Ялан Йәркәй

                                                                    Ялан Йәркәй
                  1
Ялан ғына ерҙең, ай, бүреһе,
Күк һыртландай булыр күбеһе.
Дуҫ-иштәрем күп, тип ышанмағыҙ,
Хас дошманың булыр береһе.

Алтын ғына микән, ай, был донъя,
Көмөш кенә микән был донъя?
Алтын ғына уйлы аҫыл иргә
Баҡыр ғына икән был донъя!

Һауаларҙан осҡан, ай, һармы икән,
Аяҡтарын күргән бармы икән?
Ҡайғы-хәсрәттәрҙән бер ҡотолоп,
Рәхәт торор көндәр бармы икән?

Ялан ғына ере, ай, ҡылғанлыҡ,
Бүҙәнәләр йүгерә төбөндә.
Тәүәккәл дә булып йөрөр булһаң,
Исемкәйең ҡалыр илеңдә.
                   2
Ирәндеккәй тауым, ай, йәйләүем,
Ташлап китер йәйләү инеме?
Таналыҡҡай һыуым, ай, Яйығым,
Ташлар ғына һыуым инеме?

Олатайҙар юлын, ятҡан ҡәберен
Күҙ-йәш түгеп, кемдәр иҫкә алыр.
Ил ҡарғышы менән ил ҡәһәрен
Кем күтәрер икән, өҫкә алыр.

Аҡ юлҡайҙар буйлап, күк йөҙөнән
Кейек ҡаҙҙар оса ил яҡҡа.
Илкәйҙәрен ташлап, кир ат менеп,
Башҡайҙарым китте йыраҡҡа.

Ай ҡалҡҡанда, атҡайыма мендем,
Етер еркәйемә етәм тип,
Кирәгә үтә әсәм ҡулын бирҙе,
Тиҙ әйләнеп ҡайтсы, балам, тип.
                     3
Кир атымды менеп, илдәр гиҙеп,
Тағы ҡайттым Тыуған илем тип.
            Бөҙрә тал,
            Мин меҫкенде ҡыҙған, ҡуйыныңа ал.

Илдән генә киткән мине ҡыҙған,
Ҡолас йәйеп алсы, «балам», тип.
            Бөҙрә тал,
            Мин меҫкенде ҡыҙған, ҡуйыныңа ал.
Тау битләп үк үҫкән ҡайынлыҡтан
Ҡурай яһап, көйөм тартайым.
            Бөҙрә тал,
            Көйҙәреңде тартам, тыңлап ҡал.
Ҡыҙыл таңдар атты, көн яҡтырҙы,
Бөҙрә талҡай, һинән китәйем.
            Бөҙрә тал,
            Көйҙәреңде тартам, тыңлап ҡал.
                     4
Аршын ғына ярым, ай, күк буҫтау
Етер-етмәҫ булды кителгә.
Дошман доностары харап итте,
Башҡынайым китә сит илгә.

Икеләр артыу, берҙәр һарҡыу,
Бар аттарым ҡалды тарталмай.
Кейгәндәрем буҫтау, булдым ҡыҫтау,
Күп һүҙҙәрем ҡалды әйтелмәй.

Туҡ буйыҡайҙары туғай-туғай,
Туғайҙары тулы буҙ турғай.
Буҙ турғайҙар булып һайрар инем,
Тел асҡысы бирмәй бер Хоҙай.

Туҡ буйыҡайҙары туғай-туғай,
Бар туғайҡайҙары андыҙлыҡ.
Ҡайҙа ғына барһам, бер ғәзиз баш,
Теңкәләремә тейҙе яңғыҙлыҡ.

Бейек кенә тауға мендениһәм,
Күренә лә тау-таш, күп ерҙәр,
Ҡараҡ даръяһына күренеп ҡалғас,
Нужа ла күрә икән күп ирҙәр.

Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Беренсе китап. Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1974, 107 — 109-сы биттәр.