Ваҡыт ҡәҙере
     Донъяла ваҡыттан да оҙон нәмә юҡ, ни өсөн тигәндә, ул мәңге. Ваҡыттан да ҡыҫҡа нәмә юҡ, сөнки кешенең был фани ғүмерендә бары бер мәл ул. Кеше ғүмере өсөн ваҡыт сикле икән, ғәләм өсөн ул икһеҙ-сикһеҙ. Көткәнгә – көтөүҙән дә оҙағы, рәхәтләнгәнгә рәхәттән дә аҙы юҡ. Зарыҡтырған да ваҡыт, үкендергән дә ваҡыт. Хәтерҙә юҡ-барын оноттороп, ҡәҙерлеһен һаҡлаған да шул ваҡыт...(Ерәнсә сәсән).
     Әйе, был донъяға тыуыуыбыҙҙа, йәшәгән мәлдәребеҙҙә, үлемебеҙҙә ваҡытҡа бәйле. Ваҡыт ул әҙәм балаһын тәрбиәләй йә боҙа, ахирәтебеҙҙә ошо ваҡыт имтиханына бәйле, йә йәннәт йә иһә йәһәннәм.

     Ошо ваҡытлыса йәшәгән ғүмеребеҙ дәүерендә кешеләрҙән замандан, ваҡыттан зарланғанын ишетәбеҙ. «Ваҡыт бигерәк тиҙ үтеүсәнгә әйләнде һуңғы арала», тип әйтәбеҙ. «Донъяла иң үкенесле һүҙ – «ваҡыт үтте» тигән һүҙ», тип яҙған Ризаитдин Фәхретдин хәҙрәт. Кешеләргә был һынау донъяһында бер-нисә тиҫтә йыл ғүмер бирелгән, һәр үткән көн алға барыу түгел, киреһенсә, ахырына яҡынлашыуға бер аҙым булып тора. Ә ваҡытыбыҙ самалы! Ахыр заманға табан ваҡыт әйләнеше тиҙәйер тигәнде үҙебеҙҙә һиҙә башланыҡ. Элегерәк көн оҙаҡҡа һуҙылып әллә ни күп эштәр башҡара ала инек, хәҙер төшө лә киселә күҙ асып йомғансы тиҙ етә.
     Бына тағы ла бер йылыбыҙҙы тамамлап, айҙың бер аҙнаһын йомғаҡланыҡ. Әле генә башлана ла, әле генә үтеп тә китә аҙна тигәнең. Шулай итеп беҙгә был донъяла йәшәргә бирелгән ваҡытыбыҙ, ғүмеребеҙ бик тиҙ уҙа. Аллаһ Тәғәлә биргән яңы көнгә әллә нәмәләр эшләргә ниәтләһәк тә, барыбер нимәгәлер өлгөрөп булмай, байтаҡ эштәр эшләнмәй ҡала. Ярай иртәгә эшләрбеҙ, тип әйтәбеҙҙә, артынан иншаАллааһ, Аллаһ насип итһә, тимәйбеҙ. Ошо донъя мәшәҡәттәренә сумғаныбыҙҙа, ваҡыттыбыҙҙы бушҡа, уның ҡәҙерен белмәйенсә үткәрәбеҙ. Ә беҙ уйлайбыҙмы һуң ваҡыт ҡәҙере тураһында? Юҡтыр, күбебеҙгә хайуани теләк менән нәфсебеҙҙе, ашау-эсеүебеҙҙе ҡәнәғәтләндереп, көнөбөҙҙө үткәрһәк, шуны менән бөгөнгө ваҡыттың эш-көнө тамам тибеҙ. Ә ошо бирелгән ваҡытыбыҙ өсөн шөкөр итеп, Аллаһ Тәғәләне риза итерлек берәй нәмә эшләнекме һуң? Аллаһты данлау һәм маҡтау, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә салауат, башҡаларға ҡарата изгелек эшләнекме ошо көндә?
     Ваҡыттың ҡәҙере хәйерле эшләнер эштәрҙең ҡиммәте менән баһаланыр тиелә. Файҙалы, изге ғәмәлдәр менән үткәрһәң, ваҡытҡа һин хужа, заяға үткәрһәң, ваҡыт һиңә хужа, тиҙләтер барыуынды ҡәбергә.
