Саҙаҡаңды бир

                                                              Саҙаҡаңды бир

                                    Саҙаҡаңды бир һәм әжәлең еткәнсе... үтәргә ашыҡ

     Һуңғы ваҡыттарҙа Ҡөръән мәжлестәрендә бер-беренә өләшә торған саҙаҡалар тураһында күп һорауҙар бирәләр. Шуның өсөн был вәғәземдә күберәк ошо мәсьәләләргә туҡталмаҡсы булам. Аллаһ Тәғәлә хәйерле тел асҡыстары биреп, матур вәғәздәр һөйләргә насип ҡылһа ине. Тыңлаусыларға ла, һөйләүсегә лә, ошо вәғәздәр менән вәғәзләнеп, изге ғәмәлдәрҙе күберәк ҡылырға насип итһә ине.
     Иң беренсе: нимә ул саҙаҡа? Саҙаҡа ул — ғәрәп телендә игелек, изгелек, яҡшылыҡ, ғәҙеллек, тигән һүҙ. Беҙҙең аңлауыбыҙса, саҙаҡа ул — әҙәм балаһының үҙенә иң ҡәҙерле булған әйберенән Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн өлөш сығарыу. Бына ошо нәмә саҙаҡа тип атала. Саҙаҡа күп төрлө: фарызы, вәжиб бар, сөннәте, мөстәхәб, харамы, мәкруһ бар. Аллаһ Раббыбыҙ намаҙҙы фарыз итте. Намаҙ — беҙҙең өҫтөбөҙҙә торған иң ҙур бурыс. Был да беҙҙең Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында саҙаҡабыҙ булып тора, сөнки Ҡөръәни Кәримдә Аллаһ Раббыбыҙ «Ғимран» сүрәһендә (134-се аят) әйтә:

                     الَّذِينَ يُنفِقُونَ فِي السَّرَّاءِ وَالضَّرَّاءِ وَالْكَاظِمِينَ الْغَيْظَ وَالْعَافِينَ عَنِ النَّاسِ وَاللَّهُ يُحِبُّ الْمُحْسِنِينَ
     134. Әлләҙиинә йүңфикуунә фи-ссәрраа'и үә-ддарраа'и үәл-кәәҙыимиинәл-ғайҙа үәл-ғәә-фиинә ғәни-ннәәси үә-ллааһу йүхиббүл-мүхсиниин.
     134. (ул йәннәт) шатлыҡта ла, ҡайғыла ла малын йәлләмәй сарыф иткәндәр, асыуын тыя, кешене ғәфү итә белгәндәр өсөн. Ысынлап та, Алла изгелек эшләгән кешеләрҙе ярата!
     - Ул изге тәҡүә бәндәләр шатлыҡлы ваҡытта ла, ҡайғылы ваҡытта ла Аллаһының биргәненән Аллаһ ризалығы өлөш өсөн сығарырҙар. Аллаһтың беҙгә биргән иң ҡәҙерле ниғмәте ул — ваҡыт. Ваҡыттың Аллаһҡа бирелергә тейешле өлөшө — ул намаҙ ваҡыты. Ауырыумы, ҡайғылымы, һөйөнөслөмө, әҙәм балаһы үҙенең иң ҡәҙерле булған ваҡытының бер өлөшөн Аллаһ Тәғәлә өсөн сарыф итәр. Беҙ бер нәмә менән дә һатып алып булмай торған ваҡытыбыҙҙың бер өлөшөн Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн сарыф итәбеҙ. Иң ҙур саҙаҡабыҙ, әлбиттә, намаҙ. Һәм ураҙа тотабыҙ, ул да саҙаҡа. Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн нәфсебеҙҙе әҙерәк тыйып, еңеп торабыҙ. Хәләл ризыҡтан ла тыйылып торабыҙ беҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр харамдан да тыйылып тора алмай. Ураҙа – беҙҙең Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн эшләй торған ғибәҙәт. Һәм саҙаҡаның тағын байлыҡтан бирелә торғаны бар. Аллаһ Тәғәлә беҙгә байлыҡты һынар өсөн бирә. Әгәр Хаҡ Тәғәлә теләмәһә, беҙҙең ул байлығыбыҙ булмаҫ ине. Әгәр Аллаһ Тәғәлә теләһә, бер миҙгелдә шул байлыҡтан беҙҙе мәхрүм ҡалдыра ала. Байлыҡ ул — ғүмер шикелле. Ул да — ваҡытлы әйбер. Әгәр һинең был миҙгелдә байлығың бар икән, ул һинеке генә түгел. Байлыҡ ул — Аллаһ Тәғәлә биргән өлөш. Кемдер мохтажлыҡ кисерә, уға беҙ байлыҡтан өлөш сығарырға тейеш. Был — зәҡәт. Байлығы алтын нисабына еткән кеше (алтын нисабы 1000 доллар, көмөш нисабы 350 доллар тирәһе) байлығының 40 тан бер өлөшөн зәкәт итеп бирергә тейеш. Шулай уҡ үҫтергән әйберҙәрҙең -10 дан бер өлөшөн, һыу һибеп үҫтергәндең 20 нән бер өлөшөн ғәриптәргә, йәтимдәргә, меҫкендәргә, мохтаждарға бирергә тейешбеҙ. Был саҙаҡа — ғөшөр була. Зәкәттә, ғөшөр ҙә — фарыз саҙаҡалар.
     Бынан тыш вәжиб саҙаҡа бар. Бына ураҙа фитыры — ул вәжиб саҙаҡа. Әйткәнемсә, байлығы көмөш нисабына артҡан кешегә ураҙа фитыры вәжиб була. Быны бирмәгән кеше — гонаһлы. Биргән кеше — сауаплы. Изге Рамаҙан айында — шатлыҡ-һөйөнөс кисергән айҙа беҙ мохтаж ҡәрҙәштәребеҙҙе һөйөндөрөргә тейеш. Ярҙам итергә тейеш, байрам икәнен белһен өсөн. Өлөш сығарырға тейешбеҙ фитыр саҙаҡаһынан. Сөннәт дәрәжәһендәге саҙаҡалар ҙа бар. Ул саҙаҡалар — йома көндө, дини байрам көндө бирелә торған саҙаҡалар. Быны бирмәһәң — гонаһ юҡ, бирһәң — сауап. Быны бирһәң, Пәйғәмбәребеҙҙең бер сөннәтен үтәгән булып тораһың. Иң яҡшыһы — ғәйет байрамы һәм йома саҙаҡалары.
     Уларҙан ҡала бирелә торған саҙаҡалар: нәфел саҙаҡалар. Әле вәжиб саҙаҡа дәрәжәһендә тағын берәү бар: был әгәр һинең өйөңә ҡайҙандыр юлаусы, үтеп барыусы мосафир инһә, уны ашатып-эсертеп сығарыу вәжиб һанала. Әгәр беҙ быны эшләмәһәк, гонаһлы булабыҙ. Шуларҙан ҡалған саҙаҡалар — бөтәһе лә нәфел саҙаҡалар. Быны үтәһәң — сауап бар, «үтәмәһәң — гонаһ бар», — тип әйтә икән берәү, был кеше үҙе гонаһлы була.
