Өс йөҙ ҙә өс хәҙис

                                                                    Өс йөҙ ҙә өс хәҙис

     Беҙ Ҡөрьән Кәримде, изге хәҙистәрҙе белмәй үҫтек. Ҡөрьәндең иң изге китап икәнен, әлбиттә, бәләкәстән күңелебеҙгә һалғайнылар. Хәҙис һүҙен иһә яҙа йоҙа ғына ишеткеләһәм дә, тулы мәғәнәһен ныҡлап аңламай инем. Дини китаптар, ниндәй бөйөк рух донъяһы беҙҙең өсөн бикле булып, тыйылған булып ҡалды.
     Күпме йылдар буйы тормошобоҙҙан көсләп айырылған Ҡөрьән, ниһайәт, күңелдәребеҙгә әйләнеп ҡайта башланы. Был изге китаптың башҡортса тәфсире баҫылып сығыу башҡорт милләтенең тормошонда ғына түгел, бөтөн мосолман донъяһында тарихи ваҡиға ул. Йорттарыбыҙға дини китаптарҙың әйләнеп ҡайтыуы, мәсеттәрҙең төҙөлөүе, мәҙрәсәләрҙең асылыуы йәшәүебеҙгә яңы мәғәнә өҫтәй, тормошобоҙҙо нурлыраҡ итә.
     Хәҙистәр менән таныша башлай алыуым яҙмышымдағы иң ҡыуаныслы ваҡиғаларҙан ул. Әгәр ошо бәхеткә насип итмәһә, был яҡты донъяларҙа ниндәй хазинанан мәхрүм хәлдә йәшәгән булыр инем. Аллаға шөкөр, ғүмер юлым был аҡыллы фекерҙәр, изге кәңәштәр, иң кешелекле теләктәр донъяһын урап үтмәне. Яңы быуат, яңы мең йыллыҡ минең өсөн бөйөк хәҙистәр менән башланды. Уларҙы мин тәү тапҡыр уҡып түгел, ишетеп белдем. Беренсе тыңлағанда ук был хикмәтле һүҙҙәр күңелемде арбаны, зиһенемә уйылып ҡалды. Уларҙы эҙләп табырға, күберәк уҡырға тырыштым. Хәҙистәрҙе шиғри юлдарға һалыу теләге нығына барҙы.

     Русса ла, татарса ла хәҙис китаптары сыҡҡылай, әммә башҡортса тупланмаһы бөтөнләй юҡ. Тормошомдо нурландырған мәрхәмәтле теләктәрҙе, аҡыллы фекерҙәрҙе шиғри юлдарға теҙеп, туған телемдә уҡыусыларға ла еткергем килде.
Бөгөнгө ҡатмарлы һәм аяуһыҙ дәүерҙә төрлө яманлыҡтар кешене унын сабый сағынан уҡ аңдып торғанда, ергә тик яҡшылыҡтар өсөн яратылған әҙәм балаларының күңелен күпме алдатҡыс әүрәткестәр нисек тә аҙҙырырға тип шашынғанда, бөйөк Ислам нуры, бәйғәмбәребеҙҙең изге кәңәштәре беҙгә юлыбыҙҙа көс һәм ышаныс өҫтәһен, иманыбыҙҙы нығытһын ине. Хәҙерге һәм киләсәктәге ауыр һынауҙарҙы диндәштәребеҙ һәм милләттәштәребеҙ менән, бер-беребеҙгә таяныс булып, бергә ихлас тупланып, тоғролоҡ һәм намыҫ менән үтергә, мөҡәддәс маҡсаттарыбыҙға етергә яҙһын ине.
                                                                                                                                           Рауил БИКБАЕВ

1
Олуғлығым, ризалығым өсөн
Кем татыулыҡ, һөйөү теләгән —
Һәммәһен дә бөгөн, уттай көндә
Ҡаплап торор минен күләгәм!
2
Мин бит һөйәм барсағыҙҙы,
Мине һөйһәң, кешем, ҡолом,
Мин булырмын һаҡ ҡолағың,
Күрер күҙең, һуҙыр ҡулың,
Булырмын йөрөр аяғың,
Саф күңелең, ғәзиз телең.
3
Мин һыймайым ерҙәремдең,
Күктәремдең ҡосағына,
Һыям ҡолом күңеленә,
Иман килтергән сағында.
4
Миңә биш илегә яҡынайғанға
Терһәк буйы яҡынайырмын.
Миңә терһәк буйы яҡынайғанды
Ҡолас буйы яҡын ҡылырмын.
Миңә атлай-атлай килгән йәнгә
Ашыға-йүгерә ҡаршы барырмын.
5
Был заманды һүгеп, бәндә, мине
Үпкәләтмә. Ваҡыт — мин үҙем.
Әмеремдән башҡа тағы кем һуң
Көндө төнгә шулай әйләндерер,
Яҙмыш — ғүмерҙәрҙе кем өҙөр?
6
«Аллаһынан башҡа һис тәңре юҡ»,
Был уй ҡәлғә кеүек ныҡ торор.
Ошо нығытмама ингән кеше
Яза-ғазабымдан ҡотолор.
7
— Эй Әҙәм балаһы! Ниңә
Мин ауырып ятҡан саҡта
Килеп хәлем белмәнең?
Эсеремә һорағанда
Тамсы һыу эсермәнең.
Ашарыма һорағанда
Тәғәм ризыҡ бирмәнең.

Әйтте бәндә:
— Ник улай һуң?
Һин бит үҙең, эй, илаһи,
Ғәләмдәрҙең хужаһы!

Әйтте Аллаһ:
— Анау кеше
Ауырып, зарығып ятҡанда
Барып хәлен белмәнең.
Эсеренә һорағанда
Тамсы һыу эсермәнең.
Ашарына һорағанда
Тәғәм ризыҡ бирмәнең.

Белгән булһаң уның хәлен,
Биргән булһаң хаҡ-ҡәҙерен,
Булыр инең минең алда,
Артыр ине сауап-әжерең.
8
Мин аҡһаҡты бар яһаным —
Аяҡлыға булһын һабаҡ.
Мин сулаҡты бар яһаным —
Зарланмаһын ҡуллы ҡабат.

Мин күҙһеҙҙе бирҙем ергә —
Күҙ ҡәҙерен белһен күҙле.
Мин телһеҙҙе бирҙем ергә —
Һүҙ ҡәҙерен белһен һүҙле.

Бәндәләрҙән ҡаҙҙырамын
Бәндәләргә гүр-ҡәберҙе.
Бәлки, шул саҡ ҡәҙерләрҙәр
Нур ғүмерҙе, изге ерҙе.
9
Эй Әҙәм балаһы! Күпме
Гонаһтарың иңеңдә.
Улар болотҡа ашһа ла,
Ғәфү үтенһәң минән,
Итермен ғәфү, ҡолом,
Баҫылыр борсолоуым.
10
Был динде мин үҙем һайлап алдым,
Тиңләшерлек уға иман юҡтыр.
Хаҡ динемде нығытыр көс бары
Күркәм холоҡ менән йомартлыҡтыр.
11
Доға ҡылғаныңда, эй ҡолом,
Иң хаҡ нәмә — миңә тоғролоҡ.
12
Әҙәм балаһы! Әмеремә
Булдың һин ғәмһеҙ, хас туң.
Киҫәтһәм дә туҡтаманың,
Яҡланым, ә һин ҡастың.

Мин һинән ваз кискәнемдә
Иғтибар ҙа итмәнең.
Үҙең зарланып илайһың,
Саҡ һыҙлар булһа тәнең.

Эй һин, кем тәккәббер ҡарай,
Саҡ-саҡ һауығып алһа!
Эй һин! Кем ҡол әйтһә — саба,
Ҡарыша — әйтһә Аллаһ

