Яңы йылға ҡараш
Ихлас күңелдәребеҙ менән Аллаһ Тәғәләнең ризалығын теләп, Пәйғәмбәребеҙ салаллааһу үәс-сәләм өмәтенән булыуҙы теләп, йыраҡ һәм яҡын ерҙәрҙән йома ғибәҙәтең үтәргә килгән мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәрем!
Әссәләмүғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү! Аллаһтың сәләме, Аллаһтың рәхмәте, Аллаһтың бәрәкәте барыбыҙғала насип булһын. Тәндәребеҙ кейемдәребеҙ кеүек пак булған шикелле, күңелдәребеҙ ҙә саф булһын. Аллаһ Тәғәлә хозурына аҡ йөҙ менән барырға Аллаһ насип итһен. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла һаулыҡ-сәләмәтлек, тыныслыҡ менән хәйерле ғүмер биреп мөбәрәк йортына килеп, ғибәҙәт ҡылырға үә доғалар ҡылышырға насип итһен. Әмин.
Әлхәмдүллилләәһ, Яңы йылға баҫырға күп ҡалманы. Йыл һайын Яңы йыл етә башлаһа, ҡәрҙәштәребеҙ араһында ни эшләргә, нисек үткәрергә тигән ҡаңғырыш күбәйә. Мосолман кеше өсөн һәр көн ҡәҙерле, һәр минутына шөкөр итеп, һәр һулышыбыҙға тиклем Аллаһҡа шөкөрҙә булырға тейешбеҙ. Иртәнсәк кеше уянды икән: “Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим“ тип торорға һәм доға уҡып: “Әлхәмдү лилләәһилләҙии әхйәәнәә бәғдә мә әмәәтәнәә вә иләйһил-бәғҫү вәннушур”. (Беҙҙе үлгәндән һуң терелтеүсе Аллаһҡа маҡтау булһын! Үлгәндән һуң терелтеү Аллаһтандыр, ҡайтыу ҙа Уғалыр), — тип, йәки был доғаны белмәгәндәргә: ”Һаулыҡ һәм сәләмәтлек эсендә тағын бер көндө башлатҡан Аллаһҡа маҡтау булһын! Беҙгә бөгөн дә хәйерҙәр һәм гүзәллектәр бирһен”- тип ҡыуаныр кәрәк. Бөгөн йәшәйбеҙ икән, ҡыуаныр кәрәк. Үлемдең артынан Ҡиәмәтең тора бит!
Бына бер-нисә көндән Яңы йыл көнө етә. Һәм Яңы йылға бәйле мәғлүмәттәрҙә ни күрәбеҙ: был мөшриктәр һәм кафырҙар байрамы, шыршы эргәһенә барһағыҙ һеҙ Аллаһҡа тиңдәш таптығыҙ һәм башҡа нәмә менән ҡурҡытып, нимәләр генә уйлап яҙмайҙар был наҙан әҙәмдәр. Фантазиялары бай инде, тик аҡыл кимәлдәре буйынса әлеге джунглилә йәшәгән ҡырағай халыҡҡа тигеҙҙер.
Аллаһ Тәғәлә:
ادْعُ إِلَى سَبِيلِ رَبِّكَ بِالْحِكْمَةِ وَالْمَوْعِظَةِ الْحَسَنَةِ وَجَادِلْهُم بِالَّتِي هِيَ أَحْسَنُ
«Үдғү иләә сәбиили раббикә бил-хикмәти үәл-мәүғиҙатил-хәсәнәти үә джәәдилһүм билләтин һийә әхсәнү...»
