Сауапҡа ирешеү юлдары
     Барлыҡ ғаләмдәрҙең Раббыһы булған, беҙҙе Үҙенең төрлө ниғмәттәре менән ниғмәтләгән Аллаһы Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә хәмед һәм ҫәнәләр, бөтә маҡтауҙарыбыҙ, хөрмәтләүҙәребеҙ булһа ине. Аллаһы Тәбәрәкә үә Тәғәләнең Хәбибе һәм Хаҡ илсеһе, ғәләмдәргә рәхмәт булараҡ ебәрелгән һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ғәләйһиссәләм хәҙрәттәренә, уның хөрмәтле ғаиләһенә, барлыҡ сәхәбәләренә сәләмдәребеҙ һәм салауаттарыбыҙ булһа ине.
     Бөтә көндәрҙең солтаны, ике ғәйеттән дә өҫтөн булған мөбәрәк йома көндө Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешер өсөн мәсетебеҙгә йыйылған мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәрем, әссәләмү ғәләйкүм рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙисендә Аллаһы Тәғәлә ике төрлө бәндәне яратмай тине: «Донъя өсөн ахирәтте һатҡан, йәғни ахирәтенән ваз кискән, шул уҡ ахирәте өсөн донъяһынан ваз кискән кешенең икеһен дә яратмай», ти.

     Ахирәт өсөн һин Аллаһы Тәғәләнең ризалығын эҙләргә тейешһең. Ләкин ошо сауаптары өсөн һин был фани донъялыҡта лайыҡлы тормош алып барырға тейешһең. Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанса йәшәргә тейешһең, тине. Әжер-сауаптар алырға тейешһең: былар һәр бер игелегең, изгелекле эшең, көсөң, малың, аҡсаң, башҡаларға яҡшы мөнәсәбәтең һәм башҡа хәйерле ғәмәлең.
           لَّذِينَ يُنفِقُونَ أَمْوَالَهُم بِاللَّيْلِ وَالنَّهَارِ سِرًّا وَعَلَانِيَةً فَلَهُمْ أَجْرُهُمْ عِندَ رَبِّهِمْ وَلَا خَوْفٌ عَلَيْهِمْ وَلَا هُمْ يَحْزَنُونَ
     «Әлләҙиинә йүңфи-ҡуунә әмүәәләһүм бил-ләйли үә-ннәһәәри сиррау үә ғәләәний-әтән фәләһүм әджруһүм ғиңдә раббиһим үә ләә хауфүн ғәләйһим үә лә һүм йәхзәнүүн». Баҡара (Һыйыр) сүрәһе, 2/274
     «Үҙ милкен төнөн дә, көндөҙ ҙә, белгертеп тә, белгертмәй ҙә сарыф иткән кешегә әжер – Раббынан. Уға хәүеф тә, ҡайғы ла юҡ».
     Нисек сауабҡа ирешергә була һуң? Ҡайһы бер кешеләр уйлауынса Ҡөръән аяттары мәжлесендә хәйер-аҡса таратһам, шул сауаб була тиҙәр. Ләкин, бында Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн, ысын күңелдән биреү кәрәк. Башҡалар тарата тип, миндә кеше күрһең өсөн бирәйем әле түгел!
     Ризаитдин ибн Фахретдин «Жәвамигуль кәлим шәрхе» китабында: «Мәжлестәрҙә, кешеләр алдында, бер ус аҡса тотоп, әйләнеп-тулғанып йөрөп сауап алып булмай», тигән. Һүҙ Ҡөръән аяты мәжлестәрендә таратҡан хәйер-саҙаҡа тураһында бара. Мәжлестәр ҙә бит ҡоро аҡса алмашыу бара түгелме? Мин һиңә бирҙемме? йә һин миңә бирмәнең тип, алыш-биреш бара бит. Саҙаҡаның урыны: мохтаждарға, йәтемдәргә, ярлы ғәиләләргә, ҡулын һоноп, ярҙам өмөт итеп ултырғандарға биреү хәйерле. Ғәиләһе, балалары астыр, бәлки ауырыу булып, дауаланырға, йә тыуған яғына ҡайтырға аҡсаһы юҡтыр. Бына ошондайҙарға ярҙам ҡулы һуҙыу – сауаплы ғәмәл. Шулай уҡ мәсеттәргә, дин юлында булған шәкерттәргә саҙаҡа биреү хәйерле.
