Тарихыбыҙҙың серле яҡтары

                                    Йәшерен һәм билдәле тарихыбыҙҙың серле яҡтары
   National Geographic каналында Боронғо Мысыр (Египет) тураһындағы ниндәйҙер документаль фильмда бер мәғлүмәт шаҡ ҡатырғайны: Мысыр ҙа бөгөн 80 миллион кеше йәшәй, ә илдең биш меңлек тарихы арауығын да көн иткән халҡының һанын бергә ҡушһаң, бер миллиард килеп сыға. Быуаттар дауамын да унда мумиялар шул тиклем күп йыйылған, хатта бер ваҡыт Америка Ҡушма Штаттарының аҡса өсөн атаһын һатыр бизнесмендары, уларҙы алып китеп, сәнәғәт кимәлен дә эшкәртә башлаған. (Ҡот осҡос бит!) Мумияларҙан целлюлоза (яһалма ҡағыҙ, ебәк, шартлатҡыс һ.б.) эшләгәндәр. Шулай итеп, иң йәш цивилизация – иң боронғо цивилизацияны, иҫке-моҫҡо сепрәк кеүек, утилгә оҙатҡан. Мысыр фәлләхтәре (крәҫтиәндәре) үҙҙәренең ата-бабаларының йәнһеҙ кәүҙәләрен оятһыҙ американдарҙың пароходтарға таҫлап тейәүҙәрен бошонмай ғына (!) күҙәткән. Ниңә хәсрәтләнергә, улар бит, имеш, кафыр булған... Ошоға бәйле урыҫ дини философы В.Соловьевтың Бөтөн донъя дин йортоноң күренгән һәм күҙгә күренмәгән өлөштәре тураһындағы идеяһы иҫкә төштө. Күҙгә күренгән өлөшө – әлеге ваҡытта йәшәгәндәр, күренмәгәндәре – Аллаһ ҡаршыһына киткәндәре. Был тәңгәлдә, әгәр ҙә иҫәп-хисап йөрөтһәк, “күренмәгән өлөшө” “күренгән” өлөшөнән байтаҡ күберәк. Икенсе төрлө әйткән дә, ниндәй генә халыҡты алһаң да, ул окендағы боҙ тауына оҡшаш – һыуҙан тауҙың тик түбәһе генә ҡалҡып тора, ҡалғаны – һыу аҫтында. Иң мөһиме был да түгел әле.

   Мөғжизәгә инаныусы булараҡ, В.Соловьев бөтөн донъяны сафландырыу, иманлы итеү өсөн кешелектең ошо ике өлөшөнөң дә рухи берлегенең зарурлығы тураһын да һүҙ йөрөтә. Беҙҙән алда йәшәгән быуындарҙың ынтылыштарын инҡар итеүсе “революцион аң” тураһын да Николай Бердяев “Ата-бабаларығыҙ ер аҫтында ятып тауыш бирә алмағас, бик намыҫһыҙ һәм әшәке ҡыланаһығыҙ. Улар эргәгеҙҙә булмағас, уларҙың мираҫын үҙбелдек менән ҡулланаһығыҙ, үҙ эштәрегеҙ ҙе генә ҡарайһығыҙ, уларҙың ихтыярын тотмайһығыҙ,” тип ярһып әйткән.

   “Мәңгелек башланғыс булараҡ консерватизм, йәмғиәттең, дәүләттәрҙең, мәҙәниәттәрҙең яҙмыштарын хәл-иткән дә, әруахтар менән бәйләнеш өҙөлмәһен өсөн, тереләрҙең генә түгел, вафаттарҙың да тауышы иҫәпкә алынһын, бөгөнгө көндөң генә түгел, үткәндәрҙең дә ысынбарлыҡ та йәшәүе танылһын, тип талап итә”, тип революционизмдың хатаһы алдында консерватизмдың хаҡлығын иҫбатлай. Тарихсы Лев Гумилев халыҡтың күҙгә күренмәгән өлөшө ысынбарлыҡта тереләргә ныҡ тәьҫир,итә тип ышанған:
                      Үткән тарихыбыҙ бөгөнгөнән көслө,
                      Балаларын ата-бабаларҙан ҡаплай алмаҫ атай.
                      Беҙҙең ынтылыштар, хис-тойғолар сығанағын
                      Әруахтарыбыҙ “серле сылбыр”, тип атай.