«Күркәм булған вәғәҙҙәр, хикмәтле һүҙҙәр менән Аллаһының юлына саҡырығыҙ», тип әйтә. Ән-Нәхл (Бал ҡорттары сүрәһе), 16/125
Был йыл аҙағында үткәрелгән Яңы йыл мосолмандарҙыңда, христиандарҙыңда, еврейҙәрҙеңдә байрамы түгел. Боронғо халыҡта уны байрам итмәгән, сөнки ул булмаған. Ул һуңғы быуаттарҙа үҫеше алға киткән илдәрҙә иҫке йыл календары бөтөп, яңы йыл календарь көнө башланыуға ғына бәйле. Ҡайҙандыр мөшриктәрҙең байрамы тип уйлап сығарылған әкиәттәргә ышанмағыҙ. Был турала Исламда бер хәҙистә юҡ. Кемдәрҙер наҙанлыҡтан ошо байрам көнөн икенсе Аллаһҡа табыныу көнө була ул – ширк була тип ҡоттары оса. Балалар шыршы тирәһендә әйләнһә, шунда әкиттәге ҡыш бабай килеп сыҡһа, иртәнән башлап ошо балалар бөтәһе лә шул шыршығы, ҡыш бабайға табынып тик йөрөрҙәр тигән уйҙа улар. Ошо байрам көнө балалар бүләктәр алып, ял, каникул көндәрен матур итеп ултыртылған, биҙәлгән шыршы эргәһендә үткәреп шатланһа, ҡыуанған тауыштар ишетелеп торһа, кемдеңдер шул шыршыларға ут төртөп яндырғыһы килә. Мөшриктәр ағасҡа табынған тигән дәлил ҡайҙа, улар бит бынан башҡа бар нәмәне тәңре күргән һәм утҡа ла табынғандар. Шуға әлеге әкиәттәр буйынса, әгәр һеҙ шырпы яндырып газ плитәһен, йәки мейестәге усаҡты тоҡандырам тиһәгеҙ, ут яҡһағыҙ – һеҙ шул мөшриктәр рәтенә төшәһегеҙме түгелме? Икенсе яҡтан берәүҙе мөшрик йә кәфер тип ғәйепләргә бер кемдең дә хоҡуғы юҡ. Быны әйтеүсе үҙе мөшрик үә кафырға әйләнә, сөнки быға тик Аллаһ Тәғәлә генә Хаким.
Ҡайһы берәүҙәре:
« مَنْ تَشَبَّهَ بِقَوْمٍ فَهُوَ مِنْهُمْ »
«Мән тәшәббәһә биҡаумиң фәһүә минһүм»
«Кемдә кем теге йәки был кешеләргә оҡшарға тырышһа – ул ваҡытта ул шуларҙың берәйһелер» – тигән хәҙискә таянған булып, хәҙистең төп мәғәнәһен белмәй һәм шул ваҡытта уҡ үҙҙәре күрә алмаған халыҡтың (мөшриктәрҙең) теккән кейемдәрен кейеп, ҡояшҡа табынғандарҙың эшләгән машиналарында елдереп йөрөйҙәр түгелме? Был донъяның бар нәмәһенән файҙаланып үҙәренсә халыҡты бутап, ғилем эйәһе булып маташалар. Барығыҙ кире мәмерйәләргә тип әйтһәк: улар зекер эйәләре – суфый булып китеүҙәр ихтимал, бармаҫтар унда. Бындай бер дәлилһеҙ юҡ-бар уйлап сығарыусы-тыйыусыларға әйтер инем: боронғо ғәрәптәрҙең ыштандарын кейегеҙҙә, әйҙә дөйәләргә ултырығыҙ, тип, бәлки аҡыл ултырыр.
Уйлағыҙ әле, нисек ошо ҡырағай мөшриктәр һәр бер йылдың 365 йә иһә 366 көндән, йыл эсендә 12 ай барлығын, һәр ай 29-30-31 көндән, көн 24 сәғәттән торғанын йондоҙҙарға, айға ҡарап, ҡояштың галактикалағы әйләнешен һанап, беҙгә йыл иҫәбен еткергәндәр? Быны бит бик юғары үҫешкә эйә булған цивилизациялар ғына һанап сығара ала. Шулай булғас уларҙың аҡыл кимәле беҙҙекенән дә юғары булған бит. Шулай уҡ беҙҙән алда бер Аллалыҡҡа өндәгән 124 мең пәйғәмбәре менән юғары үҫештәге цивилизация кешеләре булмағанмы әллә? Улар әле беҙ йәшәгән донъя үҫешенә Аллаһ Тәғәлә ярҙамы менән фундамент һалғандар бит.
Беҙ ошо әлеге иҫәп буйынса: секундына, минутына, сәғәтенә, көнөнә һәм йылына ҡарап йәшәйбеҙ. Бар булған тормошобоҙ, һәр эшебеҙ, һәр ҡулланған әйберебеҙ, булһын ул поезд-самолетмы, ҡул сәғәтеме, смартфонмы, сотовыймы, ашауыбыҙҙа, эсеүебеҙҙә, намаҙҙарыбыҙҙа ошо йылға бәйле, шуның көнөнә, сәғәте-минутына тиклем бәйле. Һәм йыл аҙағы етеп, яңы йыл башланыуҙы кем туҡтатырға маташа? Башында уй-фекере, аңы булмаған наҙан кеше генәлер.
