Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең сифаты

                                                         Рәсүлуллаһтың сифаты
   Рәсүлуллаһ урта буйлы, түгәрәк аҡ йөҙлө, ҙур күҙле, күҙенең ҡараһы сөм-ҡара, ағы бер аҙ ҡыҙғылт, оҙон үә нескә ҡашлы, танауы оҙонсараҡ, уртаһы аҙ ғына күтәреңке үә остан бөгөлә төшкән, ҙурыраҡ ауыҙлы, киң маңғайлы, керпектәре ҡуйы, ҡуйы ҡара һаҡаллы, аҡ үә һирәгерәк тешле, киң күкрәкле, эре һөйәкле, беләктәре тулы, тәне йөнлөрәк, тығыҙ итле ине. Күренешкә ғәйәт яғымлы булып, беренсе күргән кешегә лә үҙен һөйҙөрә торған күренештә үә ҡиәфәттә ине.
   Сәсен күберәк ҡолаҡ йомшағын ҡапларлыҡ оҙонлоҡта йөрөтә, унан арта башлаһа, ҡыҫҡарта йәки толом итеп ебәрә ине. Ихрамдан сиселгән ваҡыттарҙа ғына таҡыр итеп алдырғанлығы риүәйәт ителәлер. Ахыр ғүмерҙәрендә сәс үә һаҡалында аҡ бөртөктәр күренә башлағайны, һаҡалын шул көйөнсә ебәрә, мыйығын иһә киҫә ине. Йөрөшө егеттәрсә булып, бөгөлөп-һығылып, бөкрәйеп йөрөмәй, тирә-яҡҡа ҡаранмай, алдына ғына ҡарап йөрөй ине. Таҙалыҡҡа ҡаты иғтибар итә ине үә халыҡты ла уға ныҡ ҡыҙыҡтыра ине. Тәһәрәт алғанда үә башҡа ваҡыттарҙа гел мисүәк ҡуллана ине. Халыҡты ла мисүәк ҡулланырға ҡыҙыҡтыра ине. Сәсен майлай үә тарауҙы ярата ине. Хушбуйлана үә хушбуйҙы бик һөйә ине. Хушбуйҙы күп ҡулланғаны өсөн һуңғы ваҡыттарҙа сәсе яҡшуҡ һарғайғайны. Кис ятҡан саҡта күҙенә һөрмә тартып ята ине. Тырнаҡтарын гел киҫеп тора, оҙон йөрөтмәй ине. Халыҡты пак йөрөргә, йыуынырға ҡыҙыҡтыра, кәм тигәндә аҙнаһына бер мәртәбә булһа ла ҡойонорға ҡуша ине.
                                                         

                                                             Кейем-һалымы
   Кейем-Һалым тураһында бер ҙә тикшереп тормай, ни тура килһә, шуны кейә ине. Күлдәкте һәм Йәмәндә эшләнгән хибара тип аталған кейемде бик яратып кейә торғайны. Салманы бүрек менән дә, бүрекһеҙ ҙә кейә ине. Күберәк салмаһынан елкәһенә ҡойроҡ төшөрә, бәғзе ваҡыт ҡойроҡ төшөрмәйсә лә кейә ине. Салмаһын иң аҫтынан уратып сала ине. Ҡара салма кейгәнлеге лә риүәйәт ителәлер. Кейеменең аҡ төҫтә булыуын бигерәк ярата, халыҡты ла аҡ төҫтәге кейем кейеүгә ҡыҙыҡтыра, үлектәрҙе аҡ кейемдә кәфен ҡылырға ҡуша ине.
   Ҡып-ҡыҙыл төҫтәгене һөймәй үә кеймәй ине. Кейемдең киңлеген, тарлығын иғтибарға алмай, тегеүсеһен дә тикшермәй ине.
   Рум хөкүмәтендә тегелгән тар еңле жөббә кейеүе үә Рум башлыҡтары тарафынан бүләк ҡылынған ебәк менән әҙепләнгән тун кейеүе риүәйәт ителәлер. Ситек тә, башмаҡ та кейә, фәҡәт ситекте күберәк сәфәрҙәрҙә кейә ине. Ҡашына «Мөхәммәд рәсүлуллаһ» тип яҙылған көмөш йөҙөгө бар ине.

