Ғәфләт сире
Ғәфләт — ул рухи ауырыуҙарҙан булған ауырыу. Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһын был сирҙән Ҡөръән аша киҫәтеп, уның ҡот осҡос ауырыу булыуын аңлатты. Ғәфләт йоҡоһо: һүлпәнлек, вайымһыҙлыҡ, моңһоҙлоҡ, ялҡаулыҡ.
Ғәфләт — ул ахирәтте онотоп донъяға тулыһынса бирелеп йәшәүҙән ғибәрәт. Әгәр ҙә кеше ғәфләт менән сирләһә, ул аҡылы була тороп, ни өсөн тыуыуын, йәшәүен белмәй, донъяның ысын мәғәнәһен күҙе була тороп күрмәй, ҡолағы була тороп ишетмәй. Шул сәбәпле ул хайуандан бер нәмә менән дә айырылмай. Бәлки, Аллаһ ҡаршыһында унан түбәнерәк дәрәжәгә лә төшә. Аллаһ Тәғәлә шулай тип әйтә:
وَلَقَدْ ذَرَأْنَا لِجَهَنَّمَ كَثِيرًا مِّنَ الْجِنِّ وَالْإِنسِ لَهُمْ قُلُوبٌ لَّا يَفْقَهُونَ بِهَا وَلَهُمْ أَعْيُنٌ لَّا يُبْصِرُونَ بِهَا وَلَهُمْ آذَانٌ لَّا يَسْمَعُونَ بِهَا أُولَئِكَ كَالْأَنْعَامِ بَلْ هُمْ أَضَلُّ أُولَئِكَ هُمُ الْغَافِلُونَ
179. Үә ләҡад ҙәраьнәә лиджәһәннәмә кәҫиирам-минәл джинни үәл-иңси ләһүм ҡулүүбүлләә йәфҡаһүүнә биһәә үә ләһүм әғйүнүлләә йүбсыируунә биһәә үә ләһүм әәҙәәнүлләә йәсмәғүүнә биһәә үләә'икә кәл'әнғәәми бәл һүм әдаллү үләә'икә һүмүл-ғаафилүүн.
«Дөрөҫөн әйткәндә, Беҙ йәһәннәмгә бара торған бик күп ендәрҙе һәм кешеләрҙе барлыҡҡа килтерҙек. Уларҙың йөрәктәре бар, уның ярҙамында хаҡиҡәтте аңламайҙар, уларҙың күҙҙәре бар, уның ярҙамында хаҡиҡәтте күрмәйҙәр, уларҙың ҡолаҡтары бар, уның ярҙамында хаҡиҡәтте ишетмәйҙәр. Ул кешеләр хайуандар кеүек. Киреһенсә, улар хайуандарға ҡарағанда ла аҙашҡаныраҡ. Бына шулар инде улар ғафилдар — белә тороп, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыуҙы ҡалдырыусылар» (Әғраф (Кәртәләр), 7 – 179).
Ғәфләт сире менән ауырыған кеше бөтә көсөн был доньяны төҙөүгә генә тотона. Ул Аллаһтың ризалығына, Уның рәхмәтенә, йәннәткә алып барыусы ғәмәлдәрҙе ҡылмай. Уның әлеге ғәмәлдәргә иҫе бер ҙә китмәй. Был донъяла кеше үҙенә алтын һарай төҙөй, ә ахирәттә үҙенә утлы соҡор ҡаҙа. Шундай кеше гонаһтар ҡылырға, боҙоҡ ғәмәлдәр эшләргә ҡурҡмай. Киреһенсә, ул уларҙы эшләп, үҙенә ләззәт ала. Ғәфләттә йәшәүсе кеше ауырлыҡ килгәндә Аллаһты иҫкә төшөрә, рәхәт йәшәгәнендә Уны онота. Әгәр ҙә был кеше ғәфләттә йәшәп үлеп китһә, уның бараһы урыны йәһәннәм буласаҡ.