Байрам тигән һүҙ – ул шатлыҡ ҡыуаныс көнө. Мосолман өсөн һәр көн байрам, сөнки Аллаһ Тәғәлә ризығын һәм бәрәкәтең бирҙе был көнгә. Әлбиттә динебеҙ буйынса иң оло байрам көнө — йома көн һәм унан ҡала ике ғәйет көндәре. Ә беҙ йәшәгән йәмғиәттә аҙна һайын байрам, халыҡ кәйеф-сафала булып ысын донъяның асылын аңламаһын өсөн ҡоролған тормош был. Иблистең ғәскәре был донъяға килеүҙең маҡсатын томанлай. Ошо беҙ йәшәгән йәмғиәттең һәр бер байрамын хәрәмгә һәм хәмер эсеүгә бәйләгәндәр. Әҙәм балаһы тыуыуҙан алып ҡартайып үлгәнсе харамда ҡатнашһын тип. Әлбиттә беҙгә был оло һынауҙыр. Динебеҙгә мөнәсәбәт ыңғай үҙгәреү менән дин әһелдәре барыбер бер нәмә эшләй алмай, сөнки муллаларға власть структураһына юл ябыҡ. Илебеҙ юғары әҡләкә күтәрелмәйенсә, ил башында ултырған ағайҙар иң башлап үҙҙәре культуралы эскеләрен ташламайынса, эскегә бәйле байрамдар бөтмәҫ. Күрше Татарстанды алығыҙ – унда ауыл мәгәзиндәрендә хәмер һатылмай! Сөнки уны эсеүсе кеше юҡ. Ә беҙҙә бер генә нәмә лә эскеһеҙ үтмәй. Йәмғиәтебеҙҙе рухи яҡтан сафландырыу һәм тиҫкәре сифатарынан ҡотолоу өсөн өҫтән башлар кәрәк. Әлегә илебеҙҙә власть һәм аҡса өсөн көрәш бара икән, әхләки күтәрелеш булмаясаҡ.
Яңы йылға килгәндә инде, һәр бер кеше үҙенә иҫәп-хисап ҡылырға тейеш: үткән йылда ниндәй изге эштәр, ниндәй насар эштәр эшләгән. Изгелектәр ҡылған булһа, уларҙы оноторға, яңы игелектәргә әҙерләнергә тейеш. Үткән йылығыҙға, үткән ғүмерегеҙгә, ҡарап, уйланып, иҫкә алып, ҡылған гонаһларығыҙға үкенеп, тәүбә итергә ярамай мы әллә? Был күберәк бушҡа Аллаһ Тәғәләнең ризалығында булмаған ғүмеребеҙ өсөн, шуны ҡайтарыр өсөн ни ҡәҙәр тырышһаҡ та, миллиондар менән мал сарыф итһәк тә, һис кемгә уны ҡайтарыу юҡ шул. Шуға ла ҡалған ғүмерҙәребеҙ хәйерле булһын тип, Аллаһтың ризалығын өмөт итеп, көндәребеҙҙе, йылдарыбыҙҙы матур ҡаршылаһаҡ була бит.
إِنَّما الأَعْمَالُ بالنِّيَّاتِ
«Иннәмәл әғмәлу бинниййәәт...»
«Һәр эш ниәткә ҡарап баһалана...»
Яңы йылды изге ниәттә хәрәм ҡатыштырмай ғына ҡаршылайһығыҙ икән ни зыян? Ялға ҡайтҡан балаларығыҙ, килгән туғандарығыҙ менән бер өҫтәл артында ултырып байрам итеү кемдең тамағына арҡыры тора.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм:«Бер-берегеҙең араһын нығытыр өсөн бер-берегеҙгә бүләктәр бирешегеҙ», тигән.
Ни эшләп ошо бүләктәрҙе бөгөн, йәки Яңы йыл көнө бирмәҫкә? Башҡа бар балалар ҡыуанғанда, һеҙҙеке мәхрүм булып торһоңмы? Бәләкәстәргә бында бүләк тапшырыусы Ҡыш бабай — ул кейенгән кеше генә тип аңлатыр кәрәк. Өлкәндәре һин белмәгәнде белә инде. Пәйғәмбәребеҙ саҙаҡаны үҙ ғәиләңдән башла тигән – был иң ҙур саҙаҡа. Бәләкәй генә бүләк бик ҙур әһәмиәткә эйә. Бар бала бүләк алғанда, һинең 3-12 йәшлек балаң шунан мәхрүм булһа, түҙ балам улар бит мөшриктәр, тип әйтәңме? Ә былай теләһә нәмә тип, бер хәҙистә лә булмаған тыйыуҙарҙы уйлап сығарыу нимәгә килтерә? Был бала үҫеп етеп ҡулдан ысҡыныр һәм ата-әсәһенә бәлә алып килер. Быға миҫалдар Сауд Ғәрәпстаныңдның король һәм принцтәр балалары. Бөгөнгө көндә улар сит ил мөхиттәренә эләгеп, бәйҙән ысҡынған эт кеүек шашып китеп, эсеп, зина ҡылып, кеше үлтереүгә тиклем барып еткәндәр. Ахыры ошо ейәнәт ҡылған ҡыҙҙарын үҙ күҙ алдарында баштарына аттырып, малайҙарының баштарын сабып өҙөүҙәрен интернеттә иркен уҡый алаһығыҙ.
