Тура юл
     Мосолмандың йөрөр юлы — һиҙайәт.
     ” Һиҙайәт” — туп-тура юл, тигәнде аңлата.
     Дин өйрәтә: мосолмандың төп вазифаһы — игелекле була белеү, ти. Тормошта юлдың ниндәйен һайларға кәрәклеге хаҡында Ҡөрьән үҙе аңлатып бирә.
     ”Әйт, — ти ул, — Хәнифтәрҙән Ибраһим дине булған хаҡ юлға Раббым мине үҙе төшөрҙө, — тиң”. ”Әл-Әнғам”,”Мал-тыуар” сүрәһе, 161 — нсе аят.
     Хаҡ юлға төшөү — Аллаһтың үҙенә тәүәккәлләп йәшәй белеү. ” Аллаһ ярҙамына ғына өмөт бағлап йәшәй белгән кеше, тимәк, тура юлды тапҡан кеше була”. ”Әлү Ғимран”, "Ғимран ғаиләһе "сүрәһе, 101 — нсе аят.

     Һиҙайәт йәғни хаҡ юлда булыу — Аллаһ тарафынан бирелеп торған бөтмәҫ-төкәнмәҫ ниғмәттәргә эйә булыр.
     Бәндәнең тормошо уңышлы, етәкселек өсөн юлбашсылары ғәҙел, ғилеме, игелеге үҙенә етерлек, бер һүҙ менән әйткәндә, Аллаһтың яҡлауына лайыҡлы булған кешеләр юлында булыу, Уның асыуына юлығып, аҙашып йөрөгәндәрҙән ситтәрәк тороу тигән һүҙ.
     Донъя көткәндә риба һәм ришүәткә бармаған, ғаилә ҡорғанда ниҡахтан башҡаны белмәгән, мал тапҡанда хәрәмдән, сауҙала алдашыуҙан, бәндәләр менән мөнәсәбәттә миһырбанлы була белмәүҙән ҡотолоп, кеше ”бөтә булмышын Аллаһҡа тапшыра белһә, уның ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн дә Аллаһ үҙе етә”. «Талаҡ”,»Айырыу” сүрәһе, 3 — өнсө аят.
     Шуға ла пәйғәмбәребеҙ үҙе лә һәр ваҡыт: ”Эй, Раббым! Үҙемде мин Һиңә тапшырҙым, Һиңә инанам, Һиңә генә доға ҡылам, Һин өйрәткәндәр ярҙамында дин тураһында бәхәс һәм дәғүәт алып барам”, — тип доға ҡылып ҡына тора.
     Әлмисаҡтан алып бөгөнгө көнгә тиклем иманы булған әҙәм балаһының бөтә булмышы үҙенән һуң игелекле балалар ҡалдырыу, уны бәхетле, мул тормошло итеү тураһындағы хәстәрлек менән өҙөнөп үтә.
     Диалектикала инҡар итеүҙе инҡар итеү тигән мөһим бер ҡанун-ҡағиҙә бар. Был ҡанундың бәндәләр тормошона тәьҫирен да аңлай белһәң, бер нәмәне асыҡ итеп төҫмөрләргә мөмкин: кеше тыуа, йәшәй, нәҫелен ҡалдыра. Тормошто дауам итер өсөн ҡалған тоҡомдоң һәр быуыны ата-әсәләр юлын оло дөрөҫкә генә дауам итеп йөрөмәй — физик яҡтан көслөрәк, рухы һәм аҡылы менән өҫтөнөрәк, әҙәбе менән юғарыраҡ була. Булырға тейеш. Тәбиғәт ҡануны шундай.
     Шағир әйтмешләй:
         Һәр инҡарҙы инҡар итеп үтәһең һин,
         Һандарыңдан сифаттарға күсәһең һин.
         Был мәңгелек, был сиге юҡ тәжрибәңдең
         Әйтерһең лә һөҙөмтәһен көтәһең һин.
     Ә һөҙөмтә беҙ йәшәп ятҡан тормошта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр ваҡыт ҡыуаныс биреп кенә тормай.
