Ислам нигеҙ ташы

                                                      Ислам илде һаҡлашыр нигеҙ ташы
   Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Үҫеш программаһы сиктәрендә Канада ғалимдары Рәсәй Федерацияһында кеше потенциалын үҫтереүгә бағышланған ғилми- ғәмәли конференция үткәргәйне. Милли-тарихи ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеү тураһында сығыш яһағандан һуң бығаса битараф төҫтә ултырған әҙәм бик сәйер һорау бирҙе:
   — Башҡорттар мосолманмы ни? Ә нишләп һеҙ чечендарға оҡшамағанһығыҙ? Ислам бит бик агрессив дин!
Визиткаһынан күренеүенсә, Санкт-Петербургтан килгән был ғалим ишаратының һорауҙары таң ҡалдырҙы. Ни тиклем наҙанлыҡ! Кеше потенциалына бағышланған конференцияла ҡатнашырлыҡ икән, ул яҡынса булһа ла Рәсәйҙең төп халыҡтарының тарихын, диндәрен күҙалларға тейеш түгелме?.. Икенсенән, дәүләтебеҙҙә ислам, тәрән тамырлы дин булараҡ, бай тарихҡа эйә, уның хаҡында ошолай фекер йөрөтөү ғалим кешене һис тә биҙәмәй. Ошондай залим ғалимдарҙың рухи-мәҙәни өлкәгә йоғонто яһауы, дәүләт эшмәкәрҙәренең дә шул сама фекерләүе Рәсәйҙә милли сәйәсәттең әленән-әле һөрлөгөүенә килтерә лә инде.

   ...Башҡорттар исламды ғәрәп Ибн-Фаҙлан сәйәхәте мәленән ҡабул итә башлаған һәм был процесс бик оҙайлы барған. XIV быуатта Үзбәк хан идара иткән дәүерҙә ата-бабаларыбыҙ мосолманлыҡҡа тулыһынса тиерлек күсеп бөтһә лә, уға тиклемге инаныстары, ғөрөф-ғәҙәттәре бер ҡатарҙан тиерлек һаҡланып килә. Мәжүсилектән ҡалған һыу инәһе, ағас эйәһе, өй эйәһе барлығына ышаныуҙар хатта XX быуатта ла осрай әле. Ҡамлау, шаманлыҡ йолалары ислам менән үҙ-ара һыйышып ҡына ҡалмай, хатта уларҙы атҡарғанда мосолманса өшкөрөү ҙә ҡулланылыуы башҡорттарҙың исламды үҙ менталитетына ярашлы тәғлимәткә әүерелдереүен, бик либераль формала ҡабул итеүен танырға кәрәк. Тап бына шул үҙенсәлегебеҙ һуңғараҡ күсеп килгән башҡа дин вәкилдәренә лә дошманлыҡ күрһәтмәүгә, һыйынышып йәшәргә мөмкинлек бирә.
Башҡорттар фанатик булмаған, әммә диндәш татарҙарға иң ҡиммәт байлығын — ерен биреп, суҡындырылыуҙан ҡурсып ҡала. Башҡа бер генә халыҡ тарихында ла бындай биттәрҙе осратмаҫһың! Яҙыусы Яныбай Хамматов архивта башҡорттарҙы ихтыярһыҙлап араҡы эсереүҙәрен һүрәтләгән мәғлүмәттәр тапҡан һәм күптәр был хурлыҡтан үлемде артыҡ күрә. Тимәк, дини әхлаҡ ҡағиҙәләре ҡанбабаларыбыҙҙың рухына һеңгән булған.
   Әхмәтзәки Вәлиди ғәскәрендә шундай хәл була — яуҙан һуң уларҙың ҡулына төшкән эшелонда цистерна-цистерна араҡы булыуы асыҡлана. Уны башҡорт яугирҙәре яҡын-тирәләге урыҫтарға биҙрәләп һатып бөтөрә, әммә береһе лә иҫерткескә ҡағылып та ҡарамай.
   Колонизация ер байлыҡтарын ғына түгел, рухи өлкәлә лә талауға, халыҡты меҫкенләндереүгә, буйһондороуға йүнәлтелеү сәбәпле, иң тәүҙә халыҡтың аңын томалау, рухһыҙ ҡалдырыу маҡсатында эскелеккә ылыҡтырырға маташыу эҙһеҙ үтмәй, әлбиттә; әле йәштәребеҙ наркоманияға бирешә башлаған ише, ихтыярһыҙҙан эскелеккә һалышыусылар ҙа булғандыр. Шуға ла казактар менән берлектә болала ҡатнашып йөрөүселәр араһында дини йолаларға иҫе китеп бармаусылар булыуы ихтимал. П.И. Рычков: «Башкиры, хотя и магометанами именуются, но закон свой мусульманский мало уважают» тип, тап бына шундайҙар тураһында яҙа, уның иҫбатлауын бөтөн башҡорт халҡына ҡарата ҡулланыу дөрөҫ түгел. Сөнки ғәскәр башында уҡымышлы, динле кешеләр торһа ла, ябай яугирҙәр — ҡара халыҡ, мәктәп-мәҙрәсә күргән кеше түгел. Белемлеләр иһә мотлаҡ динле булған, сөнки мәҙрәсә-мәктәптәр ислам тәғлимәттәре нигеҙендә эш иткән.
