Ураҙа аҙағына вәғәҙ
     Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-раджиим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим. Әлхәмдүлилләһи раббил ғәләмин үәссаләәтү үәссәләмү ғәләә рәсүлинә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәлиһи үә әсхабиһи әджмәғин.
     Бөтә ғәләмдәрҙең Раббыһы булған, беҙҙе төрлө ниғмәттәр менән ниғмәтләндергән Аллаһы Сүбханә үә Тәғәләгә сикһеҙ рәхмәттәребеҙ, маҡтауҙарыбыҙ, шөкөрҙәребеҙ булһа ине.
     Аллаһы Тәбарәкә үә Тәғәлә тарафынан ғәләмдәргә рәхмәт, мәрхәмәт булараҡ ебәрелгән һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм хәҙрәттәренә, уның хөрмәтле әһленә, сәхәбәләренә барыбыҙҙың сәләмдәре, салауаттары һәм һәр төрлө изге доғалары булһа ине.

     Ислам диненең хаҡлығына ышанып, Ислам шәриғәте менән эш итеүсе мөхтәрәм мосолмандар! Әссәләәмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәәтүһ! Аллаһы Тәғәлә бөтөн айҙарҙың солтаны булған мөбәрәк Рамаҙан айында тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, уҡыған тәрауих намаҙҙарыбыҙҙы, ҡылған изге ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙҙе, доғаларыбыҙҙы ҡабулдарҙан ҡылһа ине. Аллаһы Тәғәлә ике йома араһында фани дөньянан мәңгелек ахирәткә күскән ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәребеҙҙең гонаһтарын ғәфү итеп, үҙенең рәхмәтенә ирештерһә ине.
     Быйылғы Рамаҙан айы ураҙаһын тотоу коронавирус ауырыуы таралауы ваҡытына тура килде. Аллаһ Тәғәлә беҙгә ошо ауырыуын ебәреп, беҙҙе һынай, әҙәм балаларын күҙгә күренмәгән вирус менән киҫәтеп, Үҙен танытырға мәжбүр итә. Донъябыҙҙа бер-беребеҙгә ҡарата кәмселек, ғәҙелһеҙлек, мәрхәмәтһеҙлек, ҡомһоҙлоҡ, кеше алдап байығыуға ынтылыу көсәйгәс Аллаһ был тәртипһеҙлекте бөтөрөр өсөн һынауын ебәрҙе. Донъяға әҙәм байлығы һәм түрәләр хакимлығы хужа түгел, ә мин Аллаһ Тәғәлә донъялар — ғәләмдәр хужаһы тип Үҙен таныта. Әҙәм балалары ҡарышҡан һайын был һынау көсәйәсәк, хатта ваҡытында Ҡарун батшаны байлығы менән ҡуша ер йотҡан кеүек, йә иһә үҙен илаһи тип әйтергә тейергә маташҡан Фараондың һыу аҫтында ҡалып батыуы Ҡөръән китабынан беҙгә бер миҫал.
     Ҡөръән илаһи китап булғанлыҡтан һәм Аллаһ Тәғәлә кешеләрҙе айырым рәүештә хөрмәтле, ҡәҙерле итеп яратҡан булғанлыҡтан, кешеләр тураһында ҡайғыртыу менән тулған. Ҡайһы ғына сүрәгә, ҡайһы ғына аятҡа ҡараһаң да, кешеләр бәхетен күҙәтеү сағыла. Кешеләрҙе иң юғары идеология менән тәрбиә итеп, донъяла һәм ахирәттә яҡшы тормошҡа сығарыу хаҡында ҡайғыртыу һиҙелә. Халыҡты яҡшы һәм бәхетле тормошҡа сығарыусы ҡанундарҙы һәм алымдарҙы Ҡөръән хуплай. Ләкин был ҡанундар Аллаһ килтергән дингә һәм Ҡөръән алып барған юлға хилафлыҡ булмаһын, сөнки ҡаршылыҡтар зарарлы һәм ҙур бәхетһеҙлектәргә килтереүе мөмкин.
     Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларын аңғартып Ҡөръән Кәримдә: “Мине танырға теләмәһәгеҙ, ер йөҙөнә төрлө әфәттәр, ауырыуҙар, бәлә-ҡаза ебәрәсәкмен" тигән.
     Фараон (фирғәүен) тарихы Ҡөръәндә былай тасуирлана. Үҙен “мин — илаһ!"тип белдергән һәм ҡәүемен үҙенә генә табынып йәшәргә мәжбүр иткән фирғәүенде бер илаһилыҡҡа өндәргә Аллаһы Тәғәлә Муса пәйғәмбәрҙе ебәрә. Әлбиттә, тәҡҡәбер батша хаҡиҡәтте ҡабул итмәй һәм Муса менән уға эйәргән иптәштәрен ғәскәре менән ҡыуа сыға. Диңгеҙ ярына килеп еткәс, Аллаһтың ҡөҙрәте менән ул икегә ярыла һәм шул юлдан Мусаның ҡәүеме теге яҡ ярға сыға башлай. Арттарынан ҡыуған фирғәүен, шул юлдан диңгеҙ араһына инә һәм бата башлай. Дингеҙ төбөнә төшөп еткәнсе фирғәүен аңында була һәм үлем ҡурҡынысынан иман килтерә, әммә мин Муса менән Һарундың илаһына иман килтерҙем тиһә лә Аллаһ уны ҡабул итмәй һәм фирғәүен донъянан иманһыҙ үтеп, үле кәүҙәһен тарҡатмай Ҡыҙыл дингеҙе ярына киләсәк быуынға ғибрәт өсөн сығарып ташлай.
     Йәне боғаҙына килеп терәлгәс кенә тәүбәгә килеүселәрҙең тәүбәһен ҡабул ҡылмай Раббыбыҙ. «Юныс» сүрәһенең 92-се аятында әйтелә: «Һеҙҙән һуң киләсәк кешеләргә ғибрәт булһын өсөн тәнегеҙҙе бөгөн һыу өҫтөнә сығарабыҙ. Ләкин кешеләрҙең күберәге Беҙҙең ғибрәтләнләрҙек аяттарыбыҙҙан ғафилдар, бер ҙә вәғәҙләнмәйҙәр».
     Бөгөнгө көндәребеҙҙә лә күрәбеҙ: кемдәрҙер үҙҙәрен илаһ итеп, ил түрәлегендә ҡалырға уйлайҙар, кемдәрҙер байлыҡта, алтын-муллыҡта йөҙә, шул ваҡытта хәйерселек үә аслыҡ ер йөҙөндә хөкөм һөрә, халҡыбыҙҙы аҙҙырыу, түбәнселеккә һәм ҡоллоҡҡа төшөрөү эштәре, белем һәм мәғрифәтте бөтөрөү менән мәшғүл. Әхләҡ һәм әҙәп нормаларын бөтөрөү халыҡты боҙа: кемдер тик үҙем өсөн генә йәшәйем, бар нәмә үҙемдеке, мин был байлыҡты мин тип таптым, эшләп алдым тип, күкрәк ҡаға. Әммә меҫкен әҙәм балаһы алдана: бар байлыҡ, бар ниғмәт һәм бәрәҡәт тик Аллаһынан, шөкөр ит, тапҡаныңдан фәҡирҙәрҙәргә, мохтаждарға өлөш сығар, зәҡәт һәм ғөшөрөңде бир тип ҡуша бит Аллаһ.