13
Ғәйбәтте кем һөйләһә лә,
Ғәйбәтте кем тыңлаһа ла —
Ғонаһтарын уртаҡ итәм.
Ғәйбәт һөйләгән табынды
Фәрештәләр урап үтә.
Тәүбә итһә, зинаның да
Ғонаһтары сығыр юҡҡа.
Ғәйбәтсенең ғәйебе бөтмәҫ,
Ғәйбәтсегә юҡ ярлыҡау.
Анау кеше ғәҙел булды,
Эше сауап.
Уйы һәйбәт.
Тик барыһын ҡырып һалды
Ауыҙынан сыҡҡан ғәйбәт.
14
Ысын иптәш гүйә һата хуш еҫле май,
Уның менән бер күрешкәс, кем хушһынмай!
Алмаһаң да унан бер ни, нуры балҡый,
Гүйә аңҡый усҡа яғылып хуш еҫле май!
15
Хәләл кейһә сепрәк кейем,
Харам кейһә ебәк күлдәк,
Ебәккә һин, һай, алданма.
Ҡулың менән үрелеү түгел,
Күҙең менән үрелер булма
Харам ашҡа, харам малға.
16
Баҫып торған саҡта асыуың килһә,
Ултырып тор асыуың баҫылғансы.
Ултырып та асыуың баҫылмаһа,
Ятып торсо — сығып бөтһөн асыу.
17
Зина — гонаһ.
Бар ағзаңдың
Сафлығын той, һаулығын той.
Ҡул зинаһы — харам малдыр,
Харам малдан ҡулыңды тый.
Тел зинаһы — ғәйбәт һүҙҙер,
Зиһен зинаһы — боҙоҡ уй.
18
Эй көнсөллөк, һаранлыҡ вә тәкәбберлек,
Ундайҙарҙың йәне кәрлә, күңеле керле.
Күпме генә лаф орһа ла, ниндәй бәндә
Урап үткән үҙен көткән гүр-ҡәберҙе?
Белһен кеше үҙ самаһын, үҙ ҡәҙерен,
Тәкәбберлек саң-көл булыр хөкөм көндө.
19
Ысындыр: бар шундай ҡолдарым,
Фәҡирлек нығытыр иманын,
Уны тик фәҡирлек төҙәтер,
Бай ҡылһам, әйләнер кафырға.
Ысындыр: бар шундай ҡолдарым,
Тик зәхмәт нығытыр иманын.
Уны тик ауырыу төҙәтер,
Һау ҡылһам, әйләнер кафырға.
Ысындыр: бар шундай ҡолдарым,
Тик һаулыҡ нығытыр иманын.
Уны тик таҙалыҡ төҙәтер,
Зәхмәттән әйләнер кафырға.
20
Шәфҡәтленән шәфҡәт эстәгеҙ тим,
Тәрбиәле итһен һеҙҙе шәфҡәт.
Һаҡланығыҙ ҡаты йөрәктәрҙән,
Унда минең асыуым сәсер дәһшәт.
Шәфҡәтемде бирҙем шәфҡәтлегә,
Асыуым — таш бәғерҙә, дәһшәтлелә.
21
Ике тоғро иптәш араһында
Мин өсөнсө тоғро дуҫ булырмын.
Тик берәүһе тоғролоҡтан яҙһа,
Улар араһынан мин сығырмын.

22
Ике тоғро дуҫҡа ғәйрәт өҫтәп,
Мин булырмын тоғро дуҫ — өсөнсө.
Тик сығырмын улар араһынан.
Ҡылһа береһе хыянат, хөсөтлөк.
23
Артҡан һайын халҡым — өммәтем,
Өммәтеңдең дәрте — һиммәте,
Арта барыр минең ғорурлығым,
Мөьминдәрҙең ҡәҙер-ҡиммәте.
24
Саманан ашҡан ҙур ҡорһаҡ,
Ялҡаулыҡ вә зәғиф иман,
Тәмһеҙ булып, артыҡ йоҡлау —
Өммәтем өсөн шул яман.
25
«Сафланырға ни сара бар,
Эй, Тәңрем?» — тип һораны ҡол,
Әйтте Рәсүл: «Яҡшылыҡ ҡыл,
Әсәйеңә яҡшылыҡ ҡыл!»

«Тағы кемгә миһырбанлы
Булайым?» — тип һораны ҡол.
Әйтте Рәсүл: «Яҡшылыҡ ҡыл,
Әсәйеңә яҡшылыҡ ҡыл!»

«Тағы ниндәй шәфҡәтлектәр
Эшләйем?» — тип һораны ҡол.
Әйтте Рәсүл: «Әсәйеңә,
Әсәйеңә яҡшылыҡ ҡыл!

Йәннәттең дә йәннәтелер,
Иң ҡәҙерле, иң изгелер —
Әсәң баҫҡан был тупраҡтыр,
Әсәң атлап йөрөгән ерҙер».
26
Һис тарһынма, ярҙам һорап килһә
Кем хәсрәттәр күргән, кем йәбер.
Аллаһ кемгә изгелектәр теләй,
Кешеләрҙе шуға ебәрер.
27
Саҙаҡаның иң яҡшыһы —
Сарсағанға саф һалҡын һыу.
28
Кемдә күркәм, тыныс холоҡ —
Шул мөьминдең иң яҡшыһы.
29
Иң күркәм иман, нур-шатлыҡ —
Сабырлыҡ менән йомартлыҡ.
30
Иман өсөн иң изге эш — иман илтеү,
Мөьминдәргә ғәҙел хөкөм таба алыу,
Яза биреп яңылышыуға ҡарағанда
Хәйерлерәк ғәйебен кисереп хаталаныу.
31
Яратһаң һин туғаныңды,
Туғаныңа белгерт шуны.
32
Әйтһә берәү:
«Халыҡ һәләк булған, бөткән» —
Шуны әйткән үҙе, тимәк, һәләк иткән.
33
Беләһегеҙме нимә ул
Ҡара йылан саҡҡан һымаҡ?
Ул — һүҙ ташып, ыҙғыш илтеү
Кешеләрҙең араһына.
34
Ишетһәгеҙ тотош бер тау юҡ булған, имеш, ер йотҡан —
Ышанығыҙ.
Ишетһәгеҙ берәүһенең холҡо, имеш, юҡҡа сыҡҡан —
Ышанмағыҙ.
35
Ҡиәмәт көндө иң гонаһлы шул бәндәләр —
Мәғәнәһеҙ һүҙҙе иң күп һөйләгәндәр.

Әсәһенең ҡарашында
Бала һәр саҡ өмөт күрер.
Балаһына ризыҡтарын
Ауыҙынан өҙөп бирер.

Ҡуйыны тулы иман ғына,
Күңеле тулы доға ғына.
Кем бурысын әсәһенә
Түләй алған тулы ғына?
Бар хөрмәтең тиңдәш булмаҫ
Әсәнең бер тулғағына.
37
Яратылған ҡатын кәкре ҡабырғаңдан,
Ул кәкрене төҙәтәм тип уй ҡорғанда,
Һаҡ булмаһаң, һыныуы бар.
Сараһы бер — һин йомшаҡ бул ҡатын-ҡыҙға ҡағылғанда.
38
Атаҡайың-әсәкәйең янына саҡырғанда,
Әсәкәйеңдең янына кил һин, кил һин иң алда.
39
Ерҙә, имеш, бер генә лә яҡшы кеше ҡалмаған —
Быны әйткән бәндә үҙе аламанан алама.
40
Тыныс булғандар отҡанда, ҡаушағандар отолор,
Ашыҡмай, уйлап эшләгән бәләләрҙән ҡотолор.
41
Һуңлап торған, ялҡауланып ятҡан
Бәрәкәткә үҙенең юлын япҡан.
42
Ололарҙы оло иткән йәштәр яҡшы,
Йәштәр һымаҡ ҡыланыусы ҡарттар шаҡшы.
43
Урлағанды һатып алһаң һин әгәр,
Гонаһтарың бурҙыҡына бәрәбәр.
44
Күберәк ҡабаланған —
Йышыраҡ хаталанған.
45
Һәр эшкә үҙ юлы илтер,
Йәннәткә юл — ғалимлыҡтыр.
46
Ришүәт биргәндең дә,
Ришүәт алғандың да
Урындары уртаҡ —
Тамуҡтағы утта.
47
Хеҙмәтсеңә торма ҡырын,
Түлә тире ҡатмаҫ борон.
48
Ялағайҙың яп ауыҙын.
49
Йомарт биргән ризыҡ — шифа,
Ьаран һораған ризыҡ — яфа.
50
Кешеләрҙе йәлләмәнең,
Кем йәлләһен һине бөгөн?
51
Табындың иң йәмле мәле,
аштың иң тәмле мәле —
иманлы күмәк ҡулдарҙың
ризыҡҡа үрелгәне.
52
Тәрбиәле үҫкән бала — иң бай бала,
Мираҫ итеп тәрбиәне алып ҡала.
53
Рәнйеткәнде ғәфү ҡылһаң,
Һарандарға йомарт булһаң,
Талашҡанға ҡулың бирһәң,
Эшем хаҡ булды тиерһең.
54
Теләгәнендә берәй халыҡҡа хәйерлек,
Аллаһ уны һынап ҡарар иң элек.
55
Өмөт менән күтәрелгән ҡулдар
Төшкән саҡта, булып доға тамам,
Шул өмөттәр ҡыҫыр көйө ҡалһа,
Борсолалыр хатта үҙе Аллаһ.
56
«Нәфсең — яуыз дошман, — тине пәйғәмбәр, —
Нәфсенән дә ҙур дошман юҡ мәгәр».
57
Күрһәттеңме, әҙәми зат,
Йәтимдәргә рәхим-шәфҡәт?
Йәтимде бит яҡлаусы юҡ,
Күргәне йот, йотҡаны ут,
Артҡа ҡарай — атаһы юҡ,
Алға ҡарай — әсәһе юҡ.
Ашар ине — ашарға юҡ.
Эсер ине — эсәһе юҡ.
Йылы йомшаҡ түшәктәрҙә
Ялдар итеп ятаһы юҡ.
Башҡайында бүреге юҡ,
Өҫтөнә кейер туны юҡ,
Аяғына ҡатаһы юҡ.
Күккә баға — күктәр йыраҡ,
Ергә баҫа — ерҙәр ҡаты.
Ҡаты ерҙән дә ҡатыраҡ
Таш бәғерҙәр зар илатыр.
Әҙәми зат, кемгә-кемгә,
Миһырбанлы бул йәтимгә!
Мәрхәмәтең әйләндерер
Ҡара төнөн яҡты көнгә.
58
Ике йөҙлө монафиҡтың
Асылында өс сифаттыр:
Аманатҡа хыянаттыр,
Ялған һүҙҙер, боҙоҡ анттыр.
59
Һарандың да һараны шул кешенең —
Сәләм бирергә лә тора тешегеп.
60
Ҡиәмәттә ғазаптарҙың иң ҡатыһын
Күрер ҡанһыҙ — мәрхәмәтһеҙ ил башлығы.
61
Ашау-эсеү булыр харам
Алтын-көмөш һауыттарҙан.
62
Мәрхәмәтһеҙгә мәрхәмәт булмаҫ,
Ғәфү итмәгән ғәфү ителмәҫ.
Үкенгәндәрҙе кисермәгәндең
Үҙенең тәүбәһе ҡабул ителмәҫ.
63
Әҙер бурысты йомарлап, тотһаҡ ҡулыңда,
Яңы майҙан әҙерләйһең йәбер-золомға.
64
Ғәмәлдәрҙең Аллаһ ҡабул ҡылғандары —
Аҙ булһа ла дауам ителеп торғандары.
65
Иң оло иманың — Аллам тип инаныу,
Унан һуң халҡым тип уйланыу, мең яныу.
66
Был халыҡтан тыуған бала
Ошо халыҡтыҡы була.
67
Аллаһы Тәғәлә һөйгән
Ике сифат биҙәр холоҡто:
Береһе уның — йомшаҡлыҡтыр,
Икенсеһе — сабырлыҡтыр.