   «Динһеҙ кеше — йүнһеҙ кеше», «Динһеҙ — мәнһеҙ» тигән мәҡәлдәр башҡорттарҙың дингә ҡарашын асыҡ сағылдыра. Үҙ динен ҡурсалау, суҡындырылыуҙан һаҡланыу ниәте менән дә урыҫтар алдында инаныстарын йәшергәндәрҙер тип уйлайым, сөнки күп кенә иҫтәлектәрҙә башҡорттарҙың, ҡунаҡсыл булһа ла, сер йәшереүҙәре, килмешәктәргә һораған урындарҙы күрһәтеп бармауҙары шәйләнә.
   Башҡорт зыялылары, юғары ҡатлам балаларын Ырымбур, Өфө губернаһында ғына түгел, Бохараға ебәреп тә уҡытҡан, сит мәмләкәттәрҙә лә ғилем эстәткән, хажға барған, оло мосолман донъяһы менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгән.
   XIX быуат башында Ырымбур губернаһындағы 12 өйәҙҙә 1258 ағас, 4 таш мәсет булған. Этнограф С.Г. Рыбаков Башҡортостанда исламдың ныҡлы таралыуын һүрәтләп, түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙып ҡалдырған: «...несмотря на господство русской власти, нам не встречалось ни одной деревни башкирской, в которой не было мечети... вся Башкирия усыпана мечетями».
   Ошондай шарттарҙа башҡорттар дингә илтифатһыҙ булған тип иҫбатларға мөмкинме!?
   Мәсеттәр ғибәҙәтхана ғына түгел, ғөмүмән, мәғрифәтселек үҙәктәре булып торған. 1913—1915 йылдарҙа Өфө губернаһында 1579 мәктәп булып, унда 91 мең шәкерт белем алған, шуның 18 меңе ҡыҙ бала булыуы иғтибарға лайыҡ.
   XX быуаттың егерменсе йылдарына тиклем динһеҙлек — белемһеҙлек, наҙанлыҡ синонимы тип ҡабул ителгәнлеге «Ҡара (йәғни, уҡымаған) халыҡ — ҡара һарыҡ» тигән мәҡәлдән дә асыҡ күренә. Тап шул сәбәпле, башҡорттарҙың дингә иҫе китмәгән, тип тәҡрарлау милләтебеҙгә мәсхәрә, уны наҙанлыҡта ғәйепләү булып яңғырай. «Башҡорт — тәбиғәт балаһы» тигән иҫбатлауҙың тел төбөндә лә, хиссәнлегебеҙҙән, ихласлығыбыҙҙан бигерәк, халҡыбыҙҙы мәҙәниәткә бирелмәгән ҡырағай үҫемлек тип күрһәтергә маташыу ята. Яттар әйтһә әйтһен, үҙебеҙ үҙебеҙгә шундай мөһөр таҡмайыҡ, таҡтырмайыҡ.
   Башҡорттар араһынан күренекле дин әһелдәре сыҡҡан. Нәҡшбәндиә мәҙһәбе ағзаһы, Оло Иҙел, Урал, Себер тарафтарында ҙур ихтирам ҡаҙанған атаҡлы ишан Зәйнулла Рәсүлев Троицкийҙа «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе асҡан, һәм ҡаланың шул замандағы иң ҡөҙрәтле сауҙагәрҙәре, банкирҙары, сәнәғәт менән шөғөлләнеүселәре тап башҡорттар булған.
   Күренекле башҡорт руханиҙары араһында Арғаяштан Ҡорбанғәлиевтарҙы иҫкә алмау мөмкин түгел. Ғәбиҙулла-Хәким Ҡорбанғәлиев Миндәктә мәсет асып, унда 300-гә тиклем бала уҡыған. Ошо зыялы заттан Мөхәмәтнәжиб исемлеһе 1917 йылда Эске Рәсәй һәм Себер Милли назаратының мәғариф ведомствоһына етәкселек иткән.
   Урал, Оло Иҙел тарафтарында Стәрлебаш мәҙрәсәһе дан тотҡан, уға ла нигеҙҙе башҡорт Ниғмәтулла шәйех Туҡаев һалған.
