Мөхәммәтәнүәр әүлиә

                “Беҙҙең зекер, намаҙар... фашистарҙы еңергә ярҙам итте,” – ти ине олатай

   Гөлнур Лоҡманованың Ғабдулла ишан Сәйеди – Ғабдулла бин Сәйет әл-Бөрйәни әл-Һаҡмари (Муллаҡай) тураһындағы китабында уның оло ҡатынынан тыуған кесе улы һәм ейәнсәре хаҡында ла мәғлүмәт бар. Мөхәмәтәнүәр Ғабдулла улы атаһының атаҡлы мәҙрәсәһендә белем ала, Ҡөрьән-Хафиз дәрәжәһенә өлгәшә. Кулактарҙы ситкә һөрөү ғәрәсәтенә лә эләгә, золом ҡорбаны ла була ул. Һуғыштан һуң тыуған ауылына ҡайтып йәшәп, 1988 йылда 102 йәшендә донъя ҡуя. Ҡыҙы Зәйтүнәнән биш ҡыҙ тыуа. Исемдәре: Мәзүнә, Дилара, Хәмдиә, Ғөлназ һәм Ғөлсирә. Икенсе ҡыҙҙары Рафикова Дилара Мөхитдин ҡыҙы Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумын тамамлаған, хәҙерге көндә Сибай ҡалаһы “Йәштәр үҙәге”ндә “Яугүл” ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе. Унан Ғабдулла ишан Сәйеди һәм унын улы Мөхәммәтәнүәр олаталары хаҡында һөйләүен һораныҡ. Шатланып риза булды.

                                                   Ғабдулла ишан олатайыбыҙ

   Мөхәммәтәнүәр олатайыбыҙҙың ҡатыны Фатима өләсәйҙән ун дүрт балаһы булып, әсәйем менән Ғәйшә инәйебеҙ генә иҫән ҡалған. Әсәйебеҙ Зәйтүнәнән беҙ биш ҡыҙ тыуғанбыҙ. Бер ир туғаныбыҙ үлеп ҡалған. Олатай, өләсәй менән йәшәгән мәлебеҙ тормошобоҙҙоң иң бәхетле саҡтары булғандыр. Улар шул тиклем илаһи заттар ине, беҙ шул мөхиттә дингә ғашиҡ булып үҫтек. Ураҙа айҙарын байрам көткәндәй көтөп ала торғайныҡ. Олатайым менән өләсәйем беҙҙе тәртипкә өйрәтте, башҡорт теленә һөйөү уятты. “Әгәр һеҙ башҡорт телен ныҡлап белһәгеҙ, ғәрәп телен дә еңел үҙләштерерһегеҙ, был ике телдең бик күп уртаҡ өндәре бар”, тип өйрәтә торғайны олатайыбыҙ. Уның яҫтығының аҫтында һәр ваҡыт Әхмәтзәки Вәлидиҙең фотоһы һәм китабы ята торғайны. Беҙ уға: “Олатай, ниңә ул халыҡ дошманының фотоһы менән китабын һаҡлайһың?” – тигән һорауыбыҙға ул: “Юҡ, балалар, һеҙ дөрөҫ уйламайһығыҙ. Һеҙҙе дөрөҫ уҡытмайҙар. Көнө бөгөн түгел, килер бер көн, ул халыҡ күңелендә киренән күтәрелеп сығасаҡ. Мин ул көндә булмам, һеҙ ул көндө күрерһегеҙ. Ул шундай шәп кеше булды. Әгәр ҙә уның хыялдары тормошҡа ашһа, Башҡорт иле айырым дәүләт булып, гөрләп йәшәп ятҡан булыр инек...”, – тип күҙҙәренән йәштәр сығарып һөйләр ине. Атаһы Ғабдулла хәҙрәт Сәйеди хаҡында ла һөйләй торғайны. Олатайыбыҙ уға күсер булып йөрөгән. “Атайым күп һөйләшмәне, ҡайҙалыр барыр булһа, “Әйҙә”, тип ҡулын ғына һелтәй торғайны”, – ти ине. Улар ат менән ташып ятҡан йылғаны ла ат тубығынан гына кистереп сыға алған, “һә”, тигәнсе барыр ерҙәренә етә алған. Бының өсөн хәҙрәттең “Ләбәйкә” тигән һүҙе генә еткән. Ғабдулла ишан олатайыбыҙ ун дүрт телдә укый-яҙа алған, улар араһында фарсы телен ныҡлап белеүе менән башҡаларҙан айырылып торған. Урыҫтар килһә лә, улар менән иркенләп һөйләшкән, ниндәй халыҡ вәкиле килһә лә, шуның телен белгән. Килгән кешенең ниндәй уй менән килерен дә белә алған ул. Үҙе бер ваҡытта ла кешегә асыуланып йөрөмәгән.
