Донъя малы
Беренсе хөтбә
Хөрмәтле йәмәғәт! Был донъяла барыһы ла Аллаһ Тәғәләнеке. Әгәр ҙә Раббыбыҙ беҙгә мал-мөлкәт биргән икән, был – һынау өсөн генә: Әҙәм балаһы байлыҡтың ҡәҙерен белерме, бушҡа сарыф итмәҫме, мохтаждарға өлөш сығарырмы, йәмғиәткә файҙа килтерерме, тәкәбберләнеп, бөтөн ниғмәттең Аллаһ Тәғәләнеке икәнен, Уның ҡушыуы буйынса йәшәргә кәрәклекте онотмаҫмы?
Әҙәм балаһы, айырыуса ир-ат, матди яҡтан ныҡлыҡҡа, мул тормошҡа ынтылып йәшәргә тейеш. Уның ғаиләһен мохтажлыҡҡа дусар итмәүе, бер үк ваҡытта өммәтенә лә ярҙамлашыуы мөһим.
Ошоға бәйле киң билдәле тарихтарҙың береһен иҫкә төшөрөп үтәйек. Муса пәйғәмбәрҙең Ҡарун исемле яҡын туғаны булған. Ул башта ярлы ғына йәшәгән, ә аҙаҡ, Аллаһ Тәғәләнән ҙур ғилем бирелгәс, байып киткән. Ҡарундың мөлкәте һаҡланған оло һандыҡтарҙың асҡыстарын бер көслө кеше саҡ күтәреп йөрөгән. Ләкин, шулай булыуға ҡарамаҫтан, зәҡәт түләү талабы ҡуйылғас, Ҡарун мөлкәтенән өлөш сығарыуға ҡаршылыҡ белдергән. Һаранлығы, нәфсеһе, Муса пәйғәмбәргә ҡарата көнсөллөгө ҡотортҡан уны. “Байлыҡты мин үҙемдең белемем һәм тырышлығым менән тупланым, бер кем алдында ла бурыслы түгелмен”, – тигән. Хатта, Муса пәйғәмбәргә яла яғып, уны зина ҡылыуҙа ғәйепләтеүгә тиклем барып еткән. Һөҙөмтәлә Ҡарунды һәм уның бар байлығын Аллаһ Тәғәләнең әмере буйынса ер йотҡан.
Эйе, байлыҡ бер айлыҡ ул. Донъялыҡта үҙеңә генә файҙа килтергән мөлкәттең ғүмере ҡыҫҡа. Барыһы ла Аллаһ Тәғәләнән икәнен онотмай, фанилыҡты ла, баҡыйлыҡты ла хәстәрләп йәшәгән әҙәм балаһының тормошонда иһә ырыҫ арта ғына барасаҡ.
Ошо урында әлеге заманға ярашлы бер күренеште лә телгә алып үтәйек. Ҡайһы бер эшҡыуарҙарҙан: “Мин бит көнө-төнө эштә, намаҙ уҡырға, мәсеткә йөрөргә ваҡыт юҡ”, – тигәнерәк фекер ишетергә тура килә. Ә Аллаһ Тәғәлә бәрәкәтен биреп тормаһа, был йүнселдәрҙең кәсебе оҙаҡҡа барырмы икән һуң? Барыһы ла Раббыбыҙҙан икәнен онотоп ебәреүҙең аҙағы нисек булыр?
Динебеҙ өйрәтеүенсә, йыйған байлығынан өлөш сығарған кеше рухи ҡәнәғәтлек кисерергә, ә уны алған әҙәм балаһы файҙа күрергә тейеш. Шуға ла саҙаҡа биргән мәлдә, бөлгөнлөккә төшөү менән ҡурҡытып, эргәлә шайтан йөрөргә тейеш түгел. Ҡөрьән ҡушыуынса, фәҡир ҡалам тип хәүефләнергә ярамай, бындай ҡурҡыу кешене яҙыҡ юлға төшөрә.
[әттәәджируссадүүҡуләмиинү мәғәннәбиййиинә үәссыддиҡиинә үәшшүһәдәә’]
“Намыҫлы һәм аманатты тотоусы сауҙагәр – пәйғәмбәрҙәр, сиддыҡтар (һәр ваҡыт дөрөҫтө һөйләүселәр) һәм шаһиттар менән бергә”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ (Әт-Тирмиҙий йыйынтығы).
