Ғилем бәрәҡәте
     Аң-белем, мәғрифәт – Аллаһ Тәғәләнең кешеләргә биргән бүләге, оло ниғмәте. Әҙәм балаларында күп яҡшы булырға сифаттар мөмкин, әммә ғилемле булыу уны башҡаларҙан айырып тороусы үҙенсәлек булып тора. Ғилем – кешеләргә генә хас булған бер сифат. Ғилемдән башҡа, мәҫәлән, батырлыҡ, юғарылыҡ, шәфҡәт итеүселек кеүек сифаттар хайуандарҙа ҙа була. Әммә мәғрифәт, ғилем бары тик кешелә генә була.
     Аллаһ Тәғәлә Әҙәм ғәләйһис-сәләмде яралтып, остаз булараҡ, уға барлыҡ ғилемде өйрәткән. Барлыҡ фәрештәләр иһә быға ҙур борсолоу белдергән.
     – Әҙәм балаһын яралтыу ниңә кәрәк булды һуң, Раббым? Ул ниәттәреңде тормошҡа ашырмаһа, Һин ни ҡылырһың? — тигәндәр.
     – Әҙәм балаһы насар юлды һайламаҫ, сөнки уға ғилем бирҙем. Белем – барлыҡ күркәм сифаттарҙың тамыры. Ғилемле кеше һәр саҡ камиллыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтыла, күңеле бөтөн була, башҡаларҙы яманламай, һауаланмай, ялҡауланмай, хәйлә-мәкер ҡормай, бүтәндәргә һалышмай һ.б. Ғилемле кеше үҙе булып ҡала, сөнки тормошта тәғәйен урыны, ышаныслы терәге – белеме – бар.

         وَيَرَى الَّذِينَ أُوتُوا الْعِلْمَ الَّذِي أُنزِلَ إِلَيْكَ مِن رَّبِّكَ هُوَ الْحَقَّ وَيَهْدِي إِلَى صِرَاطِ الْعَزِيزِ الْحَمِيدِ

     Үә йәрал-ләҙиинә үүтүл-ғилмәл-ләҙии үңзилә иләйкә мир-раббикә һүүәл-хәҡҡа үә йәһдии иләә сыираатыил-ғәзиизил-хәмиид.
    «Белемле кешеләр Раббынан һиңә индерелгән (Ҡөрьән)дең хаҡ икәнен беләләр; уның (Ҡөрьәндең) мотлаҡ өҫтөн һәм маҡтауға лайыҡ булған юлға өндәүсе икәнен күрәләр» (Сәба, 34/6).
     Шулай итеп Ислам динендә ғилем бик ҙур урын алып тора. Әбу әд-Дарҙа исемле сәхәбә (Аллаһының уға рәхмәте булһа ине): “Ғилем эйәһе, йәки ғилем алыусы, йәки ғилемде тыңлаусы бул. Ләкин дүртенсеһе булма, һәләк булырһың", – тип әйткән. Бынан аңлашылғанса, һәр кем ғилемле, белемле булып, шул ғилемде башҡаларға ла өйрәтеү тейешле. Мосолман кешегә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм “Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрәнегеҙ,” тигән. Ғилем алыу бишектән алып ләхеткә тиклем фарыз ғәмәл тиеп, ғилемде фарыз дәрәжәһенә күтәргән. Фарыз – мотлаҡ үтәлергә тейеш ғәмәл. Шуға ла беҙ, нисә йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт ғилем алырға тырышырға тейешбеҙ. Белем алмай икән, тимәк, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡан бурысын үтәмәй. Донъяуи ғилемде, дини ғилемде – икеһен дә бер тигеҙ күреп, икеһен дә мосолман кеше өйрәнергә тейеш. Ғилем – ҡош, аҡыл – ҡанат. Шулай итеп, ике төрлө ғилемде лә өйрәнгән кеше һауала осҡан ике ҡанатлы ҡош