Әгәр беҙ ошо бәхет теләй торған Яңы йылда Аллаһы Тәғәлә ризалығынын өмөт итеп бөтә туғандарыбыҙҙы шатландырырға тырышып, игелек ҡылып, ситтәге туғандарыбыҙға бәхетле, уңышлы тормоштар, киләсәктә иҫәнлек-һаулыҡ менән хәйерле ғүмерҙәр Аллаһ Тәғәлә насип итһен тиһәк. Хәләл ризыҡтар менән генә балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ менән әҙәпле рәүештә генә мәжлес яһап, бер-беребеҙгә киләсәк йылыбыҙ өсөн матур теләктәр теләп, доғалар ҡылһаҡ, бына ошо рәүешле ҡаршылаған байрамыбыҙ ысын мәғәнәһендә хәйерле байрам буласаҡ.
Әгәр ҙә ошо оло бәхеттәр көтә торған, ҙур уңыштар теләй торған Яңы йыл таңын, бөтә боҙоҡлоҡтоң башы булған, динебеҙ тарафынан ҡаты рәүештә тыйылған, харам ителгән, бөтә медицина ғалимдәре тарафынан уның һәр төрлө зарар килтерә торғаны иҫбат ителгән һәм әҙәм балаһын гонаһҡа төшөрә торған, аҡылды аяҡ аҫтына һалып, тапап, әҙәм балаһын хайуандан да түбән дәрәжәгә төшөрөп, урамда аунап ҡоҫоп, бысраҡтарҙа аунарға сәбәб иткән яуыз дошманы — араҡыны өҫтәл уртаһына ҡуйһаҡ, бына был байрам байрам түгел инде, был ҡайғы-хәсрәт, бәлә-ҡаза, фажиғалы, үкенесле хәлдәргә сәбәбе була торған ҡайғы-хәсрәт көнө буласаҡ. Ошондай мәжлестең аҙағы күңелһеҙ хәлдәр менән бөткәнен йыш ҡына күреп, ишетеп торабыҙ. Аҡылдарын юҡ итеп, нәфселәренә хужа була алмай ошондай насар юлда булған әҙәмдәр хаҡында Аллаһ Тәғәлә:
أُولَئِكَ كَالْأَنْعَامِ بَلْ هُمْ أَضَلُّ
«...үләә'икә кәл'әнғәәми бәл һүм әдаллү...»
«Хайуан дәрәжәһендә, бәлки унанда насарыраҡтыр», ти. Кәртәләр сүрәһе, 7/179
Эсмәгән кешенең ауыҙына бер ҡасанда көсләп ҡоймайҙар. Барыһында һәр кем үҙе хәл итә. Һәм дә, шатланып-ҡыуанып айыҡ байрам итәһе урынына, бер көн, бер төн эсәләр һәм аҙағы күренмәй. Нимәләр генә ҡыланмайҙар, әллә ниндәй йүнһеҙлектәргә тел-аҡыл менән дә, ҡыланыштары менән дә төшәләр. Байрам үткәс был бахырҙарҙың ҡиәфәттәре – йөҙ төҫө боҙолған, күҙҙәренең нуры бөткән, ауыҙҙарынан әҙәм тиҙәге еҫе сығып, апетиттары юғалған, ҡайһы берәүһенең күҙе күгәргән, икенсеһең ауыҙы йыртылған, әллә үҙ ара, әллә кем менән талашып-һуғышып, кейемдәре йыртылып-бысрап бөткән, һәм етмәһә ошо хәлдәренә үкенә-ҡайғыраһы урынға ошо ҡылған насарлыҡтарын батырлыҡҡа һанап: шул ҡайҙа эскәнемде, ҡайҙа йөрөгәнемде, ҡайҙа барғанымды, ҡайҙа йоҡлағанымды белмәйем, тип әйтәләр бит әле. Ә бит шул мәлдә ул ҡатынын илатҡан, бәлки һуғып та осорғандыр. Бахыр балаларҙың ҡото осоп атай-әсәйҙең эскәнен күреп ниндәй стресска төшкәнен... Шундай байрам теләйһегеҙме?
