Монафиҡтар
     «Монафиҡ» тигән һүҙ Ислам динендә ике йөҙлөлөктө, яҡшылыҡ күрһәтәм тип, яуызлыҡ ҡылыусыны күрһәтә. Был кеше һәр саҡ еңел юл табырға тырыша, үҙ бурысын (социаль һәм рухи) үтәүҙән ҡасып, үҙ хәленә уйлап, табыш алырға яраҡлаша. Әле бөгөнгө донъябыҙҙа монафиҡтар ниндәй генә өлкәне ҡалдырмай ҡатнашалар, хатта динебеҙҙә шулар менән тулы. Ана шул кешеләрҙең ҡыланышы миңә ҡағылмай тип йөрөү шул уҡ һинең монафиҡлылығын билдәһе. Монафиҡтың күңелең ошолай һүрәтләргә була:

     «Арыҫлан күгәрсен һәүәҫлеген үҙе өсөн ҡабул итмәй, ул ҡаты үкереп йыртҡыслығы тураһында белдерер. Йыландың хәрәкәттәре йәшерен, шым ғына булһа ла, үҙенең ниәтен ыҫылдап аңғарта. Ас бүренең тауышы алыҫтан ишетелә, ҡар сүлегендә ашыҡан юлсыны ҡурҡытып. Әммә кеше бигерәк уҫал арыҫланға ҡарағанда, мәкерле лә йыланға ҡарағанда, бүре менән сағыштырғанда үтә ҡомһоҙ, – ул яҡынына дуҫлыҡ күрһәтеп ҡулын ҡыҫыр, ә уның артынан бысраҡ бәрер, һәм йылмауы аҫтында ялған йөҙөн һәм мин-минлелеген йәшерер».
     Ҡөръән Кәримдә 37 урында монафиҡтар тураһында (юха, ике йөҙлө кеше, ханжа, хамелеон) әйтелә. Хатта ике йөҙлө кешеләрҙе тулыһынса фашлаған «Монафиҡтар» тигән тулы сүрәлә бар.
     Был сүрәнең Ҡөръәндә булыуы шуны күрһәтә: донъялағы хәҡиҡәт менән ялған Ҡиәмәт көнөнә тиклем дауам итәсәк һәм былар араһында көрәш буласаҡ. Беҙ күреп торабыҙ, был монафиҡ сифаттар бер быуындан икенсе быуынға тапшырылып килә. Быуаттарҙан быуаттарға тапшырыла, беҙҙең көндәргә тиклем килеп етте.
     Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Монафиҡлыҡтың билдәһе өсәү: һөйләгән һүҙе — ялған, вәғәҙә бирһә; вәғәҙәһендә тормай, аманат итеп бер нәмә тапшырһалар — хыянатҡа бара. Ундай кеше хатта ураҙа тотоп, намаҙ уҡып, мин — мосолманмын, тип йөрөгән хәлдә лә монафиҡ булып йөрөүҙән туҡтай алмаясаҡ», — тигән.
     Мосолман кешеһендә иң кәрәкле сифаттар ниндәй булырға тейеш һуң? Дөрөҫлөк, хаҡлыҡ, ғәҙелек, ысынлыҡ, бөгөнгө хәлдәрҙе күреп күҙ йомоу булмаҫҡа тейеш. Нисек инде эргәлә кеше алдауға һәм талауға ҡоролған йәмғиәтте шелтәләмәй нисек тыныс ултырырға? Әбү Сәид Әл-Худри (р.ғ,) әйтте: “Мин пәйғәмбәрҙең ошолай тип әйткәнен ишеттем: “Әгәр кемегеҙҙер шелтәләүгә ярашлы нәмәне күрһә, үҙ ҡулдары менән быны үҙгәртһен; әгәр ҡулдары менән хәл итә алмаһа, теле менән үҙгәртһен; былай ҙа булдырмаһа, йөрәге менән тыйһын, быныһы инде имандың иң көсһөҙ күрһәткесе” (Муслим, Бухари).
     «Был монафиҡ кешеләрҙең уйҙарында, уларҙың был башҡарған ғәмәлдәре Аллаһ алдында файҙа килтерер тип, икенсе төрлө әйткәндә, Уның ризалығы булыр тип уйлар. Ләкин был улай түгел, сөнки Аллаһ Ҡөрьәндә Кәримдә әйткән:
     يَوْمَ يَبْعَثُهُمُ اللَّهُ جَمِيعًا فَيَحْلِفُونَ لَهُ كَمَا يَحْلِفُونَ لَكُمْ وَيَحْسَبُونَ أَنَّهُمْ عَلَى شَيْءٍ أَلَا إِنَّهُمْ هُمُ الْكَاذِبُونَ
     Йәүмә йәбғәҫүһүмүл-лааһу джәмииғәң фәйәхли-фүүнә ләһү кәмәә йәхлифүүнә ләкүм үә йәхсәбүүнә әннәһүм ғәләә шәй'ин ә ләә иннәһүм һүмүл-кәәҙибүүн.
