Асыуланыу

   Рәсүлебеҙгә бер кеше килеп: «Миңә бер кәңәш бир», — тип әйтә. Рәсүлебеҙ уға: «Асыуланма», — тип кәңәш бирә. Ул кеше яңынан кәңәш һораһа ла, Рәсүлебеҙ уға «асыуланма» тигән кәңәш биреүен дауам итә.

   Асыу килеү сифаты кешегә тыумыштан уҡ бирелә, уның тәбиғәтенә һалынған. Шулай булһа ла кеше үҙен унан тыйыуҙы хуп күрә: ҡайһы ваҡыт асыу килтерә торған сәбәптәргә яҡын бармаҫҡа тырыша, ҡайһы ваҡыт асыуланһа ла бөтә көсө менән уны баҫырға тырыша. Мосолман кешегә матур сифаттар хас. Уны оят-хая, тыйнаҡлыҡ, башҡаларҙы һөйөү, ғәфү итә белеү һәм ниндәй генә хәлдә лә асыҡ, яҡты йөҙлө булыу биҙәй.

   "Асыуланма", эй, һин, донъя, Әхирәт бәхетенә ирешергә ынтылыусы! Әгәр һинең тәбиғәтеңдә яуыз көстәр баш күтәрһә, нәфсең теләгенә эйәрә күрмә. Юғиһә улар, һинең менән идара итеп, һине Аллаһ тыйғандарҙы эшләргә мәжбүр итер. Һин уларға ҡаршы көрәшергә тейеш. Һин үҙеңде Аллаһынан хаҡиҡый ҡурҡыусы мөьмин сифаттары менән сифатларға тейеш. Улар хаҡында Ҡөрьән-Кәримдә Аллаһ Тәғәлә былай тип әйтә: «Раббығыҙҙың ярлыҡауына һәм ер, күктәрҙе һыйҙырған йәннәткә керергә ашығығыҙ. Ул йәннәт — Аллаһтан ҡурҡыусыларға әҙерләп ҡуйылған урындыр. Ул Аллаһынан ҡурҡыусылар еңеллектә лә, ауырлыҡта ла үҙҙәренең малдарынан Аллаһ юлына сарыф итәләр. Үҙҙәренең асыуҙарын баҫып йөрөйҙәр һәм кешеләрҙе ғәфү итәләр. Аллаһ Тәғәлә игелек ҡылыусыларҙы һөйә».

   Үҙенең асыуын баҫырға өйрәнгән кеше, үҙен Аллаһтың асыуынан да һаҡларға өйрәнә. Ул Аллаһтың асыуын килтерә торған бер генә эште лә ҡылмай, хатта ул эштәргә яҡын да бармай.

   Асыу бөтә яманлыҡ, яуызлыҡты, ә унан үҙеңде азат итеүең бөтөн изгелекте, яҡшылыҡты үҙ эсенә ала. Әлеге сәхәбә Рәсүлебеҙҙән яңынан-яңы йәнә башҡа төрлө кәңәш биреүен үтенһә лә, «асыуланма» тигән һүҙҙән башҡа яуап ала алмай. Ул, күрәһең, был һүҙҙең асылына тиҙ генә төшөнөп етә алмаған. Уны, үҙенә еңелгә һанап, тағы ла мөһимерәк кәңәш көткән. Әхмәд риүәйәтендәге шул хәҙистең аҙағында Рәсүлебеҙҙән кәңәш һораған әлеге сәхәбә былай ти: «Рәсүлебеҙ ҡабаттан шул һүҙҙе әйткәс, мин уйға ҡалдым һәм аңланым: ысынлап та, асыу бөтә яманлыҡты үҙендә туплай бит». Асыу кешегә һәр төрлө бәхетһеҙлектәр алып килә, ул унан күп яҡлы зыян күрә. Асыуҙан кешенең йөҙө үҙгәрә, күҙе ҡыҙара, ҡаны ҡыҙа, муйын тамырҙары ҡабара, ҡулдары ҡалтырай, һөйләменең тәртибе бөтә, ауыҙынан теләһә ниндәй яман һүҙҙәр сыға, ул үҙенең ошо халәте менән үҙенә генә түгел, ә тирә-яғындағыларға ла күп зыян һала. Асыу аша кешеләрҙең йөрәктәрендә бер-береһенә ҡарата нәфрәт уяна, аралар өҙөлә, дуҫтар, ағай-энеләр араһында дошманлыҡ, нәфрәт пәйҙә була, йәмғиәт боҙола.

