙенең һарайында ләззәтләнә. Беҙҙең донъяла барлығыбыҙ тураһында уйлап та бирмәй. ЕтмәҺә, ул ожмахта минең күршем булырға итә. Юҡ, мин уның күршеһе булырға теләмәйем... — шулай ти хәйерсе һәм ҡысҡырып көлә.
   »Ошо мәсетте Һәм был ике хәйерсене хәтерләп ҡуй”, — ти батша хеҙмәтсеһенә. Һарайына ҡайтҡас, батша үҙенең хеҙмәтселәрен мәсеткә теге ике хәйерсене алып килергә ебәрә. Ни уйларға белмәй аптыраған хәйерселәрҙе матур итеп йыйыштырылған бүлмәгә алып инәләр. «Һеҙ ошонда йәшәйәсәкһегеҙ, батшабыҙ һаулығына доға ҡылаһығыҙ. Батша менән күршеләш йәшәүгә ҡаршылашмайһығыҙ”, — тиҙәр уларға.
   Бәйғәмбәребеҙ хәйерселәргә ярҙам иткәндәр хаҡында былай ти: “Кем был донъяла кемделер яфаланыуҙарҙан ҡотҡара, Хоҙай уның үҙен теге донъяла ғазаптарҙан ҡотҡарыр”.
                                                                        ***
                                                                   Теш дарыуы
   Яҡшы ғына кейенгән юлсы өйәҙ ҡалаһындағы ресторанға килеп инә һәм официантҡа ашарға килтерергә ҡуша. Ләкин килтерелгән аҙыҡты ҡабып та өлгөрмәй, ҡысҡырып ебәрә:
   - Ай-ай, тешем, ай, тешем...
   Шунда был ир эргәһенә икенсе бер ир йүгереп килә һәм сумкаһынан бәләкәй гөнә шешә сығарып, ундағы шыйыҡлыҡты мамыҡҡа мансып, ауырыуға һона. Тегеһе мамыҡты яңағына баҫа һәм бер аҙҙан шатланып ҡысҡырып ебәрә:
   - Ҡара, бер ауыртыу ҙа һиҙмәйемсе...
   Шунда ашап ултырыусы бөтөн кеше ауырыуға дарыу биреүсенең янына йыйыла Һәм уның тылсымлы дарыуына ябырыла. Сумкалағы бар дарыу шешәләре һатылып бөтә.
   Бер сәғәттән теше һыҙлаған кеше эликсир һатҡан кеше менән станцияла осраша. Поезд көткән арала улар ресторандағы кешеләрҙе төп башына ултыртып, аҡса эшләүҙәре менән маҡтана-маҡтана, бер-береһен ҡотлай. Шул мәлдә уларҙы полицайҙар ҡулға ала. Комиссар уларға шундай һорау бирә:
   - Һеҙ ҡайһы диндән?
   - Аллаға шөкөр, мосолманбыҙ... — ти тегеләр. Шунда комиссар былай ти:
   Һеҙ Бәйғәмбәребеҙҙең шундай һүҙҙәрен белмәйһегеҙ икән: “Беҙҙе алдағандар — беҙҙең өммәттән түгел”.

                                                                      Көшөлөк
   Бер саҡ ҡомҺоҙ сауҙагәр баҙарҙа йөрөгәндә үҙенең көшөлөгөн юғалта. Эҙләй-эҙләй, ләкин таба алмай. Шуға ла ул аҡсаһын тапҡан кешегә йөҙ һум бирергә вәғәҙә итеүе тураһында иғлан итә.
   Юғалған көшөлөктө Вәли исемле итексе табып ала. Ул бик ғәҙел Һәм намыҫлы кеше була. Табып алған көшөлөктөң хужаһы билдәле булыу менән сауҙагәргә йүнәлә Һәм уға юғалған әйберен ҡайтарып бирә.
   Сауҙагәр, бик һаран Һәм оятҺыҙ кеше булараҡ, көшөлөк эсендәге аҡсаны иҫәпләп ҡарай ҙа, Вәлигә былай ти:
   - О, дуҫ кеше, һин үҙеңә тәғәйен йөҙлөктө алғанһың икән.
Уның алдашҡанына йәне көйгән Вәли сауҙагәрҙе яғаһынан ала:
   - Мин ярлы кеше, әммә бур түгел. Аҡсаңды бирмәһәң бирмә, әммә миңә яла яғаһы булма, — ти.
   Әммә сауҙагәр яла яғыуын дауам итә. Шунан улар хөкөмсөгә киләләр. Хөкөмсө ике яҡты ла тыңлап тора ла һығымта яһай: сауҙагәр алдаша. Әммә башҡараҡ ҡарар сығара:
   - Сауҙагәр көшөлөктә йөҙ тәңкә аҡса етмәй, ти. Ә итексе унан аҡса алмағанын раҫлай. Уларҙың икеһе лә хаҡ һүҙ һөйләй. Тимәк, итексе тапҡан был көшөлөк икенсе бер кешенеке булып сыға. Хужаһы табылғансы, ул бында тороп торасаҡ.
   ҠомҺоҙ сауҙагәр үҙенең ҡылығына үкенә лә ул, әммә һуң була инде.
   Был рәхмәтһеҙ сауҙагәр менән булған хәл Бәйғәмбәребеҙҙең “Кешегә рәхмәт әйтмәгән Алланы ла данламаҫ”, — тигән хәҙисенә тап килеп тора.
                                                                         ***
                                                                             Ағыу
   Хөсәйен ҡала баҙарына алып барған бөтә тауарын һатып бөтә, шуға ла ауылына яҡшы кәйеф менән ҡайтып китә.
   «Ишәгем ашап алғансы, ял итәйем әле», тип уйлай ул һәм бер шишмә янында туҡтай. Аҡсалы тоҡто баш аҫтына һала ла, йоҡларға ята.
   Үкенескә ҡаршы, шул мәлдә уларҙың ауылында бер юлбаҫар йөрөп ятҡан була. Ул Хөсәйендең ҡайҙан ҡайтып килгәнен дә, ял итергә туҡтағанын да ағас башында күҙәтеп тора икән. Кеше бәләһе менән үҙенә көс, ләззәт алырға өйрәнгән был яуыз шым ғына Хөсәйен эргәһенә килә, кеҫәһенән ҡурай киҫәге (көпшә) һәм ағыу ала. Ҡурай эсенә ағыу һалып, уны йоҡлап ятыусыға өрөп индереп, үлтерергә, аҡсаны үҙенә алырға уйлай.
   Талаусы үҙ ниәтен тормошҡа ашырырға уйлап, ҡурайға өрөп ебәреүе була, йоҡлаусы Хөсәйен сөскөрөп ебәрә, ә уға тәғәйен ағыу бурҙың ауыҙына эләгеп, шундуҡ уның үҙен үлтерә.
   Бәйғәмбәрҙең һүҙҙәренә бермә-бер тап килә был:
   “Кеше башҡаларға яуызлыҡ ҡыла икән, Хоҙай Тәғәлә уның үҙенә лә яуыҙлыҡ ебәрә”.

                                                                          ***
                                                                            Ҡайыш
   Нихәт 6ик тәртипһеҙ малай булған. Йәмһеҙ ҡылыҡтары Һәм туҡтауһыҙ һуғыш сығарыуы менән ул үҙенең ағайҙарын ялҡытып бөткән. Улының был тәртибе әсә кешенең бик тә кәйефен ҡырған.
   »Улым, бер кемде лә рәнйетмә, насар һүҙҙәр әйтмә”, — тип өйрәткән ул. Ләкин малай һәр саҡ ғәйепле түгелмен тип аҡланған, ә тәртип боҙорға уны, йәнәһе, ағайҙары мәжбүр итә.
   Бер ваҡыт әсәһе уға шулай ти: «Бөгөн кискә тиклем бер кем менән дә әрләшмәһәң, магазиндағы ошо ҡайышты һатып алырмын”.
   Был һөйләшеүҙе ишеткән ағайҙары Нихәтты төрлө алымдар менән сығырынан сығарырға тырышҡан. Ләкин бер нимә лә эшләй алмайҙар, сөнки Нихәт әсәһенә төҙәлергә һүҙ бирә бит.
   Кисен әсәһе улына шулай ти: „Ҡайыш алдырыр өсөн һин үҙеңде тыя алдың. Ләкин бынан һуң әйбер һатып алдырыр өсөн түгел, ә Аллаһы Тәғәлә теләгән өсөн тыйылырға өйрән”.
   Ах, әгәр ҙә Нихәт Бәйғәмбәребеҙҙең хәҙисен ишетһә икән:
   “Үҙе хаҡлы булыуға ҡарамаҫтан, әрләшмәгән кешегә Ожмах баҡсаһында һарай вәғәҙә итәм”.