                                                              Ашау, эсеүе
   Ашау-эсеүҙә бер ҙә ентекләп тормай, ни тура килһә, шуны ашай ине. Барҙы кире ҡайтармай, юҡты таптырмай, мәжлестә тәҡдим ителгән ашты яратһа ашай, яратмаһа, ашамай, фәҡәт уны яманламай, ғәйепләмәй. Башҡаларға, тәбиғәтегеҙгә килешһә, ашағыҙ, миңә ҡарамағыҙ, ти ине. Бешкән ҡабаҡты бик яратып ашай, хәлүә, бал, һөттө лә бик ярата ине. Күберәк ризығы һыу менән хөрмә була ине. Икешәр-өсәр ай өйөндә ут янмаған ваҡыттар булып, шул һыу, хөрмә, һөт менән ҡәнәғәтләнә ине. Ашты туйырлыҡ дәрәжәлә ашамай торғайны. Ашты күберәк ерҙә, йәғни өҫтәлһеҙ ашай ине.

                                                                 Йоҡоһо
   Йоҡоһо аҙ булып, күберәк кистең өстән бер өлөшөн йоҡлай ине. Түшәк үә мендәре тиренән булып, эсе хөрмә муйсалаһы менән тултырылған ине. Икегә бөкләп йәйеп ята торған бер балаҫы бар ине. Бер көн шуны дүрткә бөкләп йәйгәйнеләр. Иртәгеһен: «Бынан һуң улай дүрткә бөкләмәгеҙ, мине ғибәҙәттән ҡалдырҙы», — тип, әүәлгесә икегә генә бөкләргә ҡушыуы риүәйәт ителә. Күп ваҡыт түшәк үә мендәрҙәрҙе лә тикшереп тормай, ҡамыш балаҫҡа, хатта ҡоро ергә лә ята торғайны.

                                            Мәжлес, кешеләр менән аралашыуы
   Мәжлестә ғәйәт хуш, кешегә йөҙө асыҡ, һүҙе тәмле ине. Мәжлесендә юҡ-бар һүҙҙәр һөйләнмәй, килешһеҙ эштәр эшләнмәй, уның алдында ҡысҡырышыу йәки низағлашыуҙар булмай, килешһеҙ ҡысҡырып көлөнмәй, йылмайыу ғына була ине.
   Ул һөйләгәндә башҡалар һүҙ ҡушмай, баштарын түбән һалып тыңлап ултыралар ине. Һүҙе ғәйәт асыҡ үә һалмаҡ булып, һүҙҙәрҙе һанап барыу мөмкин була ине. Кешеләр менән аралашыуы ғәйәт гүзәл, кешене ялыҡтырмай, өркөтмәй, үҙенә йәлеп ҡыла ине. Кешенең һүҙен бүлмәй, ултырҙашы үҙе тороп китмәйсә, тормай, күрешкән кеше ҡулын алмай тороп, ҡулын алмай ине. Юҡ-бар һүҙ һөйләмәй, маҡтанмай, ғәйбәт һөйләмәй, һис нәрҫәне яманламай, көлкө нәрҫәләрҙән көлә, фәҡәт ҡысҡырып көлмәй ине. Донъя һүҙе сыҡҡанда халыҡ менән донъя һүҙе һөйләй, ахирәт һүҙе сыҡҡанда ахирәт һүҙе һөйләй ине. Биргән бүләкте аҙ булһа ла, кире ҡайтармайса, ала ине. Сәхәбәләр менән гел аралаша, уйын-көлкө һөйләй, уларҙың балаларын уйната, итәгенә алып ултырта, һөйә ине. Ауырыуҙарҙың хәлен белергә бара, үҙенә яҡын торған кешеләр булһа, икенсе милләттән булһа ла, кереп уның хәлдәрен белеп сыға ине. Мәҙинәлә үҙенә яҡын торған бер йәһүди егетенең хәлен белергә кереүе Бохари хәҙисендә әйтелмештер.
   Кешегә үҙе башлап сәләм бирергә тырыша, башлап ҡул һуҙа ине. Килгән ҡунаҡты хөрмәт итә, күп ваҡыт уға кейемен йәйә, үҙе ултыра торған балаҫ үә мендәрен уға тәҡдим итә ине. Биреүҙе ғәйәт ярата, халыҡты бирергә ҡыҙыҡтыра ине. «Биреүсе ҡул алыусы ҡулдан хәйерлерәк», — тип әйтә ине. Саҙаҡа биреүҙе бик һөйә, һораған кешене буш ҡайтармай, үҙенә ҡалмаһа ла бирә, үҙе мохтаж нәрҫәне берәү килеп һораһа ла, бирмәй ҡалмай ине. Мохтаждарҙың хәжәттәре өсөн булышыуҙы иң мөҡәддәс бер эш һанай ине, үҙе үтәй алмаһа, сәхәбәләрҙән үтенә, уларҙы ҡыҙыҡтыра ине. Саҙаҡаны ҡабул итмәй, бүләкте ҡабул итә һәм артығы менән ҡайтара ине. Башҡа милләттән булған кешеләрҙең, хатта мөшриҡтәрҙең дә бүләктәрен ҡабул итә, уларға бүләк бирә ине. Ләкин улар менән һуғыш ҡылыусы мөшриҡтең бүләген ҡабул итмәй торғайны. Нәжәшигә бүләк ебәргәнлеген һөйләйҙәр. Худайбиә тыныслығы ваҡытында Әбү Суфьян тарафынан бирелгән бүләкте ҡабул итеүе риүәйәт ителәлер.