Алда әйтелгән аяттә Аллаһ Тәғәлә ғәфләттә йәшәүселәрҙе хайуандар менән сағыштырҙы. Сөнки улар аҡылдары була тороп, ни өсөн тормош итеүҙәрен белмәүҙәре, күҙҙәре була тороп тирә-юндәге күренештәрҙән фәһем, ғибәрәт алмай, ҡолаҡтары була тороп өгөт-нәсихәтте, вәғәздәрҙе тыңлап, фекерләмәй. Көтөүсе хайуандарға нихәтле генә ҡысҡырмаһын, улар уның әйткән һүҙен аңламай, ә бары тик бер тауыш кеүек кенә ҡабул итә. Шуның кеүек был кешеләр ҙә үҙҙәренә һөйләнгән хаҡиҡәтте бер тауыш кеүек кенә ҡабул итә. Ахырҙа Аллаһ Тәғәлә ундайҙарҙы хайуандарҙанда түбәнерәк дәрәжәлә тип атаны. Бының шулай булыуының ике сәбәбе бар:
1. Хайуандар үҙенә нимә зыянлы, ә нимә зарарлы икәнен айыра. Ә был кешеләр аҡылдары була тороп, үҙҙәрен бәхетле итә торған Ислам дине менән йәшәмәйҙәр һәм ахыр сиктә йәһәннәмгә төшәләр. Йәһәннәмгә ингән һәр бер кеше лә үкенә, ғәфләттә йәшәгәне өсөн үҙ-үҙен тиргәй. Аллаһ Тәғәлә шулай тип әйтә:
وَقَالُوا لَوْ كُنَّا نَسْمَعُ أَوْ نَعْقِلُ مَا كُنَّا فِي أَصْحَابِ السَّعِيرِ
فَاعْتَرَفُوا بِذَنبِهِمْ فَسُحْقًا لِّأَصْحَابِ السَّعِيرِ
11. Фәғтәрафүү биҙәмбиһим фәсүхҡаль- ли'асхәәбиссәғиир.
12. Иннә-лләҙиинә йахшәүнә раббәһүм- билғайби ләһүм мағфиратүү-үә әджруң кәбиир.
«Улар әйтте: «Әгәр ҙә беҙ ишетһәк һәм фекерләһәк, дөрләп яныусы әһелдәренән булмаҫ инек». Улар үҙ гонаһтарын танынылар. Аллаһ дөрләп яныусы ут әһелдәрен Үҙенең рәхмәтенән ситләтте» (Тәбәрак (Мүлк), 67: 10-11).
2. Хайуандар үҙҙәренең телдәрендә Аллаһ Тәғәләне иҫкә төшөрәләр, Уны маҡтайҙар, кәмселектәрҙән паклайҙар, ә ғәфләттә йәшәүсе кешеләр Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылмайҙар. Бының дәлиле: Исра (Төндә күсереү) сүрәһенең (17) 44-се аяты.
تُسَبِّحُ لَهُ السَّمَاوَاتُ السَّبْعُ وَالْأَرْضُ وَمَن فِيهِنَّ وَإِن مِّن شَيْءٍ إِلَّا يُسَبِّحُ بِحَمْدِهِ وَلَكِن لَّا تَفْقَهُونَ تَسْبِيحَهُمْ إِنَّهُ كَانَ حَلِيمًا غَفُورًا
44. Түсәббихү ләһүссәмәәүәәтүссәбғү үәл- арду үә мәң фииһиннә үә им-миң шәй'ин илләә йүсәббихү бихәмдиһи үә ләәкилләә тәфҡаһүүнә тәсбиихәһүм иннәһү кәәнә хәли-имән ғафүүраа.
«Уны кәмселектәрҙән ете күк, ер һәм уларҙа булған бөтә нәмә паклай. Донъяла ниндәй генә нәмә булмаһын, уларҙың барлығы, Уны маҡтап, кәмселектән паклайҙар («Сүбхәналлааһи үә бихәмдиһи»тип әйтәләр). Ләкин һеҙ уларҙың кәмселектән паклауҙарын аңламайһығыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, Ул (Аллаһ) Түҙемле — Ғазаптарға ашыҡмаусы, Ғәфү итеүсе Зат».