                                                                           ***
                                                                               Асыу
   Хәлит 6ик көслө, ныҡлы малай булған. Ул хатта ҡулын терһәгенән бөкмәйенсә лә ултырғысты баш осона күтәрә алған. Мәктәптә лә Хәлиткә еткән башҡа көслө малай булмаған. Ул барыһынан бигерәк Нуретдин исемле малай менән эләгешер һәм көс һынашыр булған.
   Бер ваҡыт улар мәктәп эргәһендә бәйге ойошторғандар. Нуретдин еңелгән һәм синыф бүлмәһенә ингәс, асыуынан Хәлиттөң дәфтәрен һыҙғыслап бөтөргән. Әлбиттә, был мәктәптәге иң көслө малайҙың асыуын килтергән.
   Хәлит быға яуап итеп, дошманының битенә тос йоҙроғо мөнән тондорған. Нуретдиндың танауынан аҡҡан ҡан кейемдәрен һәм синыф иҙәнен бысратҡан.
   Уҡытыусы, Хәлитте насар тәртибе өсөн әрләгән саҡта, Бәйғәмбәребеҙҙең ошо һүҙҙәрен ҡабатлаған:
   “Дошманын еңгән кеше түгел, ә асыуын еңгән кеше көслө”.
                                                                          ***
                                                                             Ярыш
   Хәсән 6ик тә изгелекле малай булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул юл һәләкәтендә күреү һәләтен юғалта. Ләкин малай ситтәр ярҙамынан тыш йәшәй алыуын иҫбат итеп, йыш ҡына ҡалаға ауылдан бер үҙе генә юлға сығып киткеләй.
   Бер ваҡыт Мортаза исемле ауылдаш малай унан яуыз итеп көлөргә теләй Һәм шулай ти:
   - Хәсән, әйҙә ярыш ойошторайыҡ: кем ҡалаға беренсе булып барып етер икән?
   Хәсән, был тәҡдимде ысынға ҡабул итеп, шулай яуаплай:
   - Мин ризамын. Әгәр ҙә беренсе килһәм, курткаңды бирәһеңме?
Мортаза, был шарттан шарҡылдап көлә:
   - Беренсе килҺәң, бирәм, әлбиттә, — ти.
   - Минең тағы ла бер шартым бар: ярыштың ваҡытын үҙем билдәләйем.
   - Үҙең теләгән барлыҡ шарттарыңды әйт, — ти, үҙенең еңеүенә ныҡлап ышанған Мортаза.
   Ҡара төндө улар урман юлы буйлап ярыш башлаған. Ҡараңғылыҡ Һәм яҡтылыҡ араһында айырманы белмәгән Хәсән алға киткән. Ә Мортаза ҡара урман эсендә аҙашып, соҡорға йығылып төшөп, бите сыйылып, ҡалаға Хәсәндән ярты сәғәткә һуңыраҡ барып еткән.
   Бахыр, Мортаза! Бәйғәмбәребеҙҙең хәҙисен белһә, улай эшләмәҫ ине лә бит ул:
   “Бер кем дә башҡалар араһында үҙенең өҫтөнлөгөн күрһәтмәһен”.
                                                                        ***
                                                                          Алтын
   Айлин 6ик тәккәббер ҡыҙ булған. Атайһыҙ ҡалғас, ул тағы нығыраҡ үҙ эсенә бикләнгән. Өй эргәһендә гел яңғыҙы ғына уйнаған ул. Күрше йортта йәшәгән ярлы ғаиләнән булған Бәҙрийә менән дә дуҫ булырға теләмәгән.
   Бер ваҡыт Бәҙрийә Айлин йәшәгән өй эргәһенә килеп:
   - Минең атайым ныҡ ауыр хәлдә ята. Уға йәшәргә лә оҙаҡ ҡалманы. Уның һеҙҙе ныҡ күргеһе, нимәлер әйткеһе килә, — тип өндәшкән.
   Айлин теләр-теләмәҫ кенә яуап биргән:
   - Ул ярлы кеше миңә нимә әйтә алһын инде? Ә һеҙҙең өйөгөҙгә насар еҫ арҡаһында инеп тә булмайҙыр әле.
   Бер нисә минуттан Бәҙрийә, илауҙан күҙҙәре шешенеп, кире килгән:
   - Атайым һеҙгә ысынлап та ниндәйҙер мөһим һүҙ әйтергә теләй. Һеҙҙең атайығыҙ үлер алдынан бер урында алтын күмеп ҡуйған. Ул урынды тик минең атайым ғына белә. Ул алтын тураһында һеҙ бәлиғ булмаҫ борон ишетергә тейеш түгел инегеҙ. Хәҙер һеҙ инде бәләкәй түгел. Барығыҙ атайыма, ул барыһын да хәбәр итер.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Айлин шундуҡ Бәҙрийәнең атаһы эргәһенә йүгергән. Ләкин һуң булған...
   Айлин үҙ-үҙенә ныҡ асыуланған, үҙ тәртибенә бигерәк тә.
   Был тәккәббер ҡыҙ тик алтын ғына юғалтҡан, тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ. Үҙенең был холҡон төҙәтмәһә, алтын кеүек үк, үҙенең ожмахын да юғалтасаҡ ул.
   Бәйғәмбәребеҙ ҙә шундай кешеләр тураһында бына нимә тигән бит:
   “Үҙенең йөрәгендә әҙ генә тәккәберлек булған кеше лә ожмахҡа инмәйәсәк”.
                                                                        * * *
                                                                             Бур
   Нурый бабай тыныс, эскерһеҙ кеше булған. Береһенең дә эшенә ҡыҫылмауы, аҙ һүҙле булыуы арҡаһында ҡайһы бер ауылдаштары уға шымтай тип ҡушамат таҡҡан.
   Бер ваҡыт ауылдаштарҙың иң аҡыллыларының береһе Нурый бабайҙың ишәген урлаған. Ә бабай яңы ишәк алырға тип баҙарға киткән.
   Баҙарҙы ҡыҙырып йөрөгән мәлдә Нурый бабай көтмәгәндә үҙенең урланған ишәген күреп ҡала.
   - Был ишәк минеке. Уны минән үткән аҙнала урланылар! — тигән ул ишәген урлаған кеше эргәһенә килеп.
   Бур бик әҙәпһеҙ ҙә булып сыҡҡан.
   - Яңылышаһың, — тигән ул. — Мин уны бәләкәй сағынан алып үҫтерҙем.
   Был мәлдә Нурый бабайҙың башына бер шәп уй килгән. Ул ишәктең күҙҙәрен усы менән япҡан да, бурҙан һораған:
   - Ишәк һинеке булғас, йәле, әйтеп ҡара, уның ҡайһы күҙе күрмәй?
   Көтөлмәгән 6ыл һорауға бур икеләнеп:
   - Уң яғы, — тигән.
   Ишәктең уң күҙенән ҡулын алып, Нурый бабай шулай яуап биргән:
   - Күреүеңсә, был күҙе уның сәләмәт.
   Бур шунда уҡ үҙен төҙәткән:
   - Мин ҡапылғара бутаным. Һул күҙе күрмәй.
   - Һин тағы ла дөрөҫ әйтмәнең, — тигән Нурый бабай, ишәктең һул яҡ күҙенән ҡулын алып.
   Яҡын-тирәләге кешеләр бурҙың алдаҡсы булыуын аңлап алып, уны хоҡуҡ һаҡлау органдарына тотоп биргән. Ә Нурый бабай ишәгенә атланып, өйөнә ҡайтып киткән. Барыһы ла уның ни тиклем аҡыллы булыуына һоҡланған.
   Бәйғәмбәребеҙ урлашҡан кешеләр тураһында шулай тигән:
   «Аллаһы Тәғәлә бурҙарға ҡарата мәрхәмәтле булмаҫ!»
                                                                        ***
                                                                   Икмәк телеме
   Басир тәбиғәте менән һәйбәт малай булған. Ләкин бай ғаиләлә үҫеп, үҙен бер ниҙә лә сикләмәҫкә өйрәнеп, ярлы кешеләрҙең тормошо тураһында бер нәмә лә белмәгән.
   Бер ваҡыт футбол уйнарға китеп барғанда малайҙы эт баҫтыра башлай. Йүгереп ҡасып барғанда ташҡа бәрелеп, Басир ергә йығыла һәм иҫтән яҙа.
   Иҫенә килөп, күҙҙәрен асһа, алдында яраларын дауалаған ҡатын менән үҙ йәшендәге бер малай баҫып тора.
   Баҡтиһәң, Мәхмүт әсәһе менән бергә этте ҡыуып ебәреп, иҫтән яҙған Басирҙы өйҙәренә күтәреп алып килгән һәм тәүге ярҙам күрһәткән, яраларын бәйләгән икән.