шикелле күркәм булыр. Донъяуи ғилем тән сәләмәтлеге, был донъяла йәшәү өсөн кәрәк, сауабы ла был донъяла ғына ҡала. Дини ғилем йән сәләмәтлеге, ҡальб, күңел таҙалағы, теге ахирәт тормошо өсөн, был донъяла ла бәхетле йәшәр өсөн кәрәк. Ҡәҙимге донъя ғилеме менән һәм дини ғилем бер-береһенә бәйләнгән, бер-береһен тулыландырып торалар. Уларҙы айырып ҡарау һис тә дөрөҫ түгел. Дин әһелдәре лә, донъяуи фән ғилеме биреүселәр ҙә быны аңларға тейеш. Сөнки донъяуи ғилемдәр ҙә Аллаһы Тәғәлә урынлаштырған ҡанундарҙы өйрәтә. Физика, химия, биология, математика йәки башҡа фәндәр – улар барыһы ла Аллаһтың ер йөҙөнә урынлаштырылған ҡағиҙәләрен өйрәтә. Кеше нихәтле ғалимыраҡ булһа, ғилемде нихәтле күберәк өйрәнһә, тәрәнерәк белһә, ул Аллаһы Тәғәләгә шуның хәтле яҡыныраҡ була. Сөнки ул Аллаһы Тәғәләнең был донъяны ниндәй камил сүрәттә яратҡан икәнен аңлай. Унда бөтә нәмә ҡанундарға буйһона, тәртипһеҙ хәрәкәтләнеүсе бер генә нәмә лә юҡ. Бөтөнөһөнөң эсендә бер төрлө нигеҙ ята. Бөтөнөһөнөң төҙөлөшө оҡшаш, бер-береһенә бәйләнгән һәм һис береһенән башҡа була алмай ул.Таштимер ауылы мәсете
     Ата-әсәләр балаларына донъя һәм дин ғилемен өйрәтергә тейеш. Дини белем биреү – ата-әсәнең Аллаһы Тәғәлә алдында бурысы. Ошо бурысты үтәмәһәк, Аллаһы алдында Ҡиәмәт көнөндә шунын өсөн яуап тотасаҡбыҙ. Балаларыбыҙға әкренләп динебеҙҙе өйрәтәйек, үҙебеҙ ҙә шул иманлы юлдан яҙмайыҡ. Дини белемдең тәүге нигеҙе – Аллаһ Тәғәләне таныу. Аллаһ бер, Аллаһ бөйөк, Аллаһтан башҡа илаһи юҡ, тейеүҙә, Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм Уның рәсүле итеп таныуҙа.
     Ғилемгә, үҫешкә ынтылмағандың иманһыҙға яҡын тороуы билдәләнгән, бындай күренештәрҙе бөтөрөү юлдары күрһәтелгән. “Мосолмандың наҙан булыуы ярай торған эш түгел, – тигән, мәҫәлән, Ғүмәр ибн Хаттаб. – Белгәндәр – өйрәтергә, белмәгәндәр өйрәнергә тейеш”.
     Исламда ғилем – иң юғары төшөнсәләрҙең береһе. Ғилем һүҙе Ҡөръән Кәримдә лә хәҙистәрҙә лә бихисап урында ҡабатланып килә. Аллаһы Тәғәлә изге Ҡөръәндә былай тип әйтә:
                                                   قُلْ هَلْ يَسْتَوِي الَّذِينَ يَعْلَمُونَ وَالَّذِينَ لَا يَعْلَمُونَ
     …ҡуль һәл йәстәүил-ләҙиинә йәғләмүүнә үәл-ләҙиинә ләә йәғләмүүнә…
     "Әйт һин уларға: “Белгән менән белмәгән бер булырмы?". («Зүмәр» сүрәһе (39), 9-сы аят); «
                    يَرْفَعِ اللَّهُ الَّذِينَ آمَنُوا مِنكُمْ وَالَّذِينَ أُوتُوا الْعِلْمَ دَرَجَاتٍ وَاللَّهُ بِمَا تَعْمَلُونَ خَبِيرٌ
     …йәрфәғил-ләәһүл-ләҙиинә әәмәнүү миңкүм үәл-ләҙиинә үүтүл-ғилмә дәраджәәтиү-үәл-лааһу бимәә тәғмәлүүнә хабиир.
     Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең аранан иманлыларҙың һәм ғилем эйәләренең дәрәжәһен арттырыр. Аллаһ бөтөн ҡылған ғәмәлдәрегеҙҙе белеп тора» («Мүджәдәлә» сүрәһе, (58), 11-се аят).
                                                                            اقْرَأْ بِاسْمِ رَبِّكَ الَّذِي خَلَقَ
     Иҡраь бисми раббикә-лләҙии халәҡ.
     Аллаһ Раббыбыҙ Ҡөрьәндең иң беренсе ингән аяты менән беҙҙе белем алырға саҡыра: «Һине барлыҡҡа килтергән Раббың исеме менән уҡы!»– тип бойора («Әл-Ғәләҡ» сүрәһе,(96), 1-се аят).
     Мүфәссирҙәр аңлатыуынса, был аяттағы “Уҡы!"тигән һүҙ ерҙәге һәм күктәге ғәжәйеп матурлыҡҡа, төрлө мәхлүктәргә ҡарап фекерҙә, уйлан, белем ал тигәнде аңлата. Белгәнең менән генә ҡәнәғәтлек кисермәйенсә, аң-белем ғилемен даими киңәйтеү зарурлығын ишарат яһай. Ә уның иге-сиге юҡ. Дин әһелдәре әйтеүенсә, ғилем күҙ ҡарашы етмәҫ даръяға тиң. Әҙәм балаһы шуның ярында тамсылап һыу эскән ҡошсоҡ кеүек кенә, тигәндәр.
     Ғилемде өйрәтеүсе, йә булмаһа, өйрәнеүсе, йә булмаһа яратыусы булайыҡ, ғилемде яратмаусы, ғалимды хөрмәт итмәүсе булмайыҡ.
     Өйрәтеп ҡалдырған ғилем өсөн кеше үлгәс тә ғәмәл дәфтәренә яҙылып барасаҡ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм әйткән: «Кеше вафат булғандан һуң, барлыҡ ғәмәлдәренән өҙөлә, ләкин уның өс төрлө ғәмәле файҙа килтерәсәк: 1) садаҡатүл-джәрийә, йәғни кеше үлгәндән һуң да файҙа килтерә торған саҙаҡа; 2) башҡаларға биреп ҡалдырылған белем; 3) балаларының доғалары» (Мөслим).
     «Кем барған юлында ғилемгә таяна, Аллаһ Тәғәлә уға йәннәткә юлын еңеләйтә». Ҡыҫҡа ғына хәҙис, ләкин мәғәнәһе бик ҙур.
     Икенсе бер Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең бер хәҙисендә, унда ғилемдең алыуҙың ни дәрәжәлә булыуы килтерелә. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: "Кем ғилем алыу юлына баҫһа, Аллаһ уға йәннәткә алып барыусы юлды еңеләйтә. Фәрештәләр ғилем алыусы кешегә ҡылған ғәмәленә ризалыҡ белдереп ҡанаттарын йәйәләр. Әгәр берәй әҙәм ғилем алыу ниәте менән өйөнән сығып китһә, ул әйләнеп ҡайтҡансы, Аллаһ Тәғәләнең бөтөн фәрештәләре, бар мәхлүктәре, хатта һыуҙағы балыҡтары ла ошо кешегә хәйер доға ҡылып торорҙар, гонаһын ғәфү итеүҙе һорайҙар. Ғалимдың ғибәҙәт ҡылыусы (белемһеҙ) кешенән өҫтөнлөгө айҙың бөтә йондоҙҙарҙан да өҫтөн булғаны кеүек. Пәйғәмбәрҙәр динарҙы ла һәм дирһәмде лә мираҫ итеп ҡалдырманы, улар бары тик ғилемде генә ҡалдырҙы. Кем дә кем уны алһа, үҙенә етерлек дәрәжәлә алған булыр« (Тирмизи).