   Кешене асыуланырға нимә мәжбүр итә һуң? — Уның сәбәптәре төрлө һәм бик күп: үҙеңде өҫтөн һанау, тәкәбберлек, башҡалар өҫтөнән көлөү, мыҫҡыл итеү, һәр төрлө тартҡылашыуҙар, үҙеңә ҡағылмаған эшкә ҡатнашыу, шулай уҡ күп байлыҡҡа, дәрәжәгә ынтылыуҙар шулар йөмләһенән.

   Асыуҙан ҡотолоуҙың ла төрлө юлдары бар. Мәҫәлән, бер тапҡыр Рәсүлебеҙ алдында ике кеше тартҡылаша башлай, береһенең хатта асыуҙан йөҙө ҡыҙара, шунда Рәсүлебеҙ уны күреп әйтә: «Әгәр ул: „Әғүҙү билләһи минәш-шәйтанир-ражим“ (таш менән ҡыуылған шайтандан Аллаһҡа һыйынам) тигән һүҙҙәрҙе әйтһә, һис шикһеҙ тынысланыр ине».

   Аллаһ Тәғәлә «Әғраф» сүрәһенең 200-өнсө аятында әйткән: «Ҡасан һине шайтан ҡотортһа, һин Аллаһ Тәғәләгә һыйын, Ул Ишетеүсе һәм Белеүселер».

   Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Әгәр һеҙҙең берәрегеҙ асыуланған ваҡытта баҫып торған булһа, ултырһын, ултырғас та асыуы баҫылмаһа, ятып торһон». Ошо хәҙис шуға ишара: баҫып тороусы кеше ултырып йә булмаһа ятып тороусы кешегә ҡарағанда тыныслыҡ таба алмаҫ.

   Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Әгәр берәрегеҙ асыуланһа, тик торһон». Йәғни, әсе телле кеше үҙенең асыуы менән үҙе лә әйтергә теләмәгән нәмәләрҙе әйтеп ташларға мөмкин. Һуңынан үкенгәнсе, хәҙер телен тыйһын. Әгәр бер кеше, асыуы сыҡҡанда үҙенең нәфесен баҫып, асыуын тыйып ҡала алһа, унда сабырлыҡ тигән матур холоҡ барлыҡҡа килә. Шул сабырлыҡ кешегә гонаһтан ҡотолорға ярҙам итә.

   Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Ысынлыҡта асыу — шайтандандыр, шайтан иһә уттан яратылған. Утты һыу менән һүндерәләр, шуға күрә, әгәр берәрегеҙ асыуланһа, тәһәрәт алһын».

   Асыулы кешенең тәне ҡыҙа, ҡаны шыйыҡлана, шуның менән уның хәрәкәтсәнлеге арта, ә һыу уны һыуыта һәм ул кеше бәдәнен урта хәлгә килтерә. Шуны ла әйтергә кәрәк: тәһәрәт алыу Аллаһының зекере менән бәйле булған ғибәҙәттең бер төрө. Был ваҡытта кешенең йөрәгендә асыу ялҡыны ҡабыҙған шайтан ситкә китә.

   Асыу күп ваҡытта кешенең үҙе өсөн үс алырға ынтылыуҙан тыуа, Аллаһ йәки Уның дине өсөн түгел. Ә инде Аллаһтың дине мәсхәрә ҡылынһа, харамдар эшләнә, мосолмандарҙың хаҡ-хоҡуҡтары аяҡ аҫтына һалып тапала, уларҙың малдары, йәндәре тартып алына, был ваҡытта иһә бик ныҡ асыуланыу ғына түгел, ә көрәшергә кәрәк.

   Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Йыһат һуғышы — дошманын еңгән кеше түгел, ә асыулы ваҡытында үҙен-үҙе еңеүсе ысын кеше».

   "Асыуы килгән ваҡытта, Аллаһ ризалығы өсөн асыуҙы йотоуҙан да Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында һис бер сауаплыраҡ ғәмәл юҡ". Йәғни, әгәр асыуланһаң, асыуыңды тышҡа сығарма, асыуға бирелеп, дошманлыҡ ҡылма.

   Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Асыуын ебәргән (баҫҡан) кешенең Аллаһ Тәғәлә ғазабын ла ебәрер, телен һаҡлаған кешенең Аллаһ Тәғәлә халыҡҡа белдергеһе килмәгән ғәйебен йәшерер».

   "Һеҙҙең иң көслөгөҙ шул кеше: ул асыулы ваҡытында, үҙен ҡулда тота белер".

   “Наҙан кешелә биш төрлө сифат булыр: һис бер сәбәп-нигеҙһеҙ асыуланыу; һис бер файҙаһы булмаған буш һүҙҙәр һөйләү; урынһыҙ ерҙә һәм ваҡытта бүләктәр биреү; һәр кемгә лә ышаныу; үҙенең дуҫын дошманынан айыра алмау.”

                                                                           Проповеди на башкирском языке, ВК төркөм, Ильшат Хафизов