Аллаһ шифаһы
     Әғүҙү билләәһи минәш-шайтаанир-раджиим
     Бисмилләәһир-рахмәәнир –рахиим
     Әлхәмдү лилләәһи раббил ғәләмиин
     Аллаһ Раббыбыҙға бар хәмед-ҫәнәләребеҙ ирешеп, Уның тарафынан ҡабул булһалар ине! Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд әл-Мостафа, Аллаһ Тәғәләнең рәсүле үә хәбибенә салауат-сәләмдәребеҙ булһа ине! Һәм дә Рәсүл-Әкрәм салләллааһү ғәләйһи үә сәлләм хәҙрәттәре менән бер сафта тороп йәндәрен, малдарын ҡыҙғанмайынса тырышҡан әһле-бәйти кирам үә йөмлә сәхәбә-и-ғизамға Аллаһ Тәғәләнең ризуан-фатихалары булһа ине.
     Ислам дине юлында тырышлыҡ ҡылып, динебеҙҙең оло мираҫын беҙгә тапшырып ҡалдырған әбей-бабайҙарыбыҙға, остаздарыбыҙға, донъянан ахирәткә күскән хәҙрәттәребеҙгә, абыстайҙарыбыҙға, динебеҙгә хеҙмәт иткән бар иман әһеленә Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр өҙлөкһөҙ доғалар булһа ине!

     Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтүл-лааһи үә бәрәкәтүһү
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ғәләйһиссәләмдең бер хәҙисендә «Һәр сиргә дауа бар» тигән һүҙҙәр бар һәм ул уны беҙгә васыят итеп, әйтеп ҡалдырған. Был фани донъяла йәшәүсе тере кеше ауырымайынса ҡалмай. Аллаһы Тәғәлә һынар өсөн сир бирә икән, уның дауаһын, терелергә сәбәбендә бирә.
     Бөгөн беҙ бик тә ҡатмарлы, ығы-зығылы, ашығыс бер осорҙа йәшәйбеҙ. Халыҡ әйтмешләй, беҙ донъя ҡыуабыҙ, донъя беҙҙе ҡыуа. Ни өсөн шулай ашығабыҙ? Йығылабыҙ, торабыҙ, тағы сабабыҙ, тәгәрәп тә китәбеҙ. Мөнәжәттә әйтелгәнсә:

                                                 Тәндәре һис сәләмәт булмаҫ,
                                                 Йәндәре һис тыныс булмаҫ,
                                                 Ҡайҙан килгәнен белмәҫтәр –
                                                 Бына шундай заман етәр.
     Әле генә йәшәй башлаған инек, әле генә бала инек. Ә бына инде туҙып, таушалып та киләбеҙ, ҡартлыҡтан сара юҡ. Хәҙер был урын ауырта, әле теге ер, быныһы һыҙлай, тегенеһе әрней. Был ерҙе ямарға, быныһын киҫеп ташларға, тиҙәр. Йөрөһәң — хәл юҡ, ашаһаң — туйыу юҡ, ятһаң — күҙгә йоҡо бармай. Табибтарға бараһың, дарыуҙар алаһың, әллә күпме аҡсаһы биреп дауаланһаң да, файҙаһы әҙ йәки бөтөләй юҡ. Донъя тулы белдереүҙәр, хәбәрҙәр, барыһы ла һине саҡыралар, барыһы ла һине терелтмәксе. Юҡ шул, береһенең дә файҙаһы ла, шифаһы ла, дауаһы ла юҡ. Сөнки йәндең тыныслығы, донъяның матурлығы, тормоштоң рәхәтлеге, сирҙең шифаһы Аллаһы Тәғәләнән генә. Уның барлығын, берлеген, бөйөклөгөн, бөтөн ғәләмде барлыҡҡа килтереүсе Зат икәнен, Уның ҡөҙрәте бөтөнөһөнән дә көслө икәнен ни тиклем алданыраҡ белһәк, ихлас күңелдән Уға ғына ышанһаҡ, шул тиклем яҡшы икәнен үҙебеҙҙә аңларбыҙ, йәнебеҙ менән дә тойорбоҙҙа шөкөр итеп, сәждәгә китәрбеҙ. Уның Хаким һәм Хөкөм итеүсе икәнен, шулай уҡ мәрхәмәтле, рәхимле, үҙ ҡолдарына яуап биреүсе икәнен белербеҙ.