68
Барыһына мал хужа тип,
Әйтә күрмә ҡомһоҙ һүҙен.
Яулаһын кеше күңелен
Күркәм холҡоң, көләс йөҙөң.
69
Бәрәкәт — һинең алдыңда:
Атыңдың маңлай ялында.
70
Сабырлыҡ — Алла бүләге,
Ашығыу — шайтан теләге.
71
Өс балаһы булһа әгәр бер ҡатындың,
Шул өс бала һаҡлар уны ут-ялҡындан.
72
Өс кешене һис яратмаҫ һинең Раббың:
Емерек өйөндә ҡул ҡаушырып ултырғанды,
Ауыҙын асып, юл уртаһында торғанды,
Малдарын сығарып ебәреп,
Туҡтат шуларҙы, Аллам, тип,
Доға ҡылыуҙан уҙмағанды.
73
Өс кешенең доғаһын мин ҡабул ҡылмам:
Яман ҡатынын айырмағандың,
Аласағын юллап алмағандың,
Аҡылы юҡҡа мал биргәндең,
"Аҡылы юҡҡа мал бирмә!” — тип,
Әйткән һүҙҙе тыңламағандың.
74
Ҡиәмәт көнө килгәс һәр кемгә,
Дәғүәм булыр өс төркөмгә:
Миңә һүҙ биреп, шул һүҙгә
Хыянат иткән бәндәләргә,
Ирекле кешене һатып,
Хаҡын ашаған йәндәргә,
Кешене яллап эшләтеп,
Хаҡын түләмәгәндәргә.
75
Ҡиәмәт көндө өс кешегә
Боролоп та баҡмаҫ Аллаһ,
Ғазаплар, тормаҫ ярлыҡап.
Ул ғазап — зинасы ҡартҡа,
Тағы — алдаҡсы батшаға,
Тағы — тәкәббер ярлыға.
76
Ихлас күңел менән инан,
Аҙ ғәмәлең дә шул саҡта
Булыр һиңә оло иман.
77
Үҙ-үҙенән йәлләмәйсә саҙаҡаға
Һис юғында ярты хөрмә бирһен бәндә.
Ул да юҡта яҡты йөҙлө, яҡшы һүҙле
Мөғәләмәң һаҡлар һине йәһәннәмдән.
78
Йәтим баланы аҫырап,
Матур үҫтергән ғаилә
— Аллаһ өсөн иң күркәме,
Ҡарар уға һөйөү илә.
79
Атырға өйрәнһәң һин Сәп итмә йән эйәһен.
80
Ҡаты һабаҡ алғас бер сағылып,
Йәнлек ояһына кем ҡағылыр?
81
Һатып бер ни ҙә алмайым
— Аҡсаға мин ҡағылмайым.