Аллаһ Тәғәлә әйтә:
أَلَمْ تَرَ أَنَّ اللَّهَ يُسَبِّحُ لَهُ مَن فِي السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضِ وَالطَّيْرُ صَافَّاتٍ كُلٌّ قَدْ عَلِمَ صَلَاتَهُ وَتَسْبِيحَهُ وَاللَّهُ عَلِيمٌ بِمَا يَفْعَلُونَ
41. Ә ләм тәра әннәллааһа йүсәббихү ләһү мәң фи-ссәмәәүәәти үәл-ардыи үә-ттайру сааф-фәәтин күллүң ҡад ғәлимә саләәтәһү үә тәсбиихәһү үәллааһу ғәлиимүм-бимәә йәфғәлүүн.
«Әллә һин күктәрҙә һәм ерҙә булған йән эйәләренең, ҡоштарҙын ҡанаттарын йәйеп, Аллаһты кәмселектән паклауҙарын белмәнеңме? Уларҙың һәр береһе лә нисек намаҙ уҡырға һәм тәсбих (маҡтау, салауат) әйтергә кәрәклеген белде. Аллаһ улар эшләй торған нәмәләрҙе Белеүсе» (Нур, 24 – 41).
Әммә был ғәфил кешеләргә килһәк, улар Аллаһ Тәғәләне көнөнә бер мәртәбә лә иҫкә алмайҙар.
Кеше ни өсөн ғәфләттә йәшәй? Бының төп сәбәбе был доньяны сиктән тыш яратыуға бәйле. Доньяны яратыу бөтә ялғышыуҙарҙың (ошибка, оплошность, заблуждение) башы булып тора. Аллаһ әйтә:
يَعْلَمُونَ ظَاهِرًا مِّنَ الْحَيَاةِ الدُّنْيَا وَهُمْ عَنِ الْآخِرَةِ هُمْ غَافِلُونَ
7. Йәғләмүүнә ҙааһирам минәл-хәйәәтиддүнйәә үә һүм ғәнил-әәхыирати һүм ғаафилүүн.
«Улар донъя тормошоноң тышҡы яғын беләләр, ә ахирәткә ҡарата улар ғәфилдар» (Рум, 30 – 7).
Ахирәткә ҡарата вайымһыҙ кешеләр — доньяны өҫтөн күреп, Ислам дине хөкөмдәрен белмәүсе кешеләр. Улар Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ алдында хисап бирергә әҙерләнмәйҙәр. Сөнки Ҡиәмәт көнө, Йәннәт һәм Йәһәннәм тураһында бер нәмә лә белмәйҙәр ҙә һәм белергә лә теләмәйҙәр.
Был кешеләр донъя тормошоның тышҡы яғын бик яҡшы белә. Бына нисек тормош алып барыу, аҡса эшләү, ер эшкәртеү, йәшәү өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе етештереү кеүек нәмәләр инә.
Әл-Хәсән әл-Басри әйтә: «Аллаһ менән ант итәм, уларҙың һәр береһе дирһәмде тырнаҡ өҫтөнә һалып уның ауырлығын әйтеп бирергә мөмкин, ә үҙе намаҙ уҡый белмәй».
Кешеләрҙең ғәфләттә йәшәүҙәренең сәбәптәре:
1. Аллаһ Тәғәләнең Үҙен, исем-сифаттарын һәм Ислам динен белмәү. Аллаһ Тәғәлә шулай тип әйтә:
«Белеп ҡуй, дөрөҫөн әйткәндә, Унан башҡа ғибәҙәт ҡылырға лайыҡлы Зат юҡ һәм мөьмин ирҙәр һәм ҡатындар өсөн Аллаһтан ғәфү итеүҙе һора. Аллаһ һеҙҙең көндөҙ һәм төндә нимә эшләгәнегеҙҙе белә» (Мөхәммәд – 19).
