Яҡшы һүҙ — йән аҙығы
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ иң яҡшы әҙәп-холоҡ сифаттарына ғына эйә булған. Беҙҙең дә холҡобоҙҙо төҙәтергә саҡырған. Беҙҙең холҡобоҙҙың бер өлөшөн телебеҙ, уның менән һөйләгән һүҙҙәребеҙ сағылдыра. Шул турала беҙҙең вәғәҙдәребеҙ ҙә булыр иншәАллаһ!
ﻗﺍﻝ ﺮﺴﻭﻞ ﺍﻟﻟﻩ ﺼﻠﻰ ﺍﻟﻠﻩ ﻋﻠﻴﻩ ﻭﺴﻟﺍﻢ:
أَفْضَلُ الْمُؤْمِنِينَ أَحْسَنُهُمْ خُلْقًا .
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ бер Хәҙис Шәрифендә шулай тигән:
«Мөьминдәрҙең иң яҡшыһы – холҡо күркәм булғаны».Тағы ла әйткән:
«Берәү Аллаһы Тәғәләгә һәм ахирәт көнөнә ышанһа, күркәм һүҙҙәр генә һөйләһен, күркәм һүҙҙәр һөйләй алмаһа, өндәшмәй торһон», — тип әйткән. Икенсе бер хәҙисендә: «Һәр яҡшы һүҙ — саҙаҡа», — тип белдерҙе.
Дин нигеҙенең беренсе өлөшө — иман килтереү, Аллаһ Тәғәләгә ышаныу булһа, икенсе өлөшө — ғибәҙәт (Аллаһ ҡушҡандарын үтәү, тыйғандарынан тыйылыу), өсөнсө өлөшө — күркәм холоҡ. Аллаһты хаҡиҡый таныу менән таныуыбыҙ беҙҙе ғибәҙәткә этәрә. Сөнки иманлы кешегә намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, зәкәт биреү, хаж ҡылыу, хәрәмдәрҙән тыйылыу ауыр түгел. Ул быларҙы үтәүҙән ысын рухи тәм, ләззәт таба. Аллаһ ҡушҡандарын үтәү, тыйғандарынан тыйылыу күңелде сафландыра, ҡальбте (күңел йөрәген) таҙарта. Ә инде ихлас, саф күңелдән матур һүҙҙәр генә сыға ала. Күркәм холоҡтоң үлсәү билдәһе — кешеләр араһындағы мөғәмәлә. Бөгөн беҙ был мәсьәләлә үҙ-үҙебеҙҙе нисегерәк тотабыҙ һуң, бер-беребеҙгә ниндәй һүҙҙәр әйтәбеҙ? Әйткән һүҙҙәребеҙҙә мизанға ҡуйыласаҡ. Ул көндө инде кәрәк булмаған һүҙ, ялған, ғәйбәт, насар һүҙҙәр һөйләүгә ҡарағанда өндәшмәй тороуҙың ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңларбыҙ. Шуның өсөн дә бит халыҡта: «Һөйләүең көмөш булһа ла өндәшмәүен алтын», — тиҙәр.
Бер әҙәм ауылдан ситкә сығып, һыу буйында шым ғына ултыра икән. Бер үтеп барыусы уҙаман бынан: «Ни эшләп ултыраһың?» — тип һораған. Был кеше: «Этемде һаҡлап ултырам», — тип әйтә икән. Һорау биреүсе: «Мин бында бер ниндәй ҙә эт күрмәйем бит әле», — тигәс, һыу буйында ултырыусы телен сығарып күрһәткән һәм әйткән: «Бына телем кешеләр янында булғанда кәрәкмәгәнде һөйләп, ғәйбәткә кереп, үҙемә лә, башҡаларға ла бик күп зыян һала», — тигән.
Бөгөн йыш ҡына: «Бик сауаплы доға кәрәк ине», — тип, сауаплы доға йәки сүрә эҙләп йөрөүселәр байтаҡ. Ҡулдарына берәр яңы китапмы, календарьмы эләкһә, ҡабалана-ашыға сауаплы доға эҙләй башлайҙар. Бер изге кеше шулай тигән: «Сауап эшләүҙе Аллаһ Тәғәлә беҙгә бик еңел ҡылған, бер-береңә күркәм һүҙ әйтеүҙән дә ҙур сауап юҡ».
