Харам мал

                                                        Харам мал — ағыу менән бер

     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салаллаһу ғәләйһиссәләмдең бер хәҙисе бар: «Әгәр тәндәрегеҙҙе хәрәм ризыҡ менән туҡландырһағыҙ, ҡиәмәт көнөндә ошо тәндәрегеҙ тамуҡ утына утын булыр, — тине. — Яғыулыҡ булыр», — тине.
     Пәйғәмбәребеҙ: әгәр балаларығыҙҙың тәндәрен хәрәм ризыҡ менән ризыҡландырһағыҙ, үҫеп еткәс, көстәре һеҙгә ҡаршы боролор, тине. Ҡарауыл өйөндә бер ир кеше маҡтанып ултырған: «Минең малай таҙа икән», — тип. «Ҡайҙан белдең?» — тигәс, «Кисә һуғып йыҡҡан ине көскә торҙом», тип әйткән, имеш.
     Балаларыбыҙҙы хәрәм ризыҡ менән туҡландырһаҡ, ҡартаймыш көнөбөҙҙә шулай итеп «маҡтанаһы» була. Аллаһ һаҡлаһын. Был осраҡта беҙ йылмаябыҙ икән, — был күҙ йәше аша йылмайыу. Һәм бына Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръәндә асыҡ хикәйәт иткән хәрәм нәмәләр: сусҡа ите, мал ҡаны, үләкһә, араҡы. Хәләл булған мал-тыуар ҙа, «Бисмилләәһи, Аллааһү әкбәр», тип һуйылмаһа, был да ашарға харам дәрәжәһендә йөрөй, һәм бына ошо күҙлектән сығып, беҙ үҙебеҙҙең ризығыбыҙҙы ҡайғыртырға тейешбеҙ.

     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ: Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында фарызды үтәүҙән, харамдан тыйылыуҙан да ҙур сауап юҡ, тине. Беҙ нәҙер саҙаҡаларын да биргән булабыҙ, Ҡөръән мәжлесендә лә саҙаҡа өләшкән булабыҙ, Ҡөръәнде лә уҡыған булабыҙ, әммә ошо оло сауапҡа эйә булған намаҙыбыҙҙы онотабыҙ. Йә булмаса, ошо харам ризыҡтан тыйылырға тырышмайбыҙ. Туранан-тура харамды ашау — бер хәл. Хәләл ризыҡтың да хәрәм аҙыҡҡа әйләнеүе ихтимал. Әйтәйек, мал һуя торған ваҡыт етә. Ике йыл буйына аҫрап, хәләл көсөбөҙҙө һалып, һимертеп алабыҙ. Ошоно нисек итеп иткә әйләндерәбеҙ? Иң беренсе-беҙ малды ҡурҡытмай алып сығарға, «Бисмилләәһи, Аллаһү әкбәр», тип уның боғаҙынан салырға тейешбеҙ.
     Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә әйткән: мал һуйырға әҙерләнһәң, бысағын ҡайралған булһын, тигән. Быныһын күбебеҙ эшләй, Аллаһҡа шөкөр. Әммә мал һуйыусының тәһәрәтле булыуы ла бик мөһим. Шуға күрә элек ауылда бер нисә кеше генә мал һуйып йөрөй ине. Тимәк, тәһәрәт алыу алырға өйрәнергә кәрәк.
