Һөйөнөс көйөнөскә әйләнмәһен
Әлбиттә, һәр кемдең бәхетле булаһы килә. Һәм һәр кем бәхетте үҙенсә аңлай, һәр кемдең был мәсьәләлә үҙ үлсәүе бар. Кеше бәхете үҙ үлсәүенә етмәһә, үҙен бәхетһеҙ тип һанай һәм зарлана башлай. Үкенескә ҡаршы, бөгөн рухи ҡиммәттәрҙең юғалыуы, күп кешенең ас тамаҡ кеүек мал артынан ғына ҡыуып йәшәүе зарланыусылар ҡатлауының күбәйеүенә килтерҙе. Иң ҡыҙығы шунда, кеше байыраҡ булған һайын, күберәк зарлана, был-тәбиғи лә. Сөнки тейешле зәкәттәрен биреп бармағанда байлыҡ Аллаһ менән бәндә араһын йырағайта. Кешене байлығының кәмеүенән йәки бөтөүөнән ҡурҡыу биләп ала.
Һәр ҡайһыбыҙ был ҡурҡыныс ауырыу — зарланыу сиренән шифа табаһыбыҙ килә икән, Аллаһҡа ҡайтырға тейешбеҙ. Әле күңелеңдә ризаһыҙлыҡ йәки ҡәнәғәтһеҙлек хисе бар икән, тимәк, ғәмәлдәрең еренә етмәй. Тағы ла тырышып ғибәҙәт ҡыл һәм «Раббым, күңелемә һиҙәйәт нуры бир», — тип Аллаһтан һора.
Идрис хәҙрәт Ғәләүетдиндең бер шиғырында Шурай ҡаҙый тураһында әйтелә. Ул хатта берәр төрлө бәлә-ҡаза килһә, 4 мәртәбә: Әлхәмдүлилләәһ», тип әйтә торған булған. Иң элек ул: «Был бәлә-ҡаза йәһәннәм уты менән сағыштырғанда бик бәләкәй бит әле», — тип һөйөнгән. Икенсеһе: «Был бәлә-ҡаза килмәһә, сабыр итеү сауабын ала алмаҫ инем», — тип ҡыуанған. Өсөнсөһө: «Был бәлә-ҡаза гонаһыма кәффәрат булыр», — тигән. Дүртенсеһе: «Бәлки шунын арҡаһында мәңгелектә Йәннәттә булырмын», — тип шөкөр ҡылған. Хаҡиҡәттә, хаҡ мосолман өсөн ҡайғы юҡ, Аллаһтың рәхмәте генә бар, әммә уны фекерләү өсөн ысыҡ һыуылай саф һәм Раббыңа сикһеҙ мөхәббәтле булған күңел кәрәк.
Бер бик диндар һәм сибәр ханымдың бик яуыз ире булған. Бөтә кеше: «Нисек уның менән йәшәйһең?» — тип ҡыҙыҡһына, һорау бирә икән. Әлеге ханым: «Әгәр уға минең кеүек яҡшы ҡатын насип булған икән, бәлки беҙ белмәй торған берәр изгелеге барҙыр, миңә шундай ир насип булған икән, бәлки минем һеҙ ҙә, үҙем дә белмәй торған берәр ҙур гонаһым барҙыр, ә бәлки сабырлығым өсөн Йәннәткә инергә тип бирелгән бер ниғмәттер», — тип яуап ҡайтарған. Хаҡиҡый мосолман бына нисек уйлай ала.
Әлбиттә, беҙгә килгән бәлә-ҡазалар йә ҡылған гонаһтарыбыҙға кәффәрат өсөн, йәки Йәннәткә инергә сауаб эшләү өсөндөр. Нисек кенә булһа ла, башҡаларҙы борсоп, бөтөн доньяһын ҡарғап, зарланып йәшәргә ярамай.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ үҙенең бер хәҙисендә: «Кешенең бармағына шырау ҙа инмәҫ, әгәр ҡаҙалһа, берәр гонаһына кәффәрат булыр», — тине. Әммә шул уҡ ваҡытта Рәсүлебеҙ: «Берәүгә әфәт, бәлә-ҡаза килгән икән, шундай-шундай эштәре өсөн булды был, тип тә юрамағыҙ, ахырын белмәйһегеҙ», — тип киҫәтте. Әгәр кеше кемгә лә булһа килгән бәлә-ҡазаға һөйөнә икән, ул ҡазаны үҙенә лә саҡыра, тигән һүҙ. «Ахырын белмәйһегеҙ», -тигәне, «Ахырында үҙегеҙҙә шулай ҡазаланырһығыҙ», — тип аңларға кәрәк.