   Башҡорттар дин тыуы күтәреп бер ваҡытта ла яу сапмаған, әммә милли-азатлыҡ хәрәкәтендә дини компонент ярайһы көслө булған. Батырша яуын иҫкә төшөрәйек. Әхмәтзәки Вәлиди эшмәкәрлегендә лә был асыҡ күренә. Башҡорт дәүләте төҙөлгәндә ул башҡорттарҙың этник бөтөнлөгөн юғалтмау маҡсатында телде һәм динде һаҡлауҙы төп факторҙар тип билдәләй.
   Уҙған быуат баштарына ислам башҡорттар өсөн дини һәм донъяуи ҡанундар берлеген тәшкил иткән тәғлимәткә әүерелеп, көнкүрештең һәммә тармағына үтеп ингән.
   Совет осоро һуғышсан дәһрилек, руханиҙарҙы эҙәрлекләү, милли әхлаҡи ҡанундарҙы ҡаҡшатыу осоро булып тарихта ҡалды. Бөйөк Ватан һуғышынаса илдә мәсеттәрҙе юҡҡа сығарыу һәм дин әһелдәрен репрессиялау бара.
   Егерменсе быуатта инаныстар баш түбән әйләнә, һәм динлелек артта ҡалғанлыҡ, наҙанлыҡ синонимына әүерелә. Активистар ураҙа ваҡыттарында өйҙән-өйгә йөрөп, дини йолалар атҡармайҙармы икән, тип тикшереп йөрөүҙән, «ғәйепле»ләрҙе ошаҡлауҙан да тартынмай. Боронғо муллалар затынан булған ҡәйнәм, мәҫәлән, комсомолдарҙан йәшенеп, баҙға төшөп сәхәр эсеүҙәрен, ауыҙ асыуҙарын һөйләй торғайны. Атаһы революцияға тиклем үлеп, етем үҫһә лә, уға ла бер саҡ ауылдан һөрөү менән янап китәләр. Әсәһе менән төндә дини китаптарын туҙ ҡаптар менән бөркәп, ҡарға сығарып күмәләр, тик яҙ еткәс китаптар табылмай. Кемдер осраҡлы табып алғанмы, әллә күреп тороп, ҡиммәтле әйбер тип урлап, ни икәне асыҡланғас ҡайҙалыр йәшереп ҡуйғанмы — мәңгелек сер булып ҡалды быныһы. Бер китабын ул бигерәк тә йәлләп һөйләй, кеше үҙ ғүмерендә бер генә булһа ла уны ишетергә тейеш, тип үкенеп йәшәне ул оҙаҡ йылдар. Хоҙаның хикмәте, вафатына бер нисә йыл ҡалғанда ул ауылдағы бер туғандарына ҡунаҡҡа барып, шул китапты табып ҡайтты. Тауыҡ йомортҡаһы алырға тип инһә, һарай эсендә мөйөштәге ярыҡҡа ҡыҫтырылған, һарғайып бөткән ҡағыҙҙар күреп ҡала ул. Күҙлекһеҙ ҙә асыҡ күргән ҡәйнәм бының иҫке яҙмалар икәнен аңғарып ҡала ла тартып сығара. Ҡараһа — теге ғүмер буйы һыҡрандырған китап.
   Был хаҡта һүҙ таралып китеп, уның янына хатта Ғафури, Учалы райондарынан килеп, изге китапты тыңлап ҡайтҡандарына үҙем шаһит булдым. Халыҡта инаныс бар ул... Немец фашистары дине өсөн ҡыйырһытылған халыҡтың совет власын яҡламаҫына иҫәп тота ла инде. Әммә улар бер нәмәне аңламай — мосолман өсөн, дәүләт ҡоролошо, ил башлығы, сәйәсәте ниндәй булмаһын, Ватаны ҡиммәт, һәм ул ошо инанысына бер ваҡытта ла хыянат ҡылмаясаҡ. Яу килгәндә ситтә ҡалыу — ир-егет өсөн иң ҙур хурлыҡ, гонаһ. Юҡҡамы ни, яман дан менән торғансы, яуҙа ҡан менән үлгәнең артыҡ, тигән боронғолар. «Яуыз кеше яуҙан ҡасыр» тигән мәҡәл дә милли асылыбыҙҙы ярып һала.
   1942 йылдың майында мосолман руханиҙары йыйынында данлыҡлы Зәйнулла ишандың улы Ғабдрахман Рәсүлев сығыш яһап, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең «Хүббәл Ватан мин- иман» тигән һүҙҙәрен килтерә, йәғни Ватанға мөхәббәт — хаҡ имандыр.
