Әхирәткә әҙерләнеү
Донъя тормошоның маҡсаты — Әхирәткә әҙерләнеү
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Мин Аллаһы Тәғәләне һеҙҙән күберәк белеүсемен. Шулай уҡ Аллаһы Тәғәләнән күберәк ҡурҡыусымын да». Әлбиттә, пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдән башҡа Аллаһы Тәғәлә тураһында күберәк белеүсе лә, һәм инде Аллаһы Тәғәләнән күберәк ҡурҡыусы ла донъяла ла булманы.
Һәм шулай уҡ беҙ — мосолмандар өсөн дә хисап көнөндә Аллаһы Тәғәләнән ҡурҡыуҙан да яҡшыраҡ юлдаш һәм оҙатыусы булмаҫ. Ул көндө беҙҙең йыйған байлыҡтарыбыҙ ҙа, дәрәжәләребеҙ ҙә, яҡындарыбыҙ ҙа яҡлаусы була алмаҫ. Был көн бик ҡаты булыр. Кешеләр шул көндөң ҡатылығынан әҫәрләнеп, ҡайһы берҙәре ни булғанын да аңламайынса һәм инде аңлағандары ла ошо көндөң ҡатылығынан, эҫелегенән, дәһшәтенән ҡурҡып, уттай ҡыҙған ҡояш аҫтында баҫып торғанда үҙҙәренең тирҙәре муйындарына, ауыҙҙарына тиклем күтәрелеп уларҙы тонсоҡтора башлағанда, Аллаһы Тәғәлә ете төркөмде Үҙенең ғәреш күләгәһе аҫтына алыр. Һәм инде ошо 7 төркөм араһында үҙен гонаһ ҡылырға ҡыҙыҡтырып, үҙен гонаһ ҡылырға саҡырған ваҡытта: «Юҡ, Мин Аллаһтан ҡурҡам», — тейеүсе кеше лә булырға мөмкин.
Һәм Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Ул көндө донъяла бер-береһенә яҡын булғандар дошман булырҙар, Аллаһынан ысын ҡурҡыу менән ҡурҡыусы тәҡүә кешеләрҙән башҡа». Ул көндө донъяла бер-береһенә дуҫ булғандар дошман булырҙар. Ни өсөн? Сөнки уларҙың донъялыҡта дуҫ булыуҙары донъя ҡыуыу, донъя малы, донъя ләззәте өсөн генә ине. Улар бер-береһен Аллаһы Тәғәлә юлына саҡырмаған, бер-береһен доньялыҡта: «Йә, дуҫым, хаҡиҡый юл – Аллаһ юлы, Ҡөръән юлы бар, Ҡиәмәт, Әхирәт, ожмах бар, тамуҡ бар», — тип нәсихәт ҡылмағандары өсөн. Ә кемдәр дуҫ булырҙар? Доньяла йәшәгән ваҡытта бер-береһенә нәсихәт биреп Аллаһ юлына вәғәзләгән кешеләр. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтте: «Аллаһы Тәғәлә хәбәр итте: «Мин Үҙемдең бөйөклөгөм менән ант итеп әйтәм: Мин ике ҡурҡыуҙы, ике именлекте бергә ҡушманым. Кем донъяла йәшәгәндә Минең хисабымдан ҡурҡа — Мин уға мәңгелеккә именлеккә ышаныс бирәм», — тип. Кем донъя тормошонда үҙен Аллаһтан башҡа именлектә тип һанай, ул кешегә мәңгелектә ҡаты ҡурҡыу булыр.
