Балаларығыҙҙы тамуҡ утына ташламағыҙ!
Ата-әсәләр: балаларыбыҙ киләсәк тормоштарында, урыҫтар алдында меҫкен булмаһындар тип, уларҙы тыуыр-тыумаҫ борон урыҫ теленә өйрәтә башлайҙар һәм үҙ башҡорт теленән хатта бер-ике һүҙҙә өйрәтмәйҙәр. Имеш, урыҫ телен яҡшы белһәләр, йәшәүҙәре еңел булыр, тип. Тик шуныһын оноталар: Аллаһ уларҙы яратҡан икән башҡорт итеп, мосолман итеп, ни эшләп уларҙы икенсе дин кешеләренә тиңләргә?
Мосолман үҙ диненән икенсе дингә күсһә урыны мәңге тамуҡта. Хатта шуларға оҡшарға тырышыуҙа шул йәһәннәмгә алып бара. Ә башҡорт булып тыуған бала урыҫ телен өйрәнеп, үҙ телен онотоуы арҡаһында, урыҫҫа фекерләргә лә, шулай уҡ башҡортса ла уйларға һәләте насар була. Бындай балаларҙы кем тип атарға һеҙ үҙегеҙ яҡшы беләһегеҙ.
يَا أَيُّهَا النَّاسُ إِنَّا خَلَقْنَاكُم مِّن ذَكَرٍ وَأُنثَى وَجَعَلْنَاكُمْ شُعُوبًا وَقَبَائِلَ لِتَعَارَفُوا إِنَّ أَكْرَمَكُمْ عِندَ اللَّهِ أَتْقَاكُمْ إِنَّ اللَّهَ عَلِيمٌ خَبِيرٌ
13. Йәә әййүһә-ннәәсү иннәә халәҡнәәкүм миң ҙәкәриү-үә үңҫәә үә джәғәлнәәкүм шүғүүбәү-үә ҡабәә'илә литәғәәрафүү иннә әкрамәкүм ғиңдә-ллааһи әтҡаакүм иннә-ллааһа ғәлиимүн хабиир.
13. Эй һеҙ, кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менән ҡатындан яраттыҡ. Бер-береһе менән танышһын тип, һеҙҙе төрлө халыҡ, төрлө ҡәбилә иттек. Аллаһ ҡаршыһында иң хөрмәтле кеше тәҡүәле кеше була. Аллаһ, ысынлап та, белә, Ул хәбәрҙар! «Худжурат (Бүлмәләр) », 49/13.
Ошо аяттан сығып, беҙ башҡорт булып ҡалырға, балаларыбыҙҙы ла башҡорт итеп, мосолман итеп тәрбиәләргә тейешбеҙ. Аллаһ Тәғәлә беҙҙең телде ғәрәп теленә бик яҡын иткән, хатта һүҙҙәребеҙҙең яртыһы ла ғәрәбсә. Шулай булғас ни эшләп үҙ телегеҙҙән ғәрләнәгеҙ! Мин башҡорт, тип ғорурланмағас һеҙ кем? Урыҫ булып Ҡөръән өйрәнеп булмай.
Әй, атай-әсәйҙәр! Һөйгән, яратҡан балаларығыҙҙы тамуҡ утына утын итеп ташлайһығыҙ түгелме? Бик алданағыҙ бит был донъя тормошона. Һеҙҙең иғтибарға үҙ тыуған телеңә тоғро булып ҡалырға өндәгән вәғәҙ.
Ниндәй телдә аралашһаң — һин шул милләттән
Ергә Хәлифә итеп ҡуйғансы Аллаһы Тәғәлә Әҙәм ғәләйһиссәләмгә бөтә әйберҙәрҙең, мәхлүктарҙың, уларҙың енестәренең исемдәрен өйрәтте. Йәғни бөтә һүҙҙәрҙе. Һәм ғалимдарыбыҙ әйтте: бында бөтөн һүҙҙәр мәғәнәһендә Әҙәм ғәләйһиссәләмгә бөтә телдәрҙең өйрәтеүе әйтелә. Фәрештәләр Аллаһы Тәғәләгә: «Йә, Раббыбыҙ, беҙ Һиңә тәсбих ҡылабыҙ, Һине ололайбыҙ. Һин ни өсөн ер йөҙөнә ҡан ҡойоусоно һәм аҙғынлыҡ таратыусыны Хәлифә итеп ҡуяһың?» — тигәс, Аллаһы Тәғәлә әйтте: «Был әйберҙәрҙең исемдәре тураһында хәбәр бирегеҙ, әгәр тоғро булһағыҙ». Әҙәм ғәләйһиссәләмдең фәрештәләрҙән өҫтөнлөгө бында күренде.
