Үҙеңде әрәм итеү иманһыҙлыҡтан килә
Үҙеңде әрәм итеү иманһыҙлыҡтан килә, йәки иң мөһим нәмә — ул иман
(Беренсе Өфө йәмиғ мәсете, 1 май 2015)
Нәҡшбәндиә тәриҡәтендә сөхбәт мөһим урын алып тора.
Был матур мәмләкәттәргә өсөнсө тапҡыр киләбеҙ. Саҡырҙылар. Саҡырыуҙы ҡабул иттек. Насип булды, килдек.
Әлбиттә, кешеләрҙә бик ҙур үҙгәрештәр булған. Иман, Ислам тураһында бик күп нәмә белделәр. Әлбиттә, бер нәмә лә белмәү сәбәпле яңылышып киттеләр. Сөнки ҡайһы ваҡыт яҡшы кешеләр, ҡайһы ваҡыт яңылыш кешеләр килеп төрлө-төрлө нәмәләр тураһында һөйләне. Кешеләрҙең бик ныҡ башын ҡатырҙылар. Тышына ҡаранылар, эсенә әһәмиәт бирмәнеләр. Тышҡы яҡҡа әһәмиәт бирҙеләр.
Иң мөһим нәмә – ул иман. Иман булһа, ҡалғаны бик еңел бирелә. Иман тураһында белмәгән кешегә, һин ҡафыр, тинеләр, һинең урының йәһәннәмдә, тинеләр. Күп нәмә әйттеләр. Ошолар урынына “Аллаһ” тип әйтергә өйрәтһәләр, һуңынан иманы ҡеүәтләнер ине кешенең.
Был ваҡыт эсендә күп кешегә нимә булды? Ишетеүемсә, был мәмләкәттә үҙенә ҡул һалыусылар күп. Сөнки Аллаға инаныуҙы өйрәтмәнеләр. Был кешеләр иманһыҙ китте. Был ысын тормош түгел. Был үтеп китә торған тормош, мәңгелек тормош менән сағыштырғанда бер минутта дауам итмәй. Мәңгелек тормош өсөн был тормош бер нимә лә тормай. Ни тиклем михнәтле булһа ла, Аллаға инанғандан һуң ул михнәттәр әхирәттә сауап итеп, бүләк итеп биреләсәк.
Үҙенә ҡул һалған кеше ниндәй юл менән ҡул һалыуына ҡарамаҫтан, Аллаһ уны әхирәттә ҡиәмәткә тиклем шул рәүешле язалаясаҡ. Һәр минут һайын ул үлемде татыясаҡ. Бейектән һикерһә, гел бейектән һикерәсәк, ағыу эсһә, башына атһа, шул рәүешле ҡиәмәткә тиклем язаланасаҡ.
Үлем һуңғы нөктә түгел. Ысынында ул – башланғыс. Али хәҙрәт, кеше йоҡлай, үлгәндән һуң уяна, тип әйткән. Хәҙис Шәриф тә бар. Ҡайһы бер кешеләр, йәшәгән ваҡытта тәнемде тимер тараҡ менән тарап, шул рәүешле михнәт сиктерһәләр ине, тип әйтә шул тиклем бүләкләнәсәген белгәс. Иманлы кеше ни тиклем михнәт сикһә, әхирәттә шул тиклем сауап аласаҡ.
Был милләт, ата-бабалар – сабырлы кешеләр. Ни өсөн сабырлы? Иманлы кешеләр ине улар. Иманлы кеше үҙенә ҡул һалмаҫ. Ошо нәмә лә тыйыла. Мосолман, тороп, мин мосолман, тип әйтә. Үҙе бомба алып ҡала эсендә шартлата. Ул да ҡиәмәткә тиклем бомба менән шартлатыласаҡ. Ул мәңгелек йәһәннәмдә буласаҡ, бала, ҡатын тип тормай, бөтә кешене үлтергәне өсөн. Шул язаһы ла бар ул кешенең.
