Бала юғалтыу ҡайғыһы
     Башыбыҙға ҡайғы килтереп, ҡапыл арабыҙҙан йәш бала йәки үҫеп етеп, бәлиғ булған балаларыбыҙ үлеп китһә, ҡайғы-хәсрәткә төшәбеҙ һәм ни өсөн йәш кенә көйө был донъяға туйына алмай китте икән, тип уйлайбыҙ. Ошо ауыр минуттарҙа Аллаһты иҫкә төшөрөп, ни өсөн баламды алдың, ни өсөн Аллаһ Тәғәлә балаларыбыҙға мәрхәмәтле түгел тип көйөнәбеҙ. Йә балаларыбыҙ ауырып китә, йә ғәрип булып тыуа. Ни өсөн гонаһыҙ балалар өҫтөнә ололар күтәрә алмаҫлыҡ ауыр һынауҙар төшә? Ни өсөн матур итеп, күркәм генә йәшәп ятҡан ғәиләләргә көтмәгәндә бала юғалтыу ҡайғылары килә? Әлбиттә был бөтә һынау-хәсрәттәр Аллаһынан, сөнки донъяға әүрәп ошо тормошҡа беҙҙе барлыҡҡа килтергән Аллаһты онотоуҙан, Уның ахирәтенә битарафлыҡ күрһәтеүҙән. Күңелебеҙ йоҡола булып, киләсәк әжәл тураһында уйланмауҙан.

     Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә:
                وَلَنَبْلُوَنَّكُم بِشَيْءٍ مِّنَ الْخَوْفِ وَالْجُوعِ وَنَقْصٍ مِّنَ الْأَمْوَالِ وَالْأَنفُسِ وَالثَّمَرَاتِ وَبَشِّرِ الصَّابِرِينَ
     «Үә ләнәблүүәннәкүм бишәй'им-минәлхауфи үәл-джүүғи үә наҡсыим-минәл-әмүәәли үәл-әңфүси үәҫ-ҫәмәраати үә бәшширис-саабириин».
     «Һуғыш әфәтен дә күрерһегеҙ, аслыҡ та күрерһегеҙ, малдарығыҙға ла кәмселек килер, үҙегеҙҙә ауырырһығыҙ, йөрәк емеше булған балаларығыҙҙың да хәсрәтен күрерһегеҙ, хатта шул йөрәк емеше булған балаларығыҙҙы ла юғалтырһығыҙ», тип әйтә. Әл-Баҡара сүрәһе, 155 аят.
     Аллаһ Тәғәлә беҙҙе был донъяға Уға ҡоллоҡ ҡылырға һәм сәждәлә булыу өсөн булырға барлыҡҡа килтергән. Ә беҙ Уны телдә түгел, хатта иҫкә лә төшөрмәйбеҙ. Бик ныҡ шашынып йәшәйбеҙ. Намаҙ уҡыусы һәм ураҙа тотоусыларҙың да балалары вафат булып тора тип әйтергә була. Әлбиттә, беҙ генә түгел әүлиә һәм пәйғәмбәрҙәрҙә бик ҙур һынауҙарҙа булған. Былары инде тарихтан билгеле. Донъяға килгән бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә бала яҙмышы менән һыналдылар. Ибраһим ғәләйһиссәләм һәм уның улы Исмәғил ғәләйһиссәләмдең тарихе һәр кемгә билдәле.
     Пәйғәмбәребеҙ Ибраһим ғәләйһиссәләмдең 80 йәше уҙғансы балалары булмаған. Ә инде улдары тыуғас әйтте:
                                       الْحَمْدُ لِلَّهِ الَّذِي وَهَبَ لِي عَلَى الْكِبَرِ إِسْمَاعِيلَ وَإِسْحَاقَ إِنَّ رَبِّي لَسَمِيعُ الدُّعَاءِ
     «Әлхәмдү лилләәһил-ләҙии үәһәбә лии ғәләл-кибәри Исмәәғиилә үә Исхәәҡа иннә раббии ләсәмииғүд-дүғәәһ».
