Ураҙаға хөрмәт күрһәтеү
Сикһеҙ әжер-сауаплы Рамаҙан айында көн һайын ураҙа тотоу ҡыйын йә мөмкин түгел тигәндәрҙе ишетергә тура килә. Берәй еңелек юҡмы һуң тип теләгәндәр бар. Ошо ай эсендә бер-нисә көн генә ураҙа тоторға, йәки ай башында өс көн, уртаһында өс көн, йә аҙағында өс көн тотоп булмаймы һуң тиҙәр. Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡандарының берәүһе булған, мотлаҡ үтәлергә тейеш булған ошо һөйөнөслө Рамаҙан айын, гонаһлар ярлыҡана торған, ожмағҡа илтә торған айҙың әмерен Аллаһтан башҡа бер кемдә шулай итегеҙ, былай эшләгеҙ тип әйтә алмай!
Шулай-былай эшләгеҙ тип әйтеү ул Аллаһ Тәғәлә, Уның һүҙҙәренә – Ҡөръән китабына һәм Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең сөннәт-хәҙистәренә ҡаршы сығыу булыр. Әгәрҙә үҙ хәлегеҙҙе аңлап, был ураҙаны теүәл тота алмаһағыҙ Аллаһҡа өмөтләнеп, киләһе көндәргә ҡалдырырға тура килә инде. Әммә беҙҙең күпме йәшәйәсәк ғүмеребеҙ билдәһеҙ, ә үтәлмәгән бурыстар баштан ашҡан. Һәр көнөбөҙ һуңғы көн тип тырышлыҡ күрһәтмәһәк, иртәгәһенә тел, аяҡ-ҡулдан яҙып ятһаҡ ни үкенес булыр, был донъяға бирелгән көн-төндәребеҙ һанаулы бит.
يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا كُتِبَ عَلَيْكُمُ الصِّيَامُ كَمَا كُتِبَ عَلَى الَّذِينَ مِن قَبْلِكُمْ لَعَلَّكُمْ تَتَّقُونَ
Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Әй иман килтергән бәндәләр! Һеҙгә тиклем йәшәгән халыҡтарға ураҙа тотоу фарыз булған кеүек һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз булды. Бәлки һеҙ ураҙа тотоп тәҡүәле булырһығыҙ (йәғни гонаһтарҙан тыйылып, Аллаһтың ҡушҡандарын үтәй барырһығыҙ)» («Бәҡара» сүрәһе — 183 сө аят).
Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән-Кәримдә бәндәләргә төрлөсә өндәшә. Ә бына ураҙа тураһында әйткәндә: «Әй, иман килтергән кешеләр», — тип өндәшә беҙгә. Сөнки Раббыбыҙ белә: иман килтермәгән, иманы зәғиф кешенең ураҙа тоторға көсөнән килмәүен. Күптәр, көндәр оҙоная барған һайын, ураҙа тотоу ауырыраҡ, тип һанай. Икенселәр, эҫе, оҙон йәй көндәрендә тура килгән ураҙаны тотоп булырмы икән, һыуһауға нисек түҙәрбеҙ, тип икеләнә. Ҡайһы берәүҙәр — ваҡытым юҡ, икенселәр — эшем күп, өсөнсөләр — пенсияға сыҡҡас тотормын әле тип, юҡ һылтауҙы бар итә. Аллаһ беҙгә бер ҡасан да көсөбеҙ етмәгәнде йөкләмәй. Раббыбыҙ ауырлығы менән еңеллеген ла бирә бит.
Аллаһ Тәғәлә: «Ураҙа ул — кеше менән Минең аралағы йәшерен ғибәҙәт», — тине. Беҙ бер генә кешенең дә ураҙаламы-түгелме икәнен белә алмайбыҙ, уны фәҡәт Аллаһы Тәғәлә генә белә. Аллаһ әйтте: «Уның баһаһын да Мин генә белермен», — тине. Тағы ла Аллаһы Тәғәлә: «Ураҙа Минең өсөн генә тотола, шуға күрә уға (хисапһыҙ) әжерҙе Үҙем белеп бирәм», — тип әйтә бер дөрөҫ хәҙистә.