                                                      Шәфҡәт үә мәрхәмәте
   Рәсүлуллаһ бик шәфҡәтле үә мәрхәмәтле булып, халыҡҡа гел яҡшылыҡ теләй, хәжәттәрен үтәргә саралар эҙләй, уларҙың хәлдәрен үҙе тикшереп йөрөй ине. Халыҡҡа еңеллек ҡылырға тырыша, шуның өсөн дә халыҡ ялҡмаһын өсөн, вәғәз-нәсихәтте бик йыш ҡылмай, һирәгәйтә төшә ине. Намаҙҙа сабыйҙарҙың илауҙарын ишетһә, әсәләренең борсолоуҙарынан ҡурҡып, намаҙҙы ҡыҫҡарта төшә ине. Сәхәбәләрҙән берәүҙең имам булып торғанда намаҙҙы бик оҙаҡ уҡығаны өсөн, халыҡты өркөтәһегеҙ тип орошҡанлығы Бохари хәҙисендә әйтеләлер. Сәхәбәләргә юҡ-бар нәрҫәләрҙе күп һорамаҫҡа, бик төпсөнмәҫкә ҡуша һәм: «Ауырлыҡ ҡылмағыҙ, Аллаһ һеҙгә ауырлыҡ ҡылыр, һеҙҙән элекке ҡәүемдәр пәйғәмбәрҙәренән төрлө нәрҫәләр һорап, өҫтәренә ауыр йөктәр йөкләнеләр, һеҙ ҙә шулар кеүек булмағыҙ», — ти ине.
   Рәсүлуллаһтың халыҡҡа ҡарата шәфҡәт үә мәрхәмәтен оҙайтаһы юҡ. Ҡөрьән Кәримдең: 

