Ихласлыҡ

     Аллаһы Тәғәлә әйтә: «...һәм динде Аллаһ ризалығы өсөн генә ихлас тотоп, Уға ғына ғибәҙәт ҡылығыҙ» (7:29).
     Дин Аллаһ ризалығы өсөн генә булырға тейеш. Әгәр ҙә бөтөн кеше лә ошо хаҡиҡәтте күңеле менән ҡабул итеп, үҙенең тормошона индерһә диндә бер мәшәҡәттә булмаҫ ине. Диндә булған булған ҡаршылыҡтар, фетнәләр барыһы ла ошо хаҡиҡәттән ситкә тайпылғанға, дингә донъя мәнфәғәттәренең дә ҡушылғанына күрә була. Күпселек кеше динде донъяның бер өлөшө итеп кенә ҡабул итә. Мәҫәлән, мәсеткә доға ҡылдырырға килә. Минең әле «йәннәткә инһәм ине» тип доға ҡылдырған кешене күргәнем юҡ. Мәҙрәсәне тамамлайҙар, ләкин мәҙрәсәлә алған белемдәренең бөтәһен дә башҡаларға тапшырырға ҡабаланмайҙар. Пенсияға сыҡһалар ҙа шәриғәтте үтәргә мөмкинлектәре булған эш ҡарамайҙар, аҡсалыраҡ эш эҙләйҙәр, һуңынан намаҙҙарын ваҡытында ла уҡымайҙар һәм «эштә мөмкинлектәр юҡ», тип аҡланалар. Юғиһә пенсияла, уны эшкә мәжбүриләп йөрөтмәйҙәр бит. Ә нисә кеше «мине мәжлескә ебәрмәйһең» тип мәсеткә йөрөүен ташланы. Тимәк, беренсе сиратта, донъя мәнфәғәттәре, донъя ризалығы тора. Донъя малына ирешеүҙе Аллаһ ризалығына ирешеү менән бутарға кәрәкмәй, Аллаһы Тәғәлә һәркемгә теләгәнен бирә һәм был хаҡта Ҡөръән-Кәримдә әйтә:

    «Берәү донъя сауабын теләһә, ул кешегә донъянан өлөш бирәбеҙ. Берәү Ахирәт сауабын теләһә, ул кешегә Ахирәт сауабынан бирербеҙ. Аллаһының ниғмәттәренә шөкөр итеүселәргә, әлбиттә, өлөш бирербеҙ» (3:145).
    Мәжлескә генә лә кеше төрлө маҡсаттан йөрөргә мөмкин. Берәүҙәр Аллаһ ризалығы өсөн ихлас күңелдән баралар, кешене дингә өндәйҙәр. Йәштәрҙән «был бит бидғәт» тигән һүҙҙәрҙе ишетһәк тә, ысынлыҡта, был урында ултырған күптәребеҙ дин тураһында беренсе мәғлүмәтте ошо мәжлестәрҙә алды. Ошо мәжлестәрҙән төшкән саҙаҡалар иҫәбенә мәсетебеҙҙе тотабыҙ, мәсетебеҙҙә төрлө уҡыуҙар ойошторабыҙ. Шул уҡ ваҡытта мәсет исеменә тап төшөрөп үҙҙәрен мәсеттән тип мәжлестәргә, мәйет йыуыуға, мәйет күмеүгә такса ҡуйып йөрөүсөләр ҙә бар. Ғаилә мохтажмы, етемме — һорау, хәленә инеү юҡ, билдәләнгән хаҡты талап итеү бар. Иң күңелгә тигәне — улар был эштәрен мәсет исеменән башҡаралар.
    Шуға күрә лә кешеләр ҡиәмәт көнөндә ниәттәренә ҡарап ҡубарылалар, ниәттәренә ҡарап баһаланалар. Әбү Һөрәйрә раҙый Аллаһу ғәнһүҙән риүәйәт ҡылына, Расүлуллаһ салла-Аллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән:
    «Ысынлыҡта, кешеләр үҙҙәренең ниәттәренә ҡарап ҡубарылыр» (ибн Мәджә, 4229).
    Кешенең ниәте төрлөсә булыу сәбәпле, уның ғәмәлдәре лә төрлөсә булырға һәм төрлөсә баһаланырға мөмкин.