«Ҡиәмәт көнөндә бәндәләр: «Ни өсөн мин был ураҙаны күберәк тотманым икән, сикһеҙ әжер-сауаптары булғанын белһәм, мин быны тағы ла күберәк тотор инем, нәфел ураҙалар да тотор инем», — тип үкенер ти. Рамаҙан айында ураҙа тотмаған кешеләр, фәрештәләрҙең ураҙа тотоусыларҙы маҡтап-данлап йөрөгәндәрен күреп, бик үкенерҙәр, тип әйтелә. Беҙ ҙә хуш еҫле булып, ошо кешеләр шикелле ҡиәмәт көнөндә Аллаһ хозурында хәйерле булып йөрөгән булыр инек, ни эшләп беҙ был донъяла ураҙа тотманыҡ, тип әйтерҙәр», — тиелә хәҙистә.
Аллаһ Тәғәлә һәр нәмәлә еңеллек ҡыла, күҙәтеүебеҙсә Рамаҙан айы йыл һайын ҡәҙимгеһенән һалҡыныраҡ килә, ураҙа тотоусыларға еңелек менән йәйге көндәрҙә лә ураҙа тотоуы әллә ни ҡыйын булманы. Бар эш ураҙаға ниәттә һәм тәҡүәлектә, Үҙенә ҡаршы бер аҙым атлаусыға Аллаһ ярҙамға килә. Көнөбөҙ, ғүмеребеҙ ошо айға иреште икән, уға хөрмәт күрһәтергә кәрәктер, киләһе йыл был айҙа йәшәйбеҙ әллә юҡ.
Бөтә кеше лә ураҙа тоторға тейеш тигән нәмә юҡ бит. Әгәр кеше юлда булһа, йәки ауырып китһә, көн дауамында укол алырға, йә дарыу эсергә кәрәк булһа, йөклө йәки бала имеҙеүсе ҡатын булһа, ҡартлыҡ сәбәпле ураҙаға ҡөҙрәте етмәһә — ураҙаны башҡа ваҡытҡа кисектерә. Ләкин һәр көнө өсөн ул үҙ-үҙенә яуаплы, үҙ көс-самаһына ҡарай, әгәр бер көндә ураҙа тота алһа — уны тота, икенсе көндө хәле ауыр булһа, тотмай. Әгәр ураҙа тотоуы уның сирен көсәйтә икән, хәле еңеләйгән көндө лә тотмаҫҡа була. Ураҙа тотоуҙы ҡышҡы айҙарға күсерергә мөмкин, яйлап-яйлап ҡаза ҡылып бер-нисәшәр көн тотоп бер айға тултырырға мөмкин. Әгәр инде бер нисек тә тота алмаҫлыҡ кеше икән — ҡаты ауырыу йәки хәлһеҙ ҡарт кеше булыу сәбәпле, бер көн иҫәбенә бер фәҡирҙе ашата, был фидия тип атала.
Бер хәҙрәт әйтмешләй йәннәткә үҙ кәйефеңде генә уйлап-көйләп инеп булмай. «Инде динде ташлайҙар, Ураҙала ашайҙар; Оялмайынса Аллаһтан, Нисек ғәйет яһайҙар?» тип яҙған Туҡай. Ысынлап та, ғәйет байрамы көнө ураҙа тотҡандарҙың шатлығы аңлашыла, «Рамаҙан айында ураҙа тота алдым, өҫтөмдән диндең бер бурысы төштө», тип тантана итә ул. Ә ураҙа тота алып та, дини бурысын үтәмәгән мосолмандар нимә тип байрам итә?