   Ғабдулла хәҙрәт олатайҙың Муллаҡайҙағы мәҙрәсәһендә Манһырҙан Мөжәүир, Таулыҡайҙан Хәлил, Күгәрсен яғынан Шәмиғол хәҙрәттәр бергә уҡыған. Мөжәүир хәҙрәтте олатайыбыҙ күп һөйләшмәүе менән Ғабдулла олатайға оҡшатыр ине. Ғабдулла олатай бер мәл шәкерттәренә: “Беҙҙең менән бергә ен-шайтандар ҙа уҡый, уларҙы күргәнегеҙ бармы? Күргегеҙ килһә, ашаған итегеҙҙең һөйәген ташламағыҙ, ҡором менән буяғыҙ ҙа, төнгөлөккә биҙрәгә һалып ҡуйығыҙ. Иртәнсәк кемдең бите ҡоромға буялһа, ана шул ен булыр”, – тип әйтте ти. Иртәнсәк торһаҡ, өс-дүрт шәкерттең ауыҙ-мороно ҡоромға буялғайны, ти. Ғабдулла олатай биттәре ҡоромға ни өсөн буялғанын уларҙың үҙҙәренә әйтмәҫкә ҡушҡан. Бер сер тотмаҫ шәкерт был хаҡта тегеләргә әйткәс, ул шәкерттәр бер туҡтауһыҙ илай- илай, үҙҙәренән-үҙҙәре ҡайҙалыр юҡҡа сыҡҡан. Бер мәл Ғабдулла ишан олатай: “һеҙ енде лә күргәнегеҙ юҡтыр әле, бына мин һеҙгә уны күрһәтәм”, – тип, үҙенең елкәһенән алып күрһәткән. Ҡыҫҡаһы, Ғабдулла олатай беҙ күрмәгән параллель донья заттары менән аралашып йәшәгән. Беҙ бала саҡта бындай хәлдәргә ышанмай, уларҙы әкиәт итеп кенә ҡабул итә торғайныҡ.
Ғабдулла олатайҙың өс ҡатыны булған. Береһе шул тиклем тәрән белемле, икенсеһе аш-һыуға оҫта, өсөнсөһө оҫта тегенсе булған. Беҙҙә сигелгән күлдәге һаҡлана. Олатайҙың өс әбейе бер-береһе менән бик татыу йәшәгән.
   Ғабдулла ишан олатайыбыҙ мәҙрәсәһендә Рәмиевтар ҙа уҡыған. Олатайыбыҙ атаһының Рәмиевтарға нисек итеп ер өҫтөндәге үләндәргә ҡарап, алтын ятҡылығын табыу юлын өйрәтеүе тураһында һөйләй торғайны. Олатайыбыҙ Шәйехзада Бабичты ла күргән. Ғабдулла хәҙрәт олатайыбыҙ шағир менән бик яҡындан аралашҡан. “Бабичтың ҡолаҡтары ҡарпыш, һәр бармағында балдаҡ була торғайны. Шиғыр һөйләгән сағында Бабич хисләнеп китеп, ҡул бармаҡтарын шартлатыр ине. Ныҡ дәртле кеше булды. Мандолиноһын алып уйнап ебәрер ҙә, үҙе ҡушылып йырлар ине”, тиер ине.
   Муллаҡайға Ғабдулла олатай янына килеп йөрөгән Аҡмулланы ла күреү бәхетенә ирешкән олатай. Аҡмулла Ғабдулла олатайыбыҙға “еҙнәй”, тип өндәшкән. “Аҡмулла беҙгә йыш килә торғайны. Һарыраҡ түңәрәк йөҙлө ине ул. Килһә, шиғырҙарын һөйләр ине. Үҙе шаян булды, килеп тороп балаларҙы яратыр ине. Самауыр, арба, ҡамыт- ыңғырсаҡ йүнәтергә лә оҫта булған”, тип һөйләр ине олатайыбыҙ Аҡмулла менән Ғабдулла Сәйедиҙең аралашыуы хаҡында иҫләп. Зәйнулла ишан Рәсүлев менән дә бик тығыҙ аралашып йәшәгән Ғабдулла Сәйеди. Муллаҡайҙан өйлә намаҙында юлға сыҡһалар, Троицкиға икенде намаҙында барып етер булғандар. Хикмәт менән барып еткәндәрҙер, тип уйлайым.