Үҙеңә ҡул һалыусы аҡланмай, рөхсәт юҡ үҙеңә ҡул һалырға. Әйтеп үтеүебеҙсә, Аллаһ әжәл биргән кешегә. ИншаАллаһ, әжәл килгән ваҡытта бер минутҡа ла киҫектереп булмаҫ уны. Тик үҙенә ҡул һалған кеше Аллаға ҡаршы сыҡҡан булыр, ул Алланы бөтөнләй белмәй, тимәк. Уға инанмаған. Үткән килгәндә лә, әле килгәндә лә, минең күҙәтеүем буйынса, арттырып әйтәләр. Бик күп, тип әйтәләр.
Аллаһ кешене иң күркәм итеп яралтҡан. Иң матур итеп яралтҡан. Уның үҙен былай тәләф (әрәм) итеүенә риза булмаҫ Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһ. Әйтеүебеҙсә, был иман мәсьәләһенә бәйле. Иман булһа, ҡалғаны бик еңел бирелә. Тормош та еңел үтә, үлем дә еңел килә. Ҡайһы бер кешеләр бөтә нимәгә битараф була. Шунан килеп тороп, тормош ялҡытты тип, үҙен тәләф итеү иманһыҙлыҡтан килә.
Хәҙер, Аллаға шөкөр, беҙҙең әһли сөннәт һәм йәмәғәт өсөн мәктәптәр, мәҙрәсәләр, университеттар асыла, Ислам университеттары. Кешенең йөҙөнән билдәле булыр хәйерле кешеме ул, әллә хәйерһеҙме. ИншаАллаһ, беҙ күргән бөтөн мөфтиҙәр ҙә, студенттар ҙа нурлы кешеләр, таҙа кешеләр, Аллаға хеҙмәт итергә атлығып торған кешеләр.
Бына һуңғы егерме, егерме биш йыл эсендә ҡайһы бер насар кешеләр килде бында. Ислам, иман менән, кешеләрҙең иманы менән булышып, ҡеүәтләндерәһе урынға, уларҙың башын ҡатырған кешеләр килде. Күп ваҡыт юғалтылды. Был ваҡыт эсендә бик күп кеше тәләф булды (әрәм булды).
Ни тиклем күп уҡып сығыусы булһа, шул тиклем һәйбәт. Тимәк, шул тиклем ихтыяж бар. Һис кенә лә, артыҡ кеше уҡыны, артыҡ булды, нимә эшләргә инде былар менән, тип әйтмәгеҙ. Сөнки шайтан ҡеүәтле, уға ҡаршы ҡеүәтле ғәскәр кәрәк. Ауылдарға, ҡалаларға йөҙҙәрсә имам кәрәк. Ихлас кешеләр, ихлас имамдар кәрәк. Ихлас булһа, Аллаһ ярҙам итер. Улар әсәйҙәрҙең, атайҙарҙың хәйер-доғаларын алыр, бындағы кешеләрҙең хәйер-доғаларын алыр. Улар менән бәрәкәтле булыр мәмләкәтегеҙ, бәрәкәт килер
мәмләкәтегеҙгә.
Беҙ ара-тирә киләбеҙ, Аллаһ риза булһын. Саҡырыуҙы ҡабул итәбеҙ. Мөфти хәҙрәттәре лә хөрмәт итә, саҡыра. Аллаһ риза булһын, хеҙмәттәре дауамлы булһын. Шайтанға ҡаршы ҙур ғына һуғыш алып бара мөфти әфәнде.
Әлбиттә, һәр кемдең үҙ вазифаһы бар. Һәр кем эшләй алырҙай эштәр бар. Аллаһ беҙҙең мөфти хәҙрәттәренә лә үҙенсәлекле һәләт биргән, һәр ергә үтеп инә, Алланың рөхсәте менән һәр кем ҡәнәғәт унан. Эшләргә рөхсәт бар, сөнки сәйәсәт кәрәк ҡайһы бер урындарҙа. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ, тыныслыҡ – хәйер (благо), тигән. Ышандыра алһаң, башҡа ысулдарға мөрәжәғәт итергә ихтыяж ҡалмай. Иман мәсьәләһе был.