Был аят туранан-тура кешеләргә Аллаһ Тәғәләнең Бөйөк, Ҡөҙрәтле Зат булыуы тураһында өйрәнергә ҡуша. Быға, иң беренсе сиратта, Аллаһ Тәғәләнең Барлығына һәм берҙән-бер Бөйөк Зат булғанлығына ишара итеүсе ғәләмәттәрҙе, Уның күркәм исем-сифаттарының мәғәнәләрен өйрәнеү инә. Бер хәҙистә Мөхәммәд ﷺ шулай тип әйткән:
«Дөрөҫөн әйткәндә, Аллаһтың берҙән башҡа йөҙ йәғни туҡһан туғыҙ исеме бар. Кемдә кем уларҙы мәғәнәләрен аңлап һанаһа, йәннәткә инә» (Бохари).
Әлеге хәҙисте аңлатыусы ғалимдар әйтеүенсә, «Кемдә кем уларҙы һанаһа...» тигән ғыйбәрә Аллаһ Тәғәләнең исемдәрен бары тик мәғәнәһен төшөнмәйенсә генә уҡып сығыуҙы аңлатмай. Был ғыйбәрә һүҙҙәр үҙ эсенә түбәндәгеләрҙе ала:
1. Аллаһ Тәғәләнең исемдәрен ятлау;
2. Мәғнәләрен өйрәнеү;
3. Ул исемдәр нигеҙендә ғәмәл итеү;
4. Уларҙы ҡулланып доға ҡылыу.
Әгәр ҙә ғәфләттә йәшәүсе кеше Аллаһ Тәғәлә тураһында күберәк өйрәнһә, был сирҙән ҡотола ала.
2. Гонаһтар ҡылыу;
Кешеләрҙең ғәфләттә булыуының бер сәбәбе гонаһтар ҡылып ләззәтләнеүгә, уйын-көлкө табыуға бәйле. Мәҫәлән, алкоголь эсеү, тәмәке тартыу, зина ҡылыу кешенең Аллаһ Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылмауына сәбәп булып тора. Был гонаһтар уға ләззәт бирә, шуға күрә ул ғәфләттә йәғни доньяны ахирәттән өҫтөн күреп йәшәй.
Гонаһтарҙың зарары тураһында Аллаһ Тәғәлә бер аятта шулай тип әйтә:
«Ҡөръән, улар әйтеүенсә, элекке халыҡтарҙың әкиәттәре түгел. Уларҙың йөрәктәрен даими рәүештә ҡылған гонаһтары ҡапланы. Дөрөҫөн әйткәндә, ул көндө уларға Раббылары күрһәтелмәйәсәк. Һуңынан улар йәһәннәмгә инеп, унда янасаҡтар». (Мутаффифин: 14-16).
Әл-Хәсән әл-Басри шулай тип әйткән: «Йөрәкте гонаһ менән ҡаплау — ул йөрәк һуҡырайғансыға хәтле гонаһ өҫтөнән гонаһ эшләү. Бына шунан һуң ул йөрәк үләсәк».
Мөхәммәд ﷺ дә бер хәҙистә гонаһтың ғәфләткә алып барыусы сәбәп икәнен аңлата. Ул шулай тип әйткән:
«Дөрөҫөн әйткәндә, әгәр ҙә кеше бары тик гонаһ ҡылһа, уның йөрәгендә бер ҡара тап ҡуйыла. Әгәр ҙә ул ошо гонаһтан туҡтаһа, Аллаһтан ғәфү итеүҙе һораһа, тәүбә итһә, уның йөрәге был ҡара таптан таҙара. Әгәр ҙә ул был гонаһҡа кире ҡайтһа, ул уға тағы өҫтәләсәк һәм уның йөрәген ҡаплап аласаҡ. Бына шул инде ул Аллаһ Тәғәлә әйткән гонаһтың ҡаплауы: «Уларҙың йөрәктәрен даими рәүештә ҡылған гонаһтары ҡапланы» (Тирмизи).