Был әҙәмдәр хаҡында Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә әйтә: «Аллаһ тыйған эштәрҙән тыйылмай, сиктән тыш насарлыҡҡа бирелһә, яҡшы эштәрҙән йыраҡ булһа, уның бараһы урыны джәхим, тамуҡ», ти.
Ахирәттә генә түгел, был кеше әллә ниндәй бәхетһеҙлеккә осрап, донъяла уҡ әллә ниндәй ғазабтарға тарый. Кеше араһында урын таба алмай, ахыр сиктә ул бахырға донъя тар булып, үҙен-үҙе юҡ итеп, балсыҡ аҫтына барып инә.
Ислам шәриғәте, Ҡөръән һис бер ваҡыт һис бер әҙәмгә көсләп иман таҡмай, бер кемдең көсләп иманлы итәргә йәки иманһыҙ итергә хаҡы юҡ. Ислам дине, Ҡөръән шәриғәте был хаҡта һәр кемгә ҙур һайлау мөмкинлеге, ҙур хоҡуҡ биргән. Хәсрәттәренән айыға алмай юлдан яҙҙа икән – шайтан ярҙамсы, аҡылына килеп фекер йөрөтә башлаһа – Аллаһ ярҙам итәр.
Сүрә Кәһеф: فَمَن شَاءَ فَلْيُؤْمِن وَمَن شَاءَ فَلْيَكْفُرْ
«...фәмәң шәә'ә фәлйүьмиү-үә мәң шәә'ә фәлйәкфур...»
«Теләһә, мөьмин булһын, теләһә кәфер булһын, теләһә ышанһын, теләмәһә юҡ». Мәмерйә сүрәһе, 18/29.
Әлбиттә, хәрәмгә ҡатнашҡан, эскенән арына алмаған кеше – ауырыу кеше. Был да Аллаһ Тәғәләнең бирелгән һынауы. Бәлки матур өгөт-нәсихәт менән тик яҡындары ярҙам итер, бәлки ярҙамды ситтән эҙләйҙер, яйлап-яйлап иман юлына баҫтырыр кәрәк уларҙы, бер ҡаршы һүҙ әйтмәй.
Һәм Бакара сүрәһендә: لَا إِكْرَاهَ فِي الدِّينِ
«Ләә икрааһә фид-диини»
«Йәғни диндә көсләү юҡ». 2/256
Әҙәм балаһына ҙур ихтыяр бирелгән, сөнки был күңелдәге нәмә. Һис бер кемдең күңеленә ни барын беребеҙ ҙә белә алмайбыҙ. Шуға ла һәр саҡ игелектә булайыҡ, яҡшылыҡ теләйек, юҡ-бар уйҙырмалар менән кешенең аңын томанламайыҡ. Күңеленә яҡынлап ҡына, әҙәп, әхләҡ менән, хәрәмдәрҙән алыҫ булып, һәр нәмәне Аллаһ ризалығы өсөн тип, Аллаһ Тәғәләнән ярҙам һорап торайыҡ.
Ваҡыт табып, бер-беребеҙ менән үпкәләшкән икәнбеҙ – бәхилләшәйек, телдәребеҙ менән, йәки нисек кенә булһа ла берәүҙе рәнйеткәнебеҙ икән – ғәфү үтенеп дуҫлашырға кәрәк. Туғандарыбыҙҙың хәлен белергә, атай-әсәйҙәребеҙ бар икән, хәтерҙәрен табырға, доғаларҙа иҫкә алырға тырышайыҡ, үлгәндәр икән, — уларға изге доға ҡылайыҡ. Йә Раббым, атай-әсәйемде ярлыҡа, тип. Аллаһынан уларҙың мәғрифәт ҡылыуын, ярлыҡауын һорайыҡ.
Мөхтәрәм йәмәғәт! Беҙҙең күбебеҙҙең ғүмерҙәре ахырына еткән, бөгөн бар, иртәгә юҡ. Ҡалған ғүмерҙәребеҙҙе һәр ваҡыт, һәр урында сабырлы һәм күркәм холоҡтар менән, үпкәләшеп хәтерен ҡалдырған кешеләребеҙ менән бәхиләшеп, өлфәт, мөхәббәт, дуҫлыҡ, татыулыҡ ғүмер менән итеп, Аллаһ Тәғәлә хозурына аҡ йөҙ, камил иман менән барырға насип итһен.