Үкенескә ҡаршы, бөгөн беҙ оҙон-оҙон сүрәләр, доғалар уҡыһаҡ та, бер-беребеҙҙең хәтерен ҡалдырыуҙы бер нәмәгә лә күрмәйбеҙ.
Бер-береһен яратышып, күп сығымдар тотоп туйҙар яһап өйләнешкән кешеләр — ир менән ҡатын был мәсьәләлә үҙҙәрен нисек тота? Юғиһә, ир менән ҡатын араһында иң күркәм мөғәләмә булырға тейеш. Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръәндә (30-сы «Рум» сүрәһе, 21-се аят) ир менән ҡатынға өлфәт мөхәббәт, күркәм мөғәмәлә менән йәшәргә ҡуша:
وَمِنْ آيَاتِهِ أَنْ خَلَقَ لَكُم مِّنْ أَنفُسِكُمْ أَزْوَاجًا لِّتَسْكُنُوا إِلَيْهَا وَجَعَلَ بَيْنَكُم مَّوَدَّةً وَرَحْمَةً إِنَّ فِي ذَلِكَ لَآيَاتٍ لِّقَوْمٍ يَتَفَكَّرُونَ
«Үә мин әәйәәтиһии ән халәҡа ләкүм мин әңфүсикүм әзүәәджәл-литәскүнүү иләйһәә үә джәғәлә бәйнәкүм мәүәддәтәү-үә рахмәтән иннә фии ҙәәликә лә'әәйәәтил-лиҡау- мий-йәтәфәккәруун».
«Уның аяттарынса, Ул һеҙгә бергә торор өсөн үҙегеҙҙән үк ҡатын яратып биргән, ике арағыҙҙы мөхәббәт һәм рәхмәт менән бәйләгән. Ысынлап та, уйлаған кешегә бында аяттар бар!».
Ә тормошта нисегерәк һуң? Ер йөҙөндә 30 меңдән артыҡ сәскә бар икән, уларҙың исемдәре бөтөн бар халыҡтың һөйләшеп-аралашып йөрөгән ҡәҙимге һүҙҙәрен алыштыра ала, ти. Тимәк, ир менән ҡатын үҙ-ара сәскә исемдәре генә әйтеп тә һөйләшә ала икән, әммә тормошта улай килеп сыҡмай. Үҙебеҙ ҙә үҙ-ара һөйләшә башлаһаҡ, тел нишләптер баҡса тирәһендә түгел, кәртә-ҡура тирәһендә йөрөй: «Һарыҡ», «һыйыр», «хайуан», — тигән кеүек. Яңыраҡ өйләнгән бер ир маҡтана икән: «Минең ҡатын фәрештә», — тип. Уға ҡаршы оҙаҡ йәшәгәне: «Минеке лә кеше түгел», — тип яуап ҡайтарған. Өйләнешкәс тә, әлеге мәҙәктәге кеүек, матур, наҙлы һүҙҙәр бәлки әйтелер, әммә тормош уҙған һайын үҙ-ара һөйләшкәндә ундай һүҙҙәрҙең ҡулланмауҙары ҡыҙғаныс.
Аллаһ Раббыбыҙ: «Атай-әсәйгә «уф» тип тә әйтмәгеҙ», — тип беҙҙе киҫәткән. Атай-әсәйгә ҡарата матур һүҙҙәрҙе һирәк ҡулланабыҙ. Беҙ әле сит кешеләр эргәһендә үҙебеҙҙе күпмелер дәрәжәлә тоторға тырышабыҙ, ауыҙҙы «самалап» асабыҙ, әммә ғаиләлә сама юғала, ир ҡатынына, ҡатын иренә, ҡәйнә килененә, килен ҡәйнәһенә, улы атаһына, атаһы улына ниндәй генә һүҙҙәр әйтмәй. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ: «Саҙаҡаны башта үҙеңә, унан һуң ғаиләңә, унан һуң башҡаларға бир», — тигәнен, «Иң элек үҙең күркәм һүҙҙәр һөйлә, өй йәмәғәтеңә күркәм мөғәмәләлә бул, башҡалар янында ла күркәм һүҙҙәр һөйлә», — тип тә аңларға кәрәк. Сөнки һәр яҡшы һүҙ — саҙаҡа.