     Кеше нәфел саҙаҡаны ғаиләһенә зыян килтереп, балаларының тамағынан өҙөп, йә булмаһа, үҙенең ғаиләһенә мохтажлыҡ килтереп бирә икән, бына был саҙаҡа мәкруһ һанала. Был шелтәле саҙаҡа була. Был бирмәҫкә кәрәк. Биреүгә ҡарағанда бирмәү сауаплы. Кемдер үлеп китә, зыяратҡа барып, саҙаҡа өләшәләр. Өйҙә саҙаҡа өләшәләр, 3, 7, 40 ын уҡыталар. Бына былар бөтөнөһө — нәфел, мәжбүри түгел, ирекле эштәр. Әгәр шуның ире үлеп киткән, тол ҡалған, мохтаж ҡатын, әжәткә кереп, бурысҡа батып, балаларының ауыҙынан өҙөп эшләй икән, гонаһлы ғына була. Ул быны эшләмәҫкә тейеш. Быны халыҡ та дөрөҫ аңлаһын. Ҡара әле, был өсөһөн үткәрмәне, ҡырҡына саҙаҡаны бик аҙ өләште, тигән һүҙ булырға тейеш түгел. Сөнки бындай саҙаҡалар юҡ. Улар вәжиб түгел, сөннәттә тә түгел, фарыз да түгел. Бына мин фарыздарын, вәджибтәре әйтеп киттем. Әммә әгәр көсө етеп бирә икән, сауаплы була. Шуға күрә беҙ өсөһөн, етеһен, ҡырҡын үткәрәбеҙ икән, уны иҫкә алыу, Ҡөръән уҡытыу мәжлесе тип атарға кәрәк. Унда беҙ үлем тураһында кешеләрҙе вәғәзләргә тейеш. Әйткәнемсә, был саҙаҡа мотлаҡ түгел. Бер китапта ла ҡаралмаған. Гүр саҙаҡаһы тигән нәмә лә шулай уҡ юҡ. Уны хәле булған, көсө еткән, байлығы булған кеше мәрхүменә сауап булһын өсөн бирә. Быны бирергә ярамай, тип тә әйтергә ярамай. Әммә быны биреү — тейеш, тип ҡәтғи рәүештә әйтеү, бирмәһәң, нимәлер булыр, тип әйтеү үҙе үк — гонаһ. Көсө еткән кеше бирә, сауап була, көсө етмәгән кеше бирмәй, гонаһ булмай. Әйткәнемсә, әжәткә кереп, балаларының ауыҙынан өҙөп бирә икән, был бит мәкруһ. Урлаған әйберҙән, араҡы һатып табыш алып, сусҡа аҫрап табыш алып, бынан саҙаҡа бирелһә, был — хәрәм. Быны белһәң, алмаҫҡа кәрәк. Был — хәрәм аҡса. Элек бер бай кеше йәшәгән, ул урлап, кеше талап мал йыйған булған. Һәм бер ҡасан да уның саҙаҡаһын мәсеткә ҡабул итмәгәндәр. Малы хәрәм булып һаналған.
     Һәм беҙ бик ҙур изгелек эшләйбеҙ, сауап эшләйбеҙ, тип, үтәй торған бер эшебеҙ бар: Ҡөръән уҡытыу мәжлестәре. Әлбиттә, Ҡөръән уҡытыу кәрәк. Аллаһтың барлығын, үҙеңдең мосолман икәнеңде белеү, мосолман ҡәрҙәштәреңде йыйып, шундай матур бер мәжлес ойоштороу — насар ғәҙәт түгел, күркәм ғәҙәт. Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръәни Кәримдә «Фуссыиләт» (41 сүрә) сүрәһенең 33 сө аятында былай тип әйтә:
                                         وَمَنْ أَحْسَنُ قَوْلًا مِّمَّن دَعَا إِلَى اللَّهِ وَعَمِلَ صَالِحًا وَقَالَ إِنَّنِي مِنَ الْمُسْلِمِينَ
     33. Үә мән әхсәнү ҡауләм-миммәң дәғәә иләллааһи үә ғәмилә саалихәү-үә ҡаалә иннәнии минәл-мүслимиин.
     33. Аллаға өндәп, изгелек эшләп, «Мин — мосолман!» — тигән кешенән дә яҡшыраҡ һүҙле кеше булырмы?