Мосолман кешеһе икәнһең, тәҡүәле булырға, ихтыяр көсөн иманына юнәлтергә тейештер, ураҙа тотмаҫ өсөн юҡ-бар һылтау эҙләп йөрөмәҫкә кәрәк. Һис шикһеҙ, ураҙала ашайһы ла, эсәһе килә лә, бигерәк тә беренсе көндәрҙә хата берәр нәмә алып ҡапмаҫ өсөн, һаҡ булырға кәрәк. Ләкин шул рәүешле үҙеңдең ихтыяр көсөңде тәрбиәләйһең, астар хәлен аңлап, кеше хәленә төшөнөргә өйрәнәһең. Рәхимлек үә изгелек сифаттарын үҙендә тәрбиәләргә һәм дә башҡаларға үрнәк булыу мөмкинлеге тыуа. Шул рәүешле күпме кешене динебеҙгә ылыҡтырып, уларҙы йәһәннәм утынан һаҡларға була.
Ураҙа тотоуҙың хикмәте, мәғәнәүи файҙаһы — тәҡүәлекте арттырыу, әгәр ул булмаһа – уны булдырыу. Ураҙа ла булыу менән кеше Аллаһ алдында үҙенең ни тиклем көсһөҙ һәм мохтаж булыуын таный. Шуның менән уның ғорурлығы, тәкәбберлеге киҫелә. Һыуһау, асығыу ауырлығын татып ярлы-фәҡирҙәрҙе иҫкә төшөрә. Һөҙөмтәлә, күңелендә уларға ҡарата йәлләү, ҡыҙғаныу, шәфҡәт һәм мәрхәмәт хисе уяна.
Ураҙа тотоусы бәндә Аллаһы Тәғәлә биргән ниғмәттәрҙең ҡәҙерен белә башлай. Сөнки күп осраҡта булған нәмәне ҡәҙерләмәй, юғалғас ҡына ҡәҙере, ҡиммәте беленә. Шуның өсөн ауырыу кеше сәләмәт кешегә ҡарағанда һаулыҡтың ҡәҙерен яҡшыраҡ белә. Беҙ ҙә үҙебеҙгә бирелгән ниғмәттәрҙең ләззәтен уларҙан тыйылмайынса тороп белмәйбеҙ. Ураҙа ла үҙенә күрә бер үлсәү. Шул үлсәүҙең бер осонда ураҙа тотоуҙы тапһаҡ, икенсе осонда тәҡүәлекте, сабырлыҡты, мәрхәмәтлелекте, шөкөр ҡылыуҙы һәм сәләмәтлекте табабыҙ.
Ҡайһы бер кешеләр ураҙа ғибәҙәтенең теүәллеге, асыл мәғәнәһе — ураҙаны ашҡаҙан менән генә тотоп, ашау-эсеүҙән генә тыйылыу тип уйлап, яңылыша. Ураҙа – ул Аллаһның рәхмәтенә һәм ризалығына ирешеү ниәте менән тәндең башҡа өлөштәрен: аяҡ-ҡулдарын да, күҙ-ҡолаҡтарын һәм телен дә «ураҙа тотторорға», йәғни гөнаһлы йәки гөнаһҡа илтеүсе һүҙ-ғәмәлдәрҙән һаҡланырға тейеш. Әгәр ураҙа тотоусы ғәйбәттән, насар һүҙҙәрҙән, күҙ зинаһынан һаҡланмаһа, башҡаларға ҡулы йәки теле менән зыян килтерһә, уның Рамаҙан ғибәҙәте, һис шикһеҙ, кәмселекле була. Әхләге яҡшы яҡҡа үҙгәрмәй икән, Мөхәммәд ғәләйһиссәләм пәйғәмбәр әйтмешләй: «Кем дә кем ураҙа ваҡытында ялғанды һәм уның менән ғәмәл ҡылыуҙы ҡалдырмаһа, Аллаһҡа уның ашау-эсеүҙән тыйылып тороуы кәрәк түгел» — тигән.