Белеүебеҙсә, сәхәбәләр араһынан күптәр Ислам динен киңерәк таратыу өсөн байлығын йәлләмәй сарыф иткән. Аҡсаһын һис тә матур аттар, кейемдәр алыуға, мөһабәт өйҙәр һалыуға түгел, ә өммәтебеҙҙе көсәйтеү өсөн тотонғандар. Шул иҫәптән Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең иң яҡын һәм ышаныслы кешеләренән тәүге ҡатыны Хәдиджәне, изге хәлифәләр булып тарихҡа ингән Әбү Бәкерҙе, Ғүмәр ибн Әл-Хаттабты атап үтергә мөмкин. Улар изге эштәр хаҡына бер нәмәһен дә ҡыҙғанмаған, шул уҡ ваҡытта Аллаһ тарафынан бөлгөнлөккә лә дусар ителмәгәндәр.
[мәә нәҡаса мәәлү ғәбдин мин садәҡа]
“Саҙаҡа биреү малды кәметмәй”, – тигән хәҙисте иҫтә тотайыҡ (Әт-Тирмиҙий риүәйәт иткән хәҙистең бер өлөшө).
Хәҙер, әлхәмдүлилләһ, беҙҙең ябай ғына ауылдарыбыҙҙа ла хәллеләр күп. Ләкин байлыҡ мөлкәтле булыу тигәнде генә аңлатмай. Уның мәғәнәһе ифрат киң. Тапҡаның менән уртаҡлаша белеү, мохтаждарҙы хәстәрләү, дөйөм мәнфәғәткә ярашлы күркәм ғәмәлдәр ҡылыу – ғөмүмән, йәмғиәткә, өммәткә матур өлгө күрһәтеп йәшәү зарур. Һинең артыңдан эйәрергә, үрнәк алырға ынтылырға тейештәр.
Ә инде туҡтауһыҙ донъя малы йыйып, бүтәндәрҙе ошо йәһәттән уҙырға тырышып, маһайып, тәкәбберләнеп көн күргән кеше йәмғиәттә абруй ҡаҙана аламы? Берәйһе унан өлгө алырға тырышамы? Әйткән һүҙҙәренә ҡолаҡ һаламы? Шулай уҡ донъяла төрлө хәлдәр була: әйтәйек, донъя малы ғына йыйыусы ошо кешегә бер көн ҡапыл ярҙам кәрәкһә, уға кем ҡул һонор?
Шул уҡ ваҡытта тапҡаныңды уңлы-һуллы таратып бөтөү ҙә килешмәй. Йомартлыҡ тип аталмай был, ә – уйһыҙлыҡ. Динебеҙ өйрәткәнсә, һәр нәмәлә сама булырға тейеш.
يَا بَنِي آدَمَ خُذُوا زِينَتَكُمْ عِندَ كُلِّ مَسْجِدٍ وَكُلُوا وَاشْرَبُوا وَلَا تُسْرِفُوا إِنَّهُ لَا يُحِبُّ الْمُسْرِفِينَ
[йәә бәнии әәдәмә хуҙүү зиинәтәкүм ғиндә күлли мәсджидиүүә күлүү үәшрабүү үә лә түсрифүү иннәһү ләә йүхиббүлмүсрифиин]
“Эй һеҙ, әҙәм балалары! Һәр мәсет янында зиннәтле кейемдәрегеҙҙе кейегеҙ. Ашағыҙ, эсегеҙ, әммә исраф ҡылмағыҙ. ул бит исраф иткән кешеләрҙе яратмай”, – тиелгән бит Ҡөрьәндә (“Әл-Әғраф” сүрәһе, 31-се аят).
Бөгөн иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, исраф ҡылыу осраҡтары күп. Быны аҡсаға, ризыҡҡа, кейемгә, ваҡытҡа ҡарата ла әйтергә мөмкин. Уларҙың ҡәҙерен белмәү, бушҡа сарыф итеү сәбәпле тормоштан күпме бәрәкәт китә!
икенсе хөтбә
Сөләймән пәйғәмбәр бер мәл юлда китеп барғанда ныҡ оло, бөкөрәйеп бөткән, әммә арҡаһына ауыр утын йөкмәгән бабайға тап булған. “Бына ошолай көн итәм, фәҡирмен”, – тип зарын һөйләгән был ҡарт. Сөләймән уға бер алмас һонған. “Ошо байлыҡты тотон, ул ғүмереңдең ахырына хәтлем етәсәк, һинән һуң да ҡаласаҡ әле”, – тигән.