   Икенсе төрлө әйткәндә, Соловьев, Бердяев, Гумилевтың фекеренсә, “боронғолар ауазы,” тигән һүҙҙәр буш түгел, ысынбарлыҡ та булған һәм йәшәгән күренеш. (“Ата –бабаларыбыҙ әруахтары аша Аллаһтан һорайыҡ”, “әруахтар тарта, хәбәр итә”- быныһы инде башҡортса). Тимәк, алтай шаманының да ата-бабалары йәненә мөрәжәғәт итеүе бушҡа түгел. Япондарҙың ата-бабалар культы йолаһы- синтоизмға ла аңлатма бар, тигән һүҙ. Гел файҙаны уйлаған һәм материалистик ҡарашлы ҡытайҙар “күк йөҙө” – ҡытай халҡы аллалаштырған иҫәп-хисапһыҙ ата-бабалары йәненән тора һәм улар ерҙәге тормош менән идара итә, тип ышана. “Ҡытай вафат булған императорҙар тарафынан идара ителә, быға берәү ҙә шикләнмәй,” тип яҙған XIX быуатта Ҡытай тарихын өйрәнеүсе Георгиевский. Бөгөн дә ҡытайҙарҙың иң юғары власы – аллалаштырылған ата-бабалары – императорҙары өсөн идара итеү дилбегәһе генә. Үкенескә ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡаһын да, урыҫтар ғына түгел, башҡорттар ҙа ахмаҡ революционизм йоғонтоһона дусар булды. Урыҫтар ҙа ул Петр I реформалары менән башланһа, беҙ ҙә күпкә һуңыраҡ – XX быуатта, СССР-ҙа марксизм-ленинизм идеологияһы хөкөм һөргән дә килеп сыҡты. Башҡорттар үҙҙәренең “ҡараңғы” үткәненән баш тартты, үҙ халҡының күҙгә күренгән һәм күҙгә күренмәгән өлөштәре менән рухи бәйләнештәрен өҙҙө. Улар, Египет фәлләхтары кеүек, большевиктар нисек итеп үҙҙәренең ата-бабаларының зыяраттарын, диндәрен, йолаларын мыҫҡыл иткәнде, ә “яҙыусылар” үҙ халыҡтары тарихынан көлөп яҙғанды битараф ҡарап торҙо! Большевиктар өсөн тарих, имеш, тик 1917 йылда ғына башланды. Бөгөн килеп үҙебеҙҙең цивилизацияны үҙебеҙ нисек итеп бөтөргәнде саҡ аңлай башланыҡмы икән? Үҙебеҙҙең мәҙәни-тарихи йолаларыбыҙҙы юҡ иткәс, упҡынға остоҡ, аҫта аяҡ терәп атларлыҡ ер ҙә юҡ, үткәнебеҙҙе инҡар иткәс киләсәккә барып буламы? Шуның өсөн, әйҙәгеҙ, башҡорт халҡының “күҙгә күренмәгән” өлөшө ваҡыт даръяһының ниндәй тәрәнлектәрен дә ятҡанын аҙыраҡ ҡына булһа ла шәйләү өсөн Көньяҡ Уралдағы сал тарихтың бер-нисә мәленә күҙ һалайыҡ.
   Генетиктарҙың өр-яңы тикшеренеүҙәренә ҡарағанда, бөгөнгө заман башҡорттары араһын да R1b гаплотөркөм (генотиптар берлеге оҡшашлығы) киң таралған. Ҡайһы бер ерҙәрҙә уның (Баймаҡ, Барҙым райондарында) осрауы 81-84% етә. Ғилми даирәләр ҙә был яңылыҡ шаҡ ҡатырлыҡ, тиерҙәй сенсация тыуҙырҙы, сөнки был гаплотөркөм “көнбайыш европа гены” иҫәбендә. Кельт халҡы ҡатнашлығын да барлыҡҡа килгән Англия, Шотландия, Ирландия, Төньяҡ Франция кешеләрен дә был генотип 70-90% күҙәтелә. Әммә кельттар – һиндевропалылар, тимәк, улар ҙа немецтар ҙа, славяндар ҙа, иранлыларҙағы кеүек R1a гаплотөркөм өҫтөнлөклө булырға тейеш. Был ҡапмаҡаршылыҡты нисек аңларға? Кельттар үҙҙәренең тәү илдәрен – Ҡара диңгеҙ буйын (йәки Үҙәк Европа) ҡалдырып Европаның Испания, Франция, Британ утрауҙарына таралып ултырыусы беренсе һиндевропалы була. Бында улар борондан йәшәгән кешеләрҙе осрата, бөгөнгө көндә уларҙың быуыны-басктар (R1b гаплотөркөм осрағы 88% етә). Басктарҙың теле донъяла бер ниндәй ҙә телгә оҡшамаған, телдәрен басктар ныҡ һаҡлаған. Кельттар басктар менән бик аралашып йәшәгән һәм уларҙың генотиптарын үҙләштергән. Ғалимдар шулай уҡ был гаплотөркөмдөң төрлөлөгө көнсығышҡа табан күбәйә барыуын билдәләй.Тимәк, гаплотөркөмдөң килеп сығышы ла көнсығышта булыуы хаҡында һүҙ йөрөтөүе урынлы.
