Шайтандың дүрт вәғәҙәһе

                                                      Шайтандың дүрт вәғәҙәһе
     Бар ғәләмде юҡтан бар ҡылыусы, тәрбиә ҡылыусы Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә хәмде-ҫәнә маҡтауҙарыбыҙ булһа ине. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә илдәребеҙгә һәм көндәребеҙгә хәйерле именлектәр, тыныслыҡтар, ауырыуҙарға хәйерле шифалар, тәүфиҡһыҙ йөрөүселәргә, намаҙҙар уҡымаусыларға, динһеҙлектә йөрөүселәргә Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә тәүфиҡ-һиҙиәт (тура юлға килеүселәргә хас сифаттар: күркәм әҙәп-тәрбиә, яҡшы әхләҡ), истиҡамәттәрен (туралыҡ, намыҫлылыҡ, дөрөҫ йүнәлеш) насип ҡылһа ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафаға ﷺ күңелдәребеҙҙең түренән сыҡҡан салауат-шәрифтәребеҙ, доғаларыбыҙ ирешһә ине.


     Мөхтәрәм ғәзиз ҡәрҙәштәрем, йома көндәребеҙ мөбәрәк булһын! Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә ике йома араһында вафат булған мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙең рухтарына доғаларыбыҙҙы ирештерһен ине. Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә ике йома араһында никахлашҡан йәштәребеҙҙең күңелдәренә өлфәт-мөхәббәт һалып, мөхәббәттәрен дауамлы итеп, уларҙан тыуған балаларҙы ла Ватаныбыҙға, динебеҙгә, милләтебеҙгә игелекле, файҙа килтергән балаларҙан насип итһә ине.
     Аллаһ Тәғәлә шайтанды йәннәттән Ергә төшөргәс, шайтан Аллаһҡа дүрт вәғәҙә бирҙе.
     Был вәғәҙәләр «Нисә» сүрәһенең 119 аятында килә.
     Беренсе вәғәҙәһе:
                                                                                                                  وَلَأُضِلَّنَّهُمْ
     Үә лә'үдыилләннәһүм ...

     «Мин уларҙы хаҡ юлдан аҙҙырырмын». «Нисә / Ҡатындар», 4:119
     Йәғни Аллаһтың диненән яҙырырмын, арттарынан, алдарынан, һул яҡтан, уң яҡтан килеп үәсүәсә ҡылырмын, дөрөҫ юлдан аҙырырмын, тине. Һәм ни ғәжәп, ул үҙенең шул вәғәҙәһен бөгөнгө көнгә тиклем үтәргә тырыша. Бөгөнгө көнгә тиклем нисә мең йыл уҙҙы, ә ул һаман үҙенең мәкерле эшен дауам итә. Бының дәлиле — «Йәсин» сүрәһенең 61-62 аяттары:
                                                                                                       وَأَنِ اعْبُدُونِي هَذَا صِرَاطٌ مُّسْتَقِيمٌ
                                                                                        وَلَقَدْ أَضَلَّ مِنكُمْ جِبِلًّا كَثِيرًا أَفَلَمْ تَكُونُوا تَعْقِلُونَ
     61. Үә әниғбүдүүнии һәәҙәә сыираатум- мүстәҡиим.
     62. Үә ләҡад әдаллә миңкүм джибилләң кәҫииран ә фәләм тәкүүнүү тәғҡилүүн.
     «Эй Әҙәм балалары, Мин һеҙгә шайтанға ғибәҙәт ҡылмағыҙ тип ғәһед ҡылманыммы һәм белдермәнемме, үә уның һүҙе менән йөрөмәгеҙ, һис шикһеҙ, ул һеҙгә асыҡ дошмандыр. Һеҙ Миңә генә ғибәҙәт ҡылығыҙ: «Миңә генә ғибәҙәт ҡылыу һәм Мин күрһәткән юлдан ғына барыу — шулдыр тура юл», — тип әйтмәнемме? Тәхҡиҡ, ул шайтан һеҙҙән бик күптәрҙе аҙаштырҙы, аҙҙырҙы, шуны уйлап ҡарамайһығыҙмы?». «Йәсин», 36:61-62
     Ысынында, беҙҙең төп дошман — ул шайтан, шуға күрә Аллаһ Тәғәлә был аяттың мәғәнәһендә: «Миңә генә ғибәҙәт ҡылығыҙ, минең генә динем, юлым хаҡ, шайтандың вәғәҙәләренә алданмағыҙ, үәсүәсәләренә бирелмәгеҙ, Мине зекер ҡылығыҙ, бына был дөрөҫ юл булыр», — тип әйтә.