     Саҙаҡа бары тик аҡсалата ғына бирелмәй. Миҫал өсөн, ир үҙенең ҡатынына йылмайһа, ҡатын-ҡыҙ үҙенең иренә йылмайһа, улар бер-береһенә саҙаҡа биргән кеүек сауаб алалар. Әгәр ир кеше үҙенең ғаиләһенә ризыҡ алып ҡайтһа, тәьмин итһә, балаларына, ҡатынына саҙаҡа биргән кеүек була. Шулай уҡ ҡатындың аш-һыу әҙерләүе һәм балаларына биргән изге тәрбиәһе лә сауаб була. Әгәр ҙә бер кеше юлда барғанда, башҡа кешеләргә йөрөргә ҡамаусалай торған бер әйберҙе күреп, уны бер яҡ ситкә алып ҡуйһа – ул да бер саҙаҡа.
     Әбү Һөрәйрә разыАллаһү ғәнһә: «Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән: мохтаждарға һәм тол ҡатындарға ярҙам итеүсе кеше, Аллаһы Тәғәлә юлында тырышлыҡ күрһәткән, төнө буйы намаҙҙа ултырып, көнө буйы ураҙа тотҡан кешенең сауабын алыр, тине», — тигән.
     Хәйер — хәйерле эш – йәғни башҡа эштәргә ҡарағанда өҫтөн булған, һайланып алынған эш. Саҙаҡа тигән һүҙҙең мәғәнәһе ысын күңелдән эшләнгән эш.
     Сауап алыу, йә ирешеү өсөн, күптәр уйлағанса, ауыр һәм күп шарттарҙы үтәүгә нигеҙләнгән эш түгел. Сауапҡа ҡаҙаныу өсөн яҡшы ниәт һәм ниәткә ҡарап эш итеү ул. Һәм йәнең һәм тәнең менән саф булыу, дингә ихлас күңелдән бирелеү, изгелекле эштәр башҡарыу кешеләрҙең әжер-сауабын булдырыр, гонаһтарын ярлыҡар, уларға рухи камиллашыу юлдары асыр.
     — Әгәр саҙаҡа сауабына ирешергә теләһәгеҙ, кешеләр менән аралашҡанда көләс йөҙлө булығыҙ. Саҙаҡа сауабын алыу өсөн шул етә. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ был хаҡта былай тип әйткән: «Мөьминдең башҡа мөьмингә йылмайыуы — саҙаҡалыр».
     — Гонаһтарығыҙ һарғайған япраҡтар кеүек ҡойолғанын теләйһегеҙме? Был бер ҙә ҡыйын түгел. Бары тик осраған кешеләр менән ҡулығыҙҙы биреп сәләмләшеүегеҙ кәрәк. «Ике мөьмин осрашҡас, бер-беренә ҡул бирешеп иҫәнләшһәләр, гонаһтары һарғайған япраҡтар кеүек ҡойолор», — тигән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.
                                      وَإِذَا حُيِّيتُم بِتَحِيَّةٍ فَحَيُّوا بِأَحْسَنَ مِنْهَا أَوْ رُدُّوهَا إِنَّ اللَّهَ كَانَ عَلَى كُلِّ شَيْءٍ حَسِيبًا
     «Үә иҙәә хүййиитүм битәхий-йәтиң фәхәййүү би'әхсәнә минһәә әү руддүүһәә иннә-ллааһа кәәнә ғәләә күлли шәй'ин хәсиибә».