82
Яман менән ултырғансы
Бер яңғыҙың ҡалған яҡшы.
Гел яңғыҙың көн күргәнсе
Һәйбәт ҡорҙа булған яҡшы.
Өндәшмәйсә тик торғансы
Хәйерле һүҙ теҙеү яҡшы.
Насар һүҙҙәр һөйләгәнсе
Өндәшмәйсә түҙеү яҡшы.
83
Хатаһы юҡ сабыр булмаҫ,
Ьынау үтмәй аҡыл ҡунмаҫ.
84
Көтмә изгелектәр өлөшөңә
Ҡунаҡ һыйламаған кешенән.
85
Әрләмәгеҙ елде.
Ул — Алланың Рухы, рәхмәте һәм ғазаптары.
Һорағыҙ тик елдең хәйерлеһен,
Зарарынан һаҡлар Аллаһ бары.
86
Бер ни һорама кешенән,
Үҙ эшеңә көс үҙең һал.
Ҡамсың төшөп китә икән,
Атыңдан төшөп үҙең ал.
87
Күрмәй тороп эштең бөткәнен,
Эшләүсегә иҫегеҙ китмәһен.
88
Кешеләрҙән оялмаған
Алланан да оялмаҫ.
89
Кешеләргә рәхмәт әйтә белмәгәнең
Аллаға ла шөкөр итеп йәшәй белмәҫ.
90
Кем һуҡырҙы ҡырҡ аҙым ер етәкләп илтә,
Шул кешене йәннәт көтә.
91
Берәйһенә һөт эсерһәң, юл күрһәтһәң,
Берәйһенә бүләк итеп бирһәң аҡса,
Бер ҡол азат иткән кеүек булырһың һин
— Сауаптары бәрәбәрҙер шундай хаҡҡа.
92
Берәй эшен шаһитлыҡта йәшерһә берәү әгәр,
Был хәл ялғанды ысын тип раҫлау менән бәрәбәр.
93
Кем шөһрәтлек кейемдәрен кейеп алған,
Үҙенән уны ситләштерер бөйөк Аллаһ.
Шул шөһрәтлек кейемдәрен сисмәй икән,
Уны һаман түбән күрер, һөймәҫ Аллаһ.
94
Кем төшөндә мине күргән
— Күргән, тимәк, нәҡ мине.
Сөнки шайтан инә алмай
Минең ҡиәфәтемә.
95
Кешеләрҙән бер ни һорамам тип,
Бирһә берәү миңә вәғәҙә,
Ҡалғанын мин үҙ өҫтөмә алам:
Йәннәттәрҙә булыр ул әҙәм.
96
Ислам юлында ағартһаң сәсең,
Ҡиәмәт көндө шул сәс нур сәсер.
97
Кем дә берәү ике ҡыҙ баланы
Тәүфиҡ-иман менән үҫтерә,
Шуның менән йәннәткә мин әҙер
Ҡуш бармаҡтай бергә үтергә.
98
Алла юлында берәүҙең
Аяғы туҙанға батһа,
Уны утҡа харам итер,
Тамуғ уты уға ҡапмаҫ.
99
Мул тормошҡа бикле ҡапҡа,
Хеҙмәт — асҡыс шул йоҙаҡҡа.
100
Мөьмин кеше алданыусан, йомарт кеше.
Боҙоҡтарҙың бары алдау, хурлау эше.
101
Мөьмин менән мөьмин гүйә ныҡлы бура,
Береһен береһе ниргә булып тотоп тора.
Һиңә хәҙисем, өммәтем,
Аманатым — сөннәтем.
Кем дә кем ҡырҡ хәҙисемде күңелендә йөрөтә,
Ҡиәмәт көнөндә шуны яҡлау — шәфәғәтем көтә.
102
Ожмахтарға юлдар тирҙе һыға,
Ожмахтарға юлдар ҡатмарлы.
Тау ҡәҙәре эштәр атҡармайса
Асылырмы йәннәт ҡапҡаһы?
Тоғролоҡтар кәрәк үтер өсөн
Һынауҙарҙың ниндәй ҡатыһын.
Дөм-ҡараңғы ҡалғанда ла донъяң,
Балҡып торһон намыҫың яҡтыһы.
Башҡасараҡ тамуҡтарға юлдар,
Кемдәр урлай, кемдәр типтерә,
Бейей-бейей иблес йырҙарына,
Йәһәннәмгә бара туп-тура.
Рәнйеткәндәр, алдап көн иткәндәр,
Илен, телен, динен һатҡандар
— Улар утлы тамуҡ соҡоронда
Үлмәҫ борон урын тапҡандар.
Әүрәп тарта тамуҡ сойорҙары,
Йәһәннәмгә йәһәт атлауың.
Үтеп ҡара сират күперҙәрен!
Асып ҡара ожмах ҡапҡаһын!
103
Саҙаҡаның хәйерленән хәйерлеһе
— Телде һаҡлау, телде һаҡлау,
Һаҡлау телде.
104
Иманлының хазинаһы шулдыр:
Дине — иң ҙур хөрмәт-абруйы.
Зирәклеге уның — дәрәжәһе,
Аҡылы уның — нәҫел-ырыуы.
105
Берәүеңә еткән ризыҡ
Икәүеңә лә етә.
Икәүеңә еткән ризыҡ
Дүртәүеңә лә етә.
Дүртәүеңә еткән ризыҡ
Һигеҙеңә лә етә...
106
Эҙләмә бөйөк эштәрҙе,
Тамағын туйҙыр астарҙың.
Ауырыуҙың хәлдәрен бел,
Әсир-ҡолдарҙы ҡотҡар һин.
107
Пәйғәмбәргә әйткән берәү:
— Бирсе кәңәш, киҫәтеп ҡуй.
Кәңәш биргән уға Рәсүл:
— Асыуланма! Асыуыңды тый!
Ҡабат әйткән теге берәү:
— Зинһар тағы кәңәшең бир.
— Кәңәшем шул, — тигән Рәсүл,
— Асыуыңды йүгәнләй бел!
Һораһа ла кәңәш ҡат-ҡат,
Ишетелгән тағы шул һүҙ:
— Асыуланма! Асыуланһаң,
Асыуыңды сығармай түҙ!
108
Һәр диндең үҙ талаптары,
Баһа — ҡылығы.
Исламдың иң төп сифаты
— Баҫалҡылығы.
109
Күршеһенең асыҡҡанын күрә тороп,
Ниндәй мөьмин йәйрәп кәйеф-сафа ҡорор?
110
Кескәй гонаһ оло ҡая таштай
Күренәсәк мөьмин кешегә.
Үҙе ҡурҡыр: гонаһы тау булып
Бына-бына өҫкә ишелә.
111
Ҡарап торһа ир бары үҙ ҡатынына,
Үҙ иренә генә ҡарап торһа ҡатын,
Аллаһынан был икәүгә бәхет яуыр,
Шәфҡәт менән ҡарап һаҡлар, тиң яратыр.
Ҡатынының ҡулын тотһа ир-азамат,
Йорттарының артыр шул саҡ ҡот-өмөтө.
Ошо мәлдә икеһенең гонаһтары
Бармаҡтары араһынан ҡойолоп бөтөр.
112
Кейемең иҫкергән, туҙғандай,
Күңелдә иҫкерә иман да.
Иман ныҡ — доғалар ҡылғанда,
Иманды нығытып торғанда.
113
Күп кешеләр мәхрүм була
Ике байлыҡтан:
Сәләмәтлектән — һаулыҡтан
Вә буш ваҡыттан.
114
Кешеләрҙең иң яҡшыһы
— Оҙон ғүмер йәшәгәне,
Оҙон ғүмере буйынса
Тик яҡшы эш эшләгәне.
115
Һораны яугир:
— Эй, Рәсүл,
Ҡайһы йыһат иң яҡшыһы?
Өҙәңгелә аяғым!
— Дин өсөн иң изге яу шул:
Ғәҙелһеҙ хаким алдында
Ғәҙел һүҙ әйтә алыу.
116
Уянғанда һәр көн әҙәм балалары,
Пар фәрештә икәүләшеп теләй теләк:
— Эй, Аллаһым, йомарттарға бир бәрәкәт!
— Эй, Аллаһым, һарандарға бир һәләкәт!
117
Мәсеттәре һәр урындың
Һөйөндөрөр Алланы,
Нәфрәтләндерер Раббыны
Баҙары һәр ҡаланың.
118
Иң беренсе булып кермә баҙарға,
Иң һуңғыһы булып сыҡма баҙарҙан.
Баҙарҙарҙа илде шайтан аҙҙыра,
Шунда мәлғүн үҙ байрағын ҡаҙаған.
Баҙарҙа бит үрсей иблес нәҫеле,
Шунда гонаһ аҙарғандан аҙара.
119
Фәрештәләр нурҙан яралған,
Ут-ялҡындан тыуған ен-пәрейҙәр.
Әҙәми зат ерҙән пәйҙә булған,
Китер ергә, тағы ҡалҡыр ерҙән.
120
Пәйғәмбәр әхлағы тигәндә
— Барыһы әйтелгән Ҡөрьәндә.
121
Күп һүҙ һөйләү сәбәп булыр
Аллаһтың асыуына.
Тел биҫтәһе телен болғай
Көйшәгән һыйыр һымаҡ.
122
Мин батшаларҙың батшаһы
Тип лаф ора бер ҡуҡыр.
Аллаһ алдында бынан да
Меҫкенерәге юҡтыр.
123
Һаҡланығыҙ көнсөллөктән!
Унан да яманы юҡ.
Көнсөллөк ул, әйтерһең дә,
Донъяны ялмаған ут.
124
Хурламағыҙ мәрхүмдәрҙе,
Өндәре килмәҫ гүрҙән.
Алырын улар алғандар,
Күререн инде күргән.
125
Шәһиттең барса гонаһы бөтәлер,
Түләнмәгән бурысынан бүтәне.
126
Кескәй гонаһ ҡабатланһа туҡтамаҫтан,
Кескәйҙән ул әйләнәсәк ҙур гонаһҡа.
127
Бар яҡшылыҡ ерҙә
Саҙаҡа — хәйерҙән.
128
Сабыйҙы ҡыуандырғандың
Гонаһтары бөтәлер,
Әллә нисә аллаларға
Табынғандан бүтәне.
129
Иманында уҡ инсандың
Оялсанлыҡ.
130
Ояла белмәгән инана белмәй,
Иманы булмаған йәннәткә инмәй.
131
Дауаланмайынса ҡалмағыҙ,
Эй, әҙәм балалары!
Аллаһ ауырыуға ҡаршы
Яратҡан дауаларын.
132
Иртән төштәр күреп йоҡлау
Бик рәхәт тә! —
Тик ул рәхәт мәхрүм итер
Бәрәкәттән.
133
Ғилем — бикле хазиналыр.
Асҡысы бына ҡайҙа:
Иң дөрөҫ яуап табыуҙа
Иң ауыр һорауҙарға.
134
Өс бәләләр һәләкәткә һеҙҙе илтер:
Һаранлыҡтыр, мәкер менән мин-минлектер.
135
Кем дә кем асыулы һүҙен
Әйтмәйсә йота ала,
Шунан да затлы шәрбәтте
Эскәндәр юҡ донъяла.
136
Дошманыңды ҡырмыҫҡалай тимә,
Оло филгә тиңлә.
137
Хатта һыу ҙа серем итеп алыусан,
Тик дошманың серем итмәҫ һис ҡасан.
138
Кемдең ғүмере оҙондор,
Эштәре аламалыр,
Ул бәндә ил хәтерендә
Яманат менән ҡалыр.
139
Ярҙам иткәндең,
Биргәндең ҡулы
Алғандыҡынан
Юғары булыр
140
Берәү кисеү таба алмай кисергә,
Ә берәү һыу таба алмай эсергә.
141
Туҡмар булһа күршеһенең этен,
Күршеһен дә, тимәк, ул рәнйетер.
142
Тәрбиәле кеше беленеп торор,
Ниндәй йәшендә лә күркәм булыр.
143
Тоғро ҡатын булғанда,
Һәйбәт күршең булғанда,
Яҡшы атың булғанда,
Иркен йортоң булғанда,
Бәхет шунда, туғандар!
144
Ике һауыт алтыны бар,
Даулаша өсөнсөһөн.
Бер ус тупраҡ ҡандырыр бит
Ҡомһоҙ күҙҙең нәфсеһен.
145
Бала — донъяның байлығы,
Йәшәүҙең нур — төҫтәре.
Йәннәттең хуш еҫен бөркә
Баланың хуш еҫтәре.
146
Оялсанлыҡ менән иман айырылмаҫ,
Береһе бөтһә, икенсеһе бөтмәй ҡалмаҫ.
147
Биш нәмәне ҡәҙерләгеҙ
Әле биш хәл булмаҫ элек:
Йәшәүеңде — үлмәҫ элек,
Һаулыкты — ауырымаҫ элек,
Ерҙе — ерҙән китмәҫ элек,
Йәшлекте — ҡартаймаҫ элек,
Байлығыңды — бөлмәҫ элек.
148
Ҡабаланыу — тик иблистән,
Әммә ашыҡ һин биш эштә:
Ҡыҙҙы кейәүгә бирә һал,
Бурысыңды ҡайтара һал,
