Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә вәхи килеүе

   Бер ваҡыт рамаҙан айында кис менән Мөхәммәд ғәләйһиссәләм Хира тауында ғибәҙәт менән мәшғүл булғанда, бер тауыш ишетте. Ул Ябраил фәрештә ине. Ул Мөхәммәдкә үҙенең Аллаһу Тағәлә тарафынан ебәрелеүен белдерҙе һәм уны пәйғәмбәрлек менән һөйөндөрҙө, һуңынан Мөхәммәд ғәләйһисәләмгә: «Уҡы!» — тип әмер бирҙе. Быға Мөхәммәд ғәләйһиссәләм : «Мин уҡый белмәйем», — тип яуап бирҙе. Ябраил фәрештә: «Уҡы!» — тип өс мәртәбә ҡабатланы. Шунан һуң фәрештә пәйғәмбәргә Ғәләк сүрәһенең биш аятын өйрәтте.

                       Ғәләк сүрәһе:

     «Бөтә нәмәне яратыусы Раббың менән уҡы!
     Ул барлыҡҡа килтерҙе кешене ойошҡан ҡандан.
     Уҡы! һинең Раббың — Аллаһ бик хөрмәтле һәм йомарттыр.
     Ул — Аллаһ ҡәләм менән яҙыуҙы өйрәтте.
     Кешегә белмәгән нәмәләрен өйрәтте.
   Ҡөрьәндең беренсе аяты «Уҡы!» тип башланды. Аллаһ Тағәләнең рәсүлебеҙгә һәм бөтә мосолмандарға иң беренсе әмере шул булды.
   Ҡөрьәндең беренсе аяттары миләди буйынса 610 йылда рамаҙан айында Ҡәҙер кисәһендә иңде. Бының тураһында Ҡәҙер сүрәһендә әйтелә:

   «Тәхҡиҡ, Беҙ Ҡөрьәнде иңдерҙек Ҡәҙер кисәһендә. Һиңә Ҡәҙер кисенең шәрәфәтен үә уның хикмәтен Нәмә белдерҙе?». Ҡәҙер кисе мең айҙан да ҡәҙерлерәктер.
   Шулай уҡ Духан сүрәһенең 3-4-се аяттарында әйтелә:«Беҙ ул Ҡөрьәнде мөбәрәк Ҡәҙер кисәһендә иңдерҙек, Беҙ ул Ҡөрьән менән иманһыҙҙарҙы ҡурҡытыусы булдыҡ.
   - Ул Ҡәҙер кисәһендә киләһе йылға хәтле буласаҡ эштәр хөкөм ителер, йәғни тыумаҡ, үлмәк, ризыҡ үә донъялағы башҡа буласаҡ ваҡиғалар тәғәйен ителер».
   (Ҡәҙер кисәһенең шундай дәрәжәле булыуы ул кисәлә Ҡөрьәндең беренсе аяттары инеүенәндер).
   Пәйғәмбәребеҙ ҡурҡҡан хәлдә өйөнә ҡайтты һәм Хәҙисәгә булған ваҡиғаны һөйләне. Уға ҡаршы Хәҙисә: «Һин күркәм холҡтар эйәһе, Аллаһ Тағәлә һиңә ен һәм шайтандарҙы хужа итмәҫ, һиңә күренгән зат — ысынлап та Аллаһ Тағәләнең фәрештәһе, һин — шөбһәһеҙ пәйғәмбәр», — тигән мәғәнәләге һүҙҙәрҙе һөйләне.