     - Аллаһтың һүҙен кешеләргә еткерә торған булһа, әлбиттә, бында сауаптан башҡа бер нәмә лә юҡ. Аллаһ Тәғәлә үҙе бар, үҙен беҙ күрмәйбеҙ. Аллаһ Тәғәләнең һүҙе — Ҡөръән бар. Ҡөръәнде беҙ күрәбеҙ. Ул — беҙгә ирешкән китап. Ҡөръәндә Аллаһтың һүҙҙәре яҙылған. Аллаһтың һүҙҙәрен кешегә еткереү – сауаплы эш. Әммә ҡайһылай итеп еткерәбеҙ. Уҡығаныбыҙҙы беҙ аңлатып бирергә тейеш. Беҙ унда йыйылған халыҡҡа 4-5 ауыҙ һүҙ менән булһа ла, уларҙы дингә өндәргә тейеш. Фарызды үтәмәүҙең, хәрәмдән тыйылмауҙың гонаһ икәнен аңлатырга тейеш. Ул хәҡиҡәт ни тиклем генә әсе булһа ла.
     Ҡайһы берҙәребеҙ Ҡөръән мәжлесенә барып, түргә менеп, Ҡөръән уҡығандан һуң, бына ошолай йылға бер тапҡыр Ҡөръән уҡытһағыҙ, күберәк итеп саҙаҡа бирһәгеҙ, намаҙ уҡымаһағыҙ ҙа була, тип, фарыздың фарызлығын инҡар итһә, ул кеше кәфер була.
     Мәжлестә Ҡөръән уҡыған кеше, әлбиттә, намаҙ эйәһе булырға тейеш. Аллаһ Тәғәлә: биш ваҡыт намаҙ – фарыз, тине. Биш ваҡыт намаҙҙы уҡымаусы кеше табынға бара ла Ҡөръән уҡып ултыра. Аллаһҡа ышанмаған килеш, нисек Аллаһтың һүҙен еткерә ул кешегә?
     Ҡөръән уҡыусыға ҡуйылған беренсе талап: уның уҡымаған фарыз намаҙы булырға тейеш түгел. Ул биш ваҡыт намаҙ уҡыусы булырға тейеш.
     Икенсеһе: был кеше ундағы халыҡты дингә өндәргә тейеш. Уны яҡшы ҡабул итәләрме, яман ҡабул итәләрме? Ҡөръән мәжлесенә йыйылған халыҡтың тәһәрәтле булыуы һәйбәт. Улар Аллаһтың һүҙен тыңларға килделәр бит. Унда намаҙ ваҡыты етә икән, намаҙ ҙа уҡып алырға тейештәр. Хәҙер ошо мәжлестә саҙаҡа биреүҙе лә, нәфел саҙаҡаһы өләшеүҙе ҙә гонаһ эш тип әйтә алмайбыҙ. Нәфел саҙаҡаһы биргән кеше лә сауаплы, алған кеше лә, доға ҡылып ҡуйһа, сауаплы. Әммә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең бер хәҙисе бар: ашарға бер көнлөк ризығың бар икән, саҙаҡа алыуҙан туҡтап тор! Уны алып гонаһ эшләйһең, — тип әйткән Пәйғәмбәребеҙ. — Нәфсең артынан ҡыуаһың, — ти. Һәм ул саҙаҡа, әйткәнебеҙсә, үҙеңә кәрәкле булған, ҡәҙерле булған бер нәмәне Аллаһ ризалығы өсөн биреү, тип әйттек. Әммә табында ығы — зығы ҡуптарып, кешеләрҙе урындан торғоҙоп, әүеш-тәүеш килтереп, «алыш-биреш» итеүҙән бер ниндәй ҙә сауап юҡ. Аллаһ ризалығы өсөн бер нәмә лә эшләмәй былар. Бында кешеләр Аллаһтың беҙгә аманат итеп биргән ваҡытын әрәм итәләр. Һин саҙаҡа биргәнең икән, һинең кеҫәңдә булған аҡсаң кәмергә тейеш, ә һин уны арттырып ҡайттың, ишәйтеп. Әҙәм балалары, әлбиттә, әжәл еткәс, әйтерҙәр:
    — «Фәйәҡуулә рабби ләү ләә әххартәниии иләә әджәлиң кариибиң фә әссаддәҡа үә әкүм-минәссаалихииин» — Әй, Раббым! Намаҙ уҡырға ваҡытым ҡалманы, ураҙа тоторға ваҡытым ҡалманы, әжәлемде әҙ генә кисектереп тор. Булған бөтә байлығымды саҙаҡа итеп өләшәм дә, изгеләр йөмләһенән күсһәм ине Һинең хозурыңа, тип әйтер, кеше әжәле еткәс. Бына ошо әжәләгеҙ етмәҫтән элек саҙаҡа биреү кәрәк, әлбиттә. Саҙаҡаға Аллаһ Тәғәлә сауапты 10 тапҡыр арттырып ҡайтарыр. Ҡыуаныслы ваҡытта биргән саҙаҡаларыбыҙ 100 дәрәжә артығыраҡ булыр. Шуға күрә никах табындарында, Рамаҙан, Шәғбан, Рәжәб, Мөхәррәм айҙарында, шатлыҡлы айҙарҙа, һөйөнгән ваҡыттарҙа үҙебеҙ иҫән-һау ваҡытта, йырлап эшләп йөрөгән ваҡытыбыҙҙа саҙаҡа бирергә кәрәк. Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръәндә (2:274) әйтә:
        الَّذِينَ يُنفِقُونَ أَمْوَالَهُم بِاللَّيْلِ وَالنَّهَارِ سِرًّا وَعَلَانِيَةً فَلَهُمْ أَجْرُهُمْ عِندَ رَبِّهِمْ وَلَا خَوْفٌ عَلَيْهِمْ وَلَا هُمْ يَحْزَنُونَ
     274. Әлләҙиинә йүңфи-ҡуунә әмүәәләһүм билләйли үә-ннәһәәри сиррау үә ғәләәнийәтәң фәләһүм әджруһүм ғиңдә раббиһим үә ләә хауфүн ғәләйһим үә ләә һүм йәхзәнүүн.
     274. Үҙ милкен төнөн дә, көндөҙ ҙә, белгертеп тә, белгертмәй ҙә сарыф иткән кешегә әжер — Раббынан. Уға хәүеф тә, ҡайғы ла юҡ!
     - Аллаһ күрһәткән урындарға кисен дә, көндөҙ ҙә, күрһәтеп тә, күрһәтмәйсә лә саҙаҡа биреүсе мөьминдәргә Раббылары хозурында күп ниғмәттәр һаҡлана. Уларға ахирәттә ҡурҡыу булмаҫ һәм улар көйөнмәҫтәр», — тип әйтелгән.
     Аллаһ ризалығы өсөн: йәтимдәргә, толдарға, бурыслыларға, меҫкендәргә, әлбиттә саҙаҡа биреү кәрәк. Үҙебеҙгә, ғаиләбеҙгә кәрәкле нәмә алып ҡайтһаҡ, ул да саҙаҡанан китәр Һәм хәҙер Ҡөръән мәжлестәрендә берәр инвалидты, меҫкенде тәрбиәләй торған кеше булһа, уға саҙаҡа бирһәң дә, Аллаһ ризалығы өсөн булһын, мин шундай күркәм табында ултырам, мин сәләмәт, иҫән-һау, тип, йә булмаһа, ниндәйҙер изге эшләйһең килә икән, саҙаҡаңды алып кил дә шул табында уртаға һал. Уртаға һал да, доға ҡылып йорт хужаһы алып ҡуйһын. Йорт хужаһы үҙе нисек теләй, шуға тапшырыр. Берәр йәтим кеше бармы, меҫкен кеше бармы. Һинең ошо мәжлестә ултырғаныңа Аллаһ Тәғәләгә бер рәхмәтең булыр. Ауырыу булһаң, сәләмәт булмаһаң, утыра алмас инең. Һәм хәҙер саҙаҡа бирәм, тип, кешенең ваҡытын алып, ығы-зығы ҡуптарып, аҡса алыштырышлы уйнауҙан сауап юҡ. Был турала Ризаитдин бине Фәхретдиндең «Жәвәмиғүл кәлим шәрхе» китабында ла яҙылған. Кеше алдында, бер ус аҡса тотоп, әйләнеп-тулғанып йөрөп, сауап эшләп булмай. Һәм, әйткәнемсә, шунда мохтаж кеше бар икән, шуға бир, ундай кеше күрмәйһең икән, уртаға һал саҙаҡаңды.