   Басир уларға рәхмәт белдергән. Был изге күңелле кешеләрҙең нисек ярлы, ябай йәшәүенә уның иҫе киткән.
   Үҙенең өйөнә ҡайтҡас та был әсә менән малай күҙ алдынан китмәгән, уларҙы уйлап, тамағына аш үтмәгән хатта. Икенсе көнөнә Басир, тоҡсайға аҙыҡ тултырып, Мәхмүттәргә киткән. Шулай итеп, киске ашты улар бергә ашаған. Был ваҡиғанан һуң Басир менән Мәхмүт иң яҡшы дуҫтар булып киткән.
   Изге күңелле Басир Бәйғәмбәребеҙ ҡушҡанса эшләгән:
   “Күршеһе асығып, үҙе туҡ булған кешене беҙҙең кеше тип атау һис ярамай”.
                                                                     ***
                                                      Йәнде телгеләр ҡылыҡ
   Был хәл Рамаҙан айында була.
   Ифтар алдынан әсәһе ӘҙҺәмде икмәк алырға тип пекарняға ебәрә. Пекарня алдына оҙон сират төҙөлгән була. Ифтар ваҡыты яҡынлаша барған һайын, сиратта тороусы халыҡ сабырһыҙлана бара.
   Һатыусы ла ҡабалана башлай.
   Тап ауыҙ асыу ваҡыты еткәндә ӘҙҺәмдең сираты ла килеп етә. Һатыусы ҡабаланыуҙан уға аҡсаны артығы мөнән ҡайтарып бирә.
   Әҙһәм ҡаушап ҡала ҡалыуға, аптырап, бер һатыусыға, бер аҡсаларға ҡарап тора ла, бер ни өндәшмәй, тиҙерәк өйөнә ҡайтып китә.
   Өҫтәл артында ултырғанда ӘҙҺәмдең йөҙө уйсаныраҡ булыуына барыһы ла иғтибар итә. Йоҡларға ятҡанда борсолоуы тағы ла нығыраҡ көсәйә. Кемдер уға:
   - Һин ниңә кеше аҡсаһын алдың?” — тип әйтеп торалыр кеүек тойола.
   Ул барыһы тураһында ла әсәһенә һөйләргә уйлай ҙа, тыйыла. Әсәһе уны әрләйәсәк һәм оялтасаҡ бит, тип уйлай.
   Шулай төнө буйы борғоланып, борсолоп сыға Әҙһәм. Иртән йоҡонан торғас та уны борсолоу ташламағанын аңлай ул.
   Шул саҡ ҡарашы стенала торған календарға төшә. Уны йыртып алып, Бәйғәмбәрҙең ошо хәҙисен уҡый:
   “Һинең йәнеңде телгеләгән, башҡаларға белдермәҫкә теләгән нәмә — ул гонаһ була”.
   Шунда ӘҙҺәм йөҙөнөң ҡыҙарып китеүен тоя. Бәйғәмбәр был хәҙисте тап уға төбәп әйткән кеүек була. Ул туп-тура пекарняға юллана Һәм ғәфү үтенеп, һатыусыға яңылыш биреп ебәргән аҡсаны кире ҡайтара.
                                                                 ***
                                                                Аралашсы
   Ҡышҡы һалҡын бер көндә мәктәпкә барған саҡта Ғайса пальтоһыҙ бер ярлы малайҙы осрата. Бахырҙың аяҡ кейеме лә туҙған, дымланған. Ғайсаның ғаиләһе бик үк бай булмаһа ла, бындай уҡ хәлгә ҡалғандары юҡ. Шуға ла малай был күренештән тетрәнә.
   Ярлы малайҙы йәлләй-йәлләй, Ғайса уның артынан атлай. Баҡтиһәң, икеһе лә бер мәктәпкә китеп бара икән. Ләкин Ғайсаның уны элек бер тапҡыр ҙа күргәне булмай. Был малайға нисек ярҙам итергә? Ошо һорау борсой хәҙер уның күңелен. Әгәр ҙә малайға ботинкаларын сисеп бирһә, үҙе яланаяҡ ҡаласаҡ.
   Тәнәфес ваҡытында Ғайса теге малайҙы табып ала, һөйләшә башлай. Улар шулай дуҫлашып китәләр. Бер нисә йыл элек был малайҙың атаһы үлгән икән. Ике бәләкәс ҡустыһы Һәм әсәһе менән улар яңғыҙ тороп ҡала Һәм яңыраҡ ҡына ошо районға күсеп килә. Ғайса яңы дуҫына үҙе килтергән ризыҡтарын бүлеп бирә.
Ярлыларға нисек ярҙам итеп була, тигән һорау менән Ғайса атаһына кисен мөрәжәғәт итә Һәм яуапһыҙ ҡалмай.
   Икенсе көнөнә, дәрестәр тамамланғас, Ғайса ярлыларға ярҙам итеү фондына бара. Бик әҙәпле, белемле кешене осратып, уға дуҫы тура-бөтәһен дә түкмәй-сәсмәй Һөйләп бирә, ярҙам һорай. Был оло кешегә Ғайсаның дуҫына ҡарата изге мөнәсәбәте оҡшап ҡала һәм ул бына ни ти:
   - Һинең кеүектәрҙе Аллаһы Тәғәлә лә, Бәйғәмбәр ҙә ярата. Сөнки һин тап беҙ-хәҙисөндә яҙылғанса эшләгәнһең:
   «Изге эш башҡарырға ярҙам итеүсене, изге эште башҡарыусы кеүек үк мәрхәмәтлектәр көтә».
                                                                          ***
                                                                  Йәшенмәк уйыны
   Ихсан иптәштәре менән йәшенмәк уйнап йөрөй.
   Иптәштәре төрлө урынға ҡасып, йәшенеп 6өтә. Ихсан да юл ситендәге ҙур бер каштан ағасы артына 6оҫоп ултыра. Уйынды алып барыусыға уны табыу бик еңелдән булмаясаҡ икәнен белә ул.
    Тап шул ваҡытта малай эргәһенә сал һаҡаллы бер ҡарт килеп баҫа Һәм уға былай тип өндәшә:
   - Улым, һинән бер адрес тураһында һорайым, тигәйнем...
   Ихсан ҡартҡа боролоп, бармаҡтарын ирененә терәй Һәм:
   - Өндәшмәгеҙ... — ти. Бабай аптырап һорай:
   - Мин ниңә өндәшмәҫкә тейешмен һуң, улым? Мин Һинән һорамаҡсы ғына булғайным. Белһәң-әйт, белмәһәң — үҙең өндәшмә. Ҡалай ҡыҙыҡ был ҡала балалары!
   Уйынды алып барыусы бер ҡарттың каштан эргәһендә туҡтап, кем менәндер һөйләшеп торғанын шәйләп ҡала Һәм шым ғына улар эргәһенә яҡынлай.
   Ә ҡарт һаман да малайҙың өндәшмәй ултырыуын аңлай алмай маташа Һәм былай ти:
   - Йәл, был балаларға Бәйғәмбәребеҙҙең:
   “Юлсыға юл күрһәтеү — изге эш», — тигән һүҙҙәре барып етмәй”.
   Был һүҙҙәрҙән һуң Ихсанға оят булып китә. Ул уйын тураһында онота. Йәшенгән урынынан сыға ла ҡарт эргәһенә килә. Унан ғәфү үтенә һәм ул һораған адрес буйынса уны оҙатып уҡ ҡуя.
                                                                           ***
                                                                            Хәйләкәр
   Айхан тәртипле малай булған. Барыһына ла уның һүҙ көрәштерергә яратыуы ғына оҡшамаған.
Көҙгө йылы көндә балалар күл буйында йыйылып, диңгеҙҙәр һәм күлдәр хаҡында Һөйләшә. Диңгеҙҙәр күпкә тәрәнерәк, һыуығыраҡ, тип әңгәмәләшә улар.
   Айхан, ғәҙәттәгесә, киреһен иҫбатларға тотона. Башҡа балалар, уның ҡылығын белеп, һүҙ көрәштермәҫкә була. Ситкә китеп, барыһы ла һыуға таш ташлай, күңелле итеп ваҡыт үткәрә. Зәңгәр һыу өҫтөндә таштар һикергеләй.
   Иң күп тапҡыр һикергән таштар Фәрүктеке була.
   - Таштарыңа ҡарайыҡ әле, — ти Айхан көнләшкән һымаҡ.
   Устарын асып, Фәрүк таштарҙы күрһәтә. Ысынлап әйткәндә, улар башҡаларҙан бер ни менән дә айырылмай. Ләкин Айханға бит бәйләнергә сәбәп кенә кәрәк:
   - Әлбиттә, бындай таштар менән теләһә кем дә яҡшы бәрә ала — улар бит ҡағыҙ шикелле нәҙек.
