Аллаһ хазинаһы

                                                               Аллаһ хазинаһы
...Бөтә маҡтауҙарыбыҙ, хәмде-ҫәнәләребеҙ Раббыбыҙ Үҙеңә генә булһын. Бөтөнөһөндә Үҙеңдән генә һорайбыҙ һәм Үҙеңдән генә гонаһтарыбыҙҙан ғәфү итеүеңде һорайбыҙ. Йә Раббым һорағандарығыҙҙы, доғаларыбыҙҙы риза булып ҡабул итһәң ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһи үәссәләмгә, Уның изге нәҫеленә, сәхәбәләренә һәм бөтә уның артынан эйәргән өммәтенә салауат шәрифтәребеҙҙе һәм сәләмдәребеҙҙе еткерһәң ине. Беҙҙе барыбыҙҙы ла мөьмин мосолмандарҙан ҡылһаң ине, ошо юлдан беребеҙҙе лә аҙаштырмаһаң ине. Шәһәдәт итәм: Әшһәдү әллә иләһә илләллаһ үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү үә расүлүһ -3 тапҡыр.
...Аллаһу Тәғәләнән башҡа бер ниндәй ҙә илаһ юҡ тип һәм Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһи үәссәләм Аллаһу Тәғәләнең ҡоло һәм илсеһе".
...Пәйғәмбәребеҙ ғәләһис-сәләмдең сөннәтенә эйәреп, Аллаһу Тәғәләнең ризалығын өмөт итеп, Уға ғибәҙәт итеү өсөн, Әхирәт көнөндә мөбәрәк Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләмдең шәфәғәтен өмөт итеп изге байрамыбыҙ, йома намаҙына килгән мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем —
...Әссәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!

     Барыбыҙға ла хәйерле үә бәрәкәтле ғүмер, донъяла һәм Ахирәттә тән үә йән сәләмәтлеге, камил иман насип ит Раббым. Хәләл кәсеп, хәләл ризыҡ менән иң изге ғәмәлдәр ҡылып Аллаһу Тәғәләнең ризалығы барыбыҙға ла насип булһа ине. Ауырыуҙарыбыҙға хәйерле сәләмәтлек, ҡайғылы бәндәләргә шатлыҡ насип ит хаҡ Тәғәләм. Тура юлдан аҙашҡан, тәүфиҡһыҙлыҡ менән яфаланған бәндәләргә һиҙиәтте тәүфиҡ биреп, ҡалған ғүмерҙәрен хәйерле ҡылһаң ине.
...Йәнәбе гафурүррахим, үлгәндәребеҙҙең бәндәселек менән белеп һәм белмәй ҡылған хата-кәмселектәрен ғәфү әйҙәп, рәхмәтең фазылың һәм хөкөм ҡылып, йәннәтеңде насип ит Раббым.
...Күңелең борсолғанда, ҡайҙа барырға, нишләргә, сығыу юлын ҡайҙан табырға тип уйлайһың. Нисек тыныслыҡ табырға белмәйенсә, Аллаһыға мөрәжәғәт итәһең. Бәлки, минең ниндәйҙер гонаһым барҙыр, тип йыш ҡына уйланаһың. Ахыр сиктә, күңел шомлоғонан сығыу юлын таба алмайынса илай башлайһың. Әлбиттә, дин дә Ҡөръән өлкәһендә был һорауҙарға яуап бар тиҙәр, ләкин күбебеҙгә ошо өлкәлә йәшәү өсөн рухи көс, ихтыяр етмәй! Шуға ла йәндә сығыу юлын эҙләп ҡысҡырып: «Мине был зиндандан сығарығыҙ, азат итегеҙ», – тип илай. Йәндең дә яралары бар. Уның да шатлыҡлы миҙгелдәре, мөхәббәт хистәре, борсоулы ваҡыттары бар. Ғөмүмән, кешенең бөтә хазинаһы йәндә һаҡлана. Беҙ, кешеләр, ер ҡатламының бер тупраҡ киҫәгенән яратылдыҡ, беҙ матди-материаль заттар, бер ни тиклем ваҡыттан һуң кире шул тупраҡ киҫәге аҫтына инеп ятасаҡбыҙ. Әммә йән ул Аллаһу Тәғәлә тарафынан яратылған (мәңгелек) һәм ул беҙҙең тәнебеҙҙә ваҡытлыса ғына. Шуға кеше уны һаҡлап, таҙартып йәшәргә тейеш. Ә уны нисек һаҡларға, тигән һорау тыуа. Аллаһы Тәғәлә был хазинаның серҙәрен үҙе генә белә. Ҡөръәндә әйтелгәнсә, бының тураһында Аллаһу Тәғәлә беҙгә бик әҙ ғилем бирҙе. Шуға күрә Раббыбыҙ беҙгә йәнде һаҡлаусы, тәрбиәләүсе ысулдарҙы ебәрҙе. Был ысулдар – Ҡөръән китабы, хәҙис ғилеме. Йән ул – ҙур аманат, аманатығыҙға тоғро ҡалығыҙ!
