Саманан тыш шаярыу һәм көлөү

     Беренсе хөтбә
     Ислам дине беҙгә ошо донъяға етди күҙлектән ҡарарға ҡуша. Эйе, Ҡиәмәт көнөнә, Аллаһҡа, Уның язаһы — йәһәннәменә ышанған кеше һөйләм һайын шаярып, тик ҡыҙыҡ-мәҙәк һөйләүе менән билдәле булырға тейеш түгел. Был имандағы һәм әҙәптәге ниндәйҙер проблемаға ишара итә. Етдилек — мосолмандың асыл хәләте. Ысынлап та, алда көткән һынауҙарҙың — үлемде, Мүнкәр һәм Нәкир һорауын, ҡәберҙәге йәннәт баҡсаһын йә йәһәннәм соҡорон, Ҡиәмәттә ҡубарылыуҙы, хисапты, сиратты — белә тороп та, мосолман йыш уйланыусан, уфтаныусан, хатта ваҡыты-ваҡыты менән ҡайғырыусан һәм илаусан булмаһа, уға үҙенең эске донъяһына «ревизия» үткәреп, йөрәген рухи яҡтан дауалап алыр кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙисендә: «Мин белгәндәрҙе белһәгеҙ, аҙ көлөр, куп илар инегеҙ» — тигән (Әл-Бүхари риүәйәт итте). Шулай ҙа бер ҡасан да йылмаймай һәм шаярамай йәшәү — пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ сөннәтенән түгел, сөнки ул үҙе лә ҡайһы ваҡыт шаярып ала торғайны. Ләкин ул шаярған ваҡытта ла алдаманы. «Мин шаярам, ләкин хаҡтан башҡа нәмә әйтмәйем» — тигән хәҙис бар (Әт-Тирмиҙи, Әхмәт риүәйәт иттеләр). Шаярғанда ла ялған һәм буш һүҙ һөйләмәү тик пәйғәмбәргә ﷺ генә хас нәмә булмаған, был ҡағиҙә беҙгә лә ҡағыла: бер хәҙистә шулай тиелгән: «Үҙенең хаҡлы икәнен белеп тә, бәхәсен туҡтатҡан кешегә мин йәннәттең ҡырыйында өй вәғәҙә итәм. Хатта шаярғанда ла алдамаған кешегә мин йәннәттең уртаһында өй вәғәҙә итәм. Ә әхлағы менән иң яҡшы булған кешегә мин йәннәттең өҫкө яҡтарынан өй вәғәҙә итәм» — тигән хәҙис бар (Әбү Дәуд, Әл-Бәйһаҡи, Әт- Тирмиҙи риүәйәт иттеләр). Тимәк, хатта шаярып ҡына ла алдарға ярамай. Ә быны бит мосолмандар йыш ҡына онотоп китә һәм шаярып теләһә ниндәй уйҙырмалар, мәҙәктәр һөйләй башлай.

     Башҡорт халҡының культураһына һәм фольклорына иғтибар итһәк, унда көлкө-мәҙәктәргә бик ҙур әһәмиәт күрһәтелгәнен күрербеҙ. Бигерәк тә ауылдарҙа кешеләрҙең бер-береһе менән шаярыуы, бер-береһен эләкләүҙәре, бер-береһенең ҡыйын йә ҡыҙыҡ хәлгә ҡалыуҙарын көлә-көлә һөйләүҙәре ныҡ таралған. Әлбиттә, күңел күтәрер өсөн бер аҙ шаярып, шаяртып алыу — ялғанға төшөп китмәү шарты менән — гонаһ түгел. (Хатта сәхәбәләр ҙә быны эшләгән — мәҫәлән, ҡарбуз ҡабығы менән атышҡандар). Ләкин саманы ла белер кәрәк, ҡәрҙәштәр — беҙ бит мосолмандар! Ә ҡайһы бер кешеләр тик шаярыуҙары, кешеләрҙе көлдөрөү һәләттәре, күп анекдоттар һәм мәҙәктәр белеүҙәре менән билдәле, хатта уларҙың исемдәрен ишетеү менән кешеләр йылмая һәм көлә башлай. Бындай кешеләргә бер аҙ уйланырға кәңәш бирер кәрәк: Ҡиәмәт көнөндә беҙ был донъялағы һәр бер һүҙебеҙ һәм үткәргән һәр бер сәғәтебеҙ өсөн яуап тотасаҡбыҙ, ә тормошобоҙҙоң байтаҡ өлөшө шаярыу һәм көлкө менән үтһә. Ҡиәмәт көнөндә күберәк иларға тура килмәҫ микән? Бынан тыш беҙ үҙебеҙ менән аралашҡан кешеләрҙә ниндәй эҙ ҡалдырабыҙ — бының өсөн дә һорау буласаҡ бит! Бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Күп көлмәгеҙ — күп көлөү йөрәктәрҙе үлтерә» — тигән. (Әт-Тирмиҙи, Ибн Мәджәһ риүәйәт иттеләр). Ә кешеләрҙе йыш көлдөрөп уларҙың ҡаты бәғерле, үле йөрәкле итеүенә булышлыҡ иткән кеше үҙе өсөн генә түгел, ә шул кешеләр өсөн дә яуап бирәсәк...

