Изге айҙа — изге ғәмәлдәр (Рәжәб айы)

                                                             Изге айҙа — изге ғәмәлдәр (Рәжәб айы)
     Рәжәб — Ислам динендә булған дүрт изге айҙың береһе. Бөгөн бына (7 март) — Рәғәиб кисәһе көнө, был төн Рәғәиб кисәһе ине, Пәйғәмбәребеҙҙең атай-әсәһе никахлашҡан-ҡауышҡан көндәре, байрам көнө. Үҙе йома көнө (төнө) башына, шул ваҡытта Рәғәиб кисәһе көнө тип атала. ( Мосолман календары буйынса көн ҡояш байығас башлана). Икеләтә байрам көн был. Йома көндө шундай бер ваҡыт бар, шул сәғәттә теләгән теләк ҡабул булмайынса ҡалмаҫ, тип әйтелә. Бына уның ҡайһы сәғәт икәнен бары тик Аллаһ Тәғәлә генә белер, тип әйтелә. Шуға күрә йома көн ҡояш байығанға тиклем зекерҙә булып, Аллаһ Тәғәләне ололап, ауыҙҙарыбыҙҙы насар һүҙҙәрҙән тыйып, яҡшы теләктәрҙә генә йөрөргә кәрәк.

     Беҙ ҡайһы ваҡыт, үҙебеҙ ҙә уйлап-нитеп тормайынса, балаларыбыҙға, туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға теләһә нәмә ҡысҡырып ҡуябыҙ. Йома көндө беҙҙең уйламайынса әйткән һүҙебеҙ афәттәр килтереүе бар. Балаларыбыҙ ауырып китһә, ни булды икән, тип борсолабыҙ. Үҙебеҙҙең уйламайынса әйткән һүҙҙәребеҙ арҡылы балаларыбыҙға зыян килеү ихтималы бар бит. Йома көндәрендә яман ғәҙәттән бигерәк тә һаҡ булырға кәрәк. Кеше балаһының нәфсеһе бар, теле бар, күңелендә төрлө уйҙар бар. Әммә насар теләкте бер ҡасан да теләмәҫкә кәрәк. Йома көндө ошо теләктәрҙең ҡабул була торған бер сәғәтенә тура килеүе бар.
     Рәжәб айында Пәйғәмбәребеҙҙең атай-әсәһе ҡауышҡан. Айҙың 27-се кисәһендә Пәйғәмбәребеҙ күккә ашҡан, Аллаһ Тәғәлә менән осрашҡан. Беҙгә был көндө биш ваҡыт намаҙ фарыз булған. Бер һүҙ менән әйткәндә, был айҙа мосолмандар тарихына, динебеҙ тарихына бәйле әһәмиәтле тарихи ваҡиғалар күп. Шуға ла Рәжәб айы — изге ай һанала. Шәғбан айы ла — изге ай. Шуның менән бергә изге Рамаҙан айы килә. Ошо айҙар Рамаҙан айына әҙерлегебеҙ лә булып тора. Рәжәб айында беҙ бит Рамаҙан айына ысын-ысынлап та әҙерлегебеҙҙе башлайбыҙ. Нәфел ураҙалар тотабыҙ, саҙаҡалар бирәбеҙ. Шулай иттереп, беҙ күңелебеҙҙе сафлап, Аллаһ Тәғәлә тарафынан һиҙәйәт өсөн, тура юлға күнәр өсөн, беҙгә бүләк итеп яҙылған изге айына әҙерләнә башлайбыҙ. Изге айҙарҙа тәүбәгә килеү бик сауаплы. Һәр ҡайһыбыҙҙың эшләгән гонаһтары бар, уларҙы иҫкә төшөрөргә кәрәк. «Әстәғфируллааһ»ны күп әйтергә, гонаһтарыбыҙға тәүбә ҡылырға кәрәк. Берәү, гонаһтын иҫкә төшөрөп, шуға тәүбә итһә, тәүбә ҡылһа, үкенһә, яңынан был гонаһтарҙы ҡабатламаһа, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм әйтеүенсә, уның бындай гонаһты кисерелгән тип һанала. Тимәк, беҙгә насар эште эшләгәнебеҙгә үкенергә кәрәк, тәүбәгә килеп, «Әстәғфируллааһ» тип. Һәм хәҙер «Кәлимәтүл истиғфар»ҙы әйтһәк бик тә яҡшы, һәм артабан ул боҙоҡлоҡты яңынан ҡабатламаҫҡа кәрәк. Шуның өсөн көс табабыҙ икән, тимәк, Пәйғәмбәребеҙ әйткәнсә, ошо гонаһ ярлыҡанған тип һанала. Тәүбәгә килгәнһең икән, Аллаһ Тәғәлә ошо гонаһыңды ярлыҡаһын