Ураҙа тота башлағас, ҡайһы берәүҙәр нисектер һүлпәнәеп китеп, көндө ялҡаулыҡта үткәрә, ваҡытты тиҙерәк үткәрәм тип, йоҡлап йәки ниндәйҙер файҙаһыҙ шөғөл менән уҙҙырырға тырыша. Аллаһ беҙгә биргән ғүмерҙең өлөшөн ҡәҙерләп Рамаҙан айында мосолмандар ваҡыттарын ҡояш байыуҙы көтөп бушҡа уҙғарып түгел, ә йәнлелек, хәрәкәтсәнлекте юғалтмайынса, донъя эшен дә башҡарып, ысын күңелдән ғәмәл-ғибәҙәттәр ҡылып үткәрергә тейеш.
Ураҙа тотҡан ваҡытта ҡайһы берәүҙәрҙең ас тороу сәбәпле асыуҙары ҡабара, шул сәбәпле улар яҡындарына ҡысҡыра, үҙҙәрен агрессив тота. Һис шикһеҙ, бындайыраҡ хәл ураҙа тотоу тәжрибәһе булмаған, ошо ғибәҙәттең асылын әле аңлап етмәгән кешеләр менән булырға мөмкин. Сабырлыҡ етмәү, насар холоҡ, башҡаларға тупаҫ мөғәмәлә күрһәтеү ураҙаның дәрәжәһен төшөргәнен онотмаҫҡа кәрәк.
Рамаҙан – айы ашауҙан баш тартыу, аслыҡ айы түгел, ә бәлки ризыҡ һәм бәрәкәт, нәфсене еңеү айы. Бер ай ризыҡтан тыйылып торабыҙ. Уға ҡарап, тамаҡтарыбыҙ ас түгел. Аллаһы Тәғәлә ризыҡтарыбыҙҙы арттырып тора. Уның ниғмәте – бик киң. Рамаҙан айы –һәр иманлы йөрәк өсөн ҡыуаныс, һәр изге ғәмәл ҡылыусыға шатлыҡтыр.
Пәйғәмбәрбеҙ ғәләйһиссәләм: «Рамаҙан айы бик мөбәрәк бер айҙыр. Был айҙың башы – рәхмәт, уртаһы — мәғрифәт, ахыры – йәһәннәм ғазабынан ҡотолоуҙыр», — тине.
Ураҙа һүҙе «тыйылыу» тигәнде аңлата. Ураҙа тотҡан кеше таң атҡандан алып ҡояш байығанға тиклем ашау-эсеүҙән, енси мөнәсәбәттәрҙән тыйылып торорға тейеш. Әммә ураҙа камил булһын өсөн беҙгә шулай уҡ ялған, ғәйбәт, насар һүҙҙәр кеүек кәмселектәрҙән лә арынырға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: «Һеҙҙең ас тороуығыҙ беркемгә лә кәрәк түгел: Аллаһы Тәғәләгә лә, бәндәләргә лә. Әгәр беҙ телебеҙҙе насар һүҙҙән, күңелебеҙҙе боҙоҡ уйҙан һаҡламаһаҡ, ғәйбәттән тыйылмаһаҡ, ураҙа тотоуыбыҙ бер ас тороуға ғына ҡайтып ҡала», — тине. Тимәк, үҙен мосолман тип таныған кеше ураҙаны сәләмәтлеге йә иһә ябығыу өсөн түгел, ә Аллаһ ризалығы өсөн, рухи яҡтан камиллашыр өсөн тоторға тейеш. Әгәр беҙ сәләмәтлегебеҙҙе генә уйлап йәки ябығыу өсөн генә ураҙа тотһаҡ, бының файҙаһы фәҡәт донъябыҙ өсөн генә була.
