Дуңғыҙ (сусҡа) ите – хәрәм!
     Бер хәҙистә: әгәр кеше тамағына бер хәрәм ризыҡ ҡапһа, уның теләгән теләге (доғаһы) ҡырҡ көн буйына ҡабул булмаҫ тиелгән бит. Ә беҙҙең хәрәм ризыҡтарҙың берәүһе – сусҡа ите. Дуңғыҙ итенә бәйле ризыҡтар беҙҙе бөтә яҡтан уратып алған. Улай ғына түгел, үҙен мосолман тип һанаған кешеләрҙең дә сусҡа көтөүен күрәбеҙ. Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәтен – ер-һыуын бысратып сусҡа көтөргә ҙур-ҙур комплекстәр төҙөгәндәрендә күрәбеҙ. Шуға был мәҡәләлә йөрәкте ауырттырған, күңелде борсоған нәмә — дуңғыҙ (сусҡа) аҫрау мәсьәләһе тураһында һүҙ барыр. Аллаһ Тәғәлә хәйерле һүҙҙәр һөйләргә насип ҡылһын.
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримендә «Бәҡара» сүрәһенең 173 сө аятында һәм «Мәидә» сүрәһенең 3 сө аятында беҙгә асыҡ итеп, шикләнергә һис тә урын ҡалдырмайынса, дуңғыҙҙың харам икәнлеген белдерҙе.
                                                                  إِنَّمَا حَرَّمَ عَلَيْكُمُ الْمَيْتَةَ وَالدَّمَ وَلَحْمَ الْخِنزِيرِ وَمَا أُهِلَّ بِهِ لِغَيْرِ اللَّهِ
     Иннәмәә хәррамә ғәләйкүмүл-мәйтәтә үәддәмә үә ләхмәл-хинзиири үә мәә үһиллә биһи лиғайри-лләәһи...
     Ул бит һеҙҙе үләкһә, ҡан, сусҡа ите, бисмиллаһыҙ һуйылған мал ите ашауҙан ғына тыйҙы.

حُرِّمَتْ عَلَيْكُمُ الْمَيْتَةُ وَالدَّمُ وَلَحْمُ الْخِنزِيرِ وَمَا أُهِلَّ لِغَيْرِ اللَّهِ بِهِ وَالْمُنْخَنِقَةُ وَالْمَوْقُوذَةُ وَالْمُتَرَدِّيَةُ وَالنَّطِيحَةُ وَمَا أَكَلَ السَّبُعُ إِلَّا مَا ذَكَّيْتُمْ وَمَا ذُبِحَ عَلَى النُّصُبِ
     Хурримәт ғәләйкүмүл-мәйтәтү үә-ддәмү үә ләхмүл-хыинзиири үә мәә үһиллә лиғай- рилләәһи биһи үәл-мүнханиҡатү үәл- мәүкууҙәтү үәл-мүтәрад-дийәтү үә-ннәты- иихәтү үә мәә әкәлә-ссәбүғү илләә мәә ҙәккәйтүм үә мәә ҙүбихә ғәлә-ннүсуби...
     Һеҙгә (ашар өсөн) үләкһә, ҡан, сусҡа ите, бисмиллаһыҙ салған, быуып йәки һуғып үл-тергән, ҡолап йәки мал һөҙөп үлгән (йола буйынса салып өлгөрмәгән булһағыҙ), йыртҡыс йәнлектән ҡалған, ботҡа ҡорбан иткән хайуан ите тыйыла.
     Аллаһы Тәғәләгә иман китергән, ышанған кеше Аллаһтың китаптарына ла ышана. Тимәк, иман килтергәнбеҙ икән, изге Ҡөръән Кәрим беҙгә асыҡтан-асыҡ дәлил, беҙ был мәсьәләне бер ниндәй ҙә шикләнеүһеҙ, тикшеренеүһеҙ хаҡиҡәтте ҡабул итергә, был хайуандың хәрәм икәнлеген танырға, уны аҫрауҙан, ҡулланыуҙан баш тартырға бурыслы булабыҙ. Кем дә кем бының тейешлегенә шик тота икән, ул Ҡөрьәнгә лә ышанмай. Ә изге китапҡа ышанмау, ете фарыздың береһен үтәмәү була. Был гонаһ булып һанала һәм кешене көфөрлөккә илтә. Кеше шул арҡала кафырға әйләнә. Шуға ла сусҡа ите ашарға ярай тип, бер ҡасан да әйтмәгеҙ. Ҡөръәндә, Аллаһ Тәғәлә һүҙҙәре яҙылған икән, дуңғыҙҙың хәрәмлеге тураһында аяттар буйынса мәсьәләне күтәрергә лә тейеш түгел һымаҡ. Ләкин икеләнеүсе бәндәләрҙе тура юлға ебәреү ниәте менән был мәсьәләне күп һанлы миҫалдар һәм дәлилдәр килтереп аңлатырга мәжбүрбеҙ.
