Изгелек ҡылығыҙ
     Изгелек – ул һәр хәйерле, яҡшы эш-ғәмәл, кемгәлер хәлендә килгәнсә ярҙам итеү, насарлыҡтан тыйылыу, тормошобыҙҙың күркәм әҙәп-әхләҡ сифаты. Кешеләргә изгелек ҡылыусы зат – ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белгән кеше. Игелекле булыу ул – иманлы, мәрхәмәтле, шәфҡәтле, әхләҡле булыу, сабыр ғына һөйләшеү, мөләйем, ярҙамсыл булыу. Был сифаттар беҙгә борон-борондан халҡыбыҙҙың мираҫы булып ҡалған. Ғөмүмән, беҙ әҙәп һаҡларға, инсафлы, намыҫлы булырға, атай-әсәй хаҡын хаҡтарға тейешбеҙ. Был үҙе үк игелеклелекте күрһәтә.    Тормошобыҙҙың ыңғай сифаттары: игелекле булыу, кеше хәленә инә белеү, ситтәр хәсрәтенә һөйөнмәү, һәм изгелек ҡылыуҙа дәрәжәһенә ҡарап һайланмаҫ кәрәк.
     Үҙен мосолманға һанаған кеше бик бәләкәй булып тойолған яҡшылыҡты эшләүгә лә кәмһенеп ҡарарға тейеш түгел. Изгелектең ниндәй генә ҙурлыҡта булыуына, миҡдарына ҡарамаҫтан, уны эшләргә ашығырға кәрәк.

     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһи үәссәләм үҙенең бер хәҙисендә:
                                                                               “ كل مَعروف صدقة “
     "Һәр бер изге эш саҙаҡа" – тине. (Бохари риүәйәте).
     Ошо хәҙистән аңлашылғанса, ҙур изгелекме йәки бәләкәйме, уның өсөн саҙаҡаға аҡса биргән кеүек әжер сауабы буласаҡ. Ошо хәҙискә таянып беҙ яҡшы ғәмәлдәр ҡылғанда ваҡланып тормаҫҡа, «был бәләкәй генә ғәмәлдән бер ниндәй файҙа булмаҫ», тип икеләнмәҫкә, ә киреһенсә, хәлебеҙҙән килгәнсә һәр бер изге ғәмәлде эшләп ҡалырға тырышайыҡ. Әгәр тормошобыҙҙың яҡты булыуын теләһәк, изгелек ҡылайыҡ. Изгелек тормошобоҙға нур һәм бәрәкәт алып килер.
     Изгелеккә – асҡыс, яуызлыҡҡа – йоҙаҡ – ул Ислам диненә саҡырыу һәм уға тоғро хеҙмәт итеү, ихлас күңелебеҙ менән диндә булыу. Был ике ғәмәл – хаҡ, улар өсөн кеше ҙур әжер ала һәм Аллаһтың рәхмәтенә ирешә. Шуға ла Аллаһ беҙҙе был тура юлдан яҙҙырмаһын.
     Кеше үҙе өсөн дә йәки башҡа кеше өсөн ҡылған изге ғәмәлдәре өсөн әжер-сауап аласаҡ. Бер кеше барлыҡ изгелекте эштәрҙе үҙе генә башҡарып сыға алмаҫҡа мөмкин. Бының сәбәбе кешелә булған кәмселектәр, ә ҡайһы ваҡыт уның мөмкинлектәренең сикләнгән булыуы. Хаҡ мосолман үҙенең белемен, тормош тәжрибәһен, дәрәжәһен, мөлкәтен ҡулланып, башҡаларға изге ғәмәлдәрҙе ҡылыу юлдарын аса. Шулай итеп, ул иң изге ғәмәлдәр ҡылыусы кеше кеүек үк, инша Аллаһ, әжер-сауаптарын аласаҡ.
     Аллаһ Тәғәлә «Ер тетрәү» сүрәһендә:
                                                                                فَمَن يَعْمَلْ مِثْقَالَ ذَرَّةٍ خَيْرًا يَرَهُ
     «Фәмәй-йәғмәл миҫҡааалә ҙарратин хайрай-йәраһ».