«Беҙ әле йәш, ныҡ, таҙа, көслө», — тип уйлайбыҙ. Үлемде әллә ҡайҙалыр йыраҡта һымаҡ күрәбеҙ. Һәм үҙебеҙҙе бынан имен тип уйлайбыҙ. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм бер ваҡыт ҡулына ике таяҡ алды һәм уларҙың береһен йыраҡҡа ырғытты. Ә икенсеһен таяғын эргәһенә ҡуйҙы. Һәм үҙенең сәхәбәләренән һораны: «Был таяҡтар нимәне аңлата?» Сәхәбәләре яуап бирҙе: «Аллаһ һәм Уның рәсүле белеүсерәк», — тип. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйтте: «Был беренсе ырғытҡан таяҡ — ғәмәл, ә икенсеһе — әжәл», — тине. Ғәмәл ул — беҙҙең донъя эштәребеҙ, донъя ҡыуыуҙарыбыҙ, донъя ләзәттәребеҙ. Ә әжәл аяҡ аҫтында ғына. Ул беҙгә донъя эштәребеҙгә ҡарағанда яҡыныраҡ. Шуға күрә олата-бабаларыбыҙ ҙа әйткән: «Әжәл аяҡ аҫтында ғына». Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әхирәтте онотмаҫҡа, уға әҙер булырға ҡуша.
Әйе, бөгөн донъя тормошонан һабаҡтар етәрлек. Үҙ аяғы йәки машинаһы менән сығып киткән, юлда әжәлен тапҡан кешеләр аҙ түгел. Йәки эшкә барып, төшкө аш ваҡыты етеп, ашханаға килеп ризығын да ҡаба алмайынса донъянан китеп барған кешеләр ҙә бар. Улар бит өйҙәренән үҙҙәрен бөгөндә имен-һау булабыҙ тип сығып киткәндәр ине. Үҙ аяҡтары менән сығып киттеләр, ләкин уларҙы күтәреп алып ҡайттылар. Бының һымаҡ шундай ғибрәттәрҙе һөйләй башлаһаң, улар бик күптер. Шуға күрә үҙебеҙҙең эшләйһе эштәребеҙҙе, ҡылаһы ғәмәлдәребеҙҙе, ғибәҙәттәребеҙҙе һуңға ҡалдырмайыҡ. Мөмкин тиклем эшләп барырға тырышайыҡ. Элек беренсе быуын ғалимдар, табиғиндәр осоронда улар киҫәтеп әйтәләр ине: «Һуңынан», — тип әйтеү ул иблис ялсылары һүҙе». Һуңыраҡ эшләрмен, уҡырмын, ҡылырмын — был һүҙҙәрҙән ҡасырға кәрәк, йәмәғәт. Бигерәк тә иманлы кешегә. Сөнки күпме йәшәйәсәгебеҙҙе белмәйбеҙ.
Мосолман кеше һәр ваҡыт уйланырға, үҙенә һорау бирергә тейеш: «Мин бөгөн көнөмдө нисек үткәрҙем, тормошом, ғаиләм, йәмғиәт өсөн ниндәй файҙа эшләнем, иң мөһиме – динем өсөн үә мәңгелек Әхирәт өсөн нәмә эшләнем? Ғибәҙәттәремде ҡылдыммы, Ҡөръән уҡыныммы, Аллаһы Тәғәләне зекер иттемме? Ярлы-мохтаждарҙы иҫкә төшөрҙөммө, йәки ата-әсәмде, туғандарымды ҡайғырттымы? Ошо һорауҙарҙы үҙебеҙгә бирергә тейешлебеҙ. Ошоно ғәҙәткә әйләндерһәк, әлбиттә, именлектә булырбыҙ. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: «Мосолмандың көнө бушҡа үтте икән, ул уға зарарға», — тип әйткән. Беҙҙең көнөбөҙ бушҡа үтергә тейеш түгел, донъя өсөн дә, әхирәт өсөн дә файҙалы булырға тейеш. Бер ғибәрәт хәлде иҫегеҙгә төшөрәһе килә: бер мосолман үҙ йортоноң ишеге алдында ҡәбергә оҡшатып соҡор ҡаҙыған. Аллаһы Тәғәлә менән бәйләнеше юғала башлағас, йөрәге тутыға башлағас, ул ошо соҡорға төшә, төбөнә ята, күҙҙәрен йомоп, үҙен үлгән кеүек хис итә икән. Аҙаҡ иһә Аллаһы Тәғәлә аяттарын ҡабатлап: «Йә, Раббым, инде тормошҡа ҡайтарһаң ине, иң хәйерле эштәрҙе күберәк ҡылһын өсөн», — тип әйтә торған булған. Унан һуң инде күҙҙәрен асып: «Бына инде был донъя тормошонда миңә бер яйлы осраҡ бирелде, тырыш, тырмаш, хәйерле эштәр эшлә. Ул бәлкем һиңә һуңғы мөмкинлектер», — тип әйткән.