   Фәрүк шундуҡ хәлде аңлап ҡалып, шулай ти:
   - Ал һуң минекен, миңә үҙеңдекен бир.
   Ләкин бер ни ҙә үҙгәрмәй. Аварияға эләгеп, аяғын яралаған Хәйҙәр Айханға:
   - Бөгөн һинең көнөң түгел, шикелле, — ти. Уңышһыҙлыҡтарынан кәйефе ҡырылған Айхан:
   - Һин бында нимә ҡыҫылаһың, аҡһаҡ, — тип ҡысҡыра.
   Барлыҡ балаларҙы ла был хәл аптырашҡа ҡалдыра, бөтәһенең дә Айханға йәне көйә, уның ныҡ йәмһеҙ ҡыланғанына ишаралай.
   Бәйғәмбәр әйткән һүҙҙәрҙе малай белмәгәндер инде: “Бер диндә булған кеше менән әрләшмә, унан көләһе булма”, — тигән ул.
                                                                        ***
                                                                          Нәфсе
   Ғәли мөнән Ғәйшә емештәрен өҙөп ҡабырға тип, сейә ағасына менә. Ғәлигә ағастың иң осондағы сейәләр нығыраҡ бешкән кеүек тойола, шуға ла ул уларҙы өҙөргә тырышып, юғарыраҡ үрләй.
   - Ботаҡтар бик нәҙек, һине күтәрмәүе мөмкин. Ул ҡәҙәре юғарыға үрелмә, емештәр бында ла өлгөргән бит, — тип иҫкәртә уны Ғәйшә.
   Ләкин Ғәлиҙең күҙҙәре бары тик ағас осондағы емештәрҙе генә күрә Һәм Ғәйшәне тыңламай. Шул арала ул сейә ботағы менән бергә ергә ҡолап та төшә һәм аяғын һындыра. Хәҙер инде ул аяғы гипслы көйө сейә ағасына алыҫтан ғына ымһынып, бик күп көндәр өйҙә ятып үткәрәсәк.
   Ғәлиҙең был ҡылығын нәфсе тип атап буламы? Был тағы ла Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙҙең шул хәҙисен иҫкә төшөрә:
   “Кешенең алтын менән тулы ике шишмәһе булһала, уның өсөнсөһөн булдырғыһы киләсәк. Уның күҙҙәрен уның мәйетенән башҡа бер ни ҙә туйҙыра алмаясаҡ”.
                                                                       ***
                                                                    Батыр улдар
   Кешеләрҙе талап йөрөгән юлбаҫарҙар ҡулына бер ярлы ғына ҡарт барып эләгә.
Юлбаҫарҙар башлығы уға былай ти:
   - Әгәр ҙә ҡолдар баҙарында һатылыуыңды теләмәһәң, йөҙ алтын табып түлә Һәм беҙ һине иреккә ебәрәбеҙ.
   Бахыр ҡарт, аҡса өмөт итеп түгел, ә үҙе хаҡында белгертеү өсөн яҡындарына хат яҙа.
   Ҡарттың улы бик изгелекле Һәм ҡыйыу була.
   Ул атаһының хатын алыу менән уның янына юнәлә.
   - Әфәнделәр, — ти ул юлбаҫарҙарға, — мин һеҙҙән атайымды түләүһеҙ ебәреүегеҙҙе үтенмәйем. Мин беләм: һеҙ быны эшләмәйәсәкһегеҙ. Атайым бик ҡарт һәм хәлһеҙ генә. Һеҙ уны ҡоллоҡҡа һата ла алмаҫһығыҙ. Һеҙ уны ебәрегеҙ ҙә, ҡоллоҡҡа мине һатығыҙ, аҡса ла эшләрһегеҙ.
   Юлбаҫарҙарҙың башлығы үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанмай тора хатта.
   - Ҡара әле, шундай улдар ҙа бар икән донъяла! — тип һоҡланыу белдерә ул. — Беҙҙә лә кешелеклелек үлеп бөтмәгән. Мин һиңә атайыңды бүләк итәм, ана бара юлығыҙ...
   Атай Һәм ул шатланып өйҙәренә ҡайтып китә.
   Был хикәйәт Бәйғәмбәребеҙҙең шул хәҙисен иҫкә төшөрә:
   “Һәр бала үҙ атаһы алдында мәңге түләп бөтмәҫлек бурыслы. Әгәр ҙә ул атаһын ҡол булған сағында табып, уны һатып алып, ҡоллоҡтан ҡотҡарһа, шул рәүешле үҙенең бурысын үтәгән булыр”.
                                                                         ***
                                                                         Кәзәләр
   Атаһы Нәжипкә 6әләкәй генә кәзә бәрәсе бүләк итә. Нәжип йәй буйы шул бәрәсте тәрбиәләй, уныһы малай артынан ҡалмай, йүгергеләп йөрөй, тояҡтары мөнән сапсый.
   Атаһы Нәжиптө гел иҫкәртеп тора:
   - Бәрәсең өйгә инә күрмәһен, юҡһа, тояҡтары менән сапсып, ниҙелер зарарлауы мөмкин, — ти ул.
   Берсаҡ Нәжип туп алырға тип өйгә инә һәм артынан ишекте ябырға онота.
   Кәзә бәрәсе уның артынан килеп инә лә, туп-тура ҡаршыһында торған көҙгөгә йүнәлә. Көҙгөлә үҙе кеүек үк кәзә бәрәсен күргәс, уға ташлана. Көҙгө селпәрәмә килә.
   “Атаң һүҙен тыңла", — тигән Мөхәммәт бәйғәмбәр. Нәжип атаһының һүҙен ҡолағына элмәгәс, шулай эш боҙған.
                                                                         ***
                                                         Ниндәй малай һәләтле?
   Өс ҡатын ҡулдарына ауыр кәрзин тотоп, баҙарҙан ҡайтып килә. Бер аҙҙан улар юл ситендәге эскәмйәгә ял итергә ултыра, һөйләшә торғас, балалары тураһындағы хәбәргә тотона былар.
   Ҡатындарҙың береһе улының физик яҡтан көслө булыуы, оҙаҡ итеп бер ҡулында йөрөй алыуы менән маҡтана.
   Икенсеһе улының һандуғас кеүек йырлауы, бар халыҡтың уға һоҡланыуы тураһында һөйләй.
   Өсөнсө ҡатын әхирәттәренең һүҙен өнһөҙ генә тыңлай. Улдары менән маҡтанған ҡатындар унан:
   - Ниңә улың хаҡында бер ни ҙә әйтмәйһең? — тип һорай ҡуя.
   - Минең улымдың маҡтанып телгә алыр һәләтлектәре юҡ, — ти ҡатын.
   Был һөйләшеүҙе тыңлап торған бер ҡарт ҡатындарҙың артынан китә. Бына ҡатындар йорттары эргәһенәрәк еткәс, кәрзиндәрен ергә ултыртып, бил яҙып, талған беләктәрен ыуғылап тора. Әсәләрен күреп, малайҙары улар янына йүгереп килеп етә. Улдарҙың береһе баштүбән тороп, бер ҡулында йөрөп күрһәтә. Икенсе малай таш өҫтөнә ултырып, әсәһе яратҡан йырҙы йырлап ебәрә. Был малайҙарҙың әсәләре ҡәнәғәт йөҙ менән ҡул саба, ҡыуанысын белдерә. Ә өсөнсө малай әсәһе эргәһенә килеп, уның ҡулынан кәрзинен ала һәм:
   - Әсәй, ҡана мин һиңә ярҙам итәйем, — ти.
   Шул саҡ ҡатындар эргәләренән уҙып барыусы ҡартты күреп ҡала Һәм унан малайҙарҙың һәләтлеге тураһындағы фекерен һораша.
   - Мин бында бер генә һәләтле малайҙы күрҙем, — ти ҡарт. — Ул үҙенең әсәһенә ярҙам итергә ташланған бала. Ул Бәйғәмбәребеҙҙең изге хәҙисендә әйтелгәнсә эшләне:
“Кәңәшем — һәр кем үҙ әсәһенә ярҙам итһен".
                                                                         ***
                                                                         Тәрилкә
   Олатай кеше бик ныҡ ҡартая, ашарға ултырғанда ҡалаҡты ла йүнләп тота алмай башлай. Шуға ла өҫтәлгә ашын түгеп бөтә, ризыҡтарҙы төшөрөп ебәрә.
   Был хәл уның улы менән килененә оҡшамай. Ҡарттың хәле юҡлығына ышанмайынса, һаҡһыҙ ҡыланыуҙа ғәйепләй улар уны. Шуға ла ҡартты үҙҙәре менән бергә өҫтәл артына түгел, ә иҙәнгә айырым ултырта башлайҙар.
