Ҡарашты гонаһтан һаҡлау
Аллаһ Тәғәлә кешегә был донъяла бик күп төрлө ниғмәттәр бирҙе. Хатта ул ниғмәттәрҙе һанап бөтөрөп булмай. Кеше ул ниғмәттәрҙе хәйерле, яҡшы маҡсаттарҙа ла ҡулланыла ала, шулай уҡ улар ярҙамында гонаһлы ғәмәлдәрҙе ҡылырға мөмкин. Миҫал өсөн, кешенең күрә алыу һәләте ул Аллаһтың бер ниғмәте. Кеше күҙҙәр ярҙамында Аллаһтың барлығын һәм бөйөклөгөн күрһәтеүсе әйберҙәрҙе ҡарай ала, шулай уҡ улар ярҙамында гонаһта ҡыла ала. Шуға күрәлә Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә күҙҙәрҙе дөрөҫ юлда ҡулланырға ҡушҡан. Ул ҡайһы бер ҡараштарҙы гонаһлы нәмәләрҙән һаҡларға ҡуша. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
قُل لِّلْمُؤْمِنِينَ يَغُضُّوا مِنْ أَبْصَارِهِمْ وَيَحْفَظُوا فُرُوجَهُمْ ذَلِكَ أَزْكَى لَهُمْ إِنَّ اللَّهَ خَبِيرٌ بِمَا يَصْنَعُونَ
30. Ҡуль лилмүьминиинә йәғуддуу мин әбсаа-риһим үә йәхфәҙуу фүрууджәһүм ҙәәликә әзкәә ләһүм иннә-ллааһа хабиирум- бимәә йаснәғүүн.
30. Мөьмин ирҙәргә әйт: улар (хәрәмгә) күҙен йомһон, оят ерен ҡаплаһын. Улар өсөн был таҙараҡ. Ысынлап та, уларҙың ни эшләгәнен Алла белеп тора! (Нур сүрәһе, 30 аят)
Шулай уҡ Аллаһ Тәғәләнең был әмере ҡатын – ҡыҙҙарға ла ҡағыла:
وَقُل لِّلْمُؤْمِنَاتِ يَغْضُضْنَ مِنْ أَبْصَارِهِنَّ وَيَحْفَظْنَ فُرُوجَهُنَّ وَلَا يُبْدِينَ زِينَتَهُنَّ إِلَّا مَا ظَهَرَ مِنْهَا
31. Үә ҡуль лилмүьминәәти йағдуднә мин әбсаариһиннә үә йәхфаҙнә фүрууджәһүн- нә үә ләә йүбдиинә зиинәтәһүннә илләә мәә ҙаһәра минһәә
31. Мөьминә ҡатындарға әйт: улар күҙен йомһон, оят ерен ҡаплаһын, күренеп торған зиннәттәренән ( йөҙ һәм ҡул суғы) башҡа зиннәтен күрһәтмәһен, иҙеүендәге ярыҡты бөркәнсеге менән япһын. (Нур сүрәһе, 31 аят)
Был ике аят үҙ эсенә сит ҡатындарға, сит ирҙәргә, яланғас һүрәттәргә, телевизорҙа күрһәтелә торған фәхеш фильмдарҙы ҡарауҙы ала.
Әгәр ҙә кеше күҙҙәрен гонаһҡа ҡарауҙан һаҡлаһа ул күңелен боҙоҡ, шәһүәтле уйҙарҙан һаҡлап ҡаласаҡ. Аллаһы Тәғәлә был турала алдан әйтелгән аятта әйтте: «Был улар өсөн күпкә ......». Йәғни кешенең күңеле насар, гонаһлы уйҙарҙан саф булып ҡала.