     Йәмғиәттең, кешелектең, тәбиғәттең бөтә ҡанундарына ҡаршы килеп, бөтә ҡанундарға дорфа рәүештә ҡыҫылып һәм ғифриттәрҙе көршәктән сығарып, гүзәл еребеҙҙе йәшәргә ярамаҫлык, кешеләребеҙҙе зәғиф тәнле, тар күңелле, байлыҡҡа ҡомһоҙ, ауырыуҙарға бирешеүсән, һәм боҙоҡ холоҡло булып йәшәргә, ата- бабаларға ҡарағанда рухи яҡтан ярлыраҡ, әҙәп яғынан йүгәнһеҙерәк булырға мәжбүр иттек. Был фажиға һаман тәрәнәйә генә бара.
     Тәрбиәселәр нәсихәт алып барғанда ғәҙәттә: ”Бөтә халыҡты әҙәпһеҙлектә ғәйепләп буламы?” — тигән һорау тыуып ҡына тора. Әлбиттә, ғәйепләп булмай. Әммә: ”Бер ҡашыҡ дегет бер мискә балды боҙа”, — тигәндәр бит.
     Дегет күбәйә күрмәһен, тиһәк, дин кәрәк.
     Дин өйрәтә, кешенең, ти, иң ҡәҙерле нәмәһе — уның йәне. Йәнде мылтыҡтар менән дә, туптар менән менән дә алып булмай. Ул — үлемһеҙ.
     Мосолмандың төп маҡсаты — ғүмерҙе был фани донъяла бәхет-сәғәҙәт менән үткәреп, Ахирәттә Аллаһ хозурына барғанда ла шундай уҡ бәхеттән мәхрүм ҡалмау.
     Исламда кешеләрҙең малы ла, йәне лә — изге. Шуға ла һуңғы йылдарҙа әле тегендә, әле бында баш күтәрергә генә торған енәйәттәрҙә исламдың ҡатнашы юҡ. Һәр кем үҙе эшләп йөрөгән гонаһ өсөн Аллаһ ҡаршыһында үҙе яуап бирә. Ислам — урталыҡ дине. Урталыҡҡа саҡыра, сама тигәндең сиктәрен үтергә генә тормау исламда — тормош талабы, илдәр һәм халыҡтар араһындағы мөнәсәбәттәрҙә тигеҙлекте, төҙөклөктө, тыныслыҡты һаҡлап ҡалыу, бәйҙән ысҡынып китеүҙәргә юл ҡуймау сараһы.
     Урталыҡ, ғәҙеллеккә саҡырыу, төрлө мәсьәләләрҙә, бигерәк тә ҡаршылыҡтарҙы хәл иткәндә, аҡыл һәм саманы онотмау. Ғәҙеллек һәм урталыҡты һайлай белеү йәмғиәттең терәге. Беҙҙҙең дәүерҙең төп бәләһе — ғәҙеллектең юҡҡа сығыуында, урталыҡ тарафында тора белеүҙе һанға һуҡмауҙа, тынғылыҡ, тотороҡлолоҡ, өмөт юғала барыуҙа.
     Донъялағы һыҙлауыҡтарҙың береһе — тарҡаулыҡ, уртаҡ бер фекергә килә белмәү. Фекерҙәге төрлө ҡаршылыҡтарҙы аҡыл менән хәл итеү урынына енәйәткә барыу.
     Әҙәп-әхлаҡта мосолман түбәнлеккә барырға тейеш түгел, тип өйрәтә дин, әхлаҡи түбәнлек дингә, иманға ла, илгә лә, халыҡҡа ла зыян килтереп кенә тора.
     Иманға өндәү, дингә өйрәтү эҙмә-эҙлекле булырға һәм төплә нигеҙгә ҡоролорға тейеш. Бының иң гүзәл өлгөһө — Ҡөрьәндең 23 йыл дауамында аят-аят индерелеп, сама менән генә мосолмандарға тапшырылыуы. Әгәр ҙә беҙ үҙебеҙҙе иманлы кешеләр тип һанаһаҡ, пәйғәмбәребеҙҙең нәсихәттәрен ҡабатлап ҡына ла торорға тейешбеҙ.
     Сәхәбәләренә мөрәжәғәт итеп ул: «Мосолмандың кем булыуын беләһегеҙме?” — тип һорау ҡуя. ”Быны белһә лә, Аллаһ менән Уның илсеһе генә белер”, — тиҙәр сәхәбәләр.
     »Мосолман ул шундай кеше, — ти пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — кем уның теленән дә, ҡулынан да зыян күрмәй ”.