                                                             Вәрака янына барыу
   Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм был хәлдән һуң бер ни тиклем тынысланғас, Хәҙисә был мәсьәләне сисәр өсөн, уны үҙенең атаһы менән бер туған ағаһының улы янына алып барып ваҡиғаны һөйләне. Ул Вәрака исемле электән насара динен ҡабул иткән бер ҡарт ине. Ул Инжил һәм Тәүрат китаптарын уҡый ине, уларҙан Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм килеүе тураһында хәбәрдар ине. Вәрака Инжилде Гибрани яҙыуы (почерк) менән ғәрәпсәгә тәржемә лә итә ине. Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм уға ваҡиғаны һөйләгәс, Вәрака һис уйлап тормаҫтан: «Һин пәйғәмбәр буласаҡһың, һиңә күренгән зат — Мусаға күренгән үә уға вәхи килтергән Ябраилдыр. һин ҡәүемеңде тәүхидкә (бер Аллаһуға ышаныуға) өндәгәндә, поттар үә һындарға ғибәҙәт итеүҙән туҡтарға, яһили ғәҙәттәрҙән киҫелергә саҡырғанда, һиңә дошман буласаҡтар, һине мыҫҡыл үә яфа ҡыласаҡтар, ниһәйәт, һине илеңдән дә һөрәсәктәр. Мин йәш бер егет булһам ине, һиңә ҙур хеҙмәттәр күрһәтер инем. Әгәр шул көндәрҙе күрһәм, әлбиттә, һиңә ярҙам күрһәтермен», — тип һөйләне. Ҡәүеме араһында иғтибарлы үә һөйөклө булған Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм Вәраканың был һүҙҙәренә ғәжәпләнгәс, Вәрака: «Һис бер пәйғәмбәр ҡәүеменең дошманлығынан һәм уларҙың мыҫҡыл үә яфаһынан ҡотолмаған, һин дә ҡотолмаясаҡһың», — тине. Был ваҡиғанан һуң оҙаҡ та үтмәне, Вәрака вафат булды. Вәрака Ислам сәғәҙәтенә ирешмәгән булһа ла, Мөхәммәдтең пәйғәмбәрлегенә ышанғаны өсөн, Исламға килгән кешеләрҙән иң әүәлгеһе һаналырға тейештер. Рәсүлуллаһтың, Вәраканы төшөндә гүзәл ҡиәфәттә үә аҡ кейемдәрҙә күргәне өсөн, уны әһел йәннәттән һанарға булғанлығы «Тирмизи» хәҙисендә риүәйәт ителәлер.

                                                       Вәхиҙең киҫелеп тороуы
   Бынан һуң вәхи бер ни тиклем киҫелеп торҙо. Рәсүлуллаһ вәхиҙең киҫелеп тороуына бик тәьҫирләнде. Бындай бөйөк ниғмәттән мәхрүм булыуына көн-төн ҡайғы-хәсрәттә булды.

                                                     Вәхиҙең яңынан башланыуы
   Вәхи киҫелеү сәбәпле, күҙ алдары ҡараңғыланып, фекер һәм хыял дәрьяларына сумып йөрөгән бер ваҡытта, әлеге Ябраил ҡабат килеп, «Зүхә» сүрәһен иңдереп, рәсүлебеҙҙе тынысландырҙы. Аллаһ Тағәлә уны ташламағанлығын белдерҙе. Бынан һуң «Мүдәссир» сүрәһенең башындағы аяттар иңде:
   «Ий, кейеме менән бөркәнгән зат! Тор, кешеләрҙе Аллаһ ғазабы менән ҡурҡыт! (Мөхәммәд ғәләйһи үә сәлләм ер менән күк араһында ултырған Ябраил фәрештәне күреп ҡурҡты, тиҙ генә өйөнә ҡайтып ятты һәм Хәҙисәгә кейемдәре менән ҡапларға ҡушты. Шул ваҡыт Ябраил ошо сүрәнең аяттарын килтерә башланы. Был сүрә икенсе иңгән сүрәлер). Раббыны ҙурлап тәҡбир әйт! Үә кейемеңде нәжәсәттән пак ҡыл. Аллаһтың асыуына илтә торған эштәрҙе ташла. Кешегә бер нәрҫә бирһәң, унан күберәкте өмөт итеп бирмә. Үә Раббың ризаһы өсөн, кафырҙарҙың дошманлығына сабыр ит, сыҙа!»

     Сөнғәтулла Бикбулат «Мөхәммәд хәҙрәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм» китабынан, Сәнә Сабирйәнова тәржемәһе