Мөхәммәт өммәтенә йә шәһре Рамаҙан
Йән биреп, иман биреп руза тотҡан,
Беҙләрҙә руза тотмаҡ шунан ҡалған.
Нух пәйғәмбәр ҡәуменә доға ҡалған.
Ерҙең йөҙө барсаһы һыуға тулған.
Шул һыуҙа күп иманһыҙ һәләк булған.
Пәйғәмбәрем үз ҡәуменә кәмә ҡылған.
Муса ирди ғасасы * йылан булған,
Тур тауында тәңрегә ғарыз ҡылған.
Нәмруд фажир* Ибраһимды утҡа һалған,
Ә Ябраил ул утты гөлзар * ҡылған.
Иманһыҙларҙың йөҙләре ҡара булған,
Етмеш йыл фәрзәнендән * йөҙә булған.
Йософто ағалары ҡол тип һатҡан,
Ул ике йыл зинданда сабыр ҡылған.
Ул Салих пәйғәмбәр доға ҡылған.
Ҡара таштан буталы * дөйә тыуған.
Ул дөйәне иманһыҙлар һәләк ҡылған,
Бутаһы боҙлай-боҙлай ташҡа кергән.
«Ҡара таштан буталы дөйә тыуған...»
Ул Ғайса пәйғәмбәр йыһан гиҙгән,
Доғаһы хаҡ ҡатында ҡабул булған.
Доға берлән үлеккә йән биргән,
Дүртенсе ҡат асманда * мәкәм тотҡан.
Дауыт ирди тимерҙе мөмдәк* ҡылған,
Әйүб ирди ҡорт эсрә сабыр ҡылған.
Уяғы-быяғынан сан* күренгән,
Шунда ла намаҙын һис ҡуймаған.
Ул Иҙрис пәйғәмбәр күккә сыҡҡан,
Асманда Ғазраил йәнен алған.
Йәне уның тәненә дәхи кергән,
Ошо көндә ожмахта урын алған.
Сөләймән тәхете белән күккә осҡан,
Ибраһим, ҡунаҡ килһә, ҡаршы алған.
Исмәғил хаҡ юлында ҡорбан булған,
Беҙләргә ҡорбан һалмаҡ шунан ҡалған.
Иманһыҙлар Зәкәриәгә ара тартҡан,
Юнысты һыу эсендә балыҡ йотҡан.
Хызыр Ильяс был донъяла тере йөрөгән,
Дармаһыҙға һәр ерҙә ярҙам биргән.
Һуд ҡәумене ел белән һәләк ҡылған,
Лут ҡәумене таш белән һәләк ҡылган.
Әулиә ҡайсысы пәйғәмбәрҙең,
Искәнйәр Зөлкәрнәйын талаш булған.
Дәхи лә нәбиулла Исхаҡ булған,
Яхиянан гиҙәйлек * мираҫ ҡалған.
Ябраил айғай һалып һәләк ҡылған,
Дузахта иманһыҙларҙың урыны ҡалған.
Ул Рәсул иманһыҙларға гиззәт ҡылған,
Әбужөһөл әмерен тотмай иманһыҙ булған,
Әбубәкер пәйғәмбәргә һомра* булган,
Шеһәрйәр * Ғосман, Ғәли арыҫлан.
Мөхәммәт өммәттәре * яранлары,
Хәсән менән Хөсәйен уланлары.
Ғәли атлы Алланың арыҫланы,
КукрәһӘ, ярылыр ине иманһыҙ зәһре.
Көндәрҙә ни көн яҡшы — ғәйет көнө,
Төндәрҙә ни төн яҡшы — Ҡәҙер төнө.
Өндәрҙә ни өн яҡшы — Ҡөрьән өнө.
Яҡшылар, ҡолаҡ һалып тыңла быны.
Өммәтләрем* дөйөу-дөйөу ғәләмфәхри,
Сөннәтен тотһа, кәрәк өммәтләре.
Мөхәммәт Мостафаның дарданаси*,
Бибифатима — пәйғәмбәрҙең ҡыҙ баласи.
Хәсән белән Хөсәйен уланлары,
Шаһит булған бер бәләлә икеләси.
Пәйғәмбәр Мәҙинәлә ятып торор,
Ҡулына кәусәр шарап алып торор.
Өммәтләрем киләме, тип, баҡып * торор,
Атанан да шәфҡәте артып торор.
Ураҙала зәҡәт бир малың өсөн,
Ураҙа тотоп, фытыр бир йәнең өсөн.