«Боҙоҡлоҡто ҡарамағыҙ, боҙоҡлоҡто тыңламағыҙ, боҙоҡлоҡто һөйләмәгеҙ», — тигән һүҙ ҙә бар бит. Әгәр беҙ уларҙы эшләһәк, боҙоҡлоҡ-аҙғынлыҡ ҡеүәт аласаҡ һәм тараласаҡ. Бөгөн наркомания, СПИД, фәхишәлек, енәйәтселек тураһында көнө-төнө һөйләп, яҙып, телевизорҙан күрһәтеп торалар, әммә был күренештәрҙең кәмеүе һиҙелмәй. Дөйөм күләм мәғлүмәт саралары ғына түгел, үҙебеҙ ҙә боҙоҡлоҡто таратыусылар хәлендә.
Нимә тураһында күберәк һөйләйбеҙ, берәр кешенең иғтибар итеп ҡарағаны, уйлағаны бармы? Ауылда ла, ҡалала ла бик матур йәшәгән ғаиләләр бар. Үҙебеҙҙә лә араҡыһыҙ туйҙар яһап өйләнешеп, биш ваҡыт намаҙҙы ҡалдырмайынса, араҡы ҡулланмайынса, балалар үҫтереүсе, хөкүмәт эшендә лә эшләүселәребеҙ арта бара, Әлхәмдүлилләһ. Әммә беҙ уларҙы күрмәйбеҙ, улар тураһында һөйләмәйбеҙ, яҙмайбыҙ. Ауылда йәки ҡалала берәр ғаиләлә ыҙғыш-талаш сыҡһа, кемдер үлтерешһә, уны бар халыҡ һөйләй, бөтә гәзиттәрҙә яҙалар. Килен менән ҡәйнә лә һәр саҡ әрләшеп кенә йәшәмәйҙәр, бер-береһенә игелектәр ҙә эшләйҙәр, күркәм һүҙҙәр әйтәләр, әммә был турала береһе лә урамға сығып һөйләмәй. Хоҙайҙың бер бирмеш көнөндә әллә ниндәйҙер аңлашмаусылыҡ сыҡһа, бер-берәр ярамаған һүҙ ысҡынһа, бына быныһын бөтә кеше белә. Нимә тип әйткән, нисек әйткән, береһе лә ҡалмай, урамда энәһенән ебенә тиклем һөйләнә.
Бер кеше етәксегә барып нимәлер һораһа, етәксе уның үтенесен ҡәнәғәтләндерһә, берәү ҙә был хаҡта башҡаларға әйтмәй. Ә инде кире бороп сығарһа, ул етәксенең кем икәнен, ата-әсәһенең кем икәнен, нимә бирмәгәнен урамда осраған бар кешегә лә тиерлек еткерелә.
Һау-сәләмәт килеш йоҡонан уянһаҡ, һөйөнөп, Әлхәмдүлилләһ, тип бик һирәк әйтәбеҙ, йәки бөтөнләй әйтмәйбеҙ. Әлбиттә инде, беркемгә лә: «Бөгөн бер ерем дә ауыртмай әле», — тип маҡтанмайбыҙ. Әгәр инде берәр еребеҙ ауыртып уянһаҡ, өйҙәгеләрҙән башлап, кискә тиклем нисә кеше осраһа, барыһына ла ҡайһы еребеҙ ауырта, нисегерәк ауырта, тулыһы менән түкмәй-сәсмәй еткерәбеҙ.
Күрше малай күстәнәс итеп нимә булһа ла алып инһә, уны беҙ берәүгә лә белдермәйбеҙ. Әгәр шул уҡ күрше малай нимәлер эләктереп, урлап китһә, быныһын бар кеше лә белә.
Ир кеше ҡатынына аҡса алып ҡайтып бирһә, уның күпме аҡса алып ҡайтҡанын берәү ҙә белмәй. Был бер хәрби сер кеүек. Әгәр ҙә инде эсеп-туҙырып бөтөрһә, иренең нисә һумлыҡ араҡы эскәнен бөтә ауыл белә.
Бына былар барыһы ла беҙҙең ҡальбтәр ҡара икәнен, дөрөҫ йәшәмәүебеҙҙе күрһәтә.
Берәүҙең аҡсаһын урлағандар. Малайы: «Был турала башҡаларға һөйләйемме?» — тигәс, атаһы: «Һөйләмә, һөйләү бәлә-ҡазаны арттыра ғына, өҫтәүенә, дошмандарҙы һөйөндөрер», — тигән.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ:
«Аллаһ гүзәл, гүзәллекте һөйә», — тигән.