     Икенсеһе, малды боғаҙлап, тиреләрен әҙ генә юлағас, элеп ҡуйҙыҡ бит, әйҙә, ултырып араҡы эсәйек, тибеҙ. Эше бөткәс, тағы бер өйөлөп эсәбеҙ. Тимәк, хәләл нәмә харам менән ҡушыла. Халыҡта мәҡәл бар: «Бер ҡалаҡ дегет бер мискә балды боҙа». Бына шуның кеүек, иттең инде беҙ ҡәҙерен ебәрҙек. Бер-ике йыл буйына ҡарап үҫтергән инек, бер-ике йөҙ грамм араҡы менән шуны харап иттек. Йә булмаһа, башҡа ваҡыттарҙа табынға үҙебеҙҙең хәләл хеҙмәт хаҡына тапҡан ризыҡтарҙы ҡуябыҙ, шуның уртаһына араҡы ултыртыла, тағын өҫтәлдәге бар ризыҡ харап була. Йә булмаһа, берәү хәләл көсө менән мал аҫрай, шулар араһында бер сусҡа ла һимертә. Аҫраған барлыҡ малы, бар ашаған ризығы харамға сыҡмаһа ла, күңелде ҡарайта. Әгәр был кеше иманлы икән, һис шикһеҙ, уға Раббыбыҙ бының язаһын был донъяла үк бирә. Йә малына, йә үҙенә генә зыян килә, йә балаһына. Әлбиттә, һынаған кешеһенә, иманлы кешегә — Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында өмөтө өҙөлгән булмаһа, ошо дуңғыҙҙың язаһын донъяла үк күрһәтә. Аллаһ Тәғәлә алдында иманһыҙ булып, юлдан яҙған, өмөтһөҙ тигән кешеләр лә була. Улар тураһында «Бәҡара» сүрәһенең башында әйтелгән:
     «Иннә-әлләҙиинә кәфәруу сәүәәүн ғәләйһим ә әңҙәртәһүм әм ләм түңзирһүм ләә йүэминүүүн. Хатәмәллааһү ғәләә ҡулүүбиһим үә ғәләә сәмғиһим, үә ғәләә әбесаариһим ғишәәүәһ, үә ләһүм ғәҙәәбүн ғәҙыыыйм» (2:6-7). — Уларға нимә әйтһәң дә, аңламаҫтар, — тип әйтә Аллаһ Тәғәлә. — Хәҙер улар аңлауҙан үткәндәр, уларға яҡшы ла, яман да үтеп кермәй. Былар боҙоҡлоҡтоң шундай сигенә еткәндәр, был кешеләргә доньялыҡта киҫәтеү килмәҫкә лә мөмкин. Был кешеләр бының ғазабын, язаһын донъяла күрмәҫкә лә мөмкиндәр. Әммә балаларына, нәҫеленә ҡарғыш булып дауам итеүе бар бының. Аллаһ һаҡлаһын. Һәм үҙенә мәңгелек йәһәннәмгә сәбәп булыуы мөмкин. Аллаһ һаҡлаһын. Бына, аҫрай әле, бер зыян да килгәне юҡ, тип, төртөп күрһәтергә яратабыҙ. Был — алдатҡыс байлыҡ. Бынан һаҡ булырға кәрәк. Бер ҡарағанда, үҙебеҙ ҡулға тотоп ашамаған да шикелле. Ләкин хәләл менән харамды ҡуштыҡ та хәләл ризыҡты харамға әйләндерҙек. Харамдан йыйылған тән тамуҡ утына яғыулыҡ булыр, — тине Пәйғәмбәребеҙ.
     Балаларыбыҙҙың үҫеп еткәс аҡыллы, кешелекле, тәүфиҡлы булыуҙарын бик тә теләйбеҙ. Улар тәүфиҡлы, бәхетле булһын, тиһәк, ата-әсә лә уны бөгөн шуға әҙерләргә тейеш. Иң беренсе: был — ризыҡтың хәләллеге.
     Гәзиттә Саллы мөхтәсибәте, Балык Биҫтәһе, Апас райондары мосолмандары мөрәжәғәтен сығарҙылар. Мосолмандар өсөн айырым кибеттәр булдырайыҡ, тип. Аргентина тигән илдән «хәләл» тип мөһөр һуғылған ит килә. Мосолмандар өсөн махсус һалынған ит комбинаттары бар. Американан «хәләл» тип салынғандары ла килгәне бар. Был илдәр мосолмандар өсөн шулай эшләйҙәр. Ә бөгөн беҙ ҡайһы ваҡыт, еңел була тип, совхоз-колхоздан халыҡҡа ит өләшәһең булһа, комбинатҡа барып үлтерәбеҙ лә, унан алып ҡайтып, киҫәктәргә бүлеп, үҙебеҙҙең кешеләргә өләшәбеҙ. Ит комбинатында ҡан сыҡмай тийәрлек, ток менән үлтерелә лә, иткә әйләндерәбеҙ. Хәләл ризыҡты хәрәм итеп килтереп еткерәбеҙ кешеләргә. Складка һыйыр түшкәһе эргәһенә сусҡаныҡын да индереп ҡуябыҙ. Быныһына хөкүмәт ҡарары ла, бер ниндәй закон да кәрәк түгел. Был ғәмәлдәр үҙебеҙҙән, аҡылһыҙлығыбыҙҙан тора. Түмәрҙәлә бер үк балта менән сабабыҙ ике төрлө итте. Тағы хәләлде харам менән бутайбыҙ, һәм шуның менән ризығыбыҙ харап була.