   Ҡарттың ейәне Хәсән был хәлгә бик ныҡ борсола, атаһы менән әсәһе әрләмәһен тип, олатаһына ашарға ярҙамлаша.
   Бер саҡ ҡарт ашап ултырғанда тәрилкәне төшөрөп вата. Улы менән килене уға тағы ла нығыраҡ асыулана. Ошонан һуң ҡартҡа ашты пластик тәрилкә менән бирә башлайҙар. Ул тәрилкәне, ғәҙәттә, йыуып тормайҙар, ташлайҙар. Быны күреп торған Хәсән әсәһенә былай ти:
   - Әсәй, 6ыл тәрилкәләрҙе ташлама, улар киләсәктә миңә кәрәк буласаҡ.
Атаһы аптырап һорай:
   - Ниңә кәрәк булыр тиһең улар һиңә?
   - Һеҙ ҡартайғас, мин дә һеҙгә ашты ошо тәрилкәләргә һалып бирермен, — ти Хәсән.
   Әсәй менән атайға үҙ ҡылыҡтары өсөн оят булып китә. Улар ошонан һуң ҡартты тағы ла өҫтәл артына ултырта башлай.
   Әгәр ҙә был ҡарттың улы менән килене әсәй менән атайға күрһәтелгән изгелек кешене ожмах ҡапҡаһына килтереүсе иң яҡшы сифат икәнен белһә, былай йәмһеҙ ҡыланмаҫ ине.
   Бәйғәмбәребеҙ нисек яҡшы әйткән:
   “Ата-әсәһен шатландырған кешегә Хоҙай рәхимле. Ә ата-әсәһен илатҡанға Хоҙайҙың асыуы төшөр”.
                                                                        ***
                                                                Ручка һинекеме?
   Йәлил исемле малай ручкаһын юғалта. Ул, ярлы йәшәгәнлектән, ата-әсәһенең тағы ла ручка һатып алырға мөмкинлеге булмауын иҫләп, юл ситенә ултыра ла, илай башлай. Шул мәлдә уның эргәһенән яҡшы ғына кейенгән бер ир уҙып бара. Малайҙың илау сәбәбен белеп ҡалғас, кеҫәһенән ручка сығара Һәм малайҙан:
   - Һин ошо ручканы юғалттыңмы? — тип һорай. Йәлил күҙ йәштәрен көскә тыйып:
   - Юҡ, минең ручкам былай уҡ матур түгел ине, — тип яуаплай. Малайҙың дөрөҫтө һөйләүе баяғы иргә бик оҡшай, шуға ла ул малайға ручкаһын һона Һәм:
   - Дөрөҫтө һөйләүең өсөн мин һиңә ошо ручканы бүләк итәм, ти.
   Бәйғәмбәребеҙ үҙенең бер хәҙисендә ошо малай кеүектәр тураһында былай тигән:
   “Дөрөҫлөк изгелеккә, ә изгелек ожмахҡа илтә”.
                                                                         ***
                                                                        Алдаҡсы
   Ул көндө судҡа бер ир менән ҡатын араларындағы бәхәсте хәл итеүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Бына ҡазый үҙ урынын ала һәм эште тикшереү башлана. Иң тәүҙә ҡатынға һүҙ бирелә. Ул эргәһендә ултырған йонсоу ғына иргә төртөп күрһәтеп, илай-илай Һөйләй башлай:
   - Ошо кеше миңә һөжүм итте Һәм мине мыҫҡылланы, шуға уға ҡарата ялыу менән килдем.
Ир кеше аҡлана башлай:
   - Ул ялған һөйләй, хөрмәтле ҡазый. Баҙарҙа һарыҡтарымды һатып бөттөм дә, аҡсамды һанап тора инем, ошо ҡатын килеп, аҡса биреүемде талап итте. Бирмәһәм, миңә насар булаһын тип, иҫкәртте. Уның янауҙарына иғтибар итмәгәнемде күргәс, ҡысҡыра Һәм миңә яла яға башланы.
   Хөрмәтле ҡазый яуапҡа тарттырылыусыларҙың сығышынан кем ғәйепле, кем ғәйепһеҙ икәнен шунда уҡ аңлай. Әммә хөкөм сығарырға ашыҡмай Һәм ир кешегә былай тигән була: "Нисек инде, һин был бахыр ҡатынға һөжүм иткәнһең, ә үҙ ғәйебеңде танымайһың. Һөжүм иткән өсөн хәҙер үк уға аҡса бир!”.
   Ҡазыйҙың был ҡыҙыҡ хөкөмөнә барыһы ла аптырап ҡала. Ә ҡатын ир һонған аҡсаны шатланып эләктереп ала ла, ҡазыйға рәхмәт уҡып, китергә ашыға. Шунда ҡазый иргә был ҡатынды ҡыуып етергә Һәм аҡсаһын ҡайтарып алырға бойора. Бер ни ҙә аңламаһа ла, ир ҡатын артынан йүгерә.
   Күпмелер ваҡыттан һуң был икәүҙе тағы ла ҡазыйға алып киләләр. Ир кешенең бите тырналған, яраһынан ҡан аға, үҙе туҡтауһыҙ туҡмалған ҡабырғаларын ыуғылай. Ҡазый тағы ла беренсе булып ҡатынға һүҙ бирә. Ул асыуланып былай ти:
   - Ғәли йәнәптәре, был йүнһеҙ тағы ла миңә һөжүм итте һәм һеҙ биргән аҡсаларҙы таламаҡсы булды.
   - Ә ул кеше һиндәге аҡсаларҙы талап ала алыр инеме? — тип һорай унан ҡазый.
   - Ошондай һөлдәнән талана торған кешегә оҡшағанмынмы ни?! — ти ҡатын мыҫҡыллы итеп.
Шунда ҡазый асыуланып ҡысҡырып ебәрә:
   - Ах һин, оятҺыҙ ҡатын! Намыҫлы булып ҡыланып, был ир һиңә һөжүм итте, тинең. Әгәр ҙә шулай булһа, һин үҙ намыҫыңды яҡлап, ҡаршылыҡ күрһәтер инең, ә һин үҙеңә тейеш булмаған аҡсалар өсөн талашаһың. Аҡсаларҙы ҡайтарып бир был кешегә!

   Алдаҡсы ҡатынды хөкөмгә тарттырыр алдынан ҡазый уға шулай ти: “Ялған әхлаҡһыҙ, ә әхлаҡһыҙлыҡ тамуҡҡа илтә”.
                                                                      ***
                                                                        Тирәк
   Хөсни бабай хөкөм ителеүсегә бармағы менән күрһәтеп:
   - Хөрмәтле судья! Былтыр сит илгә сығып киткәнемдә мин ошо кешегә һаҡлауға бик ҡиммәтле балдаҡ ҡалдырғайным. Хәҙер уны үҙемә кире алам тиҺәм, бирмәй!
Судья хөкөм ителеүсегә ҡарап:
   - Нилектән һин кире балдаҡты ҡайтармайһың? — ти.
Хөкөм ителеүсе:
   - Был кеше алдаша. Бер ниндәй ҙә балдаҡ бирмәне ул миңә, — тип яуап ҡайтара.
Судья Хөсни бабайға тағы өндәшә:
   - Һинең уға балдаҡ биргәнде иҫбатлар кешең бармы?
   - Юҡ, — ти Хөсни. — Мин уға тирәк аҫтында балдаҡты тотторғанда, эргәлә бер кем дә юҡ ине.
Судья Хөсниҙе шул тирәккә ебәрергә ҡарар итә:
   - Ботағын алып кил.
Хөкөм ителеүсегә көтөп торорға ҡушыла. Ул быға шулай ти:
   - Өс сәғәт үтмәйенсә, ул кире әйләнеп ҡайтмаясаҡ. Тирәк бынан бик алыҫта үҫә.
Шунда судья хөкөм ителеүсегә:
   - Бына тотолдоң да инде. Балдаҡты алмаһаң, ул тирәктең ҡайҙа урынлашҡанын белер инеңме икән? Бәйғәмбәребеҙҙең өйрәткәнен ишеткәнең юҡмы ни:
   «Алдау — яманлыҡҡа, яманлыҡ тамуҡҡа килтерә».
   Ниһайәт судья 6ыл кешегә ҡаты хөкөм сығара.
                                                                       ***
                                                                       Шаңдау
    Кескәй Рәмзи баҫыуҙа эшләгән атаһына аҙыҡ алып китеп барған. Бер ваҡыт алыҫтағы тауҙарҙа ниндәйҙер ҡара шәүлә күреп, уны малай тип ҡабул итеп, ныҡ итөп ҡысҡырған: «Ээ-эй!»