     «Ул көндө, ҡасан Аллаһ уларҙы терелткәндә, улар Уның алдында ант итә башлар, һеҙҙең алдығыҙҙа ант иткән кеүек, был ярҙам итәр тип. Шик юҡ, улар – алдаҡсылар» (Ҡөрьән, 58:18)
     Тимәк, был кешеләр шул тиклем үҙҙәренең эштәренә инанғандар, хатта Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ ҡаршыһында улар хаҡлыҡтарын иҫбат итеп дауам итерҙәр. Ләкин Раббыбыҙ уларҙың асылын күрһәтеп, уларҙың ялғансылар тип атаған. Шундай кешеләр бар, ысынлап башҡарғандарына ышанғандары, улар тәртип булдырҙыҡ тиерҙәр, әммә бында уларҙы яңылышыуҙары күренә. Сөнки улар емерәләр, төҙөйбөҙ тип уйлап, юғалталар, һаҡлайбыҙ тип уйлап. Ћөҙөмтәлә уларҙың Аллаһҡа ҡаршы барыуҙары күренә, Уны инҡар итмәйбеҙ тиһәләр ҙә һәм Уға инанмайҙар үҙҙәрен иманлы тип уйлаһалар ҙа. Улар үҙ эштәре менән үҙҙәренә зыян итәләр, файҙа килтерәбеҙ тип уйлаһалар ҙа. Аллаһ уларҙы ошолай һүрәтләй:
                                                                  أَلَا إِنَّهُمْ هُمُ الْمُفْسِدُونَ وَلَكِن لَّا يَشْعُرُونَ
     Ә ләә иннәһүм һүмүл-мүфсидүүнә үә ләәкил-ләә йәшғүруун.
     «Һис шикһеҙ, тап улар аҙғынлыҡ таратыусылар, әммә улар быны аңғармайҙар»(Ҡөрьән, 2:12)
     Уларҙың гонаһаһы шуға бәйләнгән, улар үҙҙәре өсөн тырышлыҡ күрһәтеп лайыҡлы белемгә ынтылманылар, хәҡиҡәтте аңлауҙа һәм уның артынан эйәреп барыуҙы. Әммә шул ул әҙәмдәр тарафынан таратылған аҙғынлыҡ, уларға тәртип урынлаштырыу һәм игелек ҡылыу кеүек тойола. Билдәле Ҡөрьән аңлатыусы Саад тигән хәҙрәт, монафиҡтарҙың иҫбатлауҙарын: «беҙ генә тәртип урынлаштырабыҙ» тип әйткәндәренә ҡаршы: «Был һүҙҙәре менән улар ике гонаһты берләштерҙеләр. Ерҙә аҙғынлыҡтары шашҡан һәм ошоно «тәртип урынлаштырыу» тиҙәр. Бында уларҙың енәйәтселеге ҡатыраҡ, башҡаларҙын танып ҡылған гонаһтарына ҡарағанда. Һуңғылар төҙәйеүгә яҡын. Һүҙҙәре менән «беҙ генә» улар, үҙҙәренең мин-минлектәрен күрһәтәләр һәм инаныусыларға ғәҙеллекте еткерергә ҡаршылар.
     Риүәйәт ителеүенсә, Әл-Фөҙәйел ибн Ғияз (رحمه اللّٰه) шулай тип әйткән:
الْمُؤْمِنُ قَلِيلُ الْكَلامِ كَثِيرُ الْعَمَلِ، وَالْمُنَافِقُ كَثِيرُ الْكَلامِ قَلِيلُ الْعَمَلِ، كَلامُ الْمُؤْمِنِ حَكَمٌ، وَصَمْتُهُ تَفَكُّرٌ، وَنَظَرُهُ عِبْرَةٌ [...] وَإِذَا كُنْت كَذَا لَمْ تَزَل فِي عِبَادَةٍ
     «Мөьмин кешенең һүҙе аҙ, ғәмәле күп. Монафиҡтың һүҙе күп, ғәмәле аҙ. Мөьминдең һүҙҙәре хикмәтле, ә өндәшмәй тороуы — тәрән уйланыу. Ул күргәненән ғибрәт ала. [...] Әгәр һин шулай булһаң, тимәк, һин [Аллаһҡа] даими ғибәҙәттәһең». 📖 Әбү Нөғәйем әл-Исфаһани. Хилйәтү әл-әүлийә = Әүлиәләрҙең биҙәүесе (ғәрәп. حلية الأولياء), 8/98.