   Мәҙрәсәһен Ғабдулла ишан тулыһынса үҙе тәьмин иткән. Өйөр-өйөр йылҡылары йөрөгән. Шәкерттәренә лә аш-һыуҙы ҙур-ҙур ҡаҙандарҙа үҙе бешерткән. Улар бер ваҡытта ла иттән, картуфтан өҙөлмәгән, ашарға ризыҡ күп булған. Ғабдулла олатай һәр бер шәкертен танып белгән һәм һәр береһе менән айырым шөғөлләнгән, уларҙың һәр ҡайһыһына айырым эш ҡушҡан. Дини һабаҡ ҡына биреп ҡалмаған ул шәкерттәренә, һөнәрселеккә лә өйрәткән. Мөхәммәтәнүәр олатайым һөйләүенсә, улар ат санаһын тимер сөйһөҙ һәм йөйһөҙ тик ағас менән генә яһаған. Нисек итеп сөйһөҙ өй һалырға ла өйрәткән ул шәкерттәренә. Балсыҡтан төрлө төҫтәге буяу яһау серҙәренә лә төшөндөргән. Буяуҙар йәйҙең эҫе көндәрендә лә уңмаған. Ырымбур ҡалаһындағы атаҡлы Каруанһарайҙы биҙәгәндә лә Ғабдулла ишан олатайыбыҙ эшләгән буяуҙар файҙаланылғаны билдәле булды һуңынан.
   Мәҙрәсәлә рус теле лә, башҡа донъяуи фәндәр ҙә уҡытылған. География фәнендә, мәҫәлән, тәбиғәт менән һөйләшеү, серләшеү серҙәренә төшөндөргән. Тәбиғәткә сыҡҡанда ниндәй доғалар уҡырға икәнлеген дә өйрәткән Ғабдулла олатай. Физика фәнендә дәүмәлдәр менән эш итеү серҙәренә төшөндөргән. Мәҙрәсәлә уҡытҡан китаптарҙың ҡайһы бер остоҡтары миндә һаҡлана, унда төрлө һүрәттәр зауыҡ менән төшөрөлгән. Шәхес культы башланғас, Мөхәммәтәнүәр олатайыбыҙ китаптарҙың күбеһен өй башындағы тупраҡ араһына күмгән булһа ла, барыбер килеп, эҙләп табып яндырғандар.

                                                 Улы Мөхәмәтәнүәр олатайыбыҙ

   Мөхәммәтәнүәр олатай бик оҫта ҡурайсы булды, башҡорт халыҡ йырҙарын үҙәккә үткәрерлек итеп йырлар ине. Ҡулдан эшләнгән ҡыл ҡумыҙы ла булды уның. Ауылыбыҙға әртистәр килһә, унан халыҡ йырҙарының тарихын, башҡарылыш манераһын өйрәнә торғайнылар. Әртистәрҙең үҙҙәрен дә йырлата торғайны олатай, уларҙың хатаһын төҙәтеп, үҙе лә йырлап күрһәтер булды. Олатайыбыҙ мөнәжәттәрҙе күп белде. Шуларҙы яттан һамаҡлай торғайны. Кискеһен беҙ йоҡларға ятҡас, ҡулына Ҡөрьәнде ала ла, лампа яҡтыһында таңға тиклем уҡыр ине. Үҙе әйтеүенсә, бер төндә Ҡөрьәнде бер тапҡыр уҡып сыға алған ул. Уның күҙҙәрен елпелдәтеп юлдан-юлға тиҙ генә йүгерткәнен, бәләкәй генә һаҡалының елпенеп тороуын юрғандың ситен ҡайырып ҡына күҙәтә инек. Ҡайһы саҡ таңғы дүрттә уянып китеп ҡараһаҡ, ул һаман ултырыр, ә инде иртәнсәк тороп тышҡа сығыуыбыҙға ул китапты уҡып бөтөп, урмандан бер йөк утын йә бесән тейәп алып ҡайтырға ла өлгөрөр ине. Шунан һуң беҙҙең менән бергә ултырып, тамаҡ ялғай ҙа, беҙҙе лә урманға алып китә торғайны. Шулай бер мәл ул беҙҙе бесәнгә алып барҙы. “Уй, олатай, бында бесән күп сабылған, нисек итеп уны йыябыҙ инде?”– тинем мин уға. Ул миңә: “Ярар, балам, һин, ана, еләк ашай тор, мин хәҙер намаҙ уҡып алам да”, – ти. Ул намаҙ уҡып ҡына бөткәйне, урман араһынан өс ир кеше килеп сыҡты. Ярты сәғәт тә үтмәгәндер, тегеләр беҙгә бесәнде йыйып, тейәшеп бирҙе.
   Олатайыбыҙ бик теремек ине, кәртәһе тулы мал булды. Ул саҡта ауыл тирәһендә иген күп сәселде. Төндә һыйырҙарҙы асып сығарһаҡ, таң атыуға улар ашап туйып, ҡапҡа алдына килеп ята торғайны. “Ошо Әнүәр апаның малдарының да бер хикмәте бар. Малдары игенгә төшмәй”, – тип аптырай торғайны баҫыу һаҡсыһы Азамат.