     «Ҡартлыҡта миңә Исмәғил менән Исхаҡты бүләк иткән Аллаһҡа хәмед (маҡтауҙарым, рәхмәттәрем, доғаларым) булһын. Ысынында, минең Раббым, әлбиттә, доғаны ҡабул итәлер». Ибраим сүрәһе, 39 аят.
     Ана шул, Ибраһим ғәләйһиссәләм Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылып, рәхмәт һәм маҡтауҙар уҡып йөрөһә лә, Аллаһ Тәғәлә ҡушыуы буйынса улын ҡорбан итергә тейеш була. Раббыбыҙ был бик ҙур һынау тине, һәм пәйғәмбәребеҙ Ибраһим ғәләйһиссәләм был һынауҙы үтә. Балаһын Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн өмөт итеп юғалтырға әҙер була. Әйүп пәйғәмбәребеҙҙең 12 балаһы була, барыһы ла вафат була. Бар донъяһы, бар байлығы юҡҡа сыға. Ләкин ул иманына тоғро булып, Аллаһ Тәғәләнең яҙмышына бойһондо, сабырлыҡ күрһәтте һәм рәхмәтенә иреште.
     Бала һүҙҙе күп төшөнсәләргә эйә. Төрки телендә баллы, фарсы телендә йәш, көслө мәғәнәһендә, ә ғәрәп телендә һынау тигән һүҙ. Һынау әлбиттә ике төрлө: яҡшы йәки насарыла бар. Насарын бәлә тип йөрөтәбеҙ. Әлбиттә беҙҙең тормоштоң маҡсаты ғәилә ҡороп балалар үҫтереү. Һәм ошонда беҙ инде балалар менән дә һыналабыҙ.
     Балаларыбыҙ Аллаһ Тәғәләнең беҙгә биргән бер ниғмәте ул – был бүләк. Ләкин быны күптәр аңламай. Ни эшләп аңламай? Улар Аллаһ Тәғәлә бар икәнен иҫтән сығарғандар, йәки белергә теләмәүселәр. Әлбиттә Аллаһты таныусыларға ла Аллаһ бала һынауын ебәрә. Ләкин күпселеге – был беҙҙең бала, мин тапҡан бала тип, күҙ нурым, бәғерем тип, бар йөрәген балаға бағышлай. Аллаһ Тәғәлә булырға тейешле яратыуын балаға йүнәлтә. Ә Аллаһ Тәғәлә әйткән бит: «Минән артыҡ яратҡан нәмәләрегеҙҙе тартып алырмын», тигән. Беҙҙең иң беренсе һөйөү Аллаһҡа булырға тейеш, сөнки Ул ошо бар булмышыбыҙҙы барлыҡҡа килтергән.
     Аллаһ Тәғәлә:
                                                                إِنَّ الَّذِينَ تَدْعُونَ مِن دُونِ اللَّهِ لَن يَخْلُقُوا ذُبَابًا وَلَوِ اجْتَمَعُوا لَهُ
     «... иннәл-ләҙиинә тәдғүүнә миң дүүни-лләәһи ләй-йахлүҡуу ҙүбәәбәү-үә ләүиджтәмәғүү ләһү... »
     «Үҙҙәре барыһы ла бергә йыйылып, Аллаһтан башҡа хатта себенде лә ярата алмайҙар бит», тигән. Хаж, 73 аят.
     Әйе, беҙ бер нәмәне лә барлыҡҡа килтерә алмайбыҙ һәм уйлап, фекерләп был бөйөк ғәләмәт алдында баш эйергә генә ҡала. Иман килтергән кешеләр һәр ваҡыт Аллаһ Тәғәләне иҫкә төшөрөп шөкөр итеп торалар. Үҙ ғүмерҙәре һәм балалары өсөндә Аллаһты зекер итеп, доға ҡылып, ғәмәл-ғибәҙәттәрендә рәхмәттәр әйтеп, балаларына хәйерле тормош теләп кенә торалар. Ата-әсәнең балаға ҡылған доғаһы ҡабул була. Шуға ла уйлағыҙ әле балаларығыҙ өсөн Аллаһтаң хәйерле киләсәк һоранығыҙмы?