     Бөгөнгө шарттарҙа мосолмандың ҡулынан да, теленән дә бер кем дә зыян күрмәй, — тип әйтеү икеле.
     Тормошта уҡымай ғына диплом алғандар тулып ятҡан кеүек, мосолман донъяһында ла бәндәләргә зыяндан башҡаны бирмәгән "шәһид” тәр баш ҡалҡытып ҡына тора.
     Сөнки динде арлы-бирле генә өйрәнеп, фәтеүә сығарып йөрөгәндәр аҙ түгел.
     Дин хөкөмдәренең дә бит ваҡытҡа, урынға, төрлө хәл-әхүәлдәргә, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы әллә күпме серҙәре бар.
     Мосолман — мәрхәмәт-шәфҡәт эйәһе. Үҙ-ара дошманлыҡтан баш тартып ҡына тора белә, бәндәләрҙә төрлө фекер, төрлө ҡараш булыу ихтималын таный. Уның ҡоралы — сабырлыҡ.
     Ҡан ҡойоуға, йән ҡыйыуға бармай: йәнде биргән дә, алған да — Аллаһ үҙе.
     Кешеләр бөгөн ҡан ҡойоуҙарҙы ла, урлашыу, талау, кеше хаҡына инергә генә тороу ғәҙәтен дә заман шауҡымына һылтап: «Заманың шундай булғас”, — тип аҡланырға тырыша башланы.
     Хәҙисе-ҡотдусийында Аллаһ беҙҙе киҫәтә:.
     ”Һәр нәмәне заманға ғына ҡайтарып ҡалдырып, һәм: ”Был ниндәй насар заман?”- тип бәндә Мине рәнйетә. Заманды һүкмәгеҙ, сөнки Мин Үҙем — Заман. Төнөн дә, көнөн дә Үҙем әйләндереп торам. Теләйем икән, икеһен дә юҡҡа сығарам”, — ти.
     »Замандың нәсихәт биреп тороусы, үлемдең бөтә нәмәнән һеҙҙе айырып алыусы булыуын белһәгеҙ, һеҙгә шул еткән”, — тип өйрәткән пәйғәмбәребеҙ
     Мосолман хәрәмдән һаҡлана. Хәрәм менән хәләл араһында себен кеүек мәж килеп әллә күпме бәләләр, ауырыуҙар ятҡаны тураһында ла уйлана белә.
     Үҙенең бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ әйткән: "Кешенең иман тип аталған оло хазинаһы күктә, бик бейектә аҫылынып тора. Уны эләктереп алыу еңел түгел, шуға ла ҡарамаҫтан әҙәп эйәһе булған кешеләрҙең уға буйы етер, үрелеп ала белер, күкрәгенә ҡыҫып йөрөр һәм уны таратып, бәндәләрҙе лә, кешелекте лә бәхетле итеү өсөн мөмкинлек табыр”, — тигән.
     Яңы быуатты беҙ илдә халыҡ һанының йыл һайын миллион ярымға кәмеүе менән башлап ебәрҙек. Тыуыуҙар аҙ, үлемдәр күп. Ирҙәрҙең ғүмер оҙонлоғо 56 йәш тирәһендә тирбәлә башланы. Был иң элек эскеселек менән наркоманияға бирелеү бәләһе.
     Тарихты барлап ҡараһаң, ауылдарҙа элек һәр ғаиләлә кәм тигәндә 5-6 бала булыуына иғтибар итәһең. Кәмендә 5-6 бала булһа ла, элеккеләр һөттө шешәнән иммәгән, күкрәк һөтөн артығыраҡ күргән. Шешә имеү хәҙер бишектән алып ләхеткә тиклем һуҙыла башланы.
     Күптәр тормошонда бөгөн ул ваҡыт үткәреүҙең бер төрөнә әйләнде. Кешеләр бит хатта автобус туҡталыштарында ла ауыҙын тыйып тора белмәй — шешә имеп, баллондар өйөп, быяла ватып китә.
