Йөҙгә матурлыҡ кәрәкме?
     Бер ҡатын бик иләмһеҙ ир менән ғүмер кисерә. Урамда улар үтеп киткәс, кешеләр: «Эй, меҫкен ҡатын, ғүмерен әрәм итә... » – тиҙәр, ә ысынын да бындай хәлдәр ирле-ҡатынлы мосолмандар өсөн нисек һуң?
     Шундай хикәйәт һөйләнә. Бер әҙәм бер мәле ире менән йөрөгән ҡатынды күрҙе: ҡатыны бик матур, әммә ире бик иләмһеҙ: бөкөрө, шаҙра битле, ҡиәфәтһеҙ әҙәм ине. Әлеге әҙәм ҡатындан һораны: «Әй, һеңлекәш, һиң үҙең бик матур, әммә ирең бик йәмһеҙ икән. Ул ир менән нисек риза булып йәшәйһең?». Ҡатын яуап итеп: «Әй, ағай, матур матур булып күренмәй, һөйгән матур булып күренә. Уның төҫө йәмһеҙ булһа ла, Аллаһ Тәғәлә менән уның араһы яҡындыр. Шуның өсөн Аллаһ Тәғәлә мине уға сауаб итеп бирҙе. Әммә минең менән Аллаһ Тәғәлә араһы йыраҡтыр. Шуның өсөн, минең гонаһыма күрә, уны Аллаһ Тәғәлә миңә ғазап итеп ебәрҙе. Ул минем матурлығыма шөкөр ҡыла. Мин уның иләмһеҙлегенә сабыр итәмен, Аллаһ Тәғәлә вәғәҙәһе буйынса. Шөкөр итеүселәр урыны – ожмаҡтыр», — тине.

     Әйе, Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә:
                                                                              إِنَّ فِي ذَلِكَ لَآيَاتٍ لِّكُلِّ صَبَّارٍ شَكُورٍ
     «... иннә фии ҙәәликә лә'әәйәәтил-ликүлли саббәәриң шәкуур».
     «... Ысынлап та шөкөр иткән һәр берәүгә бында аяттар бар! – тинек». – тип әйтә. Ибраһим сүрәһе, 14/5
     Был донъяға һәр әҙәм Аллаһ Тәғәлә тәҡдире менән бирелгән аҡыл, йөҙ һәм тән ҡиәфәтендә тыуа. Шөкөр итәйек Аллаһ Тәғәләгә, беҙҙе ошо әлеге торошта барлыҡҡа килтергәнгә, рәхмәт әйтәйек Аллаһҡа ошо һынау өсөн йәшәү биреп ебәргәненә, һәм ғүмеребеҙҙең аҙағына өмөт итәйек йәннәтен.
     Әй, кешеләр, шөкөр итегеҙ, һеҙ бит кемдер һымаҡ ғәрип булып тыумағанығыҙ, аяҡ-ҡулдар теүәл булғанына, күҙһеҙ, телһеҙ һәм һуҡыр булмағанға! Кемдер аяғы булмағанға йөрөй алмай, кемдер ҡулы булмағанға ашай алмай, кемдер ауырый ғүмер буйы, кемдер ята түшәктә йылдар буйы, кемгәлер ҡайғы иреште, кемдер китте был донъянан... Аллаһынан риза булығыҙ! Уның ризалығы өсөн йәшәгеҙ!

                                                                        لَقَدْ خَلَقْنَا الْإِنسَانَ فِي أَحْسَنِ تَقْوِيمٍ

    «Ләҡад халәҡнәл-иңсәәнә фии әхсәни тәҡүиим»

    «Беҙ кешене иң яҡшы сүрәткә килтереп яраттыҡ» (Әт-Тин сүрәһе, 95/4) — тип әйтә Аллаһ Тәғәлә — Кешегә аҡыл биреп, тел, төрлө һәләттәр һәм әхләҡ биреп, парлы итеп. Уның яратыуың хикмәте беҙҙе матур итеүҙә түгел, ә бөтә һынауҙар аша үтеп рухи байлыҡҡа эйә булһындар өсөндөр. Йөҙ-ҡиәфәттәребеҙ йәннәттә былайҙа күркәм буласаҡ, әлегә ошо ер тормошо менән ҡәнәғәтләнәйек.