   Генетиктарҙың асышы археолог Отто Бадерҙың 1960 Шүлгәнташ мәмерйәһе һүрәттәрен тикшергәндән һуң тыуған тоҫмаллауын тулыһынса раҫлай. Шүлгәнташ мәмерйәһе һүрәттәрен асҡанға тиклем боронғо кешеләрҙең мәҙәниәте Францияның көньяғындағы, Испанияның төньяғындағы Пиреней-Кантабрий мәмерйәләрендәге һүрәттәр аша ғына билдәле ине. Шүлгәнташ мәмерйәһенең һүрәттәре 1959 йылда донъяға киң билдәле булғас, кешелек цивилизацияһының үҫешенә ҡәҙимге ҡалыплашҡан ҡарашты бөтөнләй үҙгәртте. Европаның ике осонда быуаттар төпкөлөндә бер юлы тип әйтерлек кешелек зиһене, зирәклеге балҡый башлаған. Һүрәттәрҙең килеп сығышы мифик ҡараштарҙың тыуыуы хаҡында бәйәнләй, ә уға алмашҡа килергә тейешле фәлсәфәүи ҡараш тик VI-V быуаттарҙа ғына моронлаясаҡ әле. Был донъяның төрлө нөктәләрен дә Конфуций, Заратуштра, Лао-Цзы, Будда, Платон кеүек фекер эйәләренең донъяға үҙен белгерткән ваҡыт. Ваҡыттың был арауығын Карл Ясперс “Ваҡыт әйләнеше” тип атай. Палеолит осоро аҙағында боронғо кешеләр тәүтормош фекерләүенән мифологик фекерләүгә күскән һымаҡ, “Ваҡыт әйләнешен дә” мифологик аңдан аҡыл менән донъяны танып белеүгә күсеү күҙәтелә. Ласко мәмерйәһенең бер залын да серле һүрәт бар: бизон янында бер кеше йығылып ята. Кешенең башы урынына ҡош башы, ә бизонға һөңгө ҡаҙалған. Ғалимдар был һүрәтте бик боронғо миф сағылышы, тип фаразлай, үкенес, уның мәғәнәһен хәҙер аңлап та булмай. Башҡортостандағы Шүлгәнташ мәмерйәһен өйрәнеүселәр ҙә йәнлектәрҙең, геометрик һыҙыҡтарҙың һынланышы ябай түгел, ниндәйҙер мифтың һүрәттәре, тип иҫәпләй. Өфө археологы В.Котов уларҙы “Урал батыр” мифын тасуир итеүсе, тип таный. Нисек кенә булмаһын, Отто Бадер Пиреней-Кантабрий мәмерйәһе һәм Шүлгәнташ мәмерйәһе һүрәттәре бер-береһе менән бәйле ижад ителгән һәм уларҙы һүрәт төшөрөргә өйрәнгән бер үк ырыу вәкилдәре ҡаяларға һыҙып ҡалдырған, тип фаразлай. Уның фекеренсә, Көньяҡ Уралдағы боронғо мәҙәниәтте, имеш, көнбайыштан күсеүселәр килтергән. Әммә, өр-яңы генетик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе киреһенсә, кешеләр көнсығыштан көнбайышҡа күскәнлеген иҫбатлай. Өҫтәүенә, Пиреней-Кантабрий төбәгендә һүрәт төшөрөү йолаһы бер аҙҙан юҡҡа сыҡҡан, ә Көньяҡ Уралда ул 10 мең йылдар дауам иткән! Мораҙым мәмерйәһендәге һүрәттәрҙең йәше 8 мең йыл булһа, Шүлгәнташ мәмерйәһенеке – 18 мең йыл элек! Тимәк, Көньяҡ Урал быуаттар төпкөлөн яҡтыртып торған боронғо цивилизация үҙәге булған.