     Шикләнеүселәрҙең күбеһе: “Ни өсөн һуң дуңғыҙ хәрәм? Сусҡа таҙа нәмә ашай бит", тип һылтаналар. «Әл-Маидә» (Табын) сүрәһенә мөрәжәғәт итәйек. Уның 60-сы аятында шулай тиелгән: «Әйт һин: «Аллаһ хозурында буласаҡ яза мәсьәләһендә бынан да яманыраҡ нәмә буласағын һеҙгә һөйләйемме? Кем Аллаһтың ләғнәтен алды, кем Аллаһтың нәфрәтенә дусар булды, кемделер ул маймылға, кемде дуңғыҙға әйләндерҙе, кемдер Тағутҡа (шайтан) табына башланы. Бына ошолар инде иң яман урын алыр, ошолар инде барыһынан да күберәк тоғро юлдан яҙғандар».
     Бына шулай Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәрименең бер аятында: “Бер ҡәүемде гонаһтары өсөн дуңғыҙға әйләндерҙем", — тип әйтә. Тимәк, сусҡа ите ашау кеше ите ашау менән бер була. Әгәр ҙә матбуғатта булған быға ҡағышлы мәҡәлдәрҙе ҡараһаҡ, бының фәнни дәлилдәре барлығын күрәбеҙ. Был хайуандың шундай төрҙәре бар, улар кешеләргә ҡан буйынса донор булып тора алалар, бауырҙарын кешегә күсереп ултырталар, хатта йөрәктәрен кешегә лә күсереп ултыртыу мөмкинлеге бар. Дуңғыҙҙың эске органдары әҙәм балаһыныҡына оҡшаған, ҡан һәм температураһы яҡтарынан да һәм башҡа сифаттары менән дә. Һәм был Ҡөрьәндең «Мин бер ҡәүемде дуңғыҙға әйләндерҙем», тигән аятына дәлил булып тора. Кемдер дуңғыҙ аҫрай икән, йә сусҡа ите ашай икән, тимәк, һарайында ашар өсөн кеше аҫраған һәм кеше ите ашаған кеүек үк гонаһлы була. Беҙҙең сусҡа ите менән туҡланыуыбыҙ кеше ите ашауыбыҙға тиң булып сыға.
     Сусҡа итен ғалимдар тикшереп ҡарап, шундай һөҙөмтәгә килгәндәр. Ғәҙәттә, эшкәртелмәгән бәүел, тиҙәк, тир менән тышҡа сыға. Сусҡа тирләмәй. Дуңғыҙҙың бәүел, тиҙәк ҡалдыҡтары тиреһе менән ите араһында йыйыла, быны сало тиҙәр. Бөтә кеше тәмләп ашаған сало ул дуңғыҙҙың тиҙәге һәм бәүеле. Ул – нәжес. Ғалимдар дуңғыҙ салоһының нәжес икәнлеген раҫланы. Ите лә нәжес. Сусҡа ите майлы булыу сәбәпле, бер ваҡытта ла бешмәй, сеп-сей була. Майлы булыу сәбәпле, сусҡа итендә микробтар бик еңел үрсей. Кешегә лә йоғалар. Улар башҡа хайуандарҙа ла бар, ләкин башҡа хайуандарҙың ите тулыһынса бешә. Дуңғыҙ майы кешенең тәнендә эшкәртелмәй, май булып ҡала бирә, ашҡаҙанға ла зарары бик көслө.
     Ниндәй генә таҙа ризыҡ менән туҡландырһаң да, үҙ тиҙәген ашағанға күрә сусҡа ите бысраҡ ризыҡ булып һанала. Башҡа хайуандар менән сағыштырғанда сусҡа бик күп үҫеү гормондары эшләп сығара. Был гормондар кешегә лә зыян һала башлай. Улар сусҡа ите менән бергә кешегә лә күсә. Кеше йәмһеҙ булып таҙара, уға бер ниндәй ҙә диеталар ла ярҙам итмәй. Сусҡа итендә бик күп паразит бөжәктәр йәшәй, мәҫәлән, трихин. Әлеге бөжәк кеше организмына күскәс, йөрәк тирәһенә тупланып, үлемгә илтә. Сусҡа итен ашаған кешенең ҡан юлдарында тромбтар барлыҡҡа килә, инсульт менән инфарктҡа ла күп ҡалмай. Сусҡа ите бауыр һәм бөйөргә лә бик насар тәьҫир итә. Бауыр эшсәнлеген боҙа. Сусҡа итендәге паразит бөжәктәр кеше тәненә кергәс, рәхәтләнеп ҡан юлдарында йөрөй алалар һәм ҡайҙа кәрәк, шунда инергә мөмкиндәр. Сусҡа ите яман шеш ауырыуын килтереп сығара ла ала. Микроскоптан ҡараһаң, уның ите микроб-вирустар, ауырыуҙар тулғаның күререң.