     «Һеҙгә сәләм биргән һайын һеҙ унан да яҡшыраҡ итеп яуаплап сәләмләгеҙ йәки шундай уҡ сәләм ҡайтарығыҙ. Ысынлап та, Аллаһ һәр бер нәмәне хисаплай» (Ҡөръән, «Ҡатындар» сүрәһе, 4:86).
     Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ сәхәбәләр: «Исламда иң яҡшы эш нисек?» – тип һорағас, ул: «Кешеләрҙе ризыҡ менән һыйлау, танышыңа ла, таныш түгеленә лә сәләм биреү», – тип яуап бирҙе. Шулай уҡ Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙҙең, ﷺ: «Донъя бөтөр алдында кешеләр таныштары менән генә сәләмләшеп йөрөрҙәр», – тигән һүҙҙәре бар. Һәм, ысынлап та, бөгөн сәләм үҙеңә таныш кешегә, ә ҡайһы ваҡытта үҙеңә кәрәк булған кешеләргә генә бирелә бит.
     — Сауабы иң күп саҙаҡа бирергә теләйһегеҙме? Был да ауыр түгел. Бер-береһенә асыулы кешеләрҙе татыулаштырығыҙ, араларын төҙәтегеҙ. Бына һеҙгә иң мәҡбүл саҙаҡа сауабы. Был хаҡта ла Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ һүҙе бар: «Саҙаҡаның сауаплыһы — бер-береһенә үпкәләшкән кешеләрҙе татыулаштырыу»,
     — Раббыбыҙҙан ярҙам итеүен теләйһегеҙме? Иллаһ бәрәкәт үә ярҙам килеп торһонмо? Бының өсөн: иң тәүҙә үҙегеҙ башҡаларға ярҙам итергә ашығығыҙ, уға көсөгөҙҙө йәлләмәгеҙ. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән һүҙҙе онотмағыҙ: «Аллаһ ҡоло ҡәрҙәшенә ярҙам иткән ҡәҙәр, Аллаһ Тәғәлә лә ҡолона ярҙам итәсәктер».
     — Камил мосолман булырға теләһегеҙме? Бының да ҡыйынлығы юҡ. Бары кешеләргә үпкә тотмағыҙ, асыулы булмағыҙ, үпкәләшкән кешеләрҙең араһын төҙәтергә тырышығыҙ. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ был хаҡта: «Камил мосолман дин ҡәрҙәшенә өс көндән артыҡ үпкәләп торһа, хәләл түгелдер».
     — Раббыбыҙҙың мәрхәмәтенә ирешергә теләйһегеҙме? Улай икән, инсандарға һәм башҡа йән эйәләренә мәрхәмәтле булығыҙ. «Мәрхәмәт итмәгәнгә мәрхәмәт юҡ. Һеҙ был донъяла йән эйәләрен ҡыҙғанып, мәрхәмәт күрһәтегеҙ, ахирәттә Раббығыҙ һеҙгә мәрхәмәтле буласаҡ», — тип әйткән Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.
     Был әҙерәк һаналып үткән изге ғәмәлдәр был донъялыҡта ҡылынып, мизанда изге эштәребеҙ ауыр тартһын өсөн кәрәктер. Ә инде үлгәндән һуң беҙгә һәр саҡ сауаб килһен өсөн иҫән-һау ваҡытта бар кешелек донъяһы файҙаланырлыҡ берәй эш эшләп ҡалдырған булһаң – ағас ултырһаң, ҡоҙоҡ ҡаҙһаң, күпер һалһаң, мәсет-мәҙрәсә төҙөргә ярҙам итһәң – үҙең донъянан үткәс тә, был эштәрҙең әжер-сауабы килеп торор; икенсеһе: үҙ артынан файҙаланырлых ғилем биреп ҡалдырһаң, йә бер һөнәр өйрәткән булһаң, шуның менән һәр кем файҙаланған һайын уға әжере-сауабы артыр; өсөнсөһө: үҙ артынан изге, хәйерле балалар ҡалған булһа, улар доға ҡылған һайын, әжер-сауабы иҫәпләнә барыр...”
