Амин, әллә әминме?
Ғәрәптәр күберәк “ә” менән һөйләшә. “А” өнө көсөргәнеп (ҡаты) әйткәндә килеп сыға. Мәҫәлән беҙҙең телдә ҡаты “с” өнөнән “сабый”, йәки ҡаты “д” “Дамир” һымаҡтыр әйтелгәндән ҡатыраҡ әйтелә, ирендәр “о” тип әйткәндәге һымаҡ бер аҙ түңәрәкләнеп алға сыға. Шуға беҙгә “әмин” тип һөйләшеү хәйерлерәктер. Башҡортса әмин тигәндән ҡатыраҡ «ә» «а» — ға яҡыныраҡ ҡатылыҡта әйтелә.
Ә инде был әминдең мәғәнәһенә тәржемәһе ошолайыраҡ: «Әмин» һүҙе «Аллаһым, ҡабул ит», «Шулай булһын», «Өмөттәребеҙҙе юҡҡа сығарма» кеүек мәғәнәләргә тура килә.
“Әмин” һүҙҙең ҡуланыуға килгәндә хәҙис-шәрифтәрҙә нимә тип әйтелә һуң.
Әбү Һөрәйрәнең риүәйәтенә ҡарағанда, Рәсүл Әкрәм былай тип әйткән: «Имам намаҙҙа «Фатиха»нан һуң «Әмииин» тигәс, һеҙ ҙә «Әмин» тиегеҙ. Сөнки кем быны фәрештәләр менән бер үк ваҡытта әйтә ала, шуның эшләгән бөтөн гонаһлары ғәфү ҡылынасаҡ». — тигән.
Башҡа бер хәҙистә былай тип әйтелгән: «Һеҙҙең арағыҙҙан береһе «Фатиха»нан һуң «Әмин» тигәндә, фәрештәләр ҙә күктә «Әмин» тиһәләр, йәғни бер әйтеү икенсеһенә тура килһә, ул кешенең элек ҡылған гөнаһлары ярлыҡаныр» .
Әбү Һөрәйрә (Аллаһ Тәғәлә унан риза булһын) риүәйәт ҡылған: «Рәсүлуллаһ ғәләйһиссәләм беҙҙе намаҙ уҡырға өйрәткәндә: «Имамдан уҙмағыҙ! Ул тәкбир әйткәндә, һеҙ ҙә әйтегеҙ. Ул: «...юлдан яҙғандар...юлына төшөрмә (үә ләд дааллин) тип уҡығас, «әмииин», — тип әйтегеҙ. Имам рөкүғ ҡылғанда, һеҙ ҙә рөкүғкә бөгөлөгөҙ. Ул: «Аллаһ Тәғәлә Үҙен маҡтаған кешенең маҡтауын ишетә /Сәмиғәллаһү лимән хәмидәһ/», — тигәс, «Әй, Раббыбыҙ! Барса маҡтау Һиңә генә /Раббәнә ләкәл-хәмде/», — тип әйтегеҙ тине.
Ибне Ғаббастың, радиаллаһү ғәнһү, риүәйәте буйынса, Пәйғәмбәребеҙ, Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһис-сәләм, былай тигән: «Яһүдтәр һисбер нәмәгә лә һеҙҙең «Әмин» тигән һүҙегеҙгә көнләшкән ҡәҙәр көнләшмәйҙәр. Шуға күрә «Әмин» һүҙен йышыраҡ әйтегеҙ».
Әнәс бине Малик радиаллаһү ғәнһү риүәйәттәрендәге хәҙис тағы ла тәфсиллерәк: «Миңә намаҙҙа һәм доғала «Әмин» бирелде. Быннан элек ул берәүгә лә бирелмәгән. Бары тик Мусаға, ғәләйһис-сәләмгә, ғына бирелгән, сөнки Муса доға ҡылған. Һарун да «Әмин»де әйткән. Шуның өсөн һеҙ ҙә доғанан һуң «Әмин» тип әйтегеҙ».
Вәил бине Хужр (Аллаһ Тәғәлә ризалығы булһын уға): Пәйғәмбәр, саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәлам, йәмәғәт намаҙын үткәргәндә, «юлдан яҙғандар...юлына төшөрмә» (үә ләд- дааллин) һүҙҙәреннән һуң, эстән генә «әмииин» тийә ине. Намаҙҙа уң ҡулын һул ҡулы өҫтөнә ҡуйҙы һәм башын уң һәм һул яҡҡа бороп сәләм бирҙе», — тип риүәйәт ҡылған.
Ибраһим: «Имам эстән генә биш нәмәне: «Аллаһны маҡтау (сүбхәәнәкәллааһүммә үә бихәмдик)», «Аллаһҡа һыйыныу (Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир — раджииим)», «Мәрхәмәтле үә рәхимле Аллаһ исеме менән (Бисмилләәһир- рахмәәнир — рахииим)», «Әмииин» һәм «Йә, Раббыбыҙ! Барса маҡтау Һиңә генә (Аллаһүммә раббәнә ләкәл-хәмде)» һүҙҙәрен әйтергә тейеш», — тип риүәйәт ҡылған. Әлеге хәҙис сылбыры «дөрөҫ» тип һанала.
Хәҙис-шәрифттәрҙән күренеүенсә, «Әмин» һүҙҙе «Фатиха»нан һәм башҡа доғаларҙан һуң, әйтелергә тейеш. Тик тәржемә-мәғәнәһен аңламайынса ғәрәпсә уҡылған доғаларҙың туҡталышында әйтеү дөрөҫ түгелдер. Миҫалға, әгәр ғәрәпсә доғала тамуҡ насип булһың һымағыраҡ урында туҡталыш булһа, әмин һүҙҙе килешмәй.
«Әмин»дең әйтелеүе хаҡында төрлө мәҙһәбтәр араһында ҡайһы бер айырмалар бар. Шәфиғи мәҙһәбе ғалимдәре раҫлауынса, «Әмин»де ҡысҡырып әйтеү тейешле. Ләкин беҙҙең Хәнәфи мәҙһәбендәгеләр был һүҙҙе намаҙҙан һәм доғанан һуң күңелдән генә әйтәләр.
Шулай итеп, намаҙҙы сәләм менән тамамлаған кеүек, доғаларыбыҙҙы «Әмин» менән тамамларға тейешбеҙ.