Ураҙа ысынлап та ла бер ҙур һынау. Раббыбыҙ иманыбыҙҙы аслыҡ һәм һыуһау менән һынай. Бер кем дә күрмәһә лә, бер кем дә яныңда булмаһа ла, ризыҡ, һыу бар. Ләкин Аллаһы Тәғәләнең ризалығын өмөт итеп, хәләл икмәктәрҙән, һыуҙан тыйылабыҙ икән, һәммәбеҙ ҙә, Рамаҙан айындағы ураҙабыҙ өсөн күп һөйөнөслө вәғәҙәләр барлығын яҡшы белә.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһи үәссәлләм: «Әгәр ҙә кешеләр Рамаҙан айында нимәләр бар икәнен белһәләр, Рамаҙан айының йыл буйына булыуын теләрҙәр ине», — тигән бит. Икенсе бер хәҙистә иһә былай тиелгән: «Аллаһ юлында бер көн дауамында ураҙа тотҡан бәндәһен Аллаһ 70 йыллыҡ юл оҙонлоғо ваҡытҡа уттан һаҡлар».
Ураҙа тотоу ауырмы тигәндә... Ысын дөрөҫөн әйткәндә ураҙа тотоу бик еңел ғәмәл булһа, ураҙа тотҡан кешегә шул тиклем күп сауаптар яҙылмаҫ ине. Уның бер аҙ ауырлығы бар әлбиттә, ләкин был мәшәҡәте был донъя менән үтә лә китә. Ә ахирәттә ураҙа тотмаған өсөн ни көтә һуң?
Шуға ла ураҙа ғибәҙәтендә лә булайыҡ. Башҡа дини ғәмәлдәребеҙҙе лә башҡарайыҡ, Аллаһының ризалығында булайыҡ.
Билдәле булғанса, ғибәҙәт ҡылған кеше уны бөтә кешегә күрһәтеп эшләмәй. Был эш һәр инсандың шәхси эше. Дөрөҫ, шулайҙыр. Шулай ҙа ғибәҙәтте йәшермәйенсә башҡарыу ҙа ғәйеп эш түгел бит. Ғибәҙәттән кешегә зыян — зәүрәт килмәй. Киреһенсә, ғибәҙәт ҡылған кешегә башҡалары ҡарап, уларҙа ла ғибәҙәт ҡылыу теләге уяныр, выждандары хәрәкәткә килер, ҡоллоҡ вазифаларын үтәй башларҙар тигән өмөт бар. Был бигерәк тә ураҙаға ҡағыла.
Ураҙа тотмау иһә ғәйеп эштер, һәм яныңдағы ураҙа тотоусыға ла, һәм йәмғиәткә лә, һәм Раббыбыҙға ҡарата ғәйеп. Аллаһ ҡушҡанды үтәмәү оло гонаһ. Ураҙа тотмауҙың ике төрө бар. Мәҫәлән, мосолман кешеһе, ураҙа тотмаһа ла, кеше күрмәгәндә генә ашап-эсә. Был бары тик уның шәхси мәсьәләһе, Аллаһ ҡаршыһында шәхси яуаплылығы. Ләкин ил-көнгә күрһәтеп ашаусылар ла бар. Ашау эсеү генә түгел, ә хәрәмгә ҡатнашып, хәмер туйҙарын үткәреүселәрҙә бар. Былар гонаһтарын йәшермәй, оялмай-тартынмай. Аллаһынан да оялмай, кешенән дә. Бына былар бигерәк оло гонаһ. Йәғни бындай кеше үҙ гонаһы менән генә ҡалмай, уны ураҙала асыҡтан -асыҡ ашауын күргән кешеләр ахирәт көнөндә шул гонаһтарға ҡаршы шаһитлыҡ ҡыласаҡтар. Асыҡтан-асыҡ гонаһ ҡылған мосолман бәндәне «фасиҡ мөтәджәһир» тиҙәр. Элекке замандарҙа мосолман йәмғиәтендә ундай кешенең таныҡлығы ҡабул ителмәгән, уға ҡыҙ бирмәгәндәр, мөһим эштәрҙә уның менән хеҙмәттәшлек итмәгәндәр. Хәлбүки мосолман ураҙаһын хөрмәт күрһәткән мәжүси ҙә Аллаһтың рәхмәтенә лайыҡ булған, ул хөрмәттең мөкәффәтен — әжерен күргән. Быны тарихи миҫалдар дәлилләй.