     Аллаһы Тәғәлә 26-сы «Шуғара» сүрәһенең 78-82-се аяттарында:
                                                                                                 الَّذِي خَلَقَنِي فَهُوَ يَهْدِينِ
                                                                                              وَالَّذِي هُوَ يُطْعِمُنِي وَيَسْقِينِ
                                                                                                 وَإِذَا مَرِضْتُ فَهُوَ يَشْفِينِ
                                                                                                  وَالَّذِي يُمِيتُنِي ثُمَّ يُحْيِينِ
                                                                           وَالَّذِي أَطْمَعُ أَن يَغْفِرَ لِي خَطِيئَتِي يَوْمَ الدِّينِ
«Әлләҙии халәҡании фәһүүә йәһдиин»
«Үәлләҙии һүүә йутғимүнии үә'йәсҡиин»
«Үә иҙәә мәрыидтү фәһүүә йәшфиин»
«Үәлләҙии йүмиитү-нии ҫүммә йүхйиин»
«Үәлләҙии атмәғү әй-йағфира лии хатыни әти йәүмәддиин»    

     «Раббым мине юҡтан бар итте. Тоғро юлды күрһәтте. Ул — мине ашатыусы ла, эсереүсе лә, сирләгән сағымда шифа биреүсе лә. Ул мине яңғыҙ ҡалдырмаясаҡ һәм һуңынан терелтәсәк. Яза көнөндә гонаһтарымды ярлыҡар, тип өмөт иткәнем дә — Ул», — тигән.
     Барыбыҙғала Аллаһ Тәғәләнең бар һүҙенә, уның тәҡдире үә китабына, Пәйғәмбәре ғәләйһис-сәләмгә, фәрештәләре, үлеү-терелеү үә Ҡиәмәтенә ышанып, Үҙенең тоғро ҡоло булырға насип итһен. Аллаһ Тәғәләнең һаҡлағанды һаҡлармын, бәндәмде сир менән дә һынармын вәғәҙәһенә шөкөр итергә ҡала. Ауырыуы ла, дауа-шифаһы ла бары тик Аллаһтан. Еңелекте эҙләргә, табырға ғына кәрәк. Ҡайҙан эҙләргә? Әлбиттә бары тик Үҙенән генә, Үҙенең һүҙҙәре изге китаптан, Ҡөръән Кәримдән.
     Ә беҙ ҡайҙан эҙләйбеҙ? Берәй китапта бик көслө доға бармы икән, йә берәй ерҙә бик көслө өшкөргән мулла бар микән тип, буш күңел менән, Аллаһҡа ныҡ ышанмаған күңел менән үҙебеҙгә шифа табырға тырышабыҙ. Гонаһтарҙан көн һайын тәүбә иткән юҡ, Аллаһҡа зекер юҡ, биргән ниғмәтенә рәхмәт юҡ, хәрәмгә ҡатнашабыҙ һәм тәүбә-истиғфәрһыҙ шифа бир әле тип өмөтләнәбеҙ. Шунан һуң был доғаның, йә мулланың файҙаһы булманы тип әйтәбеҙ. Күңелебеҙҙә көслө иман булмайынса ниндәйҙер мөғжизә талап итәбеҙ. Икеләнеүсе һәм сабырһыҙҙар кемгә юлдаш? Шайтанға!
     Әле бына яңыраҡ Өфөгә Магнит ҡалаһынан поезда барғанда бер оло мәрйә менән әңгәмәләшергә тура килде. Динебеҙ хаҡында аңлатҡас, һоҡланыуын йәшермәне. Ахыры үҙенең тарихен һөйләй башланы. Яңғыҙлыҡтан ялҡан, ғүмере буйы ауырып йөрөүен, үҙ-үҙен үлтереү дәрәжәһенә еткән бер мәл булыуын, әммә сабырлыҡ күрһәтеп, түҙеп йәшәүен һөйләне. Врачтарға барып, бөйөрөндә ҙур таш булып, ҡала врачтарының операция яһарға ҡаршы булып, телефон аша һөйләшкәндәрен ишек аша ишетеп, илағанын һәм уларға ҡул һелтәп «На всё воля Божья» тип, ҡайтып инеп, өҫтәлендә ятҡан журналға күҙе төшөп, шунда яҙылған рецепт буйынса бөйөрөнән таш сығарғанын һөйләне. Күрәһегеҙме, Аллаһ был ҡатынды нисек һынағанын, әле лә ул бер туҡтауһыҙ алергия менән ауырып йөрөй. Мин уға сабыр ит, сабырлыҡ артынан еңелек килә, бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе лә Аллаһ сир менән һынаған, улар иң көслө ауырыуҙарға дусар булған тип әйтем. Ауырыу ул беҙҙең ошо донъяла ҡылған гонаһтарыбыҙға һәм Аллаһҡа ҡылмаған ғибәҙҙәттәребеҙ өсөн кәффәрәт (штраф). Шөкөр итегеҙ һәр һынауға, сабырлыҡ күрһәтегеҙ һәм доғала булығыҙ.