     Мохтаждарҙы яҡлау, уларға ярҙам итеү, тормош бәләләренән, ҡыйынлыҡтарҙан ҡотҡарырға тырышыу – иң ҙур яҡшылыҡтарҙан һәм иң бөйөк хакимлек итеп һанала. Ундай кешеләрҙе Аллаһ ярата. Ә беҙҙә мохтаждарға ҡарата, балаларыбыҙҙың киләсәгенә кире ҡараш. Алтын-көмөш йыйып ҡуйып халыҡ файҙаһына сарыф итмәгән байҙарҙың малдары ҡыҙырылып, маңлайҙарына, ҡабырғаларына һәм арҡаларына баҫыласаҡ йәһәнәмдә, ти әйтелә Тәүбә сүрәһендә. Был өс ағзаны төбәп әйтеү сәбәбен тәфсир ғалимдары шулай аңлата: байҙарҙың һарандары мохтаждарҙың эргәләренә килеп ни һорағандарын ишетһәләр, ғәйәт тәҡҡәберлектән һәм һаранлыҡтан кәйефтәре китеп маңлайҙарны йыйыралар, туп-тура ҡарамайынса ҡабырғалары менән торорҙар, һәм ниһәйәт боролоп арҡаларын ғына күрһәтеп китеп барырҙар. Фәҡирҙәргә ярҙам итмәүҙәре, уларға түбән күҙ менән ҡарауҙары һәм ярҙамдарын тыйыуҙары сәбәбле шул ғазапҡа тарыясаҡтар.
     Беҙ, кешеләрҙең, төп хатаһы шунда — Аллаһҡа таянмайынса теләһә ниндәй юл менән маҡсатыбыҙға ирешергә теләйбеҙ. Ябай халыҡтан башлап, өҫтә ултырған түрәләргә тиклем был һайланған боҙоҡ юл илебеҙҙе бөлгөнлөккә, әхләкһеҙлеккә төшөрҙө. Бөгөн-иртәгә буласаҡ ҡазаға ирешеүебеҙ, ошо кемгәлер ярамһыҡланып, уның этенә ташлаған һөйәгенә ирешеү маҡсатында түбәнһәйеүе, үҙ фекеренә таянмай, халҡы өсөн йәшәмәүе, булмышы бәйҙә ултырған эт һымаҡтыр. Халыҡты аңлығын юғалтырып, уны ҡол хәленә төшөрөү, сәйәси ихтисадтың көсәйеүенә, сиктән сығып болғанышҡа- сыуалышҡа барыуҙыр.
     Бөгөнгө көндә Дагестан республикаһында коронавирус ауырыуының көслө таралыуын кемдәрҙер мәсеттәрҙән сыҡҡан тип, кеше алдап мәғлүмәт таратырға тырыша. Илдә коронавирус башланыу менән мәсеттәр әллә ҡасандан ябылды, халыҡтар унда йыйылманы. Ә бына сиркәүҙәр ябылғанға бер-нисә аҙна ғына.
     Дагестан мөфтөйө Ахмад-хаджи Абдулаевтың Путин менән тура видеобәйләнешендә, мөфтий Дагестанда больництарҙың ташландыҡ хәлендә булыуын, элекке юғары белем алыу системаһын боҙоу һәм хәҙерге мәлдә түләүле булыуы арҡаһында республикала врачтар етмәүе, хатта врачтарға вирустан һаҡланыу костюмдары һәм маскалары булмауы, врачтарҙың ябай эш хаҡында ала алмауы, 50-ләп медицина хеҙмәткәрҙәренең, 700 кешенең үлеүе, мөфтиәт ойошмаһында ауырыуҙарҙың юҡлығын һәм урындағы түрәләрҙең ғәмһеҙлеге һәм был вирус менән булған ваҡиғаларҙы йәшереүе тураһындағы һөйләүен үҙ ҡолағығыҙ менән ишетә алаһығыҙ. Бына ошоға ссылка: http://kremlin.ru/events/president/news/63362
     Ана шул насарлыҡтан, боҙоҡлоҡтан, кеше алдауҙан, ғәйбәт һөйләүҙән дә тыя ураҙа тотоу. Аллаһ Тәғәләнең үтәлә торғандарҙың береһе булған рамаҙан айында ураҙа тотоуҙың фарыз итеүенең бик күп сәбәптәре бар: ураҙаның беренсе сәбәптәренән тәндең сәләмәтлеге. Ағзаларҙың ял итеүе, Аллаһтың биргән ниғмәттәренә шөкөр итеп, нәфсегә сабырлыҡты өйрәтеү һәм уға хужа булырға ғәҙәтләнеү.