     "Кемдер саң бөртөгө хәтле генә изгелек ҡылған булһа ла, уны күрәсәк" – тигән. Йәғни ул ғәмәле юҡҡа сыҡмай, әжер-сауабы буласаҡ. Ниндәй генә яҡшы, изге эш ҡылһаҡ та, иң мөһиме уны ихласлыҡ менән башҡарыр кәрәк. Барлыҡ ғәмәлдәребеҙҙә дә ихлас булып ҡалыу. Бөтә ғәмәлде ҙә бары тик Аллаһ ризалығы өсөн генә эшләргә кәрәк. Юғиһә беҙҙең эшләгән ғәмәлебеҙ ҡабул булмаҫҡа мөмкин. Беҙ үҙебеҙгә һәр көндә хисап ҡылып торорға тейешбеҙ. Бөгөн Аллаһ минән риза булырлыҡ ниндәй изге ғәмәлдәр ҡылдым икән тип, уйланыр кәрәк. Ҡылған ғәмәлдәребеҙҙә риянан (кеше күрһен өсөн, показуханан) булмаһын.
     Аллаһ Тәғәлә беҙҙе был донъяға һынау өсөн ебәргәнен онотмайыҡ. Был донъяла изгелеккә һәм яуызлыҡҡа алып бара торған юлдар һәр ваҡыт булған, улар әле лә бар. Иманлы кешеләргә изгелектәрҙең ҡапҡаларын асыу һәм яуызлыҡтарҙың ҡапҡаларын ябыу вазифаһы йөкләнгән. Иманлылар был донъяла изгелектәргә алып бара торған юлдарҙы күрһәтергә һәм төрлө яуызлыҡты тыйырға тырышырға тейештәр.
     Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошта киреһенсә лә була, кемгәлер изгелек эшләү ҡулынан килмәй ул. Ә насарлыҡты бик тиҙ эшләп була, уның өсөн хатта уйларға ла кәрәкмәй. Шулайтып ҡайһы берәүҙәр яуызлыҡтың асҡысы, ә изгелектең йоҙағы булалар. Һис шикһеҙ, улар башҡаларға насарлыҡҡа алып бара торған юлдарҙы күрһәткән өсөн, шул кешеләрҙең гонаһтарын да үҙҙәренә алалар.
     Бөйөк Раббыбыҙ Үҙенең Ҡөръән Кәрим китабында:
مَّن يَشْفَعْ شَفَاعَةً حَسَنَةً يَكُن لَّهُ نَصِيبٌ مِّنْهَا وَمَن يَشْفَعْ شَفَاعَةً سَيِّئَةً يَكُن لَّهُ كِفْلٌ مِّنْهَا وَكَانَ اللّهُ عَلَى كُلِّ شَيْءٍ مُّقِيتًا
     «Мәй-йәшфәғ шәфәәғәтән хәсәнәтәй йәкүл-ләһү нәсыиибүм-минһәә үә мәй-йәшфәғ шәфәәғәтәң сәййи'әтәй-йәкүл-ләһү киф-лүм-минһәә үә кәәнәл-лааһу ғәләә күлли шәй'им-мүкиитәә».
     “Кем берәр изгелеккә аралашсы булһа, ул эштән уға ла өлөш (сауаб) сығар. Кем яманлыҡ ҡылыусыға аралашлыҡ итһә, уның да өлөшө шул яманлыҡтан булыр. Аллаһ һәр нәмәгә ҡөҙрәтле". «Ниса» сүрәһе 85-се аят.
     Ҡөръән аяттарынан аңлашылғанса, изгелек ҡылыусылар һанын арттырырға, яманлыҡ ҡылыусыларҙың һанын кәметергә Аллаһы Сүбханә үә Тәғәлә насип итһә ине. Арабыҙҙа яуыз кешеләр ҙә осрамай түгел, беҙ уларҙы ситләтеп үтергә тейешбеҙ.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм хәҙрәттәре бер хәҙисендә: “Кешеләр араһында изгелеккә – асҡыс, яуызлыҡҡа – йоҙаҡ булыусылар бар һәм киреһе лә етәрлек. Аллаһ Тәғәлә тарафынан изге эш ҡылырға асҡыс бирелгәндәргә ниндәй бәхет! Аллаһ Тәғәлә тарафынан яуызлыҡ ҡылырға асҡыс бирелгәндәргә ниндәй бәхетһеҙлек!"– тигән (Ибн Мәджә).