     Беҙҙең был донъяла бик күп хәрәм ҡатнашлығы бар. Өйөгөҙгә ҡайғы килә икән, мин Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн ни эшләнем тип уйланығыҙмы? Уның ҡушҡандарын һәм тыйғандарын үтәнегеҙме? Хәрәм ризыҡтан йыраҡ торҙоғоҙмы? Балаңа хәрәм ашатманыңмы? Бар бәлә үҙ ҡулығыҙ һәм телегеҙ менән килә тигәнде онотмағыҙ.
     Мөьмин мосолман һис бер ваҡытта ла Аллаһының һынауың ҡайғы итеп алмай. Был ҡайғы уның үтәмәгән, йә иһә берәй кәмселек менән ҡылған ғибәҙәтенә ҡарата Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән һынауҙыр. Ә инде ҡайғы килһә, сабыр итеп, Аллаһ алдында ниндәй гонаһтарым бар, тағы ла нимәләремдә етешһеҙлектәр булды икән тип, үҙенең күңелең йомшартып, башҡаларға мәрхәмәтлеген артыра.
                                                       وَقَالُوا الْحَمْدُ لِلَّهِ الَّذِي أَذْهَبَ عَنَّا الْحَزَنَ إِنَّ رَبَّنَا لَغَفُورٌ شَكُورٌ
     «Үә ҡаалүл-хәмдү лилләәһил-ләҙии әҙһәбә ғәннәл-хәзәнә иннә раббәнәә ләғафүүруң шәкуур».
     «Беҙгә ҡайғыны ебәргән Аллаһҡа хәмед булһын. Ысынында, Раббыбыҙ гонаһларҙы ярлыҡаусы һәм шөкөрҙе ҡабул итеүселер». Фатыр сүрәһе, 34 аят.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Йәннәткә саҡырыла торған кешеләрҙең иң тәүгеләре – бәхет һәм ҡайғы килгәндә лә Аллаһ Тәғәләгә маҡтау һәм шөкөр итеүселәрҙер. Бәндәгә иң ҡаты һынауҙар килгәндә лә уға сабыр итеү, түҙеү вәжибтер. Ысынында бәндәһенә ебәрелгән бәхет ниғмәттәре бәлә-ҡазаға ҡарағандә күберәктер һәм быны белеү ҙә вәжибтер. Һәм Аллаһ Тәғәләгә бының өсөн хәмед әйтеү вәжебтер». Вәжеб ул үтәлергә тейеш ғәмәл, үтәмәһәң гонаһты булаң.
     Ғабдулла ибн Харис ибн Ғаббастан риүәйәт итте. Ибн Ғаббас раҙыйАллаһү ғәнһү әйтте: «Пәйғәмбәрҙәрҙәң булған бер пәйғәмбәр Аллаһҡа доға ҡылып һораны: «Әй Раббым, мөьмин бәндә һиңә бойһона һәм гонаһтарҙан һаҡлана, уларҙаң донъяны алаһың һәм уға бәлә-ҡаза ебәрәһең. Иманһыҙ һиңә бойһонмай, һәр ваҡыт гонаһ ҡылырға батырсылыҡ итә. Уларҙан бәләне алаһың һәм уның өсөн донъяны иркенәйтәң (шашып йәшәһендәр өсөн)».
     Аллаһ Тәғәлә: «Ысынында бәндәләр Минеке һәм ебәрелгән бәлә-ҡайғыла Үҙемдеке. Һәр ҡайһыһы Минең хәмедем менән тәсбих әйтә. Бер мөьминдең донъяһын аламын һәм бәләне ебәрермен һәм был уның гонаһтарына кәффәрәт булыр. Хатта ул Миңә ҡайтҡанға тиклем һәм уны изгелектәре бәрәбәрен дә һынармын».