    «Ибн Ғәббәстән (раҙый Аллаһу ғәнһүмә) риүәйәт ҡылына, Расүлуллаһ салл-Аллаһу ғәләйһи үә сәлләм Аллаһы Тәғәләнән ирештерелгәндәрҙән береһен әйтте: «Ысынлыҡта, Аллаһы Тәғәлә яҡшы һәм насар ғәмәлдәрҙе билдәләне һәм унан һуң уларҙы аңлатты: кем яҡшы ғәмәл эшләргә ниәт ҡылһа һәм уны эшләмәһә, уға Аллаһы Тәғәлә яҡшы ғәмәлде камил үтәгән итеп яҙа, ә инде кем ниәт ҡылһа һәм үтәһә, уға Аллаһы Тәғәлә 10-дан 700-гә ҡәҙәр һәм унан да арттырып яҡшы ғәмәл яҙа. Кем гонаһ эшләргә ниәт ҡылып уны үтәмәһә, Аллаһы Тәғәлә уға яҡшы ғәмәлде камил үтәгән итеп яҙа, ә кем ниәт ҡылһа һәм үтәһә, Аллаһы Тәғәлә уға бер гонаһ яҙа» (Мөслим, 355).
    Әбү Кәбәше раҙыйАллаһу ғәнһүҙән риүәйәт ҡылына, ул пәйғәмбәребеҙ салл-Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмдән ишеткән, пәйғәмбәребеҙ салл-Аллаһу ғәләйһи сәлләм әйткән: «Мин һеҙгә 3 нәмә тураһында ант итәм һәм ҡайһы бер нәмә тураһында һөйләйем, уларҙы иҫегеҙҙә тотоғоҙ: саҙаҡанан ҡолдың байлығы кәмемәҫ; кем золом ҡылынып та сабыр итһә, уға Аллаһы Тәғәлә ихтирамын ғына арттырасаҡ; кем кешеләрҙән һорау ишеген асһа, Аллаһы Тәғәлә уға хәйерселек ишеген асыр. Һәм мин һеҙгә бер нәмә тураһында һөйләйем уны иҫегеҙҙә тотоғоз, һәм Расүлуллаһ салл-Аллаһу ғәләйһи үә сәләм һөйләне:
    «Донъяла 4 төрлө кеше була:
    Беренсеһе — Аллаһы Тәғәлә аң, байлыҡ һәм белем биргән, ул үҙенең байлығы хаҡында Аллаһынан ҡурҡа һәм байлығын туғанлыҡ ептәрен нығытыуға тота, ул байлыҡтың бер өлөшө Аллаһы ҡаршыһында бурыс икәнлеген белә. Был кеше иң юғары дәрәжәләргә ирешәсәк.
    Икенсеһе — Аллаһы Тәғәлә уға белем биргән, әммә байлыҡ бирмәгән. Ул үҙенең ниәтендә ихлас һәм ул ысын күңелдән: әгәр байлығым булһа беренсе кеше кеүек сарыф итәр инем, тигән ниәттә. Ниәттәренә күрә, улар икеһе лә бер үк әжер сауаптарға ирешәсәктәр.
    Өсөнсөһө — Аллаһ уға байлыҡ биргән, әммә белем бирмәгән. Ул үҙенең малын белемһеҙ сарыф итә, байлыҡ хаҡында Аллаһынан ҡурҡмай, байлығын туғанлыҡ ептәрен нығытыуға тотмай һәм байлыҡтың бер өлөшө Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында бурыс икәнлеген белмәй. Был кеше иң түбән дәрәжәләрҙә буласаҡ.
    Дүртенсеһе — Аллаһы Тәғәлә уға байлыҡ та, белем дә бирмәгән, һәм ул әйтә: «байлығым булһа, өсөнсө кеше кеүек тотар инем», ти. Ниәтенә күрә ул гонаһта өсөнсө кеше кеүек тигеҙ.
    Бында дини белем күҙ алдында тотола. Тейешле дини белем булғанда ғына кешенең ниәте һәм дөрөҫ ғәмәле шәриғәткә тура килгән булырға мөмкин. Шуға күрә лә дини белемдең әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур. Һүҙ дини диплом тураһында бармай, бәлки дини белем тураһында бара. Юғиһә, «Мин бит һеҙгә йәкшәмбе мәктәбенә бер нисә йыл йөрөгән инем, миңә берәр диплом кеүек әйбер бирегеҙ әле», тип килеүселәр ҙә бар, мәҙрәсәгә уҡырға кереп, уҡый алмағас, «мәҙрәсәгеҙҙә яптырам», тип әйтеүселәр ҙә бар.