Килгән бәлә-ҡазаларға күп ваҡыт үҙебеҙ сәбәпсе булабыҙ, әммә, ҡыҙғаныс ни, сабыр итеп, сауаб алаһы урынға, зарланып, ғәйеплене эҙләп, үҙ башыбыҙға тағын да ҙурыраҡ хәсрәттәр саҡырабыҙ. Шуға күрә бәхетле булыу өсөн дөрөҫ йәшәргә кәрәк. Дөрөҫ йәшәү рәуеше ул бәндәнең Аллаһы менән араһын ышаныслы тотоуы. Ниндәй генә борсоу килһә лә, һәр кем үҙенә һорау бирһен! «Аллаһ менән ике арала ниндәй хилафлыҡ бар?» — тип, һәм ҡылған ғәмәлдәрен ҡыл иләктән үткәреп, тикшереп ҡараһын, һис шикһеҙ», сәбәбен табыр. Беҙ күп ваҡыт бағана башындағы лампочка шикелле. Ул да бит әллә ҡайҙарҙы яҡтырта, ә бағана төбө ҡараңғы ҡала. Беҙҙә әллә кемдәрҙе тикшерәбеҙ, ғәйепләйбеҙ, үҙебеҙ генә ситтә ҡалабыҙ, күп ваҡыт ғәйеп үҙебеҙҙең танау аҫтында, йәки йөрәк күңелендә була.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа ﷺ әйтте: «Әгәр ҙә кеше Аллаһ Тәғәлә менән араһын төҙөк тотһа, Ул уға донъяла уҡ 4 төрлө һөйөнөс бирер. Беренсеһе: — ҡатыны ирен хөрмәт итеүсе, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыусы булыр. Икенсеһе: балалары үҙенә итәғәт итеүсе һәм Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыусы булыр. Өсөнсөһө: дуҫтары яҡшы кешеләр булыр. Дүртенсеһе: һөнәре нигеҙендә ризығын табыр», — тине. Ниндәй гүзәл һүҙҙәр. Ә бит күбебеҙҙең ошо 4 мәсьәләлә ниндәй ҙә булһа хилафлығы бар һәм, беҙ шуға ҡарамаҫтан, һаман зарланабыҙ.
Бөгөн ирҙәр — ҡатындарынан, ҡатындар ирҙәренән зарлана. Хатта мәҙәктәрҙең дә күбеһе шул турала. Ҡауышыусы ғаиләләрҙең яртыһынан күбеһе тарҡала икән, быны ла инде сабыр итеп, дөрөҫ йәшәү тип баһалап булмай. Әлбиттә, ир-ат менән ҡатын — икеһе лә Аллаһты танып, Ул ҡушҡанса, Пәйғәмбәреҙ өйрәткәнсә ғаилә ҡороп йәшәргә тейеш. Ир диндар булып, ҡатын ундай түгел икән, йәки киреһенсә булһа, тормоштоң рәте булмай. Йорт-ер ҙә һәйбәт булырға мөмкин, байлыҡ та етәрлек булырға мөмкин, әммә тормоштоң рәте-сираты юҡ.
Машина ла бит яҡшы булырға мөмкин, юл да беренсе категориялы, әммә 95cе бензин урынына 76cы һалынған икән, барыуының рәте юҡ, мотор ҡыҙа, машина тартмай, сөскөрөп-төкөрөп ала. Тормош та нәҡ шуның кеүек. Ғаилә боҙолмаһын, тормош һәйбәт барһын, тип уйлай икән, намаҙ уҡыусы ирҙең ҡатыны ла кисекмәҫтән намаҙға баҫырға тейеш һәм, киреһенсә, ҡатыны намаҙ уҡый икән, ире ғибәҙәткә керешергә тейеш. Кемдер әле быға өлгәшә алмай икән, ҡатындан йәки ирҙән зарланырға түгел, ә Аллаһ менән ике араны төҙәтергә һәм доға ҡылып, тәхәджүд намаҙҙары уҡып, тормош иптәшеңә лә, үҙеңә лә Аллаһтан тәүфиҡ-һиҙәйәт һорарға кәрәк. Әлбиттә, Аллаһ — һорағанды ишетеүсе һәм биреүсе. Ҡасан биреүе үҙебеҙҙең ихласлыҡтан һәм ғибәҙәттәребеҙҙең камиллығынан тора. Шулай булғанда, был донъяла ғына түгел, Әхирәттә лә бәхетле булырбыҙ. Тормош иптәшең ниндәй генә булһа ла, хикмәтле күркәм һүҙҙәр менән уны тоғро юлға өндәү кәрәк, ашыҡмайынса, сабырлыҡ менән. Сабыр иткән — мораҙына еткән, тигән һүҙ бар бит. Аллаһ хатта кәферҙәргә лә матур һүҙ менән өндәшергә ҡуша. Күп ваҡыт ир ҡатынына, йәки ҡатыны иренә урамдағы иң түбән әхләҡлы, иң һуңғы кешегә лә әйтмәгән һүҙҙе тоҙлап-борослап яуҙырабыҙ ҙа, «Мине аңлаусы юҡ», — тип зарланып, илап йөрөйбөҙ.