     Бер өшкөргән мулла менә һөйләшеп китеп, шуны аңланым. Өшкөрөргә һәләт Ҡөръәнде күп уҡыуҙан, намаҙҙарҙы теүәл үтәүҙән, нәфел намаҙҙарын күберәк уҡыуҙан, Аллаһҡа һәр саҡ зекерҙә булыуҙан килә. Әлбиттә, беҙ донъя мәшәҡәттәре менән быларҙы теүәл үтәй алмайбыҙ, әммә хәҙистәргә иғтибар итһәк, бар сауаб күберәк изгелектә һәм ғилем алыуҙа сағыла. Шуға ла ваҡыт табып Ҡөръән тәфсирҙәрен, хәҙис аңлатмаларын, вәғәздәр тыңлауға һәм уҡырға тырышайыҡ.
     Йәндең тыныслығы, донъяның матурлығы, тормоштоң рәхәтлеге, сирҙең шифаһы Аллаһ Тәғәләнән генә. Доға ла ғына булайыҡ Аллаһ беҙҙе ауыр һынауҙар менән интектермәһен тип, еңелерәк ҡазаһын бирһен ине тип. Бар шифа һеҙҙең аяғығыҙ аҫтында ята, ауырыһағыҙ үҙ тыуған ерегеҙҙең һыуын эсегеҙ, үҙ ерегеҙҙең ризығын ашағыҙ тип, әйтелә пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм хәҙистәрендә.
     Аллаһының Илсеһе Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ғәләйһис-сәләм: «Әй, әҙәм балалары, сирҙәрегеҙҙе дауалағыҙ, Аллаһы Тәғәлә ауырыу яралтты икән, шуның менән бергә уның шифаһын да яралтты. Бер генә сирҙең дауаһы юҡтыр, ул — ҡартлыҡтыр», — тине.
     Һуңғы йылдарҙа әллә ҡайҙан милләтебеҙгә, динебеҙгә хас булмаған ауырыуҙар, сирҙәр килеп сығып тора. Шәкәр диабеты, геморрой кеүек ауырыуҙарҙы мосолмандар элек белмәй ине. Төрлө яңы сирҙәр сығып, артып тора. Әлеге көндәрҙә Ҡытай иленә Аллаһ Тәғәлә көслө ауырыу короновирусты ебәрҙе. Ни эшләп ебәрҙе тип әйтеүселәр булыр. Ике-өс йыл элек Ҡытай хөкүмәте ризалығанан Мьянма тигән ерҙә вәхшиҙәрсә бала-сағаһы менән мосолмандарҙы ҡырҙылар һәм башҡа ерҙәрендә лә мосолмандарҙы ҡыҫырыҡланылар. Икенсе яҡтан улар үҙҙәренең Будда тигән идолдарына ғибәҙәт ҡылалар. Был вирус уларға Аллаһ Тәғәләне танымағанға ебәрелгәндер моғайын. Шуны ла иғтибарға алығыҙ: ҡаты тәртип һәм ҡағиҙә тотҡан Ҡытайға ебәрелде, улар шунда уҡ ойошҡанлыҡ күрһәтеп ҡаты саралар булдырҙы. Ә беҙҙең илдә ошо хәл була ҡалһа, нимә менән бөтәрен һиҙәһегеҙме? Шөкөр итергә генә ҡала беҙгә, был бәлә беҙгә ҡағылмаһын тип.