Ибн Ғәббәс (р.г) әйтә: «Изгелек ҡылған кешенең йөҙөндә яҡтылыҡ, күңелендә нур, ризығы киң, тәнендә көс була, уны башҡалар ярата. Гонаһ ҡылыусы кешенең йөҙө ҡара, күңелендә ҡараңғылыҡ, ризығы тар була һәм уны башҡа кешеләр күрә алмай».
3. Ғафил дуҫтар менән аралашыу;
Әгәр ҙә кеше Ислам диненән йыраҡ булған, гонаһтар ҡылыусы, ғүмерҙәрен ғәфләттә уҙҙырыусы кешеләр менән дуҫлашып йөрөһә, улар уны үҙҙәренә эйәртәсәк. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә ғәфилдар менән дуҫлашып йөрөп йәһәннәмгә ингән кешенең һүҙҙәрен килтерә.
«Ниндәй хәсрәт (ҡайғы) миңә! Әгәр ҙә мин шул кешене дуҫ итеп алмаған булһам, йәһәннәмдә булмаҫ инем. Миңә Аллаһ тураһында хәбәр килгәндән һуң, ул мине аҙаштырҙы. Шайтан кешене дөрөҫ юлдан тайпылдырыуы зат булды»(Форҡан: 28-29).
Шулай уҡ Мөхәммәд ﷺ дә насар кеше менән яҡшы дуҫтың тәьҫире тураһында хикмәтле һүҙҙәр әйтеп ҡалдырған:
«Яҡшы иптәш менән насар иптәштең миҫалы хуш еҫле май һатыусы менән күреген өрҙөрөүсе кешегә (тимерсегә) оҡшаған. Хушбуй һатыусы йәки һиңә хуш еҫле май бүләк итә йәки һин унан уны һатып алаһың йәки унан һиңә тәмле еҫ һеңә. Ә тимерсе күреген өрҙөрөүсе йәки ул һинең кейемеңде яндыра йәки һин шунан насар еҫ йоҡтораһың» (Мөслим).
4.Оҙаҡ йәшәүгә өмөтләнеү;
Кешеләрҙең күбеһе оҙаҡ йәшәүгә өмөтләнеп доньяны ахирәттән өҫтөн күреп йәшәй. Улар фекеренсә, үлергә иртә әле. Кеше лайыҡлы ялға (пенсияға) сыҡҡас ҡына ахирәтте ҡайғырта башларға тейеш. Шуға уларҙың ғүмерҙәре намаҙ уҡымаған килеш, ураҙа тотмайынса уҙҙыралар һәм үҙҙәре лә һиҙмәҫтән үлеп тә китәләр.
Ибн Мәсғүд (р.г) әйтә: «Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ дүртмөйөш (квадрат) яһаны һәм уның уртаһынан сикте уҙып сығыусы оҙон тура һыҙыҡ һыҙҙы. Уртаға һыҙылған һыҙыҡтың өҫтөнә ҡыҫҡа арҡылы һыҙыҡтар һыҙҙы һәм әйтте: «Бына был тура һыҙыҡ кеше, ә дүртмөйөш уның әжәле, дүртмөйөштән сығып торған тура һыҙыҡтың дауамы кешенең оҙаҡ йәшәргә өмөтләнеүе. Ә бына ҡыҫҡаҡ һыҙыҡтар уның маҡсаттары. Әгәрҙә ул бер маҡсатына ирешмәһә, уны береһе үҙенә йәлеп итә, әгәрҙә икенсеһенә ирешмәһә, уны икенсеһе йәлеп итә» (Бохари).
Был вәғәҙ кешеләрҙең доньяны онотоп, көнө-төнө намаҙлыҡта ултырырға саҡырмай, ә бары тик ахирәтте онотмаҫҡа ғына ҡуша.
«Ометлеләр» («Өмөтлөләр» сайты): http://islamsemya.ru/publ/prpoved_imama/na_tatarskom_jazyke/gafl_t_chire/31-1-0-574