cacka                     Ғүмер буйы хөрмәтләйек!
                               (8 Март)
   Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағылышлы хәҙисе бар. Ул «Мең дә бер хәҙис» тигән китапта 210-сы булып билдәләнгән. Ошо хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ: Аллаһ Тәғәлә беҙ — мосолмандарға васыят әйтте, — тип әйте. — Һеҙ ҡатын-ҡыҙҙар менән матур, йомшаҡ, матур мөғәмәләлә булығыҙ, был — ирҙәр өсөн вәжиб — тейеш булды. Сөнки улар — һеҙҙең әсәләрегеҙ, һеҙҙең ҡыҙ туғандарығыҙ, һеҙҙең ҡыҙҙарығыҙ һәм һеҙҙең әсәләрегеҙҙең туғандары. Бер мосолман кеше никахланып, бер мосолман ҡыҙын үҙенә ҡатынлыҡҡа алған икән, уның кәмселектәре булһа ла, ҡулынан эш килмәһә лә, шуға сабыр итеп, ошо ҡатынға риза булып, шуның менән матур иттереп тормош ҡорһон, — ти.

   Ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙәргә ҡарағанда, көсһөҙөрәк булғанға күрә, Аллаһ Тәғәлә уларҙы яҡлауҙы ирҙәргә бурыс итеп ҡуйған. Беҙ ошо вазифаны үтәргә тейеш. Күп кешеләр: Ислам дине ҡатын-ҡыҙҙы кәмһетә, мыҫҡыллай, унда ҡатын-ҡыҙҙың бер ниндәй хоҡуғы ла юҡ, — тиҙәр. Был — хата фекер. Әгәр Ҡөръән тәфсирен уҡыһаҡ, унда ниндәй генә эш бойоролған булһа ла, ниндәй генә эшкә әжер ҡуйылған булһа ла, ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙар бер тигеҙ яуаплыҡта, — тип әйтелгән. Яҡшы ир-ат, яҡшы ҡатындар, тәҡүә ир-ат, тәҡүә ҡатындар йәннәтле булырҙар, гонаһлы ирҙәр, гонаһлы ҡатындар тамуғҡа инерҙәр, һәр нәмәлә, ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙ бер тигеҙ. Фәҡәт шаһитлек биреүҙә генә ҡатын-ҡыҙҙар ир-ат менән тиң ҡаралмаған. Сөнки ҡатын-ҡыҙ хискә бирелеүсән була, уның ваҡиғаларға дөрөҫ баһа бирмәүе ихтимал. Ҡатын-ҡыҙҙың хистәре алданыраҡ йөрөй. Шуға күрә ике ҡатын-ҡыҙҙың шаһитлегең бер ир шаһитлығына тора. Бына ошо мәсьәләлә генә ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр менән бер тигеҙ түгел. Башҡа мәсьәләлә ҡатын-ҡыҙҙар ир-ат менән тиң, әммә ҡәҙер итеү, хөрмәт күрһәтеү мәсьәләһендә ҡатын-ҡыҙҙар, бик күп осраҡта, ирҙәрҙән дә өҫтөн тора ине. Бер сәхәбә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдән: Аллаһтан һәм уның Пәйғәмбәренән һуң иң итәғәт итәһе кеше кем, мин кемде хөрмәтләйем? — тип һорағас, Пәйғәмбәребеҙ: әсәйең, әсәйең, әсәйең, унан һуң ғына атайың, тип әйтте, — ти. Тимәк, беҙ иң элек әсәйҙәребеҙгә итәғәт итергә тейешбеҙ, Аллаһ Тәғәләгә һәм уның Рәсүленә итәғәт иткәндән һуң. Әгәр беҙ атай-әсәйҙәребеҙҙе рәнйетеп, уларҙы тейешенсә тәрбиәләмәйенсә, уларға ризаһыҙлыҡ белдереп донъяла йәшәһәк, хатта намаҙҙарыбыҙҙы, фарыз ғәмәлдәребеҙҙе һис кәмселекһеҙ үтәһәк тә, былар ҡабул булмайҙар. Сират күперен үткәндә: намаҙ уҡыныңмы — уҡыным, Аллаһты