     Шунан сығып фекер йөрөтһәк, ваҡыт бик ҡәҙерле, ҡиммәтле нәмә икәнен аңларбыҙ. Һаулыҡ һымаҡ, уны донъяның берәр төрлө байлығына ла һатып алып булмай: ваҡыт үтте, ул кире ҡайтмай. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм бер хәҙисендә: «Ике төрлө ниғмәт бар. Күп кешеләр уларҙың ниғмәт (хазина, байлыҡ) икәнлеген белмәйенсә йәшәй. Ул да булһа һаулыҡ һәм ваҡыт». Олоғайып, ғүмерҙың үтеп китеүен аңлағас ҡына: «Ваҡытты кире ҡайтарып булһа ине!» – тип уфтаныуҙан файҙа юҡ. Иң үкенеслеһе ошо ваҡытыбыҙ бөтөп, үлемебеҙ боғаҙға килеп еткәс: «Йә, Аллаһ мине фани донъяға бер миҙгелгә ҡайтар, изгелектәр эшләрмен, намаҙҙар уҡырмын, ураҙа тотормон, белем алырмын... », тип бушҡа тыпырсыныуҙар ғына булыр.
     Әҙәм балаһы үҙенә Аллаһы Тәғәлә тарафынан яҙылған ваҡытының ҙур хазина икәнен аңларға, уны юҡ-барға әрәм итмәйенсә, файҙалы итеп ҡулланырға тейеш. Аллаһ Тәғәлә инә ҡарынында уҡ һәр кешенең йәшәү оҙонлоғон: йылын, айын, көнөн, сәғәт-минутын, хатта секундына тиклем тәҡдир менән билдәләгән. Кеше шул билдәләгән ваҡыттың аҙағына етә лә, Аллаһының бер сәбәбе менән был доньянан китә. Нимә генә эшләһә лә, үҙенә билдәләнгән ваҡытын тултыра: бер секунд ваҡыт артыҡ та йәки кәм йәшәмәй был донъяла.
     Аллаһы Тәғәлә заманға, ваҡытҡа үпкәләмәҫкә ҡуша, сөнки был заман, ваҡыт – Мин Үҙем, тип әйтә. Шуны аңлайыҡ: ваҡыт үҙгәрмәй: көн артынан төн тыуа, ҡыш артынан яҙ, йәй артынан көҙ, быйылғы йылы ла киләсәк йыл, ул йылы икенсе йыл менән үҙ ваҡытында, Ҡиәммәт көнөнә тиклем алышынасаҡ. Кеше лә шул ваҡыт эсендә хәрәкәт итә: тыуа, йәшәй, үлә. Йәшәү осоро әсә ҡарынынан башланып, кеше бала сағын, йәшлеген уҙып, яҙмышына яҙған булһа, ҡартлығына килә, унан һуң Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына баҫа. Раббыбыҙ: «Ашығығыҙ изгелеккә! Ашығығыҙ Ахирәткә әҙерләнергә. Был донъянығыҙ ваҡытлыса ғына бит, Беҙгә әйләнеп ҡайтырһығыҙ», – тип, ваҡыттың ҡәҙерен белергә, уны юҡҡа уҙҙырмаҫҡа саҡыра.
     Бөйөк дин эйәһе әл-Басри: “Әй, Әҙәм балалары, һин – ул һиңә бирелгән көндәр. Көн үтеп киткән һайын, һинең дә бер өлөшөң үтеп китеп бара", – тигән. («О сын Адама, ты – это твои дни. И когда уходит день, то уходит часть тебя»).
     Кешенең бар булғандары араһында иң ҡиммәтлеһе – уның үҙ ҡарамағында булған ваҡыты. Шуға ла ҡарамаҫтан, күптәребеҙҙең үҙ ваҡыттарына вайымһыҙ ҡараған кеүек башҡа бер әйбере лә юҡ. Үҙенә бирелгән ниғмәтте бушҡа исраф, әрәм итеүҙең ни тиклем дәрәжәлә таралыш алған ғәмәл икәнен күҙ алдына килтерегеҙ: бер ниндәй ҙә файҙа бирмәгән кинолар, кемдәргәлер бойһонған алдаҡсы телевидение, ҡомарлы уйындар, теләһә ниндәй әхләкһеҙ шоу бизнестең ҡыланышы, аҙна һайын күңел асыу байрамдары, шулар иҫәбенән компьютер уйындары – былар барыһы ла беҙҙең иң төп, ҡиммәтле ресурсты – ваҡытыбыҙҙы юҡҡа сығарыу ҡоралдары.
     Әгәр ҙә тәнебеҙҙән көн һайын уның бер киҫәген ҡырҡып алғандары асыҡланһа, беҙ үҙебеҙҙе нисек итеп хис итәрбеҙ, ниндәй һәләттә булырбыҙ икән? Башта ҡулдарыбыҙ, унан аяҡтарыбыҙ, унан тәнебеҙҙең башҡа өлөштәре әкренләп юҡҡа сығып барғанын күҙәтеп, беҙ ни хәлгә төшкәнебеҙҙе күрһәк, ни эшләрбеҙ икән? Һис шикһеҙ, бындай хәл беҙҙең һәр беребеҙҙе сикһеҙ өмөтһөҙлөккә алып барыр ине. Ә ваҡытты юғалтыу иһә тән ағзаларыбыҙҙы юғалтыуҙан күпкә ҡурҡынысыраҡ. Әгәр ҙә беҙ хатта ҡайһы бер ағзаларыбыҙҙы – ҡул-аяҡтарыбыҙҙы юғалтһаҡ та, әле бик күп нәмә эшләргә һәләтлебеҙ.
     Тәнебеҙҙә йәнебеҙ бар ваҡытта, әле беҙ Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеп, уға хеҙмәт итә алабыҙ. Ул ғына ла түгел, әгәр ҙә сабырлыҡ күрһәтһәк, тәнебеҙҙең ул юғалткан өлөштәре өсөн Ҡиәмәт көнөндә әжерен дә алырға мөмкинбеҙ. Ә юғалтҡан көнөбөҙҙө иһә беҙ бер ҡасан да кире ҡайтара алмаясаҡбыҙ. Быныһы әле бәләнең яртыһы ғына, сөнки Хисап көнөндә әрәм ителгән ваҡытыбыҙ өсөн яуап тоторға тура киләсәк. Хәҙрәт Ғүмәр разыйАллаһу ғәнһә, пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: «Кис еткәс – таң атҡанын, таң атҡас та – кис еткәнен көтмә, ауырыуың өсөн – сәләмәтлегеңдән, үлемең өсөн дә тормошоңдан файҙалан, ваҡытыңды бушҡа үткәрмә», – тип әйтә ине тигән.
     Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәтенән һәр ҡояш нуры менән тыуған көн беҙгә: “Әй Әҙәм балалары, бына ул мин – яңы көн, һеҙҙең был көнгө ғәмәлдәрегеҙҙең шаһиты. Мине яҡшы эштәр өсөн файҙаланып ҡалығыҙ, мин киткәнмен икән, һеҙгә Ҡиәмәт көнө еткәнсе кире ҡайтасағым юҡ", – тип мөрәжәғәт иткәнен беҙ онотоп ебәрәбеҙ.
     Шунлыҡтан булған ваҡыттың, мөмкинлектең ҡәҙерен белеп, күңел тыныслығы менән, изге ғәмәлдәр ҡылыуҙы ҡартлыҡ көндәренә ҡалдырмайынса йәшәү дөрөҫ булыр ине. Ниндәй маҡсат менән был донъяға килеүебеҙҙе аңлап тормошобыҙҙың иң яҡшы, иң ҙур ҡиммәткә эйә булған саҡтарының ваҡыттарын Аллаһ ризалығы өсөн үткәрәйек.
     Шундай бер хәҙисте килтерәләр. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйткән: «Ҡиәмәт көнөндә әҙәм балаһы дүрт һорауға: уның тормошо һәм ул уны нисек итеп үткәргәне тураһында; уның йәшлек йылдары һәм ул уны нисек файҙаланғаны тураһында; уның байлығы һәм ул байлыҡты нисек итеп тапҡаны, нисек сарыф иткәне тураһында; уның ғилеме һәм ул ғилемдәрҙе файҙаланып ниҙәр ҡыла алыуы тураһында яуап бирмәй тороп, бер генә бәндәнең дә ул көндө бер аяғы ла ҡыбырҙай алмаҫ тиелә».
     Ошо хәҙис дәлилләгәнсе, Мөхәммәд ғәләйһиссәләм беҙҙең йәшлек йылдарыбыҙ, уны нисек итеп үткәреүебеҙ тураһында айырым һораясаҡтарын иҫкәртә. Ә был иһә, йәшлек көндәренә айырым иғтибар итеүҙең ни тиклем мөһим икәнлегенә дәлил.
     Ғүмеребеҙ бик ҡыҫҡа, таң атып ҡояш байып ҡараңғылыҡҡа сумған көн кеүек кенә. Аллаһ Тәғәләнең тәҡүә булған ҡолдарының йоҡолары ла, башҡалар донъяуи тип иҫәпләгән ғәмәлдәре лә уларға Аллаһҡа табыныу булып яҙылыр. Һәм дә улар, һис шикһеҙ, тормош миҙгелдәрен белгән, ваҡыттарын бушҡа сарыф итмәгән кешеләр булырҙар. Мин әле әҙер түгел, пенсияға сыҡҡас өлгөрөрмөн, тип аҡланғансы, инде һуңға ҡалыуыбыҙҙы аңлап, иман юлына баҫыуҙан ҡыйынһынмайыҡ. Киләсәк көндәребеҙҙә лә хаталанмаҫ өсөн, үткәндән ғибрәт алайыҡ, ваҡыттарыбыҙҙың ҡәҙерен белеп, үҙебеҙҙән файҙалы изге ғәмәлдәр ҡалдырырға, гонаһтарыбыҙ ғәфү ителгән хәлдә иманлы булып, Раббыбыҙ ҡаршына ҡайтырға насип итһен!