өсөн, шул тәүбәңә үлгәнсе тоғро ҡалырға кәрәк. Ҡалған намаҙҙарыбыҙҙы, ҡалған ураҙаларыбыҙҙы ла изге айҙарҙа тәьмин үтәү яҡшы, сөнки был — Аллаһтың рәхмәт айҙары. Был-ғәмәлдәребеҙҙең ҡабул ителә торған айҙары. Аллаһ Тәғәлә әйтә: Рәжәб айында мин асыуымды бикләп ҡуярмын, рәхмәтем ямғыр кеүек яуар, — тип әйтә. Был изге айҙарҙа әжер-сауап 100 мәртәбә артығыраҡ булыр. Тырышып-тырышып Ҡөръәндән бер аят өйрәнһәк, бер хәреф өйрәнһәк, (Аллаһтың беҙгә вәғәҙә ҡылған әжер-сауабы бар) бер хәрефкә — ун сауап булыр, тип әйтә. Башҡа саҡта бер генә хәрефкә — ун сауап була, тиһәк, изге айҙарҙа бер өйрәнгән бер хәрефебеҙгә мең сауап та булырға мөмкин. Һәм Рамаҙан айында иһә бер хәрефкә ете меңгә тиклем сауап була. Бына шуға Аллаһтың ошондай рәхмәт айҙары. Был айҙарҙа, саҙаҡа биреп, йәтимдәрҙе, меҫкендәрҙе, ауырыуҙарҙы һөйөндөреү ҙә бик сауаплы. Арабыҙҙа йәтимдәр бар, ауырыу кешеләр бар, тыумыштан булған ғәриптәр. Ошондай кешеләрҙең генә түгел, үҙ ғаиләңдәгеләрҙең, таныштарыңдың, дуҫтарыңдың да күңелен күрергә, уларға бүләктәр, саҙаҡалар бирергә кәрәк. Хәлдәрен белеп, уларҙы һөйөндөрөү, әлбиттә — бик тә сауаплы ғәмәл.
     Бына шундай эштәргә беҙ ошо айҙарҙа бер булырға, шуларҙы башҡарыуға ғәҙәтләнергә тейеш. Был айҙарҙа яман эштәрҙе ҡуйып торорға кәрәк. Рәжәб, Шәғбан, Рамаҙан айҙарында, яман эштәребеҙҙе ҡуйып, изге эштәрҙе күп эшләһәк, Аллаһның, бәлки, беҙгә рәхмәте булыр. Беҙ иһә, бәлки, насар эштәрҙе башҡа ҡабатламабыҙ ҙа. Телдәребеҙҙе лә, күңелдәребеҙҙе лә сафларбыҙ яман һүҙҙәрҙән. Рәжәб айын, изге ай тип һанап, уны ҡәҙерләп, Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанса, матур итеп үткәрергә кәрәк. Шәғбан, Рамаҙан айҙарында ла Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында саф булып, пак булып, гонаһтарыбыҙҙан арынып, изге ғәмәлдәребеҙ менән күренеп ҡалайыҡ.
                                                                                    * * *

     Беҙҙең өҫтөбеҙгә биш төрлө фарыз йөкләнә. Беренсеһе — иманды яҡшы белеү, икенсе — биш ваҡыт намаҙ, өсөнсөһө -зәҡәт, дүртенсеһе ураҙа, бишенсеһе — көсө еткән кешегә хаж. Әгәр динебеҙгә ниндәйҙер бер тарафтан ҡурҡыныс янаһа, шул ваҡытта динебеҙҙе яҡлап көрәшкә сығыу — жиһад тип атала. Был — беҙҙең бурысыбыҙ, йәғни алтынсы фарыз кеүек. Беҙ бынан ситләшһәк, беҙ бынан ситтә ҡалһаҡ, беҙ гонаһ эшләгән кешеләр булабыҙ. Үҙебеҙҙе мосолман тиеп һанайбыҙ икән, беҙ Аллаһ Тәғәләгә, Пәйғәмбәребеҙгә тел-теш тейҙергән кешеләргә ҡаршы сығарға тейешбеҙ. Сөнки был — Ислам диненә янаған ҡурҡыныс. Әгәр ҡаршы сығырға көс табалмайбыҙ икән, уға йөрәгебеҙ етмәй икән, беҙ был дин дошмандарын ташлап китергә, улар янында тормаҫҡа тейеш. Динебеҙгә әфәт янамаған ваҡытта дингә өндәү беҙҙең бурысыбыҙ. Бөгөнгө көндә, Аллаһҡа шөкөр, ҡорал тотоп динде яҡлау ихтыяжы юҡ. Дингә өндәү бөгөнгө көндә беҙҙең алтынсы фарызыбыҙ булып, бурысыбыҙ булып тора. Был эш иң элек үҙ ғаиләңдән башланһын, үҙеңдән, ҡатыныңдан, балаларыңдан.