   Тауҙан шундуҡ яуап яңғыраған: "Ээ-эй!”
   Рәмзи был тауыштың шаңдау икәнен белмәгәс, уны таштар артында йәшенеп торған теге малайҙың шаярыуы тип ҡабул иткән.
   - Әгәр ҙә мин һине тотһам, ух, ҡара уны! — тип ҡысҡырған ул. Шул уҡ яуап тағы ишетелгән:
   - ... ҡара уны!
Рәмзи асыуынан тағы ҡотороноп:
   - Сыҡ бында, ҡурҡаҡ! — тигән.
   Яуапҡа шул уҡ һүҙҙәрҙе ишеткәс, ул тауҙар яғына йүгергән. Арыған. Унда бер кемде лә тапмағас, Рәмзи баяғы малайҙы тау башында йәшенеп тора икән, тип уйлаған. Таштарға тотоноп, өҫкә үрмәләгән. Малайҙың кәрәген ныҡ биргеһе килгән уның.
   Ләкин бер ваҡыт ул атаһының баҫыуҙа эшләп, асығып йөрөүен иҫөнә төшөрөп, башлаған юлын дауам иткән.
   Баҫыуға килеп еткәс, Рәмзи атаһына булған хәлдә һөйләп биргән. Атаһы улына шулай тигән:
   - Һөйләгән кеше үҙе теләмәгәнде ишетергә теләй.
   Рәмзи Бәйғәмбәребеҙҙең хәҙисен белһә, улай итмәҫ ине:
   “Аллаһҡа ышаныусы ҡиәмәт көнөндә лә йә яҡшы һүҙ һөйләһен, йә бөтөнләй шым булһын!..”
                                                                        ***
                                                                          Икмәк
   Ҡышҡы һыуыҡ көн.
   Хәсән тигән малай магазиндан икмәк һатып ала ла өйөнә табан ҡайтырға сыға.
   Юлда ул аслыҡтан ҡабырғалары беленеп ябыҡҡан бер этте күреп ҡала. Эт көсҺөҙ генә сыйылдай-сыйылдай, малай ҡулындағы кәрзингә моронон тыға.
   Хәсән бахыр этте йәлләп, үҙ алдына һөйләнеп ҡуя:
   - Икмәкте һиңә ашатыр инем дә, әсәйемдән әрләнермен шул. Икмәк өйҙә лә кәрәк 6ит...
   Ләкин Хәсәндең эткә булған йәлләү тойғоһо барыбер еңә. Малай кәрзинен ергә ҡуя ла, икмәкте ваҡлап, эткә ашата башлай.
   Уларҙың йәнәшенә шулай уҡ бик йомарт Һәм магазиндан ҡайтып килеүсе бер кеше яҡынлаша.
   Ул малайҙың эткә өндәшкән һүҙҙәрен ишетеп ҡала һәм һиҙҙермәйенсә генә Хәсәндең кәрзиненә үҙенең икмәген һала.
   Өйҙәренә ҡайтҡас, Хәсән кәрзиндәге икмәктең үҙ урынында булыуын күреп, бик аптырай.
   Әгәр ҙә Хәсән Бәйғәмбәребеҙ әйткән "Хәйер биреүҙән кеше ярлы булып китмәй”, тигән һүҙҙәрен белгән булһа икән...
                                                                       ***
                                                     Һаран ожмахтан йыраҡ
   Ихсандың 6ик һаран бер ағаһы була. Үҙе лә ашамай, башҡаларға ла бирмәй, тиҙәр ундайҙар тураһында. Шуға ла был кешене берәү ҙә яратмай.

   Был һаран, байлыҡ ҡул аҫтында булырға тейеш, тип иҫәпләп, бар байлығын алтынға күсереп бөткән була. Ә алтынын баҡсаһының бер мөйөшөнә күмеп ҡуя. Ул уны көн дә асып ҡарай, һанай ҙа, яңынан күмеп ҡуя. Ошо шөғөлө уға бөтмәҫ ләззәт бирә.
   Берҙән-бер көндө һаран алтынын ҡаҙып ҡарай, ә ул урынында булмай сыға. Алтынды кемдер урлап китә. Һаран ҡайғыһынан аҡылдан яҙырлыҡ хәлгә килә, сәстәрен йолҡоп илай. Быны күргән Ихсан ағаһын йыуатмаҡсы булып, былай ти:
   - Юҡҡа көйөнәһең, ағай. Ул алтын барыбер ерҙә ятты бит, һин улар менән файҙаланманың. Ул һиңә кәрәк булған булһа, ергә күмеп ҡуймаҫ, ә ниндәйҙер файҙалы эш өсөн тотонор инең...
   ...Бәйғәмбәребеҙ, һаранлыҡтан һаҡла, тип, Хоҙайға өндәшкән ваҡытта:
   “Һаран кеше Алланан да, ожмахтан да, кешеләрҙән дә йыраҡ”, — тиер булған.
                                                                         ***
                                                      Ихтыяжыңды ауыҙлыҡла
   Ҡышҡы һалҡын бер көндө Садиҡ мәктәптән ҡайтырға сыға. Көн шул тиклем һалҡын була, ул өшөп ҡалтырана-ҡалтырана килә. Етмәһә, аяғындағы ботинкалары тишелеп сыҡҡан, тишектән ингән ҡар аяҡтарын һыулап, үҙәгенә үткәреп өшөттөрөп, әрнетә. "Их, ҡасан ғына өшөттөрмәй торған пальто, ботинкаларым була инде...” тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә килә Садиҡ.
   Бына ул мәсет эргәһенә килеп етә. Шул мәлдә генә ҡарттар аҡшам намаҙына йыйылған була. Садиҡ ҡарттар менән бергә намаҙға баҫырға ярата, шуға ла ул мәсеткә инә. Тәһәрәт алған урынға барып, сиратҡа тора.
   Кран алдына баҫып, аяҡ кейемен сисергә итһә, ойоҡтарының бысранғанын күреп, асыуы килеп китә һәм тишек ботинкаларын бер мөйөшкә быраҡтыра.
   Шунда уның ҡарашы эскәмйәгә ултырып, кран аҫтында аяғын йыуған бер кешегә төшә. Ул кешенең икенсе аяғы булмай.
   Шунда Садиҡҡа тишек ботинкаға көйөнгән өсөн оят булып китә. Бәлки был бер аяҡлы кешенең аҡсаһы ла күптер һәм ул үҙенә әллә күпме ботинка ла һатып алырлыҡтыр. Ләкин барыһын да аҡсаға һатып алып булмай шул.
   Намаҙҙан һуң Садиҡ ҡулдарын күтәреп, үҙенә һау аяҡтар бүләк иткән Аллаға рәхмәт уҡый. Бәйғәмбәребеҙ әйткән бит:
   “Үҙ ихтыяжыңды ауыҙлыҡлай бел. Ул саҡта иң данлы кеше булырһың”.
                                                                       ***
                                                                    Автомобиль

   Хикмәт мәктәптә яҡшы уҡый. Мәктәбе өйҙәренән алыҫта урынлашҡанлыҡтан, Хикмәткә көн дә автобусҡа ултырып йөрөргә тура килә. Уның ҡыҙыҡһыныуҙары күп була. Шуларҙың береһе — автомобилдәр. Хикмәт иптәштәренә мәктәпкә барғандағы юлда осраған теләһә ниндәй машинаның марка һәм моделен әйтеп бирә ала. Уларҙың үҙҙәренең өйҙәрендә машина булмай. Был уны бер аҙ борсоһа ла, Хикмәт бер ваҡытта ла был хаҡта атаһына Һәм әсәһенә ауыҙ асып өндәшмәй. Атаһы хеҙмәткәр булып эшләй, уның эш хаҡы дүрт кешелек ғаиләне аҫырарға саҡ-саҡ етә. Шуға ла атаһынан машина һатып алырға һорау аҡылһыҙлыҡ икәнен яҡшы аңлай Хикмәт. Ғаиләһен аҫырау өсөн бар көсөн һалып тырышҡан кешегә бындай үтенес белдереү рәхимһеҙлек булыр ине.
   Шул уҡ ваҡытта уның менән бер кварталда йәшәгән синыфташы Әхмәттең мәктәпкә йәйәү йөрөүен дә аңлап етмәй Хикмәт.
   Бер ямғырлы көндө иптәштәре менән туҡталышта автобус көткәндә улар янынан ашыға-ашыға өйөнә ҡабаланған Әхмәттә күреп ҡала ла, уға:
   - Һыуланаһың бит. Әйҙә, хәҙер автобусҡа ултырабыҙ, — тип өндәшә.