     Ҡөръән уҡытҡан икән, өгөт-нәсихәт һөйләнгән икән, табындағы бөтә ризыҡ та саҙаҡанан йорт хужаһына китә. Әгәр йорт хужаһы ҡәҙер-хөрмәт йөҙөнән саҙаҡа өләшә икән, уны шелтәләмәйек тә инде.
     Йорт хужаһына доға ҡылғандан һуң, башҡа кеше ул табында изге ғәмәл эшләйһе килһә, сауап алаһы килһә, әлбиттә, саҙаҡаһын ниәтләп, уртаға һалырға тейеш. Һәм уны шул килеш, доға ҡылып, йорт хужаһына ҡалдырырға кәрәк. Ул үҙе ҡайҙа бирәһен хәл итһен. Әгәр мәсеткә тапшырһа, ҡиәмәткә тиклем әжер-сауап килеп торор, шәкерткә бирһә, ул шәкерттең уҡыған намаҙҙарынан сауап килеп торор.
     Һәм беҙҙең эшләгән ғәмәлдәребеҙҙән иң сауаплыһы — һыу һибеү. Гөлдәргә, үҫемлектәргә һыу һипкәндә беҙ үҙебеҙҙең яҡшы теләктәребеҙҙе теләргә тейеш. Атай-әсәне тәрбиә ҡылыу шулай уҡ саҙаҡанан. Саҙаҡа ул — табын янында аҡса сығарып, кешегә күрһәтеп, шуны өләшеүҙе генә саҙаҡа тип һанарға ярамай. Был — нәфел саҙаҡа ғына. Бүләк саҙаҡа ғына. Саҙаҡаның ҙурыһы — әйткәнемсә, намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, зәкәт, ғөшөр, фитыр биреү, йома, ғәйет кеүек байрамдарҙа үҙебеҙҙең шатлыҡ-һөйөнөстәребеҙҙе кешеләр менән уртаҡлашыу. Ҡайһы ваҡыт: саҙаҡа биргән инем, бағышлай белделәр микән, — тигән шик тә тыуа. Һин күңелеңдән, саҙаҡа бирәм, тип уйлап ҡуйыуға, Аллаһ Тәғәлә уны ҡабул итәсәк. Хәҙер ул һинең өҫтөндә нәҙер булып тора. Шуға күрә уйлаған эшегеҙҙе үтәмәй ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Ул хәҙер Аллаһ Тәғәләгә иреште. Хаҡ Тәғәлә менән бәндә араһында бер кем дә юҡ. Кемдер уны бағышлаймы, юҡмы-борсолма.
     Әл-Бәҡара сүрәһенең 271 аятында әйтелә:
                    إِن تُبْدُوا الصَّدَقَاتِ فَنِعِمَّا هِيَ وَإِن تُخْفُوهَا وَتُؤْتُوهَا الْفُقَرَاءَ فَهُوَ خَيْرٌ لَّكُمْ وَيُكَفِّرُ عَنكُم مِّن سَيِّئَاتِكُمْ وَاللَّهُ بِمَا تَعْمَلُونَ خَبِيرٌ
     271. Иң түбдү-ссадәҡаати фәниғиммә һийә үә иң түхъфүүһәә үә түьтүүһәл-фуҡараа'ә фәһүүә хайруль-ләкүм үә йүкәффиру ғәңкүм-миң сәййшәәтикүм үә-ллааһу бимәә тәғмәлүүнә хабиир.