Тормошта бит, Әлхәмдүлилләһ, бик күп гүзәл ваҡиғалар ҙа булып тора, тирәбеҙҙә яҡшы кешеләр ҙә етәрлек. Әйҙәгеҙ, бына шул матурлыҡты күрә, баһалай беләйек, матур үрнәктәр, гүзәл холоҡтар, күркәм кешеләр тураһында күберәк һөйләйек, күберәк яҙайыҡ. Ер йөҙөндә гүзәллекте таратыусыларҙан булырбыҙ.
Яҡшы һүҙҙәрҙең дә иң бөйөгө, иң күркәме: «Ләәә илләәһә илләллаааһ, Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ». Һәр беребеҙ был кәлимәне белергә, мәғәнәһенә төшөнөргә, Аллаһты ысын таныу менән танырға тейеш булабыҙ. Кешелек донъяһына: «Ләәә иләәһә илләллаааһ» кәлимәһенән олоғ ғилем бирелмәгән. Шуны аңлай, шуға төшөнә алған кеше бәхетле була, ғибәҙәттәрен еңеллек менән үтәй, ҡальбен таҙарта һәм инде ундай күңелдәрҙә яман һүҙҙәргә, яман фиғелдәргә урын ҡалмай.
Аллаһ Раббыбыҙ барыбыҙҙы ла иман менән донъяға килтерҙе, ошо имандарыбыҙға тоғро ҡалған хәлдә, Аллаһ риза булырлыҡ итеп донъяла йәшәргә, иман менән донъянан үтеп, Аллаһтың мәңгелек сәғәҙәтенә лә ирешергә насип булһа ине.
Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөръән Кәримдә (17-се «Әл- Исра» сүрәһе, 7 се аятында):
إِنْ أَحْسَنتُمْ أَحْسَنتُمْ لِأَنفُسِكُمْ وَإِنْ أَسَأْتُمْ فَلَهَا فَإِذَا جَاءَ وَعْدُ الْآخِرَةِ لِيَسُوءُوا وُجُوهَكُمْ وَلِيَدْخُلُوا الْمَسْجِدَ كَمَا دَخَلُوهُ أَوَّلَ مَرَّةٍ وَلِيُتَبِّرُوا مَا عَلَوْا تَتْبِيرًا
«Ин әхсәңтүм әхсәңтүм ли'әңфү-сикүм үә ин әсәьтүм фәләһәә фә'иҙәә джәә'ә үәғдүл- әәхыирати лийә-сүү'ү үүджүүһәкүм үә лийәдхулүл-мәсджидә кәмәә дәхалүүһү әүүәлә марратиү-үә лийүтәббируу мәә ғәләү тәтбиираа».
«Әгәр яҡшылыҡ ҡылһағыҙ, үҙегеҙ өсөн эшләйһегеҙ, әгәр яманлыҡ ҡылһағыҙ, йәнә үҙегеҙгә яманлыҡ булып ҡайтасаҡ», — тип әйтә.
Беҙ ҙә шулай Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанса яҡшылыҡтар ғына ҡылып, бер-беребеҙгә яҡшы һүҙҙәр генә әйтеп, бер-беребеҙ тураһында яҡшы уйҙа булып, яҡшылыҡтарҙы ғына таратып йәшәйек. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе яманлыҡтарҙан һаҡлаһа ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ тең өммәтенән булырға насип итһәң, ҡиәмәт көнөндә уның шәфәғәтен алырға насип итһәң ине. Йә Раббым, бөтөн ҡылған гонаһларыбыҙҙы, хаталарыбыҙҙы ғәфү итһәң ине. Яҡындарыбыҙҙы, балаларыбыҙҙы ла ошо тура юлға баҫтырып, йәннәт баҡсаларында ла бергә булырға насип итһәң ине, тамуҡ утынан һаҡлаһаң ине.
Илдәребеҙҙә, ерҙәребеҙҙә, ғаиләләребеҙҙә именлек, тыныслыҡ менән йәшәргә насип итһәң ине. Ауыр һынауҙар менән беҙҙе һынамаһаң ине. Мәсеттәребеҙҙә ысын мөьмин мосолмандар менән генә тултырһаң ине. Ике доньяның бәхетен дә бирһәң ине, тамуҡ уттарынан һаҡлаһаң ине.
Әмин! Йә Раббил ғәләмин!
Интернет киңлегенән тәржемә. Авторы билдәһеҙ.