Ике урын яратҡан бәндә өсөн,
Ни ҡылһаң да, ҡыла күр хоҙай өсөн.
Бере — тамуҡ, бере — ожмах ике урын бар,
Яҡшы әҙәмдәр ожмахҡа тура барыр.
Ямандар йәһәннәмдә урын табыр.
Иманһыҙлар тамуҡта мәңге ҡалыр.
Асманда һәр йондоҙ ерҙе биҙәр,
Ерҙәге һәр яуаплар ерҙе бир(ҙ)әр.
Руза тотмағандан тәңре биҙәр,
Хабиби өсөн ожмахта урын биҙәр.
Рузаның сауабы күктә булыр,
Фытыр бирһәң, үзеңә сауап булыр.
Хәйере юҡ сауаптан мәхрүм ҡалыр,
Бохилләр ожмахлардан ҡоро ҡалыр.
Әүле мәүләң * һорар үлдеңме, тип,
Минең мәүлә икәнемде белдеңме, тип.
Үлмәҫтәй булып йөрөй инең үлдеңме, тип,
Мәңгелек тар ләхеткә керҙеңме, тип.
Һораһаң минең атым — ғазап, тине,
Бисара әҙәм килдеңме аҙып, тине.
Яуабыңды бирәһең яңғыҙ, тине,
Ҡуржыныңда ҡансалай бар аҙыҡ, тине.
Һораһаң, минең атым ҡәбер, тине,
Миндә бар йылан-саян сағыр, тине.
Иманлы ҡол яуабын бирер, тине,
Иманһыҙ ҡол ғазабын күрер, тине.
Тотҡанһың ураҙаны, фатыр бирең,
Был айҙа ялған әйтмәй тоғро йөрөң.
Боронғо гонаһларҙан тәүбә ҡылың.
Йәмәғәт, ҡолаҡ һалып тыңла быны.
Ураҙа тотмағандарҙы нейләгәйләр,
Тамуҡтың уртаһына бәйләгәйләр.
Төрлө-төрлө ғазап белән ҡыйнағайлар,
Һәр яғынан йылан, саян сәйнәгәйләр.
Фытырһыҙ ураҙаның файҙаһы юҡ,
Бохилдең ураҙа белән бер күңел туҡ.
Тотһам да, тотмаһам да, бер ғәмем юҡ.
Ураҙала мөьминдәрҙең күңеле туҡ.
Мәккәлә бер өй бар, мең дәрәжә,
Хоҙайым, насип итһен бер күрергә.
Дәүләтегеҙ арта торһон иртә-кисә,
Ҡолаҡ һалып тыңла быны, и байбисә.
Ҡиәмәт көн яҡшы-яман ҡубыр, ирмеш.
Фәрештәләр иманың һорар, ирмеш.
Барығыҙҙан олуғ сөәл булыр, ирмеш,
Яҡшы-яман ҡылмышын унда күрер.
Ең-яғаһы юҡ тунды кейәр, ирмеш.
Башы юҡ бер атҡа менәр, ирмеш.
Төнлөгө юҡ бер өйгә керер, ирмеш,
Әжәл етһә, әҙәмләр үләр, ирмеш.
Ҡашығыҙҙың ҡаралығы — ҡәғбә юлы,
Йөҙөгөҙҙөң ҡыҙыллығы — Йософ нуры.
Йөҙөгөҙҙән һис китмәһен иман нуры,
Ағалар, ҡолаҡ һалып тыңла быны.
Ошо илгә, Рамаҙан, ҡайҙан килдең,
Бер нисә пәйғәмбәрҙе ауыҙға алдыҡ.
Сәллаһи, пәйғәмбәргә салауат бирҙек.
Ошо илдән хәйер-зәҡәт бер нәмә биреп һалһа,
Дәхи лә бер яғынан тамаҡ булһа.
Рамаҙан, ҡайҙан килдең был байларға,
Кем килеп, кем китмәгән был айларға.
Хоҙайым, иманыбыҙ насип итһә,
Керербеҙ ожмахтагы һарайларға.
Рамаҙан, күп торһа бер ай торғай,
Ниәтегеҙ ошбу айҙа ҡабул булғай.
Яҡшы-яман ҡыйымышың* был донъяла,
Әхирәткә барғанда хәҙер торғай.
Рамаҙан, әйткәнем тамам булды,
Далала ҡаҡшағаным яман булды.
Ошо биттәрҙә мөнәжәттәр уҡығыҙ:
https://nazir1965.com/category/m%D3%A9n%D3%99zh%D3%99tt%D3%99r