   III-II меңъйыллыҡтар арауығын да тап беҙҙә – Башҡортостанда – Һынташ, Арҡайым кеүек “ҡалалар иле” барлыҡҡа килә. Боронғо ирандарҙың изге китабы Авестала илаһ Ахыр Маҙда (Ахура Мазда) менән бәйғәмбәр Заратуштраның әңгәмәһе ентекле яҙыла. Илаһ “алтын быуат” ваҡытын да арыйҙарҙың беренсе батшаһы Йимаға балсыҡтан өс ҡат уратып, ҡапҡалар яһап “вар” төҙөргә тәҡдим итә.(Башҡортса “диуар, уар” –урыҫса стена- онотолған, ҡулланылмаған ниндәй күркәм һүҙ!) “О, затлы Йима, һеҙҙең донъяғыҙға ҡыштар килер, уларҙан үлемесле һалҡын бөркөлә... Һәм һин дүрт яҡҡа табан бер йүгереү үлсәмендә Вар (“Уар, диуар”) эшлә... Һыу үткәр, йорттар, биналар, лапаҫтар һал... Беренсе түңәрәктә туғыҙ ҡапҡа, икенсеһендә – алты, өсөнсөһөндә – өстө яһат...” Ғалимдар билдәләүенсә, Йиманың “вары” Арҡайым ҡаласығы һыҙмаһын хәтерләтә. Йимаға “варҙы” төҙөргә Арианам Вайджа илен дә – “Арыйҙар киңлегендә” фарман килгән. Тап ошо Арианам Вайджа илендә иң тәүге Авеста һәм Ригведаның эпик теҙмәһе яҙыла башлай. Бында арыйҙарҙың изге Хара Березайти тауы бар. Уның түбәһендә арыйҙарҙың аллалары йәшәй һәм ожмах – парадайза – урын лашҡан. Парадайза – “кәртәләнгән баҡса,” тигәнде аңлата. Был һүҙ, Европа телдәренә инеп, “парадиз”ға әйләнгән. Унда изгеләрҙең йәндәре тыныслыҡ таба, унда бихисап мөғжизәле ҡоштар йәшәй. Әммә барыһы өсөн дә – тоғро иранлылар, хикмәти һиндтар, яугир скифтар өсөн иң мөһиме – киләсәкте әйтеүсе Саено Марго ҡошо бар. Урта фарсы дәүерен дә был атаманың Сэнмурв ҡошо тигән рәүеше лә осрай, уныһы инде башҡорттарҙың Урал батыр мифындағы ҡоштар батшаһы Самрау исемендә сағылыш тапҡан.
   Һинд-арый мифтары йыйынтығы – Ригведала илаһ Агни “Рипей түбәһен һаҡлай,” тип һөйләнелә. Бөтөн ерҙең бейек түбәһе – Рипа түбәһе, тип боронғо арыйҙар Урал тауҙарын атаған, сөнки башҡа тауҙарҙы белмәгәндәр. Был атама гректарҙың теленә лә эләгеп, уларҙың әҙәбиәтен дә Урал тауҙары Рипей йәки Рифей тауҙары, тип йөрөтөлгән. Арҡайым атамаһына килгән дә, уны, ғәҙәттә, төркисә “арҡа” һүҙенән алынған, тип уйлайҙар, әммә ул морфологик яҡтан да, этимологик яҡтан да дөрөҫ түгел. Арҡайым – Арҡ-и Йим – фарсыса “Йима нығытмаһы,” тигән һүҙ. Йима һүҙенә килгән дә, был батшаның исеме төрки телдәрен дә матурлыҡ синонимына – “йәм”гә әйләнгән. Беренсе арый батшаһы Йиманың һеңлеһе – Йимаҡ, дейеү бәрейе менән бәйләнешкә кергәндән һуң, бик йәмһеҙ йән эйәләрен, мәҫәлән, маймылды тыуҙырған. Шуның өсөн дә башҡортса “ямаҡ”-“йамаҡ” һүҙе матур түгел, тигәнде аңлата. Беҙ бында аңлап та, аңлатып биреп тә булмаған ҡапма-ҡаршылыҡҡа осрайбыҙ. Йима исеме башҡорт теленә Фирҙәүисиҙең “Шахнамә”һе аша килеп кергән, имеш, тип иҫәпләргә мөмкин. Тик “Шахнамә” – урта фарсы дәүеренең “Хвадай-намаг”( Батшалар китабы) эпик теҙмәһе Фирҙәүиси тарафынан замансаға күсереп яҙылған ғына. Ә “Хвадай намаг” үҙ ваҡытын да Авестанан күсереп яҙылған. “Шахнамә”лә Йима инде икенсе исем менән йөрөтөлә – Джам йә иһә Джамшид! ЙимаДжамшид исеменән Рәсәй телевидениеһы инде нисә йыл мыҫҡыл итеп көлә! Башҡорттоң мең ырыуы башлыҡтарының береһе лә, “Шахнамә” әҫәрендәгесә, Дистан исемле булған. Әгәр ҙә башҡортса “йәм” һүҙе Фирҙәүисиҙең башҡорттар араһын да XVII быуатта киң таралған поэмаһынан алынған, тип иҫәпләһәк, “ямаҡйамаҡ” һүҙенең сығышын һис табырлыҡ түгел. Йимаҡ-ямаҡ һүҙе Авеста, “Шахнамә” әҫәрҙәрендә лә бөтөнләй юҡ! Ул Заратуштра әҫәрҙәрен дә генә осрай, башҡорттарҙың ундай әҫәрҙәр менән таныш булыуы мөмкинме? Тимәк, “Йима” кеүек үк, “йимак-ямаҡ” һүҙе лә Турандың фарсы телле халыҡтары араһында- бөрйән башҡорттарының ата-бабалары – аландар менән сарматтарҙың лөғәтендә булғанлығы көн кеүек асыҡ. Шуның өсөн дә Арҡайым топонимы ла башҡорттарҙың быуындан-бы уынға тапшырыла килгән һүҙе ул. Нишләп шулай булмаҫҡа тейеш? Башҡорттар үҙҙәренең тарихи хәтерендә мөғжизәүи Самрау һәм Һомай ҡоштар ҙы ныҡ һаҡлаған бит!