     Аллаһ Тәғәлә беҙгә ошо уҡ донъяла төрлө бәлә-ҡаза ебәреп һынармын һәм уның әжерен ахирәттә күререгеҙ тигән. Шуға ла Аллаһтан өмөт итәйек, был донъяға ебәрелгән ғазаптарын теге донъяла ҡылмаҫ. Был донъяла килгән бәлә самаһына сығып, шул ҡәҙәр гонаһтарын да юйыла тигән хәҙистә бар.
     Пәйғәмбәр ﷺ: «Һиңә иңгән нәмә бәрәбәренә ҡайғын китһең, тигән һүҙҙең мәғәнәһе – һиңә инеүсе үлемде уйла, хатта хәсрәтең һинән китер». Сөнки ул мәхрүм булған кеше үлемде иҫкәртеп, был донъяла барыһыла ваҡытлыса тип, беҙҙе иҫкәртә. Шуға ла кеше һәр саҡ үҙенең вафаты тураһында уйлаһа һәм ысынын да тиҙҙән үләмен тип белһә, ул мәйет өсөн хәсрәтләнмөҫ. Сөнки ҡайғы үлекте ҡайтармай һәм ҡайғы әжерен юҡҡа сығара. Әгәр ҙә ҡайғыһынан туҡтамай бар донъяны, (шул иҫәптән Аллаһыны ла) һүгә икән, Аллаһ ҡабат-ҡабат бәлә-ҡайғы ебәреп быларҙы һынар. Күрәбеҙ: мәрхүм балаһы йәки иһә ҡатыны-ире артынан, йә әсәһе, йә ире китә. Ул ғына түгел донъяларынан да мәхрүм булалар. Өйҙәре янып, бала-туғандарыла шунда һәләк булған миҫалдар әҙме.
     Әнәс бин Мәлик әйткән: «Рәсүлулла ﷺ әйтте: «Берәү донъяға ҡайғылы булып таңға керһә, Раббыһы хозурына асыуланған хәлдә керер. Кемдер берәү ҡайғыға зарланып таңын башлаһа, уның ҡайғыһы дауамлы булыр». Бындай күренеш Аллаһы Тәғәләгә зарланыу булыр, уның тәҡдиренә һәм башҡаһына. Халыҡтың: «Бәләһе артыннан ҡазаһы ла эйәрә», тигән әйтемде онотмайыҡ.
     Әнәс бин Мәлик раҙыйАллаһу ғәнһәнән риүәйәт ителде: Ысынында, бер кеше бер сабый бала менән Рәсүлулла ﷺ-гә килә торғайны. Бер мәле бала вафат була. Уның атаһы Рәсүлулла ﷺ эргәһенә килмәҫ булды. Рәсүлулла ﷺ ул кешенең юғалыуына иғтибар итеп, уның хәлен һораны. «Әй Рәсүлуллаһ, уның һин күргән балаһы вафат булды»,— тинеләр. Рәсүлулла ﷺ: «Ни эшләп, һеҙ миңә хәбәр итмәнегеҙ? Әйҙәгеҙ уны йыуатайыҡ». Рәсүлулла ﷺ уның эргәһенә барғас, телгә алынған кеше ҡайғылы һәм ул ҡайғынан бик насар хәлдә ине, йәғни бик бойоҡ ине. «Әй Рәсүлуллаһ, ысынында, мин унан ҡартайып һәм көсһөҙлөккә төшкән ваҡытымда ярҙам өмөт итә инем, йәғни тәрбиәһен өмөт итә инем»,— тине. Рәсүлулла ﷺ әйтте: «Ҡиәмәт көнөндә һинең менән ни булыуы тураһында ҡыуандырайыммы? Ул сабыйға «йәннәткә ин», тип, әйтелер. Ул бала: «Әй Раббым, ә минең ата-әсәйем, йәғни улар ҙа минең менән инерҙәрме?» — тип һорар. Һәм ул сабыйға: «Йәннәткә ин»,— тип өс мәртәбә әйтелер. Ул бала шәфәғәт итеүендә даими булыр, йәғни уларға Аллаһы Тәғәлә шәфәғәт иткәнсе һәм һеҙҙең барығыҙҙы ла йәннәткә индергәнсегә тиклем һүҙенән ҡайтмаҫ». Был һүҙҙәрҙе ишеткән кешенән ҡайғы китте. Был хәбәрҙә ҡайғыға төшкән кешене йыуатыу сөннәт икәненә дәлил бар. Әгәр ҙә берәүгә ҡайғы ирешһә, ҡәрҙәштәре уны йыуатырға тейешлелер.
