Пәйғәмбәребеҙҙең яуыздары

                                             Пәйғәмбәребеҙҙең яуыздары

                                                            Мустәһзиун
   Мәккәлеләрҙең рәсүлгә һәм сәхәбәләргә ҡылған яуызлыҡтары биниһая күп, яҙып бөтөрөрлөк түгел ине, рәсүлгә һәм сәхәбәләргә бигерәк тә дошман, гел яуызлыҡ ҡылған кешеләргә мустаһзиун тиелә. Ошбу әйтелгән йәмәғәттән иң дошмандары Әбү Йәһил бин Һишам, Әбү Ләһәб ине. Әбү Йәһил рәсүлгә һәр ваҡыт бәйләнә, Ҡәғбәлә уға ғибәҙәт ҡылырға ирек бирмәй ине. Бер ваҡыт Әбү Йәһил Мәккә рәйестәре менән бергә ултырғанда: «Мин инде Мөхәммәдтең был эштәренә түҙә алмайым. Иртәгә Мөхәммәд Ҡәғбәгә килеп намаҙ уҡығанда, ҙур таш күтәреп барып, уны иҙәсәкмен, һеҙ мине Мөхәммәдте яҡлаусыларға бирһәгеҙ ҙә, йәки үҙегеҙ мине бөтөрһәгеҙ ҙә, мин был эште ҡыласаҡмын», — тине. Рәсүл ғибәҙәт иткән ваҡытта, ҙур таш алып, уға табан китте. Мәккә мөшриҡтәре был эшкә ҡарап торалар ине. Әбү Йәһил рәсүлуллаһҡа яҡынлашҡас ҡына, кинәттән ҡулындағы ташты ташлап, бик ҡурҡҡан үә төҫө үҙгәргән хәлдә кире ҡайтты. Мәккә мөшриҡтәре:

   «Һиңә ни булды, һүҙеңдә торманың», — тип һорағас, Әбү Йәһил: «Мөхәммәдкә яҡынлашҡас, алдыма бер ҙур дөйә сығып һөжүм итте, шунлыҡтан ҡурҡып, кире боролдом», — тине. Бынан башҡа рәсүлуллаһ менән Әбү Йәһил араһында булған ошондай ваҡиға билдәлелер: Әбү Йәһилдән бурысҡа биргән аҡсаһын ала алмай йөрөгән бер кеше, Ҡөрәйш башлыҡтары йыйылған бер мәжлескә килеп, Әбү Йәһилдән шикәйәт итеп, унан биргән аҡсаһын алып биреүҙәрен үтенде. Мәжлестә булған башлыҡтар, форсаттан файҙаланып, бурысын алдыртыр өсөн шул кешене рәсүлуллаһҡа ебәрҙеләр. Үә уға: «Әбү Йәһилдән беҙ хаҡыңды алып биреүгә ҡадир түгелбеҙ, һин фәлән кешегә (Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләмгә) бар, ул абруйлы, һүҙе үтемле, ул алып бирер!» — тинеләр. Маҡсаттары Әбү Йәһилде рәсүлуллаһтан һүктереү ине. Шул кеше рәсүлуллаһ янына килеп үҙенең үтенесен һөйләгәс, рәсүлуллаһ бер һүҙ әйтмәйсә, шул кеше менән Әбү Йәһилгә барып ҡапҡаһын дөбөрҙәтте. Шул тауышҡа Әбү Йәһил улар янына сыҡты. Рәсүлуллаһ уға: «Бының хаҡын тиҙ бирәсәкһең!» — тине. Әбү Йәһил тиҙ арала шул кешегә бурысын сығарып бирҙе.
   Әбү Йәһил Ғүмәр бин Хаттабтың атаһының ағаһы ине. Әбү Ләһәб рәсүлдең атаһының ағаһы булһа ла, уға бик ҡаты дошман ине. Ул, рәсүлдең күршеһе булғанлыҡтан, һәр ваҡыт рәсүлдең ишек төбөнә төрлө бысраҡтар ташлай һәм түгә ине һәм рәсүлуллаһҡа төрлө ҡаты, бысраҡ һүҙҙәр әйтә ине. Әбү Ләһәбтең ҡатыны Умм Йәмил бинт Хәрб ире кеүек, рәсүлуллаһтың (Әбү Суфианың һеңлеһе ине) иң ҙур дошманы булып, уның тураһында ҡатын-ҡыҙ йыйылыштарында төрлө-төрлө ифтиралар һөйләй ине. Әбү Ләһәб һәм уның ҡатыны иҫән сағында, Аллаһ тарафынан улар тураһында Тәббәт сүрәһе инә, шунан һуң улар тағы ла дошманлыҡтарын арттыралар.