     Ә был сирҙән нисек ҡотолорға һәм дауаланырға һуң? Һәр бер микробиолог әйтер: өйҙәрегеҙҙе еүешләп йыуып тороғоҙ һәм үҙегеҙҙә бит-ҡулдарығыҙҙы, бигерәктә танау эсен сайып тороғоҙ тиер. Бына беҙ намаҙ уҡыусы мосолмандар тәһәрәт алғанда һәр саҡ танау эсен сайып алабыҙ. Ҡулды сайғанда, ҡул өҫтөндә күҙгә күренмәгән микропленка барлыҡҡа килә һәм ул вирустарҙан һаҡлай. Һәр сиргә дауа бар икән, тимәк, ул беҙҙең йәшәгән, тыуған еребеҙҙә. Ҡорот ризығын ғына алайыҡ: бөтә яҡтан шифалы, хатта яман шешкә (рак) һәм элеге короновируска ла. Әлбиттә, бөгөнгө көндә шикле, яһалма, бер еренә файҙа килтерһә, икенсе ереңә зарар яһай торған дарыуҙар күп. Шуға ла иң яҡшыһы үҙеңдең тыуған ерең һыуы һәм үҫемлеге булыр. Шул уҡ тәһәрәт алдынан истинжә алыу гемморойҙы бөтөрә һәм простатитты иҫкәртә. Ураҙа тотоу бөтә тәнде, зиһен, аҡылды таҙарта.
     Ҡөръәндең һәр бер хәрефен уҡыу, өйрәнеү шифа бирә. Күҙҙәр яҡшы күрә башлай, тотлоғоп һөйләшеп йөрөгәндәрҙең теле асыла, астма һәм бронхит, шәкәр диабеты, һәм башҡа бик күп төрлө сирлеләр һауыға. Аллаһ тип йыш зекер әйтеүҙә зиһенде, аҡылды таҙарта, тәҡүәлекте һәм күңелдә мәрхәмәтлекте артыра.
     Аллаһы биргән ғүмере булғас, бер ай йәшәр, тигән кешеләр ҙә аяғына баҫа, һауығып, йөрөп китә. Был осраҡта ла сәбәпсеһе лә, шифаһы ла табыла, һәр осраҡта Аллаһынан һорарға кәрәк.
     Һаулыҡ — иң ҙур байлыҡ, тибеҙ. Ул — аҡсаға һатып алып булмай торған байлыҡ. Ул беҙгә васыят итеп бирелә. Беҙ уны күҙ ҡараһы һымаҡ һаҡларға тейешбеҙ. Бер хәҙрәт: «Кеше ғүмеренең беренсе яртыһын сәләмәтлеген әрәм итеп, байлыҡ, аҡса туплай. Икенсе яртыһында шул аҡсаны түләп сәләмәтлеген эҙләй».
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Һаулыҡ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылығыҙ», — тип әйткән. Аллаһы Тәғәлә «Юныс» сүрәһенең 107-се аятында:
                   وَإِن يَمْسَسْكَ اللَّهُ بِضُرٍّ فَلَا كَاشِفَ لَهُ إِلَّا هُوَ وَإِن يُرِدْكَ بِخَيْرٍ فَلَا رَادَّ لِفَضْلِهِ يُصِيبُ بِهِ مَن يَشَاءُ مِنْ عِبَادِهِ وَهُوَ الْغَفُورُ الرَّحِيمُ
     «Үә ий-йәмсәскә-ллааһу бидурриң фәләә кәәшифә ләһүү илләә һүүә үә ий-йүридкә бихайриң фәләә рааддә лифадлиһи йүсыиибү биһи мәй йәшәә'ү мин ғибәәдиһи үә һүүәл-ғафүүрур-рахиим».
     «Әгәр Аллаһы һиңә берәр зарар бирһә, ул зарарҙы һинән алырға Унан башҡа Зат юҡ, әгәр бер һиңә бер ниғмәт бирергә теләһә, Уның юмартлығынан биреләсәк ниғмәтте кире алыу юҡ. Ниғмәтте Үҙе теләгәндәргә—лайыҡлы булғандарға бирер. Ул ярлыҡаусы һәм мәрхәмәтле».
      Йә Раббым, йә Аллаһым беҙҙе ярлыҡа, бар бәрәкәт үә ниғмәт Һинән генә. Беҙҙе ауыр һынауҙар менән һынама. Тәндәребеҙгә сихәт, йәндәребеҙгә тыныслыҡ бир.