   «И кешеләр, тәхҡиҡ, һеҙгә уҙ арағыҙҙан пәйғәмбәр килде, һеҙҙең гонаһ эшләүегеҙ уға ауырҙыр, ул һеҙҙең иманға килеүегеҙ өсөн бик тырышыусы, мөьминдәргә шәфҡәтле үә рәхимлелер» кеүек сүрәләре быға кифаялыр (Тәүбә сүрәһе, 128-се аят).
   Рәсүлуллаһ донъяға күҙ һалмай, донъя малына бирелмәй, ҡулына мал төшһә, уны тарата, үҙенә үә ғаиләһенә бик аҙ нәрҫә генә алып ҡала ине. Донъя малына ни дәрәжәлә ҡыҙыҡмауын белергә үҙенең вафатынан һуң бер ҡасыры үә ҡоралдарынан башҡа һис бер нәмә ҡалмағанлығын, тимер кейеме бер йәһүдиҙә закладта ҡалғанлығын иҫкә төшөрөү ҙә етәлер. Ә бит уға тейешле булып тейгән ғәнимәт малдар үә бүләктәр менән генә яҡшы, киң тормош күреп йәшәргә, үҙенән һуң байтаҡ мал ҡалдырып китергә мөмкин ине. Фәҡәт ул донъя малына бирелмәне, байлыҡ йыйманы, килгәнен гел таратып торҙо, байырға мөмкин булғанда ла, ул уға ҡыҙыҡманы. Ғәйшә әйтәлер: Рәсүлуллаһ өс көн рәттән икмәккә туйманы, үҙенән һуң алтын, көмөш, ҡуй, дөйә булһын, бер нәмә ҡалдырманы, ул вафат иткәндә минең өйөмдә ярым саг арпанан башҡа нәрҫә юҡ ине». Ята торған мендәр үә түшәктәренең хөрмә мунсалаһы тултырылған тире булыуы ла, әлбиттә, шул донъя байлығына бирелмәгәнлектәндер.
   Ғәйшә: «Рәсүлуллаһ туярлыҡ ашамай торғайны, булмағанлыҡтан һис кемгә зарланмай ине, аслыҡтан төн буйына борсолоп сыҡҡан ваҡыттары була, шуның менән бергә көндөҙөн ураҙа тота ине, рәсүлуллаһтың был хәлен күреп, йәлләп илай торғайным һәм ник ул ҡәҙәр үҙеңде ғазаплайһың, туйғансы ашай торған нәрҫә тотһаң булмаҫмы, ти торғайным. Быға ҡаршы ул: «И Ғәйшә, донъяның миңә ни кәрәге бар, минең пәйғәмбәр ҡәрҙәштәрем бынан артығыраҡҡа ла сабыр иттеләр, шул сәбәпле Аллаһуҙың хөрмәт үә ихтирамына лайыҡ булдылар, мин әгәр донъяла иркенлеккә бирелһәм, дәрәжәм уларҙан кәм булыр тип ҡурҡам, хәлбуки миңә уларға ирешеүҙән үә улар менән бергә булыуҙан да һөйөклө нәрҫә юҡ», — ти ине.
   Хәжжәтүл Вәдәғтә йөҙ дөйә ҡорбанлыҡ ҡылғаны хәлдә, аяҡ кейеме туҙып бөткән, алама булыуы уның донъя малына ҡыҙыҡмауын күрһәтәлер. Рәсүлуллаһтың ҡатындары, үҙ тормоштарынан разый булмайса, бер ваҡыт унан иркенерәк, мулыраҡ тормош даулағандар, башҡа башлыҡ ҡатындары кеүек мул торорға, кейем-һалымда ла уларҙан ҡалышмаҫҡа теләгәйнеләр. Быға ҡаршы рәсүлуллаһ уларға бер ай яҡынлыҡ ҡылманы, әгәр иҫке тормоштарына разый булмаһалар, уларҙы талаҡ итәсәген белдерҙе үә ихтыярҙарына һалды. Был эштәр, әлбиттә, рәсүлуллаһтың донъя малына бирелмәгәнлегенән килә ине. Юҡһа уның уларҙы бик мул тоторға ҡөҙрәте бар ине. Ләкин ул улай киң үә рәхәт тормошҡа бирелмәй, ҡатындарын да улай аҫырамай ине.
   Шуның менән бергә халыҡты эшкә ҡыҙыҡтыра, хәләл көс менән мал табырға димләй, ялҡаулыҡтан ҡаты һүрәттә тыя, ялҡаулыҡтың насар нәтижәләрен, фәҡирлектең төрлө бәләләргә сәбәп булыуын һөйләй, шуның менән бергә өммәтенең ғәзиз үә ҡеүәтле бер милләт булыуын теләй ине.