Үлгәнде һуҙмайса ерлә,
Юлсының ашын ҡарай һал,
Гонаһ ҡылһаң, тәүбә итеп,
Рәхим-ярлыҡау һорай һал.
149
Өндәшмәү —
Зирәктең сабырлыҡ һаҡлауы,
Наҙандың йәшенер япмаһы.
150
Әгәр ун өлөштән торһа
Иманға тоғро ҡалыу,
Шул ундың туғыҙ өлөшө
— Хәләл малыңды табыу.
151
Хаҡ мосолман хаҡлыҡ даулап юлдар яра,
Ә яласы көнсөллөктән ҡара яна.
152
Доғаһынан наҙан — залимдың
Файҙалыраҡ йоҡоһо ғалимдың.
153
Таянысһыҙ емерелер бар донъя,
Исламдың төп таянысы — ғалимдар.
154
Килер заман: бәндәләрҙең бар хәстәре
Булыр аҡса, булыр әйбер — сепрәктәре.
Уйламаҫтар ниҙәр ярай, ниҙәр харам,
Айырмаҫтар хаҡ эштәрҙе гонаһтарҙан.
155
Атайыңа-әсәйеңә ярҙамсыл булһаң әгәр,
Сауаптары хажға барыу сауабына бәрәбәр.
156
Ҡыҙ булһа тәүге бала,
Ырыҫ-бәхеткә була.
157
Кем дә кем туйҙырыр
Астың тамағын,
Шуға Аллаһ бирер
Ожмах тәғәмен.
158
Яуҙа яугир һаҡланғандай ҡалҡан менән,
Ураҙа һаҡлар йәһәннәм ялҡынынан.
159
Һеҙ ҡысҡырып белдерһәгеҙ ҡайғы-зарҙы,
Мәрхүмегеҙ нығыраҡ күрер ғазаптарҙы.
160
Ғилем эҙлә, белем файҙа,
Булһа ла ғилем Ҡытайҙа.
161
Әхирәт өсөн хеҙмәт ҡыл,
Гүйә һуңғы көнөң еткән.
Фани донъяға хеҙмәт ит,
Тыуған кеүек мәңгелеккә.
162
Халыҡҡа һыу эсереүсе Сарсап та түҙер,
Кеше эсеп бөткәс кенә Һыу эсер үҙе.
163
Атаһын яҡлаған — Аллаһын яҡлаған,
Атаға баҡмаған — Аллаға баҡмаған.
164
Хәлеңде белмәгәндәрҙең
Хәлен белә күр.
Һиңә бүләк бирмәгәнгә
Бүләк бирә күр.
165
Күңелеңде нимә өйкәй,
Тиҙерәк ҡотол шул көйөктән.
166
Белем бирегеҙ, ғилем эстәгеҙ,
Еңеләйтегеҙ, ауыр итмәгеҙ,
Һөйөндөрөгөҙ, нәфрәт һипмәгеҙ.
167
Туғанлыҡтың ебен кемдәр өҙөр,
Күрше хаҡын кемдәр һанамаҫ
— Ундайҙарға Аллаһ ҡиәмәт көндө
Мәрхәмәте менән ҡарамаҫ.
168
Изгелектән өҙөлмәһен өмөтөгөҙ,
Күркәм йөҙлөләрҙән уны көтөгөҙ.
169
Нисек туҡтатырға тиеп
Торғанда аптырап,
Маҡтаусының ауыҙына
Һибегеҙ тупраҡ.
170
Миһырбанлы булһа батшағыҙ,
Эштәрегеҙ барһа кәңәшле,
Байҙарығыҙ булһа илгә терәк,
Һеҙгә ер аҫтында булыу түгел,
Ер өҫтөндә булыу хәйерлерәк.
Яуыз булһа әгәр батшағыҙ,
Эшегеҙ — ваҡ, байҙарығыҙ — һаран,
Ер ҡуйыны һеҙгә хәйерлерәк,
Ер йөҙөндә йәшәүегеҙ әрәм.
171
Уйнай ҡалһа шайтан инеп төшөңә,
Һөйләй күрмә, зинһар, уны кешегә.
172
Эшләй белмәгәнгә эш ҡушһалар,
Белһен донъя: булыр эштәр харап.
173
Һиңә фәтүә бирһә мөфтөй хәҙрәт,
Үҙең менән кәңәшләшеү һәр саҡ кәрәк.
174
Был эш булһын һиңә изге васыяттай:
Изгелектәр ҡыла күрсе әсир затҡа.
175
Ҡасҡан кеүек йоттан,
Ваз кис һин алйоттан.
176
Бәхетһеҙлек ошо дүрттең береһендә:
Йә атында, йә ҡатында, йә күршеңдә, йә өйөңдә.
177
Булһағыҙ ихлас, эскерһеҙ,
Тик ихласлыҡ күрерһегеҙ.
178
Мәғрифәт тип был донъяла кем йәшәй хәләл,
Мәғрифәт әһле булыр әхирәттә лә.
179
Аш-һыуҙарын итһә бәрәкәтле,
Шул ҡатын-ҡыҙ булыр иң хөрмәтле.
180
Хәйерҙең иң арыуы
— Һыу менән һуғарыуың.
181
Мине нисек күркәм итеп
Яратҡанһың, йә Раббым,
Мәрхәмәтең халҡымды ла
Шулай күркәм яратһын.
182
Был донъяның һаңғырауы,
Был донъяның дөм һуҡыры
— Тура юлды тапҡандан һуң
Шунан кире сыҡҡан булыр.
183
Йә, Раббым, үҙең һаҡлай күр
Фәҡирлектән, хурлыҡтан,
Меҫкенлек сырхауҙарынан,
Ялҡаулыҡтан, бурлыҡтан.
Йә, Раббым, үҙең һаҡлай күр
Ҡурҡаҡлыҡтан, тарлыҡтан.
Диуаналыҡ, көфөрлөктән,
Бурыстан, һаранлыҡтан.
Йә, Раббым, һаулыҡ насип ит,
Мансы муллыҡ, һиммәткә.
Тормошомдо хөрмәт менән,
Ғилем менән зиннәтлә.
Һәйбәт һүҙҙән, көнсөллөктән
Тик һиндә яҡлау таптым.
Дошмандан һиңә һыйынам,
Йә Раббым, Раббым, Раббым!
184
Насар шиғыр — Иблис һыбыҙғыһы,
Ялған — телдең иң ҙур хатаһы.
Һатлыҡ, хыянат йән — тамуҡ уты,
Хәмер — гонаһтарҙың атаһы.
185
Аллаһтың тыйған эштәрен
Ярамай оноторға.
Атаң-әсәң исеме менән
Ярамай ант итергә.
186
Ирҙең ҡатыны
— Уның яртыһы.
187
Элекке ҡәүемдәр ниңә
Дусар булды һәләкәткә?
Һәләкәттәр шул сәбәптән:
Хәлле кеше урлағанда
Хөкөм уны араланы.
Зәғиф кеше урлағанда
Аяу белмәй язаланы.
188
Ике иптәш ихлас уйҙан
Ултырһа мәжлес ҡороп,
Аллаһы Тәғәлә үҙе
Был ҡорҙо һаҡлап торор.
189
Яҡла илдең ике көсһөҙ халҡын:
Етем хаҡын, ҡатын-ҡыҙҙар хаҡын.
190
Төшөндә лә күрмәгәнде
Күрҙем тигән гонаһ ҡылыр.
Ул бәндәнең әйткән һүҙе
Ялғандың да ялғанылыр.
191
Кем ҡайғыларҙан таушалған,
Өҙгөләнгән, тауышланған
— Уның янында мин ҡалмам.
192
Айырылышыу — хата, аймылышыу,
Кеше менән татыу, дуҫ йәшә.
Яңғыҙҙарға шайтан эйәләшә,
Күмәктәрҙән иблис ситләшә.
193
Нимә өҫтөн ураҙанан,
Намаҙҙан, саҙаҡанан?
Яуабым шул:
Ике кеше
Боҙолошҡанда тамам,
Шул ике кеше араһын
Көйләүҙән ҙур эш юҡ та,
Сөнки ара боҙоҡлоғо
Аралағы бейек тау.
194
Ерҙә мәсет төҙөүселәргә
Йәннәттә йорт төҙөп ҡуйылыр.
195
Әгәр юлға сыҡһаң
Ғилем өйрәнергә,
Еңеләйер юлың
Йәннәткә инергә.
196
Күңелен ғилемгә һалған
— Бәйғәмбәрҙән мираҫ алған.
197
Мәғлүм булһын барығыҙға;
Шулар насар арағыҙҙа:
Өйләнмәй йөрөгән егеттәр,
Кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар.
198
Ғәләм алдында Алланан
Оялмаған бер бәндә
Мәңге оялмаҫ Алланан
Кешеләр күрмәгәндә.
199
Йә һүҙеңдә булһын мәғәнә,
Йә өндәшмә бөтөнләйгә!
200
Һанламайҙыр ниңә кеше
Ике байлыҡ, ике ҡотон:
Бәҫен белмәй һаулығының,
Ҡәҙерләмәй буш ваҡытын?
201
Ғашиҡ булып, намыҫын һаҡлап,
Йәнен кем ҡорбан иткән,
Ундайҙар тиң иман өсөн
Ҡорбан булған шәһиткә.
202
Мине, зинһар, хәсрәттәрҙән
Аралай күр, эй Аллаһым,
Эй Аллаһым, ҡурҡаҡлыҡтар
Намыҫымды таламаһын.
Аралай күр рәнйетеүҙән,
Фетнәләрҙән, золомдарҙан.
Аралай күр һаранлыҡтан
Аран тулы малым барҙа,
Әйләндермә хәйерсегә
Һау аяғым-ҡулым барҙа.
Эй, Аллаһым, аралай күр
Хәлһеҙлектән,
Ялҡаулыҡтан.
Ҡарт көнөмдә бер ҡарауһыҙ
Ҡаҡ түшәккә мине йыҡма.
Рәхәттә лә, михнәттә лә
Һыйынамын һиңә бары.
Эй Аллаһым, осҡас йәнем,
Еңеләйтә күр гүр ғазабын.
203
Кеше булғас, булһын күркәм,
Күркәмлек сифаты — дүртәү.
Әммә тағы дүрт сифат бар,
Улары — күркәмдән күркәм.
Ирҙең оялсан булыуы
Матур сифат, күркәм бигерәк.
Ҡатын-ҡыҙҙа оялсанлыҡ
— Быныһы тағы ла күркәмлерәк.
Ғәҙеллек ул матур сифат,
Һәр кемгә лә килешә бигерәк.
Батша-әмир ғәҙел булһа,
Быныһы тағы ла күркәмерәк.
Тәүбә итә белеүҙәре
Ҡарттар өсөн күркәм бигерәк.
Йәштәр тәүбә итә икән
— Быныһы тағы ла күркәмерәк.
Байҙар йомарт була икән,
Бик мәслихәт, күркәм бигерәк.
Фәҡирҙәрҙең йомартлығы
— Быныһы тағы күркәмерәк.
204
Йәшәһәң дә бер тау ҡыуышында,
Дөм ҡараңғы бер таш ҡалыпта,
Таш ҡалыпта яңғыҙ ҡалып та,
Хатта шунда ниҙәр эшләгәнең
Ишетелмәй ҡалмаҫ халыҡҡа.
205
Кем дә кем ҡарун, һаран,
Эштәре уның харам,
Исламды итә харап.
206
Түрә сәүҙә итһә халҡы араһында,
Хыянатсы итеп уға ҡараһындар.
Батша бүләк алһа,
Харам эш ҡылыр.
Ҡазый ришүәт алһа,
Хас кафыр булыр.
207
Сәхрәлә ел иҫкән һайын
Ҡош мамығы елберҙәй.
Күңел шул мамыҡ шикелле
— Тын тора белмәй бер ҙә.
208
Талаҡ — хәләл.
Әммә Аллаһ
Уға бик тә асыулы.
Онотма, мөъмин, шуны.
209
Биш ҡат намаҙ — ул эргәңдә
Таҙа йылға аҡҡан һымаҡ,
Шул саф һыуҙа биш ҡат ҡойоноп,
Биш сафланып сыҡҡан һымаҡ.
210
Күркәм холоҡ, зирәк аҡыл, тыйнаҡ ҡылыҡ
Хазинаның иң ҙурыһы барыбер.
Ҡәҙерҙәрен белгәндәргә ошо байлыҡ
Биш намаҙға, ураҙаға бәрәбәр.
211
Бер-береһен хөрмәт иткән
Мосолмандар бер тән ише.
Бөтә тәнең ауыртҡандай
Һыҙлағанда тик бер тешең.
212
Эй, өммәтем, бер көн
Баҫҡандай ерҙе төн
Илгә фетнә тулыр.
Иртән мөъмин булған
Кисен кафыр булыр,
Динен малға һатыр,
Яҙыҡ эштәр ҡылыр.
213
Көрәшеп еңгән батырҙың
Өлөшөнә дан төшөр.
Батырҙарҙың да батыры
— Асыуын еңгән кеше.
Килгәндә ныҡ асыуығыҙ,
Хәйерле өндәшмәүегеҙ,
Ауыҙығыҙҙы асмауығыҙ.
214
Буш килгән мал байлыҡ түгел,
Тик бер айлыҡтыр.
Күңелеңдәге хазина
Бөтмәҫ байлыҡтыр.