   Шулай итеп, башҡорттарҙың “күҙгә күренмәгән” атабабаларының быуындары тәрәнлеген ярайһы билдәләнек, буғай. Халыҡтың “күренгән өлөшөнә” ниндәй васыят ҡалдырҙы икән улар? Шүлгәнташ мәмерйәһе сәнғәте һыҙыҡталарын (сюжетын), Авеста һәм Ригведалағы арыйҙар мифологияларын, урындағы мифтарҙы үҙенә туплаған “Урал батыр”ҙы, әлбиттә. “Урал батыр” әҫәренең сере һаман да асылып бөтмәгән. Мифологтар төп геройҙы Гильгамеш тураһындағы эпостағы геройҙарҙың береһе Зиусудра менән оҡшашлығы барлығын билдәләй, Ә Зиусудра – Библиялағы Ной йәки беҙҙеңсә әйткән дә, Ҡөрьәндәге Нух бәйғәмбәр образы ул. Донъяны һыу баҫҡан осорҙа Зиусудра, бик ҙур карап төҙөп, кешеләрҙе үлемдән ҡотҡарған. Ошондай уҡ күренеште башҡорт риүәйәттәрендә лә осратабыҙ. Унда һыу баҫҡан мәлдә кешеләр һал яһап ҡотолған, ә Урал батыр, дейеүҙәрҙе тураҡлап, ҡаты ер яһаған. Хәҙерге заман кешеһенең аңы етмәгән, серле һәм мөғжизәле “Урал батыр”ҙы башҡорт халҡының Библияһы, тип тә атайҙар. Был сағыштырыу дөрөҫ тә, сөнки Библия йәһүд халҡының ғына тәүге тарихы түгел. Донъя яратылғандан алып кешелеккә ебәрелгән илаһи һүҙҙәр е боронғо Месопотамия халыҡтары ла (шумер-вавилон) үҙҙәренсә аңлап, мифтар сығарған, шул мифтарҙың йыйынтығы ул Библия. Ошоға ярашлы, “Урал батыр” ҙа, ҡасандыр Аллаһты данлаған изге йөкмәткеле булып, меңйыллыҡтар аша телдән-телгә тапшырылған, халыҡтың йәшәйеше менән үрелеп, эпосҡа әүерелгән. Ошондай ижадтың, әҫәрҙең тик башҡорттарҙа ғына булыуы һис осраҡлы түгел.