     Йәнә бер риүәйәттә: Ысынында Рәсулулла ﷺ -дең улы Ибраһим вафат булғас, Рәсулулла ﷺ иланы һәм уның ике күҙенән йәш аҡты һәм Ғәбдерахман Рәсулулла ﷺ гә әйтте: «Әй Рәсүлуллаһ, илайһың, ә үҙең илауҙы тыйманыңмы?» Рәсулулла ﷺ әйтте: «Юҡ, тыйманым, ләкин мин ҡысҡырып һәм аҡырып илауҙан тыйҙым. Мәйет өҫтөндә тауыштар сығарып-һөйләнеп, сәс йолҡоп, күҙҙәрҙе тырнап, кейемде йыртҡылауҙан тыйҙым. Ләкин был әлеге минең илау күңел йомшаҡлығылыр. Аллаһы Тәғәлә ул рәхмәтте рәхимлеләр күңелдәрендә ҡылды. Кемдер йомшаҡлыҡ ҡылмаһа, рөхсәт ителмәҫ. Бынан һуң Рәсулулла ﷺ әйтте: «Күңел көйөнә, күҙ йәшләнә, Аллаһы Тәғәлә асыуланған һүҙҙәрҙе беҙ әйтмәйбеҙ».
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм әйтте: «Кешенең балаһы үлһә, Аллаһ Тәғәлә фәрештәләренән һорар: „Ҡоломдың балаһын алдығыҙмы?“Фәрештәләр әйтерҙәр: „Эйе, алдыҡ“. Аллаһ ҡабаттан: „Уның йөрәк емешен алдығыҙмы?“: „Әйе, алдыҡ тейерҙәр“. Аллаһ: „Ә балаһын юғалтҡан ҡолом нимә тине?“. Фәрештәләр әйтерҙәр: Һиңә шөкөр итте һәм:
                                                            الَّذِينَ إِذَا أَصَابَتْهُم مُّصِيبَةٌ قَالُوا إِنَّا لِلَّهِ وَإِنَّا إِلَيْهِ رَاجِعُونَ
     »Әлләҙиинә иҙәә әсаабәтһүм мүсыии-бәтүн ҡаалүү иннәә лилләәһи үә иннәә иләйһи рааджиғүүн" – Беҙгә ҡайғы-хәсрәт килһә, нимәгәлер зыян килһә, был ни өсөн икән, был шуның өсөн икән, тип, зарланып иламайбыҙ, сабыр итәбеҙ. Әл-Баҡара 156 аят.
     Һәм Аллаһ Тәғәлә әйтер: «Был ҡолома йәннәттә өй төҙөгөҙ һәм Бәйтүл Хәмед тип атағыҙ». (Термизи, хәҙис)
     Сабый сағында ( бәлиғ булмаған бала) үлгән бала йәннәткә инер, һәм Аллаһының мәңгелек рәхмәтенә ирешер. Балаларҙың ваҡытһыҙ вафат булыуы ата-әсәһен йәһәннәм утынан һаҡлайҙыр. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм ҡатын-ҡыҙҙарға нәсихәт биргәндә: «Ҡайһығыҙҙың өс балаһы вафат булһа, һеҙгә улар йәһәннәм утынан пәрҙә булыр», — тине. «Ә икәү вафат булһа?»- тип улар һоранылар. «Икәү булһа ла», тине рәсүлебеҙ. («Бухари», 1249 хәҙисе). Һәм был хәҙисте риүәйәт итеүсе Джәбир тигән сәхәбәбеҙ: «Әгәр бер бала булһа?»- тип, һораһаларҙа, -"Берәү булһа ла", — тип яуап бирер ине пәйғәмбәребеҙ ﷺ " тине.