     Күргәнегеҙ барҙыр, хәҙер бит һыра һәм араҡы кибеттәренә: ”Алкомаркет”, ”Мең дә бер шешә” тип ҙур хәрефтәр менән яҙып ҡуя башланылыр. Араҡы кибеттәре ”Мир алко — Алко донъяһы” тип атала. Инеп ҡара, сумып ҡара! Кемдең уны күрге, кемдең инеп, шешә тотоп кемдең имеп ҡарайһы килмәҫ. Йылан ҡарашында гипноз була һәм табышы уға үҙе йүгереп килә, тиҙәр. Йәшел йылан менән дә, бәлки, шулайҙыр. Башҡаса булһа, шешә ҡабыр өсөн ирендәр яйлашып бөтөр инеме ни? Ирендәр генә түгел, күңелдәр ҙә шунан айырыла алмай бит.
     Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән: ”Паклыҡ — диндең яртыһы”, — тигән.
Борон заманда дөнъя көткәндәге ауырлыҡтар береһе — һаңғырау, икенсеһе — һуҡыр булған ике ғәрипте бергә берләштерә: бик тә дуҫ йәшәйҙәр.
     Ике дуҫтың араларын бутап, ыҙғыш тыуҙырырға тырышҡан шайтан да бер сәбәп тә алмай ғәжиз ҡалып йөрөй.
     - Эй, яуыз! Шул ике ғәриптең араларын боҙоп һуғыштыра алһаң, нәмә теләһәң, шуны бирәм, — ти ул бер яуыз кеше эргәһенә барып. |
     Ғәриптәр эргәһенә килеп, яуыз кеше ике тапҡыр һуҡырҙың яңағына сабып ебәрә лә:
     - Береһе — һиңә, икенсеһе — юлдашыңа булыр, — тип китеп тә бара.
     Яуыз һүҙҙәрен ситтән генә ишетеп ҡалған һаңғырау һуҡыр эргәһенә килә:
     - "Береһе һиңә, береһе миңә” тип ул кеше һиңә нәмә бирҙе? — ти.
     - Бер нәмә лә бирмәне, "береһе һиңә, икенсеһе иптәшеңә булыр” тип ике тапҡыр яңағыма һуғып китте, — ти һуҡыр.
     Һаңғырау ышанмай.
     - Ул биргән әйбер ҡиммәтле бер нәмәлер. Минең хакымды йәшереп ҡалдырырға теләйһең, — ти.
     Ике дуҫтың араһы боҙола.
     Пәйғәмбәребеҙ әйткән: һәр нәмәлә "Ғәҙел була белеү — динле, иманлы, тәҡүә булыуға бер сәбәп. Тәҡүәлектең урыны — Йәннәт”, — тигән.
     Тәҡүәлек ғаиләлә башлана. Әҙәп тә.
     Әсә кеше кем генә булмаһын, уның күңелендә һәр ваҡыт иманға урын булырға тейеш, — тип өйрәтә дин. Ул иман әсә ҡарынында уҡ баланың ҡанына һеңеп ҡала, ғүмер буйы уға юлдаш булып йөрөй, бәләләрҙән ҡурсалап тора.
     Әбү Һөрәйрә әйтеп ҡалдырған бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙҙең: ”Һәр төндөң һуңғы сиреге килеп еткәндә күктәрҙең иң түбәндәге ҡатынан Аллаһы Тәғәлә: ”Доға ҡылып торған, доғаларына Минең яуап биреүемде, гонаһтарынан ярлыҡауымды теләгән кешеләр бармы? Мин уларҙың доғаларына яуап бирәм,”- тип әйтеп торор?” — тигән һүҙҙәре килтерелә.
     - Эй Раббым! Һиңә мин ниндәй һүҙҙәр әйтеп доға ҡылайым? Доға һүҙҙәрен өйрәт, ” — ти Муса, ғәләйһис- сәләм.
     ”Лә Иләһә Илләл-лаһ” — «Аллаһтан башҡа Иләһе юҡ,” — тип әйт, — ти Аллаһ.
     ”Һуң бит был һүҙҙәрҙе һинең бөтә ҡолдарың әйтеп тора”, — ти Муса.
     ”Эй Муса, Әгәр ҙә ете күк һәм унда булғандар — Әлбиттә, Минең үҙемдән башҡа — Ете ер һәм ер менән күктәр араһында булғандар биҙмәндең бер яғына, ә ”Лә Иләһә Илләл-лаһ,”- тигән һүҙҙәр уның икенсе яғына һалынһа, был һүҙҙәр һалынған бизмән ауырыраҡ тартыр ине,”- тигән Аллаһ.
     Доғаның кеше тормошондағы урыны тураһында аңлата был хәҙис.