Меңәр йылдар үтеп киткән... VII быуат еткән. Был ваҡыт арауығын да бихисап оло һәм ваҡ ваҡиғалар булған. Мәҫәлән, Ҡытайҙың “Суй-шу” тарихнамәһе Теле конфедерацияһын да башу-ки-ли (баш ҡорт) ҡәбиләһенең барлығын билдәләгән. Әммә кешелек тарихын үҙгәртерлек донъя кимәлендәге бер ваҡиғаны ниңәлер бер кем дә тоймаған. Мөхәммәт исемле Мәккә сауҙагәре Аллаһтың кешелеккә ебәргән һуңғы ихтыярына – Ҡөрьәнде ҡабул итеүгә лайыҡ булған. Ғәрәбстан бөтөн ер шарын да донъяуи ҡараштарҙы үҙгәртергә мәжбүр иткән үҙәккә әйләнгән. Бәйғәмбәребеҙ, Аллаһ һүҙен еткереү өсөн, бөтөн тарафтарға үҙенең сәхәбәләрен ебәргән. “Минең сәхәбәләрем күктәге йондоҙҙар кеүек. Уларҙың кемеһе артынан эйәрһәгеҙ ҙә, ҡотҡарыу табыр һығыҙ...” тип аңлатҡан бәйғәмбәребеҙ уларҙың илселек эшен. Урал – Волга буйында Ислам дине нығыныуы буйынса бер нисә быуат дауамын да йәшерен фараз хаҡимлыҡ итә. Уға ярашлы, Аллаһ илсеһе һәм бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт тере саҡта уҡ, йәғни VII быуаттың беренсе яртыһын да уҡ, беҙҙең башҡорт иленә сәхәбәләрен ебәргән һәм башҡорт ханын халҡы менән бергә Ислам диненә күндергән. Был хикәйәт ике авторҙың – Хисаметдин бин Шәрәфетдин әл-Болғари һәм Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди әҫәрҙәрен дә һаҡланған. Уларҙың икеһе лә XVIII быуатта йәшәгән һәм икеһе лә бер үк йөкмәт кене бәйән итә:
“ Беҙҙең бәйғәмбәребеҙ – Аллаһ уға фатиха бирһен һәм сәләмләһен! – Исламды индереү өсөн өс сәхәбәһен – Абд әр-Рахман бин Зөбәйер, Зөбәйер бин Джағда, Талха бин Усманды Болғарға ебәргән. “Башта улар үҙҙәрен имләүсе, дауалаусы итеп таныта...” Был ваҡытта, тип хәбәр ителә хикәйәттә, Волга буйы Болғарында Айҙар хан хакимлыҡ ҡыла. Уның Туйбикә исемле ҡыҙын фалиж һуҡҡан булған. Дауалау әмәлдәрен белеүсе сәхәбәләр хан ҡыҙын сирҙән ҡот ҡарған. Ошонан һуң батшалыҡтың барса халҡы, имеш, Ислам динен ҡабул иткән. Ошоға бәйле хәҙерге мосолман руханиҙары Болғар ҙы Урал-Волга буйы мосолмандарының рухи Мәккәһе тип иғлан иткән. Әммә!.. Әммә тикшереберәк ҡараһаң, был берҙә дөрөҫ түгел. Беренсенән, VII быуатта Волга буйы Болғары БӨТӨНЛӘЙ БУЛМАЙ. Икенсенән, Хисаметдин сәхәбәләрҙең беренсе уҡыусыларының – тәбғиндәрҙең аныҡ исемдәрен дә, милләттәрен дә асыҡ атай: “Уралдың көнбайышынан килеп сәхәбәләрҙә уҡыусы башҡорт ырыуынан, Әй буйынан Айытҡол Зәйет улы...” Артабан Әй, Дим, Ҡармасан, Сәрмәсән, Ағиҙел буйҙарынан килгән тәбғиндәрҙең исемдәре теҙелеп китә. Тимәк, был ике автор ниндәйҙер тарихи сығанаҡ тан мәғлүмәт алған, ә тарихты һис инҡар итеп булмай. Әгәр ҙә сәхәбәләр ул заман да булмаған Болғарға килә алмай икән, улар ҡайҙа килгән?
   Сәхәбәләр килгән ваҡытта, нисәлер быуаттан һуң ғына барлыҡҡа киләсәк Волга буйы Болғары ерҙәрен дә бушлыҡ яңғырап ятһа, Көньяҡ Уралда ҡала цивилизацияһының сәскә атҡан осоро була. Уның билдәле өлгөһө “Өфө-2” ҡаласығы. Ошо сәбәптәр баштан уҡ сәхәбәләрҙе төньяҡҡараҡ барырға мәжбүр Нарыҫтауҙағы­сәхәбәләр­зыяраты иткәндер. Шулаймы-түгелме, был әлегә ғилми фаразлау, берәүҙәр өсөн – инаныу, икенселәргә – шик-шөбһә. IX быуатта Көньяҡ Уралға Алтай төркиҙәре үтеп инә башлай. Улар урындағы халыҡтың мәҙәниәтен, телен, йолаларын үҙләштерә. Уларҙың араһы тыныс яйлашҡан. Шулай булмаһа, ир-ат ҡаны менән генә күскән R1b гаплотөркөмө һаҡланмаған булыр ине. Сөнки һуғыш ваҡытын да, ғәҙәттә, ир-атты беренсе ҡыралар. Тимәк, боронғо башҡорттар үҙҙәренә тотош ҡәбиләләрҙе ҡабул иткән һәм ул ҡәбиләләр бөгөнгө көнгә тиклем үҙ исемдәрен һаҡлаған: Бөрйән, Ғәйнә, Йәнәй, Юрматы, Юрмый...
   922 йылда Алмыс хаким саҡырыуы буйынса Волга Болғарына кешеләрен Исламға күндереү өсөн Бағдадтан Ибн Фаҙлан сәркәтиплек иткән илселек килә. Ошо мәғлүмәт нигеҙен дә генә күп авторҙар бик ҡабалан һығымта яһай, имеш, башҡорттарҙы күршеләр Ислам диненә өйрәткән!?. Быны раҫлаусы бер генә мәғлүмәт тә юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ялған мәғлүмәт йылдың-йылы дәреслектән-дәреслеккә күсә килә. Киреһенсә, XII быуатта ғәрәп географы Мөхәммәт әл-Иҙриси башҡорт ҡалаһы Ҡараҡыя тураһын да былай яҙған: “Ҡараҡыя – бура йорттар һәм кейеҙ тирмәләрҙән торған матур ҡала. Йыш ҡына уларға болғарҙар һөжүм итә. Уларға тиклем 16 көн барырға. Улар бербереһе менән элек-электән һуғышҡан”. Күршеләрҙең ике быуаттан һуң ғына Ислам динен тота башлауына башҡорттар ғәйепле түгел бит. Башҡорттарға Исламдың көслөк менән индерелеүе тураһын да һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел. X быуат авторы Истахри “Башҡорттар көслө һәм ике уйлап тормай, уларҙы бер күршеләре лә еңә алмай,” тип яҙған. Бынан тыш, Стәрлетамаҡ янындағы Левашовка зыяратын да ҡаҙыныуҙар уның IX быуатҡа ҡараған мосолман зыяраты булыуын асыҡланы. Был Ибн Фаҙлан экспедицияһы ваҡытына тап килә. Тимәк, Ибн Фаҙлан ваҡытында Көньяҡ Уралдағы башҡорт халҡы Ислам дине менән йәшәгән һәм ул күршеләренең тәьҫиренә мохтажлыҡ кисермәгән. Мосолман диненең ныҡлығы, бәлки, төрлө ерҙә төрлөсәрәк булғандыр, сөнки башҡорттарға килеп һыйынған ҡәүемдәр үҙ йолалары менән килеп ингән.
   Татар-монгол баҫҡынсылары аҫтында Ислам диненең хәле бик ауырая. Волга Болғары тотош ҡырып бөтөрөлә. Шуның өсөн дә хакимлыҡ та мосолмандар булмаған илдә (Алтын Урҙала) дәғүәт (дингә саҡырыу) рәсми булмаған руханиҙар – суфый шәйехтәре һәм тәриҡәттәге дәрүиштәр аша ғына барыуы мөмкин була. Сыңғыҙ хан һәм Батый яуҙары үткәндән һуң Ислам дине, мәжүсиҙәр ҡыҫымы аҫтында бына-бына юҡҡа сыға тигәндә, суфый шәйехтәре монгол хандарын Исламға күндерә алған һәм улар Исламды дәүләт дине итеп күтәргән. Алтын Урҙа ханы Берке ислам динен Бохарала йәшәгән суфый шәйехе Сәйфетдин Бохариҙан ҡабул ҡылғаны билдәле. Урал аръяғына Бағдадтан икенсе бер суфый шәйехе килеп сығыуы ла ошо уҡ ваҡытҡа ҡарай. Учалы районын да Әүеш тауын да ерләнгән суфый зыяраты әле лә бик хөрмәтләп ҡарала. Зыярат ташына “ Был – шәйех Мөхәммәт Рамаҙан әл-Әүешиҙең һуңғы төйәге...Һарай ҡалаһын һалған Берке хан ваҡытын да йәшәне”, тип яҙылған. 1313 йылда Алтын Урҙа хаҡимлығына Үзбәк хандың ултырыуы әһәмиәткә эйә. Ул 1321 йылда Йәсәүи тәриҡәтендәге суфый шәйехтәре Зәңге-Ата һәм Сәйет-Атанан Исламды ҡабул иткән. Ошо йылда уҡ хан Ислам динен Алтын Урҙаның рәсми дине итеп раҫлай. Әммә Үзбәк хандың индергән яңылығы монгол аристократтарының ҡаршылығына осрай. Улар ханға “Һин беҙҙән баш эйеүҙе һәм буйһоноуҙы талап ит, беҙҙең диндә эшең булмаһын, нисек беҙ, Сыңғыҙ хандың ҡанундарын һәм талаптарын боҙоп, ғәрәптәрҙең диненә күсәйек?” тип яуаплаған. Үзбәк хан Сыңғыҙ хан нәҫел-нәсәбенең 120 кешеһен язалап, ҡаршылыҡты емергән.
   Башҡортостанға килгәндә, Ислам дине бында бик күптән тыныс юл менән Үзбәк ханға тиклем үк киң тарала, быны суфый шәйехе Хөсәйенбәк эшмәкәрлеге менән дә бәйләйҙәр. Ул Башҡортостан хакимы саҡырыуы буйынса дин таратыу эше менән килә. Көньяҡ Уралға венгрҙарҙың тәү илен эҙләп килгән Иоганка Венгр: ”Башҡортостан хакимын һәм уның ғаиләһен “сарацин хаталаныуы”н (Ислам динен) йоҡторған хәлдә тап иттек. Беҙ үҙ динебеҙ тураһында һөйләй башлағас,”Бер динде ҡабул иткәнбеҙ, хаҡимдарға бер диндән икенсеһенә күсеү оят,” тинеләр” – тип яҙа. – Беҙ үҙ динебеҙ (христиан дине) тураһында нығыраҡ, йышыраҡ һөйләй башлағас, сарацин ғалимдарына (Ислам дине руханиҙарына) уларҙың диненең ялған икәнлеген раҫлағас, беҙҙе бығаулап зинданға яптылар...беҙ...үлем тиҙерәк килһә ине, тип көттөк, әммә улар татарҙарҙан ҡурҡты, үлтерергә ҡыйманы. Татарҙар христиандарҙы ярата, ә уларҙы яратмай һәм эҙәрлекләйҙәр.”
   Башҡортостан да Хөсәйенбәктең килеп сығыуы ул заманда эҙһеҙ үтмәгән. XIV быуатта йәшәгән энциклопедист, тарихсы, географ Шиһабетдин әл-Үмәри былай тип яҙған: ”Себер һәм Сулман илдәре башҡорттарға яҡын. Башҡорт илендә ихтирам ҡаҙанған мосолман ҡазыйы бар.” Үмәри Хөсәйенбәктең замандашы булған, шуға ла ул телгә алған ҡазый, йәғни хөкөмдар (судья) шәриғәт ҡанундары буйынса хөкөм сығарыусы һәм Хөсәйенбәк, моғайын, бер үк кеше булғандыр. Хөсәйенбәк – Башҡортостанда Ислам руханиҙарының мосо ман дине ғалимы булараҡ та, суфыйсылыҡ тәриҡәтендәге мосолман булараҡ та берлеген күрһәткән дин әһеле.
   XVII – XIX быуаттар ҙа Йәсәүиә тәриҡәтенә алмашҡа Наҡшбәндиә килә. Был тәриҡәт Башҡортостанда һәм Көнбайыш Себерҙә Ислам мәҙәниәтенә бик ныҡ тәьҫир яһаған. Шулай итеп, Башҡортостанға һәммә мәҙәни үә дини тәьҫирҙәр башлыса мосолман Көнсығышынан килгән, бер ҙә Волга Болғарынан түгел. Ә Волга Болғары, монгол-татарҙарҙың XIII һәм XIV быуаттарҙағы емергес яуҙарынан бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Хатта бол ғарҙар үҙҙәре лә юҡ булған.
   Наҡшбәндиә тәриҡәтенең иң билдәле суфыйы, шәйех Зәйнулла Рәсүлев “Ҡотоп әз-заман” (Ҡотоп заман) исемен йөрөткән. В.Бартольд бөйөк шәйехтең вафатына арналған хушлашыу һүҙендә Зәйнулла Рәсүлевты “үҙ халҡының короле”, тип атаған. Был һис осраҡлы түгел. Шәйех ғүмере буйы башҡорт халҡына тоғро хеҙмәт иткән, башҡорт инсандарын тәрбиәләгән, уның шәкерттәре Башҡортостандың үҫешен билдәләгән.
Суфыйсылыҡ беҙҙең халыҡ өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Ул быуаттар буйы башҡорттарға ғилемдең, мәҙәниәттең, фәлсәфәнең, фәндең берҙән-бер файҙалана алырлыҡ мөмкинлеге, төрө булған. Совет власы йылдарында меңйыллыҡтар буйына тупланған рухи мираҫ менән бергә боронғо мәҙәниәтебеҙ ҙә юҡ ителә. Суфыйсылыҡ йолаһы ғына түгел, халыҡтың күҙгә күренгән һәм “күҙгә күренмәгән” өлөштәре араһындағы бәйләнеш тә өҙөлә. Беҙ үҙебеҙҙе юҡҡа сығарыуға килтергән ялған юл менән киткәнбеҙ. Боронғо йолаларыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырыу мөмкинлеге бармы? Философтарҙың “Бер йылғаға ике тапҡыр кереп буламы?” тигән фәлсәфәһенә тиң был һорау. Боронғо гректар һорауға кире яуап биргән, сөнки улар материалист булған һәм бөтөн донъяның тик Аллаһ ихтыярын да икәнлеген белмәгән...
                                    Салауат Хәмиҙуллин, журналист, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. «Башҡортостан — әүлиәләр иле” китабынан.