   Күп ваҡыт саҙаҡа бирмәксе булған кешеләрҙең ғаиләләрен ҡарарлыҡ аҡсалары барлыҡ-юҡлығын тикшерә, элек үҙ ғаиләләренең ихтыяждарын үтәргә, унан һуң башҡаларға саҙаҡа бирергә ҡуша ине. Бөтә малдарын саҙаҡа ҡылырға булған кешеләргә барыһын да биреп бөтөрмәҫкә ҡуша, бөтөн малдарын васыят итәргә тырышыусыларға: «Юҡ, улай барыһын да васыят итмә, өстән берен васыят итһәң, етер, ул да бик күп. Үҙеңдән һуң балаларың кешенән һоранып йөрөрлөк хәлдә ҡалмаһын!» — ти ине. Ҡыҫҡаһы, рәсүлуллаһтың киң үә рәхәт тормайса, ҡыҫыңҡы тормошто ихтыяр итеүе юҡлыҡтан түгел, бәлки башҡа фәҡир үә меҫкендәргә ярҙам итеү өсөн һәм дә донъяға артыҡ күҙ һалмағанлығы өсөн ине. Ул үҙ өммәтенең бай булып, башҡаларға яҡшылыҡ ҡылыуҙарын, һораныуға ихтыяждары төшмәүен ярата, бирә торған ҡул ала торған ҡулдан хәйерлерәк тип, бирергә үә биреү өсөн мал табырға ҡыҙыҡтыра ине.

                                                                  Сабырлығы
   Рәсүлуллаһта әхләҡтең бөтөн яҡшы сифаттары ла бар ине. Быға Ҡөрьәндә Ҡәләм сүрәһендә, 4 аятта шәһәҙәт биреләлер: 

   «Әлбиттә, һин олуғ холҡтар өҫтөндәһең». Ул үҙе халыҡты һәр ваҡыт яҡшы әхләҡҡә ҡыҙыҡтыра үә: «Мөкәммәл ҡылыу өсөн ебәрелдем», — ти ине. Ул йомшаҡ күңелле, сабыр, ғәфү итеүсе, тыйнаҡ, йомарт, ғәҙел, һүҙендә һәм ғәһедтә тороусы, шәфҡәтле, батыр, шул сифаттарҙың иң юғары дәрәжәһендә ине. Ул Мәккәлә пәйғәмбәр булғандан һуң Ҡөрәйш ғәрәптәренән ни ҡәҙәр йәбер үә золом күргәне хәлдә бер ҙә сабырһыҙланманы, рухы төшмәне.
   Ҡөрьәндә был турала «Әхҡаф» сүрәһендә, 35-се аятта: 

   «И Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм, ҡәүемеңдең ҡаршылыҡ күрһәтеүҙәренә сабыр ит, сыҙамлы бул, пәйғәмбәрҙәрҙең ҡаты сыҙамлылары сыҙаған кеүек, үә уларға ғазапты ашыҡтырып һорама!»

   «Һуд» сүрәһе, 49-сы аят: 