   Олатайыбыҙ Магнит ҡалаһында төрмәлә ултыра. Төрмә хужаһының ҡыҙын быума сиренән дауалай, тағы ла бер нисә кешене һауыҡтыра һәм шул арҡала ҡотолоп ҡайта, һуңынан төрмә хужаһы олатайыбыҙға “ызнакум” булып килеп йөрөй. Бер килгәнендә ул үҙенә олатайыбыҙҙан мосолманса исем дә ҡуштырған.
                                                                 Хикмәттәре
   Яңы йорт һалырға кейәүе Ибраһим еҙнәйҙе саҡырғайны олатайыбыҙ. Еҙнәбеҙ, башҡаларҙың да килеп етеүен көтәйек, тиеүенә, олатайыбыҙ: “Һинең бер үҙеңдең дә көсөң етә ул”, – тип, уға эште башлай торорға ҡушты. Ғәжәп булды шул саҡ – еҙнәбеҙ бер үҙе өйҙөң нигеҙ бүрәнәләрен еңел генә күтәреп һала ла башланы. Олатайыбыҙҙың хикмәте ине был. Ғөмүмән, Ибраһим еҙнәбеҙ олатайыбыҙ менән сәфәргә лә күп йөрөй торғайны. Бер мәл, сәфәр йөрөгәндәрендә еҙнәбеҙ үҙенең эшенә ике-өс көнгә һуңлағас, “Ҡайным, мин эшемдә булманым, мине әрләрҙәр, эшемдән ҡыуырҙар инде”, – тигәс, олатайыбыҙ: “Юҡ, һине, киреһенсә маҡтарҙар, Маҡтау грамотаһы бирерҙәр, тағы ла ике көн ял бирерҙәр”, – тип тынысландырҙы. Шулай килеп сыҡты ла.
   “Беҙ күргәнде һеҙ күрмәгеҙ инде, балалар. Дин бөттө, тиһәләр ҙә, кире ҡайтасаҡ. Ә бына коммунистар, комсомолдар, пионерҙар бөтәсәк. Сөнки улар Аллаһ Тәғәләне инҡар итә”, – ти торғайны олатайыбыҙ. Беҙҙең ул саҡта комсомолда янып эшләп йөрөгән мәлебеҙ ине. 1987 йылда Өфөлә комсомолдың Өлкә комитетында үткән конференцияға мин делегат булып барғайным. Олатайым шул саҡта: “Был һеҙҙең иң һуңғы комсомол конференцияғыҙ булыр. Шунда барып ҡайтаһың да, комсомол бөтәсәк”, – тине. Шулай булды ла.
Олатайға дауаланырға ҡырҙан кешеләр күп килә торғайны. Бер мәл ул миңә: “Ҡыҙым, миңә әле алыҫтан кешеләр килә ята, һин һыйырҙарыңды көтөүгә ҡыумаҫ борон, самауырыңды ҡуйып сыҡ”, – тип йомош ҡушты. Мин олатай шаярталыр, тип уйлап, самауыр ҡуймайынса ғына һыйырҙарҙы көтөүгә ҡыуып киттем. Ҡайтыуыма, олатай үҙе сәй ҡуйып йөрөй ине. “Мин бит һине алдамайым, ҡыҙым, улар бит алыҫ юлдан асығып килә”, – тиеүе булды, ысынлап та, ҡапҡанан ике ҡатындың инеп килгәне күренде. Улар Саҡмағош районы кешеләре булып сыҡты. Улар “Өфө – Сибай” поезы менән Сибайға килеп төшөп, шундағы кешеләрҙән Мөхәммәтәнүәр олатайҙың ҡайҙа йәшәүе хаҡында һорашҡан. Шунда кемдер: “Ундай кеше күптән үлеп ҡалды”, – тигән хәбәр һалғас, улар кәйефтәре төшөп, кире ҡайтырға йыйынып, вокзалда йоҡлаған. Шунда береһе төш күргән. Төшөнә Мөхәммәтәнүәр олатай инеп: “Бында килеп еткәсегеҙ, мине күрмәй ҡайтмағыҙ. Мин әлегә иҫәнмен”, – тип өндәшкән. Улар шул төндә үк Баймаҡҡа килеп йоҡлап, иртәнсәкке автобус менән ауылға килгәндәр.