   Мустәһзиун йөмләһенән өсөнсөһө — Ғукба бин әби Муғайт, ул да Әбү Ләһәб шикелле рәсүлуллаһтың күршеһе ине. Ул да рәсүлуллаһтың ишектәрен бысраҡтар менән буяп бөтөрә, уны күргән һайын мәсхәрә ҡыла, ҡаты һүҙҙәр әйтә ине. Бер көн Мөхәммәд ғәләйһиссәләм Ҡәғбә янында ғибәҙәт ҡылғанда, Ғукба бин әби Муғайт рәсүлде кейеме менән бик ҡаты быуа башланы. Шул ваҡыт Әбү Бәкр килеп етеп, рәсүлуллаһты айырып алды.
   Икенсе ваҡыт пәйғәмбәребеҙ Ҡәғбәтуллаһта намаҙ уҡығанда, Ғуҡба, иптәше Әбү Йәһил ҡотортоуы менән яңы һуйған дөйә ҡарындарын килтереп, сәждә ваҡытында рәсүлдең арҡаһына һалды. Шунда булған сәхәбәләрҙән һис береһе был ҡарындарҙы алып ташларға батырсылыҡ итмәнеләр. Шунда рәсүлдең ҡыҙы Фатима тура килеп, атаһының арҡаһынан ҡарын үә эсәктәрҙе алып ташлаған. Ғуҡба рәсүлдең йөҙөнә төкөрөү, сикәһенә һуғыу кеүек эштәрҙән дә тартынмай ине. Мустаһзиун йөмләһенә кергәндәрҙең береһе Вәлид бин Мугирә. Вәлид Ҡөрәйш ҡәбиләһенең бөйөктәре үә байҙары ине. Бер ваҡыт рәсүлуллаһтан Ҡөрьән аяттарын ишетеп, ул ҡаты әҫәрләнде үә үҙенең тәьҫораттары тураһында үҙенең ҡәүеменә һөйләне.: «Мин Мөхәммәдтән бер һүҙ ишеттем, ул һүҙ инсан һүҙе лә, ен һүҙе лэ булырға оҡшамай. Мөхәммәдтең был эше бер ваҡыт алға сығасаҡ», — тине. Вәлидтең яҡындары уның был һүҙенән Ислам диненә кереүҙән ҡурҡып ҡалдылар. Ваҡиғаны ишеткән Әбү Йәһил уның янына барып ҡаты һүҙҙәр менән орошто. Вәлид бин Мугира ҡыҙып китеп: «Һеҙ Мөхәммәдте мәжнүн (енле, диуана тигән мәғәнәлә) тиһегеҙ, уның мәжнүнгә оҡшаған берәр эшен күргәнегеҙ бармы? Уны кәһен (бағыусы) тиһегеҙ, уның бағыусылыҡ ҡылғанын күргәнегеҙ бармы? Уны шағир тиһегеҙ, уны шиғыр менән шөғөлләнгәнен ишеткәнегеҙ, күргәнегеҙ бармы?» Быға һәр ҡайһыһы: «Юҡ», — тип яуап бирҙеләр, һуңынан улар: «Һуң уның хаҡында фекерегеҙ нимә?» — тинеләр. Вәлид бер ни тиклем уйлап торғандан һуң: «Мөхәммәд сихырсы, күрмәйһегеҙме, ул ир менән ҡатын, бала менән ата араһын айырып бөтөрҙө», — тине. Вәлид бин Мугира тураһында Ҡөрьәндең 74-се сүрәһендә (Бөркәнеүсе) 17-се аяттан 26-се аятҡа тиклем әйтелә.