   - Рәхмәт, миңә бер урынға инеп сығырға кәрәк, — ти Әхмәт.
   Был бер нисә тапҡыр ҡабатлана. Шунан Хикмәт ҡыҙыҡһынып был хаҡта әсәһенән һорай. Әсәһе Әхмәттең ғаиләһен яҡшы белә.
   Уларҙың атаһы бынан бер нисә йыл эләк үлеп ҡалған, әсәһе алты бала менән яңғыҙы тороп ҡалған. Ул кешеләргә өй йыйыштырып, балаларын астан үлтермәҫлек аҡса эшләй. Билдәлә, Әхмәттең автобусҡа ултырмауының сәбәбе — аҡса юҡлыҡта.
   Әсәһе һөйләгәндәр Хикмәттә тетрәндерә. Ә ул уларҙың машинаһы булмауға борсолоп йөрөй тағы. Шунда Хикмәт уның менән бер ҡалала йәшәгән, баш осонда ҡыйығы, эше, аҙығы булмаған меңәрләгән кешеләр тураһында уйлай. Ә уның ғаиләһендә барыһы ла насар түгел — бының өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт уҡый Хикмәт.
   Малай Бәйғәмбәребеҙҙең ошо хәҙисә тураһында алдан белгән булһа, үҙҙәренең машинаһы булмағанға ҡайғырып йөрөмәҫ инә:
   “Үҙегеҙҙән юғары булғандарға түгел, ә түбән булғандарға ҡарағыҙ”.
                                                                        ***
                                                                     Йомартлыҡ
   Борон-борон заманда Хатип исемле бер бай йәшәгән, ти. Бай булһа ла йомарт булған, ти ул. Яландарҙа иңләп көтөүҙәре йөрөгән. Байлығын башҡалар менән бүлешеүҙән оло кинәнес алған Хәтиптең Дөмәй исемле аты булған, ти. Тирә-яҡта был атҡа тиңдәр булмаған. Дөмәйҙең сабыуын көслө ел йә ыласын осошо менән сағыштырғандар. Хәтип үҙенең атын ныҡ яратҡан Һәм ҡәҙерләгән, бер нимәгә лә алмаштырырға ризалыҡ бирмәгән.
   Хәтиптең йомартлығы Һәм уның тоғро аты тураһындағы хәбәр батшаға барып еткән. Ул үҙенең төп вәзирен саҡырған да:
   - Хәтиптең йомартлығын һынап ҡарағым килә әле. Минең өсөн һора шул данлы атын. Бирерме икән? — тигән.
   Икенсе көнөнә батша кешеләре юлға сыҡҡан. Төнөн, ямғыр аҫтына ҡалып, улар Хәтип йәшәгән ауылға барып еткән Һәм Хәтиптең өйөндә ҡунырға ҡалған. Өй хужаһы уларҙы, ғәҙәттәгесә, ҡунаҡсыл итеп, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алған. Батша кешеләренә иң тәмле аҙыҡ әҙерләгән, иң таҙа яҫтыҡ йәйгән. Улар иң татлы йоҡоға сумғандар.
   Иртән иртүк батша кешеләре был ерҙәргә ниндәй маҡсат менән килеүен һөйләп биргән. Хәтип уларға асыуланып:
   - Ах, тәүҙә үк батшаның йомошо тураһында әйтһәгеҙ ни булған! Мин 6ит һеҙҙең тәмле ашауығыҙҙы теләп, иң яҡшы йылҡымды һуйып ашаттым. Кисә һауа торошо насарайғас, Дөмәйҙән башҡа йылҡы малы тапманыҡ. Һеҙҙе тейешенсә ҡунаҡ итергә теләп, ана шул иң яҡшы йылҡымды һуйҙым да инде , — тигән.
   Хәтиптең йомартлығы Бәйғәмбәребеҙҙең йомартлығына тиң. Ул да бит ҡасандыр ике кәзә һораусыға бөтә көтөүен биреп ебәрә.
   Йомартлыҡтың әһәмиәте Бәйғәмбәребеҙҙең түбәнге һүҙҙәрендә сағыла:
   “Йомарт кеше Аллаһҡа, кешеләргә, ожмахҡа яҡын һәм тамуҡтан йыраҡ булыр”,
— тигән Ул.
                                                                      ***
                                                                       Кирбес
   Борон заманда йәшәгән, ти, Хас-Морат исемле ярлы кеше. Ул Аллаһҡа ныҡ ышанған һәм әҙәпле кеше булған. Бер ваҡыт өй стенаһын ремонтлағанда ул кирбес ҙурлыҡ алтын тапҡан. Шатлығының сиге булмаған уның.
   «Ниһайәт, ярлылыҡтан ҡотолдом! Үҙемә ҙур йорт төҙөп ултыртасаҡмын, иҙәндәре ап-аҡ мәрмәрҙән буласаҡ... Баҡсаһында матур гөл-сәскәләр үҫеп, күҙҙең яуын алыр. Төрлө емеш биргән ағастар ултыртырмын, уларҙың ботаҡтарында матур-матур ҡоштар һайрап ултырыр, бар ғәләмгә моң таратыр», — тигән татлы уйҙар менән Хас-Морат йоҡоға сумған.
   Икенсе көнөнә төшөндә тағы ла матурыраҡ нимәләр күргән: йәнәһе лә, ул өйөнә яңы хеҙмәткәрҙәр ала...
Көн һайын шулай хыял диңгеҙендә йөҙөп, Хас-Морат бар донъяһын онота: ашамай ҙа, намаҙҙы ла онота, барлыҡ сауаптарҙы биргән Аллаһы Тәғәлә хаҡына ла рәхмәт сүрәләрен уҡымай.
   Бер ваҡыт ҡала буйлап йөрөгәндә, Хас-Морат зыярат ситендә кирбестәр эшләгән кешене осрата. Был кеше ерҙән балсыҡ ҡаҙып алып, уны һыу менән ҡушып, кирбес өсөн формаларға һалып тора икән. Ике ир һөйләшеп китәләр һәм эшсе Хас-Моратҡа ныҡлы кирбестәр эшләүҙең серен аса:
   - Зыяраттаға балсыҡтан эшләнгән кирбестәр нығыраҡ була һәм оҙаҡ хеҙмәт итә.
Был һүҙҙәр Хас-Морат өсөн аяҙ көндә күк күкрәү кеүек яңғырай:
   - Эх, ахмаҡ! Һинең ҡалдыҡтарыңдан да бит кирбес эшләрҙәр, килер шул көн! Ҡулыңа алтын килеп эләккәйне, һин башыңды юғалттың. Намаҙҙы ла, сүрәләрҙе лә оноттоң. Аҙым һайын һин үлемгә яҡыныраҡ. Хыялдарыңды онот! Аллаһы Тәғәлә ебәргән сауапты дөрөҫ ҡуллан, теләһә нимәгә әрәм итмә!
   Шул ваҡыт көндөҙгө намаҙға саҡырыу ишетелә. Хас-Морат күп уйлап тормайынса, ихлас йылмайыу менән мәсет яғына юллана.
   Хас-Морат Бәйғәмбәрҙең:
   “Ухуд тауындай алтыным булһа, уның миндә өс көндән артыҡ тороуын теләмәҫ инем”, — тигән хәҙисен тәүҙән үк белһә ине ул”...
                                                                        ***
                                                                          Ҡунаҡ
   Баҡсала уйнап йөрөгән ваҡытында Хәмди юл буйлап китеп барған сал сәсле ҡартты күреп ҡала. Матур бер йорттоң ҡапҡаһына килеп еткәс, ул ял итергә ултыра.
   - Малай! — тип ҡарт Хәмдигә өндәшә. — Бер төнгә генә ошо ҡунаҡһарайҙа ҡала аламмы мин?
   - Был ҡунаҡһарай түгел да ул, — тип көлөп ебәрә Хәмди.
   - Нимә һуң был?
   - Был беҙҙең өйөбөҙ.
   - Әә... Ә кем төҙөгән был өйҙө?
   - Минең олатайым.
   - Олатайың уны кемгә ҡалдырған?
   - Атайыма.
   - Атайың кемгә ҡалдырыр?
   - Миңәлер...
Ҡарт йылмайып, Хәмдигә шулай тигән:
   - Йорттоң барлыҡ хужалары ла уны кемгәлер ҡалдыра килгән икән, тимәк, һеҙ бөтәгеҙ ҙә был өйҙә ҡунаҡ ҡына, улым.