...Йән тән кеүек үк гонаһтар менән йәрәхәтләнә. Әгәр тәндә берәр йәрәхәт булһа, уға дарыуҙар, табибтар кәрәк һәм ул йәрәхәтте нисек кенә дауалаһаң да, уның әҫәре барыбер ҡала. Йән дә шулай үк гонаһтар менән йәрәхәтләнеп, уны тәүбә үә зекер менән дауалаһаң да, уның әҫәре шулай уҡ ҡала. Шуға күрә йән ҡысҡырып ғазап кисермәһен өсөн гонаһтарҙан һаҡланырға кәрәк! Икенсенән, тән ризыҡһыҙ тора алмаған кеүек, йән дә ризыҡҡа мохтаж. Ә йәндең ризығы – Ҡөръән, хәдис үә зекерҙәр!
...Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләмдең йәшәүе генә түгел, үлеме лә беҙҙең өсөн үрнәк булып тора.
...Аллаһу Сүбханә үә Тәғәлә Ҡөръәни Кәримдең «Әль-Әхзәб» сүрәһендә, 33:21
                لَقَدْ كَانَ لَكُمْ فِي رَسُولِ اللَّهِ أُسْوَةٌ حَسَنَةٌ لِّمَن كَانَ يَرْجُو اللَّهَ وَالْيَوْمَ الْآخِرَ وَذَكَرَ اللَّهَ كَثِيراً
...Ләҡад кәәнә ләкүм фии расүүли-лләәһи үсүәтүн хәсәнәтүл-лимәң кәәнә йарджү-ллааһа үәл-йәүмәл –әәхыира үә ҙәкәра ллааһа кәҫиираа.
..."Тәхҡиҡ Аллаһ рәсүленә һеҙгә эйәрергә лайыҡ булған күркәм холоҡ үә яҡшы сифаттар барҙыр, Аллаһуҙан сауабты һәм ахирәттә йәннәтте өмөт иткән хәлдә Аллаһты күп зикер итеүсе мөьминдәр өсөн".
...Көндәрҙән бер көндө Джәбраил ғәләйһис-сәләм Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи менән үәссәләм һаубуллашырға килеп, сәләм әйтте. Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм үлем түшәгендә һуңғы сәғәттәрен кисерә ине. Ул Джәбраил ғәләйһиссәләмдән һораны:
...– Йә, Джәбраил, һин был донъяға мин үлгәндән һуң тағы киләһеңме? Джәбраил ғәләйһиссәләм яуап бирҙе:
...– Эй, Аллаһ илсеһе, миңә был донъяға һинең үлемендән һуң төшөүҙән мәғәнә юҡ. Шулай булһа ла тағы ун тапҡыр төшәм һәм ун хазинаны алам, – тине.
...1. Ер йөҙөндәге бәрәкәтте алам (ваҡыт бәрәкәте, йәғни ваҡыттың ҡыҫҡарыуы. Бер йыл – бер ай, бер ай – бер аҙна, бер аҙна – бер көн, бер көн бер миҙгел кеүек үтер). Бөгөн иһә беҙ быны асыҡ һиҙәбеҙ.
...2. Кешеләр араһында булған мөхәббәте алам. Мосолман ҡәрҙәшенә ҡарата булған яратыуы ла хәҙер кәмей бара.
...3. Туғандар араһында булған мәрхәмәтте алам. Туғандар араһындағы бәйләнеш һыуына барғанын да беләбеҙ. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһисәләм әйтте:
...– «Туғандар араһын өҙгән кеше йәннәткә инмәҫ
...4. Ҡатын-ҡыҙҙың оятын алам. Күп ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ғәүрәт асып йөрөүе бөгөн әфәткә әйләнеп бара. Шуның арҡаһында күпме ғәиләләр тарҡалып, йәмғиәт ҡаҡшай. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙ тәрбиәле, әхләкле икән, йәмғиәт төҙөк булыр. Ә киреһенсә күҙәтелһә, йәмғиәт емерелер.