   Бынан башҡа мустаһзиун йөмләһенән: Әсад бин Ғәбд Яғус, Әл Әсүәд бин Мутталиб, Ғас бин Ваил, Назр бин Харис кеүек мөшриҡтәр — рәсүлуллаһты һәм сәхәбәләрҙе күп рәнйеткән кешеләр. Улар тураһында Хижер сүрәһендә 95-96- се аяттарҙа әйтелә:
   «Һине мәсхәрә итә торған кешеләрҙе һәләк итергә үә һине һаҡларға Беҙ етәбеҙ! Улар Аллаһуҙан башҡа тағын берәр кемде йәки берәр нәрҫәне Аллаһ урынына тоталар, улар тиҙҙән белерҙәр был эштәренең һәләкәтлек икәнлеген». Быларҙан күбеһе Бәҙер һуғышында үлтерелделәр, бәғзеләре төрлө ауырыуҙарға мөбтәлә булып үлделәр. Ҡөрәйш ғәрәптәре рәсүлулланы яфа үә ғазап ҡылғандары шикелле сәхәбәләрҙе лә ғәйәт ҡаты рәүештә ғазап ҡылдылар. Бигерәк тә улар яҡлаусыһы йәки ҡеүәтле яҡындары булмаған сәхәбәләрҙе төрлөсә ғазапланылар. Мәккә мөшриҡтәренең уларҙы ғазаплауҙары, уларҙы Ислам диненән кире ҡайтарыу өсөн ине. Ләкин хаҡлыҡты бер тапҡан кеше, унан кире ҡайтырмы? Сәхәбәләрҙең Исламға кереүҙәре донъя малына йәки донъя дәрәжәһенә ирешеү өсөн түгел ине, киреһенсә, ахирәт бәхетенә өмөт иткәндәре өсөн ине. Быуаттар буйынса үҙ ҡулдары менән таш үә ағастан яһалған поттарға ғибәҙәт иткән кешеләр, бер Ислам диненә кергәс, яңынан үҙ батыл диндәренә ҡайтырҙар инеме? Әлбиттә, юҡ!
   Шуның өсөн мөшриҡтәрҙең уларға золом итеүҙәре уларҙы Ислам диненән кире ҡайтара алманы, киреһенсә, уларҙың имандарын ҡеүәтләргә генә сәбәп булды. Уларға килгән ғазаптарға сыҙап, улар һуңынан күтәрелделәр үә өҫтөн булдылар.
   Хаҡ дин өсөн яфа үә ғазап күреп, бисара хәлдәрендә йәшәгәндәргә Аллаһуҙың ярҙамы үә рәхмәте килеп, уларҙың ғазаптарҙан ҡотолоп имамдар үә вәристәр булыуы тураһында Касас сүрәһендә, 5-се аятта әйтелә.

                              Ислам динен ҡабул иткән өсөн ғазап күргән сәхәбәләр
   Билал бин Рабах — Үмәйә бин Хәләфтең ҡоло ине. Үмәйә уның муйынына бау тағып балаларға бирә, балалар уны ат итеп уйнап йөрөйҙәр ине, уның уларға ҡаршы килергә хаҡы юҡ ине. Үмәйә Билалды Ислам динен ҡабул иткән өсөн, көн үҙәгендә эҫе ҡомға алып сығып ятҡырып, күкрәгенә ҙур таш ҡуйҙыра ине үә уға: «Йә шул хәлдә үләсәкһең, йә Мөхәммәд диненән ҡайтасаҡһың», шулай уҡ: «Һинең хужаң Аллаһумы, йәки минме?» — тип әйтә ине. Билал быға: «Әхәд, Әхәд» (Аллаһ берҙер, Аллаһ берҙер) һүҙенән башҡа яуап ҡайтармай ине.
   Әбү Бәкр Билалдың Исламды ҡабул иткән өсөн ғазапланыуын белгәс, уны Үмәйәнән һатып алып азат итте. Әбү Бәкр башҡа ҡолдарҙы ла хужаларынан һатып алып азат иткән. Ул кешеләр: Билалдың әсәһе Хәмәмә, Ғәмир бин Фухәйрә, Әбү Фүкәйһә, Умм Ғүбәис, Ғәмир бин Фүхәйрә шул дәрәжәлә ғазап ҡылына ине ки, сыҙай алмағандан ни һөйләгәнен белмәй ине. Зәннизә лә бик ҡаты ғазап күрҙе. Хатта ғазап аҫтында күҙҙәре лә һуҡырайҙы. Ләкин улар бөтөнөһө лә имандарын һаҡланылар.
   Әбү Йәһил шул кешеләрҙе кәмһетеп: «Мөхәммәдтең дине хаҡ булһа, был кешеләрҙән элек йәннәткә беҙ керер инек, хәҡиҡәтте үә тоғролоҡто беҙҙән уҙып, Зәннизә кеүек ҡолдар табамы?» — тип әйтә ине. Ул шул ваҡытта Исламға ярлы кешеләр генә эйәргәнен, бай, дәрәжәле кешеләрҙең уға кермәгәнен дәлил итмәксе була ине. Ҡөрьәндә бының тураһында Әхкаф сүрәһендә, 11-се аятта әйтелә:

   «Ҡөрьәнгә ышанмаусылар ышаныусыларға әйттеләр: «Әгәр Ҡөрьән хәйерле нәрҫә булһа, был ышаныусылар иман килтереүҙә беҙҙе уҙмаҫтар ине, сөнки ярлы үә түбән дәрәжәле кешеләр генә, Ҡөрьәнгә ышанып, Мөхәммәдкә эйәрҙеләр», — тип. Улар, Ҡөрьән күрһәткән тура юлға кермәгәс, ошбу Ҡөрьән Мөхәммәдтән сыҡҡан иҫке ялған һүҙҙер, тинеләр».