     271. Һеҙ саҙаҡаны кеше алдында йәшермәй бирәһегеҙ икән — яҡшы, ә ярлыларға саҙаҡаны йәшерен бирәһегеҙ икән — үҙегеҙ өсөн яҡшыраҡ. Был һеҙҙең яман эштәрегеҙҙе ҡаплай. Ысынлап та, АллаҺ һеҙҙең ни эшләгәнегеҙҙе белә!
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм әйткән: саҙаҡа биреү йәшерен, тигән. Йәшерен биргән саҙаҡа тамуҡ утынан һаҡлар, тигән. Ул ҡиәмәт көнөндә бәндәләрҙе үҙ күләгәһенә алыр, тигән. Һәм саҙаҡаны беҙ бирәбеҙ икән, Аллаһ ризалығы өсөн, тип, беҙҙең ҡулыбыҙҙан сығып китте, беҙ уны оноторға тейеш, Ул — Аллаһ юлына китте. Ул һине һаҡлай хәҙер. «Ул кеҫәгеҙҙә ваҡытта ут ине, — тигән. — Һинән сығып киткәс, һине һаҡлай», — тип әйтелә. Бирәм, тип ниәтләп, бирмәй йөрөтһәң, кеҫәңдә ут йөрөтәһең. Әгәр саҙаҡаны алған кеше тейешһеҙ урынға тота икән, Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында ул яуап бирә. Хакимдәрҙең хакиме — Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһына бараһыбыҙ бар.
    Аллаһының барлығына, берлегенә иман килтергән кеше: «Ләәә иләәһә илләллааһү Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ», — тип иман килтергән кеше үлгәндән һуң терелеүгә ышанырға тейеш. Әгәр бер кеше саҙаҡа биреп, уны нишләттеләр икән, тип уйлап йөрөй икән, тимәк, был кеше үлгәндән һуң терелеүгә лә ышанмай. Бына шуға күрә күңелебеҙҙән: саҙаҡа бирәбеҙ, тип әйткәнебеҙ икән, бирергә кәрәк. Мәсет-мәҙрәсәгә бирәбеҙ. Уның етәксеһе бар икән әлбиттә, доға ҡылып алыу – күркәм ғәҙәт. Биргән кешегә лә күңелле, алған кешегә лә сауап, Аллаһ риза булһын, тип алды. Һәм һин әгәр мәсеттең кассаһына һалып киткәнһең икән, был — икеләтә сауап. Бурысҡа биреү ҙә — саҙаҡаның ҙурыһы. Кеше саҙаҡа өләшкәндә Аллаһы Тәғәлә: әжерен кәмендә 10 тапҡыр арттырып ҡайтарырмын, — тип әйтә. Бурысҡа биргән кешегә, кәмендә, 18 тапҡыр арттырып ҡайтарырмын, — тип әйтә. Бурысҡа аҡса биреү — бик сауаплы эш. Һәм биргән кеше ихтыяжы булмағанда кире ҡайтарыуҙы һорамаһа, ҙур сауап була, ә алған кеше бирергә тейеш аҡсаһы була тороп та бирмәй йөрөтһә, ҙур гонаһлы була. Әгәр бурысты арттырып алһа, был — хәрәмдең ла хәрәме. Бынан да ҙур гонаһ юҡ.
     Хәҙер инде, Аллаһ Тәғәлә, тейешһеҙ һүҙҙәр әйткән булһам, ғәфү ҡылһын. Әммә инде тыңлаған кешеләргә лә бына был әйткән нәмәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк. Кәрәк булмаған һүҙҙәр әйткән булһаҡ, ғәфү ҡылһын. Сөнки изге ғәмәлдәрҙе лә тейешенсә ҡылыу һәйбәт.
                                                                                  Йәлил хәҙрәт Фазлыев «Йөҙ ҙә бер вәғәз» китабынан