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм әйтте: һеҙҙең хәйерлегеҙ шул кеше булыр, ул үҙенең өйрәнгәнен икенсе кешеләргә еткерә, — тине. Ҡөръәни Кәримдә лә аят бар:
                                                                                                  وَمَنْ أَحْسَنُ قَوْلًا مِّمَّن دَعَا إِلَى اللَّهِ وَعَمِلَ صَالِحًا وَقَالَ إِنَّنِي مِنَ الْمُسْلِمِينَ
     33. Үә мән әхсәнү ҡауләм-миммәң дәғәә илә-ллааһи үә ғәмилә саалихәү-үә ҡаалә иннәнии минәл-мүслимиин. («Фуссиләт» сүрәһе (Аңлатыу) 41:33)
     33. Аллаға өндәп, изгелек эшләп, «Мин — мосолман!» — тигән кешенән дә күркәмерәк һүҙле кеше булырмы?, — тиелә.
     Бына был -Аллаһ Тәғәлә һүҙе, Ул үҙе әйтә. Миңә һүҙемде кешеләргә еткереүселәрҙән дә яҡыныраҡ кеше булмаҫ, — тип әйтә. Беҙҙең яҡтарға ситтән, үҙҙәренең йылы өйҙәрен, ғаиләләрен, байлыҡтарын ҡалдырып, бында килгән кешеләр бар — улар алтынсы вазифаларын, алтынсы бурыстарын үтергә тип сыҡҡан кешеләр. Араларында төрлө һөнәр кешеләре бар: уҡытыусылар, врачтар, экономистар. Улар, үҙ хисаптарына, бер-ике ай ял алып, беҙҙе дингә өндәргә, Аллаһ юлына саҡырырға сыҡҡандар, һәм беҙ быларҙан ҡурҡып, шикләнеп ҡалырға тейеш түгел. Уларҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы алырға кәрәк. Уларҙың әйткәндәрен, вәғәздәрен тыңларға кәрәк. Күптәребеҙ, йома көндө, йылы өйҙән сығып, мәсеткә килергә үҙендә көс табалмай. Килә алмауына 40 төрлө һылтау таба: уға йә муллаһы, йә мәсеткә йөрөгән кеше оҡшамай. Һиңә мәсеткә йөрөгән кешенең оҡшауы ни өсөн кәрәк, Аллаһҡа иман килтергән икән, ошо иманы уны мәсеткә саҡырырға, мәсеткә килтерергә тейеш. Бында ул Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында булған фарызын үтәй. Уның бында килеп фарызын үтәүе беребеҙ өсөн дә түгел, Аллаһ Тәғәлә өсөн дә түгел, бары тик үҙе өсөн генә. Аллаһ Тәғәлә әйтә:
                                                                                                                              إِنْ أَحْسَنتُمْ أَحْسَنتُمْ لِأَنفُسِكُمْ وَإِنْ أَسَأْتُمْ فَلَهَا
     7. Ин әхсәңтүм әхсәңтүм ли'әңфү-сикүм үә ин әсәьтүм фәләһәә... Әл-Исра сүрәһе (Төндә күсеү) 17:7 аят.
     7. Изгелек эшләһәгеҙ, үҙегеҙ өсөн эшләйһегеҙ, яманлыҡ ҡылһағыҙ ҙа — үҙегеҙ өсөн, — тип әйтә.