   Аллаһ юлында ғазап ҡылынған мосолмандарҙың береһе Ғәммәр бин Ясир, уның атаһы, әсәһе үә ҡәрҙәше ине. Рәсүлуллаһ быларҙың ғазап ҡылынған ваҡыттарында үтһә: И Әл-Ясир ғаиләһе, сабыр итегеҙ! Һеҙҙең барасаҡ урынығыҙ — йәннәттер!» һәм улар өсөн: «И Раббым, Әл-Ясир ғаиләһенең гонаһтарын ғәфү ит!» — тип доға ҡыла ине.
   Ғәммәрҙең атаһы үә әсәһе ғазап аҫтында вафат булдылар. Ғәммәр иһә, ғазапҡа түҙә алмайынса, күңеле менән түгел, ә теле менән имандан ҡайтып, таш поттың исемен Хубаль, Хубаль тип әйтте.
   Сәхәбәләр быны рәсүлгә: «Ғәммәр диненән сыҡты бит», — тинеләр. Рәсүлуллаһ быларға: «Юҡ, Ғәммәр башынан аяғына ҡәҙәр иман менән тулы», — тине. Был турала Аллаһ тарафынан Нәхел сүрәһендәге 106-сы аят инде:
   «Берәү, иман килтереп, мосолман булғандан һуң Аллаһуға кафыр булһа, уға йәһәннәм ғазабы тейешле булды. Мәгәр кафырҙар көфөр һүҙҙе көсләп әйттерһәләр, шул ваҡытта күңеле иман менән ҡарарланған булһа, ул кешенең иманына зарар килмәҫ. Әммә күңелдәре көфөргә риза булып, хуш күңел менән көфөр һүҙен әйтһәләр, уларға Аллаһуҙың асыуылыр һәм уларға ахирәттә оло ғазап булыр».
   Хәббәб бин Әрат шулай уҡ ҡаты ғазап ҡылына ине. Пәйғәмбәрлеккә хәтле Мөхәммәд һәр ваҡыт уның янына барып йөрөй ине. Ул тимерсе булып эшләй ине. Мөхәммәдкә пәйғәмбәрлек килгәс, Хәббәб Ислам диненә керҙе. Ул бер ҡатындың ҡоло ине. Исламға кергән өсөн Хәббәбтең арҡаһына ҡыҙған тимер баҫып язалай инеләр. Хәббәб бер мәртәбә пәйғәмбәребеҙ янына килеп үҙ хәлен һөйләне. Рәсүлебеҙ уға: «Элек тә мосолмандар кафырҙарҙан күп яфалар күргәндәр, ҡайһыларының тәндәрен тимер тараҡ менән тарағандар, хатта баштарынан аяҡтарына тиклем бысҡы менән киҫеп сыға торған булғандар. Шул ваҡытта ла улар үҙ диндәренән ҡайтмағандар, сабыр иткәндәр, Исламиәт бер ваҡыт, әлбиттә, ҡеүәт табасаҡ, ҡурҡыныстар бөтәсәк», — тине.