     Икенсе хәҙис-шәрифтә ошолай тип әйтелгән: „Ғалимдың доға ҡылыусы (белемһеҙ) кешенән өҫтөнлөгө минең сәхәбәләрендең иң түбәненән өҫтөн булғаны кеүектер“ (Тирмизи).
     Тәфсир (аңлатма) ғалимы Ғабдулла ибн Ғәббәс (Аллаһының уға рәхмәте булһа ине) ғилемдең фазиләте тураһында былай тип әйткән: „Ғилемде ҡабатлау минең өсөн төндө намаҙ уҡып сығыуға ҡарағанда яҡшыраҡ“.
     Әбү Зәрр һәм Әбү Һөрәйрә исемле сәхәбәләре (Аллаһының уларға рәхмәте булһа ине) шулай тигәндәр: „Ғилемдән бер нәмә өйрәнеү беҙҙең өсөн 1000 рәҡәғәт нәфел намаҙын ҡарағанда яҡшыраҡ. Ә берәр ғилемде кешегә өйрәтеү, уны ғәмәлдә ҡулланыу-ҡулланмауына ҡарамаҫтан, беҙҙең өсөн 100 рәкәғәттән дә хәйерлерәк“.
     Имам Нәвәүи (Аллаһ уны үҙ рәхмәтенән айырмаһа ине) ғилем алыуҙың нәфел намаҙын уҡыуға ҡарағанда өҫтөнөрәк булыуын ошолайыраҡ аңлатҡан: „Бөтөн ғалимдар ҙә ғилем алыу нәфел ураҙаһы тотоу, нәфел намаҙы уҡыу, тәсбих әйтеү кеүек, тән ғибәҙәттәре ҡарағанда яҡшыраҡ тип әйтте. Бының дәлиле: ғилемдең файҙаһы кешенең үҙенә башҡа икенсе кешеләргә лә булғаны өсөн. Ә нәфел ғибәҙәттәр кешенең үҙенә генә файҙа килтерә. Шулай уҡ бөтә ғибәҙәттәр ҙә ғилемгә мохтаж, ә киреһенсә түгел. Ғалимдар пәйғәмбәрҙәрҙең варистары, ә ғибәҙәт ҡылыусылар тураһында ундай һүҙҙәр әйтелмәгән. Ғилем – ул Аллаһтың сифаты“.
     Ошо хәҙистәр ғилем алыуҙың нәфел намаҙҙарына ҡарағанда ла өҫтөнөрәк һәм сауаплыраҡ икәнлеген күрһәтә.
     Ғәли ибн Әбү Талиб (Аллаһының уға рәхмәте булһын) былай тигән: “Ғилем аҡсанан хәйерлерәк. Сөнки ғилем һине һаҡлай, ә һин аҡсаны һаҡлайһың. Ғилем ул хөкөмдар, ә аҡса хөкөмгә дусар булыусы, аҡсаны сарыф итеү аҙайта, ә ғилем таратыу менән арта».
     Хәсән Басри (Аллаһ уны үҙ рәхмәтенән айырмаһа ине) ғалимдар тураһында былай тип әйткән: «Ғилем эйәләренең яҙыуҙа ҡулланыла торған ҡара буяуҙары шәһиттәрҙең ҡандары менән бергә үлсәнелә һәм ғилем эйәләренең ҡара буяуҙары үлсәүҙә ауырыраҡ буласаҡ». Бынан шуны аңайбыҙ; Әгәр даими ғилем өйрәнеүсе һәм уны башҡаларға таратыусы кеше ҡапыл вафат булһа, ул шаһит булыр. Шаһит – ул дин юлында үҙен аямай көрәшеп, йәнен биреүсе кеше.