Аллаһ Тәғәлә был аятта беренсе сиратта ҡарашты, ә икенсе сиратта ғәүрәт ағзаларын зинанан һаҡларға ҡуша. Сөнки кешенең ҡарашы менән ғәүрәт ағзалары араһында бәйләнеш бар. Кеше зинанан йәғни никахһыҙ енси мөнәсәбәткә кереүҙән үҙ – үҙен һаҡлап ҡала шул осраҡта, әгәр ҙә ул ҡарашын гонаһлы нәмәләрҙән һаҡлаһа. Әҙәм балаһын иң беренсе сиратта зина ҡылыуға ҡарашты сит ҡатындарҙан һаҡламау этәрә. Шуға күрә лә Мөхәммәд ﷺ бер хәҙистә кешелә булған күҙгә, ҡолаҡтарға, ҡулға һәм аяҡтарға зина гонаһының бер өлөшө яҙыла тип әйткән. Сөнки был ағзалар кешенең зина ҡылыуына сәбәпсе булып торалар. Мөхәммәд ﷺ әйтә:
إن الله كتب على ابن آدم حظه من الزنى أدرك ذلك لا محالة فزنى العين النظر ، وزنى اللسان المنطق ، والنفس تمنى وتشتهي والفرج يصدق ذلك أو يكذبه" رواه البخاري
"Кеше балаһына зинаның бер өлөшө яҙылған ул уға барыбер ирешәсәк. Күҙҙәрҙең зинаһы – күҙ ҡарашы, телдең зинаһы – һөйләм, ҡолаҡтарҙың зинаһы – тыңлау, ҡулдарҙың зинаһы — тотоу, аяҡтарҙың зинаһы — аҙымдар. Күңел теләй һәм һорай, ә ғәүрәт ағзаһы быны раҫлай йәки кире ҡаға. (Муслим)
Икенсе хәҙистә Мөхәммәт пәйғәмбәр ҡарашты Иблистең ағыулы уғы тип әйтә:
إِنَّ النَّظْرَةَ سَهْمٌ مِنْ سِهَامِ إِبْلِيسَ مَسْمُومٌ، مَنْ تَرَكَهَا مَخَافَتِي أَبْدَلْتُهُ إِيمَانًا يَجِدُ حَلاوَتَهُ فِي قَلْبِهِ
"Ысынлыҡта ҡараш ул Иблистең бер ағыулы уғы. Кем дә кем уны Минән ҡурҡып ҡалдырһа, уны Мин күңелендә һиҙелә торған бер рәхәтлек менән алыштырам" (Хәким).
Әгәр ҙә кеше күҙен гонаһлы нәмәләргә ҡарауҙан һаҡлаһа ул үҙенең күңелен боҙоҡ, яман уйҙарҙан һаҡлай. Аллаһ Тәғәлә күҙҙәрен Үҙенән (Аллаһынан) ҡурҡып ярым – яланғас йә шәрә ҡатындарға ҡарауҙан һаҡлап ҡалған кешегә күңелдә һиҙелә торған бер рәхәтлек бирә икән.
Ҡайһы бер ваҡытта кешенең ҡарашы үҙе лә аңғармаҫтан сит ҡатындарға төшөргә мөмкин. Бындай ҡарашҡа гонаһ яҙылмай. Мөхәммәд ﷺ Ғәлигә (р.г) шулай тип әйткән:
يا علي لا تتبع النظرة النظرة ، فإن الأولى لك وليست لك الآخرة
"Йә Ғәли, бер – бер артлы ҡарама. Ысынлыҡта беренсе ҡараш ул һинеке, ә икенсе һинеке түгел" (Әбү Дауд).
Был хәҙистең мәғәнәһе шунан ғибәрәт: Әгәр ҙә кешенең күҙе сит ҡатын – ҡыҙға, ҡапланмаған ғәүрәт урындарына төшһә уға гонаһ яҙылмай, әгәр ҙә инде ул икенсе тапҡыр гонаһ булып һаналыусы нәмәгә әйләнеп йәки күтәрелеп ҡараһа ул ҡарашҡа гонаһ яҙыла.