таныныңмы — таныным, ураҙа тоттоңмы — тоттом, тигән сиктәрҙе үткәндә, атай — әсәйендең ризалығын алдыңмы? — тип һорарҙар. Фарыздарҙы үтәп, атай-әсәйҙең ризалығын ала алмаған кешеләр ошо кәртәне сыға алмаҫтар, ти. Аллаһ һаҡлаһын! Әсәй хаҡы күберәк. Ҡыҙ туғандың хаҡы, ир туғандың өсөн ҡарағанда, ҙурыраҡ. Кеше ниәтләп намаҙға баҫа икән, намаҙын ниәтләп, «Аллааһү әкбәр!» тип, ҡолаҡ ҡағып, ҡулын бағлай икән, намаҙҙан ситкә иғтибарын йүнәлтмәҫкә, ян-яҡҡа боролмаҫҡа, намаҙынан үҙ ирке менән айырылмаҫҡа тейеш. Иғтибарҙы башҡа нимәгә юнәлтмәйсә, намаҙҙы тамам теүәл итергә тырышырға кәрәк. Ошо ваҡытта ла намаҙ уҡыусы алыҫта йәшәүсе әсәһенең ҡунаҡҡа килгәнен һиҙһә, сәләм биргәнен ишетһә, намаҙының ҡайһы ғына өлөшөндә булһа ла, ике яҡҡа сәләм биреп, намаҙҙан сыға ала. Әсәһен ҡаршылап, уны ашатып-эсертеп, тамағын туйҙырып, урынлаштырғандан һуң, намаҙын дауам итә, өр-яңынан уҡый. Атаһы килһә намаҙҙы бүлмәй. Тәһәрәт алыу боҙолһа, намаҙҙан шул килеш сығып китеп, донъяның бер һүҙен дә һөйләшмәйсә, тәһәрәт алыу алып керһә, ҡалған ерҙән дауам итә ала. Инде һүҙ һөйләшһә, ул ваҡытта өр-яңынан уҡырға тейеш. Атай кеше менән әсәй кеше бер юлы өндәшһә, әсәһе лә, атаһы ла: улым, кил әле, тип, бер юлы саҡырһалар, шәриғәт буйынса, бала кеше әсә кеше янына беренсе барырға тейеш. Сөнки әсәй кеше — баланы тәрбиәләүсе, атай кеше ғаиләне ризыҡландырып тороусы ғына. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең бер хәҙисе бар: йәннәт әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында, — тиелә. Ни тигән һүҙ? Балаһын йәннәтле итһә лә, йәһәннәмле итһә лә әсә кеше яуаплы. Сөнки бала тәрбиәләү әсә кешегә йөкләтелгән. Нәҫелде, милләтте дауам итеү ҙә әсә кеше өҫтөндә.
   Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең ирҙәргә әйткән бер хәҙисе бар: Аллаһ Тәғәлә әйтер ти: Мин ҡатын-ҡыҙҙы кәкре ҡабырғанан яралттым, һеҙ, уны турайтабыҙ, тип аҙапланмағыҙ, һындырырһығыҙ ғына, турайта алмаҫһығыҙ, — ти. Шуға күрә, улар менән йомшаҡ мөғәмәләлә булығыҙ. Уларҙың кәмселектәренә риза булып йәшәгеҙ, — ти. Әммә ҡатын-ҡыҙҙарға, никахланған ҡатын-ҡыҙҙарға талап та ҙур. Улар ирҙәренең рөхсәттәренән башҡа өйҙән сығырға тейеш түгел. Ҡайҙа ғына барһа ла, иренә әйтеп китергә тейеш. Ир кеше ҡатынынан рөхсәте һорамайынса өйөнән сыға ала, ҡатын-ҡыҙ — юҡ. Ҡыҙ ҡәрендәштең хаҡы ла, ир ҡарындашына ҡарағанда, ҙурыраҡ. Сөнки ҡыҙ ҡәрҙәш атай-әсәй йортона барырға, туғанының хәлен белергә рөхсәт һорарға тейеш. Был турала ла хөкөм бар. Ир-ат ҡатындарын әсәләренең хәлен белергә оҙаҡ ебәрмәйенсә торһалар, шулай уҡ гонаһлы. Ир кеше әсәһенең хәлен белергә теләгән ҡыҙ балаға һәр ваҡыт рөхсәт бирергә тейеш. Рөхсәт бирмәй икән, гонаһлы була.