   «Һин кафырҙарҙың йәберләүҙәренә һәм ялғансы тийеүҙәренә сабыр ит, сыҙа, бит эштең ахырындағы уңыш үә шатлыҡ гонаһтан һаҡланыусы тәҡүә кешеләргә».
   Сәхәбәләр әллә нисә мәртәбә мөшриктәргә бәддоға ҡылырға үтенһәләр ҙә, бәддоға ҡылманы, киреһенсә, хәйердоға ҡылды. Ухуд һуғышында сәхәбәләр мөшриҡтәргә бәддоға ҡылыуын үтенһәләр ҙә, ул: «И Раббым, ҡәүемемә мәғрифәт ҡыл, сөнки улар белмәйҙәр», — тип доға ҡылды. Таифҡа барышында дошмандарға бәддоға ҡылырға үтенгәндә, ул: «И Раббым, сәҡыф халҡын тура юлға күндер, миңә уларҙы мосолман итеп ебәр», — тип доға ҡылды.
   Ул үҙенә ҡағылышлы эштәрҙә асла үс алмай, даим ғәфү итә, фәҡәт Аллаһ өсөн генә үс ала ине. Шуның өсөн дә кеше танымай, яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәй торған, пәйғәмбәрлек дәрәжәһен ҡәҙерләмәй торған ҡаты бәғерле сәхрә ғәрәптәре рәсүлуллаһты урынлы-урынһыҙға борсойҙар, ҡайһы бер ваҡытта унан берәр нәрҫә һорап, бирмәһә, уға бәйләнәләр, кейемдәренән тартҡылайҙар, ғәнимәт малын бүлгәндә: «Ғәҙеллек ҡылманың, ғәҙеллек ҡыл!» кеүек килешһеҙ, мәғәнәһеҙ һүҙҙәр әйтәләр, фәҡәт рәсүлуллаһ быны ла күтәрә ине. Янындағы сәхәбәләр бындай кешеләрҙе язаларға кәңәш бирһәләр ҙә, ул һаман ғәфү ҡыла ине. Фәтх Мәккә көнөндә үҙенә ҡылмаған ҡәбәхәтлекте ҡалдырмаған Ҡөрәйш ғәрәптәренә ни эшләһә, шуға ҡадир булғаны хәлдә, асла уларҙан үс алыу юлына баҫманы.
   Ғәйшә: «Рәсүлуллаһ кешенән күргән йәбер үә золомдо икенсе кешегә шикәйәт итмәне, кешенән үс алыу өсөн башҡаларҙан ярҙам һораманы, һуғыштарҙан башҡа ваҡыттарҙа ҡул күтәреп һуҡманы, ҡатындарына булһын, хеҙмәтселәренә булһын, ҡул тейҙермәне», — тиҙер.
   Ҡөрьәндә «Ғимран» сүрәһендә, 159-сы аятта:
   «И Мөхәммәд ғәләйһиссәләм, Аллаһуҙың рәхмәте менән өммәтеңә шәфҡәтле булдың, әгәр ҡаты күңелле булһаң, әлбиттә, һинең тирәңдән ҡасырҙар ине. Сәхәбәләрҙең хата эштәрен ғәфү ит һәм улар өсөн Аллаһуҙан ярлыҡауҙы һора һәм дә, ҙур эш булғанда, улар менән кәңәш ит!»
   Бер ваҡыт рәсүлуллаһтан аласағы бар бер кемсә уға ҡаты бәрелгәс, сәхәбәләрҙән бәғзеләре шул кешене яза ҡылмаҡсы булғайнылар. Шул ваҡыт уларға: «Ҡуйығыҙ, бурысын алаһы кешенең һөйләргә хаҡы бар», — тине. Шундай уҡ бер ваҡиғала Ғүмәр бурысын талап итергә килгән кешене үлтерергә уйлағайны. Шул ваҡыт рәсүлуллаһ Ғүмәргә: «Һин миңә бурысымды түләргә, уға иһә сабыр итергә ҡушырға тейеш инең», — тине. Бер ваҡыт уға көтөп торорға риза булып бер нәрҫә һатҡан йәһүди ваҡыт етмәҫ борон аҡсаһын һорарға килгәйне. Рәсүлуллаһ уға: «Әле һөйләшкән ваҡыт еткәне юҡ бит», — тине. Быға ҡаршы йәһүди: «Һеҙ, Ғабдел Мутталиб балалары, түләргә ҡаты кешеләрһегеҙ», — тине. Быны күреп сәхәбәләр йәһүдиҙе үлтерергә теләгәндәрендә рәсүлуллаһ уларҙы тыйҙы һәм йәһүдигә тағын да йомошағыраҡ мөғәмәлә күрһәтте. Быны күреп йәһүдиҙең: «Һиндә пәйғәмбәр ғәләмәттәренең бөтөнөһөн күргән инем. Бары сабырлығыңды һынап ҡараһым килгәйне», — тип, Исламиәткә кереүе билдәлелер.