     Тик бында сауаплы изге ғәмәлдәр ҡылғас гонаһ эштәрҙән тыйылыр кәрәк. Икенсе кешеләргә ҡарата тел, күңел һәм тән (физик) яҡтан гонаһ ҡылағыҙ икән әжер-сауап йыйыу буш булыр...
     Ҡиәмәт көнөндә хисапҡа бер кеше килеп баҫыр, ә артынан тау-тау әжер-сауабы килер, ти. Майҙанда торған кешеләр шаҡ ҡатыр, был кеше, һис шикһеҙ, йәннәт әһеле тиерҙәр. Шунда уның янына үҙ хаҡын һорап атаһы килеп баҫыр, әсәһе килеп үҙ хаҡын һорар, ҡатыны, балалары, күршеләре — барыһы килер. Шулай итеп тау-тау әжер-сауап кәмер-кәмер ҙә, бөтөп үк китәр, ә үҙ хаҡын һораусылар сираты тағы ла оҙон булыр. Улар: “Хәҙер был кешенең әжер-сауабы ҡалманы, беҙҙең хаҡты нисек бирер ул?"— тиерҙәр һәм үҙ хаҡтары ҡәҙәр гонаһтарын шул кешегә бүлеп бирерҙәр, береһе бирер, икенсе... Шулай итеп тау ҡәҙәрле сауап урынына гонаһ тау барлыҡҡа килер. Бындай кешене Пәйғәмбәребеҙ «банкрот» тип атаған. Алдағы шул көнөбөҙ тураһында уйлап йәшәһәк ине, ошондай аяныс хәлгә ҡалмаһаҡ ине.
     Шулай булғас, кешеләр менән йылмайып аралашығыҙ, көләс йөҙлө булығыҙ, ҡул биреп иҫәнләшегеҙ, кешеләргә үпкә һаҡламағыҙ, башҡаларҙы ла үпкәләмәҫкә өндәгеҙ, асыуланышҡандарҙы татыулаштырығыҙ, дин ҡәрҙәштәрегеҙгә ярҙам ҡулы һуҙығыҙ, инсандарға шәфҡәт һәм мәрхәмәт күрһәтегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы шифалы, рәхмәт һәм һөйөү һүҙҙәренән, йән аҙығынан мәхрүм итмәгеҙ. Һәр бер яҡшы ғәмәлең, йылы һүҙең, яҡты йөҙөң менән дә әжер-сауаптар туплағыҙ. Ауыр хәлдә ҡалған бөтә йән эйәләрен ҡыҙғанығыҙ. Бөтә был сифаттар ғәҙәтегеҙгә әйләнһен.
     Шәйех Мәүләнә Йәләлетдин Руми хәҙрәттәре әйтмешләй: Аллаһу Тәғәләнең рәхмәте менән иман юлына баҫҡанбыҙ икән, беҙ «һәр саҡ үҙеңде генә ғәйеплә, тирә-йүндәгеләрҙе ыңғай баһала» принцибына таянып, бөтә гонаһ, хаталарыбыҙҙың Ҡиәмәттә алдыбыҙға килеп баҫасағын аңлап, гонаһтарыбыҙ өсөн тәүбә итергә һәм изге ғәмәлдәр ҡылырға ынтылырға тейешбеҙ.
     Хаҡ Тәғәләбеҙҙең сикһеҙ Шәфҡәте һәм Мәрхәмәте менән беҙҙе Үҙе яратҡан һәм уларҙан риза булған ихлас ҡолдары даирәһенә индерһен инде! Әмин!..