Ҡайһы бер кешеләр үҙ – үҙҙәрен Аллаһтан ҡурҡыусы итеп күрһәтеп ҡараштарын сит кешеләр эргәһендә гонаһлы нәмәләргә ҡарауҙан һаҡлаған булып ҡыланалар. Улар быны кешеләр араһында үҙенең абруйын, дәрәжәһен һаҡлап ҡалыу өсөн генә эшләй. Ләкин ысын барлыҡта ул ике йөҙлө кеше ғәмәлен эшләй. Аллаһ Тәғәлә шундай кешеләрҙең күҙҙәрен Ҡөръәндә хыянатсы күҙҙәр тип атай:
يَعْلَمُ خَائِنَةَ الْأَعْيُنِ وَمَا تُخْفِي الصُّدُورُ
19. Йәғләмү хаа'инәтәл-әғйүни үә мәә түхфи-ссудуур.
19. (Кешенең) хыянатсыл күҙен дә, күңеленә ни йәшергәнен дә Ул күреп тора. (Ғафир сүрәһе, 19 аят)
Ибн Ғаббас атаҡлы ғалим сәхәбә был аятты шундай мәғәнәлә аңлата: "Кешеләр араһында булған бер кеше ҡатын – ҡыҙ уҙып киткәндә улар алдында үҙенең дәрәжәһен һәм абруйын һаҡлау өсөн ҡарашын ситләштергән була. Әгәр ҙә кешеләр уға иғтибар итмәһә, ул шул ҡатынға ҡарай башлай. Әгәр ҙә кешеләр күрер тип ҡурҡһа ул йәнә ҡарашын ситләштергән була. Ләкин Аллаһ Тәғәлә уның күңелендә нимә йәшеренгәнен белде инде ".
Кеше ҡарашын гонаһ булып һаналыусы нәмәләрҙән һаҡлаһа Аллаһ Тәғәлә уға тәрән зирәклек сифаты бирә. Ғалимдарҙың ҡайһы берҙәре шулай тип әйтәләр: «Кем дә кем тышҡы ҡиәфәтен Мөхәммәд ﷺ дең сөннәтенә эйәреп камилләштерһә, күңеленән Аллаһ Тәғәләнең Күҙәтеп тороусы Зат икәнлеген онотмаһа, ҡарашын гонаһлы нәмәләрҙән һаҡлаһа, нәфесен шәһүәт теләктәренән тыйһа һәм хәләл ризыҡ ҡына ашаһа, уның зирәклеге бер ҡасанда яңылышмаясаҡ».
Шулай уҡ ҡарашын гонаһтан һаҡлаған кешегә Аллаһ Тәғәлә хәтерен яҡшырта һәм ғилем алыуҙы еңеләйтә. Имам әш – Шафиғи бик тә хәтерле кеше була. Ул Ҡөръәндең бер битен ятлағанда күҙе төшкән икенсе битте лә иҫендә ҡалдыра торған була. Көндәрҙән бер көндө уның хәтере насарлана. Шуның буйынса ул уҡытыусыһы Ваҡийғҡа зарлана. Был турала ул бер шиғыр яҙа:
Мин Ваҡийғҡа хәтеремдең насарланыуы тураһында зарландым.
(Кәңәш итеп) ул миңә гонаһтар ҡылмаҫҡа ҡушты.
Ул миңә әйтте: «Ғилем ул нур, ә Аллаһтың нуры гонаһлы кешегә бирелмәй».
Имам әш – Шәфиғийнең хәтеренең насарланыуы урамда барған ваҡытта бер ҡатының аяҡ табанын күреүенә бәйле була.
Кешенең ҡарашын гонаһлы нәмәләрҙән һаҡламауының төп сәбәбе Аллаһтың ғазабынан ҡурҡмауға, шайтандың ҡотортоуына, нәфсе теләгенә эйәреп ләззәт һәм рәхәтлек алыу теләгенә бәйләнгән. Кеше ысынданда Ҡиәмәт көнөндә Аллаһтың буласаҡ ғазабынан ҡурҡа икән ул ҡарашын гонаһлы нәмәләрҙән һаҡлаясаҡ.
Аллаһ Тәғәлә ҡараштарҙы хәйерле нәмәләрҙе ҡулланып гонаһлы нәмәләргә ҡарауҙан һаҡларға ярҙам итһен!
«Ометлеләр» («Өмөтлөләр» сайты): http://islamsemya.ru/publ/prpoved_imama/na_tatarskom_jazyke/gafl_t_chire/31-1-0-574