Исламда дуҫлыҡ

   Ҡиәмәттә, Мизан ваҡытында, бер кешенең ожмаһҡа керер өсөн әҙ генә әжер-сауабы етмәҫ. Ул Аллаһ Тәғәләнән ялбарыр: “Бер аҙ ваҡыт бир, мин етмәгән әжер-сауапты табырмым”, — тип. Ул әсәһенә барыр, унан әҙ генә әжер һорар. “Эй әсәйем! Һинең балаңа тамуҡҡа кермәҫ өсөн әҙ генә сауап етмәй. Мине ҡотҡар, әҙ генә сауабыңды бирһәңсе”, — тиеп ялбарыр. Ләкин әсәһе уға: “Эй улым! Һин ҡурҡҡандан, мин дә ҡурҡам. Һиңә әжерҙәремдән бер нәмә лә бирә алмам”, — тиер. Һуңынан атаһына барып ҡарар, ләкин унан да шундай уҡ яуап алыр. Туғанларына, һеңлеләренә, хәләл ефетенә барып та әжерһеҙ ҡайтыр, берһелә, бер әжер ҙә уға бирмәҫ. Инде ҡотолап булмаҫына, Тамуҡҡа эләгеренә ҡайғырып кире Аллаһ Тәғәләгә барғанда мәсеткә бергә йөрөгән, Аллаһ ризалығы өсөн бергә намаҙ уҡыған ҡәрҙәшен осратыр үә уға үҙ ҡайғыһын һөйләп бирер. Шул саҡта дин ҡәрҙәше уға: “Миңә әле Хисап булманы, бәлки миңә лә әжер-сауаптарым етмәҫ. Икебеҙ ҙә тамуҡҡа кергәнсе, һин булһа ла ожмаһҡа кер”, — тип уға үҙенең бөтөн әжерҙәрен бирер. Аллаһ алдына әжер-сауаптар менән һөйөнөп был мосолман килер ҙә уны ожмаһҡа керергә рөхсәт ителер. Инде ожмаһ ишегенә килеп баҫҡас, ауаз ишетә:

   “Үҙ дуҫы бәләгә тарығанда, тамуҡҡа кергәндә уны ташлаған ирҙәр сифатынан булмаҫ.” Был мосолман үҙ ҡәрҙәше тураһында уйланыр. Уның тамуҡҡа керере, ундағы яфаларҙы иҫенә алып, Аллаһҡа ялбарыр: “Йә Раббым! Минең ҡәрҙәшемде лә ғәфү ит, уны ла ожмаһыңа керет. Йә мине лә уның менән бергә тамуҡҡа ырғыт”, — тип сәждәгә китер. Уға фәрештәләр: “Кер ожмаһҡа”, — тигәс: “Юҡ, дуҫым миңә сауаптарын бирҙе, мине ҡотҡарҙы, унһыҙ керә алмам”, — тиер. Шул саҡ Аллаһ Тәғәлә фәрештәләргә: “Барығыҙ тамуҡҡа үә уның дуҫың сығарығыҙ”, — тигән әмер ителер. Улар икеһе лә ожмаһҡа керерҙәр, икеһе лә ҡотолорҙар.
   Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән бит: “Мосолман дуҫтарығыҙ күп булһын. Улар Ҡиәмәттә һеҙҙең өсөн шәфәғәт ҡылырҙар”. Ибн Мәджәнең хәҙистәр йыйынтығында килгән хәҙистә: “Ҡиәмәттә, Хисап ваҡытында, мосолмандар Аллаһ Тәғәлә менән ҡыйышҡан һымаҡ ныҡ ялбарырҙар. “Йә Раббым! Был ҡәрҙәштәребеҙ беҙҙең менән мәсеттә бергә намаҙ уҡыны, ураҙа тотто, уларҙы тамуҡтан сығарһаңсы”, — тип. Шул саҡ Аллаһтан рөхсәт ителеп: “Күңелендә дирхәм ҡәҙәре иманы булғандарын тамуҡтан сығарығыҙ”, — тиелер. Мосолмандар тағы ла ялбарыр. Һуңынан Аллаһтан ярты дирхәм ҡәҙәре булһа ла иманы булғандарын сығарырға рөхсәт ителер. Ләкин мосолмандар ялбарыуынан туҡтамаҫ. Һуңынан Аллаһтан хатта туҙан бөртөгө ҡәҙәрем булһа ла иманы булғандарын тамуҡтан сығарырға әмер ителер.”
   Мөхтәрәм дин ҡәрҙәштәребеҙ! Ҡиәмәттә бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләсәкбеҙ. Шул саҡҡа әҙер булайыҡ. Дин ҡәрҙәштәребеҙ күп булһын, уларҙы Аллаһ ризалығы өсөн һөйәйек, уларға ярҙам итәйек. Зыян итә күрмәйек. Хатта иң яҡын туғандарыбыҙ ҙа ярҙам ҡулы һуҙмағанда, улар ярҙам итер. Шул саҡта дуҫлыҡтың ҡәҙерен белербеҙ. Әле бер- берһе менән ҡыйышып йөрөгән мосолмандар шул саҡ үкенер.
Донъяла мосолмандар төрлө фирҡәләргә бүлгеләнер, мал-мөлкәт бүлешәләр, үҙҙәренең дуҫлығын юҡ итәләр. Ҡиәмәттә был кәрәк булырмы? Кемдәрҙер белеп, ҡайһылар аңғармай даләләттә (аҙашыуҙа) булырҙар. Ҡай берәүҙәр мосолмандарға зыян һалып йөрөр, уларҙан көлөп маташыр. Бындарҙар үҙҙәренең ҙур хәсрәттә икәнен аңламаҫ ҡына. Үкенерҙәр, ләкин һуң булыр...

хәҙрәт Ильшат Хафизи, проповеди на башкирском языке, ссылка: https://vk.com/public160608301