   Күренделәр. Береһен ҡараған ваҡытта икенсеһе тышта илап ултырғас, ни өсөн илауын һорай ҡуйҙым. “Бында килеүемә ирем риза булманы. Шуға күрә күршемдән аҡса алып килгәйнем, шул хаҡта хәҙрәт олатай әйтте лә ҡуйҙы. Мине өшкөргән өсөн аҡса биргәйнем, ул: “Бына был аҡсаны күршеңә ҡайтарып бир, мин һиңә юлыңа аҡсаны үҙем бирәм, тине. Олатай быны ҡайҙан белде икән, тип, шул ҡыуанысымдан илап ултырам”, – тине ул ҡатын. Улар ҡайтыр саҡта тағы ла киләсәктәрен белдергәс, олатай: “Икенсе мәртәбә килмәгеҙ, ул саҡта мин, ысынлап та, был донъяла булмаясаҡмын”, – тине. Шулай килеп сыҡты ла, оҙаҡламай олатайым мәрхүм булып ҡалды.
   Бер мәл урам һепереп йөрөй инек, олатайыбыҙ: “Балалар, урамды тиҙ генә һепереп бөтөгөҙ, хәҙер күҙе һуҡырайған бер ир затын алып киләләр”, – ти. Ысынлап та, ике ир бер ирҙе ҡултыҡлап алып килделәр. Олатайыбыҙ уны ике сәғәттән ашыу өшкөрҙө. Беҙ тышта көтөп торҙоҡ. Бер мәл теге ир килеп сыҡты ла: “Был яҡты донъяны ла күрер көнөм бар икән”, – тип, олатайыбыҙҙы ҡосаҡлап иларға тотондо. Олатайыбыҙ уға тыныс ҡына итеп: “Бүтәнсә эңерҙә эш эшләп йөрөмә, күҙеңде ен бәйләгән”, – тине. Ысынлап та, ҡыҙыл эңер ен-шайтандарҙың ин ҡыҙған ваҡыты икән. Ул саҡта тышта йөрөргә ярамағанлығын, ниндәйҙер кисектергеһеҙ эш башҡарырға тура килһә, “Бисмилла”, тип әйтергә кәрәклеген олатайыбыҙҙан белдек.
   Баймаҡ районының әлеге имам-мөхтәсибе Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев өс кенә йәшлек сағында атаһы менән беҙгә килә торғайны. Олатайыбыҙ улар килһә: “Һо, беҙҙең Хөрмәтулла хәҙрәт килә ята бит”, – тип әйтеп, уның башынан һыйпар ине. Уның хәҙрәт булырын шул саҡта уҡ белгән. Йома ғәйетенән һуң улар төрлө ауылдан килгән муллалар менән көлөшә-көлөшә, мәрәкәләшеп, ауылдың лаҡап һүҙҙәрен һөйләшеп, сәй эсә торғайны. Олатайыбыҙ мәжлескә килеүселәрҙең һәр береһенән доға уҡытып, уҡыуын маҡтай ине. Хәҙерге көндә кемдәр дин юлында йөрөй – улар шул муллаларҙың йә балалары, йә ейәндәре. Олатай бер ваҡытта ла кешегә көйөп ултырманы, гел ыңғай ҡарашта булды. Кешенең етешһеҙ яғы булһа, уны үҙенә тура әйтмәй генә, мәрәкә, кинәйә аша, хәтере ҡалмаҫлыҡ итеп кенә белдерер ине. Урамда берәр үҫмер йә бала кәйефһеҙ генә китеп барһа, янына саҡырып алып, арҡаларынан һөйөп, дәртләндереп, йөҙөнә йылмайыу ҡундырып оҙатты. Афған һуғышында беҙҙең ауылдан бер кем дә унда эләкмәне. Бының сәбәбе олатайҙың егеткә әрмегә китер алдынан яҙып биргән доғаһында икәнен дә бар ауыл белде. Олатайыбыҙ мәрхүм булып ҡалғас, бар ауыл иланы.