Шулай Рамаҙан айына инергә бер көн ҡала мәжүси үҙенең ишеге алдында икмәк ашап ултырған балаһына былай тип әйтә: «Улым, иртәгәһенән башлап икмәкте тышта түгел, ә өйҙә ашарһың. Беҙ мосолмандарға ҡарата ихтирамлы булырға тейешбеҙ. Улар бер ай дауамында, Аллаһыларына итәғәт итеп, ураҙа тотасаҡтар!»
Бер көн килеп етеп, был мәжүси вафат була. Йыназаһында мосолмандар ҙа була. Шунан мәжүсинең бер күршеһе төшөндә мәрхүмде күреп, унан һорай икән:
— Йә, хәлдәрең нисек, һин иҫән саҡта утҡа табына инең, унда ут менән мөнәсәбәтең нисек һуң?
Яуап бик ғибрәтле була:
— Юҡ, хәҙер минең ут менән бер ниндәй ҙә алыш-бирешем юҡ. Сөнки мин мосолман булараҡ вафат булдым. Үлеп барған сағымда Ғазраил килгәс, Раббым уға: «Әй Ғазраил, был ҡолома шәһәҙәт кәлимәһен өйрәт, ул уны әйтһен. Шул рәүештә, хозурыма иман менән килһен. Мин уның иманлы булып үтеүен теләйем. Сөнки ул мосолмандарҙың ураҙаһына хөрмәт күрһәтте. Рамаҙан айы дауамында балаларын өйөндә генә ашатты, ишек алдына сығып ашарға рөхсәт итмәне. Ураҙаға һәм ураҙа тотоусыларға хөрмәт күрһәткән ҡолома Мин иман насип иттем», — тип әйтте.
Ошо хикәйәттең асылына сығып әйткәндә: ураҙа тотмаусылар бер ҙә булмаһа шул мәжүси тиклем генә йәмғиәткә хөрмәт күрһәтергә тейештер, эргәләрендәге ураҙа тотоусыларҙы хөрмәт итергә тейешлелер. Киреһенсә эштәрҙән: ҡояш байығас таңға тиклем нәфселәнеп, тамағыҙҙың төбөнә тиклем ашанып-эсенеп туяғыҙҙыр тигән юҡ һүҙҙәр һөйләмәһен ине.
Йә Аллаһ был бәндәләренде тура юлға баҫтыр, күҙҙәре кәрәкмәгәнде күрмәһендәр, ҡолаҡтары кәрәкмәгәнде ишетмәһендәр, телдәре кәрәкмәгенде һөйләмәһендәр. Уларҙы хаҡ мосолмандарҙан ит.
Бөйөк Раббыбыҙ күңелдәребеҙҙе мәңгелек иман нуры менән нурландырһын ине. Аҙашыуҙа булғандар һәм насар юлға эләккәндәр, тулы иманға килеп, ошо донъяға аҡыл күҙе менән баҡһындар өсөн, мәрхәмәт-шәфҡәттәренде, ярҙамдарынды бирһәң ине.
Аллаһ Тәғәлә Рамаҙан айындағы ураҙаларыбыҙҙы беҙгә тулыһынса тоторға насип итһен. Киләсәктә лә изге ғәмәлдәребеҙҙе дауамлы итәйек, динебеҙҙе ололайыҡ, ғәмәл-ғибәҙәт ҡылыусыларға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәйек. Күркәм сабырлыҡ, киң күңеллелек, йөрәктәребеҙгә йылылыҡ, йәндәребеҙгә тыныслыҡ, тәндәребеҙгә сәләмәтлек биреп, гүзәл хистәр менән, муллылыҡта, именлектә һәм шатлыҡта йәшәп, ике донъя бәхетенә ирештереп, барыбыҙға ла хәйерле һәм бәрәкәтле тормоштар насип итһә ине. Үҙенең йәннәттәренә инергә насип итһен. Әмин.