     Изгелек – ул Аллаһ риза булған ғәмәл, ә яуызлыҡ – ул Аллаһтың асыуын килтереүсе һәм Ул тыйған ғәмәл. Әгәр Аллаһы Тәғәлә берәр бәндәһенә рәхмәтен бирергә теләһә, ул уны изгелек ҡылыусы итә. Шундай кешене күргәндә, изгелектәр тураһында уйлаһың. Ул һәр ваҡыт үҙе менән изгелек алып килә, яҡшылыҡ тураһында ғына һөйләй. Уның күңеле изгелектә, һәм башҡалар изгелекле эштәр башҡарғанда, ул даими сәбәбсе булып тора. Йәнәшәлә тороусыларға ла үрнәк. Яманлыҡҡа өндәүсе кешенең күңеле һәр ваҡыт яуызлыҡта, шуға күрә ул даими насарлыҡ тураһында уйлай һәм һөйләй, яман эштәрҙе башҡарырға ярҙам итә, үҙе булған ерҙә башҡаларға яуызлыҡ килтерә. Насарлыҡ килтереүсе һәр ваҡыт башҡалар өсөн яфа булып тора, шуға күрә уның менән дуҫ булыу – һәләкәткә килтерә, ә изгелек ҡылыусы менән юлдаш булыу – кешене бәхетле итә.
     Изгелектән дә өҫтөн булырға ярамай, бер эшкә лә ҙур түгел тип ҡарамай. Пәйғәмбәребеҙ: «Һис бер төрлө изгелекте кәмһетмәгеҙ. Ҡойонан үҙең өсөн күтәргән һыуҙы башҡаның силәгенә һалыу, ҡәрҙәшең менән йылмайып һөйләшеү кеүек изгелеккә лә еңел ҡарама», — тине. (Әхмәт риүәйәте).
     Был хаҡта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһи үәс-сәләм икенсе бер хәҙисендә:
                                           “ لا تحقرنَّ من المعروف شيئا, و لو أن تلقي أخاك بوجهٍ طلْقٍ”
     "Бер изге ғәмәлгә лә кәмһенеп ҡарамағыҙ, хатта ҡәрҙәшеңде асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыуға ла" – тип әйткән. (Мөслим риүәйәте).
     Бына шулай ҡәрҙәшеңә йылмайыу ҙа, уны асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыу ҙа, ҡул биреп күрешеү ҙә, йылы һүҙҙәр әйтеүҙә изге ғәмәлдәрҙән һанала. Бына ниндәй еңел ғәмәлдәр. Уныһы да беҙ ҡайһы бер ваҡытта эшләргә лә ялҡауланабыҙ, һаранланабыҙ, күңелебеҙҙе асмайбыҙ. Ана шулай беҙ үҙебеҙҙе әжер-сауаптан мәхрүм ҡалдырабыҙ.
     Изгелекте күңел киңлеге менән эшләү хәйерле, рәхмәт әйтеп, кеше алдында маҡтаһындар өсөн түгел. Әлбиттә уларҙың ихлас рәхмәте доға һымаҡ Аллаһҡа барып етәсәк. «Бер рәхмәт, мең бәләнән ҡотҡара», «Изгелек ерҙә ятмай» – ти, халыҡ мәҡәлендә. Изгелектә Аллаһының рәхмәте, бәрәкәте бар, Мөхәммәд салләллаһу ғәләйһи сәлләм әйткән: «Раббыларына иң рәхмәтле булыусылар — кешеләргә (ҡайһы милләт һәм дин вәкиле булыуҙарына ҡарамаҫтан) үҙе рәхмәтле булыусылар».
                                           فَآتَاهُمُ اللَّهُ ثَوَابَ الدُّنْيَا وَحُسْنَ ثَوَابِ الْآخِرَةِ وَاللَّهُ يُحِبُّ الْمُحْسِنِينَ
     «Фә'әәтәәһүмүл-лааһу ҫәүәәбәд-дүнйәә үә хүснә ҫәүәәбил-әәхыирати үәл-лааһу йүхиббүл-мүхсиниин».
     «Аллаһы уларға (ярҙам, еңеү һәм ғәнимәт кеүек) донъя сауабын, һәм күркәм Ахирәт сауабын (мәғфирәт һәм йәннәтте лә) бирҙе. Аллаһы игелек ҡылыусыларҙы һөйә». «Әлү Ғимран / Ғимран ғәиләһе», 3:148
     Беҙҙең тормошобыҙҙа хата юлда йөрөп, ҡылған изгелеге арҡаһында һиҙәйәткә күнгән кешеләр ҙә бар. Шуға ла изгелек ҡылыусы кешеләргә «Аллаһының рәхмәте булһын» тип әйтергә кәрәк. Беҙҙең ихлас күңелдән әйткән был һүҙҙәребеҙ сәбәпле, Аллаһының рәхмәте менән, был кешеләр дингә килерҙәр. Рәсүлебеҙ салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм: «Ерҙәгеләргә (кешеләргә, хайуандарға) мәрхәмәтле бул һәм күктәгеләр һәм һиңә ҡарата мәрхәмәтле булырҙар», — тип әйткән.