     Сабый килеш үлгән бала ҡиәмәт көнөндө атай-әсәһенә шәфәғәтсе була. «Сабыйҙар йәннәттең айырылмаҫлыҡ әһелдәре, ата-әсәләренең ҡулдарына йәбешеп, уларҙы Аллаһы йәннәткә индермәйенсә ебәрмәҫтәр», — тине рәсүлүллаһ ﷺ («Мөслим», 2635-се хәҙис).
     Ваҡытһыҙ үлгән балаларҙа ла Аллаһ Тәғәләнең бер хикмәте барҙыр. Был гонаһты донъянан уларҙы ваҡытынан алда китеүе уларҙы йәһәннәмдән ҡотҡарыуылыр. Быға Муса ғәләйһиссәләмдең Хызыр ғәләйһиссәләмгә сабый баланы үлтергәненә ҡаршы сығыуы миҫал. «Ни өсөн ғәйепһеҙ баланы үлтерҙең?»- тине Муса ғәләйһиссәләм. Һуңынан Хызыр ғәләйһиссәләм аңлатты: «Был баланың ата-әсәһе бик изге кешеләр. Ләкин бала үҫкәс, яман кеше булып, уларҙы йәбер-золомға, көфөрлөккә батыра. Аллаһы Тәғәлә шуға күрә был баланы изге балаға алыштыра, шәфҡәт рәхмәтен күрһәтә». («Кәһф»(Мәмерйәләр,18) сүрәһе, 80, 81-се аяттар).
     Шулай уҡ бәлиғ булып үлгән балалар ваҡытһыҙ китеүе лә Аллаһ Тәғәләнең яҙмышылыр. Күреп торабыҙ: 90 йәште үтеп тә бер бисмиллә әйтмәгәндәр бар. Бар булған балалары үҙҙәренән алда донъянан китеп бөтөп баралар, барыбер шөкөр итергә, намаҙ уҡырға ашыҡмайҙар. Фәжиғәле үлемдәрҙә быларҙы ҡурҡытмай, сөнки быларҙың күҙҙәре һуҡыр һәм ҡолаҡтары ябыҡ. Тәүбә итмәй күпме гонаһ ала был кешеләр. Шуға бер яҡтан уйлап ҡараһаң йәшләй үлгәндәр был донъяла әҙерәк гонаһ ҡылып, ахирәттә тамуҡ ғазабында әҙерәк булалар түгелме? Оҙаҡ йәшәгәндәргә күберәк хисап тоторға кәрәк бит. Ә донъяһы шундай бит, иртәгеһенә беҙ яңылышып ҙур хата эшләп ебәреүеҙ ихтимал. Быға ышаныс юҡ, алдағы көндәребеҙҙе белмәйбеҙ һәм шуға ла Аллаһ Тәғәлә беҙгә ҡайғы-хәсрәтен күрһәтмәһен, бик ҙур һынауҙарын бирмәһен, илебеҙ тыныс булһын ине тип, тамуҡ утынан һаҡлап йәннәтенә инергә насип итһен тип, һәр ваҡыт доға ҡылырға ҡала.
     Әйтелгән бит: өс нәмә изгелек хазиналарынандыр: саҙаҡаны йәшерен биреү, ауырыуҙарҙы йәшереү һәм ҡайғыны йәшереү. Ҡайғы килгәндә сабыр итеп, хәйерлегә булһын тип шөкөр итәйек. Туғандарыбыҙҙы ҡәберлеккә оҙатҡанда бәхил бул, тип әйтәбеҙ. Бәхил – ул осрашҡанға тиклем тигән һүҙ. Йәннәттә улар менән осрашырға Аллаһ насип итһен.