   Был яҡтан ҡарағанда, ҡыҙ туған ирекһеҙерәк. Ир-ат кешеләргә, ата-әсәһенең хәлен белеү сауаплы һанала. Йәндәрҙең төрлөһө була. Берәүҙәре тотҡонлоҡта була, берәүҙәре — йәннәт, берәүҙәре йәһәннәм көтөп ята. Бәндәләр араһында ла Алланың рәхмәте менән шундай кешеләр була икән. Ҡайһы берәүҙәр кемдең йәһәннәм көтөп ятҡанын һиҙеп торалар икән. Аллаһ Тәғәлә шундай мөмкинлек бирә икән. Бер кешенең шундай тәҡүә дуҫы була, уның насарлыҡ эшләгәнен хәтерләмәйҙәр. Ошо кеше нимәгәлер борсолоп, әллә ниндәй гонаһы өсөн, ғазапланып ята. Һәм ни сәбәптәндер йәһәннәм көтә, ниндәй гонаһы бар бының? Уға шулай уҡ хәбәр бирелә: ул фәлән-фәлән ерҙә тороусы ҡыҙ ҡәрҙәшенең хәлен белмәне, — ти. Бының гонаһы шунда икән. Кеше шуны ишеткәс, ҡыҙ ҡәрҙәшенең бәхиллеген алырға бара һәм йәннәт көтөп ятыусылар йөмләһенә күсә.
   Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙың беҙҙең алдыбыҙҙа хаҡы бик ҙур. Ир кешеләргә ғаиләне матди яҡтан тәьмин итеү бурысы йөкләтелгән. Ҡытлыҡ булһа, бының өсөн Аллаһ Тәғәлә ҡаршыһында ир кеше яуап бирә. Әммә был хәл ҡатын-ҡыҙҙарға: беҙҙең шул нәмә юҡ, был нәмә юҡ, — тип, урамға сығып, зарланып йөрөргә хоҡуҡ бирмәй. Фарыздарын үтәүсе ирҙәренән зарланмаған ҡатын-ҡыҙҙар йәннәтле булырҙар, — тип әйтә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм. Никахланып, риза булып, бер ғаилә тәшкил иткән ир кеше лә, ҡатын-ҡыҙ булдыҡһыҙыраҡ тойолһа ла, сабыр итергә тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ире тейешенсә мал табып бөтөрә алмаһа, быға шөкөр ҡылып, риза булып торорға бурыслы. Уларҙың риза булып, бер-береһенә сабыр булып ғүмер итеүҙәре — үҙе бер ғибәҙәт.
   Ҡатын-ҡыҙҙарға, Ислам дине буйынса, талап та бик ҙур. Улар нәҫелде дауам итеүселәр, улар – беҙҙең киләсәгебеҙҙе дауам итеүселәр, хәл итеүселәр. Шуға күрә уларға кейем мәсьәләһендә лә талаптар ҡатыраҡ ҡуйыла. Риза булып кейәүгә сыҡҡан, ғаилә булып йәшәргә килешкән икән, никахлы ирле ҡатындың биҙәнеп-төҙәнеп, сәсен туҙғытып, иҙеүен, аяҡтарын асып, урамда кемделер ҡыҙыҡтырып йөрөүе кемгә кәрәк? Бынан ғаилә нығыймы, үҙенә һәйбәт буламы, балаларына, киләһе быуынға?
   Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм әйтте: тейешһеҙ кейемдәр менән тейешһеҙ рәүештә урамда йөрөһәгеҙ, зәғиф иманлы бәндәләрҙең һеҙгә зыян һалыуҙары бар, — тине. Шуға күрә һеҙ — ҡатын-ҡыҙҙар, урамға әллә ни биҙәнеп сыҡмағыҙ. Биҙәнеп, матурланып, ирҙәрегеҙҙең өйөгөҙгә ҡайтҡанын көтөп тороғоҙ, — ти. Беҙҙә бөгөн нисек? Ҡатын-ҡыҙ ниндәй матур кейеме бар, ниндәй матурлыҡ әйбере бар, бөтөнөһөн кейеп, төҙәнеп-яһанып урамға сығып, болғанып йөрөй. Йыртылып-буялып бөткән халатын кейеп ирен ҡаршылай. Был беҙҙең дөрөҫ тәрбиә бирмәүебеҙ күрһәтә. Зәғиф, ауырыу, етлекмәгән бала тыуыуға ла ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙҙәрен тейешенсә тотмауҙары сәбәп булырға мөмкин. Улар мосолмандарса хас кейенеп, мосолмандарса йәшәһәләр, ауырыу балаларҙың тыуыуы бик күпкә әҙерәк кәм булыр ине.