Бөгөн күп кеше балаларынан зарлана. Ҡарттар йорттары тулы. Әммә зарланғансы уйлап, фекерләп ҡара. Аллаһ менән ара дөрөҫ булдымы? Фарыздарҙы, вәжибтәре, сөннәттәрҙе, мөстәхәбтәрҙе үтәргә балаларыңды ғәҙәтләндерҙеңме? Хәләл ризыҡтар менән туҡландырып, тейешенсә кейенеп йөрөргә өйрәттеңме? Харамдан сирҡаныу, ерәнеү хисе тәрбиәләй алдыңмы? Юҡмы? Улай булғас, кемде һүгәбеҙ, ни өсөн һүгәбеҙ? Харам ярҙамында үҫтер ҙә, бөгөн балаң харамға туймаҫ булған өсөн бөтә доньяны ҡарғап йәшә, имеш. Ғәйеп кемдә? Көҙгөгә ҡарайыҡ. Нәмәлер эшләмәй тороп, максатҡа ирешеп булмай. Аллаһты танып, Уның менән ике араны төҙөк тотоуыбыҙ киләсәктә донъяла һәм Ахирәттә бәхетле булыуыбыҙ өсөн кәрәк икән. Бөгөн зарланабыҙ: «Фәлән мине харап итте, уның кәңәшен тотоп ҡына был хәлгә төштөм, балам насар мөхиткә эләкте», — тип. Аллаһ менән араң дөрөҫ булдымы? Ул ҡушҡанса йәшәнеңме? Ул тыйғандарҙан тыйылдыңмы? Ҡушҡандарын үтәнеңме? Улай түгел икән, кемгә үпкәләйек? Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: «Һин Аллаһтан һора Һәм ғибәҙәттәреңде еренә еткереп үтә, Аллаһ һиңә тоғро юлдаш, яҡшы кәңәшсе бирер», — ти. Шулай йәшәмәйһең икән, киреһенсә була. Яман иптәшкә, йәки насар кәңәшкә юлыҡҡанһың икән, фекерлә! Йәшәү рәүешеңде үҙгәрт! «Тирмәнгә инһәң, ни тиклем генә тырышһаң да онға буялмай, ҡара мунсаға иһәң, ҡоромға буялмай сыға алмаҫһың», — тигән һүҙ бар бит. Шуның кеүек, изге ғәмәл, дөрөҫ йәшәү яҡшы дуҫтар янына, насар йәшәү яман дуҫтар янына алып бара. Был юлдарҙы уҡығас, бәлки берәр бай кеше, йәки түрә: «Типтереп йәшәйем, дуҫтарым күп, барыһы яҡшы, һин, тип кенә торалар», — тип уйлар. Әммә улар -дуҫтар түгел, монафиҡтар. Байлығың бөткәс, йәки дәрәжәң төшкәс, «Раптор»- ҙан ҡасҡан серәкәй һымаҡ, юҡҡа сығып бөтәсәк. Ихлас дуҫтар, тоғро юлдаштар — Аллаһтың яратҡан бәндәһенә биргән бүләге.
Ҡайһы берәүҙәрҙең икешәр дипломы бар; «арттан этеүсеһе» лә юҡ түгел. Ҡайҙа ғына башын тыҡмаһын, эшенең рәте юҡ, йә хужаһы насар, йә эше оҡшамай. Ҡайһы берәүҙәрҙең оҡшаған эш эҙләй-эҙләй хеҙмәт кенәгәһендә урын ҡалмаған. Икенселәре, бөтөн ҡанундарға ҡаршы килеп, дипломлы кеше эшләй алмаған ерҙә, дипломһыҙ булһа ла бынамы тигән итеп эшләп ята. Тимәк, Аллаһ уға ярҙам итә. Эшең барып сыҡмаһа ла, ойошма етәкселәрен, бергә эшләй торған иптәштәреңде һүккәнсе, иң элек йәшәү рәүешеңде тикшереп ҡара. Аллаһҡа хилаф (ҡаршы, ҡаршылыҡ) иткән ниндәй эштәрең бар. Күбебеҙ беләбеҙ, һиҙәбеҙ, әммә үҙгәрергә, йәки тәүбәгә килергә ихтыяр көсөбөҙ етмәй. «Хужаға ярай», тип, өргән эт кеүек, уға ла ташланабыҙ, быға ташланабыҙ, нәтижәһе һаман үҙебеҙгә зыян, һаман зәһәрләнә барабыҙ һәм кешелек сифаттарын юғалтабыҙ.
Һәр ҡайһыбыҙға Аллаһ риза булырлыҡ итеп йәшәргә, донъяла һәм Әхирәттә Аллаһтың сәғәҙәтенә ирешергә насип булһа ине.
«Йөҙ ҙә бер вәғәҙ», Йәлил хәҙрәт Фазлыев