     Шунан һуң Аллаһ Тәғәлә: «Шайтан күпселек халыҡты аҙаштырҙы», — тип әйтә, йәғни күпселек халыҡ аҙашыуҙа, тип әйткән Раббыбыҙ. Әгәр ҙә уйланһаң, беҙҙең халыҡта шундай һүҙ бар: «Күпселек кеше мәсеткә йөрөмәй, күбеһе шулай йәшәй, күбеһе шулай эшләй, бар кешегә намаҙ уҡырға тимәгән бит, шулай булғас, күбеһе дөрөҫ түгел тип әйтеп булмай бит, — тип әйтәләр. Әммә Раббыбыҙ: «Күпселек — аҙашыуҙа», — тип әйтә. Бөгөнгө көн статистикаһы буйынса, ер йөҙөндә ете миллиардҡа яҡын кеше йәшәй, шуның миллиард ярымына ғына Аллаһ Тәғәлә мосолман булыу бәхетен насип итте. Туҙан бөртөгө хәтле генә иман, ихласлыҡ булған кешеләрҙе һайлап алды. Аллаһ Тәғәлә «Әл-Әғраф» сүрәһенең 179 аятында беҙгә әйтә:
وَلَقَدْ ذَرَأْنَا لِجَهَنَّمَ كَثِيرًا مِّنَ الْجِنِّ وَالْإِنسِ لَهُمْ قُلُوبٌ لَّا يَفْقَهُونَ بِهَا وَلَهُمْ أَعْيُنٌ لَّا يُبْصِرُونَ بِهَا وَلَهُمْ آذَانٌ لَّا يَسْمَعُونَ بِهَا أُولَئِكَ كَالْأَنْعَامِ بَلْ هُمْ أَضَلُّ أُولَئِكَ هُمُ الْغَافِلُونَ
     179. Үә ләҡад ҙәраьнәә лиджәһәннәмә кәҫи- ирам-минәл джинни үәл-иңси ләһүм ҡулүүбүл- ләә йәфҡаһүүнә биһәә үә ләһүм әғйүнүл-ләә йүбсыируунә биһәә үә ләһүм әәҙәәнүл-ләә йәсмәғүүнә биһәә үләә'икә кәл'әнғәәми бәл һүм әдаллү үләә'икә һүмүл-ғаафилүүн.
     «Тәхҡиҡ, кешеләрҙән үә ендәрҙән күптәрҙе йәһәннәм өсөн бар иттек, уларҙың аҡылдары бар, ләкин хаҡты аңламайҙар, уларҙың күҙҙәре бар, ләкин ғибрәттәрҙе күрмәйҙәр, уларҙың ҡолаҡтары бар, ләкин Аллаһ һүҙҙәрен ишетмәйҙәр, улар хайуан кеүектәр, бәлки хайуандарға ҡарағанда ла файҙа менән зарарҙы айыра алмауҙа аҡылһыҙҙыраҡтар, сөнки бер генә хайуан да утҡа инмәй, ә динһеҙ кешеләр утҡа инергә әҙерләнәләр. Улар ысын мәғәнәһендә ғафилдар, үҙ киләсәктәрен тә бер ҙә уйлап ҡарамайҙар». «Әгъраф / Ҡәртәләр», 7:179
     Был аяттан аңлашылғанса, халыҡтың күпселеге йәһәннәмгә барыр, сөнки күпселеге донъяның ләззәтен һайланы. Иблис ошо донъяны шул тиклем биҙәне, хатта кешеләр был донъя маҡсатынан башҡа бер генә мәғәнә күрмәйҙәр. Ҡыҙғаныс, әммә мосолмандар араһында ла аҙашҡан кешеләр әҙ түгел, төрлө фирҡәләргә бүленеп, намаҙҙың, доғаның, зекерҙе ләззәтен юғалтып, донъяны һөйөп йәшәйҙәр. Ысынында, мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәрем, ғибәҙәттең ләззәтен, күңел менән донъянан ваз киҫмәһәк, татып булмай!
     Икенсе вәғәҙәһе. Ҡөръәндә әйтелә:
                                                                                                                      وَلَأُمَنِّيَنَّهُمْ
     үә лә-'үмәнний- әннәһүм ...
     «күңелдәренә төрлө батал, ялған һүҙҙәрҙе һалырмын». «Нисә / Ҡатындар», 4:119
     Йәғни был тормошҡа өмөттәр бағлап, хыял менән генә йәшәрҙәр: ҙур кеше булырмын, күп байлыҡ йыйырмын, тип. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә атай-әсәйҙәр балаларын бәләкәй саҡтан уҡ шул хыял менән йәшәргә, был донъяның дәрәжәһенә ирешергә өндәйҙәр. «Математиканы, физиканы, рус телен яҡшы итеп уҡы, үҫкәс ҙур кеше булырһың, етәксе, банкир булырһың, ә дин, мәсет юлы нимәгә инде ул һиңә, карьераны үҫтерергә кәрәк, тип балаларын диндән йырағайталар. Был донъя ғилемен алмағыҙ тип әйтә алмайым, киреһенсә, донъяуи белем дә, дини ғилем дә бер тигеҙ булырға тейеш, рухи ҡиммәттәрҙе оноторға ярамай, сөнки был берҙән-бер бәхет һәм ҡотолоу юлы.