...5. Фәҡирҙәрҙең сабырлығын алам. Улар сабырлыҡтарын юғалтып, Аллаһҡа тәүәккәлләүҙән туҡтап, Уның ҡөҙрәтенә шикләнеп, кешегә мөрәжәғәт итеп, үҙ зарын яуҙыра.
...6. Байҙарҙың юмартлығына алам. Йәғни кешеләр бөгөн байыған һайын, байлыҡ артынан ҡыуып йәшәүен дауам итә, зәкәт түләмәй, мохтаждарға ярҙам итмәй. Бармаҡ менән һанаулы кешеләр генә ярҙам ҡулы һуҙа. Әгәр һәр бай кеше тейешле зәкәтен түләһә, мохтаждар ҡалмаҫ ине.
...7. Хөкөмдарҙарҙың, йәғни ил башлыҡтарының, батшаларҙың ғәҙеллеген алам. Йәғни ҡайһы бер дәүләттәрҙә халыҡтарына ҡарата булған ғәҙелһеҙлектәр, ҡыйырһытыуҙар, боҙоҡлоҡтар – бының асыҡ миҫалы. Үҙҙәре туҡ була тороп, ас кешенең хәлен белмәүҙәре аяныс.
...8. Ғалимдәрҙең тәҡүәлеген алам. Йәғни үҙҙәренең ихтыяждарына муафиҡ булған фәтүәләр сығарыу, Ҡөръән менән ғәмәл ҡылмау, уларҙы үҙе аңлағанса халыҡҡа шәрехләү, йәғни хаҡиҡый ғалимдәрҙең китаптарына мөрәжәғәт итмәү. Ҡөрьәнгә һәм сөннәткә тура килмәгән ғәмәлдәр ҡылыу. Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙисенә нигеҙләнеп, ғилемдең ике төрлө булыуын беләбеҙ. Береһе — телдәге ғилем. Ул ғилемдең файҙаһы юҡ. Һәм йөрәктәге, ҡәлебте ғилем. Ул файҙалы ғилем. Шуға күрә алған ғилемең менән ғәмәл ылыу бик мөһим. Ихласлыҡ һәм ғилем бергә булырға тейеш.
...Ғәли ибн Әбү Талиб (р.г.) әйтте:
...«Шундай бер заман етәр. Исламдың исеме генә, Ҡөрьәндең рәсеме генә ҡалыр. Был халыҡтарға ғалимдар килер. Улар бик күп белер. Әммә белгәндәре менән ғәмәл ҡылмаҫ».
...9. Ҡөръәнде алам. Йәғни, шундай заман етер: мосолман кешеһе иртә менән, Ҡөръән уҡыйым, тип уянған ваҡытта, Ҡөръән биттәре буш булыр. Шунда уҡ ғәжәпләнеп, ҡурҡып, күршеһенә инер, уның да Ҡөръәне буш булыр. Өс көн дәүерендә ятлаған Ҡөръән аяттар йөрәктә булыр, телдә һаҡланыр, әммә өс көндән һуң кеше әлхәмдулилләһ тигән һүҙҙе лә хәтеренә төшөрә алмаҫ. Шуға күрә Аллаһ биргән бөйөк ниғмәтте — Ҡөрьәндең бөгөн ҡәҙерен белеп, хөрмәтләп, уны уҡып, уның буйынса йәшәргә ынтылырға кәрәк.
...10. Кешеләрҙең иманын алам. Йәғни, пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйтте:
...«Ер йөҙөндә Аллаһ һүҙен әйтеүсе булғанда, ҡиәмәт етмәҫ».
Ҡиәмәт алдынан Аллаһы Тәғәлә бөтөн мосолмандың йәнен еңел ел менән алыр. Унан һуң ер йөҙөндә Аллаһты зекер ҡылыусы бер кешелә ҡалмағас, был донъяның һәм әһәмиәте бөтәсәк.
...Ошо атап киткән ун хазинанан, уйлап ҡараһаҡ, уның һуңғы икеһе генә ҡалды. Йәғни, иман менән Ҡөръән. Иң ҡәҙерле булған ике гәүһәребеҙҙән файҙаланып ҡалырға насип итһә ине. Ошо фани доньяларҙа беҙгә мөьмин мосолман булып ҡына үтергә насип итһәң ине.
                                                                        Интернет киңлегенән тәржемә. Авторы билдәһеҙ