    Әбү Үмәмә Бәһилий раҙый Аллаһу ғәнһүҙән риүәйәт ҡылына, Расүлуллаһ салл-Аллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтте:
    «Ысынлыҡта, Аллаһы Тәғәлә ихлас Үҙе өсөн һәм Үҙенең ризалығына ғына ынтылып башҡарылған ғәмәлдәрҙән башҡа ғәмәлдәрҙе ҡабул итмәй» (ән-Насаи, 3153).
    Әгәр кеше ғәмәлдәрен ихлас Аллаһы Тәғәлә өсөн башҡара икән, ул унда донъя мәнфәғәттәрен индермәй. Уның доньяһы үҙе үк Аллаһы ризалығы өсөн буласаҡ.
    Таус рәхимулла ғәләйһиҙән риүәйәт ҡылына, бер сәхәбә Расүлуллаһ салл-Аллаһу ғәләйһи үә сәлләмдән һораны:
    «Йә, Рәсүлуллаһ! Мин ҡайһы ваҡыт Аллаһы өсөн тип яҡшы ғәмәл эшләргә йыйынам һәм шулай уҡ был эшемде башҡаларҙың күреүен теләйем». Расүлуллаһ салл-Аллаһу ғәләйһи үә сәлләм бер ниндәй ҙә яуап бирмәне, хатта «Кәһәф» сүрәсенең 110 аяты иңгәнгә тиклем: «Әгәр бер кеше Раббыһына яҡшы хәлдә юлығыуҙы теләһә, ул кеше яҡшы эштәрҙе эшләһен, изге ғәмәлдәрҙе ҡылһын, әммә Раббыһына ғына тейешле булған ғибаҙәткә һис кемде ширек, йәғни тиңдәш ҡылмаһын!» (Мустадраҡ, 2527).
    Был аятта әйтелә торған ширек, ғәмәлдәрҙе кеше күрһен өсөн тип, йәғни риянан эшләү тора. Әгәр эшкә шәхси файҙа алыу ҡатышһа, был Аллаһыға ширек ҡатыуҙың бер төрө — йәшерен ширек була. Уның өсөн сауаб булмай.
    Ибне Ғәббәстән (раҙый Аллаһу ғәнһүмә) риүәйәт ҡылына, Расүлуллаһ салл-Аллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтте: «Кем кешеләр ризалығына өлгәшеү өсөн Аллаһының асыуын килтерә, Аллаһ уға асыуы булыр һәм Аллаһының асыуын килтереп ризалыҡтарына ирешергә теләгән кешеләрҙең үҙҙәрен дә уға асыулы итәр. Кем кешеләрҙең асыуын килтереп тә Аллаһы ризалығына ынтыла, Аллаһ уның менән риза булыр һәм Аллаһ ризалығын өмөт итеп асыуҙарын килтергән кешеләрҙе лә унан риза итер, хатта уның һүҙҙәре һәм ғәмәлдәре улар күҙ алдында яҡшы булып күренерҙәр.
    Ибне Ғүмәрҙән (раҙый Аллаһу ғәнһүмә) риүәйәт ҡылына, Расүлуллаһ салл-Аллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтте:
    «Кем Аллаһы ризалығы өсөн тип түгел, ә Аллаһ ризалығынан башҡа маҡсаттарға өлгәшеү өсөн фән өйрәнә, ул үҙенең урынын йәһәннәмдә тапһын» (Тирмиҙи, 2867).
    Әбү Һөрәйрә раҙый Аллаһу ғәнһүҙән риүәйәт ҡылына: Расүлуллаһ салл-Аллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтте: «Джүббүл Хәзәндән Аллаһыға һыйынығыҙ!» Сәхәбәләр һоранылар: «Нимә ул Джүббүл Хәзән?». Расүлуллаһ салл-Аллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтте: «Ул йәһәннәмдәге шундай үҙән, йәһәннәм үҙе көнгә 100 тапҡыр Аллаһуға унан һыйыныуҙы һорай». Һоранылар: «Ә кем унда эләгә?» тип. Расүлуллаһ салл-Аллаһу ғәләйһи үә сәлләм: «Башҡалар күрһен тип Ҡөръән уҡыусылар», тине.
    Ғабдулла бин Ғәмрҙән (раҙый Аллаһу ғәнһүмә) риүәйәт ҡылына, Расүлуллаһ салл-Аллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтте:
    «Кешеләрҙең иң ямандары шуларҙыр, кем донъяға алданып әхирәтен юғалта» (шүғбәл Имән, 6938).
                                                                 «Изгелеккә нәсихәттәр», Рөстәм хәҙрәт Шәйхевәли