Башҡортостан – әүлиәләр иле
Әссәләмүғәләйкүм мосолман ҡәрҙәш. Миңә ошондайыраҡ һорау бирелде: «Һеҙ суфыйҙар тураһында яҙаһығыҙ. Уларҙың был тормошта алда ни булырын һиҙеүҙәре хаҡында. Донъяла ни булырын тик Аллаһ Тәғәләгенә белә, уларға (суфыйҙарға) ендәр ярҙам итә бит”, тигән. Динебеҙҙә суфыйҙарҙы запрещенныйҙарға тиңәп ҡуйған.
Әйе, был донъяла ни булырын тик Аллаһ ғына белә. Тик суфыйҙар һәм әүлиәләр күрәҙәселек менән шөғөләнмәгәндәр. Күрәҙәселек менән Ванга,Носдартамус һәм башҡалар шөғөләнгәндәр. Әүлиәләр Аллаһ Тәғәлә биргән бик көслө дин ғилемен ҡуланып, һиҙеү, ишетеү, күреү һәлләттәрен көсәйтеп кешеләрҙе бәлә-ҡазаларҙан, ауырыуҙарҙан ҡурсалағандар. Аллаһ Тәғәлә ярҙамында кәрәмәттәр күрһәткәндәр. Улар кеше тыуыуың, йә үләрен, донъяла шул йылда һуғыш, йә шул көндә башҡа ҡаза була тип ҡысҡырып ултырмағандар. Тик, доға ҡылып һаҡлана күрегеҙ, тип һәм Аллаһынан илгә именлек һорағандар. Аллаһ Тәғәләнән һорап ярҙамға мохтаж кешенең хәлен ыңғай яҡҡа үҙгәртеүен һорағандар. Бында бер ниндәйҙә ендәр ярҙамы юҡ. Ғилемле суфыйҙар енләнгән кешеләрҙе дауалап уларҙың (ен-шайтандарҙың) иң яман дошмандарылыр. Суфыйлыҡта бар боронғо дин әһелдәре лә булған тиергә була. Суфыйҙар – һәр саҡ Аллаһ Тәғәләне зекер итеүселәр. Мөхәммәд пәйғәмбәребеҙҙә, саллаһү ғәләйһи үә сәләм, тарихтан белеүебеҙ буйынса мәмерйәлә зекерҙә булған. Ә инде ендәр инде Аллаһ Тәғәлә ярҙамында Сөләймән пәйғәмбәрҙең, ғәләйһиссәләм, ҡоло булғанында беләбеҙ.
Пәйғәмбәребеҙҙең, ғәләйһиссәләм,бер хәҙисендә; «Ҡиәмәт көнө алдынан төштәр раҫ булыр”, тигәне ни аңлата? Кешеләрҙең һәләттәре асылып төштәрендә алдағы көндәрен үә эштәрен күрерҙәр тип аңларға була. Шулай булғас был төштәр шайтанданмы? Аллаһ Тәғәлә кемдәргәлер алдан күреүҙе һиҙемләй түгелме? Хәҙистәребеҙҙә булған һәм буласаҡ Ҡиәмәт билгеләре лә пәйғәмбәребеҙгә алдан күреү итеп тапшырылғанмы? Ә пәйғәмбәребеҙ бит беҙҙең һымаҡ ябай кеше затынан. Бынан башҡа йөҙҙә егерме дүрт мең пәйғәмбәр хаҡында ни тип әйтергә? «Һәләк булаһығыҙ бит иҫкәртеүҙәре» — алдан иҫкәртеү түгелме? Аңламаған кешеләр улар күрәҙәселек ҡылғандар тип әйтер. Әстәғфируллаһи. Бөгөнгө көндәге көслө аң һәләттәренә (телепатия, телекинез һәм башҡаһы) эйә булған кешеләрҙе лә енле кешеләр тип әйтергәме? Юҡ – бар суфыйҙар хаҡында насар һүҙ таратҡан кешеләр – улар сәләфит-вахабиттар. Улар суфыйҙарҙы ен урынына күрә. Суфыйсылыҡ буйынса Татарстан дини уҡыу йортарында дәрестәрҙә алып барыла. Һеҙгә был донъяла динде ныҡлап төшөнөп кемдең артынан эйәрергә тигән мөмкинселек бирелгән. Йә мәҙһәб юлы менән, йә мәҙһәбһеҙҙәр юлынан. Аллаһ Тәғәлә дөрөҫ юлды табырға ярҙам итеп иман ныҡлығы бирһен һеҙгә, юлһыҙҙар ыңғайына аҙаштырмаһын.
Һеҙгә дауам итеп Башҡортостан – әүлиәләр иле тигән китаптан инеш мәҡәләһен тәҡдим итәм. Тик бында изге шишмә, изге тау төшөнсәләренә килгәндә автор был һүҙҙәрҙе образ өсөн ҡуланғандыр бәлки. Минеңсә изге шишмә тик Мәккә ҡалаһында Зәм-Зәм һыуы. Бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ: «Һауығырға теләһәгеҙ үҙ тыуған ерегеҙҙә ҡайтып шуның һыуын эсегеҙ”, тигән. Башҡа шишмәләрҙең һыуын эсеп бәрәкәтләнеү Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәтенә ышанып һауығыуҙыр. Бар ҡеүәт тик диндә булыуҙа, игелектә һәм ризыҡта. Изге тауҙарға йөрөү: донъя күреп, фәһем алып, дин белемен тулыландырып, кешеләр менән аралашыуҙыр. Ярҙамды тик Аллаһ Тәғәләнән генә һорағыҙ.
“Әлү Ғимран” сүрәһе
73-сө аят:
“... Әйт: “Ысынлап та, рәхмәт – Аллаһ ҡулында. Ул уны теләгән бәндәһенә бирә”, – тиең. Ысынлап та, бөтә нәмә – Аллаһ ҡулында. Ул белә!”
74-се аят:
“Ул Үҙе теләгән кешеһен һайлап рәхмәтен яуҙыра. Ә Аллаһ оло рәхмәткә эйә!”
Башҡортостан – әүлиәләр иле
Тарих дауамында тирә-яғыбыҙҙағы әллә күпме ҡәүем юҡҡа сыҡҡанда ла, Раббыбыҙ бүләк иткән Уралында халҡыбыҙҙың меңәр йылдар ғүмер кисереүе һәм башҡорттоң гимны булған мәшһүр “Урал” йырында “Аямаған йәнен, түккән ҡанын – һис бирмәгән башҡорт Уралын” тип йырланыуы юҡҡа түгел. Сөнки милләттәштәребеҙ һәр ваҡыт ихлас күңелле, асыҡ йөрәкле, камил иманлы булған. Шуның өсөн дә беҙҙең гүзәл-тәбиғәтле илебеҙ, һөйөклө Башҡортостаныбыҙ борон-борондан әүлиәләр иле, изгеләр төйәге булған. Аллаһ Тәғәлә үҙенең яҡын, саф йөрәкле ҡәүемдәренә генә шулай үҙенең яратҡан ҡолдарын, йәғни әүлиәләрен күпләп бирә.
Башҡортостанда Аллаһтың яратҡан ҡолдарының элек-электән күпләп йәшәгәнлеген һәр төбәктә, һәр ауылда тиерлек булған әүлиәләр, хатта бәйғәмбәрҙәр, уларҙың ҡәберҙәре, тауҙары, таштары, шишмәләре дәлилләй.
Халҡыбыҙ араһынан сыҡҡан мәшһүр әүлиәләр – халҡыбыҙҙың яҙмышына, донъяуи ҡарашына, мәҙәниәтебеҙҙең үҫешенә ҙур йоғонто яһаған милләтебеҙ тарихының иң ҡиммәтле өлөшө ул. Атеистик совет заманы беҙҙең динебеҙҙе күпме генә онотторорға тырышмаһын, оло юғалтыуҙар кисерһәк тә, Аллаһ Тәғәләбеҙ тура юлыбыҙға кире ҡайтырға насип итте.
Әле Башҡортостан матбуғаты биттәрендә Ислам дине ҡанунын аңлатыусы мәҡәләләр, ҡайһы бер хәҙрәттәр, әүлиәләр тураһында мәғлүмәттәр, хәтирәләр донъя күрә башлауы ҡыуаныслы. Халыҡ үҙ изгеләрен белергә тейеш. Бер нисә китап та баҫылды. Ризаитдин Фәхретдинов үҙенең “Аҫар” китабында әүлиәлек һәләте булған байтаҡ башҡорт ишандары, муллалары хаҡында белешмә биргән.
Әйтергә кәрәк, беҙҙең милләттәшебеҙ, философия фәндәре докторы Илшат Насиров, Ислам динендәге суфыйсылыҡ ғилемен һәр яҡтан тәрән өйрәнеп, фәлсәфәүи яҡтан ентекле тикшереп, “Вопросы гносеологии в западной классичесской и арабо-мусульманской философии” (2000), “Основания Исламского мистицизма (генезис и эволюция)” (2009) тигән абруйлы ғилми хеҙмәттәр яҙҙы. Шулай уҡ, ул шәйех Әл-Искәндәриҙең “Книга мудростей” (“Китап әл-хикам”, 2000), йәғни хикмәттәр китабын һәм шәйех Мөхәммәт Әмин әл-Курди әл-Эрбилиҙең “Книга вечных даров” (2001) китаптарын тәржемә итеп баҫтырҙы. И. Р. Насиров Америка ғалимы Ален Франктың “Справочники-путеводители [каталоги] для поломников к могилам “святых” шейхов и мусульманская общинная география в Волго-Уральском регионе” тигән мәҡәләһен дә рус теленә тәржемә итте. Был оло эштәр Наҡшбәндиә тәриҡәтенең асылын, суфыйсылыҡ тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерҙе.
Башҡорт әүлиәләренән Зәйнулла ишан Рәсүлев хаҡында тәүгеләрҙән булып И. Насиров, Р. Насиров һәм С. Ярмуллиндың китаптары донъя күрҙе. Данлыҡлы шәйехебеҙ тураһында минең дә мәҡәләләрем һәм фольклор материалдарым баҫылды. Мөжәүир хәҙрәт менән Ғабдулла ишан тураһында Л. Яҡшыбаева әҙәби әҫәрҙәр баҫтырҙы. Шәмиғол хәлфә хаҡында иң тәүге булып С. Ярмуллиндың, артабан М. Әҙелғужиндың мәҡәләһе сыҡты.
Башҡортостанда дини теманы йылдар буйы күтәреп сыҡҡан теле- һәм радиожурналистарҙың да эше баһалап бөткөһөҙ. Был йәһәттән Әлфиә Батталова менән Салауат Хәмиҙуллиндың тапшырыуҙары оло хөрмәткә лайыҡ.
Был быуат башында халҡыбыҙ яңынан үҙ диненә ҡайтыуға боролдо, тиергә мөмкин. Әүлиәләребеҙ, күренекле дини шәхестәребеҙгә арнап, байтаҡ китаптар сығыуы, хатта Хөкүмәт кимәлендә ҡарар ҡабул ителеп, халыҡ-ара конференциялар үткәрә башлауыбыҙ ошо хаҡта һөйләй. Мәҫәлән, 2008 йылда Зәйнулла ишандың тыуыуына 175 йылға арналған “Зәйнулла Рәсүлев – атаҡлы башҡорт фекер эйәһе, философы, дин эшмәкәре һәм мосолман донъяһының танылған педагог-мәғрифәтсеһе” тигән халыҡ-ара конференция үтте. Шулай уҡ башҡорттоң күренекле дин эшмәкәре, мөфтөй һәм ғалим Ризаитдин Фәхретдиновҡа, мәшһүр мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмуллаға, Башҡортостандың дәүләтселегенә нигеҙ һалған киң билдәле ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлидигә, әүлиә Ғабдулла ишан Сәйеди, Ғатаулла ишан һ. б. арналған конференциялар ойошторолоуы – үҙе бер ҡыуаныс. “Исламдың идеалдары һәм ҡиммәте” тигән халыҡ-ара конференция (2008), “Иҙел-Урал төбәгендә Ислам цивилизацияһы” халыҡ-ара симпозиумының һәм башҡа шуның кеүек сараларҙың йыл да үтеп тороуы шатландыра.
Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһы күптән инде Әхмәтзәки Вәлиди исемен йөрөтөүе өҫтәүенә һуңғы йылдарҙа Өфөнөң Благоев урамына – Зәйнулла Рәсүлев, Фрунзе урамына – Зәки Вәлиди, Башҡорт дәүләт педагогия университетына – Мифтахетдин Аҡмулла, башҡа урамдарға ла билдәле шәхестәрҙең исемдәре бирелеүе, республикабыҙҙа күпләп мәсеттәр һалыныуы, бигерәк тә Рәсәйҙә тәүге булып Башҡортостандың Миәкә районындағы Нарыҫтау башында ерләнгән сәхәбәләр – Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең илселәре хөрмәтенә “Сәхәбә” мәсетенең сафҡа инеүе, мәҙрәсәләрҙең асылыуы, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү изге башланғыстар һәм яҡшы күрһәткес булып тора. Былар халҡыбыҙҙы үҙенең рухи хәтерен яңыртыуға, берҙәмлеккә, татыулыҡҡа, динебеҙҙе өйрәнеүгә табан этәреүсе тағы бер ҙур көс булды.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә лә суфыйсылыҡ тарихы, айырым изге шәхестәр хаҡында күп кенә китаптар донъя күрҙе. Шулай ҙа үткән быуаттарҙа Башҡортостанда таралған суфыйсылыҡ тәриҡәттәре, уларҙың тарихы, ошо осорҙа йәшәгән әүлиәләр тормошо әлегә яҡшылап өйрәнелмәгән.
Әлеге көндә һәр ауылда тиерлек әүлиәләр, муллалар, уларҙың халыҡ өсөн эштәре тураһында, изгеләр ҡәберҙәре барлығы хаҡында төрлө риүәйәттәр, мәғлүмәттәр киң таралған. Ғөмүмән, башҡорттар араһында элек-электән әүлиәләре, изге шәхестәре күп булған. Был халыҡтың үҙаңынан, рухи көсөнән, ғилемлегенән, күңел сафлығынан, тәбиғилегенән, ихласлығынан килә.
Тассауф – ул тәриҡәт хаҡындағы ғилем. Һуңғы йылдарҙа төрлө милләт ғалимдарының тәриҡәт хаҡында бихисап китаптары донъя күрҙе. Тәриҡәт һүҙе – юл, йәғни Аллаһҡа яҡынайыу юлы тигәнде аңлата. Тәриҡәт – ул Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә әйтелгәндәрҙе тормошҡа ашырыусы ғәмәл. Мосолман булған кеше тәү сиратта шәриғәтте белергә һәм уны тулыһынса үтәргә бурыслы.
Аллаһ Тәғәлә беҙгә ғилем алыуҙы фарыз ғәмәл итеп бойорған. Шуға ла беҙ тыуғандан алып үлгәнсә ғилем эстәргә тейешбеҙ. Ә ғилем юлында шәкерттең мотлаҡ остазы булырға тейеш. “Кемдең остазы юҡ, уға шайтан остаз була һәм ул мотлаҡ бөләсәк”, тигәнәйтемде ҡеүәтләп, көтөүсеһеҙ көтөү тарҡала, аҙаша, ә дөрөҫ юлдан барыу өсөн, ярҙамсы кәрәк. Мәҫәлән, дарыуханала барлыҡ дарыуҙарҙы ла белгән һәм уны кемгә нисек ҡулланырға икәнен белеүсе табип кәрәк булған кеүек, дин юлында ла әйҙәүсе, етәксе, йәғни мөршит булырға тейеш.
Билдәле ғалим Әл-Хафиз әс-Сәйед Мөхәммәт Ситдиҡ Ғомарти әйтеүенсә, шәриғәт менән тәриҡәт Аллаһтан Мөхәммәт бәйғәмбәргә (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм (артабан – с. ғ. с.) ебәрелгән. Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.), үҙ сиратында, сәхәбәләргә, йәғни үҙенең уҡыусыларына өйрәткән. Бәғзе бер ғалимдар фекеренсә, өҫтәренә күбеһенсә дөйә йөнөнән (ғәрәпсә “суф”) тегелгән кейем кейгәнгә уларҙы “суфый” тип атағандар. Икенселәре әйтеүенсә, “суфый” һүҙе “саф” тигән һүҙҙән алынған, сөнки суфыйҙар саф йөрәкле була.
Әммә эш исемдә түгел, ә есемдә тигәндәй, бәйғәмбәребеҙҙән килгән ошо юғары дини ғилем шәйехтәр тарафынан уҡыусыларынан-уҡыусыларына бирелеп килә. Шулай итеп рухи силсилә, йәғни шәжәрә дауам итә.
Суфыйсылыҡ ғилемен китаптан ғына уҡып аңлау мөмкин түгел. Уның нигеҙ ташы – шәриғәт. Шуға ла уның менән ғәмәл ҡылғанда ғына Ислам хаҡиҡәтенә ирешеү мөмкин.
“Һәр суфыйсылыҡ тәриҡәтенең башында билдәле бер шәхес, йәғни шәйех тора. Һәр шәйех хәҡиҡәткә ирешеү юлдарын үҙенсә эҙләй, уның эшмәкәрлеге кешене Аллаһ Тәғәләгә яҡынайта торған юлды, һуҡмаҡты (тәриҡәтте) билдәләүҙән, йәки дауам итеүҙән, ошо һуҡмаҡтан алып бара торған ысулдарҙы ғәмәлгә ашырыуҙан тора. Тәриҡәт башында торған шәйех, үҙ янына мөриттәр, йәғни эйәрсендәр туплап, уларға тәриҡәткә ирешеү ысулдарын өйрәтә. Тәүге төркөмдән сыҡҡан яңы шәйехтәр һуңынан үҙ төркөмдәрен барлыҡҡа килтерә – бына ошолай суфыйҙар туғанлығы үҫә һәм тирә-яҡҡа тарала. Һәр тәриҡәттең үҙенең рухи сылбыры булып, силсилә тип аталған рухи туғанлыҡ юлы төҙөлә. Силсиләләр барыһы ла Мөхәммәт бәйғәмбәргә барып тоташа.
Суфый туғанлыҡтары бер ваҡытта ла ниндәйҙер айырымланған секта рәүешендә булмаған, ХI быуатта, суфыйҙарҙың күренекле остазы Әбү Хәмит Мөхәммәт ибн Мөхәммәт әл-Ғазали (1058—1111) заманында суфыйсылыҡ мосолман донъяһында киң таралып китә. Ә ХIII быуатта ғәрәп хәлифәте тарҡалғас, суфый туғанлыҡтары донъяла Ислам берлеген һаҡлап алып ҡалыусы берҙән-бер көс була. Урта Азияла, Кавказда, Иҙел буйында, Уралда Ислам динен таратыусы тәүге миссионерҙарҙың да шул уҡ суфыйҙар булыуын оноторға ярамай”.
Мәшһүр әүлиә Әхмәт Йәсәүи (1093—1166) мөриттәре тарафынан Ислам дине Төркөстанда, Иҙел буйында, барлыҡ көньяҡ-көнсығыш Азия илдәренә (Индонезия, Малайзия, Таиланд, Бангладеш һ.б.) тарала. Шулай итеп, Ислам диненең Ер йөҙөндә киң таралыуы күбеһенсә тәриҡәттәр ярҙамында, йәғни унда торған мөриттәр, әүлиәләр тарафынан башҡарыла.
Кем һуң ул әүлиә, ниндәй кеше? Әүлиә ғәрәпсә “вәли” – изге, тигән һүҙҙән алынған. Әүлиәләр – Аллаһтың дуҫтары, улар хаҡында Ҡөрьәндә лә әйтелгән. Мәҫәлән, “Әл-Бәҡараһ” сүрәһенең 257-cе аятында: “Аллаһ – иман килтергән кешеләрҙең дуҫы: Ул уларҙы ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығара…” – тиелһә, ә иһә “Фуссыиләт” сүрәһенең 30-32 аяттарында: “Ысынлап та, “Беҙҙең Раббыбыҙ – Аллаһ”, – тип, шунан һуң тоғро булған кешеләргә фәрештәләр төшөр. Ҡурҡмағыҙ, ҡайғырмағыҙ, һеҙгә вәғәҙә ҡылынған ожмахҡа ҡыуанығыҙ! Донъялыҡта ла, әхирәттә лә Беҙ һеҙгә – дуҫ! Унда һеҙгә – йәнегеҙ теләгән нәмә, ни һораһағыҙ – шул бар”, – тип, шулай уҡ “Юныс” сүрәһенең 62-64-cе аяттарында: “Эйе, Алланың дуҫтарына хәүеф тә юҡ, улар көйөнмәҫтәр ҙә. Иман килтергән һәм тәҡүәле булған кешеләр, – уларға был донъяла һәм әхирәттә – һөйөнөслө һүҙ. Алланың һүҙе үҙгәрмәҫ. Был – оло уңыш!” – тип әйтелгән.
Бәйғәмбәрҙәрҙән ҡала Ер йөҙөндә иң бөйөк заттар – әүлиәләр икәне барыһына ла мәғлүм, был хаҡта бик күп дини китаптарҙа яҙылған. Әүлиә – Ислам нигеҙен, шәриғәт ҡанундарын, Тассауф ғилемен яҡшы белгән, бар ғүмерен дини белем алыуға бағышлаған һәм Аллаһ ҡушҡанын теүәл-үтәп барған изге күңелле, иманлы салих-инсан була. Ул һәр ваҡыт зекер ҡылып, йөрәген сафландырып, үҙен әхирәткә әҙерләй, юғары динлелек менән йәшәп, бер көн Аллаһ Тәғәләнең яратҡан ҡолона әүерелә.
Әүлиәләр – Исламдың батыни, йәғни эске, тәрән ғилемен аңлаған һәм уға етешкән кешеләр. Аллаһ Тәғәләбеҙҙең ризалығы өсөн, уға яҡынайыуға өлгәшеү өсөн, тәү сиратта бары тик ихлас ниәт булырға тейеш. Ә былар бары тик ысын әҙәп менән йәшәгәндә генә мөмкин: нәфсеһен еңеп, гонаһтары өсөн тәүбәләр ҡылып, Аллаһ тыуҙырған донъяны яратып, күп изгелектәр ҡылып, Аллаһты һәр ваҡыт иҫтә тотоп, кешеләр менән матур мөнәсәбәттә булып, юғары әхлаҡи сифаттарға эйә булғанда ғына бойомға аша. Былар Аллаһҡа яҡынайыу юлы. Кеше үҙенең холҡон яҡшы яҡҡа үҙгәртергә, нәфсеһен тыйырға тейешлеге хаҡында бик күп аяттар һәм хәҙистәр бар. “Әш-Шәмс” сүрәһенең 9-сы аятында: “Кем үҙенең нәфсеһен таҙартҡан – шул бәхетле”, – тиелә.
Ислам – ер йөҙөндәге иң бөйөк ғилем. Уны аңлау мөмкинлеген Аллаһ үҙе яҡшылыҡ теләгән кешеләргә генә бирә. Халҡыбыҙ араһында ябай мосолман ғына түгел, ә Аллаһтың дуҫы кимәленә ирешкән изге, оло иманлы шәхестәребеҙҙең күп булыуы шатландыра. Былар барыһы ла – Аллаһтың беҙгә биргән ниғмәте, бәрәкәте, бүләге, иғтибары.
Башҡорттарға беренсе сәхәбәләр бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с. ғ. с.) үҙе тере сағында, атап әйткәндә, 630 йылда уҡ килә.Башҡорттар араһында VIII быуатта уҡ мосолмандар булыуын ғалимдар ҙа дәлилләй. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ янындағы Левашовка ауылы янында археологик ҡаҙыныу эштәрен алып барғанда,шул осорҙа уҡ мосолманса ерләнгән ҡәберҙәрҙе асалар . Ғәрәп сәйәхәтсеһе Әхмәт ибн-Фаҙлан да 922 йылда башҡорт ерҙәре аша үткәндә, башҡорттар араһында ул заманда уҡ мосолмандар барлығын билдәләй.
Халҡыбыҙ араһынан сыҡҡан атаҡлы әүлиәләр Ғабдулла ишан менән Йәғәфәр ишандың Мөхәммәт (с.ғ.с.) бәйғәмбәрҙең нәҫеленән булыуы билдәле. Ғабдулланың Сәйедиҙең улы, шулай уҡ әүлиә һәләттәренә эйә булған Әнүәр олатай үҙенең балаларына был хаҡта әйтеп ҡалдырған була. Шул уҡ хәбәрҙе әүлиәнең нәҫеленә 2011 йылда Баймаҡ районының Муллаҡай ауылына Ғабдулла ишандың ҡәберен зыярат ҡылырға махсус Үзбәкстандан килгән Хашим әүлиәнең улы Зәйнулла-хан әүлиә лә әйтә: “Атайым миңә аманат итеп, ҡасан да булһа һеҙгә килеп, ошоно әйтергә ҡушып ҡалдырғайны: Һеҙ – Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм нәҫеленән”, – тигән аманат килтергән.
Милләттәштәребеҙ шул замандарҙан алып динебеҙгә тоғро булып ҡала килә. Барлыҡ күтәрелештәрҙең дә сәбәбе тәү сиратта дин, ер һәм тел өсөн булған. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, беҙҙең мәшһүр батырыбыҙ Салауат Юлай улы ла мәҙрәсә тамамлаған, динде яҡшы белгән, иманлы кеше булған. Салауат районы ҡарттары хатта уны Ҡөрьән-хафиз булған, тиҙәр. Аллаһ Тәғәлә тарафынан үҙенә ниндәй яҙмыш тәғәйенләнгәнен ул бала сағында уҡ төшөндә күрә. Салауат батырҙың иманының юғарылығы әүлиә кимәлендә булыуы шиғырҙарында ла күренә. Мәҫәлән, “Уралым” шиғырында ул былай ти:
“…Сәскәләр менән һандуғас
Тәңрегә тәсбих әйтәләр”.
“Яу” шиғырында ла ул үҙенең Аллаһ Тәғәлә юлында дин һәм ер өсөн һуғышыуын аңлата:
“…Аҡландағы йылға ситендә
Ултырып тәсбих әйтеп Аллаға,
Изге яуға тағы барам мин,
Азатлыҡ һәм шөһрәт табам мин”.
Милләттәштәребеҙ хатта үлем ҡурҡынысы янағанда ла иманын һатмаған, диненә тоғро булып ҡалған. Мәҫәлән, үҙ диненә тоғролоғо өсөн 1739 йылда тереләй утта яндырылған Киҫекбикә исемле аҫыл инәй һәм Туйгилде исемле ғәйәр ир тураһында архив документтары һаҡланған
Башҡортостан ХIХ быуатта дини үҙәк булараҡ таныла. Башҡорт ерендәге мәсет-мәҙрәсәләр, Ислам буйынса белгестәр, ғилемле инсандар күп булыуы Урта Азия, Кавказ мосолмандарын үҙенә йәлеп итә. Бында һәр яҡтан уҡырға килеүселәр һаны арта. Шуға, Өфө – суфыйҙарҙың баш ҡалаһы, тип тә әйтәләр.
Совет осоро, халҡыбыҙҙың быуаттар буйы тупланған тәрән дини ғилемде, рухи байлыҡты, күп изгеләренең исемдәрен хаҡһыҙ рәүештә юғалттырҙы. Ә уларҙың күбеһе ошо китапта бирелгән Зәйнулла ишан, Ғатаулла ишан, Ғабдулла ишан, Йәғәфәр ишан, Ғиләжетдин ишан, Ғабдрахман ишан Рәсүлев, Әхмәтбаҡый хәҙрәт, Мөжәүир хәҙрәт, Шәмиғол хәлфә кеүек булған бит. Шулай ҙа халыҡ хәтере бөтөнләй юйылмаған, улар хаҡында ауылдаштары әле лә хәтерләй. Башҡортостан һәм күрше өлкәләрҙән яҙып алған материалдарҙан күренеүенсә, төрлө быуаттарҙа йәшәгән йөҙ һикһәндән ашыу әүлиәбеҙ булған икән. Әммә, ысынбарлыҡта уларҙың һаны байтаҡҡа күберәк. Ҡайһы бер фараздар буйынса, башҡорттарҙың 7777 әүлиәһе булған икән, тип тә әйтәләр. Уларҙың араһында ирҙәр генә түгел, изге ҡатын-ҡыҙҙар ҙа етерлек: боронғоларҙан Шишмә районының Ҡара Яҡуп ауылы янында ерләнгән Һөйәрбикә инәй, Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылы янында ерләнгән Бәндәбикә инәй, һуңғараҡ йәшәгәндәрҙән Мәсетле районының Абдулла ауылынан Сабира инәй, Ҡыйғы районының Аҫылғужа ауылынан Фатима инәй, Асҡын районының Ҡушкилде ауылынан Өммөрәхил инәй һ.б.
Әлбиттә, әүлиәләр үҙҙәре иҫән саҡта “мин әүлиә”, тип ҡысҡырып әйтеп йөрөмәгән. Әммә, “Халыҡ әйтһә – хаҡ әйтә”. “Үҙеңдән башҡаны әүлиә, тип бел”, – тигән мәҡәләгә ярашлы, халҡыбыҙ яҡшы, изге күңелле кешеләрҙе лә әүлиә һанаған, ҡайһы берен диуана ла, тигәндәр, мәҫәлән: Учалынан Уау (Вәхит) диуана, Борайҙан Ҡыҙыл диуана, Салауат районынан Хәйерзаман диуана, Асҡын районы Көнгәк ауылынан Фәхреш диуана һ.б. Сөнки, гел зекер әйтеп, “Аллаһү” тип һеүелдәп, үҙ алдарына һөйләнеп йөрөгәнгә, уларҙы шулай тигәндәр.
Аллаһ Тәғәлә үҙенә ныҡ инанған, Ислам дине ҡанундарын тулыһынса үтәп барған, иманлы мосолманының, яратҡан ҡолоноң һәләттәрен аса. Ислам дине нигеҙҙәрен белмәгән кешегә улар күрһәткән кираматтар – “ниндәйҙер аңлайышһыҙ ваҡиға, мөғжизә”, һымаҡ күренә. Ысынбарлыҡта кешенең тәбиғәтенә бик күп мөмкинлектәр һалынған. Әүлиәләр тәү сиратта үҙҙәренең нурлы йөҙҙәре, гүзәл холҡо, камил әҙәп-әхлағы менән халыҡты тартып тора. Улар милләттәштәре, бөтә донъя, кешелек киләсәге өсөн гел доғала булған: Аллаһтан Әҙәм балаларының гонаһтарын ғәфү итеүҙе һорап һәм иман, бәрәкәт, илдәр именлеген теләп, дини ғилем таратып йәшәгән.
Аллаһ халыҡҡа Үҙенең барлығын һәм Берлеген танытыр өсөн, иман юлына саҡырып, әүлиәләргә ҡөҙрәт биреп, улар аша халыҡты иҫкәртә. Улар төш юраған, ҡайҙа хазина күмелгәнен белгән, киләсәктәге хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалап әҙәмдәрҙе алдан иҫкәрткән, ауырыуҙарҙы өшкөрөп дауалаған. Изгеләр милләттәштәребеҙҙе Исламға саҡырып, телде һаҡлау, халыҡты берләштереү, дәғүәт эшен алып барған.
Халыҡ һөйләүе буйынса, әүлиәләр вафатынан һуң да уларҙың көсө, ярҙамы дауам итә, ҡай бер изгеләр кешеләрҙең төштәренә кереп, ул-был хәл-хаҡында әшкәртә. Әүлиәләрҙең үҙҙәренә генә түгел, уларҙың ҡулланған әйберҙәренә лә (тиҫбеһе, намаҙлығы, ситеге, түбәтәйе, сәлләһе, таяғы, сапаны) тылсымлы тип, халыҡ оло ихтирам менән ҡараған, һаҡлаған. Ошолар хаҡында мәғлүмәттәр әле булһа ла осрай.
Ҡайһы бер ауылдарҙа бер нисә әүлиә булыуы ла билдәле. Салауат районының Мөсәт ауылында, мәҫәлән, Мөхөтдин әүлиә, Хәйерзаман диуана, Ғайса суфый булған. Борай районы Иҫке Таҙ ауылынан Бәҙретдин, Ноғман хәҙрәттәр, Абзай ауылынан Шомарт, Йәғәфәр хәҙрәттәр әүлиә булған.
Халҡыбыҙ араһында ишан дәрәжәһенә еткән кешеләрҙең күп булыуы, хатта шәйех-кирамдарҙың да булыуы хайран ҡалырлыҡ. Шулай уҡ, ҡарыйҙар (Ҡөрьәнде төрлө ысул менән уҡый белгән кешеләр), Ҡөрьән-хафиздар ҙа (йәғни, Ҡөрьәнде яттан белгәндәр) булған. Мәҫәлән, Дыуан районының Мәрйәмғол ауылында Яҡуп исемле суфый Ҡөрьән-хафиз булған (сәсәк ауырыуынан 6 йәштән һуҡыр булыуына ҡарамаҫтан). Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Ҡорман ауылынан Нурғәли Һаҙыев та ҡарый, Ҡөрьән-хафиз булған (ул да 3 йәшендә сәсәк ауырыуынан күҙе насарайып, 17 йәшендә һуҡыр ҡалған. Уны йәш сағында байҙар, ярҙам итеп, Зәйнулла ишан мәҙрәсәһендә уҡытҡандар).
Әүлиәләребеҙ, ғөмүмән, дини кешеләрҙең күплеге, үрҙә әйтелгәнсә, халҡыбыҙҙың элек ни тиклем диндар, ғилемгә, дингә ынтылыусан булыуы хаҡында һөйләй. Әммә, үкенескә күрә, изгеләребеҙҙең исемдәре лә, ҡәберҙәре ҡайҙа икәнлеге лә онотолоп бара. Үткәнебеҙгә, изгеләргә ғәфү итмәҫлек битарафлыҡ дауам итһә, әле йәшәгән һәм хәтерендә тарих һаҡлаған өлкән кешеләребеҙ мәрхүм булһа, ҡайһы ауылда нимә, кем булғаны ла аҡрынлап онотолоп бөтөрмө икән?
ХХI быуатҡа тиклем, 80 йыллап рухи көрсөктә йәшәгән халҡыбыҙ, һуңғы йылдарҙа рухи ҡиммәттәрҙе яңынан баһалап, ата-бабаларыбыҙҙың йолаларын тергеҙеүгә, дингә, иманға ҡайтыуға ынтылыш яһай.
Үткән быуатта сыҡҡан ғилми китаптарға күҙ һалһаҡ, шул асыҡ күренә, совет заманында атеистик рухта тәрбиәләнгән, дарвинизм тенденцияһы яҡлы ғалимдарыбыҙ дингә ҡаршы сығыш яһай, теге донъя барлығына шикләнә, ышанмай.
Бөгөнгө фән үҫешеп, төрлө өлкәләрҙә эшләгән ғалимдар матди булмаған донъя күренештәрен тикшереп, үҙ хеҙмәттәрендә параллель донъя заттары барлығын инҡар итмәй, киреһенсә, дәлилләп, яҙа башланы.
Һәр башҡорт ауылында тиерлек «Әүлиә ҡәбере”, “Әүлиә тауы”, “Әүлиә шишмәһе” бар, тигән ҡыҫҡа ғына мәғлүмәттәрҙе әллә күпме ишетергә тура килә. Күп осраҡта теге йәки был әүлиәнең дә исеме, әүлиә тауҙары һәм шишмәләренең дә ҡайһы әүлиә менән бәйле икәнлеге онотолған, йәки улар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте табыуы ҡыйын. Оҙаҡ эҙләнергә, хатта сит илдәрҙән мәғлүмәт йыйырға тура килә. Халыҡтың хәтере тәрән, тырышһаң, барыбер нимәлер табып була. Мәҫәлән, Миәкә районының Илсеғол ауылы янындағы Нарыҫтауҙа сәхәбәләр Зәйет улы Зөбәйер менән уның улы Абдрахман ерләнгәне, ниһайәт, асыҡланды.
Шулай уҡ Дәүләкән районындағы – Һанайһары тауында, Әлшәй районының Иҙрис ауылында әүлиә ҡәберҙәре бар. Борай районының Кәшкәләү ауылында, шулай уҡ әүлиә ҡәбере бар. Һамар өлкәһе Оло Чернигов районының Диңгеҙбай ауылында ишан зыяраты, Бөрйән ауылында, Һарытау өлкәһе Перелюб районының Ҡунаҡбай ауылында ла әүлиәләр ҡәберҙәре барлығын бәйән иттеләр.
Халҡыбыҙ араһында борон да изгеләрҙе ололау, әүлиәләрҙең ҡәберҙәрен зыярат ҡылыу, шифалы шишмәләргә йөрөү булған (ғәҙәттә, уларҙы “Әүлиә шишмәһе” тип атайҙар), һуңғы осорҙа был йола яңынан әүҙемләште.
Башҡортостандағы изге шишмәләр һәм дин хаҡында ғилми мәҡәләләр ҙә донъя күрә башланы. Миҫалға Ю.А. Әбсәләмова, З.И. Миңлебаева кеүек ғалимәләрҙең мәҡәләһен килтерергә мөмкин.
Һәр кеше был донъяға Аллаһ Тәғәлә алдындағы тәғәйенләнеше, бурысы менән тыуа, нимәлер башҡарырға тейеш. Ул тәү сиратта Аллаһ Тәғәләгә, ата-әсәһенә, туғандарына һәм тыуған иленә хеҙмәт итергә бурыслы. Башҡортостан илендә әүлиәләрҙең күплеге уйға һала. Аллаһ Тәғәлә беҙгә шундай хозурлы ожмахтай ер – Урал тауын, милләтебеҙгә үҙенсәлекле яҙмыш биреүендә лә ниндәйҙер ишара, хикмәт ята булһа кәрәк. Раббыбыҙ: “Мин Үҙемә инанмаған халыҡтарҙы юҡҡа сығарырмын”, тигән бит. Тарихтан билдәле булыуынса, бик күп милләттәр ер йөҙөнән юҡ ителгән.
Беҙҙең халҡыбыҙҙың борондан тарихи үҙ ерлегендә ҡалҡандай йәшәүе, хәҙер килеп яңынан иманға ҡайтыуы, тел һәм диндең мөһим кимәлгә күтәреүгә һалынған тырышлыҡтар шатлыҡлы. Беҙҙең гүзәл илебеҙҙә әүлиәләр күп булған икән – был халҡыбыҙҙың рухи яҡтан юғары кимәлдә, ихлас иманлы булыуы хаҡында һөйләй.
Башҡортостандағы суфыйсылыҡ, әүлиәләр тарихы мәҙәниәтебеҙҙең ҡиммәтле, айырым ҙур бер өлөшө булып тора һәм киләсәктә яңы ғилми концепциялар нигеҙендә, заман асыштарын иҫәпкә алып, ентекле өйрәнеүҙе талап итә.
Аллаһ Тәғәлә халҡыбыҙҙы тура юлынан, иманынан айырмаһын!
Фәнирә Ғайсина,
РФ һәм РБ Журналистар союзы ағзаһы, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре
Фәхретдинов Р. Аҫар. Беренсе китап /Инеш һүҙ авторы Ғ.Б. Хөсәйенов, яуаплы мөхәррире М.Х. Нәҙерғолов.– Өфө: Ғилем, 2006. – 176 б.
Насыров И.Р. Вопросы гносеологии в западной классичесской и арабо-мусульманской философии. – Уфа: РИО РУНМЦ Госкомнауки, 2000. – 198 c.
Башҡорт әүлиәләренән Зәйнулла ишан Рәсүлев хаҡында тәүгеләрҙән булып И. Насиров Р. Насиров һәм С. Ярмуллиндың китаптары донъя күрҙе. Данлыҡлы шәйехебеҙ тураһында минең дә мәҡәләләрем һәм фольклор материалдарым баҫылды. Мөжәүир хәҙрәт менән Ғабдулла ишан тураһында Л. Яҡшыбаева әҙәби әҫәрҙәр баҫтырҙы. Шәмиғол хәлфә хаҡында иң тәүге бу-
Насыров И.Р. Основания исламского мистицизма (генезис и эволюция). – М.: Языки славянских культур, 2009. – 552 с.
Книга мудростей (Китап әл-хикам) /Пер. с арабск.яз. И.Р.Насырова . – Уфа: РИО РУНМЦ Госкомнауки, 2000. – 290 с.
Рухи үҫеш һуҡмаҡтары // Киске Өфө. – 2008. – № 22. – 31-6 июнь. (И. Насиров әңгәмәһенән).
15Ҡөрьән Кәрим. Өфө: Китап, 1992. 960 б.
Книга вечных даров: (О достоинствах и похвальных качествах суфийского братства Накшбандиа). – Уфа: Национальный музей РБ. Пер.с араб. Под ред. и коммент. и примечаниями И.Р. Насырова. 2001. – 382 с.
Франк А. Справочники-путеводители [каталоги] для поломников к могилам “святых” шейхов и мусульманская общинная география в Волго-Уральском регионе / Пер. И.Р. Насырова // Ватандаш. 2000. – № 7. – С. 110-119.
Шейх Зейнулла Расули (Расулев) Ан-Накшбанди. Избранные труды / Пер. с араб. под редакцией, с комментариями и примечаниями И.Р. Насырова. – Уфа, 2001. – 152 с.; Божественные истины / Пер. с араб. И.Р. Насырова. – Уфа, 2008. – 240 с.
Насыров Р.Х. Шейх Зейнулла Расулев. – Уфа: Китап, 2008.
Ярмуллин С. Ахыр заман – аяҡ аҫтында. – Өфө: Китап, 2004. – 336 б.
Ғайсина Ф.Ф. Башҡорттоң бөйөк шәйехе (Ғалим, әүлиә, дин әһеле Зәйнулла
Рәсүлевтың тыуыуына – 175 йыл) // Йәшлек”, 2008, 15 март; Башҡорт халҡының рухи хакимы // Аманат. – 2008. – № 5. – Б. 22; Башҡорттарҙың дини легендалары һәм риүәйәттәренә ҡарата // Исламская цивилизация в Волго-Уральском регионе: Сборник материалов IV Международного симпозиума / отв. Ред. Р.Ф. Талипов. – Уфа: РИЦ БашГУ, 2010. – С. 32-34.
Яҡшыбаева Л. Мөжәүир хәҙрәт. Бәйән. – 2007. – 162 б.; Ғабдулла Сәйеди. – Өфө, 2011. – 228 б.
Ярмуллин С. Шәмиғол хәлфә //Башҡортостан. – 1999 – октябрь.
Әҙелғужин М. Изгелеге менән ул халыҡ хәтерендә // Башҡорт. – 2000. – 3 март.
Ҡөрьән Кәрим. Шунда уҡ, 335-cе б.
Путешествие Ахмеда ибн-Фадлана на Волгу // На стыке континентов и цивилизаций (из опыта образования и распада империй Х-ХVI). — М.: Инсан, 1996. — С. 28.
Абсалямова Ю. Обряд «аят укытыу» у башкир // История и культура народов Евразии / Международная научно-практическая конференция. – Уфа, 2010. – С. 24-27; Обряды поминального цикла как форма проявления народного ислама у башкир // Исламская цивилизация в Волго-Уральском регионе. Материалы IV Международного симпозиума. –Уфа, 2010. – С. 7-9, Вода и святые источники в системе традиционных религиозных представлений башкир // Этногенез. История. Культура: I Юсуповские чтения. Материалы Международной научной конференции, посвященной памяти Рината Мухаметовича Юсупова.г.Уфа, 17-19 ноября 2011 г. – Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2011. – С.26-29.
Минибаева З.И. О посохе мусульманских святых у башкир // Материальная культура башкир и народов Поволжья: Сборник материалов. Межрегион. научн. — практ.конф. 24 октября 2008 г. Уфа, 2008. – С. 144-148.