     ” Беҙҙән ниндәй ҙә булһа бер хөкөмдө ишетеп, уны түкмәй-сәсмәй башҡаларға ла илтеп еткерә белгән кешенең битенә Аллаһ нур өҫтәһен, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, -      Аллаһы Тәғәлә биргән нәсихәттәрҙең минең аша бер генә кешегә барып етеүе иң ҡиммәтле ҡыҙыл дөйәләрҙән ҡиммәтерәк”.
     Бәндәләрҙе хаҡ юлға өндәп йөрөгәндәргә, — тигән ул, — үҙенә эйәргәндәрҙең бөтәһенә лә бирелгән тиклем үк әжер-сауаптар бирелер, был өндәүҙәрҙе ҡабул иткәндәрҙең үҙҙәренең сауабы ла тамсы ла кәметелмәҫ ”.
     ” Аллаһ алдында дәрәжәләре үтә лә оло булған кешеләр тураһында хәбәр бирәйемме? — тигән ул, — Улар пәйғәмбәрҙәр ҙә, шәһидтар ҙа түгел, әммә Ҡиәмәт көнөндә уларҙың Аллаһ хозурындағы урынына пәйғәмбәрҙәр ҙә, шәһидтар ҙа көнләшеп кенә ҡарар...”
     - Эй, Аллаһ илсеһе, улар ниндәй кешеләр һуң? — тиҙәр сәхәбәләр.
     - Улар, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — үҙҙәренең Раббыларына, Аллаһы Тәғәләлә Аллаһтың үҙендә бәндәләргә йәки үҙ ҡолдарына ҡарата һөйөү хисе артыуына сәбәп булған кешеләр.
     - Эй, Аллаһ илсеһе! Кешеләр күңелендә Аллаһҡа һөйөү тәрбиәләү юлдары тураһында аңлашыла, ә бына бәндәләрҙең Аллаһты үҙе һөйә башлауына нисек итеп өлгәшеп була? — тиҙәр сәхәбәләр.
     - Кешеләрҙе Аллаһ ризалығына лайыҡ булырлыҡ эштәр эшләп кенә торорға өндәй белеп өндәү, Аллаһ тыйғандарҙан тыйылырға саҡыра белеп саҡырыу юлы менән, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм.
     - Аллаһ менән ант итеп әйтәм: һеҙҙең һәр берегеҙ бәндәләрҙе игелеккә генә өндәп торорға тейеш, башҡаса булғанда Аллаһтан һеҙгә әллә ниндәй ғазап һәм михнәттәр килер ҙә, шул саҡта гонаһтарығыҙҙан тәүбә итеп күпме генә доға ҡылып торһағыҙ ҙа, уларҙың ҡабул булмай ҡалыуы бар, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис- сәләм.
     Риүәйәттәргә ҡарағанда бер ваҡыт ул мәсет мөнбәренә күтәрелеп: ”Был кешеләр менән нимә булды? Күршеләре менән улар кәңәшләшеп бармай, белгәндәрен өйрәтмәй, хаҡ юл табыуҙа ярҙам итмәй, динебеҙ ҡабул итмәгән нәмәләрҙән ҡурсалап ҡала белмәй; белмәгәндәрен өйрәнергә теләмәй, һорауҙар биреп, аҡыллыраҡ та зирәгерәк тә булыу юлдарын эҙләмәй”, — ти. һәм Ҡөрьәндең: ”Аллаһ нәсихәттәренә ҡолаҡ һалмағандары, уларҙы тыңлап бармағандары, енәйәткә бирелеүҙәре сәбәпле Исрааил балалары Дауыт һәм Мәрьйәм улы Ғайса теле менән ләғнәт ителде”, — тигән аятын уҡый.
     Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән: ” Бәндәләрҙән берәү ауырып китер булһа, уның аһ-зарҙарын тыңлап килеү өсөн Аллаһ үҙенең ике фәрештәһен ебәрер икән, тигән. Әгәр ҙә ауырыу сабырлыҡ күрһәтеп, Аллаһты маҡтау- ололауҙар менән Уның исемен телгә алып ҡына торһа, уның был һүҙҙәрен фәрештәләр Аллаһ хозурына илтеп еткерер. Әлбиттә, быны Аллаһ үҙе лә белеп тора. Фәрештәләрҙе Ул бәндәнең ғәмәлдәренә геүаһ булһын тип кенә ебәрә. Шул ваҡыт Аллаһ әйтер: ”Әгәр ҙә был ҡоломдоң йәнен алһам — ул Йәннәт әһеле булырға лайыҡ, сәләмәтлек бирһәм, тәнен элеккенән дә яҡшыраҡ тән, ҡанын элеккенән дә яҡшыраҡ ҡан менән алмаштырыу булыр. Уның — гонаһтары ярлыҡанырға лайыҡ”, — тиер.