     Икенсе хөтбә
     Бер көн пәйғәмбәребеҙгә ﷺ бер әбей килгән дә, «Эй, Аллаһтың Илсеһе! Аллаһтан һора әле, мине йәннәткә керетһен!» — тигән. Ә пәйғәмбәребеҙ ﷺ ул әбейгә «Эй, фәләндең әсәһе! Әбей йәннәткә кермәй бит!», — тип яуап биргән. Теге әбей илай-илай китә башлағас, пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Әйтегеҙ уға, ул йәннәткә әбей ҡиәфәтендә кермәҫ, сөнки Аллаһ Тәғәлә: “Беҙ, ысынлап та, ул ҡатындарҙы махсус барлыҡҡа килтерҙек, һәм уларҙы ҡыҙлыҡлы иттек,” — тигән!», — тип тынысландырған. Был хәҙистән күренеүенсә, пәйғәмбәребеҙ был осраҡта ла ялған һөйләмәгән.
     Йыш ҡына шундай күренеште күҙәтергә була: берәй шаян кеше ниндәйҙер ҡыҙыҡлы хәл һөйләй ҙә, ысынбарлыҡта булмаған нәмәләр ҙә өҫтәп ебәрә. Халыҡта быға «арттырып ебәрә», «шыттыра» ла тиҙәр. Бәлки, кемдер «бында ҡурҡынысы юҡ, әҙерәк кенә һүҙҙе “биҙәп ебәрергә” була бит!» тип уйлайҙыр. Ләкин пәйғәмбәребеҙ ﷺ быны тыйған һәм «Ҡайғы шундай кешегә: ул кешеләрҙе көлдөрәм тип нәмәлер һөйләй ҙә, алдай башлай. Ҡайғы уға, ҡайғы уға!» — тигән. (Әбү Дәүд). Ни тиклем ҡурҡыныс киҫәтеү, шулай бит? Бер ҡасан да алдамаған пәйгәмбәребеҙ «фәлән кешене ҡайғы көтә» — ти икән, шул кеше ни тиклем борсолорға тейеш икән?.. Ә бит бөтәбеҙҙең дә тиерлек ҡасандыр булһа ла ниндәйҙер ҡыҙыҡ хәлде һөйләгәндә ялғанға төшөп киткәне булған бит! Бының өсөн тәүбә ҡылып, һәр бер һүҙебеҙҙе лә самалап ҡына һөйләйек — хатта шаярғанда ла...
     Шуны ла иҫкә алғы килә: беҙҙең ауылдарыбыҙҙа дин һәм дин әһелдәре тураһында көлкөлө нәмәләр һөйләргә бик яраталар. Әгәр башҡорт телендә «мулла» тигән һүҙ булған совет осоро мәҡәлдәргә иғтибар итһәк, уларҙың 99% тиерлек — мулланың насар кеше булыуы тураһында. («Ат аҙғыны юрға булыр, ир аҙғыны мулла булыр», «Башы салмалы, аҡылы самалы», «Мулла белгәнен уҡый, тауыҡ күргәнен суҡый» һәм башҡалар). Шуғалыр ҙа, бәлки, халҡыбыҙҙа муллаларға йыш ҡына нисектер «өҫтән аҫҡа» ҡарайҙар, уның һүҙҙәренән, эштәренән, ҡиәфәтенән көләләр һәм үҙҙәре лә һиҙмәҫтән динде мыҫҡыл итеүгә күсеп китәләр. Ә диндән көлгән кеше — «мин шаяртып ҡына әйткәйнем бит!» — тип аҡланһа ла, ул — ул кафыр! Быны пәйғәмбәребеҙ ﷺ ваҡытында булған бер ваҡиға иҫбат итә.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ сәхәбәләре менән Тәбүк сәфәренә сыҡҡан ваҡытында, ғәскәрҙә булған бер монафиҡ мосолмандар тураһында: «Ошо Ҡөрьән уҡыған кешеләрҙән дә убырыраҡ, алдаҡсыраҡ, яуҙа ҡурҡағыраҡ кешеләрҙе күргәнебеҙ булманы!» — тип ысҡындыра... Быны ишетеп ҡалған Әүф ибн Мәлик: «Һин — алдаҡсы һәм монафик! Мин бының турала мотлаҡ Аллаһтың илсеһенә барып әйтәм!» — ти ҙә, пәйғәмбәргә ﷺ китә. Ләкин ул пәйғәмбәргә ﷺ килеп етеп тә өлгөрмәй, Аллаһ Тәғәлә был «шаярыу» тураһында аят индереп өлгөрә. Теге монафик та пәйғәмбәребеҙгә ﷺ килеп: «Эй, Аллаһтың илсеһе, беҙ сәфәр ҡыйынлыҡтарым әҙерәк еңеләйтәйек тип кенә һөйләштек һәм шаярҙыҡ» — гип аҡланырға маташа. Ләкин пәйғәмбәребеҙ ﷺ тик яңы ингән аятты ғына уға ҡабатлай ине: «Әгәр һораһаң, улар: “Беҙ тик һүҙгә генә мауыҡтыҡ һәм шаярҙыҡ”, — тип әйтерҙәр. “Аллаһтан, Уның аяттарынан һәм рәсуленән көлдөгөҙ түгелме ни?” — тип әйт. Ғәфү үтенмәгеҙ! Һеҙ иманығыҙҙан һуң кафыр булдығыҙ! Әгәр Беҙ арағыҙҙан бер төркөмдө ғәфү итһәк, икенсе төркөмдө гонаһлы булғандары өсөн ғазапларбыҙ»...(«Тәүбә» сүрәһе, 9:65 — 66 аяттар).
    Аллаһ Тәғәлә төрлө тел бәләләренән беҙҙе үҙе һаҡлаһын инде, әмин.

                                                                                                                   Йома хөтбәләре