     Сусҡа итенең хәрам булыуына Ҡөръән аяты менән дәлилдәр килтерҙек. Шулай уҡ медицина ғалимдары тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәһе лә сусҡа итенең кеше сәләмәтлегенә ни тиклем зарарлы икәнлеген, унда йоғошло ауырыуҙар барлығы һәм уның иң түбән сифатлы ит булғанлығы күп тапҡыр иҫбатланы. Бының тураһында мосолман календарҙарында ла шаҡтай күп мәғлүмәт бирелде.
     Сусҡа ите бөтә халыҡтарға, христиандарға, йәһүдтәргә ҙә ҡәтғи тыйылған. Йәһүдтәр әле лә сусҡа итен ашамай, христиандар иһә тыйыуҙы боҙоп ашайҙар. Инжил китабының Левит тип аталған 11-се бүлегендә: «И свиньи, потому что копыта у нее раздвоены, но не жует жвачки: нечиста она для вас, не ешьте мяса их, и к трупам их не приближайтесь», — тип әйтелгән. Ғайса пәйғәмбәр сәхәбәләре менән дуңғыҙ эргәһенән уҙып барғанда: «Был хайуанды ашамағыҙ, ул бик түбән әхлаҡҡа эйә һәм бик бысраҡ», – тип әйткән. Рухи яҡтан сусҡа ите ашаусылар иң түбән дәрәжәлә. Дуңғыҙ ул нәжес хайуан, был – осраҡтан да түбән дәрәжәлә һанала, бәүел, тиҙәк хөкөмөндә. Аллаһ Тәғәлә дуңғыҙҙы шулай сифатлай.
     Аллаһ тыйҙы икән, тимәк, тыйылған: «Бының миңә кәрәге юҡ», – тиергә кәрәк. Кеше ни ашаһа, ул шуға охшай башлай. Сусҡа ашаһа, миҫалға: кешенең тиреһе ҡытыршыға әйләнә, сусҡаныҡы һымаҡ ҡаты шыртар (щетина) үҫә башлай һәм күҙҙәре дуңғыҙыҡы һымаҡ булып китә. Шуға ла тәрбиәнең бер өлөшө – ризыҡ. Кеше ашаған ризығының сифаттарын үҙенә ала. Иң әхләкһеҙ, иң тәрбиәһеҙ мал – сусҡа. Дуңғыҙ үҙ эсенә бөтә насар сифаттарҙы ала. Әйе, насар кешене «сусҡа ул» тиҙәр. Дуңғыҙҙы ашауыбыҙ менән беҙ дуңғыҙ сифаттарына яҡынаябыҙ. Бер ваҡытта ла яратҡан кешеңә: «Һин минең сусҡам» тимәйһең бит. Сусҡа малының иҫерткес эсемлек эсеү менән бер генә бәйлелеге булмаһа, иҫереп юлда аунап ятыусы кеше хаҡында « сусҡаға әйләнгән», йәғни урыҫҫа әйтмешләй «нажрался как свинья!» тип әйтәләр. «Дуңғыҙ дуңғыҙлығын итә», — тип, беҙҙә сәрхуш йәки шапаҡа кешегә түгел, ә ҡара эсле, үсле, башҡаларға махсус зыян һалыусы кешеләргә әйтеү итеү ғәҙәткә ингән.