Хәләл малын кем ҡәҙерләп тотор,
Ярлылыҡ та шуны урап үтер.
215
Арабыҙҙа йәнһеҙ әйбер һымаҡ
Тоғро була алған бик һирәктер.
Йәнле бәндәләргә ҡарағанда
Йәнһеҙ әйбер итәғәтлерәктер.
216
Барыһын афәт емерә,
Дингә афәт — яуыз түрә.
217
Ир булып кейенгән ҡатын,
Ҡатын булып кейенгән ир
Алыр Аллаһтың ләғнәтен,
Ундайҙарҙан ерәнер ер.
Ҡауышһа ике ир заты,
Ҡауышһа ҡатын вә ҡатын,
Алыр Аллаһтың ләғнәтен.
218
Эй һин әҙәм балаһы,
Ниндәй хәлгә ҡалаһың?!
Етерлек мөлкәтең барҙа
Нәфсең тыя белмәйһең.
Аҙынан ҡәнәғәтләнә,
Күбенән туя белмәйһең.
Язаһы килер ялғандың,
Сиге булыр хәйләнең.
Урлап йыйған донъяның бер
Аҫты-өҫкә әйләнер.
Тәнең — таҙа, күңелең — тыныс,
Ашың хәләл булғанда,
Тормошоңдоң ҡото артыр
Шөкөрана ҡылғанда.
219
Ике — берҙән, өс — икенән,
Дүрт өстән хәйерлерәк.
Шулай булғас, өммәтемә
Тупланыу, артыу кәрәк.
Өммәтен онотҡандарҙы,
Тоғро юлдан сыҡҡандарҙы
Аллаһы Тәғәлә хупламаҫ,
Яңынан бергә тупламаҫ.
220
Кәңәшем һеҙгә:
Һуҡмағыҙ йөҙгә.
221
Иң хаҡ һүҙҙе шағир Ләбиб
Шулай тип ярып һалған:
«Тик Аллаһ хаҡ!
Ҡалғандары Ялған, барыһы ялған!»
222
Холҡоғоҙҙо насар яҡҡа
Бора торған ҡомһоҙлоҡтан,
Ояһын зауыҡ юҡ ергә
Ҡора торған ҡомһоҙлоҡтан
Тыйылығыҙ, тыйылығыҙ,
Тик Аллаһҡа һыйынығыҙ.
223
Яҡты донъяларҙан һис тә
Төңөлә күрмә, ваз кисмә.
224
Ҡатынға ҡол булған ирҙән
Меҫкенерәк кем бар ерҙә?
225
Һаҡланһаң да һин бик ныҡ,
Яҙмышыңдан уҙмыш юҡ.
226
Килер шундай бер заман:
Дин тотоуҙа сабырҙар
Ҡулдарына утлы күмер
Тотҡан килеш ҡалырҙар.
227
Ни һөйөклө һинең үҙ күңелеңә,
Һөйөклө ит шуны йорт-илеңә.
228
Етемдәргә ҡайҙа хөрмәт тейер,
Шундай йортто Аллаһ үҙе һөйөр.
229
Саҙаҡаңды башта үҙеңә бир,
Шунан — ғаиләң, бала-сағаларға.
Ғаиләңдән артһа — туғандарға,
Туғандарҙан артһа — башҡаларға.
230
Дуҫыңды шашып яратма!
Берәй көн ошо дошмандың
Дуҫ булып китеүе бар.
231
Һин ҡыйырһытҡан йән
Кафыр булғанда ла,
Доғаһынан һаҡлан —
Пәрҙә юҡ доғаға.
232
Береһе икенсеһен үлтерергә
Ҡылыс тотһа ике мосолман,
Үлтергәненә лә, үлгәнгә лә
Йәһәннәмдән юҡтыр ҡотолмаҡ.
233
Нәҫел-шәжәрәне онотмағыҙ,
Ҡәрҙәштәргә йышыраҡ барығыҙ,
Хәлен белеп, күҙенә ҡарағыҙ.
Йөрөшкәндә туған алыҫ түгел,
Алыҫ булғанда ла арағыҙ.
Йөрөшмәгән туған яҡын түгел,
Яҡын булғанда ла арағыҙ.
234
Енәйәт эш йәшеренә икән,
Гонаһ енәйәтсегә ни бары.
Беленеп тә, гонаһ язаһыҙ ҡалһа,
Бар халыҡҡа тейер зарары.
235
Изгелегеңә һөйөнһәң,
Яманлығыңа көйөнһәң,
Тимәк, һин — ысын мөъминһең
236
Яңылыш эшләһәң насарлыҡ,
Ҡыла ҡалһаң һин яҡшы бер ҡылыҡ.
Һыҙылып ташланыр яманлыҡ,
Күңелеңә нур бөркәр яҡшылыҡ.
237
Алланы асыуландырып,
Ҡыуандырһаң батшаны,
Юлдан яҙыр баштарың.
Батшаларҙың тупһаһында
Кемдәр тапана —
Күңеле аҙа шуларҙың,
Намыҫы таплана.
Байҙарға һирәк керегеҙ,
Аллаһ һеҙгә ниғмәт биргән,
Шуның ҡәҙерен белегеҙ.
238
Ризыҡтың яманы —
Алыу етемдәр малын.
239
Тоғролоҡ
Мал — ризыҡ өҫтәр,
Хыянат
Фәҡирлек көҫәр.
240
Муллыҡта йәшәгәнеңдә
Һин Аллаһҡа табын.
Һин тарлыҡҡа ҡалғаныңда
Аллаһ үҙе таныр.
241
Яҡшылыҡ иҫкермәй,
Гонаһ онотолмай.
Аллаһ тыумай-үлмәй,
Ныҡ иман онотолмай.
242
Кемдәр донъялағы өсөн
Әхирәттән ваз кисмәгән,
Кемдәр әхирәте өсөн
Донъялыҡтан ваз кисмәгән,
Кемдәр ил-халыҡ өҫтөнә
Бәлә, йөк булып төшмәгән,
Бына шулар арағыҙҙа
Иң хәйерле, саф кешеләр.
243
Етеш тормоштарҙа үҫеп,
Татлы ризыҡтар йәйеп тә,
Яҡшы аттарға атланып,
Затлы кейемдәр кейеп тә,
Маһайыуҙан уҙмаһалар,
Маҡтанһалар көн дә, төн дә,
Был кешеләр иң насары,
Иң яманы өммәтемдә.
244
Әҙәм балаһының тирәһендә
Туҡһан туғыҙ үлем әйләнә.
Әгәр шулар хаталана икән,
Оҙон ҡартлыҡ насип бәндәгә.
245
Кем ярата кешеләрҙең зарығып
Ҡаршыһында баҫып тороуын,
Кеше намыҫын йыртҡан ул түрәнең
Тик тамуҡта булыр урыны.
Йә етәксе икән, йә хөкөмдар —
Унан ярҙам өмөт иткәндәрҙең,
Көнө уға ҡалған мохтаждарҙың,
Меҫкенлектә яфа сиккәндәрҙең
Ярҙам һорап килгән юлын ҡыйһа,
Ишеген шартлатып ябып ҡуйһа,
Аллаһы Тәғәлә шул түрәнең
Онотормо нахаҡ эштәрен?
Уның мохтажлығы ҡаршыһында
Ябып ҡуйыр күк ишектәрен.
Илде башлыҡ түбән ҡуйһа үҙенән,
Ғәҙел булмаһа эш менән, һүҙ менән,
Аллаһ уны утҡа ташлар йөҙтүбән.
246
Эй бәндәнең сама белмәҫ ғуж ҡорһағы!
Кеше тултырған һауыттар араһында
Был һауыттан ҡомһоҙораҡ ни бар тағы?
Ашағанда ҡарынын кеше өскә бүлһен:
Бер өлөшө булһын уның ашамлыҡҡа,
Икенсеһе булһын уның эсемлеккә,
Өсөнсөһө һулыш алыр өсөн булһын.
247
Яҡшылыҡҡа өйрәтеүсе ғалим!
Үҙен-үҙе онота.
Бөтә ғәме
Халҡы хаҡындағы ғәмдер ул.
Тирә-яҡҡа балҡып нур таратып,
Янып бөтөп барған шәмдер ул.
248
Берәй йәндең яралыуын
Тәҡдир иткән икән Аллаһ,
Яралмайса ул йән ҡалмаҫ.
Иртәгә ни хәлдәр булырын,
Был ҡарындан кемдең тыуырын,
Һуңғы сәғәт ҡасан килерен,
Кем үҙенең ҡасан үлерен,
Ҡасан ғына ямғыр яуырын
Яраббиҙан башҡа кем белә?
249
Утҡа осҡан күбәләктәр өйөрөн
Уттан ҡыуған кеше шикелле,
Ҡурсалайым һеҙҙе, ә һеҙ һаман
Ҡасаһығыҙ минән һәләкәткә,
Аңлауығыҙ быны икеле.
250
Хәләл ризыҡ өсөн тирҙәр түгеп,
Арып-талып йоҡлап киткәндәр!
— Бер гонаһһыҙ үтер был төнөгөҙ,
Ҡабул булыр һеҙҙең көткәндәр.
251
Кемдең холҡо насар — үҙен
Ғазапҡа һалыр.
Кемдең борсолоуҙары күп
— Ауырыуға тарыр.
Кем туҡтау белмәй ыҙғыша
— Шул егетлеген юғалтыр,
Абруйһыҙ ҡалыр.
252
Бер туҡтауһыҙ дошманлашыу
Баштан ашыр гонаһ өсөн.
Әрләшһәгеҙ һеҙ үҙ-ара,
Иң оҙағы булһын өс көн.
253
Атта барған
Йәйәүлегә сәләм бирһен.
Атлап барған
Ултырғанға сәләм бирһен.
Аҙсылыҡ
Күпселеккә сәләм бирһен.
Сәләм ҡайтарғанға
Сауаптыр, ҙурлыҡтыр.
Сәләм ҡайтармағанға
Сауап юҡ, хурлыҡтыр.
254
Маҡтаулы эш, сауаплы эш
Кешеләргә биреү хәйер.
Хәйерҙән дә хәйерлерәк
Бирәсәккә биргән әйбер.
255
Янда — ҡоҙоҡ.
Тик кем белер
Әлһерәгән эт хәлен?
Туҡтап ҡалды аҙғын ҡатын,
Ситегенә бәйләп шәлен,
Ҡоҙоҡтан ул һыу алды ла
Һуғарҙы шул байғош этте.
Эт һуғарыу хатта сауап!
Аҙғын ҡатындың гонаһын
Аллаһ шул саҡ ғәфү итте.
256
Ҡыҙ һайлаһаң, әсәһен күр,
Күҙең төшһә насар ҡыҙға,
Әсәһе бик яҡшы икән,
Өйлән ҡыҙға, оҙаҡ һуҙма.
Күҙең төшһә яҡшы ҡыҙға,
Тик әсәһе булһа насар,
Алма ҡыҙҙы, ул барыбер
Әсәһенең юлына баҫыр.
257
Әгәр берәү һүҙ һөйләүҙе
Итә икән үҙ ғәмәле,
Ебәрмәҫ ул һүҙ ҡәҙерен,
Һөйләр белеп урынын, мәлен.
258
Эш башына ул ҡуйылды,
Эш хаҡтары бик мул булды.
Ә ул өҫтәп ниҙер ала,
Үҙенә үҙе бығау һала.
259
Йортоңдағы изге Ҡөрьән
Күңелеңде лә нурлаһын.
Мәсетең күркәм булғанда
Рухың емерек булмаһын.
260
Саҙаҡалыр һәр изгелек,
Ил тип йәшә һин иң элек.
Яман эш эшләүҙән һаҡлан,
Үҙ-үҙеңә шул саҙаҡаң.
261
Намыҫ ҡушҡан бар эштәрҙе эшләр өсөн
Етерлектер Аллаһ һиңә биргән көсөң.
Аллаһ үҙе мөһөрләгән бар сифатты,
Хуп күрмәгән тик ялған һәм хыянатты.
262
Кешеләрҙе арбап алһын малың түгел,
Көләс йөҙөң, күркәм холкоң, ихлас күңелең.
263
Йомартлыҡ ул ожмах ағасылыр,
Ботаҡтары ергә һалынып тора.
Ошо ботаҡтарға кем тотона,
Шуны илтә йәннәткә туп-тура.
Һаранлыҡ ул тамуҡ ағасылыр,
Ботаҡтары ергә һалынып тора.
Ошо ботаҡтарға кем тотона,
Шуны илтә йәһәннәмгә тура.
264
Һәр халыҡты өс бәләгә дусар иткән:
Яман уйға, шомланыуға, көнсөлөккә.
Сығыр юл бар, ҡулығыҙҙы ҡаушырмағыҙ,
Яман уйҙы һис тормошҡа ашырмағыҙ.
Көнләшһәгеҙ, ҡайнатмағыҙ ҡанығыҙҙы,
Шомланһағыҙ, ҡыуалағыҙ шомоғоҙҙо.
265
Ҡабул ителеренә шик юҡ өс доғаның:
Атаһының балаһына доға ҡылғанын,
Мосафирҙың алыҫ юлда доға ҡылғанын,
Рәнйетелгән кешеләрҙең доға ҡылғанын.
266
Гонаһы юҡ өс ялғандың:
Дошманды һуғышта алда,
Яу ялғанға ҡоролған да,
Яҙыҡ булмаҫ, ҡатыныңды
Һинән ризамын тип алда.
Ике кешенең араһын
Төҙәткәндә, көйләгәндә,
Һүҙең булыр изгелекле,
Хатта ялған һөйләгәндә