                                                     Олатайыбыҙ һабаҡтары
   Беҙгә, биш ҡыҙына, һәр беребеҙгә айырып кәңәштәрен бирә торғайны олатай. Өлкән апайыбыҙ Мәзүнәгә бер мәл мәсеткә барып, мөнбәр янында баҫҡыс торамы-юҡмы икәнен ҡарап килергә ҡушты. Апайыбыҙ унда баҫҡыс булмауын, әммә мәсетте көпләп ҡағылған таҡта ярығында аяҡ-ҡулы кешенеке һымаҡ, тик күҙ, ауыҙ, ҡолаҡ урынында һыҙыҡ ҡына, тәне йоп-йомшаҡ булған тере ҡурсаҡҡа оҡшаған йән эйәһен тотоп ҡарауы хаҡында һөйләп аптыратты. Олатайыбыҙ уға: “Тотоп ҡарағасың, бик шәп. Тик был турала бер кемгә лә һөйләмә, ул – ен балаһы. Ваҡыты еткәс, енле кешеләр килһә, һин өшкөрөп ебәрерһең”, – тине. Хәмдиә һеңлем һүрәт төшөрөргә, йырларға, бейергә ярата торғайны. Олатайыбыҙ уның киләсәген тап шул йүнәлештә юраны һәм яңылышманы. Хәмдиә дүртенсе кластан Өфөгә художество мәктәбенә уҡырға барҙы. Гөлназ һеңлебеҙ ҙә шул тиклем матур йырлай торғайны. Ауыл хужалығы техникумында зоотехникҡа уҡып йөрөгән сағында Радик Гәрәев концерт менән килгән булған. Ул һеңлебеҙҙең йырлағанын ишеткәс, унан шәп йырсы сығасағын әйтеп, сәнғәт училищеһына уҡырға тәҡдим иткән, ярҙам итәсәген белдергән. “Һинең бит ҡулыңдың име бар, әллә әртис булмай, медицинаға бараһыңмы, балам, һин бит кешеләрҙе дауалай торған кешеһең”, – тине уға олатайыбыҙ. Гөлназ аҙаҡ медицина училищеһына уҡырға инде. Хәҙер ул кешеләрҙең тәненә ҡулын ҡуйып ҡарай ҙа, ҡайһы урында сире барлығын әйтә лә ҡуя. Бәләкәй һеңлебеҙ кескәй сағынан шаян булды, кешеләрҙе лә әләкләй ине. Уға ла ҡулының име барлығын әйтте олатай, ул хәҙер шул йүнәлештә белем алып, массажсы булып эшләй. Олатайыбыҙҙың миңә әйткән кәңәштәре лә булды. “Һин, ҡыҙым, дингә шул тиклем бирелгәнһең. 35 йәшеңә тиклем яулыҡ ябынмай йөрөһәң дә, аҙаҡтан үҙең ябына башлаясаҡһың”, – тине. Мин намаҙ уҡығас, яулыҡ ябынырға тейеш булыуымды әйттем, шунан ул: “Ярар, зарураттан, тип башығыҙҙы өс тапҡыр һыйпаһағыҙ, шул яулыҡ ябыныуға тиң, аҙаҡ үҙегеҙ ябынаһығыҙ ул”, – тип өйрәтте. Олатайым минә тағы ла: “Һин, ҡыҙым, Сибайҙа йәшәйәсәкһең, эргәңдә генә мәсет буласаҡ. Шул мәсеткә намаҙға йөрө. Бер ваҡытта ла муллаларҙың етешһеҙлеге хаҡында һөйләмә. Һәр бер мулланың килешмәгән бер яғы булыр, уға иғтибар итмә”, – тип әйтә торғайны.
   Мөхәммәтәнүәр олатайыбыҙ ғүмере буйы ат көттө, бал ҡорто тотто. Бейәнең һөтөн генә эсә торғайны. Бер йылы умартаһындағы бал ҡорттары үлеп бөттө. Олатайыбыҙ борсолмаҫҡа, умарталарҙы таҙартырға ҡушты. Йыуып, таҙалап ултыртҡайныҡ, бер-ике көндән бөтә умарталарға ла бал ҡорто ҡунды. Ниндәй хикмәте булғандыр, олатайыбыҙ үҙе генә белә инде. Бал алған ваҡытта беҙгә бәләкәй һауыттарға бал тултырып биреп, бар ауыл халҡына тараттырыр ине. Яҙ етһә, олатайыбыҙ атын егеп, урманға китер ине. Беҙҙе лә бер арба итеп ултыртып алыр ине. Беҙ урманда балтырған, йыуа, ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ, әтнәкәс ашап кинәнә инек. Еләк мәлендә олатайыбыҙ еләкте шул тиклеп шәп йыйыр ине. Беҙ уны күрмәй ҙә ҡалабыҙ, “һә”, тигәнсе бер теүәтәй еләк алып килер ине.
   Олатайыбыҙ тәбиғәт менән үҙенсә һөйләшә белә торғайны. Уҫаҡ, ҡайын, ҡарағас, ҡарағай, муйыл ағастарының кешегә ниндәй файҙаһы булыуы хаҡында беҙгә һөйләй торғайны. Мәҫәлән, уҫаҡ ағасының янында ултырһаң, ҡан баҫымы яҡшырыуын ул беҙгә аңлатты, тәндәге тимрәү һымаҡ ауырыуҙарҙы уҫаҡ ҡайрыһы ҡайнатмаһы менән йыуып дауаларға өйрәтте. “Юлығыҙҙа ҡарағас осраһа, уны тотоп булһа ла китегеҙ. Ул бит мәңгелек йәш ағас, күңелегеҙ үҫер. Ҡарағастың һағыҙын сәйнәгеҙ, тешегеҙ ныҡ булыр. Бер ваҡытта ла тешегеҙ һыҙламаҫ”, – тип әйтеп өйрәтә торғайны. Ҡарағайҙың сайырын сәйнәргә лә ҡушты, ҡайындың туҙынан яһалған һауытта тоҙҙо һаҡлаһаң, кешенең ғүмеренә бәрәкәт килеүе хаҡында ла әйтте. Аяҡтары шешеп, табандары ярылып, аяғына баҫа алмағандарға туҙҙан олтораҡ эшләп, аяҡ кейеменең эсенә һалырға кәрәк, тип кәңәшен бирер ине. Фатима өләсәй беҙҙҙең һәр беребеҙгә йоҙроҡ ҙурлығында туҙ һағыҙҙары ҡайнатып бирә торғайны. Эсте, ҡарынды таҙартыу өсөн муйыл ашарға ҡуша торғайны олатайыбыҙ. Муйылды бер ваҡытта ла һындырып тирмәне ул. Ағасы аҫтына балаҫ, әрмәктәр түшәп, һелкетеп, емештәрен тоҡҡа тултырыр ине.