Иман кәрәк кешеләргә. Йыһат ваҡыты түгел хәҙер. Кешегә Ҡөрьәндә әйтелә: үҙеңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйма. Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ, атай-әсәйҙе ҡарау, ғаиләне ҡарау ҙа йыһат ул, ти.
Аллаға шөкөр, бында һәр ерҙә Ислам өсөн ҡулай шарттар бар. Мәсеттәр бар, йәмәғәт бар. Һәр нәмә бар. Аҙан уҡыла, Ҡөрьән уҡыла, Мәүлиттәр уҡыла. Йәғни нимәлер эшләргә кәрәк юҡ. Аллаға шөкөр, мосолмандар үҙҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаһын, ти Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле Аллаһ. Тыныслыҡ булһа, иң хәйерлеһе шул, тыныс йәшәү күпкә яҡшыраҡ. Был – бик ҙур ниғмәт. Аллаһ, тороп нимәлер эшлә, тимәй. Тыныс бул, бөтөн нәмәң дә бар, ти, халыҡты ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға һис тә кәрәк юҡ. Былай эшләгәндәр – яңылыш юлда булған кешеләр. Тәриҡәт әһеле, кешеләр менән, күршеләр менән, бөтөнөһө менән дә яҡшы мөнәсәбәттә бул, ти. Сөнки улар ҙа – Алланың ҡоло.
Көсләү юҡ мосолманлыҡта, матурлыҡ бар, яҡшылыҡ бар. Беҙҙең эшебеҙ, элекке һәм хәҙерге имамдарҙың эше – Аллаға иманды ҡеүәтләндереү.
Руханиәткә, әүлиәләргә, Пәйғәмбәргә иман тәриҡәт менән килә. Теге, башҡаларҙа хөрмәт юҡ, бер нимәгә ҡарата ла, руханиәткә ышанмайҙар. Бары тик тайпылмаҫ материалистар. Әһли сөннәт китаптарында бөтәһе лә бар, йәғни Аллаға иман, Пәйғәмбәрҙәргә, китаптарға, фәрештәләргә, яҙмышҡа, үлгәндән һуң терелеүгә иман тураһында, былар бөтәһе лә иман шарттары.
ИншаАллаһ, был иман элеккеһенән тағы ла ҡеүәтлерәк булыр. Ата-бабаларығыҙҙың хөрмәте хаҡына, иншаАллаһ. Бынан һуң бындай хәлдәр тураһында ишетмәҫбеҙ, иншаАллаһ. Киткән китте, хәҙер инде улар Аллаһ алдында иҫәп тотасаҡ. Әйтеп үтеүебеҙсә, был аҡыл эше түгел. Ҡотолоу юҡ. Алланан ҡасып булмай. Бынан берәйһенән ҡасып китергә була, башҡа илгә ҡасып китергә мөмкин, тик бынан әхирәткә ҡасһаң да,
йәнә лә Аллаһ һәр ерҙә.
Бына ошо була инде иман. Аллаһ назыри, Аллаһ хазыри, Аллаһ мөшаһиди, йәғни Аллаһ мине күрә, Аллаһ – шаһит, минең нимә эшләгәнемде белеп тора. Аллаһ ниндәйҙер урынға бәйле түгел. Алланың вазифаһын бер кеше лә башҡара алмай. Алланан ҡасып та булмай. Иман менән булырға кәрәк, шул ваҡытта бөтөн эшегеҙ ҙә дөрөҫ булыр, яҡшы булыр.
Аллаһ бөтәгеҙҙән дә риза булһын. Үә мин Аллаһи тауфиҡ, әл-Фатиха.
Интернет киңлегенән