     Бай, ярлы, батша, вәзир, түрәләр һәм хеҙмәт итеүселәр – барыһы ла Аллаһы ҡаршыһында бер тигеҙ, бер дәрәжәлә икәнлекте иҫкә төшөрөү, нәфсеңә хужа булып, кешелек ғәләменә файҙалы булған бөтөн ғәҙәттәргә күнектереү, кешелек ғәләменә зарар килтерә торған йәбер-золом, иҫереклек, бер-берең менән ыҙғышыу, ҡысҡырышыу, әрләшеү, талашыу кеүек бөтә насар ғәҙәттәрҙән үҙеңде биҙҙереү, паҡлау, һәр бер яҡшы ғәҙәттәрҙе фәҡәт Аллаһы ризалығы өсөн ни эшләргә, бөтөн насарлыҡтарҙан Аллаһы ризалығы өсөн тыйылырға, үҙеңде ғәҙәтләндереү. Бына ошо эштәр, һәр береһе, Ислам диненең ысын күрһәткән юлы, рухы, ураҙанан маҡсат булған тәрбиәнең нигеҙе.
     "Ураҙа тотоусы мосолман бәндәнең ике шатлығы бар: беренсеһе – ауыҙ асып, ифтар ҡылғанда, икенсеһе – Аллаһ ҡаршыһында ҡайтҡас, ураҙаһының сауабына", – тигән Мөхәммәд ғәләйһиссәләм. Әлхәмдүллилләһи, ураҙалар тотоп Рамаҙан айының һуңғы көндәренә һәм Ураҙа ғәйете байрамына килеп еттек. ИншаАллаһ, Аллаһ насип итһә киләсәктә лә ошо изге рамаҙан айына аяҡ баҫырбыҙ.
     Шундайыраҡ шикләнеүҙәр бар: намаҙ уҡый белмәгән кешегә ураҙа тоторға яраймы? Намаҙ үҙенә күрә бер Аллаһ тарафынан ҡушылған айырым фарыз ғәмәл, һәм дә ураҙа ла үҙенә күрә үтәлергә тейеш фарыз ғәмәл. Намаҙ уҡый белмәһәң дә, рамаҙан айы ураҙаһын тулыһынса тоторға кәрәк. Аллаһ Тәғәләнең бер фарызы ул. Хатта кеше намаҙ уҡымаһа ла, рамаҙан айын һау-сәләмәт килеш ҡаршылаған икән, ул тәненең зәкәтен сығарырға тейеш. Ураҙа ул тәнебеҙҙең зәкәте, сәләмәтлегебеҙҙең зәҡәте. Ауырыу кешегә ураҙа тотоу мәжбүри түгел. Уны һауыҡҡас та тота ала, әгәр сәләмәтләнә алмай үлеп китә икән, уның өҫтөндә был фарыз булып ҡалмай.
     Кемдер ауырып, ауырыуы көсәйгәс ураҙаһын боҙоп дарыу эсергә, укол ҡаҙатырға тура килһә, был кешегә ураҙаһын дауам итмәҫкә, юнәлгәс, был көндәр өсөн яңынан ҡалған көндәр һанынса ураҙаны ҡаза ҡылып тоторға тейеш инде.