     «Әл-Фәләк» сүрәһендә («Таң») бер аят бар: «Үә миң шәрри ғаасиҡыйн иҙәә үәҡабе». — Ҡараңғылыҡтан, наҙанлыҡтан килгән зыяндарынан, йә, Раббым, Үҙеңә һыйынабыҙ (113:3). Был беҙҙең наҙанлығыбыҙҙан, белеп бөтөрмәүебеҙ килә.
     Аллаһ Тәғәлә йөрәктәребеҙгә бер аҙ ғына нур һалып, ошолайтып эшләүебеҙ ярамаған икәне ҡайһы берәүҙәребеҙгә етһә ине. Әле малдарын үҙҙәре салмаған йәки һуйҙырмаған кешеләр бар. Үҙенә ит әҙерләгәндә хәләл менән туҡландырһын ине ғаиләһен. Был кескенә нәмә түгел. Шуға ҡарап беҙҙең тормош хәл ителә. Сөнки ашаған ул ризығыбыҙ ҡанға әйләнә, шунан ит булып тәнебеҙгә ҡушыла. Ошо харамдан йыйылған тәнебеҙ харам эшкә өндәп тора беҙҙе, насарлыҡ эшләргә саҡырып тора. Мал, ит комбинатында һуйғанда, ҡурҡып ҡала. Мал-тыуар ҡурҡһа иһә, тәненә ағыу бүлеп сығара, ти. Был иһә медицина тарафынан да иҫбатланған. Тәненә ағыу бүленеп сығарылған итте ашаған кешеләр үҙҙәрен тота алмай торған булалар, ти. Тиҙ генә ҡыҙып китәләр, асыуҙары сыға. Бына бөгөн теләһә ниндәй ризыҡ ашағанға күрә шартлап һынырға, ут шикелле ҡабынырға торабыҙ. Тыңлап та бөтөрмәйбеҙ, тиҙерәк ҡысҡырырға ғына торабыҙ. Сөнки ризығыбыҙҙың хәләллеге самалы. Хөрмәт итеп, ике йөҙләп ҡартты, әбей-бабайҙы йыйып, клубҡа индереп ултырталар ҙа, табынға араҡы сығарып ҡуялар, шуның арҡаһында хәрәм ризыҡ ашап сығып китәбеҙ. Былай ҡарағанда, яҡшы ниәт менән йыялар, ҡарттарҙың күңелен күрәләр. Әммә шунан да ҙурыраҡ мыҫҡыл итеү буламы һуң? Йөҙләгән кешегә харам ризыҡты ашатып сығаралар. Быға беркемде ла ғәйепләп тә булмай. Бына ошо кешеләрҙең күбеһе: «Беҙҙең бындай табында ултыраһыбыҙ килмәй», — тип әйтһә, икенсе юлы табынды шулай әҙерләмәҫтәр ине. Йә булмаһа, эсәһе килгәндәргә айырым урын әҙерләгеҙ, улар шунда эсеп ултырһындар, беҙ бында ашайыҡ, тип әйтһәләр. Быныһы ла беҙҙең наҙанлығыбыҙҙан килә. Шулай эшләүебеҙҙең һәләкәткә алып барғанын аңлап еткермәүебеҙҙән, йөрәгебеҙ, күңелебеҙ менән тойоп бөтөрмәүебеҙ. Быға ҡайһы ваҡыт етәкселәрҙе ғәйепләп тә ҡуябыҙ. Әлбиттә, уларҙа ла ғәйеп бар, хатта ҙур. Улар араҡыһын табынға ҡуймаһа, саҡырылған кешеһе эсә алмаҫ ине. Шуның хисабына йә конфеты күберәк ҡуйһалар, йә берәр ҡап сәй биреп ҡайтарһалар, беркем дә уға үпкәләмәҫ ине. Сөнки йөҙләгән кешенең 10-20 се генә араҡы эсә. Шулар арҡаһында ҡалғандар хәрәм ризыҡ ашап ҡайтып китә. Һәм беҙ бының харам икәнен дә аңламайбыҙ, башыбыҙға барып етмәй. Әммә ул беҙҙең тәнебеҙгә харам булып инә.