     Аллаһтың һынауҙары менән килгән әрнеүҙәрҙә Уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ әжер-сауаптары ятыуына бер ишара бирә был хәҙис.
     Мәүләнә Джәләлетдин Руми өйрәткән: ” Үҙенән ҡурҡа белһендәр, баш бирмәй йөрөмәһендәр тип Аллаһ бөтә нәмәне белеп тороуы хаҡында бәндәләргә хәбәр бирә. Насар һүҙҙәр әйтергә теләгәндә ирендәр йомолоп ҡалһын, яуызлыҡтар йәшеренеп кенә лә эшләнмәһен, ти.
     Аллаһ теләгәндәр генә бойомға аша, Аллаһтың теләге булмағандарҙы бәндә эшләй алмай. Мосолманлың һәр ғәмәленә ”Иншәъ Аллаһ” — Аллаһ теләһә! — тигән ниәттәр һалып ҡуйылған. ”Аллаһ теләһә, эшем эш булыр”, — тип ул эшен башлай, ”Аллаһ теләһә, юлым уң булыр”, — тип сәфәр сыға.
     Бер ваҡыт бәҙәүи ғәрәптәрҙән бер төркөм пәйғәмбәребеҙгә килеп, бер нисә һорау менән мөрәжәғәт итә. ” Кисен йәки төндә был һорауға яуап бирергә ярҙам итерлек аяттар килер әле”, — тигән өмөт менән пәйғәмбәребеҙ: ”Иртәгә килерһегеҙ, яуап бирермен”, — тип уларҙы ҡайтарып ебәрә. ”Иншәъ Аллаһ” — Аллаһ теләһә, тип әйтергә онота.
     Ғәрәптәргә яуап бирә алмай пәйғәмбәр.
     Байтаҡ көндәр буйы аяттар килмәй тора. Шунан һуң ғына: ”Иншәъ Аллаһ” — Аллаһ теләһә, — тип әйтмәй тороп бер эште лә иртәгәгә ҡалдырма. Аллаһ теләһә, эшләрмен, — тиң. Әгәр ҙә ”Иншәъ Аллаһ — тип әйтергә онотһаң, иҫеңә төшөү менән уны әйтеп ҡуй”, — тигән аяттар инә. ”Әл-Кәһф”,»Мәмерйә эйәләре” сүрәһе, 23-24 — нсе аяттар.
     Кешенең ихтыяры, тимәк, Аллаһ теләге менән сикләнгән. Көсө лә камил түгел, теләгәненә һәр ваҡыт өлгәшеп кенә лә тора алмай. Алда әллә ниндәй ҡаршылыҡтар осрау ихтималы бар. Ундай хәлдәргә юлыҡмаҫ өсөн изгеләр ҙә һәр ваҡыт: ”Иншәъ Аллаһ!” — тип эшен башлай торған була. Был инде Аллаһтың ихтыяр көсөн таныу була.
     Бөтә ҡәрҙәштәре менән бергә атаһы ла килеп еткәс, Йософ та бит уларға: ”Иншәъ Аллаһ!” — Аллаға тапшырып, именлек менән Мысырға инегеҙ! — ти. «Йософ” сүрәһе, 99 — нсы аят.
     Хызырға, ғәләйһис-сәләм, әйтте Муса: ”Иншәъ Аллаһ!” Минең сабыр кешеләрҙән булыуыма ышанырһың”, — тине. ”Әл-Кәһф”,”Мәмерйә” сүрәһе, 69 — нсы аят.
     Мусаның үҙенә лә Шөғәйеп: ”Иншәъ Аллаһ! һин минең игелекле кеше булыуымды аңларһың”, — тине. ”Әл-Ҡасас”,”Хикәйә” сүрәһе,27 — нсе аят.