     Аллаһ Тәғәлә биргән тәҡдиргә риза булып ирҙәр әллә ни үҙ йөҙ-ҡиәфәттәренә иғтибар итмәй, булғанына риза. Ә ҡатын-ҡыҙ менән был яҡтар икенсе төрлөрәк. Ҡатын-ҡыҙҙың, матур йәки йәмһеҙ булыуы уның үҙенә генә бәйле түгел шул. Матурлыҡ та, килбәтһеҙлек тә ҡатын-ҡыҙға тыумыштан уҡ бирелә торған сифаттар. Исламда төп үлсәү инсандың «сүрәте» түгел, ә бәлки уның «сирәте»лер (рухи донъяһы). Шул сәбәпле динебеҙ ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы матурлығына ҙур әһәмиәт бирмәй, уның эске доньяһының гүзәллеген һәм камиллеген күркәм күрә. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарҙа (мосолман булмағандарҙан), киреһенсә, ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы ҡиәфәтенә өҫтөнлөк бирелә, рухи донъя, кешелек сифаттары иҫәпкә алынмай. Мосолман донъяһына макияж тигән нәмә, йәғни һыланыу-буяныу тап бына Көнбайыш иленән килгән.
     Шулай ҙа Ислам ҡатын-ҡыҙҙың тыумыштан килеүсе йөҙ-ҡиәфәтен, тәбиғи сафлығын һаҡлауҙы әмер итә, ысын матурлыҡты әхлаҡлылыҡта, ғаиләгә тоғролоҡта күрә. Биҙәнеү һәм буяныу, кейенеү-яһаныу иһә рия, ике йөҙлөлөк ғәләмәте һанала. Хаҡ мосолман булған ҡатын-ҡыҙ өлөшөнә тигән яҙмышының хаталар ебәреү өсөн бирелмәгәнен белә. Үҙенә бәхет-шатлыҡ ирешһә, ул Аллаһыға шөкөр итергә ашыға. Бәхетһеҙлек килһә сабырлыҡ һәм түҙемлек күрһәтә. Шундай ныҡ иманлы булыу арҡаһында төрлө бәхетһеҙлектәргә, бәлә-ҡазаларға ҡаршы тора. Дүрт балаһының да үлеү хәбәрен алғас, Хәнсә исемле бер ғәрәп ҡатыны: «Уларҙы дин өсөн шаһит итеп мине хөрмәтләгән Аллаһыға маҡтау булһын. Аллаһ Тәғәләнән мине уларға ҡушылдырыуымды һорайым», тигән. Аллаһ Тәғәлә әйткән:

 ِ                                                                                     نَّمَا يُوَفَّى الصَّابِرُونَ أَجْرَهُم بِغَيْرِ حِسَابٍ

      «...иннәмәә йүүәффәс-саабируунә әджраһүм биғайри хисәәб»