     Мосолман кешеләренән башҡа бөгөнгө тормошобоҙҙа хәлдәр нисек һуң? Иҡтисади һәм сәйәси факторҙар, ергә һәм мөлкәткә мөнәсәбәттәрҙең үҙгәреүе, баҙар һәм шуға бәйле ҡануниәт — быларҙың барыһы ла бер нисә быуын кешеләре менталитетының үҙгәреүенә килтерҙе. Рухи һәм әхлаҡи сифаттар аҡса, табыш, төшөм, отош, кәрәкле кеше, эгоистик ихтыяж төшөнсәләре менән алмашынды. Хәҙер һин бик таныш кешеңә лә ышанмайһың, сөнки дуҫ-иптәшлек, таяныс тойғоһо юғалды. Ут күршеләрҙең түгел, хатта туғандарҙың хәлен белмәйһең. Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең үҙгәреүе — барыбыҙ өсөн дә рухи юғалтыу ул, сөнки кешеләр араһындағы ихлас ябайлыҡты байлыҡ та, хакими дәрәжәләр ҙә алмаштыра алмай. Ике йөҙлөлөк бик киң таралды. Миҫалға: беҙҙең генә быуында коммунист партияһына хыянат итеп единоростарға күсеү – был сәйәси һәм шәхси монафиҡлыҡ, йәнә икенсе берәй партия килһә, шуға ялағайланып күсеү бигерәктә инде. Бигерәктә монафиҡлыҡ билдәләре түрә кешеләрҙә асыҡ күренә. Улар түрәлектә булыуҙары менән һәм шуға эйәрә килгән эрелек ғәләмәттәре, тамаҡ ҡырып ҡына ҡатыраҡ һөйләшеп маташыуҙары, үҙҙәренән түбән кешеләрҙе күргеләре һәм һөйләшкеһелә килмәүҙәре, хатта йөрөштәренә, кейенеп йөрөүҙәрендә күренә. Һәм дә ошо монафиҡтарҙың иң насары үҙҙәренә ҡаршылашҡан кешеләргә ҡаршы этлек ҡылып түбәнәйтергә маташыуҙары. Бигерәктә байлыҡа ынтылып, кешеләрҙе һеҙҙеке-беҙҙекеләргә бүлеүе. Класс синыфтарына бүлеү – бик яман эш һәм халыҡтан тейешлеһен тартып алыу – йәмғиәттә әхләктең юғалыуындалыр.
                             فِي قُلُوبِهِم مَّرَضٌ فَزَادَهُمُ اللَّهُ مَرَضًا وَلَهُمْ عَذَابٌ أَلِيمٌ بِمَا كَانُوا يَكْذِبُونَ
                                          وَإِذَا قِيلَ لَهُمْ لَا تُفْسِدُوا فِي الْأَرْضِ قَالُوا إِنَّمَا نَحْنُ مُصْلِحُونَ
                                                                 أَلَا إِنَّهُمْ هُمُ الْمُفْسِدُونَ وَلَكِن لَّا يَشْعُرُونَ
وَإِذَا قِيلَ لَهُمْ آمِنُوا كَمَا آمَنَ النَّاسُ قَالُوا أَنُؤْمِنُ كَمَا آمَنَ السُّفَهَاءُ أَلَا إِنَّهُمْ هُمُ السُّفَهَاءُ وَلَكِن لَّا يَعْلَمُونَ
          وَإِذَا لَقُوا الَّذِينَ آمَنُوا قَالُوا آمَنَّا وَإِذَا خَلَوْا إِلَى شَيَاطِينِهِمْ قَالُوا إِنَّا مَعَكُمْ إِنَّمَا نَحْنُ مُسْتَهْزِئُونَ
                                                           اللَّهُ يَسْتَهْزِئُ بِهِمْ وَيَمُدُّهُمْ فِي طُغْيَانِهِمْ يَعْمَهُونَ
                           أُولَئِكَ الَّذِينَ اشْتَرَوُا الضَّلَالَةَ بِالْهُدَى فَمَا رَبِحَت تِّجَارَتُهُمْ وَمَا كَانُوا مُهْتَدِينَ
     10. Фии ҡулүүбиһим марадуң фәзәәдә- һүмү-ллааһу марадау-үә ләһүм ғәҙәәбүн әлии- мүм-бимәә кәәнүү йәкҙибүүн.
