Зәйнулла ишан һәм үәххабиттәр

   Үәххабиттәр хаҡында күренекле ғалим Зәйнулла Рәсүлев хәҙерге мәлдә үҙҙәрен сәләфиттәр тип йөрөткән бәндәләр тураһында нимә яҙған? Был турала Зәйнулла ишандын ғәрәпсә яҙғандарын тәржемә иткән Ильшат Насыровтын «Божественные истины» тигән китабында уҡырға мөмкин.

   Бына ошо //www.dumrb.ru/?part_id=389,398,422 ссылканы поиска күсереп ҡарағыҙ.

   Үәххабиттәр кем ул? Улар Мөхәммәд пәйғәмбәрҙән һуң 1131 йыл үтеп ошо донъяға тыуған кешенең идеяһына эйәргәндәр. Бер мәле Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә өс кеше килә. Әңгәмәләшкәндәң һуң, улар үҙ ерҙәре өсөн Пәйғәмбәрҙәң доға ҡылыуын үтенәләр. Мөхәммәд ғәләйһиссәләм икәүһенең йәшәгән ере өсөн доға ҡыла, ә берәүҙәренеке тороп ҡала. Пәйғәмбәрҙән ҡабаттан һорайҙар доға ҡылыуын ошо ҡалған кеше өсөн. Пәйғәмбәр әйтә:

  — «Мит ул ер өсөн доға ҡылмайым, сөнки унан динебеҙҙе болғаусы сығыр» — тип. Был ер әлеге Үәххаб тыуыр ер була. Үәххабтәр быға тиклем булған мосолман динен һәм меңдәрсә бөйөк ғәлимдәрҙе эшкә һанамаусылар. Үҙ алды һәр ҡайныһы Ҡөръән Кәримде һәм хәҙистәрҙе нисек етте, шулай аңлатырға тырышалар. Әстәғфирулла, Аллам һаҡлаһын, ғүмер буйы динде өйрәнгәндәр, яңылышыуҙан ҡурҡалар, ә бында маңҡа малайҙар ошолай-былай ти.

   Ваҡытында Пәйғәмбәребеҙҙең иң яҡын сәхәбәһе Усман быны үҙ ғәрәптәренә тыя. Ғүмер буйы изге Ҡөръән Кәримде һәм хәҙистәрҙе өйрәнгән ғалимдәрҙе мыҫҡыллап, мин шунда уҡып ҡайтым, мин ғалим тигән шайтан эйәрсендәре, дин ошолай булырға тейеш тип яр һалыусылар. Ғәләмәте шул, уларҙын мәҙхәбе (юлы) юҡ, сектанттар булып сығалар. Аллаһ Тәғәләне әҙәмгә оҡшаталар (ҡулы бар, тик кешенеке һымаҡ түгел һәм башҡа...). Был турала интернеттә хәбәр күп. Ә хәҙергә Зәйнулла ишандын үәххабиттәр тураһындағы хеҙмәтен ҡарағыҙ.