                                                                      Түбәнселеге
   Түбәнселеге хаҡында һөйләп тораһы ла юҡ. Унда асла тәкәбберлек тигән нәрҫә юҡ, ул шул ҡәҙәр түбәнселекле, ябай ине. Фәҡир-фуҡара менән бергә ултыра, меҫкендәрҙең барып хәлен белә, ҡол кеше саҡырһа ла бара, саҡырыуҙы кире ҡаҡмай ине. Ҡарсыҡтар менән уларҙың хәжәттәре тураһында әллә ни ҡәҙәр һөйләшеп тора ине. Мәжлестә ниндәй урын тура килһә, шунда ултыра, халыҡты урындарынан ҡуҙғатмай, сәхәбәләр янына килгәс, уны ҡаршылап тормаҫҡа ҡуша ине. Дөйә үә ишәктәргә атлана, артына кешеләр ҙә атландыра, һуғыштарҙа атланырға ат үә дөйәләр етмәгән саҡта башҡа кешеләр кеүек үк, сиратлап атланып бара ине. Бер ваҡыт сәхәбәләрҙән бер нисә кеше рәсүлуллаһ яндарынан үткәндә, улар уны ҙурлап аяғүрә торҙолар. Быға кәйефе китте: «Һеҙ улай бер-берегеҙҙе ҙурлар өсөн тормағыҙ. Мин һеҙҙең кеүек бер ҡол бит, һеҙҙең кеүек ашайым, эсәм, торам, ултырам», — тине. Ул сәхәбәләренә: «Мине башҡа ҡәүемдәр пәйғәмбәрҙәрен күтәргән шикелле күтәрмәгеҙ, мине Ғабдел- лаһ үә рәсүлуллаһ тип әйтегеҙ», — ти ине.
   Әбү һөрәйрә әйтәлер: «Бер ваҡыт рәсүлуллаһ менән баҙарға сығып уға кейемлек ала инек. Рәсүлуллаһ алған әйбергә аҡсаны бер миҡдар артығыраҡ бирҙе, һатыусы шатлығынан рәсүлуллаһтың ҡулын үбә башланы. Быны күреп, рәсүлуллаһ ҡулын ҡаты итеп тартып алды ла: «Нигә улай минең ҡулымды үбәһең? Был бит мәжүсиҙәр эше. Улар падишаһтарының ҡулын шулай үбәләр. Мин падишаһ түгелмен, һеҙҙең кеүек үк бер кешемен», — тине. Алған кейемен күтәрмәксе булғайным, бирмәне: «Кеше үҙ нәрҫәһен үҙе күтәреүе яҡшы», — тине.
   Әмерен үтәргә әҙер булған хеҙмәтсе үә ҡолдары була тороп, күп ваҡыт ғаиләһенә булышлыҡ итә, иҙән һеперә, хайуандарына ашарға һала, хайуандарын һауыша, үҙ кейемдәрен үҙе ямай, һынған, емерелгән нәрҫәләрҙе төҙәтә ине. Ҡунаҡты хуш ҡаршы ала, уларға асыҡ йөҙ күрһәтә, уларға үҙе хеҙмәт итә, ҡыҫтап ашата ине. Бер ваҡыт ҡунаҡтарға үҙе хеҙмәт итә башлағас, сәхәбәләренән бәғзеләре: «И рәсүлуллаһ, һин ултыр, беҙ үҙебеҙ хеҙмәт итербеҙ!» — тимештәр ине. Быға ҡаршы рәсүлуллаһ: «Улар минең сәхәбәләремә хөрмәт күрһәткәндәр, уларға хеҙмәт иткәйнеләр. Шуның өсөн уларға үҙем хеҙмәт итәһем килә», — тине. Йүгереш, көрәш уйындарына ҡатнаша ине. Үҙе лә көрәшә үә йүгерә ине. Ат үә дөйә уҙышыуҙарына ҡатнаша, үҙе лә дөйәһен йүгерешеүгә ебәрә ине. Фәтх Мәккә көндө Мәккәгә кергәндә түбәнселек менән тәкәбберләнмәйсә керҙе.