     Йәһүдтәргәлә тыйылған тигәйнек бит. Израиль дәүләтен алға киткән, сәскә атҡан дәүләт тип беләбеҙ. Бында дунғыҙ тигән хайуанға мөнәсәбәт нисек? Был илдә сусҡа тигән хайуан юҡ! Ул дәүләттең еренә дуңғыҙ аяҡ баҫһа, Израиль ере бысратылған, кәмһетелгән булып һанала. Күргәнегеҙсә, үҙен милләт булараҡ һаҡлап ҡалырға тырышҡан халыҡ дуңғыҙҙы аҫрау йә ҡулланыу ғына түгел, ә еренә аяҡ та баҫтырмай, бер ҙә яҡын килтермәй. Ә беҙ үҙебеҙҙе мосолман тигән булып, сусҡа аҫрап йөрөйбеҙ, уны һатып файҙа алып байымаҡсы, милләтебеҙҙе алға ебәрмәксе, тулы ҡанлы кешеләр тәрбиәләмәксе булабыҙ. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы берәүҙәребеҙ ышанып бөтә алмайҙар, имандары зәғиф, хатта медицина әһелдәре әйткән һүҙҙәргә лә бик ҡолаҡ һалмайҙар. Әммә милләтлеге буйынса алға киткән халыҡ миҫалына ҡарап, беҙ аҙыраҡ фекер йөрөтөп ҡарарға тейешбеҙ Милләтте милләт итеп һаҡлап булмай, әгәр ул ата-бабаларының диненән һәм йолаһынан, тәрбиәһенән ситкә тайған икән. Дуңғыҙ аҫрап, итен балаларыбыҙға ашатып, беҙ бары тик маңҡорттар, фекерһеҙ, үҙ ҡорһағын ғына ҡайғыртыусы, теләһә ниндәй хәрәмде эшләй торған кешеләр үҫтерә алабыҙ. Шуға күрә беҙгә был мәсьәләлә бик ҙур дәрәжәлә һаҡ булырға кәрәк. Былай ҙа нисә быуын балаларыбыҙ динһеҙ һәм рухи тәрбиәһеҙ юлдан яҙып, кәрәк белем алмау арҡаһында тормошобоҙҙа юл таба алмайҙар.
     Медицина ғалимдары тарафынан иҫбатлағанса, сусҡа торған урында 200 йыл дауамында ерҙә йоғошло ауырыуҙар йәшәй, улар теләһә ҡайһы ваҡытта сығып, кешеләрҙе зарарларға мөмкин. Тимәк, бөгөн “сусҡа аҫырайым да, файҙа күрәм", тигән йорт бар икән, ул үҙенә 200 йылға ҡарғыш, һәләкәт һәм йоғошло ауырыуҙарҙы һайлап алып ҡуйҙы тигән һүҙ. Был йорттан бәрәкәт ҡаса, сусҡа аҫырап эшләп алған аҡса хәрәм аҡса булып һанала. Һәм ул хәрәм аҡсаға хәләл әйбер алһаңда, хәрәм хөкөмөндә була. Ундай кешеләрҙән саҙаҡа ла алмайҙар. 200 йыл эсендә һигеҙ быуын алмашына. Бөгөн сусҡа аҫрап, һатып файҙа күреүсе кешеләрҙең киләсәктә һигеҙ быуын вәкилдәре насар яҙмышҡа дусар булыуҙары мөмкин. Сөнки нигеҙгә боҙоҡлоҡ тейгән икән, дуңғыҙ кеүек яман нәмә булған икән, ул урын бәрәкәтһеҙ. Бәрәкәт ауылдан да китергә мөмкин, бының билдәләре: зина ҡылыу, эскелек артыуы, ауырыуҙар таралыуы, иманлы кешеләрҙең кәмеүе булып тора.Бер миҙгеллек фани донъяла ваҡытлыса ғына табыш өсөн беҙ үзебезнең нисә быуыныбыҙҙы яуыз, насар яҙмышҡа дусар итәбеҙ.
     Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем, Аллаһы Тәғәлә һәр кемебеҙҙе лә аҡыл менән зиннәтләне, аҡылыбыҙ менән хайуандарҙан айырҙы. Аллаһ Раббыбыҙ аманат итеп биргән аҡылдарыбыҙҙыы эшләтеп, үҙебеҙгә нимәнең файҙалы, нимәнең зарарлы булыуын аңлаһаҡ ине. Вәғәҙебеҙҙе халыҡтың хикмәтле һүҙҙәре менән тамамлайыҡ: «Ашағаныбыҙ нимә булһа, беҙ — шул». Әйе, эсебеҙгә хәрәм рзыҡ тулған һайын, күңел йөрәгебеҙҙә ҡарая, рухи әхлағыбыҙ түбән төшә бара. Аллаһ беҙҙең өсөн ауырыуҙарҙы ла, сирҙең шифаһын да яралтҡан. Рухи һәм физик ауырыуҙарыбыҙға үҙебеҙ сәбәпсе булыуҙан һаҡланырға өйрәнһәк ине!

     Харам мал: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/xaram-mal.html