   Олатайыбыҙ мәҡәлдәрҙе, тиҙәйткестәрҙе күп белде. “Күккә менер баҫҡыс юҡ”, “Күктән төшөр сынйыр юҡ”, “Йомортҡаның йөйө юҡ”, “Һыйырҙың ялы юҡ”, “Аттың мөгөҙө юҡ”, “Таштың тамыры юҡ”, һымаҡ һүҙҙәрҙе әйтеп ултыра торғайны. Уға район түрәләре лә кәңәш һорап, доғалыҡ, бетеү яҙҙырып алырға килә торғайны. Түрәләр киләләр ҙә, ҡайтыр алдынан: “Олатай, беҙҙең бында килеүебеҙ тураһында башҡаларға әйтеп кенә ҡуйма инде”, – тип иҫкәртәләр ине.
   Әсәйебеҙ ҙә дини кеше ине. Атайыбыҙ балалар йортонда тәрбиәләнеп, Силәбе өлкәһенән беҙҙең яҡтарға сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү осоронда килеп сыға. Атайыбыҙ әсәйебеҙгә өйләнер булғас, олатайыбыҙ әсәйебеҙгә шундай нәҙер әйтеп: “Ул бала сағында шул тиклем бәхетһеҙ булған. Ул да Хоҙай бәндәһе. Уға кейәүгә сыҡҡас, уны тәрбиәләргә, дин юлына килтерергә бурыслыһың”, – тигән. Әсәйебеҙ олатайыбыҙҙың һүҙен тотто, атайыбыҙҙы дин юлына баҫтырҙы. Әсәйебеҙ мәрхүмә булды, атайыбыҙ хәҙер Муллаҡайҙа олатайымдың нигеҙендә йәшәй.
                                             “Фатиха” – Ҡөрьәндең әсәһе
   Бер мәл клубта ҡумыҙсылар ансамбле сығыш яһарға булғас, миңә ҡумыҙ етмәне. Шул саҡта Сибайҙан әртистәр килеп төшөп, олатайҙың хәлен белергә инделәр. Ҡумыҙҙары ла бар ине. Олатай береһен һатып алды ла, минә бирҙе. “Ҡыҙым, мин һинең мөғәллимә булыуынды теләгәйнем. Әртис булмаһаң да, ошо ҡумыҙҙы һаҡла. Ул һиңә киләсәктә кәрәк буласаҡ. Еҙ ҡумыҙҙа уйнаған кешенең тын юлы таҙара”, – тине. Уның әйткән һүҙе раҫ булды. Бөгөн мин Сибайҙа ҡумыҙсылар ансамбленең етәксеһемен. Һуңынан Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумына барып уҡып ҡайттым.
   Һуғыш башланып, илебеҙ өсөн иң ҡурҡыныс көндәр килгәс, йәғни фашистар Мәскәүгә килеп еткәс, беҙҙең төбәктең дин әһелдәрен Өфөгә Диниә назаратына саҡырып алғандар. Улар Аллаһ Тәғәләнән илебеҙҙең был һуғышта еңеп сығыуын һорап зекер әйткән. Уларҙы саҡырыусылар был турала бер кем дә белергә тейеш түгел тип иҫкәрткән. Ысынмылыр, улар зекер әйткән саҡта фашистарҙың юлын болот төшөп ҡаплаған. “Беҙҙекеләр зекер, намаҙ ярҙамында ғына енде инде”, – тип әйтә торғайны Мөхәммәтәнүәр олатайыбыҙ.
“Ҡулһуалла” – Ҡөрьәндең атаһы, уны бер ултырғанда мең тапҡыр, һис юғы көнөнә бер тапҡыр әйтегеҙ, “Фатиха” сүрәһе – Ҡөрьәндең әсәһе, уны уҡығас та, Аллаһ Тәғәлә үҙенең фатихаһын бирә”, – тип әйтә торғайны олатайыбыҙ. Кистәрен ултырып, йә яткан килеш зекер әйтер ине. Мин дә зекер әйтәм, зекер әйтһәм, эс бошоуы юҡҡа сыға, күңелдә яңы уйҙар тыуа.