Бынан аңлашылғанса, телдәрҙе, бөтә әйберҙәрҙең исемдәрен белеү ул ғилем һанала һәм ғибәҙәткә ҡарағанда ғилем өҫтөнөрәк. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә әйтте: «Аллаһы Тәғәләнең олуғлығы һәм ҡөҙрәтенең билдәләренән күктәрҙе һәм ерҙе яратыуы, һәм телдәрегеҙҙең һәм үҙегеҙҙең төрлө булыуығыҙ. Белеүселәр өсөн был әйберҙәрҙә билдәләр бар», — тине. Йәғни Әҙәм балаларының төрлө төҫтә, төрлө телдә булыуы — ул Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте һәм бөйөклөгө билдәләре. Әлбиттә, аңлаусылар өсөн. Һәм был телдәрҙең һәм төҫтәрҙең айырмалығы Әҙәм балалары бер-береһен айырһындар өсөн. Бер атанан һәм әсәнән булыуҙарына ҡарамаҫтан, Аллаһы Тәғәлә уларҙы төрлө-төрлө итте. Был әйберҙәр хикмәт өсөн. Йәғни Аллаһы Тәғәләнең һәр бер эше хикмәтле. Ҡайһы берәүҙәр әйтәләр: Исламда тел юҡ, милләт юҡ. Әммә Ҡөръәндә, халыҡтар, уларҙың телдәре һәм төҫтәре бер-берегеҙҙе танып белеү өсөн — Аллаһының билдәләре, тип әйтелгән. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе төрлө халыҡтар, ҡабиләләр ҡылды, бер-беребеҙҙе таныу, бер-береңә ярҙамлашыу өсөн. Ә бер-беребеҙҙән көлөр йә иһә бер-беребеҙҙе кәмһетер, мыҫҡыл итер, береһен икенсеһенән өҫтөнөрәк ҡылып золом килтерер өсөн түгел. Аллаһы Тәғәләгә яҡынлығыбыҙ ниндәй телдә һөйләшеүебеҙгә бәйләнмәгән, ә тәҡүәлебеҙгә бәйләнгән. Тел ул фәҡәт халыҡтарҙы айырыусы билдә, һәм ул бер милләтте, ҡәүемде берләштереүсе булып тора. Шуға күрә лә кем ниндәй телдә һөйләшә, аңлаша — ул шул халыҡтан. Был ғибәрәне ҡайһы бер ғәрәп ғалимдәре хәҙис тә, риүәйәт тип тә әйттеләр. Йәғни кем ғәрәпсә аңлашһа — ул ғәрәп тинеләр. Ошоға нигеҙләнеп, кем урыҫ телендә генә аңлашһа — ул урыҫ, татарса аңлашһа — татар тип әйтеү дөрөҫ була. Әлбиттә, үҙ милләтең теленә өҫтәп башҡа телдәрҙе белеү ул ҙур мәртәбә. Ҡөръән һәм пәйғәмбәребеҙҙең сөннәте ғәрәп телендә булғанға күрә, теге донъя бәхетенә өлгәшеү өсөн был телде белеү кәрәк. Башҡа милләттәр менән аралашыу, улар араһында динебеҙгә дәғүәт итеү өсөн уларҙың телдәрен белеү ҙә зарур. Әммә үҙ милләтең телен ситкә этәреү, уны кәмһетеү иҫәбенә түгел. Киреһенсә, һәр кем үҙ милләте телендә асыҡтан-асыҡ, матур итеп һөйләшә белергә тейеш. Муса ғәләйһиссәләм Фирғәүен янына барғанда Аллаһы Тәғәләнән Ҡарунды үҙе менән бергә ебәреүен үтенде. Сөнки Муса ғәләйһиссәләм һаҡауыраҡ, ә Ҡарун бик асыҡ, матур итеп һөйләшә ине.
Пәйғәмбәребеҙ салаллааһу ғәләйһиссәләм әйткән: «Кем ниндәй ҡәүемгә, халыҡҡа оҡшарға тырышһа, ул уларҙан булыр», — тип. Башҡа милләттәргә оҡшарға тырышҡандарҙың был ынтылышы һөйләшеүҙәрендә генә түгел, ә йөҙҙәрендә, кейенештәрендә, үҙ-үҙҙәрен тотоуҙарында ла күренә. Татар-мосолман мәктәптәре, балалар баҡсалары була тороп үҙ балаңды башҡа сит телдә генә һөйләшергә өйрәтеү, шул халыҡтың ғөрөф ғәҙәттәрендә тәрбиәләү — был, әлбиттә, монафиҡлыҡ билдәһе. Һәм ул шулай уҡ мосолман ҡәрҙәштәреңә, үҙ милләтеңә хыянат та.
Бер мәл пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм янына сәхәбәләрҙән булған бер егетте килтерҙеләр һәм әйттеләр: «Йә, Рәсүлуллаһ, был егет 7 сүрәне яттан белә». Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм уға бик ғәжәпләнде һәм һоҡланды. Һәм әйтте: «Миңә йәһүдтәрҙән яҙыуҙар килә. Үҙҙәренә лә яҙыуҙар ебәрергә тура килә. Улар алдамаһындар өсөн йәһүд яҙыуын өйрән», — тине. Һәм теге егет өйрәнде. Шунан һуң пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм һораны: «Һин сарьян телен беләһеңме?» Ул ғәрәптәр менән византиялылар араһында йәшәүселәрҙең телдәре ине. Егет: «Юҡ», — тип яуап бирҙе. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм егеткә шул телде өйрәнергә ҡушты. Һәм егет уны 17 көндә өйрәнде. Йәғни дини зарурият булыу сәбәпле, динде таратыу өсөн башҡа телде өйрәнергә рөхсәт ителә. Тик шул шарттар менән. Ғүмәр раҙыаллаһу ғәнһә әйтте: «Йондоҙҙар ғилемен өйрәнегеҙ — юлдарҙы белер өсөн. Туған-нәсәбегеҙҙе, үҙегеҙҙең ҡайҙан сыҡҡанығыҙҙы, ниндәй халыҡтан булыуығыҙҙы, телдәрегеҙҙе өйрәнегеҙ — бер-берегеҙгә яҡынайта торған сәбәп булһын өсөн». Үҙ ата-бабаң телен һанға һуҡмау, уны өйрәнмәү — ул инде татар-мосолмандарҙан йырағайта, ә икенсе бер сит милләткә — мосолман булмағандарға яҡынайта.
Рафик хәҙрәт Миннеәхмәт, Әлмәт районы мөхтәсибе.