     Беҙ бер нәмә эшләйбеҙ икән: саҙаҡа бирәбеҙме, Ҡөръән уҡыйбыҙмы, мәсеткә барабыҙмы, бының файҙаһы тик үҙебеҙ өсөн генә. Аллаһ Тәғәлә беҙҙең намаҙыбыҙға ла, биргән саҙаҡаларыбыҙға ла, салған ҡорбаныбыҙға ла мохтаж түгел. Уның үҙ дәүләте үҙенә еткән. Был эшләгән эштәребеҙ — үҙебеҙ өсөн, ахирәтебеҙ өсөн, балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн. Бер риүәйәт бар. Берәү һорай Аллаһ Тәғәләнән: «Үҙеңдең ҡаршыңдағы иң йәмһеҙ кешене миңә күрһәт әле», — тип. Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Бына, ҡара әле», — ти. Ҡараһа, урамда, бысраҡта бер кеше иҫереп, аунап ята. «Минең ҡаршымда ошонан да күңелһеҙ кеше юҡ», -тип әйтә Аллаһ Тәғәлә. Икенсе көндө теге кеше әйтте Аллаһ Тәғәләгә: «Һин, — тине, — миңә ҡаршыңдағы иң яҡын кешене күрһәт», -тине. Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Ана, ҡырға сыҡ та ҡара!» -тип әйткән. Ә унда бер әҙәм балаһына тәбиғәтте күрһәтеп йөрөй. Ҡырҙағы сәскәләрҙе, хуш иҫтәрҙе, ағастарҙы, матурлыҡты, ерҙәрҙе, күктәрҙе. Үҙе: «Бына быларҙың барыһын да Аллаһ Тәғәлә яралтҡан, балам, быларҙың барыһының да хужаһы — Аллаһ Тәғәлә. Беҙ барыбыҙ ҙа Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылырға тейеш», — тип әйтә ти. Аллаһ Тәғәлә әйтте: «Мине ҙурларға өйрәткән кешенән дә яҡыныраҡ башҡа кеше юҡ», — тине.
     Ҡайһы ваҡыт улыбыҙға, йә булмаһа, күршебеҙгә: «Әйҙә, мәсеткә барайыҡ, ошо эште эшләйек әле», — тигәс, ул беҙгә бер кире һүҙ әйтһә, бөтөн донъябыҙ емерелгәндәй була. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм, берәүҙе дингә килергә өндәп, уға 100 мәртәбә мөрәжәғәт итә. Сәхәбәләр: «Йә, Рәсүлуллаһ, был кешенән өмөт өҙөп, ҡул һелтәгәнһеңдер», — тинеләр. Пәйғәмбәребеҙ: «Ни эшләп өмөт өҙәйем, бәлки уның күңеленә һиҙәйәт 101 -нсеһендә инәр», — тине.
     Беҙ ҡайһы ваҡыт күршебеҙҙе йәки танышыбыҙҙы: «Әйҙә, йомаға кил әле», -тип саҡырабыҙ ҙа, ул беҙҙе әрләп ташлаһа, беҙҙең өсөн шуның менән эш бөтә, туҡталып ҡалабыҙ.
     Үҙебеҙ күпмелер хаҡлыҡты күргәнбеҙ, дөрөҫ юлға килгәнбеҙ икән, башҡаларҙы ла ошо юлға өндәйек, сөнки үлем хаҡ булған кеүек, ҡиәмәт көнө лә хаҡ. Тамуҡтағы таныштарыбыҙ беҙгә: «Үҙең барғанда ни өсөн мине лә мәсеткә саҡырманың, үҙең дөрөҫ юлды тапҡас, ни өсөн мине лә өндәмәнең?» — тип, беҙгә үпкә белдерәсәк. Йә булмаһа, беҙ үҙебеҙ, ниндәйҙер насарлыҡҡа эйәрһәк, шул кешегә үпкә белдерәсәкбеҙ. Шуға күрә был донъяла, әле мөмкинлегебеҙ барында, хаҡ юлды табайыҡ һәм башҡаларҙы ла ошо юлға өндәйек. Әйткәнемсә, бер яҡшылыҡтың йөҙ яҡшылыҡ булып яҙыла торған ай.
                                                                                             Йәлил хәҙрәт Фазлыев, «Йөҙ ҙә бер вәғәз» китабынан.

Рәжәб айы ураҙаһы: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/r%D3%99zh%D3%99b-ura%D2%99a%D2%BBy.html

Рәжәб айы: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/r%D3%99zh%D3%99b-ajy.html