267
Бәхетһеҙлеккә сәбәптер
Ошо өс хәл:
Яҡшылыҡ эшләһәң, рәхмәтен әйтмәгән,
Насарлыҡ эшләһәң, һис ғәфү итмәгән,
етәкселер беренсеһе;
Изгелек күрһә, ергә күмгән,
Яманлыҡ күрһә, донъяға сәскән күршелер икенсеһе;
Янында саҡта ирен рәнйеткән,
Янда ире юҡта хыянат иткән ҡатындыр өсөнсөһө.
268
Имандың кейеме — тәҡүәлек,
Иманға оялыу килешер.
Шәриғәт — имандың байлығы,
Изге эш — имандың емеше.
269
Һәр хәләттә, һүҙҙә, эштә
Тоғро юлдан ситкә төшмә.
Ожмах — күп ишекле йорттор,
Бер ишеге — тоғролоҡтор.
Һаҡланығыҙ алдашыуҙан,
Ялған эшкә ҡатнашыуҙан.
Ҡапҡалары күп тамуҡтың,
Бер ҡапҡаһы — алдау, мутлыҡ.
270
Ҡыуанысҡа тулһа күңелең
Һин яҡшы эш эшләгәндә,
Бошондорһа хаталарың,
Һин — иманлы тоғро бәндә.
271
Ялған телле, ике һүҙле,
Ике йөҙлө булһа бәндә,
Ике яҡтан ике ялҡын
Ялмар уны йәһәннәмдә.
272
Күңелендә кем йөрөтә
Туҙан хәтле тәккәберлек,
Ахыры заман еткәс, тапмаҫ
Юлды ожмахҡа үтерлек.
273
Тупаҫлығы арҡаһында
Уны урап үтһәләр,
Шул кешенән насары юҡ,
Һөмһөҙлөк итер һәләк.
274
Оҙон ғүмер дөрөҫ йәшәп,
Күреп күп рәхмәт, сауаптар,
Васыятын хата яҙһа,
Вариҫтары рәнйеп ҡалһа,
Көтөр уны күп ғазаптар.
275
Кемдең ҡылығы килешле,
Шуның иманлы эше.
Буш һүҙҙәрҙән ҡасҡан кеше
Камиллыҡҡа ирешер.
Балға кем һуң әрем ҡушыр?
Бал шикелле саф иманға
Яуызлыҡ әрем ише.
276
Әле эшкә әйләнмәһә,
Әйтмәһә теле,
Бәндәнең насар уйҙары
Ғәфү ителер.
277
Әйтте Рәсүл: "Кемдең килә бик белгеһе
донъя менән әхирәттең айырмаһын,
Йылғаға ул бер бармағын манып алһын.
Шул бармаҡта тороп ҡалһа ни саҡлы һыу,
Был донъяла йәшәүеңдең асылы шул
278
Ләғнәт, әрләү,
Хаяһыҙ һүҙ, мәсхәрәләү
— Мөъмин өсөн нисек мөмкин
Бындай хәлдәр.
279
Ашҡа шөкөр иткән туҡ кеше
Ураҙа тотҡан менән бер ише.
280
Ислам — күҙ күремендә,
Иман — күңел түрендә.
281
Изгелек — йән тыныслығы,
Яманлыҡтан йәнең сығыр.
282
Кешенең үҙ ҡулы менән
Башҡарған хәләл эше —
Һәр кемгә иң изге кәсеп,
Ғүмерлеккә килешер.
283
Боронғо пәйғәмбәрҙәрҙе
Белгән бары үҙ халҡы.
Мине бөтә халыҡтарға
Ебәрҙе Аллаһ хаҡы.
284
Ризыҡ иткән йән аҙығын,
Аҡыл емешен
Маҡсатына мотлаҡ ирешер.
285
Мөхәммәттең асыуы ҡаты булған
Эскелеккә — яман сир — бәләгә.
Хәмер-шараптарға ҡулы тейгән
Ошо ун кешене ҡәһәрләгән:
1) кешеләргә шарап эшләүсене;
2) үҙе эшләп, үҙе әсеүсене;
3) үҙе һатып алып әсеүсене;
4) башҡаларға ҡойоп биреүсене;
5) хәмер-шарап ташып йөрөүсене;
6) шул шарапты ҡабул ҡылыусыны;
7) һатыусыны;
8) алыусыны;
9) араҡыны бүләк итеүсене;
10) хәмер һатып, ашап-туйыусыны.
286
Кем хәстәрләй сит-яттарҙы,
Күрмәҫ яза-ғазаптарҙы.
287
Кем тартып ала көс менән,
Беҙҙеке түгел һис кенә.
288
Берәү эйелеп эҙләгәндә
Өҫтәлдән төшкән валсыҡты,
Ярлыҡауҙар килеп тапты.
289
Белемеңде тотма бикләп,
Туғаныңа өйрәт ғилем.
Саҙаҡаның иң яҡшыһы
— Өләшеү иманлы белем.
290
Хаҡ иманды яҡлап, күпме шәһит
Аллаһ юлдарында ҡорбан булған.
Ғалимдарҙың яҙған ҡараларын
Шәһит ҡандарына тиңдәш ҡылған.
291
Был донъяла кемде кем яратҡан,
Шулар менән булыр әхирәттә.
292
Был донъяла бер ни еңеләймәҫ,
Еңеләйтмәһәң әгәр, эй Тәңрем.
Ьин теләһәң, ауыр ҡайғыны ла
Бәндәләрең еңел күтәрер.