     П.Үә иҙәә ҡиилә ләһүм ләә түфсидүү фил-ардыи ҡаалүү иннәмәә нәхнү муслихүүн.
     12. Ә ләә иннәһүм һүмүл-мүфсидүүнә үә ләәкил-ләә йәшғүруун.
     13. Үә иҙәә ҡиилә ләһүм әәминүү кәмәә әәмәнә-ннәәсү ҡаалүү ә нүьминү кәмәә әәмәнә-ссүфәһәә'ү ә ләә иннәһүм һүмү- ссүфәһәә'ү үә ләәкил-ләә йәғләмүүн.
     14. Үә иҙәә ләҡу-лләҙиинә әәмәнүү ҡаалүү әәмәннәә үә иҙәә халәү иләә шәйәәтыиини- һим ҡаалүү иннәә мәғәкүм иннәмәә нәхнү мүстәһзи'үүн.
     15. Аллааһу йәстәһ-зи'ү биһим үә йәмүд- дүһүм фии туғйәәниһим йәғмә-һүүн.
     16. Үләә'икә-ллә-ҙиинә-штәрау-ддаләәләтә бил-һүдәә фәмәә рабихәт-тиджәәратүһүм үә мәә кәәнүү мүһтәдиин.
     10. Уларҙың күңелендә — сир, сирҙәрен Алла көсәйтһен! Алдағандары өсөн уларға — ғазаплы яза!
     11. Уларға: «Донъяға боҙоҡлоҡ таратмағыҙ!» — тиһәң, улар: «Беҙ бит яҡшылыҡ ҡына эшләйбеҙ», — ти.
     12. Шулай түгелме ни? Улар яманлыҡ тарата, ә үҙҙәре шуны белмәй.
     13. Уларға: «Иманға килгән кешеләр кеүек, иманға килегеҙ», — тиһәң, улар: «Ахмаҡтар ыңғайына беҙ ҙә иман килтерәйекме ни?» — ти. Шулай түгелме ни? Ысынында, улар үҙҙәре ахмаҡ, әммә шуны белмәй.
     14. Иман килтергән кешеләрҙе осратҡанда, улар: «Беҙ иман килтерҙек!» — ти, ә үҙҙәре¬нең шайтандары менән бергә булғанда, улар: «Беҙ — һеҙҙең яҡлы, мыҫҡыл итеп көләбеҙ генә бит беҙ уларҙан», — ти.
     15. Алла үҙҙәренән көлөр, нығыраҡ аҙаштырыр әле ул һуҡырҙарҙы!
     16. Улар — хаҡ юлды яҙыҡ юлға алмаштырған кешеләр. Был алыш-биреш уларға файҙа килтермәне, уларҙың юлы хаҡ юл булманы.
     Монафиҡ булған һауалы заттарға, йөҙөңдөң айлығы – ялған буяу тик тип, тәкәбберлек, самаһыҙ эрелек, баш-баштаҡлыҡ сифаттары һәм алдау, ялған, әшәкелек һәм башҡа насар ғәҙәттәр менән тик тамуҡ утына ғына барағыҙҙыр тип әйтергә ҡала. Алдауға һәм ялғанға ҡоролған йәмғиәт тормошонда йәшәп уға битараф булыу мосолман кешеһенең эше түгелдер. Пәйғәмбәребеҙ быны оҡшатыр инеме?
     Ғәйшә (р.ғ.) уның хаҡында: “Пәйғәмбәрҙең кешеләге сифаттарҙан иң яратмағаны ялғанлыҡ булды. Уның янында берәйһе алдашһа, уның күкрәгендә насар тойғо барлыҡҡа килгән. Был кеше алдашыуҙан тәүбә иткәнен пәйғәмбәребеҙ шул тойғоноң бөтөүе аша аңлаған.
     Ҡылған гонаһларыбыҙға үкенеп, тәүбә итеп монафиҡтар рәтенән булмайыҡ. Аллаһ Тәғәлә әхләгебеҙҙе төҙәтһен, боҙоҡлоҡ ҡылғандарҙың эшенә күҙ йоммайыҡ, бындай ике йөҙлөләрҙе фаш итәйек. Аллаһ иманыбыҙҙы тура юлға йүнәлһен. Әмин.