     Бер ваҡыт мәшһүр ғалим Ибн Мөбәрәккә: “Әгәр ҙә һиңә Аллаһы Тәғәлә кискә табан үләһең тип әйтһә, нишләр инең?"– тип һорағандар. Ул: «Ғилем алыр инем», – тип әйткән. Ғилемдең бәрәкәте – уны аңлау һәм уның буйынса ғәмәл ҡылыу. Алған бар ғилемебеҙҙе башҡаларға еткереү, уларҙы өйрәтеү – беҙҙен бурыс.
     Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм тағы ла бер күркәм хәҙис-шәрифендә әйткән: «Ике төрлө ғилем бар: береһе – телдә, икенсе – йөрәктә». Телдәге ғилем эйәһе һөйләй, уға нәсихәт бирә башлаһаң, «Мин беләм», тип әйтә. Әммә белеме үҙ-үҙен тотошонда, йәшәгән тормошонда һиҙелмәй. Ғилемдең дуҫы – ғәмәлдер. Шуға күрә алған ғилем менән ғәмәл ҡылырға тейешлебеҙ. Ә йөрәктә ғилемле кеше аҙ һөйләй, күберәк ғәмәл ҡыла һәм уның ғилеме менән ғәмәле бер тиң килә.

Таштимер мәктәбе, Назир мулла
     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Арҡаһына китаптар тейәлгән ишәк һымаҡ булмағыҙ», – тип әйткән. Ғалим кеше бар булған белемен үҙендә генә йөрөтөргә түгел, ә башҡаларға таратырға тейеш. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең белемде йәшермәйек, башҡаларға еткерәйек. Аллаһы Тәғәлә беҙҙән риза булыр.
     Ризаитдин хәҙрәт Фәхретдинов: Бәхетте юлдан эҙләмә, белемдән эҙлә, белемһеҙгә ҡот юҡ. Дин һәм белем таратыу, мәктәптәр һәм хәйриә эштәре һәм нисек кенә булһа ла халыҡҡа ярҙам биреү өсөн тырышлыҡ сарыф итеү иң гүзәл ғәйрәттер. Бының язаһы (бүләк)ла матур буласаҡ. Шуның өсөн изге һәм дин ҡушҡан эштәргә, милләт һәм дин файҙаһына ярҙам биреүҙе бәхет тип һанағыҙ. Күңелегеҙ менән һөйә-һөйә ярҙам бирегеҙ. Милләтегеҙгә белем һәм мәғрифәт таратығыҙ. Араларына дуҫлыҡ һәм мөхәббәт орлоҡтары сәсегеҙ. Дошманлыҡ һәм гонаһ эштәренә ярҙам итеүҙән һаҡланығыҙ, тигән. Һәм дә: һәр кеше, һәр бер ҡәүем һәм милләтең бәхетле булыуының төп сәбәбе белемдер. Ашлыҡтар өсөн ямғыр ни тиклем кәрәк булһа, әҙәм балаһы өсөн белем шул тиклем кәрәк. Кешеләрҙең дә белемлеләре менән белемһеҙҙәре шәриғәт алдында тиң түгел. Шуның өсөн һеҙ белем алығыҙ һәм балаларығыҙҙы ла белем юлына ҡуйығыҙ, белем таратығыҙ һәм таралыуына ярҙам итегеҙ.
     Аллаһ Тәғәләнең иң олуғ ниғмәте булған ҡәҙерле ваҡытты бушҡа сарыф итмәйек. Бергә Ҡөръән Кәрим серҙәрен, ғәилә именлегенә өлгәшеү юлдарын, бәхетле булыу серҙәрен, динебеҙ ҡағиҙәләрен, доға ҡылыу тәртиптәрен, рухи байлығыбыҙға ирешеү маҡсаттарын өйрәнәйек. Балаларыбыҙҙы ла пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләмдең бөтә педагогиканы үҙ эсенә алған дүрт кенә юллыҡ хәҙисе ярашлы: «Ғилемде иң еңел юл менән бирегеҙ! Баланы ҡыуандырығыҙ, дәртләндерегеҙ, рухландырығыҙ, күңелен һындырмағыҙ», — нигеҙендә тәрбиәләйек!