                                                               Йомартлығы
   Йомартлығының сиге юҡ ине. Пәйғәмбәр булмаҫ борон уҡ Хәҙисәнең уға: «Һин рәхимлеһең, һәләкәткә төшкән кешеләргә, ас үә мохтаждарға ярҙам итәһең», тийеүе быны асыҡ күрһәтәлер.
   Ул, ҡулында мал булһа, асла уйлап тормайса бирә ине. Әгәр мохтаж кешенең ихтыяжын үтәү мөмкин булмаһа, яҡшы, үә мөләйем һүҙҙәр менән ҡайтара, йәки ҡулына мал кергәс, бирергә вәғәҙә ҡыла ине. Үлгән ваҡытында һис бер нәрҫә ҡалдырмауы, тимер кейеме йәһүдиҙә закладта ҡалыуы, әлбиттә, шул йомартлыҡ нәтижәһе ине. Бер ваҡыт уға туҡһан мең дирһәм мал килгәйне. Шуны бер балаҫҡа һалып, бер мәжлестә өләшеп бөтөрҙө. Шул ваҡыт бер кеше килеп унан мал һораны. Рәсүлуллаһ уға: «Хәҙер миндә бер нәрҫә лә ҡалманы. Һин минең өҫтәмә бурысҡа кер, ҡулыма мал төшкәс, шул кешегә түләрмен», — тине. Быны күреп Ғүмәр: «И рәсүлуллаһ, нигә ул ҡәҙәр үҙеңә ауырлыҡ йөкләйһең? Аллаһ һиңә көсөң етмәгән нәрҫә менән бойорманы бит», — тине. Рәсүлуллаһ Ғүмәрҙең ошбу һүҙҙәрен яратманы. Шул ваҡыт бер ансари: «И рәсүлуллаһ, мал биреүеңдә дауам ит, ҡурҡма, Аллаһ һине ас ҡалдырмаҫ!» — тине. Был һүҙҙәргә рәсүлуллаһ ғәйәт шатланып, йөҙө асылып китте, һәм: «Мин шундай эштәр менән әмер ителгән», тине.

                                                                  Батырлығы
   Рәсүлуллаһтың батырлығы шул дәрәжәлә ине ки, иң мөшкөл ваҡыттарҙа баһадирлыҡ менән шөһрәт ҡаҙанған кешеләр ҡасҡан саҡта ул ҡасмай, асла урынын ташламай ине. Ухуд үә һәүәзин һуғыштарында рәсүлуллаһтың ҡасмауы, ныҡ тороуы быға иң ҙур дәлилдер. Ибн Ғүмәр әйтәлер: «Рәсүлуллаһтан батыр, йомарт, ҡәнәғәт булған кеше күрмәнем». Ғәли әйтәлер: «Беҙ, эшебеҙ ауырлаша башлаһа, рәсүлуллаһтан ярҙам һорарға булғанда, ул дошманға иң яҡын торған кеше була торғайны».
   Бер төн Мәҙинә халҡы ҡурҡыныслы тауыш ишетеп, дошман һөжүм итә тип ҡурҡыштылар. Ҡайсан инде халыҡ ҡоралланып тауышҡа ҡаршы бара башлағас, рәсүлуллаһ инде мәсьәләнең ниҙән ғибәрәт булғанын аңлап ҡайтып килә ине. Был, әлбиттә, йөрәкле, батыр кешеләргә хас була торған эш- тер.

                                                                 Тәүәккәллеге
Рәсүлуллаһ, әлбиттә, Аллаһуға һәр кемдән артыҡ тәүәккәл итә ине. Ҡөрьән Кәримдә уға һәр ваҡыт тәүәккәл итергә әмер бирелә, ул да Аллаһуҙың ярҙамына таянып, эшендә дауам итә, аҙ ғәскәр менән күп мөшриҡ ғәскәрен еңә ине. Фәҡәт рәсүлуллаһ эште тәүәккәлләп кенә, уйламайса, иҫәпләмәйсә генә эшләмәй ине. Ул эшләнәсәк эшкә алдан әҙерләнә, сәбәптәрен ҡыла, һуңынан Аллаһуҙан ярҙам һорай ине. Рәсүлуллаһтың Ухуд үә Хунаин һуғыштарында икешәр ҡат тимер кейем кейеүе шуны күрһәтәлер. Шуның өсөн дә ул мөмкин булғанда табиб саҡырта, сәхәбәләренә лә дауаланырға ҡуша торғайны.
Рәсүлуллаһтың яҡшы сифаттарына һәм һәр эштә ғәҙеллек менән эш итеүенә ҡарап, кешеләр уның Аллаһ тарафынан рәсүл итеп ебәрелеүенә ышанып иманға киләләр ине.