     Шуға күрә, иң беренсе сиратта, аҙыҡҡа иғтибар булырға тейеш. Шуның өсөн мосолмандар хәләл ризыҡ тураһында ҡайғыртҡандар. Мосолмандарҙы суҡындырыу эшенә тотонған миссионерҙарҙың беренсе бурысы ла бына шуны юҡҡа сығарыу булған. Улар Ҡазан ханлығын алғас, 200 йыл буйы мосолмандарҙы ҡырҙылар. Дүрт мосолмандың өсөһө үлтерелде, әммә имандан ҡайтара алманылар. Шунан һуң быларҙың ризыҡтарына әҙ-әҙләп хәрәм ҡушырға тотоналар. Улар: ошо ризыҡтарыбыҙға әҙ-әҙләп ҡушылған харамдан беҙҙең кешеләргә әйләнерҙәр, тинеләр. Беҙ хәләл ризығыбыҙҙы харам менән ҡушып, бутап, ашап, ысындан да, ошо миссионерҙарҙың ҡолдарына әйләнеп бөттөк инде. Үҙәк матбуғатты уҡыһағыҙ, Ҡазанда фәлән саҡлы мосолман балаһы сиркәүгә бара икән, фәлән хәтле мосолман балаһы динендән яҙған икән, юлдан сыҡҡан икән, тип яҙалар. Уларҙы кем әҙерләй һуң? Беҙ — үҙебеҙҙең ризыҡҡа булған талапсанлығыбыҙҙың кәмеүе, иғтибарһыҙлығыбыҙ арҡаһында, балаларыбыҙҙы кәфер ҡулдарына тотторабыҙ. Уларҙың шул юлға инеп киткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ, сөнки тән харамдан йыйылған.
     Шуға күрә бындай нәмәләрҙән беҙгә бик тә һаҡланырға кәрәк. Сабырлыҡ өс төрлө дәрәжәлә була: тәүгеләре — килгән бәлә-ҡазаға түҙеү, быға 300 дәрәжә сауаб булыр, ти. Фарыздарҙы үтәүҙә күрһәткән сабырлыҡҡа 600 дәрәжә сауаб булыр, ти. Ә инде харамдан тыйылыуҙа күрһәткән сабырлыҡҡа 900 дәрәжә сауаб булыр, ти. Иң ситене, иң алдай торғаны ла — ошо. Унан тыйылырға, балаларын тыйырға көс тапһа әҙәм балаһы, уның сауабы ла 900 дәрәжәлә булыр. Килгән бәлә-ҡазаға, сиргә, борсоуға, мәшәҡәткә түҙгән сабырлыҡҡа ҡарағанда ла өс тапҡыр артығыраҡ. Беҙ Ҡөръәндән бер хәреф уҡыһаҡ, ун сауаб була, ә бында бер харамдан тыйылыуға 900 дәрәжә сауаб булыр, тип әйтелә.
     Аллаһ Тәғәлә ошо сабырлыҡты барыбыҙға ла насип итһен. Күңелебеҙгә күркәм сабырлыҡтар биреп, Аллаһ Тәғәлә ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәргә насип булһын.
                                                                                       «Йөҙҙә бер вәғәҙ», Йәлил хәҙрәт Фазлыев