   Мәккә ғәрәптәренең яфаһынан Әбү Бәкр кеүек саф күңелле бер зат та ҡотола алманы. Уны ғәрәптәрҙән иң беренсе Исламды ҡабул иткән һәм рәсүлгә ярҙамсы булып, күп ҡолдарҙы азат итеп, күп кешеләрҙе Ислам диненә тартҡан өсөн мөшриҡтәр бик яратмай инеләр. Уға һөжүм түҙә алмаҫлыҡ көсәйгәс, ул Хәбәшкә сығып китергә мәжбүр була. Юлда уны Кара ҡәбиләһенең рәйесе Ибн Дәғинә осрата һәм һорашып мәсьәләне белгәс: «И Әбү Бәкр, һин ҡыуылырға тейешле кеше түгел, һин фәҡирҙәргә, етемдәргә, бәләгә осраған кешеләргә ярҙам итәһең, ҡолдарҙы азат итәһең. Мин һине яҡлауыма аласаҡмын, әйҙә Мәккәгә ҡайтайыҡ», — тип, кире Мәккәгә алып китте. Мәккәгә килгәс, Ибн Дәғинә Мәккәләге рәйестәрҙе күреп, Әбү Бәкрҙе үҙ ҡанаты аҫтына алғанын белгертте. Ибн Дәғинә бөйөк бер әҙәм булғанға, Мәккә мөшриҡтәре уға ҡаршы килә алманылар. Ләкин Әбү Бәкргә шарт ҡуйҙылар, өйөндә генә ғибәҙәт итәргә, Ҡөрьәнде кешеләргә уҡымаҫҡа, үҙе генә уҡырға. Әбү Бәкр башта шул шарттарҙы үтәһә лә, һуңынан йортона бер мәсет кеүек нәрҫә һалып, шунда ғибәҙәт ҡыла һәм Ҡөрьән уҡый башланы. Әбү Бәкр Ҡөрьәнде ғәйәт тәьҫирле рәүештә уҡый һәм Ҡөрьәнде уҡыуҙан илай ине. Мөшриҡтәрҙең ҡатындары һәм балалары килеп, Әбү Бәкрҙе тыңлай инеләр, (улар Ҡөрьән ғәрәп телендә булғас, Ҡөрьәнде аңлайҙар ине). Мөшриҡтәр Ҡөрьәндең тәьҫирен күреп ҡурҡыштылар. Ибн Дәғинә янына барып, Әбү Бәкр хаҡында шикәйәт иттеләр. Ибн Дәғинә Әбү Бәкр янына килеп: «Һин йә йәшерен ғибәҙәт ит, йәки минең химаямдан сыҡ», — тине. Әбү Бәкр: «Мин Аллаһ химаяһына разыймын», — тип, уның химәйәһенән сыҡты. Дин өсөн ғазаптар күргән кешеләр былар ғына түгел ине. Улар күргән ғазаптар ғәйәт дәрәжәлә ҡаты ине. Был мәсьәлә тураһында Ғәнкәбут сүрәһендә 2-3-сө аяттарҙа әйтелә:
   «Әллә кешеләр иман килтерҙек тигәндәренән һуң төрлө ауырлыҡтар менән Аллаһ тарафынан имтихан ителмәбеҙ, тип уйлайҙармы? Тәхҡиҡ, быларҙан элек тә төрлө синыф кешеләрен ҡаза һәм ауыр мәшәҡәттәр менән һынап ҡараныҡ, әлбиттә, Аллаһ белер, кемдең иманы хаҡ, кемдеке ялған икәнлеген!».

                                                Хәмзәнең Исламиәтте ҡабул итеүе

   Хәмзә — пәйғәмбәребеҙҙең атаһының ағаһы ине. Мәккә эсендә ул бер баһадир ине, ҡырҙарҙа бер үҙе арҫландарҙы аулай ине. Араҡы эсәргә лә ярата ине һәм мөшриҡлектә ҡаты тора ине. Мөшриҡтәр пәйғәмбәребеҙҙе ҡаты дәрәжәлә мыҫҡыллайҙар ине. Бер ваҡыт Әбү Йәһил рәсүлуллаһты бик бысраҡ һүҙҙәр менән һүгеп рәнйетте. Рәсүлуллаһ уға ҡаршы һис бер яуап бирмәйсә торҙо. Был ваҡиғаны күргән бер ҡатын, пәйғәмбәрҙе йәлләп, уны Хәмзәгә һөйләне. Хәмзәнең бик ҡаты дәрәжәлә асыуы килеп, Ҡәғбәтуллаһҡа барып, үҙ кешеләре араһында торған Әбү Йәһилдең башы йәрәхәтләнгәнсе һуҡты үә уға: «Һин нисек Мөхәммәдте шулай мәсхәрә итергә батырсылыҡ итәһең, мин уның диненә кергән ваҡытта», — тине. Бәғзе мөшриҡтәр Әбү Йәһилде яҡлап, Хәмзәгә һөжүм итмәксе булһалар ҙа, Әбү Йәһил Хәмзәнең Исламға кереүенән ҡурҡып: «Туҡтағыҙ, Хәмзәнең миңә һуғырға хаҡы бар, сөнки мин уның ағаһының улын ҡәбих һүҙҙәр менән һүктем», — тине. Хәмзә шул ваҡытта уҡ, пәйғәмбәребеҙ янына килеп, иман килтерҙе, уның Ислам диненә кереүенә мосолмандар бик шатландылар. Пәйғәмбәребеҙгә мөшриҡтәр тарафынан һөжүмдәр бер ни ҡәҙәр кәмей төштө. Мөшриҡтәр уның Исламға кереүенә бик ҡаты ҡайғырҙылар, Хәмзә Исламға бик күп хеҙмәт итеүсе булды.

          Сөнғәтулла Бикбулат «Мөхәммәд хәҙрәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм» китабынан, Сәнә Сабирйәнова тәржемәһе