     Өсөнсө вәғәҙәһе. Ҡөръәндә әйтелә:
                                                                                                   وَلَآمُرَنَّهُمْ فَلَيُبَتِّكُنَّ آذَانَ الْأَنْعَامِ
     үә лә-'әмүраннәһүм фәләйүбәт-тикүн- нә әәҙәәнәл-әнғәәми ...
     «йәнә хайуандарығыҙың ҡолаҡтарын киҫегеҙ, тип бойороҡ бирермен». «Нисә / Ҡатындар», 4:119
Ғәрәптәр пәйғәмбәрлек килгәнсе ошо төр хайуандарҙы ололағандар. Әгәр ҙә уларҙа биш дөйә тыуып, дүртеһе инә дөйә булып, береһе ата дөйә тыуһа, шул ата дөйәгә теймәгәндәр, итен ашамағандар, башҡалар менән бер көтөүгә сығармағандар: «ҡолаҡтарын киҫегеҙ һәм быға ғибәҙәт ҡылағыҙ», — тип әйткәндәр.
     Дүртенсе вәғәҙәһе. Ҡөръәндә әйтелә:
                                                                                                      وَلَآمُرَنَّهُمْ فَلَيُغَيِّرُنَّ خَلْقَ اللَّ
     үә лә'әмүраннәһүм фә- ләйүғаййируннә хальҡа-ллааһи ...
     «Аллаһ яратҡанды үҙгәртергә ҡушырмын», — тип әмер бирермен». «Нисә / Ҡатындар», 4:119
     Йәғни, «Аллаһ халыҡ ҡылған нәмәләрҙе үҙгәртергә әмер итәм». Хәсән Әл-Басри тигән ғалим: «бында тәндәге рәсемдәр тураһында һүҙ бара», — тип әйтә. Ә икенсе ғалим «Рум» сүрәһенең 30 аятын килтерә:
         فَأَقِمْ وَجْهَكَ لِلدِّينِ حَنِيفًا فِطْرَتَ اللَّهِ الَّتِي فَطَرَ النَّاسَ عَلَيْهَا لَا تَبْدِيلَ لِخَلْقِ اللَّهِ ذَلِكَ الدِّينُ الْقَيِّمُ وَلَكِنَّ أَكْثَرَ النَّاسِ لَا يَعْلَمُونَ
     30. Фә'әҡим үәджһәкә лиддиини хәниифәң фитъратә-ллааһи-лләтии фәтара-ннәәсә ғәләй-һәә ләә тәбдиилә лихальҡи-лләәһи ҙәәликә-ддиинүл-ҡаййимү үә ләәкиннә әкҫәра-ннәәси ләә йәғләмүүн.
     «Йөҙөңде бер Аллаһтың диненә йүнәлт, кешеләрҙе шул ислам диненә яраҡлы итеп төҙөнө, йәғни кешеләрҙе Аллаһ ислам дине халыҡ өсөн генә ҡылды, тимәк кешенең ысын кеше булыуы ислам дине менәндер, юғалған кешелекте исламдан табып алығыҙ! Аллаһтың диненә үҙгәреү юҡтыр, был ислам дине бик тоғро, үтә көслө, Ҡиәмәткә тиклем ҡаим диндер, ләкин кешеләр күберәк исламдың хаҡлығын белмәйҙәр». «Рум», 30:30
     Һәм былай тип әйтә: «диндәрен үҙгәртерҙәр, дингә яңылыҡтар индерерҙәр». Әгәр ҙә иғтибар итеп ҡараһаҡ, бөгөнгө көндә ир менән ҡатындар үҙҙәренең енси ағзаларын да үҙгәртәләр — был инде һис тә бер төрлө лә ҡанунға һыймай.
Күргәнебеҙсә, Шайтан үҙ маҡсаттарына иреште, үҙ вәғәҙәһендә тоғролоҡ күрһәтте, ә беҙ уға ҡаршы ни эшләйбеҙ?
     Аллаһ Тәғәлә аяттың аҙағында әйтә:
                                                                         وَمَن يَتَّخِذِ الشَّيْطَانَ وَلِيًّا مِّن دُونِ اللَّهِ فَقَدْ خَسِرَ خُسْرَانًا مُّبِينًا
     «Кемдер Аллаһ хөкөмдәрен ҡуйып, шайтан хөкөмдәренә эйәрһә, уны үҙенә вәли итеп алһа, ысынында, ул кеше асыҡ һәләк булыу менән һәләк булды, мәңгегә хәсрәттә ҡалды». «Нисә / Ҡатындар», 4:119
     Аллаһ Тәғәлә беҙҙе шайтандың зарарынан, үәсүәсәһенән һаҡлап, Аллаһҡа ғына ғибҙәт ҡылып, Уңың рәхмәтенә ирешергә насип ҡылһа ине.
           Интернет киңлегенән, Тимерғәли хәҙрәт Юлдашев, «Галиев» мәсете имам-хатибы, МДН бүлегенең баш белгесе.