293
Йәнем йәннәт күрһен тигән кеше
Хужа булһын ике ағзаһына:
Бер ағзаһы — теше араһында,
Икенсеһе — бото араһында.
294
Рәсүлде уратып ултырып,
Тыңлайҙар мөридтәр уй-фекер.
Ишеккә Мөхәммәт ҡараны,
Күренде мәсеттә бер фәҡир.
Мосолман йолаһы буйынса
Ултырҙы буш ергә — өлөшө.
Кем белгән, янында бай икән,
Ҡыҫтырып еләне салғыйын,
Ҡуйҙы бай ситкәрәк шылышып.
Күрҙе лә пәйғәмбәр һораны:
Е Ярлылыҡ һиңә был фәҡирҙән
Йәбешер тип әллә ҡурҡтыңмы?
— Юҡ Рәсүл, ундай уй юҡ бер ҙә!
— Малыңдың әллә бер өлөшө
Күсер тип ҡурҡтыңмы фәҡиргә?
Бай әйтә пәйғәмбәр һүҙенә:
— Юҡ Рәсүл, ундай уй юҡ бер ҙә!
— Был күршең ҡағылһа, кейемең
Бысрар тип ҡурҡтыңмы әллә һин.
Ишетелә әйткәне был байҙың:
— Юҡ, тимен, эй Рәсүл, билләһи!
— Әләйһәң ниңә һуң янтайҙың
Сиркәнеп, рәнйетеп күршеңде
— Гонаһлы эш ҡылдым,
Хоҙайым
Кисерһен был гонаһ эшемде!
Булған бар малымдың яртыһын
Алһынсы был мөъмин туғаным.
Ә фәҡир яуаплай:
-Алмайым.
-Ниңә? — тип пәйғәмбәр һораны.
— Ҡурҡамын, байлыҡтан маһайып,
Ҡанһыҙ бер тәкәббер булыуҙан.
Туғаным мөъмингә ҡарата
Был байҙай гонаһ эш ҡылыуҙан.
295
Өсәүләшеп оҙатыусы ерҙән кешене
Ғаиләһелер, мөлкәтелер, ҡылған эшелер.
Ғаиләһе, мал-мөлкәте тороп ҡаласаҡ,
Ҡылған эштәр аҙаҡҡаса оҙатып барасаҡ.
296
Яҡыныраҡ ҡылыр Аллаһ
Ике иптәштән иң шәпте,
Иптәшенә яҡшылыҡты
Күберәк ҡылған иптәште.
297
«Иртәгә өлгөрөрмөн,
Бөгөнгә тороп торор!» —
Шулай тип ултырған аҙаҡ
Төп башына ултырыр.
298
Бәндәләр талап иткәнсә
Үтәлһә дәғүә-теләк,
Бер нәмә лә ҡалмаҫ ине
Ил-милләт мөлкәтенән.
299
Таң атҡан икән,
Уҙған кисте уйлауҙан ни файҙа?
Кис еткән икән,
Уҙған таңды уйлауҙан ни файҙа?
300
Дуҫлыҡ мираҫ булып һиңә күсә,
Ә нәфрәтте мираҫ итеп алаһың.
301
Телеңде тый, телеңде тый,
Телеңдән тик яҡшы һүҙ ҡой.
302
Ил өсөн файҙаһыҙ ғилемдән
Баш тарттым, я раббым,
Рухымды күтәрмәҫ хеҙмәттән
Баш тарттым, я раббым,
Раббымдан ҡурҡмаған йөрәктән
Баш тарттым, я раббым,
Һин, раббым, ишетмәҫ доғанан
Баш тарттым, я раббым.
303
Аллаһ ҡаршыһында әҙәми зат
Үҙ абруйын асыҡлауҙан алда
Белһен шуны: үҙенең күңелендә
Ниндәй урын алып тора Аллаһ?
ввв
Был тормошта беҙ бит ҡунаҡ ҡына,
Тормош өсөн мәсет — төп йорттор.
Йөрәгеңде мәрхәмәткә өйрәт,
Һуғар уны ҡайнар йәшең менән,
Ут-һағышҡа сорнап сыныҡтыр.