     «Сабырҙарға хисапһыҙ әжер бирәләсәк». «Зүмәр» сүрәһе 39/10
     Бер хәҙистә әйтелгән: «Аллаһ һеҙҙең йөҙөгөҙгә, тышҡы ҡиәфәтегеҙгә ҡарамаҫ. Эске доньяға, йәғни йөрәгеҙгә (йөрәк күңеленә) һәм ғәмәлдәрегеҙгә ҡарар. Шулай булғас, иң элек йөрәгеҙҙе, күңелегеҙҙе паҡлағыҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе матурлағыҙ, тышҡы матурлыҡҡа артыҡ иғтибар итмәгеҙ», — тип әйткән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм.
     Имам Әхмәд Әнәс, Аллаһ унан риза булһын, бер хәҙисте риүәйәт итә: «Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең Заһир исемле бәҙәүи ҡәбиләһенән бер танышы бар ине. Ҡиәфәте йәмһеҙ, ҡотһоҙ булыуына ҡарамаҫтан. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм уны бик яҡын дуҫ итеп күрә ине. Бер көндө был кеше әллә нимәлер һатып торғанда Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм уны күреп ҡалды ла һәм Заһир уны күрмәҫлек итеп артынан килеп ҡосаҡлап алды. Заһир: «Ебәр мине! Кем һин?» — тип ҡысҡырҙы, боролғас Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмде күрә һәм арҡаһы менән тағы ла нығыраҡ уға һыйына. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм иһә: «Был ҡолдо кем ала?» тип ҡысҡыра. Заһир был һүҙҙәрҙе ишеткәс: «Йә Рәсүлүллаһ! Аллаһ менән ант итәм, минең үтемһеҙ, һатыла алмай торған тауар булыуымды күрерһең!». Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм быға яуап итеп: «Әммә Аллаһ Тәғәлә алдында һин ундай түгел (икенсе төрлө әйткәндә: «Әммә Аллаһ Тәғәлә алдындағы баһаң бик ҙур»)».
     Шуға ла беҙ кешеләрҙең тышҡы ҡиәфәтенән алданмай эске ҡиәфәттәренә ҡарайыҡ. Шәхси яҡтан камил, әҙәпле, алсаҡ, һөйкөмлө, баҫылҡы, күркәм холоҡло кешеләр менән аралашыу хәйерле. Үҙ холҡоңды белер өсөн дуҫындың холҡона ҡара тигәндәр. Шуға ла дуҫтарҙы ла һайлар кәрәк. Саф мосолманға бигерәк тә мөһим булған сифаттар тыйнаҡлыҡ, ябайлыҡ, тәбиғилек керә. Тәкәбберлек, үҙ-үҙеңде өҫтөн ҡуйыу һис тә ҡабул ителмәй, сөнки кешеләрҙең бер-береһе алдында өҫтөнлөгө юҡ, улар изгелекле һәм зирәк аҡыллы булыуҙары менә генә айырылалар. Шунлыҡтан маһайыу, маҡтаныу, айырылып тороу өсөн кейгән кейемдәр дөрөҫ түгел.
     Бына әле лә хәҙрәт Ғәли әфәндебеҙҙең һүҙҙәре әлегә тиклем ҡиммәтен юғалтмаған. Ул былай тигән:
     - Өҫкө кейем-һалым, матди мөмкинлек һәм тышҡы гүзәлек менән барлыҡҡа килгән матурлыҡ матурлыҡ түгел. Ысын матурлыҡ — әхләҡ һәм ғәмәл матурлығылыр.
     Үрнәк әхлаҡ, тыйнаҡлыҡ, үҙ-үҙеңде әҙәпле тотоу кеүек сифаттар менән биҙәлгән кешеләрҙең матурлығы олоғайғас та бөтмәй. Йәш ваҡытта төҫ-ҡиәфәт ниндәй генә матур һәм һоҡландырғыс булмаһын, ғүмер үтеп китеү менән, ул юҡҡа сыға. Әгәр кеше үҙенең баһаһын бары тик сибәрлектә генә күрә икән, ҡартайғас, ул үҙен бер насар кеше итеп һанай башлай, шул рәүешле рухи ҡәнәғәтһеҙлек кисерә. Әммә, мин ҡартайҙым, кәкерәйҙем, йөҙҙәрем шырыш, күҙҙәремдең төҫө киткән, тән кипкән, матурлығым һәм көсөм юҡ һәм башҡаһы тип ҡайғырырға ярамай. Был да әлеге беҙҙең һынауҙың дауамы ғына. Аллаһ Тәғәлә беҙгә ғүмерҙең дауамын биреп, ауырыуҙар биреп шуға шөкөр итмәҫтәрме, тип әйтәлер. Шуға ла ошо биргән һәм ҡалған ғүмеренә шөкөр итеп тәсбихтәр тартайыҡ.
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм эргәһенә бер әбей килә лә һәм шулай тип һорай: «Йә Рәсүлүллаһ! Аллаһы Тәғәләнән һора, мине йәннәткә индерһен». Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм шаяртып: «Ҡарсыҡтар йәннәткә инмәй», — тип әйтә. Был әбей китеп бармаҡсы була, Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм дауам итеп: «Әй, ҡарсыҡ, әбейҙәр йәннәткә инә алмай, сөнки Аллаһы Тәғәлә:
                                                                                                    فَجَعَلْنَاهُنَّ أَبْكَارًا
     «Фәджәғәлнәәһүннә әбкәәраа» «Ваҡиға» сүрәһе, 56/36
     «Уларҙы йәш ҡыҙҙар ҡылдыҡ», — тип әйтте (йәғни йәннәткә йәш, матур булып инерҙәр)», — тигән. Бына ошонан сығып, Ҡиәмәт көнөнән һуң йәш, матур көйө кемдер йәннәткә, ә кемдер йәһәннәмгә юл тотор.
     Вәғәҙебеҙҙе йәнә бер хәҙис менән тамалайыҡ. «Аллаһ һеҙҙең кәүҙәгеҙгә һәм төҫ-ҡиәфәтегеҙгә түгел, ә бәлки ғәмәлдәрегеҙгә һәм йөрәктәрегеҙгә ҡарар».
     Шулай булғас, беҙ ҙә етешмәгән яҡтарыбыҙҙы төҙәтергә, матурландырырға тырышайыҡ, балаларыбыҙға күркәм тәрбиә, яҡшы холоҡ бирәйек. Аллаһ Тәғәләнең ризалығын алырлыҡ иттереп ғәмәлдәр ҡылырға, ихлас диндә булайыҡ. Ваҡытлы, уҙып китә торған нәмәләргә алданмайыҡ. Аллаһ Тәғәлә тәнебеҙгә – сабырлыҡ, телебеҙгә – зекер, күңелебеҙгә – баҫалҡылыҡ биреп, ҡолаҡтарыбыҙға Ҡөръән тауыштарын ишеттереп, бар мосолмандарға ярлыҡау насип итһен.
     «Аллааһүммәғфир лии үә ләһүү үә лил-мөьминиинә үәл-мөьминәәт». «Аллаһым! Мине һәм ҡатындарҙан, ирҙәрҙән булған мосолмандарҙы ғәфү ит!».