   Яңы уҡыу йылы башланғас, дин мәҙәниәте дәресендә уҡытыусы балаларға йәй көнө булған иң сағыу мәлдәрҙе иҫкә алырға ҡуша. Хәмди үҙенең сал сәсле ҡарт менән булған хәлен һөйләй. Әлбиттә, бөтә балалар ҙа был хәлдең мәғәнәһен, фәлсәфәһен аңламай. Ә уҡытыусы дәресте Бәйғәмбәребеҙ ҡалдырған хәҙис менән тамамлап ҡуя:
   “Мин был донъяла ағас күләгәһендә ял итеп алып, юлын артабан дауам иткән юлсы ғына”.
                                                                           ***
                                                                           Утынсы
   Муса Бәйғәмбәр заманында бер ярлы утынсы йәшәгән, ти. Көн һайын урманда утын ярған, ауыр хеҙмәте өсөн тинләп аҡса алған. Ул арыу-талыу белмәй эшләгән, тормошона хатта зарланмаған да.
   Тик күршеһенең шул уҡ эште еңелерәк, ишәк ярҙамында эшләүенә ул түҙә алмаған, көнләшкән.
Бер ваҡыт ярлы утынсы, Муса Бәйғәмбәр янына килеп, үҙенең ауыр тормошона зарланған:
   - Утын күтәреп йөрөткәндән арҡам һыҙлай. Үҙ ғүмеремдә ал-ял күргәнем юҡ. Зинһар өсөн, Аллаһы Тәғәлә алдында торғанда минең турала ла әйт инде. Ул миңә ишәк ебәрһен, миңә еңелерәк булыр.
Аллаһ алдында килеп баҫҡанда, Муса Бәйғәмбәр бының барыһын да һөйләгән. Аллаһ шулай яуап ҡайтарған:
   - Был ҡол көнләшеү менән ауырый. Был сирҙән ҡотолмаһа, бер ҡасан да тыныс йәшәй алмаясаҡ. Барыһынан элек ул кешеләргә көнләшеп ҡарауҙан ҡотолорға тейеш. Уның күршеһенең ишәге ауырып киткән. Ишәк һауыҡһын, тип сүрә уҡыһын, әйт уға. Шунда уға ла ишәк бирербеҙ.
Муса Бәйғәмбәр был һүҙҙәрҙе утынсыға әйткәс, ҡарттың көнләшеүе үҫкән генә:
   - Мин ундай сүрәне уҡый алмайым. Миңә ошолай көн күреүем дә оҡшай. Аллаһтан башҡаса ишәк һорамайым. Күршемдең ишәгенең һауыҡмауы ла миңә еткән.
   Ни тиҺәң дә, көнләшеү — ул ауырыу. Сирләгән бәхетле була алмай. Ярлы утынсыны ауыр хеҙмәте түгел, ошо көнләшеү хисе ауырытҡан.
   Һәм хәлһеҙләндергән дә инде. Бәйғәмбәребеҙҙең хәҙисә быны иҫбатлай:
   “Көнләшмәгеҙ. Утынды ялҡын йотҡан кеүек үк, был хис тә кешенең изге эштәрен юҡҡа сығара”.
                                                                         ***
                                                                             Игәү
   Адем иртән иртүк тороп, баҙарға сығып китә. Бар һатып алған нәмәләрен бер сумкаға тултыра. һатып алған нәмәләр араһында игәү ҙә була, тап ул сумканы тишкесләп бөткән икәнен ҡайтып еткәс кенә күреп ҡала Адем.
   Әйберҙәрен урынлаштырып бөткәс, итле төргәкте лә тишеп, ҡанға буялған игәүҙе аҙаҡ йыуып алырмын тип, бер мөйөшкә һалып тора. Ит еҫенә бесәй йүгереп килә лә, баяғы игәүҙе ялай башлай.
   Ялай, ялай, әммә игәүҙәге ҡанды ялап бөтөрә алмай. Баҡтиһәң, бесәй игәүҙең йөҙөнә телен яралаған да, үҙ теленән һарҡыған ҡанды ялай икән.
   Үҙе, табышымды тартып алып ҡуймаһын, тигәндәй, Адем яғына ҡарап-ҡарап ала, ти.
Адем был хәлде атаһына Һөйләй. Атаһы йылмайып ҡуя ла, шулай ти:
   - Ҡайһы бер кешеләр ҙә һинең бесәйеңә оҡшаш, улым. Улар зарарлы ғәҙәттәре үҙҙәренә үк зыян килтерә икәнен аңламай. Ошо бесәй һымаҡ, уларҙың зарарлы ғәҙәттәренә ҡаршы торған кешеләргә асыуланалар хатта.
   - Бәлки уларға насар ҡылыҡ ҡылырға ҡамасауламаҫҡа кәрәктер? Быны улар үҙҙәре аңларға тейеш, — ти Адем.
   - Юҡ, улым, беҙ уларҙы насар ҡылыҡтары менән икәүҙән-икәү ҡалдырырға тейеш түгелбеҙ. Беҙҙең бурыс — кешеләрҙе насар ҡылыҡтарҙан баш тарттырыуға өлгәшеү.
Шунан ул Адемға Бәйғәмбәрҙең ошо хәҙисен Һөйләп ишеттерә:
   “Яуызлыҡты күргән кеше уны үҙ ҡулдары менән туҡтатһын. Ҡулдары менән туҡтата алмаһа, һүҙҙәре менән туҡтатһын. Былай ҙа булдыра алмаһа, яуызлыҡты йөрәге менән кире ҡаҡһын”.
                                                                     ***
                                                                          Эт
   Миңлебай ағай үҙенең ҡатыны менән яланда эшләп йөрөй. Уларҙың бәләкәс кенә улдары Ҡарабаш исемле эт менән бергә ялан ситендәге ағас аҫтында серем итеп ята.
   Ата-әсә ағас эргәһенә килгәс, ҡурҡыныс күренешкә шаһит була: уларҙың бәләкәс балаһы салҡан ята, ә Ҡарабаш ҡанға буялып, ҡыҙғаныс төҫ менән бала эргәһендә ултыра.
   Миңлебай ағай, Ҡарабаш сабыйға тейгән, тип уйлап, эттең башына салғыһы менән һуғып ебәрә. Эт шундуҡ ҡанһырап ергә йығыла.
   Сабыйҙарының тыныс йөҙ менән килеп тороуына ата-әсә бигерәк тә аптырай. Ә баланың эргәһендә ятҡан үлек йыланды күргәс, ата-әсә бик ныҡ яңылышҡанын аңлай: Ҡарабаш, сабыйҙы ҡотҡарам, тип, йылан менән алышҡан булған икән...
   Әгәр ҙә Миңлебай ағай тәүҙә үк асыуын ҡабартмай, тыныс тотһа икән үҙен! Бәйғәмбәр ҙә бит хәҙисендә шулай тип иҫкәрткән кешеләрҙе:
   “Уйлап эшләнгән эш — Аллаһтан, ашығып эшләнгәне — шайтандан”.
                                                                     ***
                                                                 Ерән һыйыр
   Ғәйшә үҙенең баҡсаһында фасоль ултыртҡан. Һауа торошо матур торған, фасоль тиҙҙән үҫеп тә киткән.
Бер ваҡыт, ҡайҙалыр яҡында һыйыр мөңрәүен ишетеп, Ғәйшә өйҙән йүгереп сыҡҡан. Ни күҙҙәре менән күрһен: күршеләрҙең ерән һыйыры баҡсаға инеп, фасолде сәйнәп ашап бөтөү генә тиме, барлыҡ үҫентеләрҙе тапап бөткән.
   Хеҙмәте юҡҡа сыҡҡанына Ғәйшәнең кәйефе төшә. Асыуынан ни эшләргә белмайенсә, ул таяҡ тотоп, һыйыр яғына юллана. Муйынында өҙөлгән бау эленеп торған һыйыр мөңрәп тик тора, ти. Шул ваҡыт күрше апай йүгереп килеп сыға:
   - Кисә генә бахырҙың быҙауы үлгәйне. Бөгөн өсөнсө тапҡыр бауҙы өҙөп, үҙенең быҙауын эҙләргә сығып киткән... — тип ҡайғыһын Һөйләй ул ҡыҙға.
Быны ишетеп, Ғәйшә ҡулынан таяғын төшөрөп ебәрә. Шунан һыйыр эргәһенә килеп, моңһоу күҙҙәренә ҡарап, һыйпай башлай.
   - Тимәк ул да балаһы хаҡында ҡайғыра... — ти Ғәйшә бар асыуын онотоп.
Был һүҙҙәр Бәйғәмбәребеҙҙең хәҙисенә тап килеп тора:
   “Аллаһтан ҡурҡығыҙ, телһеҙ хайуандарға ҡарата мәрхәмәтле булығыҙ”, — тип әйтеп ҡалдырған ул.

   Профессор М. Йәшәр Ҡандимер китабынан, рус теленән башҡортсаға Фатима Янбаева тәржемә итте, мөхәррирләне — Гөлфиә Янбаева