Күпмелер ваҡыт үткәс, теге ҡартты йәнә осратҡан. Бабай хас элекке сағындағы хәлдә йөрөй икән: бөкөрәйгән, арҡаһына ауыр йөк аҫып алған... Ныҡ ғәжәпләнгән уға Сөләймән : нисек инде, шул ҡәҙәр аҡсаң була тороп, һаман фәҡир ҡиәфәтендә йөрөргә мөмкин? “Эй... Теге саҡ алмас тотоп ҡайтып килә инем, юлбаҫарҙар талап алды”, – тип көрһөнгән ҡарт. Сөләймән уға икенсе тапҡыр алмас һонорға торғанда, Аллаһ Тәғәләнән әмер килгән: “Бирмә – тормошон барыбер үҙгәртә алмаҫһың: ғүмер буйы әлеге хәлендә ҡаласаҡ”.
Эйе, бәғзеләр мөлкәтте күп көс түгеп, тырышып-тырмашып тапһа, икенсе берәүҙәр булғанын да тотона белмәй. “Эй, Раббым, байлыҡтың файҙалыһын, хәйерлеһен бир” тигән доға тап ошоға бәйле килеп сыҡҡандырҙа.
Булғандың ҡәҙерен белеү, исраф итмәү – Исламдың быуаттар буйы һаҡланып килгән тәрбиә өлгөһө. Һәр нәмәне үҙ миҡдарында тотоноу, һаҡсыл булыу зарур. Тормошта һәр нәмә үлсәү менән бирелгән: самаһыҙ ҡыланаһың икән, бәрәкәт китәсәк.
Әгәр ҙә кемдер аҡсаны еңел юл менән таба һәм урынһыҙ файҙалана икән, ул бер кемгә лә өлгө итеп ҡуйылырға тейеш түгел.
[ләә хәсәдә илләә фиҫнәтәйн: раджүлүн ғәлләмәһүллааһүлҡур’әәнә фәһүүә йәтлүүһү әәнәә’әлләйли үә әәнәә’әннәһәәр, фәсәмиғәһү джәәррун ләһү фәҡаалә: ләйтәнии үүтийтү миҫлә мәә үүтийә фүләәнүн фәғәмилтү миҫлә мәә йәғмәл, үә раджүлүн әәтәәһүллааһү мәәлән фәһүүә йүһликүһү филхәҡҡи, фәҡаалә раджүлүн: ләйтәнии үүтийтү миҫлә мәә үүтийә фүләәнүн фәғәмилтү миҫлә мәә йәғмәл]
“Ике осраҡтан башҡа көнләшеү ярамай: Аллаһ тарафынан Ҡөрьән алып, уны көнө-төнө уҡыған кешегә; Аллаһ тарафынан байлыҡ алып, уны көнө-төнө (изге юлда) таратҡан кешегә”, – тигән бит Пәйғәмбәребеҙ (Әл-Бүхаарий йыйынтығынан).
Байлыҡты ғәҙел юл менән табып, яҡшы эштәргә сарыф итеүселәр генә көнләшеүгә лайыҡ.
Аллаһ Тәғәләнән бирелгән малды Аллаһ Тәғәлә хаҡына ҡорбан итеүҙән баш тартырға ярамай. Бындай осраҡта бар менән юҡтың араһы – бер аҙым. Бер хәҙистә шулай тип әйтелгән:
[мәә мин йәүмин йусбихүлғибәәдү фииһи илләә мәләкәәни йәнзиләәни фәйәҡуулү әхәдүһүмәә: Аллаһүммә әғтыи мүнфиҡан халәфән, үә йәҡуулүләәхару: Аллаһүммә әғтыи мүмсикән тәләфә]
“Ҡолдар уянған һәр көндә ергә ике фәрештә төшә лә уларҙың береһе: “Йә Аллаһ, саҙаҡа биргән һәр кешегә алмаш ҡайтар!” – ти. Ә икенсеһе: “Йә Аллаһ, һаранлаған кешенең малын юҡ ит!” – ти” (Әл-Бүхаарий һ.б.).
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларын төрлөсә һынай. Байлыҡ һәм фәҡирлек тә – имтихан. Икеһендә лә әҙәм балаһы иманын, ғәҙеллеген һаҡларға, тоғро юл менән алға ынтылырға тейеш. Сама төшөнсәһен онотмайынса, “алтын урталыҡ”ты тотоп, тормошобоҙ менән башҡаларға өлгө күрһәтеп, өммәтебеҙҙе, илебеҙҙе күтәреп йәшәргә яҙһын. Әмин.
Диәнәт № 1