   Ватанға тоғролоҡ — иманға тоғролоҡ тип танығанға күрә лә Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылған мосолман башҡорттар Аҡ батша алып барған яуҙарҙа ҡатнашыуҙан бер ваҡытта ла баш тартмаған. Хатта ҡан ҡәрҙәш, дин ҡәрҙәш төрөктәргә ҡаршы...
   1943 йылда И.В. Сталин Ғабдрахман Рәсүлевҡа, танк колоннаһы төҙөтөүгә ҙур өлөш индергән мосолмандарға ҙур рәхмәт еткереүҙе һорап, телеграмма һуға. Ошо ваҡиғаларҙан һуң, ниһайәт, мохтаждарға ярҙам рәүешендә зәҡәт йыйырға рөхсәт ителә, хажға барыу мөмкинлеге асыла.
   1988 йылдан Рәсәйҙә, ниһайәт, бығаса Конституцияла исем өсөн генә тиерлек тәҡрарланып килгән выждан, дин тотоу ирке ысын-ысындан тормошҡа ашырыла башланы. Мәсеттәр, дини уҡыу йорттары асыла, Ислам институттары юғары белемле, киң ҡарашлы руханиҙар әҙерләй. Хәҙер инде дин ғилеме донъяуи фәндәргә лә ҡыйыуыраҡ таяна, ғалимдар яңы ғына яһаған асыштарҙы Ҡөръәндән табып биреп, таң ҡалдыра.
Рәсәйҙә бөгөнгө көндә 6 мең тирәһе мөхтәсибәт бар, 20 миллион тирәһе мосолман йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө диндәргә, секталарға ҡапҡаларҙы шар асып ҡуйыуыбыҙ сәбәпле ата-баба диненән баш тартыусы милләттәштәребеҙ ҙә байтаҡ. Эйе, Конституциябыҙ, закондарыбыҙ был йәһәттән кешене үҙ ихтыярына ҡуя, әммә милләт мәнфәғәте лә бар бит әле... ӘхмәтЗәки Вәлиди юҡтан ғына динде тел менән ҡатар ҡуймаған ул.
   Мосолмандар иң ауыр мәлдәрҙә лә Оло Ватаны — Рәсәйгә тоғро ҡала, дәүләт мәнәфәғәтен дини инаныстарынан да юғарыраҡ ҡуя, шуға ла Рәсәй ғорурланырға, бөтә донъя алдына күкрәк ҡағырға хаҡлы: ислам һәм православие быуаттар дауамында уртаҡ тел табып, һыйышып йәшәй. Чечнялағы хәлдәргә дини төҫ биреп маташһалар ҙа, бының улай түгеллеген барыбыҙ ҙа аңлай бит. Мосолман улдарыбыҙ унда Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлап ҡан ҡоя лаһа...
   Ислам дине Ватанына йәне-тәне менән бирелгән ул-ҡыҙҙар тәрбиәләй, рухты, әхлаҡты нығытыусы фактор булып тора. Бөйөк әбей батша Екатерина шуны яҡшы аңлаған һәм даһи аҡылы менән исламды православиеға арҡалаш иткән. Бөгөнгө ил башлыҡтарына унан аҡыл өйрәнеү һис зыян итмәҫ.
   Ислам — илде ҡаҡшатырға бирмәҫ нигеҙ ташы ул.

   Автор Гүзәл Ситдиҡова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһының урындағы үҙидара, милләттәр эштәре, ижтимағи һәм дини ойошмалар буйынса комитеты ағзаһы.
   Илгә ырыҫ килтерер, донъя тотҡаһы, милләтебеҙҙең йәме булыр күркәм ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бар. Уларҙың береһе — Гүзәл Рамазан ҡыҙы Ситдиҡова. Гүзәл һылыу Башҡортостандың йәмле тауҙар төйәгендә — Белорет районының Инйәр ҡасабаһында тыуған. Бәләкәйҙән матурлыҡҡа ғашик ҡыҙ Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлай. Мәктәп-интернатта тәрбиәсе, урындағы радиола диктор, китапханасы, Белорет районының ”Урал” гәзите хәбәрсеһе, бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары, баш мөхәррире булып эшләй — ҡайҙа ла халҡының яҡты яҙмышы өсөн тырыша. Шуға ла Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты (ун икенсе саҡырылыш), Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы депутаты (беренсе һәм икенсе саҡырылыш) итеп һайлана. Дәүләт, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән арала ижад эшенә лә егелә, фәһемле шиғырҙар, хикәйәләр, мәҡәләләр яҙа. Гүзәл Ситдиҡова ”Ватандаш” журналының әүҙем авторҙарының береһе лә. Мәҡәләләре фекерле, танып белеү йәһәтенән иғтибарға лайыҡ.
“Ватандаш журналы”, 2002 йыл, июль, ссылка //vatandash.ru/pics/pdf/1161.pdf