     Бер ваҡыт бер кешегә Имам Садыҡ үҙенең теләктәрен белдереп хат яҙырға ҡуша. Яҙылған хатҡа күҙ йүгертеп сыҡҡас ул, хатта ”Иншәъ Аллаһ! — тигән һүҙҙәр булмауына иғтибар итә: ”Үҙең теләгәндәргә ышанысың бармы? Булһа, ул ҡайҙан килә?”- ти.
     Изгеләр нәсихәте.
     Динде Ислам бәндәләргә көсләп таҡмай, кешегә көсләп таҡҡан иманды иман тип тә булмай.
     ” Диндә көсләүгә урын юҡ. Хаҡ юл ялғандан айырылды. Әгәр ҙә берәү поттарға табынмай Аллаһуға ғына инанһа, өҙөлөү тигәнде белмәгән ныҡлы бер епкә тотонған була. Аллаһ Ул — бөтәһен дә Ишетеүсе һәм Күреп — белеп тороусы.
     Аллаһ Ул — иман килтергәндәрҙең генә яҡлаусыһы. Уларҙы Ул ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа — нурға алып сыға. Иманы булмағандар урыны — Йәһәннәм. Улар унда мәңге ҡаласаҡ”. ”Әл-Бәҡара”,”Һыйыр” сүрәһе, 256-257- се аят.
     ”Эй, Мөхәммәд! Үҙеңдең өммәтеңдәгеләргә әйт: ”Хаҡикәт — Раббығыҙҙың үҙенән. Теләге булған кеше уға инанһын, теләге булмаһа — инанмаһын. Инана белмәгәндәргә Беҙ сатыр кеүек ҡаплап алған Йәһәннәм уты әҙерләнек. Әгәр улар ярҙам һораһалар, һыуҙың биттәрҙе өтөп ала торған метал иретмәһенә оҡшағаны һибелер. Эсемлектең был бик тә насары, урындың үтә лә әшәкеһе”. ”Әл-Кәһф”,”Мәмерйә” сүрәһе, 29 — нсы аят.
     Пәйғәмбәр өсөн дә, тимәк, бәндәләрҙең үҙҙәре өсөн дә был — Аллаһтан килгән хаҡикәт. Теләгән кеше уны ҡабул итә, теләмәгән кеше унан баш тарта.
     ”Аллаһ ихтыяры” — Үҙе яралтып бар иткән донъяға юғарынан төшөрөлгән бойороу. Был бойороуҙарҙы үтәүҙә, тимәк, бәнлдәнең дә үҙ ихтыяры бар. Үҙенә кәрәк тип тапҡанды кеше үҙе һайлай. Әммә һайлаған юлы яңылышыу булһа ла, язаһы уға шул мәлендә үк бирелеп бармай.
     Диндең төп маҡсаты — бәндәлә игелек, игелеккә ҡоролған киң күңеллелек, рухи камиллыҡ, әҙәп-әхлаҡ кеүек күркәм һыҙаттар тәрбиәләү.
     Аллаһтың барлығын онотмаһын кеше.
     »Фатиманың Аллаһ хөрмәтенә әйтеп кенә торған тәсбихәте минең өсөн меңдәрсә рәҡәғәттән һөйкөмлөрәк”, — тигән имам Садыҡ.
     Тәсбихәт — бәндәнең 34 тапҡыр ”Аллаһу Әкбәр” — Аллаһ бөйөк”, 33 тапҡыр ”Әл-хәмдү-лил-ләһ! — Аллаһуға маҡтау-ололауҙар булһын”, 33 тапҡыр Сүбхәнәл-лаһ! — Аллаһуға дан”, — тигән һүҙҙәр.
     - Көн һайын 30 тапҡыр ҡабатлап Үҙен зекер итеп кенә торған кешене Аллаһы Тәғәлә етмеш төрлө бәләнән ҡотҡарыр. Был бәләләрҙең иң кесеһе — фәҡирлек”, — тигән имам Садыҡ.
     Үҙ өммәтенә пәйғәмбәрҙәр Аллаһ тарафынан тапшырылған хаҡикәттәрҙе алып килә. Уларҙың тормошо, халыҡ алдында һөйләп йөрөгән вәғәздәре, ҡылған ғәмәлдәре, әҙәбе — бөтәһе лә Аллаһтан.
                           ”Дин ул – нәсихәт”, Сәләх Суҡбаев, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтулла