Шәйех Нәҙим

                                     Шәйех Мөхәммәт Нәҙим Әл-Хаҡҡани Әл-Кипруси
   Шәйех Мөхәммәд Нәҙим әл-Хаҡҡани Кипрҙа, Ларнакала, 1922 йылдың 23 апрелендә, шәмбе көн тыуған (мосолман календары буйынса 1340 йыл шәғбән айының 26-һы). Атаһының нәҫел тамырҙары Ҡәҙриә тәриҡәтен ойоштороусы шәйех Абдул Ҡадир Джиланиға барып тоташа, әсәһе яғынан — Мәүләүиә тәриҡәтенә нигеҙ һалыусы шәйех Джалалетдин Румиға. Шулай итеп, ул атаһы яғынан Мөхәммәд (с.ғ.с.) һәм Оттоман империяһы солтандары нәҫеленә ҡарай.
   Кипрҙа үткән бала сағында шәйех Нәҙим олатаһы, Ҡәҙриә тәриҡәте шәйехе менән йыш аралашҡан. Олатаһы уны дини вазифаларға өйрәтә. Малай бәләкәйҙән үк иҫ киткес сифаттар — түҙемлек, киң күңеллек, дини тәғлимәткә ҡыҙыҡһыныу күрһәткән, ҡалала һәр кемгә кәңәш бирерҙәй һәм уның киләсәген әйтерҙәй аҡыллы кеше булып танылған. Биш йәштән ул йыш ҡына өйҙән китеп юғалып торған. Әсәһе уны мәсеттән йәки Мөхәммәд (с.ғ.с.) сәхәбәһе ҡәберенән барып табыр булған. Өйгә ҡайтырға өгөтләүҙәргә малай: «Мин бында, Өммө-Хирам янында, ҡалам ул — беҙҙең өләсәйебеҙ», — тигән. Ҡайһы берҙә малайҙың тере кеше менән һөйләшкән кеүек Өммө Хирам менән һөйләшеүен күрәләр, уны туҡтатырға теләүселәргә: «Ҡамасауламағыҙ, мин ошо ҡәберҙә ятҡан ҡарт өләсәйем менән хәбәрләшәм», — тип яуаплаған.

   Шул уҡ ваҡытта шәйех Нәҙим донъяуи фәндәрҙе лә ситкә ҡуймаған. Көндөҙ мәктәптә уҡыған, ә кисен һәм төндәрен дини белем алған. Ҡәҙриә һәм Мәүләүиә тәриҡәттәре вазифаларын, Шәриғәтте, ислам ҡанундарын, хәҙистәрҙе, Ҡөрьән тәфсирен өйрәнгән, кесе йомала һәм йомала Ҡәҙриә һәм Мәүләүиә тәриҡәттәре үҙәктәренә йөрөгән. Өлкән кластарҙа теләһә ниндәй кимәлдәге дини темаға бәхәс алып барыуға һәләтле булған.
   1940 йылда Кипрҙа мәктәпте тамамлағас, шәйех Нәҙим Истанбулға юллана, бындағы университетта уның ике ағаһы һәм апаһы уҡыған була. Ул химия факультетына уҡырға инә һәм тиҙҙән бик һәләтле студент булып таныла. Бер үк ваҡытта Шәриғәт өлкәһендә белемен тәрәнәйтә, уҡытыусыһы шәйех Йәмәлетдин әл-Ласуни етәкселегендә ғәрәп телен өйрәнә. Университетты тик «яҡшы»ға тамамлай һәм профессорҙар уға артабан фән менән шөғөлләнергә тәҡдим итә. «Мин заман фәндәре менән ҡыҙыҡһынмайым. Минең күңелем дини белемгә ынтыла», — тип яуаплай ул.
   Университеттың беренсе курсында уҡыған сағында шәйех Нәҙим беренсе остазын — шәйех Сөләймән Арзурумиҙы (Наҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе, 1948 йылда вафат) осрата. Уның менән осрашҡандан һуң шәйех Нәҙим көндәлек ике тәриҡәт вазифаларын өйрәнеүҙән тыш, өсөнсөһөнә — Наҡшбәндиәнекенә тотона.
   Истанбулда шәйех Нәҙимдең яратҡан мәсете ҡалалағы иң боронғо һәм матурҙарҙың береһе — Солтан Әхмәт була. Унда йыш ҡына төндәр буйы ултыра.
   Һөйләүенсә, ошо мәсеттә ул ғәйәт тәрән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә. Йыш ҡына ике остазы — шәйех Йәмәлетдин әл-Ласуни һәм шәйех Сөләймән Арзуруми менән бергә ғибәҙәт ҡыла.
   "Улар мине дини фәндәргә өйрәтте, йөрәгемә рухи осҡон һалды. Ошо ваҡытта изге Дамаск ҡалаһы менән бәйле күп нәмә күҙ алдыма килде, әммә шәйехемдән унда барырға рөхсәт алмағайным. Медитация ваҡытында күп тапҡыр мине үҙенә саҡырған Мөхәммәд (с.ғ.с.)де күрҙем. Шул ваҡытта йөрәгем, бөтәһен дә ташлап, Пәйғәмбәрҙең изге ҡалаһына китергә теләне. Бер саҡ, ныҡлы кисерештәргә бирелгән мәлдә, шәйех Сөләймән пәйҙә булды. Ул, яуырыныма ҡулын һалып, миңә рөхсәт килеүе, әҙерлегем буйынса оло шәйех Абдуллаһ әл-Дағстани менән осрашыу мөмкин булыуы хаҡында хәбәр итте. «Йөрәгең асҡысы уның ҡулында, — тине ул, — Сирияға, уға юллан. Рөхсәт минән һәм Пәйғәмбәребеҙҙән бирелә». (Шәйех Сөләймән Арзуруми Наҡшбәндиә тәриҡәтендәге 313 әүлиәнең береһе). Ошо хәбәр хаҡында әйтергә үҙемдең шәйехемде эҙләп киттем.
   Уны ике сәғәттән мәсет эргәһендә тапҡас, йүгереп эргәһенә барҙым. Ул мине ҡосағына алып: «Улым, күргәнең менән ҡәнәғәтһеңме?» — тип һораны. Мин уның бөтәһен дә белеүен төшөндөм. «Оҙаҡлама. Аяҡтарыңды Сирияға йүнәлт», тине ул миңә. Ул миңә адрес та, башҡа бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәне, бары тик шәйех Абдуллаһ әл-Дағстани исемен генә атаны.
   Мин поезд менән Истанбулдан Алеппоға килдем, унда ҡала мәсеттәре буйлап бер аҙ йөрөнөм, ғибәҙәт ҡылдым, башҡа белем көҫәүселәр менән медитация яһаным. Һуңғараҡ Алеппо кеүек үк боронғо ҡала, Хамафҡа, киттем. Минең Сирия буйлап сәйәхәт ҡылыу теләгем көслө ине, әммә быны эшләү ҡыйынлашты: илде баҫып алған француздар Англияға ҡаршы һуғышҡа әҙерләнә, шунлыҡтан әлегә Хомсалағы Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) көрәштәше шәйех Хәлид ибн Вәлид кәшәнәһенә барырға булдым. Зыяраттан һуң мәсеткә ғибәҙәт ҡылырға индем. Унда бер хеҙмәтсе миңә яҡын килеп: «Бөгөн төшөмдә Мөхәммәд пәйғәмбәр (с.ғ.с.) күренде, уның бөйөк улдарының береһе ҡаршыма киләсәген әйтте һәм уны хәстәрләргә ҡушты. Ул миңә Һеҙҙе күрһәтте», — тине. Мин ҙур тулҡынланыу менән уның саҡырыуын ҡабул иттем. Ул мине бер бүлмәгә урынлаштырҙы. Бында мин бер йыл йәшәнем, унан тик ғибәҙәт ҡылырға һәм Хомса мөриттәренең тәджбит, тәфсир һәм фикх, хәҙистәр өйрәнеү мәжлестәренә генә сыҡтым. Дәрестәрҙе шәйех Мөхәммәд Әли Үйүн әс-Суд һәм шәйех Әбдел Ғәзиз Үйүн әс-Садх (ҡала мөфтөйө) алып барҙы. Бынан тыш, мин тағы ла Наҡшбәндиә тәриҡәтенең ике шәйехе Әбдел Йәлил Морат һәм Сәйед әс-Сүмәиҙең дини тәжрибәһен өйрәндем, әммә йөрәгем Сирияға ашҡыныуҙан туҡтаманы. Һуғыш һаман да тынманы. Миндә Триполи ҡалаһына (Ливия) барыу теләге тыуҙы, унан Бейрутҡа, ә Бейруттан хәүефһеҙ юл менән Сирияға етеү мөмкинлеге бар".
   1944 йылда шәйех Нәҙим автобус менән Триполиға килә. Ҡала пристанендә, таныш булмаған ерҙә, ҡайҙа барырға белмәй торғанда, ҡаршы яҡ урамдан уға табан килеүсе кешене шәйләп ҡала. Ул — Триполи мөфтөйө, ҡаланың бөтөн суфыйҙар тәриҡәттәре шәйехе Мөнир әл-Малик була. 
   - Һеҙ шәйех Нәҙимме? — тип һорай мөфтөй, — мин төш күрҙем, унда Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) миңә Һеҙҙе күрһәтте һәм Һеҙҙең тап ошо ергә килерегеҙҙе алдан хәбәр итте. Ул Һеҙгә ярҙамлашырға бойорҙо.
   - Мин шәйех Мөнир әл-Малик янында бер ай булдым, һуңынан ул мине Хомс аша Дамаск ҡалаһына оҙатты, — тип артабан һөйләй шәйех Нәҙим, — Дамаскка 1945 йылда килдем, йома ине, һижри календары буйынса йыл башы. Шәйех Абдуллаһ әл-Дағстаниҙың, Билал әл-Хабаши һәм Пәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) бик күп нәҫеле ерләнгән ерҙән алыҫ булмаған урында, Хәй әл-Майҙан урамында, боронғо ҡомартҡылар менән тулы тарихи биҫтәлә йәшәүен белмәй инем. Йорто ла миңә мәғлүм түгел, әммә ошо урамға яҡынлашҡас, алдымда шәйех һыны пәйҙә булды һәм мине йортҡа инергә саҡырҙы. Кешеләр, өҫтән бомба төшөүҙән ҡурҡып, өйҙәрендә ҡасып ятҡанға, урам буш. Шәйех йортон күрһәтерҙәй кеше булманы, уны табырға бик ныҡ кәрәк ине. Шул саҡ икенсе һын пәйҙә булды һәм алдымда серле ишекле йортто күрҙем. Ишеккә яҡынлашыуым булды, асылып та китте, тупһала шәйех күренде. «Хуш киләһең, улым, Нәҙим әфәнде», — тине ул. Уның тышҡы ҡиәфәте мине аптыратты: йөҙө нурҙан балҡый, ә йылмайған саҡта йөрәк йылыһы бөркөлә. Бындай кешене мин элек бер ҡасан да күргәнем булманы. Ул йортҡа саҡырҙы һәм мине бында көтөүҙәрен әйтте. Бәхеттән түбәм күккә тейҙе, әммә Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) изге ҡалаһын һағыныу тойғоһо кәмемәне. Миңә ни эшләргә кәрәклекте шәйех Абдуллаһтан һораным, ул бөгөнгә ял итергә ҡушты.
   Иртә таң менән шәйех Тәһәжжүдкә (төнгө намаҙ) уятты. Ғибәҙәт ҡылғанда үҙемдә бығаса тойолмаған көс һиҙҙем. Йөрәгемде Аллаһу Тәғәлә яҡтыртты, үҙемде шәйехкә ныҡ яҡын тойҙом. Тағы ла алдымда кәүҙәләнеш күрҙем. Арҡандан яһалған баҫҡыс буйлап ғибәҙәт ҡылған Бәйт әл- Мамурҙан күктәге Ҡәғбәгә табан күтәреләм икән, тип хис иттем. Һәр аҙымым рухи баҫҡыс булып, шәйех биргән, бығаса мин ишетмәгән белем менән нығытылды. Һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр сәйер рәүештә ойошоп мәғлүмәткә әйләнде, һәр баҫҡыс хикмәте йөрәгемә инеп ятты. Артабан мин имам сәййидинә Мөхәммәд (с.ғ.с.) менән бергә ғибәҙәткә баҫҡан 124 мең әүлиәне күрҙем. Пәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) 124 мең сәхәбәһе уның артында теҙелгәйне. Улар артында Наҡшбәндиә тәриҡәтенең 7007 әүлиәһе тора ине. Бынан тыш, унда тағы ла башҡа тәриҡәттәрҙән 124 мең әүлиә йыйылғайны. Әбү Бәкер әс-Сиддиҡтың уң яғында ике буш урын бар. Оло шәйех мине шунда баҫтырҙы һәм беҙ Аллаһҡа бергә табындыҡ. Мөхәммәд пәйғәмбәр (с.ғ.с.) намаҙҙы иҫ киткес матур уҡыны. Кисерештәремде аңлатып бөткөһөҙ... Беҙҙә Аллаһ ҡөҙрәтен әйтеп бирерлек һүҙҙәр юҡ.
   Намаҙ тамамланды, һындар юғалды, шәйехтең иртәнге намаҙға аҙан әйтергә мине саҡырыуын ишеттем. Ул тамамлау доғаһын уҡыны, мин дә шулай эшләнем. Тышта үҙ-ара һуғышҡан армияларҙың бомбалары шартлауы яңғыраны. Шәйех миңә Наҡшбәндиә тәриҡәтенә инергә тәҡдим итте. «Улым, — тине ул, — беҙҙең хакимлыҡ шундай көслө, бер секунд эсендә мөритебеҙ бөйөк аңға ирешә ала». Шунан күҙҙәрен йөрәгемә төбәне. Башта һары булған күҙҙәр, йөрәгемә ниндәй белем һалыуға ҡарап, тора-бара ҡыҙарҙы, ағарҙы, йәшелләнде, аҙаҡ ҡарайҙы. Һары төҫ тәүгеһе ине, ул йөрәк кимәленә (Ҡәлб) тура килде. Шәйех миңә кешенең көндәлек тормошонда кәрәгерҙәй эске белем һалды, һуңынан Силсиләһе сәййидинә Ғәлиҙән башланған бөтөн ҡырҡ тәриҡәттең Сирр (Йәшерен) мәҡәменә яраҡлы мәғлүмәт төшөндөрҙө. Үҙемде бөтөн тәриҡәттәрҙең оҫтаһы итеп тойҙом. Ошо тәғлимәт йөрәгемә үтеп ингәндә шәйехтең күҙҙәре ҡыҙыл ине. Өсөнсө мәҡәм — Сирр әс-Сирр (Йәшерендә Йәшерен) Наҡшбәндиә шәйехтәренә генә асыла. Уларҙың имамы сәййидинә Әбү Бәкер әс-Сиддиҡ. Был мәғлүмәтте биргәндә шәйехтең күҙҙәре аҡ ине. Аҙаҡ ул зиһенемде Хафи (Йәшерен) мәҡәменә күсерҙе, күҙҙәре йәшел төҫкә инде. Ниһайәт, мине бөтөнләй иреүгә дусар иткән Әхфә (Бөтөнләй Йәшерен) мәҡәменә солғаны, унда бер нәмә лә эшләнмәй, күҙҙәре ҡараға әйләнде. Шунда ул мине Аллаһ ҡаршыһына килтерҙе һәм Ер тормошона ҡайтарҙы.
   Шәйехкә был минутта  ихтирамым шул тиклем көслө ине, тормошомдо унан башҡа күҙ алдына килтерә алманым, тик бер генә теләк менән яндым — уның менән бергә булырға һәм уға хеҙмәт итергә. «Улым, кешеләр һиңә мохтаж. Мин һиңә бөгөнгә етәрлек бирҙем. Тиҙ арала Кипрға йүнәл», — тигән һүҙҙәрҙе унан ишеткәс, йөрәгем ярыла яҙҙы. Йыл ярым уның менән осрашыуҙы ынтылдым, әммә бер генә төн унан хикмәт алырға насип булды. Инде биш йыл булмаған Кипрға ҡайтып китеүемде теләне ул. Был минең өсөн ҡот осҡос ине, әммә тәриҡәттә мөрит (уҡыусы) үҙ шәйехенә тулыһынса буйһонорға тейеш. Уның ҡулын үбеп, алдында баш эйеп ризалыҡ алғас, өйөмә ҡайтыу юлдарын уйлай башланым.
   Икенсе Бөтөн донъя һуғышы тамамланып килә. Транспорт менән ҙур аптыраҡ. Нишләргә белмәй урамда уйланып торғанда, яныма бер кеше килде.
   - Әй, шәйех, Һеҙгә ҡайтырға кәрәкме?
   - Эйе.
   - Ҡайҙа?
   - Триполиға.
   - Минең йөк машинам бар.
   Ике көндән һуң имен-аман Триполиға еттек. Унан мине диңгеҙ портына илтеп ҡуйыуын һорағас, һуғыш барыу сәбәпле, диңгеҙҙә йөрөүсе булмауын әйтте. Мин һаман да ныҡыштым: "Барыбер. Нисек булһа ла, миңә Кипрға ҡайтырға кәрәк ". Портта шәйех Мөнир әл-Маликты күреп бик ғәжәпләндем. Ул яңынан миңә ҡаршы килә ине. «Һеҙҙе ҡарт олатайығыҙ нисек ярата! — тип ҡысҡырып ғәжәпләнде ул. — Мөхәммәд пәйғәмбәр (с.ғ.с.) яңынан Һеҙҙең ҡайтыуығыҙҙы хәбәр итте һәм Һеҙгә ярҙам итергә ҡушты». Шәйех Мөнирҙә өс көн булдым, ул миңә карап табырға тырышты. Яғыулыҡ булмағанлыҡтан, быны эшләүе ауыр ине, эҙләнә торғас сауҙа баркасы табыуға ирештек. Шәйех бындай сәйәхәттең үтә лә хәүефле булыуын киҫәтте, әммә үҙ һүҙемдә торҙом, сөнки был минең бурысым -шәйехем шуны талап итә.
   Баркас хужаһына ҙур ғына сумма түләп, мине ултыртырға ризалатты. Ғәҙәттә моторлы кәмә дүрт сәғәттә үткән юлды, ете көн барҙыҡ.
   Тыуған еремә етеп, ярға аяҡ баҫҡас, тағы ла күҙ алдымда Оло шәйех Абдуллаһ әл-Дағстани пәйҙә булды. «Улым, минең тәриҡәтемдән һине бер нәмә лә айыра алмаҫ. Унда һин күп нәмәгә өлгәштең. Ошо мәлдән башлап, һин мине күрә алаһың. Бының өсөн йөрәгең ҡарашын миңә төбә. Һине ҡыҙыҡһындырған бөтөн һорауҙар менән туранан-тура Аллаһу Тәғәләгә өндәшә алаһың — яуап шунда уҡ киләсәк. Һин үҙең теләгән рухи кимәлгә сыға алаһың, сөнки тулыһынса мөслим булдың (мөслим — „күндәм“, тигәнде аңлата). Бөтөн әүлиәләр һинән ҡәнәғәт. Мөхәммәд пәйғәмбәр (с.ғ.с.) һинән ҡәнәғәт». Ысынлап та, ошо минуттан һуң Оло шәйехте һәр ваҡыт янымда тойҙом.
   Шәйех Нәҙим Кипрҙа дини белем һәм ислам тәғлимәте тарата башлай. Уға Наҡшбәндиә тәриҡәтен үҙ итеүсе бик күптәр килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Төркиәлә дин (шул иҫәптән Кипрҙың Төркиәгә ҡараған өлөшөндә лә), хатта аҙан ғына әйтеү ҙә тыйылған саҡ була. Тыуған иленә ҡайтҡас, шәйех Нәҙим иң тәүҙә мәсеткә бара һәм ғәрәпсә аҙан әйтә. Уны шунда уҡ ҡулға алалар һәм бер аҙнаға төрмәгә ултырталар. Иреккә сығыу менән ул Никоссияның үҙәк мәсетенә юллана һәм уның манараһынан аҙан әйтә. Власть вәкилдәре ныҡлы ризаһыҙлыҡ белдерә һәм суд эше аса. Суд аша эҙәрлекләүгә ҡарамаҫтан, шәйех Нәҙим, манаранан аҙан әйтә-әйтә, бөтөн Никоссияны йөрөп сыға. Шулай итеп, тағы ла 114 осраҡ ҡушылып, суд эше ҡатмарлаша. Суд приставтары унан аҙан әйтеүҙе туҡтатыуҙы талап итә, әммә ул: «Мин быны эшләй алмайым, аҙанды бөтөн кеше ишетергә тейеш», — тип яуаплай. Суд көнө яҡынлаша. Шәйех Нәҙимгә бөтәһе бергә 100 йыл төрмәлә ултырыу янай. Суд буласаҡ көндә хәл ҡырҡа үҙгәрә — һайлау һөҙөмтәһендә Төркиәлә власҡа Аҙнан Менделес килә. Үҙенең беренсе бойроғонда ул мәсеттәрҙе асырға һәм ғәрәпсә аҙан әйтергә рөхсәт бирә. Был Оло шәйех тыуҙырған мөғжизә була. 
   Шәйех Нәҙим күп йылдар Кипр буйлап сәйәхәт итә, Египет, Ливан, Сәғүд Ғәрәбстаныңда һәм башҡа бик күп урындарҙа булып, үҙ мөриттәрен тәриҡәттең дини вазифаларына өйрәтә. 1952 йылда, Оло шәйехтең эшен дауам итеүселәрҙең береһе Хүәджә Әминә Әҙилгә өйләнгәс, Дамаскка ҡайта. Шунан бирле ғаиләһе менән унда йәшәй башлай, Кипрға Рәжәб, Шәғбан, Рамаҙан айҙарында өс айға килә. Шәйех Нәҙимдең ике улы, ике ҡыҙы бар.
   Шәйех Нәҙим йыл һайын, Кипр хаж ҡылыусылары етәксеһе булып, хажға бара. Бөтәһе 27 тапҡыр хаж ҡыла. Ул мөриттәрен уҡыта һәм Оло шәйех тәғлимәтен тота. Бер саҡ уҡытыусыһы Дамасктан Алеппоға йәйәү сәйәхәт ҡылырға һәм һәр ауыл-ҡалаларҙа туҡтап ислам, суфыйсылыҡ, Наҡшбәндиә тәғлимәтен өйрәтергә ҡуша. Был ара — 400 километр. Уны үтер һәм кире ҡайтыр өсөн шәйех Нәҙимгә бер йыл ваҡыт китә. Һәр ауылда бер аҙнанан да кәм булмай, һәр ерҙә Наҡшбәндиә тәғлимәте тураһында һөйләй, зекер үткәрә һәм кешеләрҙе дини вазифаларға өйрәтә. Тиҙҙән Иордания сигенән алып Төркиәгәсә шәйех Нәҙимдең исеме телдән төшмәй.
   Оло шәйех шулай уҡ Кипрҙы йәйәү йөрөп сығырға ҡуша. Шәйех Нәҙим ауылдан-ауылға йөрөп, кешеләрҙе исламға ҡайтырға, матди һәм атеистик ҡараштан баш тартып, Аллаһу Тәғәләгә йөрәк менән ҡушылырға өндәй. Кипрҙа шул тиклем абруй ҡаҙана — уның ҡараһыу йәшел сәлләһе һәм ҡалпағы тураһында «Шәйех Нәҙимдең йәшел башы,» тип һөйләй башлайҙар. Төркиәне лә онотмай ул. 1978 йылдан башлап һәр йыл 3-4 айын ошо шөғөлгә бағышлай. Илдең төрлө мөйөштәрендә була һәм Аллаһу Тәғәләнең рухи нуры донъяны сафлаһын өсөн күп көс һала.
   Ҡайҙа ғына булмаһын, уны ябай кешеләр ҙә, чиновниктар ҙа, эшҡыуарҙар ҙа, хөкүмәт ағзалары ла оҙатып йөрөй. Төркиәлә уны әл-Кипруси исеме менән таныйҙар. Уны ныҡ ихтирам итеүсе Төркиәнең һуңғы президенты Төркөт Азалдың шәйехе була. Бөгөн шәйех Нәҙим Төркиәлә шулай уҡ киң билдәле. Аҙна һайын, тип » әйтерлек журналистарға интервью бирә, уның һуңғы Төркиә ваҡиғалары һәм ил киләсәге хаҡында фекерҙәре менән ҡыҙыҡһыныусы репортерҙар бихисап. Шәйех Нәҙим Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) күрһәткән үҙәк юлдан барыуҙы хуп күрә, шунлыҡтан уға Хөкүмәт һәм ислам төркөмдәре менән тейешле сама булдырыу еңел. Был ябай кешеләр һәм инсандар йөрәгенә шатлыҡ һәм тыныслыҡ килтерә. 1974 йылда шәйех Нәҙим Европаға бара башлай. Йыл һайын Лондонда була, төрлө ҡатлам вәкилдәре менән осраша, төрлө кимәлдәге белемле һәм мәҙәниәтле кешеләр менән әңгәмәләшә, улар бөтәһе лә Наҡшбәндиә һәм ислам юлы менән барырға ант (шәһәҙәт) итә. Уның йылмайыуы, нурлы йөҙө Европаны яҡтырта һәм унда йәшәүселәргә беренсе рухи аҙыҡ бирә. 1991 йылда Америкаға юл тота. Тәү барыуҙа 15-тән ашыу штатта була, мосолман, христиан, йәһүд, буддист, сикхтар, индустар, «Нью эйдж» хәрәкәтендә ҡатнашыусылар менән аралаша. Һөҙөмтәлә 15 Наҡшбәндиә үҙәге асыла. Икенсе тапҡыр Америкаға 1993 йылда бара, күп мәсет, сиркәү, синагога һәм костелда була. Уға эйәреп Төньяҡ Америкала 10 меңдән ашыу кеше ислам динен ҡабул итә һәм Наҡшбәндиә тәриҡәтенә бәйғәт ала.
   1986 йылда шәйех Нәҙим Яҡын Көнсығышҡа — Бруней, Сингапур, Һиндостан, Пакистан, Шри-Ланкаға килергә саҡырыу ала. Уны солтандар, президенттар, парламент ағзалары, хөкүмәт вәкилдәре саҡыра. Ябай кешеләр уны үҙ йортонда күреүгә шат сөнки уның менән Аллаһтың нуры, бәрәкәт килә. Брунейҙа уны бөгөнгө иң бөйөк әүлиә булараҡ ҡабул итәләр. Халыҡ һәм Бруней солтаны Хажи Хәсәнәл Балкиаһ ололап ҡаршылай. Малайзияла шәйех Нәҙимде Наҡшбәндиә тәриҡәтенең иң баш шәйехтәренең береһе итеп таныйҙар. Пакистанда уны тәриҡәтте яңыртыусы итеп иҫәпләйҙәр, был илдә уның меңләгән мөрите йәшәй. Шри- Ланкала ябай халыҡ һәм власть әһелдәренән 20 меңдән ашыу мөрите бар. Сингапурҙа бик күптәр уның артынан эйәрҙе, Ливанда күп тапҡырҙар булды.

                                                           Хәлүәттәр
   Хәлүәт — яңғыҙың ғына, донъя мәшәҡәттәренән 3, 7, 40 һәм унан күберәк көнгә айырылып тороу — Наҡшбәндиә тәриҡәтендә һәм башҡа суфыйҙар ойошмаларында ғәҙәти вазифа.
   Беренсе хәлүәтен шәйех Нәҙим шәйех Абдуллаһ әл- Дағстани ҡушыуы буйынса 1955 йылда Салехта (Иордания) үтәй. Ул саҡта 6 ай донъянан ситләшеп бер үҙе йәшәй. Уның көсө һәм йоғонтоһо ҙур була — Салех, уның эргәһендәге Рамта, Амман ауылдары шәйехтең уҡыусылары менән тула. Студенттар, власть вәкилдәре, ябай кешеләр уның яҡты шәхесенә ылыға.
   Шәйех Нәҙимдең ике генә балаһы — улы һәм ҡыҙы булған ваҡытта шәйех Абдуллаһ әл-Дағстани уны үҙенә саҡырып ала."Мин Пәйғәмбәрҙән (с.ғ.с.) бойороҡ алдым. Һин Бағдадтағы Ғабдул Ҡадир Джилани мәсетендә хәлүәт ҡылырға тейешһең. Шунда юл тот һәм алты ай яңғыҙ йәшә", тип әйтә.
   "Мин шәйехкә бер һорау ҙа бирмәнем, хатта өйөмә лә ҡайтманым, — тип һөйләй ул турала. Миңә аҡса, кейем, аҙыҡ-түлек кәрәк булыуы башыма ла инмәне. Шәйех: «Бар!» — тине, мин киттем. Мин Ғабдул Ҡадир Джиланиҙа хәлүәт ҡылырға тейеш инем. Мэрия урынлашҡан Даунтаунға йәйәүләп килеп еткәс, берәү минән: «Шәйех Нәҙим, Һеҙ ҡайҙа юлландығыҙ?» — тип һораны. «Бағдадҡа» — тинем. Был кеше оло шәйех мөрите ине. Ул мине йөк машинаһында Бағдадҡа илтте. Ғабдул Ҡадир Джилани мәсетендә ишекте бикләп торған оҙон буйлы ир осраны.
   - Шәйех Нәҙимме? — тип һораны.
   - Эйе.
   - Мин Һеҙгә хеҙмәт итәсәкмен. Минең арттан барығыҙ.
   Мин аптыраһам да йөрәгем тыныс ҡалды, сөнки тәриҡәттә бөтә нәмә Аллаһу Тәғәлә ҡушыуы буйынса эшләнеүен белә инем.
   Оҙатыусым артынан эйәрҙем. Беҙ Ғауҫ әл-Әҙәм (Аллаһ алдында кешелектең бөйөк ҡурсалаусыһы) ҡәберенә яҡынлаштыҡ. Мин ҡарт олатайым сәййидинә Ғабдул Ҡадир Джиланиҙы сәләмләнем. Юлдашым бер бүлмәгә алып инде. «Һәр көн Һеҙгә бер тәрилкә аш һәм бер телем икмәк килтерермен», — тине. Намаҙға биш тапҡыр сығыуҙан тыш, бөтөн ваҡытты бүлмәлә яңғыҙ үткәрҙем. Ҡөрьәнде 9 сәғәттә уҡып сығыу һәләтем асылды. Шулай уҡ Ҡалим зекерен (ләә иләәһә илләллааһ) 124 мең тапҡыр һәм Салауатты (Пәйғәмбәргә (с.ғ.с.) дан йырлау) 124 мең тапҡыр әйттем. Шуға өҫтәп, «Дәләйил үл-Хайрат» китабынан бүлектәр уҡыным, 13 мең тапҡыр һәр көн «Аллаһ, Аллаһ» тип зекер әйттем, ғибәҙәт ҡылдым. Былар миңә вазифа ине. Күҙ алдымдан бик күп нәмә үтте. Унда мин бер рухи кимәлдән икенсеһенә күстем, был тулыһынса Хоҙай йоғонтоһона күсеп, унда иреп юғалғансы дауам итте. Бер мәл сәййидинә Ғабдул Ҡадир Джилани мине үҙ зыяратына саҡырҙы. «Әй, улым! Һине ҡәберем янында көтәм. Эргәмә кил!»- тине. Мин шунда уҡ тәһәрәт алдым, ике рәҡәт тәһәрәт намаҙы уҡығас, бүлмәмдән бер нисә генә метр алыҫлыҡтағы уның ҡәберенә килдем. «Әс-сәләәмүғәләйкүм, йәә Джиди (Сәләм һиңә, әй, ҡарт олатай!)»- тип өндәштем. Ул ҡәберенән сығып эргәмә баҫты. Уның артында ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән ниндәйҙер тәхет бар ине. «Ултыр минең менән ошо тәхеткә», — тип саҡырҙы ул. Беҙ, олатай менән ейән кеүек, ултырҙыҡ. «Мин һинең менән ҡәнәғәтмен. Һинең остазың шәйех Абдуллаһ әл-Дағстаниҙың Наҡшбәндиә тәриҡәтендә абруйы ҙур. Мин — һинең олатайың, Ғауҫ әл-Әҙәм булараҡ һаҡлаған көсөмдө һиңә ебәрәм һәм һине Ҡәҙриә тәриҡәтенә бағышлайым»- тип йылмайҙы.
   Шәйех Нәҙим хәлүәтте тамамлап ҡайтырға йыйынған саҡта, Ғабдул Ҡадир Джилани менән хушлашыу ниәтенән, уның ҡәберенә килә. Ғабдул Ҡадир Джилани гүрҙән сыға ла: «Әй, улым, һинең бөгөн Наҡшбәндиә тәриҡәтен өйрәнеү кимәлең менән бик ҡәнәғәтмен. Ҡәҙриә тәриҡәтенә лә инергә рөхсәт итәм. Улым, минең яныма килеүең иҫтәлеге итеп ошо билдәне тапшырам», — ти. Шәйех Нәҙимде ҡосаҡлап уға үҙе иҫән саҡта ҡулланылған ун тин аҡса бирә.
   Уларҙы шәйех Нәҙим бөгөн дә һаҡлай.
   Ҡайтып китер алдынан шәйех Нәҙим яңғыҙлыҡта үҙен хәстәрләгән шәйехкә иҫтәлеккә ҡалпағын бүләк итә. «Был ҡалпаҡ мине көндә лә, төндә лә, ғибәҙәт ҡылғанда ла, зекер әйткәндә лә йылытты, көс бирҙе, һаҡла уны, Аллаһу Тәғәлә, Пәйғәмбәр (с.ғ.с.), тәриҡәтебеҙҙең бөтә остаздары һәм әүлиәләре һиңә ризалыҡ бирһен», — ти ул. Ҡәҙриә шәйехе ҡалпаҡты үбә һәм башына кейә, ә шәйех Нәҙим Дамаскка ҡайтып китә.
   1992 йылда Лахорға (Пакистан) барғанда шәйех Ғәли Хужвири ҡәберен барып күрә. Ундағы Ҡәҙриә шәйехе ҡунып сығырға йортона саҡыра. Иртән хужа изге ҡомартҡы менән таныштыра.
   - Был ҡалпаҡты 27 йыл элек бөйөк Ҡәҙриә шәйехенә Бағдадта йәшәгән икенсе шәйех мираҫ итеп ҡалдырған. Был — Ғауҫтың ҡалпағы, ул уны Ерҙә йөрөгәндә кейгән. Наҡшбәндиә тәриҡәтенән төрөк шәйехе Ғабдул Ҡадир Джилани мәсетендә хәлүәт ҡылғандан һуң, ҡайтып китергә йыйынғас, ҡалпаҡты үҙен хәстәрләгән Ҡәҙриә шәйехенә ҡалдырған. Үлер алдынан теге Ҡәҙриә шәйехе был ҡалпаҡты вариҫтарына ҡәҙерләп һаҡларға ҡуша, сөнки ул ауырыуҙарҙы терелтә, ә белем көҫәүсегә уны еңел үҙләштерергә ярҙам итә, — тип Ҡәҙриә шәйехе ҡапҡаслы быяла һауытта һаҡланған ҡалпаҡты сығарып күрһәтә. Шәйех Нәҙим серле йылмайып уны күҙәтә.
   - Нимә булды? — тип һорай Ҡәҙриә шәйехе.
   - Һеҙ һөйләгән тарих минең күңелде күтәрҙе. Күп йылдар элек хәлүәт ҡылғандан һуң, был ҡалпаҡты Ҡәҙриә шәйехенә мин бүләк иткәйнем.
Быны ишеткәс, Ҡәҙриә шәйехе шәйех Нәҙимдең ҡулын үбә һәм ҡабатлап үҙен Ҡәҙриә тәриҡәтенә бағышлауын үтенә, шулай уҡ Наҡшбәндиә тәриҡәтенә инергә теләүен әйтә. Бына шулай Аллаһу Тәғәлә үҙ әүлиәләрен һәр ваҡыт хәстәрләй, уларҙың хистәрен хеҙмәтселәре аша дөрөҫ юлға йүнәлтә.

                                                        Мәҙинәлә хәлүәт
   Шәйех Нәҙим күп тапҡыр — 40 көндән алып бер йылға тиклем — кеше менән аралашмай йәшәүгә бойороҡ ала. Хәлүәттәре лә һәр ваҡыт төрлөсә була. Ҡайһы берҙә тышҡы донъя менән аралашыу бөтөнләй рөхсәт ителмәй, ә ҡайһы берҙә күмәк ғибәҙәт ҡылыу, зекер әйтеү, лекция тыңлауға рөхсәт бирелә. Шәйех Нәҙим Пәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) ҡалаһы Мәҙинәлә күп тапҡыр хәлүәт ҡыла.
   "Быға тиклем бер генә кеше лә үҙ шәйехе менән хәлүәт ҡылыуға ирешмәгән, ә миңә бындай бәхет тейҙе. Мин үҙ шәйехем менән Мәҙинә әл-Мәнәүәрәлә бер бүлмәлә хәлүәт ҡылдым. Был Пәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) Изге мәсетенән алыҫ түгел, боронғо бинала булды. Унда берәр ишек һәм тәҙрә генә. Эскә инеү менән шәйех тәҙрәне япты һәм миңә изге мәсеттә биш ваҡыт намаҙға ғына бүлмәнән сығырға рөхсәт бирҙе. Ул миңә «Назар бар кадал» (өйҙән намаҙ урынына тиклем аҙымды иҫәпләү) вазифаһын күрһәтте. Иғтибарҙы тик шуға йүнәлтеп аҙымдарҙы һанау вазифаһын башҡарыусыға, Рәхмәтле һәм Рәхимле Аллаһ һәм Уның Пәйғәмбәренән (с.ғ.с.) тыш, бөтөн бәйләнеште өҙөргә мөмкинлек бирә.
   Шәйехем ошо хәлүәт ваҡытында бер ҙә йоҡламаны. Йыл дауамында уның йоҡлағанын күрмәнем. Аҙыҡҡа ла ҡағылманы. Беҙгә көнөнә бер тәрилкә аш һәм бер телем икмәк килтерәләр ине, ул үҙ өлөшөн гел миңә бирҙе, тик һыу эсте һәм бүлмәнән сығып йөрөмәне. Шәйех бик күп көндәр һәм төндәр дауамында шәм яҡтыһында Ҡөрьән уҡыны, зекер һәм доға (Аллаһу Тәғәләгә ялбарыу) әйтте. Доғаны сәғәттәр буйы башҡарҙыҡ, йыл буйына бер ҙә ҡабатламаныҡ — улар төрлө булды. Ҡайһы берҙә шәйех доға әйткән телде аңламай инем — ул Күк теле ине. Минең күҙ алдыма килгән әйберҙәр хаҡында һүҙ барыуын төшөнә инем. Тәүлектең ниндәй сәғәте етеүен намаҙ ваҡытына ҡарап билдәләнем. Мәсеткә барған юлда ҡояш нурҙарын күрһәм дә, Оло шәйех уны бер тапҡыр ҙа күрмәне. Хәлүәт осоронда юғары рухи кимәлгә күтәрелдем. Бер саҡ Шәйехтең «Әй, Аллаһ! Ҡиәмәт көнөндә кешеләрҙе яҡлау һәм бөтөн кешелекте Һинең бөйөклөгөңә күтәреү өсөн Пәйғәмбәргә (с.ғ.с.) биргән кеүек миңә көс, хаҡимлыҡ һәм ҡеүәт бир»- тип доға уҡыуын ишеттем.
   Шәйех ошо доғаны уҡығанда мин Ҡиәмәт көнөн күрҙем. Бөйөк Аллаһу Тәғәлә үҙ тәхетендә ултыра һәм кешеләрҙе хөкөм итә ине. Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) уның уң яғында, Оло шәйех — Пәйғәмбәрҙең (с.ғ.с.) уң ҡулында, ә мин — Оло шәйехтең уң яғында. Хөкөм тамамланғас, Аллаһу Тәғәлә Пәйғәмбәргә (с.ғ.с.) уларҙы яҡларға ҡушты. Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) һүҙен әйткәс, Аллаһу Тәғәлә Оло шәйехкә кешеләргә фатиха бирергә һәм уларҙы рухи көс менән юғары күтәрергә ҡушты. Шәйех: «Аллаға шөкөр! Аллаға шөкөр! Нәҙим әфәнде, мин яуап алдым», — тигән һүҙҙәрен әйтеү менән күренеш тамамланды.
   Бындай күренештәр йыш ҡабатланды. Бер йома намаҙынан ҡайтыу менән шәйех ҡысҡырып ебәрҙе: «Нәҙим әфәнде! Ҡара!» Ҡайҙа ҡарарға тейешмен, өҫкәме, аҫҡамы, уңға йәки һулғамы? Шунда аңлап ҡалдым - уның йөрәгенә! Унан сыҡҡан нур күңелемде балҡытты. Мин Ғәдүл Хаалиҡ әл- Ғүдждәүәәниҙе (Наҡшбәндиә тәриҡәтенең Алтын теҙмәһе — Силсиләне ҡара) үҙ кәүҙәһендә күрҙем. «Улым! Һинең шәйехең — ҡабатланмаҫ йән эйәһе. Уға тиклем был хәлдең булғаны юҡ ине», — тине ул. Шунан ул Оло шәйехте һәм мине үҙе артынан барырға өндәне. Күҙ асып йомғансы донъяның икенсе яғына барып сыҡтыҡ. Ғәдүл Хаалиҡ әйтте: «Аллаһу Тәғәлә беҙгә ошо ҡаяға килергә бойорҙо». Беҙ ҡая башына мендек. «Аллаһ ошо ҡаяға һуғырға ҡушты», — тип һүҙен дауам итте Ғәдүл Хаалиҡ. Ул ҡаяға һуғыу менән ғәйрәтле һыу бағанаһы күтәрелде. Бындай хәлде элек күргәнем юҡ ине. Шәйех Ғәдүл Хаалиҡ аңлатты: «Был һыу үткәндәрҙән, ул Ҡиәмәт көнөнә тиклем урғыласаҡ. Аллаһу Тәғәлә ошо һыуҙың һәр тамсыһында уны Ҡиәмәт көнөндә маҡтаусы яҡтылыҡ фәрештәләрен тыуҙырыуын әйтте. „Әй, хеҙмәтсем Ғәдүл Хаалиҡ әл-Ғүдждәүәәни, ошо фәрештәләрҙең һәр береһен нарыҡла. Бер исемде ике тапҡыр ҡулланма. Уларҙың мәдхиәһен һана, бер-береһенән бүлеп ал, улар менән Наҡшбәндиә тәриҡәтенә килеүселәрҙе бүләклә. Был — һинең бурысың,“ — тип ҡушты ул. Ошо урында күренеш тамамланды. Мин Ғәдүл Хаалиҡ әл-Ғүдждәүәәни шәхесенә, уның бөйөк тәғәйенләнешенә хайран ҡалдым.
   Бындай күренештәр бер үҙем йәшәгән осорҙа йыш ҡабатланды. Хәлүәттең һуңғы көнөндә, йома намаҙынан һуң, тышҡы ишек артында илаған тауыш ишеттем. Улар араһында бер көслө тауыш һәм бик күп ишетелер- ишетелмәҫ, балаларҙыҡына оҡшаған ауаздар бар ине. Илау туҡтаманы, рөхсәт булмағас, мин сығып ҡарай алманым. Тауыштар көсәйҙе, тағы ла бер нисә сәғәт тынманы. Ахыр килеп, Оло шәйех миңә төбәлде:
   - Нәҙим әфәнде, кем илауын беләһеңме? — тине.
   - Һеҙ минән яҡшыраҡ беләһегеҙ, — тип яуапланым, сөнки илаусыларҙың кешеләр түгеллеген белә инем.
   - Был Шайтан һәм уның ярандары. Ни өсөн илайҙар, беләһеңме?
   - Һеҙгә күберәк мәғлүм.
   - Шайтан был планетала ике кешенең улар йоғонтоһонан сығыуы хаҡында хеҙмәтселәренә иғлан иткән.
   Ошо урында мин күңел күҙем менән Күк сылбырына уралған Шайтанды һәм уның яҡындарын күрҙем. Сылбыр уларҙы беҙгә килеп етергә ирек бирмәй ине. „Аллаһҡа дан! Пәйғәмбәр (с.ғ.с.) һинән риза, мин дә ҡәнәғәт“, — тине Оло шәйех. Шунан ул усын минең йөрәгемә һалды һәм мин Пәйғәмбәрҙе (с.ғ.с.), 124 мең сәхәбәһен, 7007 Наҡшбәндиә әүлиәһен, 313 юғары әүлиә, 5 ҡотоб һәм Ғауҫты күрҙем. Улар бөтәһе лә мине ҡотланы, һәр береһе йөрәгемә илаһи белем һалды. Мин уларҙан Наҡшбәндиә һәм тағы ла башҡа ҡырҡ тәриҡәттең йәшерен белемен алдым».
   1973 йылда Оло шәйех Абдуллаһ әл-Дағстани вафат булғандан һуң, шәйех Нәҙим, Бурсаға һуғылып, Төркиә буйлап тәүге сәйәхәткә сыға. Шунан ул Лондонға бара. Уны бик күп йәштәр, айырыуса Джон Беннет артынан эйәреүселәр, ҡаршы ала. Бик күптәр уның сығышын ишетергә теләй. Бер йылдан шәйех Нәҙим Лондонда Европалағы тәүге Ислам дине үҙәген аса. Ошо ваҡыттан алып Рамаҙан айында һәм унан һуң Европаға йыл да бара. Тәриҡәт Европала бик тиҙ тарала, һуңынан Америка, Канада, Көньяҡ Америкала билдәлелек яулай. Лондонда шәйех Нәҙим кешеләрҙе дингә өйрәтеү өсөн тағы ла ике үҙәк аса. Һуңғараҡ Көньяҡ Африка Республикаһы, Фарсы ҡултығы, Һиндостан, Көнсығыш Азия, Рәсәй, Австралия, Яңы Зеландия, Ҡытайҙың ҡайһы бер биҫтәләре ҡушыла. Был үҙәктәр бөгөн әүҙем эшләй.
                                                                                                                                                                                                                                    «Нәҡшбәндиә тәриҡәте суфыйҙары вазифалары» китабынан

                                                                    Зөлфиә Әбдрәжәпова тәржемәһе