   Беҙ: ҡатын-ҡыҙға ирек ҡуябыҙ, тип, уны бысраҡ фермаларға ебәрҙек, сүкеш тоттороп тимер юлдарға сығарҙыҡ, ағыулы-зыянлы етештереү хужалыҡтарына эшкә урынлаштырҙыҡ. Улар бала тәрбиәләүҙән ситләштерелделәр. Бөтә эштә лә алға киттеләр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, ҡайһы береһендә ирҙәрҙән дә уҙҙырып ебәрәләр, аҡсаны ҙа ирҙәрҙән күберәк алалар. Әммә Аллаһ Тәғәлә тарафынан уларға ҡуйылған вазифа — балалар тәрбиәләү. Уларға әсә булыу тигән бурыс йөкләнгән. Шуға күрә Аллаһ Тәғәлә уларға кейем-һалым мәсьәләһендә дә, әхләҡ мәсьәләһендә лә ҡаты талаптар ҡуйған. Боҙоҡ ағаста яҡшы емеш-еләк үҫмәй. Аллаһ Тәғәләнең ошо талапты ҡуйыу маҡсаты — нәҫел ағасын, нәҫелде дауам итә торған ағасты иҫән-һау килеш тотоу. Уны ҡатын-ҡыҙҙар ниндәйҙер кәмһетеү, иректе бөтөрөү тип ҡабул итте. Хөрриәткә сығып, уңышҡа ирешербеҙ, тип, боҙолдолар. Емештәр ҙә боҙоҡ. Исламға ҡайтабыҙ икән, әхлаҡты төҙәтәбеҙ, тибеҙ икән, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, иң беренсе сиратта, милләттең әсәләре булырға тейеш. Яҡшы балалар үҫтереүсе, үҙҙәренән һуң яҡшы быуын ҡалдырыусы. Ирҙәр ғаиләне, тормошто алып барыусы көскә әйләнергә тейеш.
Үҙебеҙҙе мосолмандар һанайбыҙ икән, «Ләәә иләәһә илләлаааһ Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ», тип әйткәнебеҙ икән, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға яҡшы мөнәсәбәт булырға тейеш. Беҙ уларға тейешле тәрбиә бирәйек. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең шундай бер һөйөнөсө лә бар: кем шәриғәткә муафыйҡ итеп, өс ҡыҙ бала тәрбиәләп үҫтерә, был кешегә йәннәт вәжиб булыр, тейеш булыр, ти. Һәм сәхәбәләрҙең береһе: ике ҡыҙ үҫтерһә, — тигәс, ике ҡыҙҙы ла шәриғәткә муафыйҡ итеп үҫтерһә, ул кешегә лә йәннәт вәжиб булыр, — ти. Ни өсөн? Сөнки ул милләтте дауам итеүсе, динебеҙҙе дауам итеүсе быуын ҡалдыра, ике әсә үҫтергән була ул. Әжере йәннәт булыр, — ти, әгәр ике ҡыҙ баланы шәриғәтебеҙ ҡушҡанса тәрбиәләп үҫтерһә. Шундай ҙур һөйөнөс был.
   Бына беҙ ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға булған хөрмәттең әжере тураһында һөйләнек. Инде бына был бөтөнөбөҙгә билдәле булған, яҙҙың беренсе байрамы булған 8 Март байрамында ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ҙурлайыҡ, бүләктәр бирәйек, матур һүҙҙәрҙе әйтеп, уларҙы һөйөндерәйек! Үҙебеҙҙең әсәләребеҙгә, балаларыбыҙға алып ҡайтҡан бүләк — саҙаҡаның иң сауаплыһынан. Һәм әсәйҙәребеҙҙе, балаларыбыҙҙы хөрмәтләү ошо бер 8 нсе Март көндө генә түгел, ғүмер буйы, йыл буйына дауам итергә тейеш. Пәйғәмбәребеҙҙең беҙгә өйрәтеп, әйтеп ҡалдырыуы шулай.
                                                                                             Йәлил хәҙрәт Фазлыев, “Йөҙ ҙә бер вәғәҙ”