     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә:
قُ أَجْرَهُم بِغَيْرِ حِسَابٍلْ يَا عِبَادِ الَّذِينَ آمَنُوا اتَّقُوا رَبَّكُمْ لِلَّذِينَ أَحْسَنُوا فِي هَذِهِ الدُّنْيَا حَسَنَةٌ وَأَرْضُ اللَّهِ وَاسِعَةٌ إِنَّمَا يُوَفَّى الصَّابِرُونَ

     «Ҡуль йәә ғибәәдил-ләҙиинә әәмәнүттәҡуу раббәкүм лил-ләҙиинә әхсәнүү фии һәәҙиһид-дүнйәә хәсәнәтүү-үә ардул-лааһи үәә-сиғәтүн иннәмәә йүүәффәс-саабируунә әджраһүм биғайри хисәәб».
     «(Рәсүлем! Минең исемдән) Әйт: «Әй, Минең иман килтергән ҡолдарым! Раббығыҙҙан ҡурҡығыҙ! Был донъяла изге эштәр ҡылған кешеләр өсөн әжер бар». «Әҙ-Ҙүмәр / Төркөмдәр», 39:10.
     Иман килтереүсе һәр кем изгелек ҡылырға тейештер. Рәсүлебеҙ салләллаһү ғәләйһи үәс-сәлләм дә: «Кем үҙен изгелектән (башҡаларға яҡшылыҡ теләүҙән, йомшаҡлыҡтан) мәхрүм ҡылһа, шул үҙен күп изгелектәрҙән мәхрүм ҡылыр», — тип әйткән.
     Һәр ваҡыт изгелек ҡылыу юлының башында пәйғәмбәрҙәр торған. Аллаһ Тәғәлә улар тураһында әйтә:
وَجَعَلْنَاهُمْ أَئِمَّةً يَهْدُونَ بِأَمْرِنَا وَأَوْحَيْنَا إِلَيْهِمْ فِعْلَ الْخَيْرَاتِ وَإِقَامَ الصَّلَاةِ وَإِيتَاء الزَّكَاةِ وَكَانُوا لَنَا عَابِدِينَ
     «Үә джәғәлнәәһүм ә'иммәтәй-йәһдүүнә би'әмринәә үә әүхәйнәә иләйһим фиғләл-хайраати үә иҡаамәс-саләәти үә иитәә'әззәкәәти үә кәәнүү ләнәә ғәәбидиин».
    “Әмеребеҙ буйынса, уларҙы тоғро юл күрһәтеүсе остаздар иттек һәм үҙҙәренә хәйерле эштәр башҡарыуҙы, намаҙ уҡыуҙы, зәкәт биреүҙе уахи иттек. Улар Беҙгә өҙлөкһөҙ ғибәҙәт ҡылыусылар булды" («Әнбийә» сүрәһе, 73-се аят).
     Барлыҡ мосолмандар, пәйғәмбәрҙәрҙән үрнәк алып, кешеләрҙе хаҡлыҡҡа, изгелеккә юнәлтергә тейеш. Намаҙ, ураҙа беҙҙең үҙебеҙ өсөн ҡылына торған изгелектәр. Ә башҡа кешеләргә ҡарата ҡылынған изге эш икеләтә һөйөнөслө, сөнки үҙебеҙгә эшләнгән изгелек менән әжер-сауап алһаҡ, башҡаларға изгелек ҡылыуыбыҙ менән беҙ уларҙы һөйөндөрөп, уларға ла изгелеккә юлды күрһәтәбеҙ. Шулай уҡ ҡылған изгелектәребеҙ мәрхүмдәрҙеңдә рухына ирешә. Әйтелә бит: үҙ артығыҙҙан игелекле бала ҡалдырығыҙ тип, уның өлгәшкән әжере һеҙгә лә теге донъяла ирешәсәк тип.