Был, әлбиттә, беҙ ҙә шулай эшләргә тейеш тейеү түгел. Әммә ҡарағыҙ: иманлы кешеләр имандарын тағы ла ҡеүәтләп, Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыр өсөн ошондай алымдарҙы ла ҡулланалар. Беҙ ҙә йоҡонан торғандан һуң — йоҡо ла шул уҡ үлем — үҙебеҙгә һорау бирәйек: «Бына яңы көнөм башланды. Мин иҫән-һау. Ни эшләйем Ислам дине өсөн? Ғаиләм һәм Әхирәтем өсөн? Бәлкем был һуңғы көнөмдөр?»
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйтте: «Был донъяла һин ситтән килгән юлсы кеше кеүек кенә бул». Сөнки ситтән килгән кеше алдағы юлына әҙерләнә. Донъяла беҙ ҙә ошо илгиҙәр — килеп киткән кеше кеүек кенә. Һәр беребеҙ аңлайбыҙ: донъя үтә. Һәм ошо мәңгелек юлыбыҙға сәфәрсе кеүек хәстәрләнеп, әҙерләнеп сығарға кәрәк. Ғүмәр раҙый Аллаһү ғәнһә бик йыш әйтә торған булған: «Әгәр ҙә кискә тиклем йәшәһәң, уйлама, көтмә иртәнге көнгә тиклем йәшәрмен тип. Йәки иртәнгә тиклем йәшәһәң, көтмә, өмөтләнмә кискә тиклем ҡәҙәр йәшәрмен тип. Һәм әйт үҙеңдең сәләмәтлегеңә: нимә кәрәк һинең сиреңә? Йәшәүеңдән, тормошоңдан нәмә кәрәк һинең үлемеңә? Сәләмәт йәшә, ауырығансы сәләмәтлегең тураһында ҡайғырт», — тип.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм беҙгә ике оло остазды — эйәртеүсене ҡалдырҙы. Береһе уның һөйләүсе, һөйләй торғаны. Ә икенсеһе — тауышһыҙ. Беренсеһе Аллаһы Тәғәлә һүҙе — Ҡөръән. Ә икенсеһе үлем. Был ике уҡытыусы беҙҙе һәр ваҡыт дәғүәләп торалар. Ошо ике остаздан һәр ваҡыт нәсихәт алырға кәрәк. Ошо ике остазды тыңлаған кешеләр, һис шикһеҙ, хаҡиҡый иманға ирешерҙәр.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйтте: «Хәҡиҡәттә йөрәктәр тутыҡ менән ҡаплана, күгәрә, тимер күгәргән шикелле». Һәм пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдән һоранылар: «Ә нимә һуң уларҙы таҙарта, сафлай?» Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйтте: «Ҡөръән уҡыу һәм, һис шикһеҙ, үлем тураһында онотмау».
Әйе, үлем фәрештәһе ҡасан беҙҙең ишегебеҙгә ҡағаһын бер кем дә белмәй. Ә үлем барыбыҙға ла киләсәк. Аллаһы Тәғәлә әйтә: «Һәр бер кеше үлем әсеһен татыр». Һәм шуны аңлайыҡ: был донъя беҙгә Аллаһы тарафынан тик һыналыу өсөн генә бирелгән. Йәки икенсе төрлө итеп әйтһәк — Әхирәткә әҙерләү өсөн. Шуны аңлап донъя мәшәҡәтен, донъя тормошон Әхирәткә әҙерләү менән бергә алып барһаҡ ине. Аллаһының мәңгелегенә — Әхирәтенә, йәннәтенә ирешеү – һәр беребеҙҙең маҡсаты изге.
Әлфәс хәҙрәт ҒАЙФУЛЛА, Саллы шәһәре имам-мөхтәсибе