     Рамаҙан айы – изгелек айы, ысынын да, күп изге эш ҡылына был айҙа. Аллаһы Тәғәлә: «Иман килтереп, изге эш ҡылыусыларға мәңгелек йәннәт», – тигән. Мосолман кешеһенең йәшәү маҡсаты – Аллаһтың ризалығына ирешеү. Рамаҙан айында тәҡүәле һәм сабырлы булып иманыбыҙҙы нығытып, гонаһларыбыҙҙы паҡланыуына өмөт итәбеҙ. Ураҙаға ниәтләнгән кеше Аллаһтың ризалығын, гөнаһтарҙан пакланыуын өмөт итә. Ошо изге Рамаҙан айында фытыр саҙаҡаһы таратабыҙ. Ураҙа тотабыҙ, сәхәр ашайбыҙ, ауыҙ асабыҙ, ҡайһы берәүҙәрҙең, ауыҙ асҡас, ашарға ризыҡтары булмаҫҡа мөмкин, ҡайһы берәүҙәрҙең ураҙа ғәйете байрамы көнөндә, байрам итеп, табынға ҡуйырға ризыҡтары булмауы ихтимал. Шуның өсөн, иң беренсе сиратта, мохтаждарға, хәле ауыр ғаиләләргә беҙ ураҙа фытыр саҙаҡаһы бирергә тейеш булабыҙ. Улар ҙа беҙҙең менән бергә һөйөнһөндәр, шатланһындар, ошо ҡотло, бәхет, бәрәкәтле һәм рәхмәт айын улар ҙа аңлаһындар. Ураҙа айының фытыр саҙаҡаһын байлығы көмөш нисабына еткән кешегә вәжиб була. Тимәк, был кеше фытыр саҙаҡаһын бирмәһә, гонаһлы була. Байлығы көмөш нисабына етмәгән кеше фитыр бирһә, сауаплы була, әммә бирмәһә, был кешегә гонаһ булмай. Фытыр йән башынан, ғәиләләге һәр кеше исеменән бирелә. Нисаб малына алтын-көмөш, гәлсәр һауыт-һабалар, стенаға эленгән келәмдәр, кассалағы һаҡлыҡ аҡса, һатырға ҡуйған мал инә. Бына ошоның бөтөнөһөнөң ҡиммәте 7 мең һумдан артып китһә (бөгөнгө көн хаҡынан сығып), был ғаиләгә ураҙа фытыры саҙаҡаһы вәжиб була. Бирһә ҙур сауап, бирмәһә гонаһлы була. Йыл һайын фытыр саҙаҡаның күләмен билдәләйҙәр. Ни өсөн билдәләйҙәр уны? тип һорайҙар. Ябай нәфел саҙаҡаһының күләмен билдәләргә бер кемдең дә хаҡы юҡ. Әммә зәкәт, фытыр, һәм ғөшөр саҙаҡаларының күләмдәре Ҡөръән һәм хәҙистәргә таянып билдәләнгән. Фытыр саҙаҡаһын доға уҡый белгән кешегә бирегеҙ тип әйтелмәгән, һәм дә былай ябай саҙаҡа биргәндә лә кешенән доға өмөт итмәгеҙ, сөнки саҙаҡағыҙҙы алған кеше һеҙгә шул биргән саҙаҡағыҙҙың әжерен 700 һәм бынан да артығыраҡ дәрәжәгә артырҙы. Алғаны өсөн һеҙ үҙегеҙ уға рәхмәттәр уҡырға тейешһегеҙ булып сыға, сөнки һеҙ Аллаһ Тәғәләнең ризалығын алдығыҙ, әжеренә лайыҡ булдығыҙ.
     Аллаһтан ҡурҡыу – һәр яҡшылыҡтың башы (хәҙис), сөнки Аллаһ хозурында иҫәп-хисап бирәсәге һәм ҡиәмәт дәһшәттәрен уйлаған кеше мөмкин тиклем яҡшы эшләргә, насар эштәрҙән һәм боҙоҡ ғәҙәттәрҙән, кешегә зыян килтереүҙән һаҡланырға тырыша, үҙенең фани буласағын (үләсәген) уйлап, мохтаж кешеләргә мал менән һәм мәғәнәүи көс менән (ғилем менән) ярҙам итергә тырыша.
     Аллаһ Тәғәлә барыбыҙғала бөтөн насар ғәҙәттәребеҙҙе ташлап, тотҡан ураҙаларыбыҙ, уҡыған намаҙҙарыбыҙ йәһәннәм утынан пәрҙә булып, ысын мосолман булып йәшәргә, ысын мосолман булып был донъянан үтеп Аллаһтың йәннәттәренә инергә насип итһен. Әмин.