     Шуға ла һәр саҡ доға ҡылып торайыҡ:
                                        رَبَّنَا هَبْ لَنَا مِنْ أَزْوَاجِنَا وَذُرِّيَّاتِنَا قُرَّةَ أَعْيُنٍ وَاجْعَلْنَا لِلْمُتَّقِينَ إِمَامًا
     «…раббәнәә һәбләнәә мин әзүәәджинәә үә ҙүррий-йәәтинәә ҡурратә әғйүниү-үәджғәлнәә лил-мүттәҡиинә имәәмәә».
     “Йә, Раббыбыҙ, күңелдәребеҙҙең ҡыуанысы, күҙҙәребеҙҙең ҡараһы кеүек (затлы пак) ҡатындар һәм балалар бир. Беҙҙе саф мосолман халыҡтарына юлбашсы ит" («Фурҡан» сүрәһе, 74-се аят).
     Иман эйәһе өсөн, изгелектәр ҡылып, күберәк сауаб йыйыу, гонаһтарынан арыныу өсөн иң яҡшы ваҡыт — Рамаҙан айы. Әлхәмдүлилләәһи, Аллаһ насип итһә, ошо изге айға аяҡ баҫабыҙ. Рамаҙан айында Аллаһ бәндәһе ҡаршыһында бик күп изгелек ишектәрен аса. Аллаһ был айҙа Үҙ бәндәләрен күп изгелектәр ҡылырға, яуыз эштәрҙән тыйылырға саҡыра. Пәйғәмбәребеҙ әйтте: «Рамаҙан айының беренсе кисе етһә, шайтандарға бығауҙар һалыныр, йәһәнәм ишектәре ябылыр, береһе лә асылмаҫ. Йәннәт ишектәре асылыр, береһе лә ябылмаҫ. Күктәрҙән Аллаһының фәрештәһе кешеләргә юнәлеп әйтер: «Әй изгелек һөйөүсе, изгелеккә ынтыл. Әй, яуызлыҡ ҡылыусы, насарлыҡтан ҡотол». Был айҙа, Аллаһы Тәғәлә бәндәләрен йәһәнәм утынан ҡотҡарыр. Уттан ҡотолоу — Рамаҙандың һәр кисендәлер".
     Изге айҙа кем ниндәй изгелек ҡылырға булдыра — ҡылһын. Изгелек ҡылыу өсөн мөмкинлек һәр кемдә лә бар. Әгәр берәүҙең изгелек ҡылырға һис тә ҡөҙрәте булмаһа, ул кешеләрҙе үҙ яуызлығынан имен ҡылһын. Был уның өсөн изгелек булыр. Пәйғәмбәребеҙ: "Был айҙа Аллаһ һеҙҙең изгелек ҡылыуҙа үҙ-ара ярышыуығыҙға ҡарай һәм һеҙҙең исемдәрегеҙҙе фәрештәләре алдында иҫкә ала. Бәхетһеҙ шул, кем был айҙа Аллаһының рәхмәтенән мәхрүм ҡалды», — тине. (Табәрани риүәйәте).
     Изгелек – ҡояш нурына тиң. Бер-береңә ярҙам итешеп йәшәү, асыҡ йөҙлө, тәмле һүҙле булыу кешеләргә ҡояштың яҡты нурҙары кеүек үк кәрәк. Изгелек тормошто, йәшәүҙе һаҡлай, ә яуызлыҡты емерә. Кеше тормошта һәр саҡ яҡшылыҡ ҡына эшләр өсөн тыуа. Кеше йәшәүенең төп мәғәнәһе изгелек ҡылыу, изгелек эшләү. Изге эш эшләр өсөн игелекле, мәрхәмәтле, шәфҡәтле булырға кәрәк, Аллаһ Тәғәлә ҡаты күңелдәребеҙҙе йомшартһын.
     Беҙгә Аллаһы Раббыбыҙ барыбыҙға изгелеккә асҡыс булырға, яманлыҡҡа бик (йоҙаҡ) булырға насип итһә ине. Изге эштәр ҡылып, дөрөҫ юлдан барһаҡ ҡына беҙҙең киләсәгебеҙ яҡты, ышаныслы булыр! Донъялағы һәр бер кеше лә шулай изгелектәр эшләһә, йәшәүе лә матур булыр ине. Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла ихлас күңел менән, һәм бары тик Уның ризалығы өсөн генә, хәйерле, изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәргә насип итһен.