   Бер мәл төшөмдә минән “Әл-Маидә” сүрәһен уҡыттылар. Иртәгеһенә Ҡорбан ғәйете байрамына һалма йәйергә мәсеткә барҙым. Һалма йәйеп торғанда иң аҙаҡҡы йәймәне шылдырам, тиһәм, ҡулымдың көсө етмәне. Ҡулым ҡамыр һымаҡ булды ла ҡуйҙы. Эстән генә зекер әйтергә тотондом, яныма килгән кешеләрҙең уйын күрә башланым. Тәнем зымбырҙап китте, алдымда йәйелгән һалмаға ҡараһам, унда матур итеп тороп “Аллаһ” һүҙе яҙылған. Янымда хажға барыусылар ҙа бар ине. Барыһы ла был мөғжизәгә илай-илай ҡараны. Һалма йәйергә хәлем ҡалмағас, Аллаһ Тәғәлә быныһын йәйергә ҡушмайҙыр инде, тип ҡалдырҙым. Әғләметдин хәҙрәт тә мәсеттә ине. Ул мөғжизәне мәсеткә килеүселәрҙең барыһына ла күрһәтеп сыҡты.
                                                       Суфыйҙар килер ине...
   Олатайыбыҙға төрлө яҡтан бик ныҡ ҡартайған, һәләмә кейемле кешеләр килә торғайны. Беҙ уларҙың барыһын да “Диуана” тип атап йөрөттөк. Олатайыбыҙ беҙгә уларҙы “Диуана”, тип атамаҫҡа ҡуша ине. Олатайыбыҙ менән һәр саҡ зекер әйтеүсе, ҡолағында инәүе булған кешенең бик күп тапҡырҙан килеүен беләм. “Концлагерҙа булған, һеҙ унан көлмәгеҙ”, – тип әйтер ине уның тураһында олатайыбыҙ. Шәйшәрип тигән кеше лә беҙгә күп тапҡырҙар килде. Тағы ла бер бәләкәй генә буйлы кеше беҙҙә йыш ҡунаҡта булды. Намаҙ уҡыр инеләр ҙә, оҙаҡ ҡына итеп зекер әйтеп, аҙағынан бергәләшеп илар инеләр. Аҙаҡ олатайыбыҙҙан: “Нишләп илай-илай намаҙ укыйһығыҙ?” – тип һорағайныҡ, олатайыбыҙ: “Беҙ киләсәк тормош өсөн, милләтебеҙҙең, балаларыбыҙҙың, ейәндәребеҙҙең именлеге өсөн, динебеҙ кире ҡайтһын өсөн Аллаһ Тәғәләнән илап һорайбыҙ”, – тип әйтер ине. Улар артабан ҡырға, тау баштарына сығып китеп, намаҙ уҡып, зекер әйтеп ҡайтырҙар ине. Һуңынан ғына белдем: беҙ “Диуана”, тип белгән кешеләр барыһы ла ваҡытында Муллаҡай мәҙрәсәһендә һәм башҡа яҡтарҙа уҡып, иҫән ҡалған һуңғы суфыйҙар ине. Мин уларҙың нисек итеп тәһәрәт алғандарын ҡарай торғайным. Устарына һыу алып, терһәктәренә төшөргән саҡта шул һыу ҡояшҡа сағылып, ҡулдарында нур уйнатҡан һымаҡ инеләр. Олатайҙан бының серен һорағайным: “Тәһәрәт алған һайын Аллаһ Тәғәлә кешене нурландыра, һәр ваҡыт тәһәрәт менән йөрөгөҙ”, – тип аңлатты.
                                                              Әйткәндәй...
   Ғабдулла ишан Сәйеди , уның мәҙрәсәһе, улы Мөхәммәтәнүәр, башҡа нәҫелдәштәре хаҡында китап яҙыу зарурлығы бар. Дилара Мөхитдин ҡыҙы һәм туғандары был эшкә тотонған да инде. Тиҙерәк ул китапты ҡулға алғы килә. Шул уҡ ваҡытта ул китапты яҙыусыларға теләк тә бар: милләтебеҙ диненә йөҙ борған саҡта заманында Зәйнулла, Ғатаулла, Ғабдулла ишандарыбыҙ иң хаҡлы тип тапҡан тәриҡәт юлының әһәмиәте лә Ғабдулла ишан Сәйедиҙең эшмәкәрлегенә бәйле сағылһын ине ул хеҙмәттә.
                                                                                                          Әхмәр Үтәбәй яҙып алды.
                                                                                                                 “Киске Өфө” гәзитенән, 2009 йыл.