     Бар ауырыуҙарҙың сығанағы беҙҙең нәфсебеҙ. Ә нәфсебеҙ артында Иблис үҙҙенең ғәскәре менә тора. Ысынлап та бөтөн сирҙәр Иблис аша килә, ул бит фәхишлек, боҙоҡлоҡ, яманлыҡ сығанағы. Зина аша әллә ниндәй төрлө ауырыуҙар эләгә, боҙоҡлоҡ арҡаһында сихыр һәм күҙ тейеү ауырыуҙары. Тәһәрәт алмау һәм Ҡөръән аяттарын белмәү арҡаһында кешелә инсульт һәм инфаркт барлыҡҡа килә. Бының сере ябай: шайтан кешегә инеп быуынын йәки ҡан тамырын ҡыҫа, әгәр ебәрмәһә – нерв тамырҙарына зыян килеп параличҡа алып бара. Микробтар, вирустар, ауырыу тыуҙырыусы бактериялар сирҙең тик тышҡы сәбәбе генә, төп сығанағы беҙҙең нәфсене ҡотортоусы ен-шайтандар.

     Бөгөнгө замана ауырыуы – стресс. Стресс ул тормоштан, тирә-яҡ мөхиттән, эштән, ғәиләнән ҡәнәғәт була алмаған күңел ауырыуы. Уға дауа – тик Аллаһҡа ғына ышаныу. Бер төрөк ғалимы әйтмешләй: «Ышаныу иҫ киткес сыҙамлыҡ бирә. Дингә күңел һалыу нәтижәһендә тыуған гүзәл хистәр стрессҡа һәм сирҙәргә ҡаршы иң яҡшы һәм тәъҫирле сара. Аллаһҡа табынып ғибәҙәт ҡылыу беҙҙе һәр төрлө борсоу-мәшәҡәттәрҙән һаҡлай торған иң муафиҡ юл. Ғибәҙәттең (намаҙ һәм доғаның) зиһенде һәм тәнде тынысландырыу методы булыуын бөгөн ғалимдар ҙә таный. Көн дауамында ҡылынған намаҙ кеше зиһенен ял иттерә һәм стрестарға ҡаршы түҙемле итә. Намаҙ әҙәм балаһын донъяның көндәлек мәшәҡәт-мәшғүлдәренән йырағайта, уны рух һәм мәғәнә (аңлау) ғәләменә алып инә. Хәҙрәте Ғәли раҙыйАллаһ ғәнһә һүҙенсә, намаҙ — мөьминдәрҙең ялылыр».
     Мосолманда бар нәмәгә ҡәнәғәт булыу, сабырлыҡ, итәғәт, үҙен Аллаһҡа аманат ҡылыу кеүек бөйөк сифаттар бар. Уның тәҡдиргә булған ышанысы ҡаҡшамаҫлыҡ. Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ Аллаһтан килгәнен аңлай ул. Әлеге сифаттарға эйә булыу мосолманды психик ауырыуҙарҙан һаҡлай. Миҫалға: Үткән быуатта Кореялағы һуғыш ваҡытында әсир төшкән американ һәм төрөк һалдаттары араһындағы айырма заманында күп кешенең иғтибарын йәлеп иткән. АҠШ әсирҙәрҙәренең күбеһе төрлө сирҙәрҙән яфаланғандар, араларында байтағы үлгән. Төрөк әсирҙәренең хәле бөтөнләй башҡа булған: улар араһында сирләү һәм үлеү осраҡтары бик һирәк теркәлгән. Был хәл ғалимдәрҙе ҡыҙыҡһындырған, һәм һығымта яһап шуны асыҡлағандар: тәҡдиргә һәм ахирәткә ышаныу, яҡшылыҡтың һәм насарлыҡтың Аллаһтан килеүенә инаныу, ураҙа тотоу һәм намаҙ ҡылыу мосолман төрөк әсирҙәренең тышҡы тәьҫирҙәргә (тропик климат, бөжәк, вирустар һ. б.) ҡаршы тороу көсөн арттырған, уларҙы һәр төрлө хәүефтәрҙән ҡалҡан кеүек һаҡлаған.
     Мосолман ҡәрҙәштәрем! Сәләмәт, бәхетле, матур булыу өсөн мосолман булырға, Ислам дине ҡушҡанса йәшәргә, Ҡөръән ҡанундарын, шәриғәт хөкөмдәрен белергә, әлбиттә Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм хәҙистәренә таянырға, быуаттар буйына тупланған халыҡ медицинаһынан файҙаланырға, үҙенә кәрәген һайлап алырға кәрәк. Һәм дә доға ла үә зекерҙә булыу беҙҙең йән именлегебеҙ. «Ләә хәүлә үә ләә ҡуүәтә иллә-билләәһ» – тип 99 сиргә дауа булған, күңел һыҡтауын, күкрәк ҡыҫыуын, ҡайғы үә хәсрәт һыҙлауын баҫтырған доға менән тамамлайыҡ. Әмин.